Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
4 Июль 2022, 11:15

Һуңғы теләк Хикәйә Гөлсирә Ғиззәтуллина

Әйткәндәй, ошо көндәрҙә билдәле яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина юбилейын билдәләне. Әҙибәне күркәм байрамы менән ҡотлап, сәләмәтлек, күңел тыныслығы, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Һуңғы теләк    Хикәйә      Гөлсирә Ғиззәтуллина
Һуңғы теләк Хикәйә Гөлсирә Ғиззәтуллина

– Атай, ниндәй теләгең бар? – тип һораны Әмирхан, ҡаты ауырыуҙан кибеп бөткән атаһының ҡоро тарамышҡа ҡалған көрәктәй ҙур ҡулын усына алып. Һуңғы бер нисә ай эсендә түҙгеһеҙ һыҙланыуҙарҙан әҙәмлектең сигенә етеп йонсоған Әптерәй ҡарт улына аптырап ҡараны.

– Өлкәнәйһәң, шул бер теләк була инде, – тине ул хәлһеҙ тауыш менән.

– Ниндәй теләк?

– Иртән торһаң да, кис ятһаң да еңел үлем теләйһең, балаларҙы ыҙалатып, кеше көнлө булып оҙаҡ ятырға яҙмаһын инде, тиһең.

– Өлгөрмәнем, – Әмирхандың айҙар буйы эсенә йыйылған әсенеше, мөлдөрәмә тулып ашҡан быуа һымаҡ йырылып китте. – Себер һыуыҡтары елегемә төшөп өшөт­кәндә: «Әсәм менән атамды Мәккәгә апарырмын», – тип хыялланған була торғайным. Икегеҙҙең етәкләшеп, тирә-яғығыҙға хайран ҡалып, күҙҙәрегеҙ емелдәшеп, ҡыуанышып йөрөүегеҙҙе күҙ алдыма килтереп йыуаныр, һеҙҙе шатландырасағыма күңелем үҫер ине. Әсәм, ана, үлде лә китте. Бына хәҙер һин ятаһың! Һуңланым. Нишләп, исмаһам, бер йыл алда ҡыбыр­ламаным?! Шулай ашығырһығыҙ тип кем уйлаған? Етмеш ул хәҙерге заманда йәшме ни?! Мин бит әле һеҙгә ҡәҙер-хөрмәт тә күрһәтеп өлгөрмәнем.

Самауыр борҡотам тип сыҡҡан еренән ихата буйына сүгәләгән килеш кенә китеп барған әбейе өсөн дә, унан ҡалғас ярты йыл эсендә эшлектән сыҡҡан үҙе өсөн дә уңайһыҙ булып китте кеше йәнле Әптерәйгә.

– Ҡәҙер итмәнем, тип ни! Мынау хоспис тигән урынға алып килеп һалып, тамуҡтай ғазаптарҙан ҡотҡарҙың, икенсе көн инде иркенләп тын алып ятам, күҙем асылып китте, ауыҙыма тәм ҡайтты, рәхәтләнеп йоҡлайым – шунан да ҙурыраҡ ниндәй игелектең булыуы мөмкин? – тип үҙен-үҙе өҙгөләгән улын яҡлашырға ашыҡты ул.

Мин тип күкрәк һуҡмай, биргәненә шөкөр итеп, бирмәгәненән зарлана белмәй йәшәгән тыйнаҡ, ипле, нәфсеһеҙ бер кеше инде Әбдрәхим. Тәбәнәк кенә буйлы, еңел һөйәкле, беләк көсө менән маҡтанырлығы юҡ. Уның ҡарауы, холҡо һәйбәт, асыҡ, тырнаҡ осо ҡәҙәрле лә кенәселлеге юҡ. Һуңғыһы айырыуса мөһим икән тыйнаҡлыҡты – ҡурҡаҡлыҡ, яҡшылыҡты – көсһөҙлөк, тип иҫәпләгән бәндәләр барҙа. Хаяһыҙҙар – төрткөләргә, яуыздар – аяҡ салырға, ахыр сиктә әҙәмгә һанамаҫҡа торғанда рәнйеүеңде йотмай, үпкә-йәберҙе еңел үткәрә белеү – үҙе бер бәхет иткән. Әҙәм кәмләһә кәмләһен, Хоҙай кәмләмәһен, тиһең дә үҙеңсә йәшәп тик ятаһың. Әбдрәхимдең тел-тешһеҙ, үтә күндәм, хәйләһеҙ булғанына борсолоңҡораған әсәһе мәрхүмә ныҡ теләгәндер инде: өлөшөнә төшкән көмөшө – хәләле лә йомшаҡ һүҙле, киң күңелле, сабыр, уңған, итәғәтле булды. Көңгөр-ҡаңғыр килеп шым ғына донъяларын бөтәйттеләр, ике ҡыҙ, бер малай үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары ла, ата-әсәһенә оҡшап, күктән йондоҙ сүпләмәне, үҙҙәренең тиңенә кейәүгә сығып, балаға батып һәүетемсә донъя көтә. Ә был Әмирхандары, әллә төпсөк булғанға, ҡара тырыш, сәмсел булды. Илап булһа ла еңер, алдына алғанын ҡуймаҫ. Эштең көс еткеһеҙенә барып тотонор, башҡа инмәҫ нәмәләр тураһында хыялланыр ине. Түрә-ҡараның, үҙенә үҙе әллә кем булғандарҙың балаларына ла бирешмәне, тасма-тас һуғышһа һуғышты, туҡмалһа туҡмалды... «Әптерәй менән Хәмдейҙе күрһәтермен әле мин һеҙгә», – тип тә әйтеп һалыр ине. Күрһәтте бит, кеше башына баҫып түгел, үҙ көсө менән үрләне, ҙур урында уҡып, хәҙер ҙур урында эшләй. Әмирхан Әбдрәхимович тип кенә әйтергә мәжбүрҙәр хәҙер ауыҙ тултырып. Ата-әсәгә шул үҙе бер бәхет түгелме ни?!

Шулай ҙа улын үҙҙәренең был донъянан ҡәнәғәт булып йәшәгәндәренә ышандыра алманы Әптрәхим ҡарт. Улының әсәһен ҡотло өйөнән мәңгелеккә алып сығыр алдынан битенән һыйпап: «Үкенестәргә һалып китәһең бит. Әйтер һүҙҙәремде әйтеп, теләктәреңде бойомға ашырып, һуңғы йылдарыңды кинәнес эсендә йәшәтеп өлгөрмәнем», – тип әрнегәне бәғерен телеп тик тора. Һис кенә лә үкенестәргә һалып киткеһе килмәй улын Әптерәхим ҡарттың. Алдына алғанын өҙмәй ҙә ҡуймай торған Әмирханды ниндәй һүҙҙәр табып йыуатырға һуң? Ауырыу-һыҙланыуҙар эсендә ғазапланып, Әжәлдең мөләйем йөҙөнә зар-интизар булып ятҡанда тағы ла ниндәй теләктең булыуы мөмкин?

Көсөргәнешле уйҙарынан Әптрәхимдең башы ауыртып китте, маңлайына һалҡын тир бәреп сыҡты.

Тәҙрә төбөндәге гөлдәрҙең төбөн йомшартып маташҡан өлкән генә санитарка ҡулындағы ап-аҡ сепрәге менән булмаған туҙанды һыпырып алды ла уға боролдо:

– Абдрахим Абдрахманович, – тип өндәште. Телен саҡ әйләндереп булһа ла матур итеп, тултырып әйтте, ҡоромағыр. Килгәненең икенсе көнөнә үк әйткәйне бит инде Әптерәй: «Марфиванна, ыскажи Аптеряй. Имя мое ҡатмарлы, башҡортом үҙе лә улай тип әйтеп торорға йыбана әле», – тип. Ул үҙе лә ғүмере буйына өйрәнеп киткән икән дә, Әптрәхим, тиһәләр, үҙенә өндәшкән кеүек тә түгел. Тик был мәрйә ризалашманы: «Ярамай. Кешегә хөрмәт исем-шәрифенә мөнәсәбәттән үк күренә ул», – тине, рәхмәт төшкөрө. Бына бит, аҙаплана-аҙаплана өйрәнеп килә.

Ә ҡарсыҡ килеп уның маңлай тирен һөртөп алды, мендәрен рәтләштерҙе.

– Абдрахим Абдрахманович, – тип ҡабатланы. – Һиҙеп йөрөйөм, баянан бирле нимәлер һорағың килә.

Хилаф эшкә тәүәккәлләгән кеше һымаҡ Әптрәхим ҡарт тирә-яғына күҙ ташланы ла, ярым бышылдап:

– Уңайһыҙыраҡ булһа ла һорайым инде, хәл юҡ, – тине. – Һин бында бик күптәрҙе оҙатҡанһың. Бөгөн-иртәгә ысын донъяға күсәм тип ятҡан кеше үлем алдынан нимә уйлай? Нимә теләй?

Ҡарсыҡ был һорауға тамсы ла аптыраманы, әңгәмәгә ихласын белдереп, ултырғыс алды ла Әптрәхимдең карауаты янына килеп ултырҙы.

– Һин һорағас, мин әйтәйем, Абдрахим Абдрахманович. Беренсенән, хосписҡа кеше үлергә килә, тип уйлап күптәр яңылыша. Кеше ҡалған ғына ваҡытын һыҙланыуһыҙ, ығы-зығыһыҙ үткәрһен, яҡынына ярҙам итә алмауҙан ғазапланған бала-сағаһы, туғандары бер аҙ ял итә алһын өсөн һалалар бында. Бына һиңә лә тейешле дарыуҙарын таптылар, һыҙлауҙарыңды баҫтылар бит. Ә теләккә килгәндә инде, әҙәм балаһы ни һуңғы һулышына тиклем тормошто хәстәрләй, тормош хаҡында уйлай, – тине. – Ата-әсә, һуңғы тапҡыр баламды күрһәм, әйтер һүҙемде әйтеп өлгөрһәм, тип теләй. Хәтеремдә: туҡһанға етеп барған бер әбей бик оҙаҡ улын көттө. Тегенеһе әллә ҡайҙа йыраҡта, Канадала тинеләрме. Документтарын еткереп виза ала алмай оҙаҡланы шикелле. Әбейебеҙ көндән-көн бөлә, ғүмер шәме үтә һуҡҡан елдән дә һүнер кеүек. Улғынаһын тыны менән һурып алырҙай булып ята. Беҙ инде күмәкләшеп теләйбеҙ. Был төндө иҫән сыҡмаҫ, тип борсолабыҙ. Иртән эшкә килеп инһәң, иң башта уның хәлен һорашаһың. Тәүге һорау шул. Бер көн килеп инһәм: «Барып ҡара әле», – тиҙәр. Кистән ҡайтыр алдынан иренен сылатып киткән әбейем ҡалҡып ултырған. Сәсен-башын төҙәттергән, шау сәскәле кофта кейгән. Алдында әллә ниндәй затлы ризыҡтар. Улы менән сөкөрҙәшеп шарап эсеп ултыралар. Кис буйы ултырҙылар, йырлаштылар, илаштылар. Ә таңына риза, ҡәнәғәт булып китеп барҙы.

Марфа Ивановна шымды. Бер йән эйәһенең был яҡты донъя менән үкенесһеҙ хушлашҡанына Әптрәхим ҡарт та еңел һулап ҡуйҙы.

– Ә хәтеремдә, – тип дауам итте санитарка хәбәрен, – дүрт йәшенән, принцесса булам, тип хыялланған ун алты йәшлек бер ҡыҙыҡайға туй үткәрҙеләр. Аҙна-ун көн буйы әҙерләнделәр. Аҡ күбектәй күлдәк тектерҙеләр. Оҙон, матур фата – батша ҡыҙҙарыныҡы һымаҡ. Оҡшатышып йөрөгән егетен саҡырғандар. Ятҡан бүлмәһен матур итеп биҙәнек. Бисараҡайҙың бәхетенең сиге булманы. Видео төшөрҙөләр. Аҙаҡ, үлгәнсе, шул видеоны ҡарап ятты. Айға яҡын йәшәне әле. Баланы юғалтыу әйтеп бөтөргөһөҙ ҡайғы булһа ла, ата-әсәһендә, «ғәзиземдең йәшәгән көндәрен йәмләр өсөн ҡулымдан килгәнде эшләнем», тигән йыуаныс ҡалды. Китеүсенең үтәлмәгән теләге тере ҡалғандар өсөн үкенес булып ҡала бит, юғиһә. – Ҡарсыҡ йәнә уйға сумып ултырҙы. – Кем бәхетте нимәлә күрә бит. Бер егет гел математиканан мәсьәлә систе. Саҡ ҡына форсаты булһа, китапҡа тотонор ине. Һуңғы көндәрендә бармаҡ ҡыбырҙатырлыҡ та хәле юҡ, һаман башын эшләтеп ятҡан була. Шунан ләззәт алды, бахырсыҡ. ЕГЭ тигән булды, үлгәнсе ЕГЭ һөйләне. Ҡорҙаштары менән бергә ЕГЭ бирә, юғары балл ала, йәнәһе. Хәле булып, бирһә, алыр ине. Ныҡ башлы бала ине. ЕГЭ-ға бер аҙна ҡалғас китеп барҙы. Өлгөрмәне. Шуға әйтәләрҙер инде, үлем үкенесһеҙ булмай тип.

– Шула-а-ай, – тип һуҙҙы Әптрәхим.

Санитар әбей иһә, ҡарттың аяҡ осондағы юрғанын рәтләштереп, сығыу яғына ыңғайланы. Әптрәхим тағы ла тәрәнерәк уйҙарға батып ятып ҡалды.

Үкенестәрҙең әселеген белмәйме һуң инде Әптрәхим. Атаһы мәрхүмде генә ал. Нисәмә йыл буйы яҙ етә башлаһа: «Бала саҡта атамдар менән йәйләүҙә ятҡан ерҙәргә күмәкләшеп барып урайыҡ әле быйыл йәй», – тиер ине. Йәй артынан йәй үтте, атай менән әсәй бер-бер артлы китте лә барҙы, «Ваҡыт булыр, булыр», – тип, мәңге йәшәр кеүек һуҙған, ошо бер ғүмерҙә атай хыялын үтәргә ярты көн ваҡыт тапмаған Әптрәхим эсе тулы үкенес менән торҙо ла ҡалды. Ә кемгә рәхмәтен әйтеп өлгөрмәгән, бер ултырып эсен бушатмаған, йомошон йомошламаған... Ундай үкенестәрҙе уйлай башлаһаң, уйылып китерлек...

Тауыҡ төшөнә тары керә, тигәндәй, Әптрәхимдең ул төн төшөнә атаһы инде. Колхоздың үҙе йәшерәк сағында яратып егә торған саптар бейәһен менеп алған да Һандыҡтау яғына елдереп китеп бара. Әйҙә, тип ымлай мәңге эштән бушай белмәгән улына. Ә колхоз малын көтөп йөрөгән Әптрәхим сәскә араһына ҡырын ятып еләк ашай, имеш. Күңеле күтәрелеп, йөрәкһенеп уянып китте лә тәмле төшөнән айырылғыһы килмәй ята биреп, яйлап ҡына ысынбарлығына ҡайтты. Эй, төштә түгел, өнөңдә бер генә тапҡыр сәскәләрҙең матурлығынан күҙҙәр ҡамашҡан, еләк еҫе аңҡып торған шул болон-ҡырҙарға ҡайтып әйләнһәң икән дә һуң! «Алла бирһә, яҙ муйыл сәскә атҡанда ҡайтабыҙ, атай», – тигән булды ла Әмирханы алып киткәндә. «Улай оҙаҡлап кеше ыҙалатып ятырға тура килмәһен инде», – тип уйланы Әптрәхим, тәҙрәнән күренгән ҡара болотло йонсоу көнгә ҡарап. Нишләйһең, ҡара көҙ етә. Был тормошта һис бер йәм ҡалмаған һымаҡ.

Ә бит тағы килеп етер Әмирханы, ҡулынан килһә йәнен бирерҙәй булып: «Ниндәй теләгең бар, атай?» Теше-тырнағы менән йәбешеп хыялына үрмәләргә, моратына ирешергә күнеккән Әмирхан әлегә бөтә теләктәрҙе бойомға ашырып булғанына ышаныр йәштә шул.

«Көс менән дәрт тулышып торған саҡтарымды, әсәйеңдең иҫән-имен мәлен, рәхәтләнеп көлгән-шаярған көндәребеҙҙе, һеҙҙең әле һөйөнөс­тәрегеҙ ҙур, көйөнөстәрегеҙ бәләкәй йылдарығыҙҙы – тормоштоң иң күңелле миҙгелдәрен кире ҡайтар һуң, улым», – тип уйланы ла йәнә хәтирәләргә сумды Әптрәхим.

Ул гел үҙенә бер төрлөрәк йәшәне шул: мал көттө, урман-ҡырҙар гиҙҙе, ҡалған донъяла артыҡ эше лә булманы. Колхоздарҙың көслө сағы, мал күп. Йәйге фермала инде ауылға аҙналар түгел, айҙар ҡайтып әйләнмәйһең. Колхоз ашата, эшлә лә эшлә. Йәй – йәннәт. Бер-береһенә өйрәнгән мал бик таралып китмәй. Шулай бер көн Баштирмә тауында башмаҡ көтә ине. Көн үҙәгендә битләүҙә үҫкән йыуан уҫаҡтың күләгәһенә ятҡан да йоҡомһорап киткән. Ниндәйҙер бер сәйер ауаз ҡолағына салынғанға уянып китте лә ҡымшанырға баҙнат итмәй тыңлай биреп ятты. Йырға оҡшамаған, унан әҙәм былай йырлай ҙа алмаҫ. Күктән ағылған, тәбиғәт үҙе ул ауазға ҡушылған һымаҡ. Ул арала моң сығанағы яҡынайған һымаҡ булды. Ел иҫкән, үлән ҡыштырлаған да шикелле. Кемдер көлдө, ҡатын-ҡыҙ көлөүе һымаҡ. Әптрәхим шомлана биреп ҡалҡынды: салт аяҙ көн, күктә ҡояш көлөп тора – шөбһәгә бер сәбәп тә юҡ. Тороп баҫмаҡ булғайны ла ҡапыл сүгәләне: ялан буйлап аллы-гөллө томанмы, монармы эсендә бер күҙ ҡамашты­рырлыҡ һылыу килә... Ҡыҙ тип әйтергә теле әйләнмәне... Ҡатын-ҡыҙ затынан бындайын да матурлыҡ тыумаҫ... «Ен ҡыҙы!» – тигән уй зиһенен телеп үтте. «Бисура!» Бисмилланы әйтә һалырға кәрәклеген белә ине, тик һис кенә лә күҙ алдынан бындайын да хайранды юҡҡа сығарғыһы килмәне. Ул арала бисура яҡынлашҡандан-яҡынлаша. Ҡоса­ғында – аллы-гөллө ялан сәскәләре. Йөҙө ошо йәмле көндөң үҙе һымаҡ көлөп тора. Туҙраған оҙон сәстәрен биҙәп, башына аҡ сәскә менән зәңгәр ҡыңғырауҙан таҡыя үреп кейгән. Туҡтай ҙа, тирә-яҡҡа ҡарап, теге сәйер ауаз-моңон һала.

Әптрәхим, шым ғына артҡа сигенеп, урман эсенәрәк боҫмаҡ булғайны, йәнә лып итеп ултыра төшөргә мәжбүр булды. Бисура, ҡапыл боролоп, тап уның өҫтөнә килә башланы. «Бөттөм!» – тине ҡото ботона төшкән Әптерәхим. Ул арала оҙон тырнаҡтарына йәйғор төшөрөлгән ап-аҡ ҡулдар, үрелеп, уның баш осонда ғына тамылйып ултырған ҡып-ҡыҙыл еләкте өҙөп алды. Шул сағында арбалып оҙон үлән араһынан һаман уға текләгән Әптрәхим сейә-ҡыҙыл ирендәрҙең өҫтөнә еләк һутына буялғанын абайланы. Ен ҡыҙы еләккә әүрәп Әптрәхимде абайламанымы, әллә шунда аунап ятҡан ағас түмәренә һананы, боролдо ла һаман моң-ауазын һала-һала тау түбәненә йүгерҙе. Һушы киткән Әптрәхим йөрәге дөпөлдәп ҡаҡҡанын тыңлап байтаҡ ултырҙы. Бер аҙ тынысланғас ҡына ен-шайтан, бисура тап булғанда уҡый торған: «Әғүҙү билләһи минәшшайтан ирражим»ды мөңгөрҙәп алды.

Бер кемгә лә, хатта Хәмдиәһенә лә һөйләмәне был хаҡта Әптрәхим. Әммә үҙе ваҡыт-ваҡыт шул тирәгә барып ураусан булып китте. Әлеге шул уҫаҡҡа арҡа терәп ултырып ала ла ҡолаҡ һала...

Йәй үтте, көҙ үтте, ҡыш етте... Ҡар-буранлы оҙон кистәрҙә Әптрәхимгә лә йомшаҡ диванға ҡырын ятып телевизор ҡарарға форсат эләгә башланы. Бер көн концерт тыңлап ойой биреп ятһа, таныш тауыш ишетеп һикереп торҙо: теге бисура моңло итеп оҙон көй һуҙа. Шунда ғына йәйге хәлде һөйләп көлдөрҙө Әптрәхим. Ғаиләләрендә бер лаҡап булып ҡалды был ваҡиға.

Шуны иҫенә төшөрөп көлөмһөрәп ятҡан Әптерәхимдең башына бер шәп фекер килде ошо мәлдә: Әмирхандың ул көндәрҙән Хәмдиәһен дә, сәскәле тау битен дә, йәйге йәннәтте лә алып килергә ҡөҙрәтенән килмәһә ни, шул бәхетле мәлдәрҙең биҙәге Тәнзилә Үҙән­баеваны саҡыра ала ла баһа. Әгәр ҙә был еңел үлемдең килгәнен көтөп ятырға мөмкин булған урында китеүселәрҙең һуңғы теләктәре үтәлеүҙән оҙатып ҡалғандарҙың үкенестәре кәмей икән – әйҙә шулай булһын.

– Теләк, тиһең инде, – тине Әптрәхим улы килгәс, – Ҡалған икән күңелдә бер теләк...

– Әйт, атай... – тип йәнләнеп китте улы.

– Йырсы Тәнзилә Үҙәнбаеваны яҡындан бер күрге килер ине, – тигәс, Әмирхандың йөҙөнә йылмайыу ҡунды.

– Теге бисураңдымы? – тине ул күңелләнеп. – Була ул.

Автор:
Читайте нас: