Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Март 2023, 11:45

18 март - Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылған көнө

Ә һеҙ Ҡырымда булғанығыҙ бармы? 

18 март - Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылған көнө
18 март - Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылған көнө

Дүшәмбе көнө илебеҙ Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылған, ә дөрөҫөрәге – ярымутрауҙың үҙ Ватанына әйләнеп ҡайтҡан көнөн билдәләйәсәк. Тап 18 мартта Мәскәүҙә Кремлдең Ҙур һарайындағы Георгий залында был биләмәнең Рәсәй составына кире ҡайтыуы тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Был Килешеү алдынан барған йәнле хәл-ваҡиғалар барыһының да хәтерендәлер: 2014 йылдың 16 мартында Ҡырымда уның статусы тураһында референдум үткәрелде, халыҡтың 96,77 проценты Рәсәйгә ҡушылыуҙы яҡлап тауыш бирҙе, 17 мартта Ҡырым Республикаһы иғлан ителде.

Башҡортостанды Ҡырым менән тығыҙ хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй. 2014 йылдың 24 апрелендә, йәғни референдум үтеүгә һәм килешеүгә ҡул ҡуйыуға бер ай ғына уҙыуға, ике республика араһындағы Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә лә имзалар һалынды. Ә был мәлдә Өфөнән Ҡырымдың Белогорск районына тәғәйенләнгән каруан юлға сыҡҡайны инде.

Белешмә: Ҡырым Рес­пуб­ликаһы 26,2 мең квадрат кило­метрҙы биләй, йәғни Башҡорт­остандан биш тапҡырға бәләкәйерәк. Халҡы – ике миллионға яҡын кеше, шуның 60 проценты самаһы – урыҫтар, 24 проценты – украиндар, 12 проценты – Ҡырым татарҙары, 1,5 проценттан аҙырағы – белорустар. Урыҫ, украин һәм ҡырым татарҙары теленә дәүләт статусы бирелгән. Административ үҙәге Симферополь ҡалаһында 360 мең кеше йәшәй.

Иҡтисадының төп тармаҡтары – сәнәғәт (530-ҙан ашыу ҙур һәм уртаса предприятие бар), туризм, һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы, баҡсасылыҡ.

Автор:
Читайте нас: