Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Декабрь 2022, 20:10

Башҡорт теле көнөнә арналған концертҡа килегеҙ

«Мега. Өфө» сауҙа үҙәге майҙансығында 14 декабрҙә 18.00 сәғәттән 21.00 сәғәткә тиклем Башҡорт теле көнөнә бағышланған концерт була.

Башҡорт теле көнөнә арналған концертҡа килегеҙ
Башҡорт теле көнөнә арналған концертҡа килегеҙ

«Мега. Өфө» сауҙа үҙәге майҙансығында 14 декабрҙә 18.00 сәғәттән 21.00 сәғәткә тиклем Башҡорт теле көнөнә бағышланған концерт була. Сауҙа-күңел асыу үҙәге бер нисә сәғәткә ҙур башҡорт әлифбаһына әүерелә, популяр артистар һәм музыканттар ҡатнаша.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итеүенсә, программала Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Азамат Тимеров, Римма Амангилдина, Сәйҙә Ильясова, Әлиә Исҡужина, Артур Шәрипов, Дамир Таипов, «Тамыр» студияһы, Гөлшат Ғирфанова, Айтуған Айытҡолов, Ришат Рәхимов, «ФЭСТА» төркөмө һәм башҡалар ҡатнаша.

Өс сәғәтлек концерт программаһында бүләктәр уйнатыу һәм интерактивтар, «Алтын башҡорт яугирҙәре» менән фотосессия, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының, «Зәйнетдин» этно-проектының, «Бишбармаҡ» оркестрының һәм башҡаларҙың сығышы ҡаралған.

"Башинформ"

 

Автор:
Читайте нас: