Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Ғинуар 2023, 07:50

Дан йырлайбыҙ һеҙгә, хеҙмәт ветерандары!

Бөгөн Башҡортостандың хеҙмәт ветерандары көнө! Барығыҙҙы ла байрам менән тәбрикләйбеҙ! Сәләмәтлек, көр кәйеф, күңел тыныслығы теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Дан йырлайбыҙ һеҙгә, хеҙмәт ветерандары!
Дан йырлайбыҙ һеҙгә, хеҙмәт ветерандары!
Был байрам иң йәше. Икенсе йыл ғына билдәләйбеҙ. 
Иҫтәлекле датаны булдырыу республика байлығын намыҫлы хеҙмәте менән тыуҙырыусы беҙҙең граждандарҙың ҡаҙаныштарын таныу һәм хөрмәтләү билдәһе ул. 1974 йылдың 18 ғинуарында илебеҙҙә “Хеҙмәт ветераны” тигән миҙал булдырылды. Награда халыҡ хужалығында, фән, мәҙәниәт, халыҡ мәғарифы, һаулыҡ һаҡлау тармаҡтарында, дәүләт учреждениеларында һәм йәмәғәт ойошмаларында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт өсөн бирелде. Миҙал менән пенсия тәғәйенләү өсөн тейешле стажы булған эшселәр, колхозсылар һәм хеҙмәткәрҙәр наградланды. Байрамығыҙ менән, хеҙмәт ветерандары! 
Фото: ирекле сығанаҡ.
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: