Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Июль 2023, 09:45

Ҡарамышев Гәрәй Батыргәрәй улының тыуыуына - 135 йыл

Гәрәй (Мөхәмәтгәрәй) Батыргәрәй улы Ҡарамышев 1888 йылдың 8 июлендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] (хәҙерге Ишембай районы) Маҡар ауылында тыуған.

Ҡарамышев Гәрәй Батыргәрәй улының тыуыуына - 135 йыл
Ҡарамышев Гәрәй Батыргәрәй улының тыуыуына - 135 йыл

Ҡарамышев Гәрәй Батыргәрәй улы (8 июль 1888 йыл — сентябрь 1922 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1919-1922 йылдарҙа Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты рәйесе урынбаҫары һәм Башҡортостан Халыҡ хужалығы Советы рәйесе. Ҡарамышевтар нәҫеленән.

Гәрәй (Мөхәмәтгәрәй) Батыргәрәй улы Ҡарамышев 1888 йылдың 8 июлендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] (хәҙерге Ишембай районыМаҡар ауылында тыуған.

Әмир Батыргәрәй улы Ҡарамышевтың ағаһы. 1920 йылдан алып РКП(б) ағзаһы, 1921 йылда ағзалыҡтан сығарыла. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлаған (1907). 1917 йылға тиклем Өфө һәм Ырымбур губурналары мәктәптәрендә уҡыта. 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезында ҡатнаша (Мәскәү, 1917 й. 1—11 майы). 1917 йылдан башлап Стәрлетамаҡ өйәҙенең ер башҡармаһы, Башҡорт шураһы рәйесе, 1918 йылда — Башҡорт хөкүмәтенең ер төҙөлөшө бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта сентябрҙән алып «Тулҡын» бөтә башҡорт йәштәре союзы рәйесе. 1919 йылдың февревралендә Бөтә башҡорт хәрби съезын ойоштороуҙа ҡатнаша, 22 февралдән башлап Башҡортостан хәрби-революцион комитеты рәйесе урынбаҫары һәм Башҡортостан Халыҡ хужалығы советы рәйесе, бер үк ваҡытта март—майҙа АСБР‑ҙың игенселек халыҡ комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. 1920 йылда башлап БашҮБК ағзаһы. 1920 йылдың ноябренән БашҮБК һәм РКП(б)‑ның Башҡортостан комитеты делегацияһы составында баш күтәреүселәр отрядтары етәкселеге менән һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша, һөҙөмтәлә 26 ноябрҙә Темәс ауылында ихтилалды туҡтатыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. 1922 йылдың сентябрендә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була.

Ҡартатаһы — Йософ (Мөхәмәтйософ) Ибраһим улы ҠарамышевБашҡорт ғәскәре майоры[2];

Атаһы — Батыргәрәй Йософ улы Ҡарамышев, уҡытыусы;

Әсәһе — Кәбирә Әхмәтйән ҡыҙы Вәлидова;

Ағалары:

Апаһы — Рузидә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының табибы

Башҡортса Википедиянан 

Автор:
Читайте нас: