Шоңҡар
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Июль 2022, 13:10

Байрам менән, Белореттар!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡала халҡын күркәм ваҡиғалар уңайынан ҡотланы.  

Байрам менән, Белореттар!
Байрам менән, Белореттар!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Белорет ҡалаһындағы иҫтәлекле ваҡиғалар хаҡында яҙҙы.

“Үҙгәртеп ҡороуҙарҙы күрһәң, күңел шатлана – элек буш ятҡан ерҙәрҙә уңайлы, заманса йәмәғәт киңлектәре барлыҡҡа килә. Бөгөн Белоретта Ағиҙел йылғаһы эргәһендәге күл буйында  пляж асыла – Ҡала көнөнә ҡарата көтөп алынған бик яҡшы бүләк.

“Һыу инеү тыйыла” тигән яҙма эленеүгә ҡарамаҫтан, бында элегерәк тә ял иткәндәр. Шуға күрә пляжды төҙөкләндерергә, бер үк ваҡытта ҡала халҡы өсөн уңайлы мөхит булдырырға ҡарар иткәндәр.

Эш 2020 йылда башлана. Шул ваҡыттан алып бында спорт майҙансыҡтары, йәйәүлеләр юлы, сәхнә, кафе, туҡталҡа, яҡтыртҡыс ҡулайламалар һәм видеокүҙәтеү системаһы барлыҡҡа килгән. Пляждарҙа ятыулыҡтар һәм кейемде алмаштырыу өсөн кабиналар ҡуйылған, һыу инеү урынын ҡоймалап алғандар, ҡотҡарыусылар дежурлығы ойошторолған..

Белорет халҡын Ҡала көнө менән ҡотлайым!

P.S. Бөгөн Белоретта – бер юлы бер нисә байрам. Республикабыҙҙың иң боронғо предприятиеһы – Белорет металлургия комбинаты 260 йыллығын билдәләй. Завод хеҙмәткәрҙәрен – юбилей менән! Ә металлургия сәнәғәтенә ҡағылышы булғандарҙың барыһын да – етеп килгән Металлургтар көнө менән!

Һаулыҡ һәм уңыштар!” – тип яҙҙы республика Башлығы.

Фото: vk.com/radiyhabirov

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

Автор:
Читайте нас: