Шоңҡар
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
31 Июль 2022, 18:15

Өс тапҡыр айыу менән осрашҡан

Шулай бер ваҡыт ҡайтып киләбеҙ. Ҡурғашлы тирәһендә өс балаһы менән айыу йөрөй. Инә айыу баҫты ла беҙгә ҡарап торҙо, эргәһендә балалары эй шаярышып уйнайҙар. Йомро, матур ғына инде үҙҙәре.

Өс тапҡыр айыу менән осрашҡан
Өс тапҡыр айыу менән осрашҡан

Гөлһылыу Зәйнетдинова, Бөрйән районы, Брәтәк ауылы:

- “Таң”ға электән яҙылабыҙ. Ауыл ерендә гәзит уҡымайынса булмай. ”Йәшлек”, “Шоңҡар”, “Диләфрүз” баҫмаларына яҙылабыҙ. Гәзиттәрҙе ташламайбыҙ, йыйып барабыҙ. Гәзитте алғас та, ыңғай мин уҡый башлайым. Иптәшем: “Вис хәрефтәрен ашап бөтәһең инде, миңә ҡалдырмайһың”, тип көлә. Районда булған хәл-ваҡиғаларҙы гәзиттән күҙәтәбеҙ, яңылыҡтар менән танышабыҙ. Сараларҙың нисек үтеүе, таныш кешеләр, уларҙың яҙмыштары, булған хәлдәр тураһында уҡыу ҡыҙыҡлы. Шулай уҡ тәбиғәт тураһында яҙмаларҙы көтөп алам. Мәҫәлән, Флүр Ғазиндың сәйәхәтнамәләре айырыуса иҫтә ҡала. Уның тәбиғәттәге мажараларын, нисек айыуҙар менән осрашыуын тасуири итеп һүрәтләүе оҡшай. Әйткәндәй, мин үҙем дә өс тапҡыр айыу менән осраштым.

Бер ваҡыт башмағым юғалды ла, эҙләп сығып киттем. Газ юлы үткән бер ерҙә айыуҙы күреп ҡалдым – тамыр ашап йөрөй. Ҡаттым да ҡалдым. Иҫемә килеп, өйөмә һыпырттым, ҡайтып еткәнемде һиҙмәнем дә. Иптәшемә әйтәм: “Әйҙә, һиңә айыу күрһәтәм, анау тирәлә йөрөй”. “Эйе, һиңә, уны бәйләп ҡуйғандарҙыр шул”, - тип иптәшем мине тынысландырҙы.
Үҙем Белорет районы Өмөтбай ауылы ҡыҙымын. Иптәшем Самат менән икәүләп әсәйемдәргә йәйәүләп сыға ла китә торғайныҡ. Шулай бер ваҡыт ҡайтып киләбеҙ. Ҡурғашлы тирәһендә өс балаһы менән айыу йөрөй. Инә айыу баҫты ла беҙгә ҡарап торҙо, эргәһендә балалары эй шаярышып уйнайҙар. Йомро, матур ғына инде үҙҙәре.

Өсөнсө осрашыуым балан йыйырға сыҡҡанда булды. Шул уҡ айыу булдымы икән, әйтә алмайым. Унда ла инә айыу өс балаһы менән йөрөй ине. Ул ваҡытта ла айыу беҙҙе күрҙе.
Балалар үҫеп еткән ине ул ваҡытта. Иптәшем менән Өмөтбайға һыбай китеп барабыҙ. Бәштин тауы башында йоҡларға яттыҡ. Баҡтиһәң, айыу йөрөгән ергә килеп урынлашҡанбыҙ икән. Төнө буйы ут яғып, беребеҙ йоҡлағанда икенсебеҙ ҡарауыллап таң аттырҙыҡ. Иртән әсәйемдәргә барып еттек.

Ҡабан сусҡаһы менән дә осрашырға тура килде. Бесәнлегебеҙ алыҫ ҡына. Тракторыбыҙ боҙолдо ла, бер үҙем йәйәүләп ҡайтырға сыҡтым. Күрәм, ата ҡабан сусҡаһы йөрөп ята – тегеләй бара, былай бара. Таяҡ тотоп алдым да, үҙемде тыныс ҡына тотоп китеп барам. Ҡараһам, унда бер генә түгел икән – бер нисә ҡабан сусҡаһы, балалары ла булған. Тыныслығым һаҡлап ҡалдымы икән?

Элек солоҡтарҙы тәрбиәләргә лә күп барҙым. Йәйәү йөрөгәс, мажаралар күп булды инде.

Ә. ЮЛСУРИНА.

Сығанаҡ: "Таң" гәзите.  

Автор:
Читайте нас: