Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Июня 2022, 16:40

Сәйетбабалар нәҫел-нәсәбен барлай

25 июндә иһә ауылда оло байрам көтөлә - Сәйетбаба ауылы нәҫәл-нәсәбенең фестивале үткәрелә. Бөтәгеҙҙе лә ошо байрамда көтәбеҙ. 

Сәйетбабалар нәҫел-нәсәбен барлайСәйетбабалар нәҫел-нәсәбен барлай
Сәйетбабалар нәҫел-нәсәбен барлай

Ғафури районындағы Сәйетбаба ауылы республика халҡына яҡшы таныш. Иң ҙур башҡорт ауылдарының береһендә ике меңгә яҡын кеше йәшәй. 2003 йылда бында тарихи-мәҙәни үҙәк булдырылды, һәм ул уңышлы эшләп килә.

“Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге халҡыбыҙҙың милли йолаларын, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, боронғо кәсептәрҙе һаҡлап алып ҡалыуҙа һәм үҫтереүҙә ҙур эш башҡара. Тарихи-мәҙәни үҙәк етәксеһе Рәзим Мәүлетҡолов билдәләүенсә, ауылдағы һәр кеше үҙен ошо мәҙәни үҙәк ағзаһы итеп тойоп, ҙур яуаплылыҡ менән йәшәй, донъя көтә. Төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар, һәм быға ауылдағы ижтимағи ойошмалар ҙур өлөш индерә. 

25 июндә иһә ауылда оло байрам көтөлә - Сәйетбаба ауылы нәҫәл-нәсәбенең фестивале үткәрелә. Бөтәгеҙҙе лә ошо байрамда көтәбеҙ. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас