Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Август 2022, 21:35

Өфө - Ырымбур юлдары

«Яҡтылыҡ автоматик рәүештә бирелә, фотореле билдәләре буйынса ҡараңғы төшкәс янып, көн яҡтырғас һүнәсәк»,- тине Федераль юл агентлығының "Приуралье" автомобиль юлдары федераль идаралығының капиталь төҙөлөш бүлеге етәксеһе урынбаҫары Айҙар Илгиз улы Томашев.

Өфө - Ырымбур юлдары
Өфө - Ырымбур юлдары

Республикала Р-240 Өфө-Ырымбур трассаһын яҡтыртыу буйынса эштәр тамамланыу алдында. Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Муса һәм Иҫке Муса ауылдары янынан үткән юлдың 4,5 км арауығына 260 бағана һәм 2 трансформатор станцияһы (подстанция) ҡуйылды. Электр менән тәьмин итеү, уны технологик тоташтырыу эше тамамланған. Бөгөнгө көндә Р-240 Өфө-Ырымбур трассаһының 38-се саҡрымынан алып 43-сө саҡрымына тиклемге арауыҡта юл яҡтыртыла. «Яҡтылыҡ автоматик рәүештә бирелә, фотореле билдәләре буйынса ҡараңғы төшкәс янып, көн яҡтырғас һүнәсәк»,- тине Федераль юл агентлығының "Приуралье" автомобиль юлдары федераль идаралығының капиталь төҙөлөш бүлеге етәксеһе урынбаҫары Айҙар Илгиз улы Томашев. Контракт буйынса, яҡтыртылған юл 110 саҡрым тәшкил итәсәк. Был водителдәргә төнгө юлды хәүефһеҙ үтергә булышлыҡ итә. Объектты эшкә ҡушыу өсөн 5,5 мең бағана, 42 трансформатор станцияһы, 234 км кабель һәм 51 км энергия менән тәьмин итеү сымдары һуҙыу ҡаралған.
Ошо йүнәлештәге эштәр 2019 йылдан алып барыла. 2020 йыл аҙағында контракт сиктәрендә аэропорт боролошонан Булгаково ауылына тиклемге ара яҡтылыҡ менән тәмин ителгәйне. 2021 йылда Яңы Николаевка, Ергән ауылдары янындағы, Мәләүез ҡалаһын урап үткән юлдар яҡтыртылды. 2022 йыл башында Иҫке һәм Яңы Мораптал ауылдары юлына бағаналар ултыртылды һәм электрға тоташтырылды, Ергән һәм Асҡар ауылдары янындағы трассалар тулыһынса яҡтыртылды.
Әлеге контракт буйынса электр менән тәьмин ителәсәк 110 саҡрым юлдың 93 саҡрымы өҙлөкһөҙ яҡтылыҡ менән тәьмин ителәсәк, ә 17 саҡрымы ҡала һәм ауылдар эргәһенән үткән урында яҡтыртыласаҡ.
Р-240 Өфө-Ырымбур автомобиль трассаһында яҡтылыҡ үткәреү эштәре август аҙаҡтарына тамамланыр, тип көтөлә.

Гөлнур ҠЫУАТОВА. 

Автор:
Читайте нас: