-3 °С
Ҡар
Ғаилә һәм ауыл ипотекалары лимитһыҙ булырға тейеш, тип белдерҙе Рәсәй президенты 19 декабрҙә тура бәйләнеш барышында.
«Был торлаҡ төҙөлөшөндә мөһим ҡорал булып тора. Төҙөлгән торлаҡтың 50% — шәхси торлаҡ, һәм башлыса, ауыл ерендә. Йышыраҡ 40 йәштә алалар. Кешеләр йорт һала, ғаилә ҡора. Бер ниндәй лимит булмаҫҡа тейеш», — тине дәүләт башлығы һәм хөкүмәткә субсидияларҙы төбәктәргә йүнәлтергә ҡушты.
Был ипотека программалары артабан да ғәмәлдә ҡала. Владимир Путин һүҙҙәренсә, IТ-ипотеканы ябыу тәҡдиме ҡаралған, әммә иҫәпләүҙәр унан һөҙөмтәлелектең сығымдарҙан юғары булыуын күрһәткән.