Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
12 Ғинуар 2023, 14:55

Хеҙмәт итеү ваҡыты артасаҡ

Шулай уҡ бығаса  Рәсәй оборона министиры Сергей Шойгу илдә хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәшен үҙгәртеү хаҡында ла әйткәйне.

Хеҙмәт итеү ваҡыты артасаҡ
Хеҙмәт итеү ваҡыты артасаҡ

Рәсәйҙә армияға саҡырыу йәшен яҙғы саҡырылышта уҡ арттырырға мөмкиндәр.

Был хаҡта Дәүләт думаһының Оборона комитеты рәйесе Андрей Картапалов  хәбәр итте. 

Уның һүҙҙәренсә, саҡырыу йәшен оҙайтыу процессы этаплап барасаҡ. Яңы системаға тулыһынса күсеү бер йылдан өс йылға тиклем дауам итәсәк, шулай ҙа яҡын арала уҡ башларға уйлайҙар.  Бының өсөн закондарға төҙәтмәләр индереү кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ бығаса  Рәсәй оборона министиры Сергей Шойгу илдә хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәшен үҙгәртеү хаҡында ла әйткәйне. Айырым алғанда, граждандарҙы саҡырыу йәшен - 18 йәштән 21 йәшкә тиклем, ә сик саҡырыу йәшен 27 йәштән 30 йәшкә тиклем арттырырға кәрәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путин әлеге тәҡдимдәрҙе хуплаған.

Фото: Бәйләнештә. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: