Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандың баш ҡалаһында Сик һаҡсылары көнөн билдәләнеләр

"Бөгөн, йәштәр, һеҙҙе сәләмләп, мин үҙемде йәш итеп тоям”, - тип билдәләне 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кашшаф Сәмиғуллин.

Башҡортостандың баш ҡалаһында Сик һаҡсылары көнөн билдәләнеләр
Башҡортостандың баш ҡалаһында Сик һаҡсылары көнөн билдәләнеләр

Бөгөн, 28 майҙа, республиканың баш ҡалаһында Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте Сик буйы хеҙмәте ойошторолоуға 104 йыл тулыуҙы - Сик һаҡсылары көнөн билдәләнеләр. Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төрлө быуын хәрби хеҙмәткәрҙәре, ғәҙәттәгесә, бер-береһен ошо мөһим көн менән ҡотлау, ветерандарға ихтирам күрһәтеү һәм һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн, Еңеү паркына йыйылды.

“Сик һаҡсылары һәр саҡ алғы һыҙыҡта һәм тәүгеләрҙән булып дошмандың һөжүмен ҡабул итә. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары исеменән әлеге ваҡытта хеҙмәттә булғандарға батырлыҡ, ныҡлы һаулыҡ, рух көсө теләйбеҙ һәм сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарына тәрән ихтирам һәм рәхмәт белдерәбеҙ. "Бөгөн, йәштәр, һеҙҙе сәләмләп, мин үҙемде йәш итеп тоям”, - тип билдәләне 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кашшаф Сәмиғуллин.

Өфө Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников һәм Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Олег Иванов Мәңгелек утҡа һәм «Бөтә быуын сик һаҡсыларына дан» һәйкәленә сәскәләр һалдылар.

Сара сиктәрендә һуғыш сәнғәте буйынса күрһәтмә сығыштар ойошторолдо. Һәләк булған геройҙар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны. Сик буйы хеҙмәте ветерандары тантаналы марш менән үтте.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: