Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Март 2023, 16:55

"Халыҡтар атаһы" вафат булды"

Һеҙ уның  сәйәсәтенә ниндәй баһа бирер инегеҙ? 

"Халыҡтар атаһы" вафат булды"
"Халыҡтар атаһы" вафат булды"

Бөгөн - совет сәйәси, дәүләт, хәрби һәм  партия  эшмәкәре,  Иосиф Сталиндың вафатына 70 йыл. Был көндә матбуғат баҫмалары "Халыҡтар атаһы" вафат булды" тигән яҙмалар менән тула.  “Ҡаты ауырыуҙан һуң 5 мартта киске 9 сәғәт 50 минутта ССР Союзы Министрҙар Советы Председателе һәм Советтар Союзы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты Секретаре Иосиф Виссарионович Сталин үлде. Сталиндың исеме мәңгелек совет халҡының һәм бөтә прогрессив кешелектең йөрәгендә мәңге һаҡланыр", тип хәбәр ителә.

...Иосиф Сталиндың бальзамланған кәүҙәһе Ленин мавзолейында урынлаштырыла, ул 1953-61 йылдарҙа “В. И. Ленин һәм И. В. Сталин мавзолейы" тип аталған. 1961 йылдың 30 октябрендә КПСС-тың XXII съезы “Сталин тарафынан Ленин васыяттары  етди боҙолоу сәбәпле... уның кәүҙәһе менән табутты мавзолейҙа ҡалдырыу мөмкин түгел" тигән ҡарар сығара. 1961 йылдың 31 октябренән 1 ноябргә ҡаршы төндә Сталиндың кәүҙәһе мавзолейҙан сығарыла һәм Кремль стенаһы янындағы ҡәбергә күмелә.

Фото: warspro.ru

Автор:
Читайте нас: