Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Июль 2022, 08:20

Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнө менән!

Ә һеҙҙең ышаныслы дуҫтарығыҙ бармы?  Бәлки, ышанып йөрөгән дуҫығыҙ кәрәк кенә ваҡытта һеҙҙе ауыр хәлдә ҡалдырғандыр... Кемдер тоғро дуҫына рәхмәт әйтергә теләр? Яҙығыҙ.

Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнө менән!
Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнө менән!

Халҡыбыҙҙа дуҫлыҡ тураһында күп матур мәҡәлдәр бар: «Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын», «Ил өҫтөндә илле дуҫың булһын», «Дуҫһыҙ кеше – ҡанатһыҙ ҡош», «Дуҫыңды дуҫ итә бел, эшеңде эш итә бел» … Эйе, дуҫлыҡ, татыулыҡҡа ни етә һуң!

Төрлө дини һәм мәҙәниәтле кешеләре бер-береһе менән уртаҡ тел тапһын, дуҫ йәшәһен, үҙ-ара ышанмаусанлыҡты, ыҙғыштарҙы юҡҡа сығарыу өсөн Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнө булдырылған да инде. Ул йыл һайын 30 июлдә билдәләнә. Был иҫтәлекле көн 2011 йылдың апрелендә 65-се сессияла Берләшкән милләттәр ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы тарафынан иғлан ителгән.

Әйҙә, беҙ ҙә, дуҫтар, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа ла, ауырлыҡтар килгәндә лә бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәйек. Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнө менән һеҙҙе!

Фото:shareslide.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: