Шоңҡар
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Февраль 2023, 08:25

Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән!

Күршебеҙҙә тажиктар йәшәй. Балалары, билдәле, рус мәктәбендә уҡыйҙар. Әммә  уларҙың бер ҡасан да русса һөйләшкәнен ишеткәнем юҡ. Берәү ҙә, ни эшләп русса һөйләшмәйһең, телеңде ҡырҡып алам, тимәй. Үкенескә ҡаршы, зыялы, вазифа биләгән милләттәштәребеҙ араһында балалары башҡортса һөйләшмәгәндәр шаҡтай. Атай-әсәйҙәре халҡым, телем, тип триубнала сығыш яһайҙар. Ғәжәп... Телде өйрәтеү өсөн мотлаҡ мәктәп кәрәкме? 

Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән!
Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән!

Баязит Бикбай

Ерҙә кеше һөйәгенән
Убалар үҫкән…
Тел – тере шишмә - үлмәгән,
Бөгөнгә еткән !
Шул тел менән тыуҙым,үҫтем,
Торам бөгөн дә.
Аңлай мине ғәзиз халҡым
Туған телендә.
Минең телем – тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы,
Таҙа намыҫы !
Ерҙә халыҡ йәшәй икән,-
Теле лә йәшәй !
Телен асҡанда,
һәр бала
Әйтәсәк «Әсәй !».
Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен
Халҡымдың телен,
Ә кем уны һаңға һуҡмай,
Хурлай тик үҙен !..

 

 

Туған тел


Минира Биканасова

Рәхмәтлемен атай-әсәйемә
Өйрәткәнгә туған телемде.
Әлифбамдың битен аса-аса
Башлап алдым тәүге ғилемде.
Хыял-уйҙарымда, йырҙарымда
Әсәм теле минең аңымда.
Уның аша күскән холоҡ-фиғел:
Башҡортлоғом аға ҡанымда!
Балаларым тыуҙы башҡорт булып
Милләт рухым күсте уларға.
Телем йәшәй, тимәк, ерем дә бар
Һауам да бар әле, һуларға.
Мәңге йәшә, йәшнә тыуған телем!
Үлемһеҙ бул- ошо теләгем!
Саф башҡортса өләсәй тип,ана!
Йүгереп йөрөй янда ейәнем...
________________________________

Фәнил Бүләков

Йәнем моңо минең - башҡорт теле,
Рухым сәңгелдәге һин, телем!
Тик тиңләшер затлы хазинама -
Тыуған ерем, әсәм һәм илем.

Тәүге тындан һуңғы һулышҡаса
Иркәләр тик ғәзиз телгенәм.
Үҙ теленән күпһенгәндәр генә
Бер йәнемде меңгә телгеләй.

Тормошома изге ҡотто биргән,
Ҡотло иткән беҙҙең ғүмерҙе,
Туған телем әсә һөтө кеүек
Һәр сабыйға шундай ҡәҙерле.

Туған телем - әсә һөтө үҙе,
Милләтемдең рухы, моң, ҡото.
Күңелдәрҙе беҙҙең туған иткән,
Милләт иткән телем башҡортто.

Айырмайыҡ бары сабыйҙарҙы
Ата-бабам биргән ырыҫтан.
Онотмайыҡ оло хәҡикәтте -
Тыумаған бит балаң урыҫтан.

Башҡорт теле - нурлы Уралымда
Алтындарға бирмәҫ хазина.
Халҡым рухын сағылдырып күктә
Сая бөркөттәре ҡағына.

 

Фото: bash.neft-gf.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: