Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында Ханты-Манси автономиялы округынан Югра һәм ЯНАО делегаттары килде. Югра башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рәүҙәт Ҡолманбәтов хәбәр итеүенсә, тарихи форумда югра башҡорттары ҡоролтайынан 14 делегат ҡатнашасаҡ. "Беҙ башҡорт телен үҫтереү стратегияһына һәм ҡоролтай резолюцияһына бер нисә тәҡдим әҙерләнек. Был ижади коллективтарыбыҙ өсөн дәрестәр ойоштороуға, шулай уҡ төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҡағыла. Сорғотта «Шатлыҡ» башҡорт бейеүҙәре ансамбле ойошторолған, Лянторҙа ҡурайсылар ансамбле уңышлы эшләй. Алдағы съезда Баймаҡ һәм Сорғот райондары хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы, беҙ саралар планын үҙгәртергә, тулыландырырға теләйбеҙ», – тип хәбәр итте Раүҙәт Ҡолмәнбәтов.