Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
27 Август 2022, 16:40

Шаймораттар батырын ҙурланы

Иртән иртүк мәшһүр яҡташыбыҙға ҡуйылған мөһабәт һәйкәл урынлашҡан паркка кешеләр йыйыла башланы.Ҡырмыҫҡалы районының ауылдарынан,Өфөнән,башҡа төбәктәрҙән геройыбыҙҙы иҫкә алырға бик күп ҡунаҡтар йыйылды.

Шаймораттар батырын ҙурланы
Шаймораттар батырын ҙурланы


Бөгөн Рәсәй Геройы,легендар 112 - се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры,генерал - майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовтың тыуыуына 123 йыл тулыу айҡанлы тыуған ауылы Шайморатта ҙур митинг һәм әҙәби - музыкаль кисә уҙҙы.
Иртән иртүк мәшһүр яҡташыбыҙға ҡуйылған мөһабәт һәйкәл урынлашҡан паркка кешеләр йыйыла башланы.Ҡырмыҫҡалы районының ауылдарынан,Өфөнән,башҡа төбәктәрҙән геройыбыҙҙы иҫкә алырға бик күп ҡунаҡтар йыйылды.Айырыуса, уҡыусы балаларҙың күп булыуы әһәмиәтле күренеш булды.Уларҙың араһында өс мәктәптән килгән Шайморатов кластары бар ине.Өфөнөң Дим биҫтәһенән Шайморатов исемен йөрөткән мәктәп балалары ла килеп еткәндәр.Сарала Миңлеғәле Шайморатовтың төрлө быуын нәҫелдәре ҡатнашты.
Митингта район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров,Шайморатов исемендәге төрлө һуғыш хәрәкәттәре ветерандарының региональ ойошмаһы етәксеһе Тимерйән Рәжәпов,яҙыусы,күп төрлө премиялар һәм маҡтаулы исемдәр лауреаты,"Шайморатов генерал"исемле ҙур күләмле тарихи роман авторы Флүр Ғәлимов,генералдың туғандары сығыш яһанылар.
Ошо ҙур сарала бер төркөм балалар "Юнармия"сафтарына ҡабул ителде.
Махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған Максим Багавеевтың әсәһенә улының "Батырлыҡ"ордены тапшырылды.
Митингтың аҙағында йыйылғандар"Шайморатов генерал"йырын күмәкләп башҡарҙылар.
Шайморатов ауылы мәҙәниәт йортонда дауам иткән саралар бик матур ойошторолдо.Ҡунаҡтар фойела ҡуйылған эстәлекле күргәҙмәләр менән танышты,Шайморатов исемендәге Күргәҙмә залындағы фотоларҙы һәм тарихи документтарҙы ҡараны,ихласлыҡ менән бай концерт программаһын ҡабул итте.
Милли батырыбыҙға әйләнгән Миңлеғәле Шайморатовтың даны яңы бейеклектәргә күтәрелә,Ватан өсөн көрәш символы булып быуаттарҙа ҡаласаҡ!

И п т ә ш г е н е р а л

Шайморатов ораны
Тик алға әйҙәй :
-"Салауат вариҫтары
Сигенә белмәй! "

Фашист яуын ҡыуырға
Ватаным ҡушҡан.
Баҫҡынсылар тетрәнһен,
Дөмөкһөн дошман.

Генерал менән алда
Ярһыу аҡбуҙат.
Ултырғандай эйәрҙә
Батыр Салауат.

Гүйә, йәшен уҡтары
Дошман өҫтөндә.
Ялтырайҙар ҡылыстар
Туҙан, төтөндә.

Ташҡын булып башҡорттар
Ҡыра дошманды.
Һаҡлап Совет Ватанын,
Ғәзиз Уралды.

Нисә быуат башҡорттар
Тоғро антына.
Нисә быуын йән һала
Рәсәй хаҡына.

Аҫыл ирҙәр сит ерҙә
Ҡәбергә ятты. Ҡайтмаһа ла үҙҙәре
Дандары ҡайтты...

Дивизия бар һаман -
Йөҙҙә ун ике.
Башҡортостан, үҫтергән
Улдар, һинеке.

--Шайморатов, теҙ әйҙә
Дивизияңды!
Һинең өсөн тағында
Халҡым ҡыуанды.

Тигеҙ сафтар алдына
Баҫ әле үҙең.
Күкрәгеңә тағайыҡ
Алтын йондоҙоң!

Нисә йылдар халҡыңда
Һин батыр инең.
Бөгөн шуны тағы ла
Таныны илең.

Һөйөнһөндәр әруахтар,
Тоғро дуҫтарың.
Яҡтырһын ҡәберҙәре,
Изге рухтары.

Алҡышлай Башҡортостан,
Һәр бер ауылы.
Герой булып танылғас
Яратҡан улы.

Шатлана Ҡырмыҫҡалы
Батыр улына.
Ғорурлана Биштәкә
Уның юлынан.

--Теҙ тағын ғәскәреңде,
Беҙҙе лә һин ал:
Яныңа баҫайыҡсы,
Иптәш Генерал!

Фәрғәт ҠОТЛОБАЕВ.

Автор:
Читайте нас: