Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
2 Июль 2022, 08:05

Юнир Һағынбаев тыуған көнөн билдәләй

Юнир Шәмсетдин улын күркәм байрамы менән ҡотлайбыҙ. Сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ижади үрҙәр теләйбеҙ. "Шоңҡар" коллективы. 

Юнир Һағынбаев тыуған көнөн билдәләй
Юнир Һағынбаев тыуған көнөн билдәләй

Ҡурай һәм йыр – уның юлдашы

Баймаҡ районының хозур урынында, йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында, Буранбай тип аталған үҙенсәлекле ауыл бар. Ауылдың исеме тарихта билдәле шәхес – Буранбай сәсән хөрмәтенә ҡушылған. Үҙенсәлекле тип әйтерлеге бар шул: был ауыл – тотошлайы менән таланттар төйәге! “Буранбайҙа йырламаған кеше юҡ” икәнен Баймаҡ яҡтарында барыһы ла белә. Был бәрәкәтле ерҙә тыуған талантлы шәхестәрҙе исемләп һанап тормайынса, бөгөн шуларҙың береһе – танылған йырсы, ҡурайсы Юнир ҺАҒЫНБАЕВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Юнир, әлбиттә, республикала Буранбай ауылын белмәгән кеше һирәктер, шулай ҙа тыуып үҫкән мөхитең, һине ҙур тормошҡа сығарған ғаиләң, атай-әсәйең менән яҡындан таныштырып үт әле.
– Мин Фәриҙә менән Шәмсетдин Һағынбаевтарҙың татыу, матур ғаиләһендә тыуып үҫтем. Ғаиләлә өс бала – ағайым, апайым һәм мин. Аңлауығыҙса, мин – кинйәкәү, иң иркәһе, иң шаяны, тигәндәй. Ағайым менән апайым Сибай ҡалаһында төпләнде, мин – Өфөлә. Һәр беребеҙ ғаиләле булып, балалар үҫтереп, атай-әсәй биргән тәрбиә һабаҡтарын һәр саҡ иҫтә тотоп, уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй йәшәргә тырышабыҙ. Ял һәм байрамдарҙа тыуып үҫкән йортобоҙға, ҡәҙерле атай-әсәйебеҙ янына ашҡынып ҡайтабыҙ.

– Йыр-моңға һәләт кемдән күскән? Ғаиләгеҙҙә һинән башҡа йырсылар бармы?
– Йырға һәләт күберәк әсәйем­дән күскәндер. Ул күрше Сыңғыҙ ауылынан, талантлы Солтан­гил­диндәр нәҫеленән. Уның ағайҙары, ҡустылары – барыһы ла йырсылар, гармунсылар, бейеүселәр. Шулай уҡ әсәйем яғынан олатайҙарым дин әһелдәре булған, уларҙың көслө, моңло тауыштары менән Ҡөрьән сүрәләрен уҡыуын олораҡ быуын әле лә иҫләп һөйләй.

Әсәйем оҙаҡ йылдар ауылдағы “Гәүһәркәй” фольклор ансамблендә йөрөнө, ул бик моңло йырлай. “Гәүһәркәй”ҙәр беҙҙең ерлеккә генә хас халыҡ ижады өлгөләрен тергеҙеп, ауылда үткән һәр байрамды йәмләй. Күрше-тирә ауылдарға барып, концерттар ҡуйып, район кимәлендә үткән сараларҙа ҡатнашып, тормоштан йәм табып йәшәгән ауылдаш апайҙарға, еңгәйҙәргә афариндан башҡа һүҙ юҡ.

Атайыма бәйле бер ҡыҙыҡ нәмәне лә әйтеп үтәйем: ул Сибайҙа училищела уҡыған осоронда хорҙа йырлаған. Үҙе сәхнәлә сығыш яһап йөрөмәһә лә, уның яғынан да туғандарым – йыр-моңға маһир кешеләр. Бына шулай, сәнғәткә тартылыу миңә атай-әсәйемдән, тыуған еремдән, тәбиғәттән күскәндер. Ә инде туғандарыма килгәндә, ғаиләлә минән башҡа балалар – апайым менән ағайым йырламай. Уның ҡарауы, улар минең һәр уңышыма ҡыуанып, яңы үрҙәргә дәртлән­дереп тора.

Ә ҡасандан йырлай башла­ның? Профессиональ сәнғәткә юл нисек һалынды?
– Бала саҡта, мәктәптә уҡыған йылдарҙа бөтөнләй йырламаным. Әлбиттә, йыр дәрестәрендә, кон­церттарҙа барыбыҙ ҙа ҡатнаша инек, әммә яңғыҙыма сәхнәгә сы­ғырға тура килмәне. V класта уҡығанда, уҡытыусыбыҙ Фәттәх Фәррәх улы Аралбаев ҡурай түңә­рәгенә йәлеп итеп, халҡыбыҙҙың ошо мәшһүр музыка ҡоралында уйнарға өйрәтте. Уға ҙур рәхмәт­лемен.

Ауылдағы туғыҙ йыллыҡ мәк­тәпте тамамлағас, яҙмышымды сәнғәт менән бәйләргә ҡарар итеп, Сибайға – колледжға юлландым. Ҡурай бүлеген һайланым. Уҡытыусыбыҙ Джон Мусин мине тыңлап ҡараны ла, ҡустым, тауышың матур, әйҙә һине үҙемә алам, тине. Риза булдым, әммә ул күсеп киткәс, уҡытыусыһыҙ ҡалдым. Камил Вәлиев тыңлап ҡарағас, тауышың үҙгәрә, йырларға ярамай, тип ҡурай бүлегенә күсерҙеләр. Һуңғы курстарҙа уҡығанда үҙемдән-үҙем тағы йырлай башланым. Шулай итеп, “Гәлсәр һандуғас” кеүек билдәле конкурстарҙа ҡатнашып, яңынан-яңы йырҙар яҙҙырып, йыр сәнғәте донъяһына килеп индем.

– Йырсы булыу менән бер рәттән, ҡурайҙы ла ташла­май­һың. Был йәһәттән дә байтаҡ еңеүҙәр яуланың буғай...
– Эйе, ҡурай – юлдашым, моңдашым, яҡын дуҫым кеүек. Ул бәләкәй саҡтан минең тормошомда булды һәм киләсәктә лә мотлаҡ буласаҡ. Ҡурай мине рухландыра, моңландыра, берәй моңло көй уйнаһам, нисектер күңел ял итә.

Октябрьский ҡалаһында үткән “Ҡурай” республика байрамында, Зыя Хәлилов исемендәге төбәк-ара конкурста – Гран-при, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Йомабай Иҫәнбаев кеүек мәшһүр ҡурайсылар иҫтәле­генә үткәрелгән бәйгеләрҙә призлы урындар яуланым. Шулай уҡ 2016 йылда Туймазы ҡалаһында уҙған “Оҙон көй” төбәк-ара конкурсында Гран-при яулауым менән дә ғорурланам.

Һинең башҡарыуыңдағы популяр йырҙар күптәр күңеленә хуш килә. “Әсәй, мине таңда уят әле”, “Тәгәрәне бешкән алмалай ғүмер”, “Йәшел яулыҡһәм башҡа йырҙарың күптән хитҡа әйләнгән. Репертуар өсөн йырҙарҙы нисек һайлайһың?
– Минең өсөн йырҙың моңо ла, һүҙҙәре лә мөһим. Йыр мәғәнәле булырға тейеш. Еңел-елпе һүҙҙәр теҙмәһенән торған йырҙарҙы башҡара ла алмаҫ инем, моғайын. Йырҙы күңелеңдән, йөрәгеңдән үткәреп башҡарһаң ғына, ул тамашасы күңеленә барып етә, уның иң нескә хистәренә ҡағыла, күңел ҡылдарын сиртә ала, тип уйлайым, шуға күрә репертуар һайлауға бик етди ҡарайым.

– Бөгөн йырсылар күп. Бере­һенең исеме онотолоуға икенсе­һе пәйҙә булып тора. Йыр сәнғәтендә үҙеңде танытыу, юғалып ҡалмау өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк?
– Хоҙай биргән талант, һәләт – бик мөһим нәмә, әлбиттә. Уны һаҡларға, үҫтерергә кәрәк. Ә уңыш­ҡа өлгәшәм тиһәң, тырышлыҡтың булыуы шарт. Йөҙ генә түгел, хатта ике йөҙ процентҡа эшләү зарур. Бөгөн үҙен үҫтерергә теләгән йәштәргә юлдар асыҡ, технологиялар көслө, файҙалана ғына бел. Әгәр аныҡ маҡсат ҡуйһа, тырышлыҡ һалһа, таланты, һәләте булған кеше юғалып ҡалмай, үҙенә барыбер юлдар яра ала.

Ғаиләң менән яҡынданыраҡ таныштырып үт әле.
– Кәләшем – Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы ҡыҙы Эльвира Йәлил ҡыҙы Утарбаева-Һағын­баева. Ул мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Үҙем Өфө ҡалаһының “Мираҫ” йыр-бейеү ансамблендә ҡурайсы-йырсы булып эшләп йөрөйөм. Ике ул тәрбиәләйбеҙ: Байрасҡа – алты, Ғайсарға – дүрт йәш. Улдарымдың икеһендә лә йыр-моңға һәләт барлығы әле үк күренә. Быйыл Байрас “Тамыр” телеканалы ойошторған “Бишек йыры” республика конкурсында ҡатнашты, финалға сығып, тотош ғаиләбеҙ менән сығыш яһарға тура килде. Шул тиклем йөкмәткеле, рухлы сара булды, улдарыбыҙ үҙҙәрен лайыҡлы тотоп, бик матур сығыш яһаны.

– Артистар бик әүҙем, ва­ҡиғаларға бай тормошта йәшәй. Ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булып алалыр. Шуларҙың береһен һөйләһәңсе?
– Бынан ике йыл самаһы элек ансамблдең бер нисә артисына Өфө ҡалаһының элекке башлығы Өлфәт ағай Мостафин мәрхүм менән Симферополь ҡалаһына барырға насип булды. Бик матур ҡаршы алдылар. Кис етди генә сараны асыу тантанаһы планлаш­ты­рылған ине. Беҙгә сит ерҙә үҙебеҙҙең мәҙәниәт, сәнғәт өл­гөләре менән таныштырыу бурысы ҡуйылды. Көндөҙ сығыш яһай торған урынға барып, репетиция үткәрҙек. Беҙҙең ҡала башлығы һөйләгәндән һуң мин ҡурайҙа уйнарға тейешмен.

Йәшәгән урынға лифт менән тура йөрөргә өйрәттеләр. Киске сара алдынан мин, милли кейем­дәрҙе оҙағыраҡ кейеп, төркөмдән артта ҡалдым. Тиҙерәк барып етеү өсөн төшкөһөн әйткән лифтҡа ингәйнем, ул туҡтаны ла ҡуйҙы. Китмәй ҙә, сығып та булмай. Өҫтәүенә телефонымды ла алмағанмын. Шул тиклем эҫе. Төймәләргә баҫҡылайым, ҡурай һауыты – ҡаты ғына футляр менән лифтҡа һуғам – файҙа юҡ. Минең шаулауымды бер эшсе ишетеп ҡалып, саҡ асып сығарҙы. Сәхнә янына барып еткәндә Өлфәт Мансур улы һөйләп бөтөп, минең сығышты иғлан итеп торалар ине. Йүгереп барған килеш сәхнәгә сығып, ҡурай уйнап ебәрҙем. Шулай, тирләп-бешеп, саҡ уйнап төштөм. Әлбиттә, республика делегацияһының сығышына зыян килтермәүемә ныҡ ҡыуандым.

– Белеүебеҙсә, төрлө сара­ларҙы, байрамдарҙы алып бара­һың, концерттарҙа ҡатнашаһың, эшләп тә йөрөйһөң. Ял итергә, ғаилә менән бергә булырға ваҡыт ҡаламы?
– Эйе, шөкөр, гөрләп торған тормошта йәшәйем. Үҙемә шулай оҡшай ҙа хатта. Ваҡытты дөрөҫ бүлеп, әлбиттә, ялға ла, ғаиләгә лә иғтибарымды йәлләмәҫкә тырышам. Беҙ төрлө сараларға, концерттарға, театрға йөрөргә яратабыҙ. Өфө янындағы Нуғай ауылында үҙ йортобоҙҙа йәшәгәс, ихатала физик эш башҡарыу, ял көндәрендә баҡсала усаҡ яғып, шашлыҡ бешереү, ауыл мунса­һында рәхәтләнеп сабыныу ҙа – үҙе бына тигән ял ул! Тормошта булғанына шөкөр итеп, әллә ни ҙур талаптар ҡуймай, әммә үҙ алдыма аныҡ маҡсаттар билдәләп йәшәйем. Атай-әсәйемдең, туғанда­рымдың, ғаиләмдең именлеге – оло бәхет. Һаулығым, ижадым, Хоҙай биргән һәләтем, йәшәр өсөн йортом бар – ул да бәхет. Килә­сәктә лә ошо изге ҡиммәттәрҙән айырмаһын.

– Бик матур уй-ниәттәр! Эйе, бәхетегеҙ һәр ваҡыт шулай түңәрәк булһын. Ә гәзит уҡыусы­ларға ниндәй теләктәр еткерер­һегеҙ?
– Халҡыбыҙҙың йыр-моң яратыуына һоҡланам. Моң яратҡан кешеләрҙең күңеле лә таҙараҡ, изгерәк була, минеңсә. Ә инде теләктәргә килгәндә, тормошта һәр кем үҙ урынын тапһын, матур эҙ ҡалдырып йәшәргә тырышһын. Йәштәребеҙ ваҡытында ғаилә ҡороп, балалар үҫтерһен, миллә­тебеҙҙең һанын ишәйтһен. Бер генә бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, изгелектәр ҡылып ҡына йәшәһәк ине. Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ, тип әйткем килә “Башҡортостан” гәзитен уҡыу­сыларға!

Ҡыҙыҡлы, ихлас әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас: