Мәләүез районы хакимиәте башлығы итеп Зәбир Ғабдуллин тәғәйенләнде. Район советы депутаттары бер тауыштан уның кандидатураһы өсөн тауыш бирҙе.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Ҡалтасы районы башлығы Зәбир Ғабдуллиндың, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, вәкәләттәрен туҡтатыуы тураһында хәбәр иткәйне.
Ғабдуллин Зәбир Таһирйән улы 1976 йылда Ҡалтасы районының Яңы Аткүл ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Ҡазан дәүләт архитектура-төҙөлөш университетын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1993 йылда «Ҡалтасы ауыл хужалығы техникаһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә слесарь уҡыусыһы булып башлай. 1998-2000 йылдарҙа – «Ҡалтасы ауыл хужалығы техникаһы» йәмғиәтендә инженер-дефектовщик.
2000-2008 йылдарҙа – «Нефтекама һыу каналы» предприятиеһында биологик таҙартыу ҡоролмалары цехын ремонтлау мастеры, өлкән мастер, цех начальнигы.
2008-2012 йылдарҙа – Нефтекаманың «УЖХ» йәмғиәтендә баш инженер.
2012-2017 йылдарҙа – Нефткама хакимиәтендә бүлек етәксеһе, хакимиәт башлығының йәшәйеште тәьмин итеү буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы. 2018-2020 йылдарҙа – Нефтекама хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.
2020 йылдың 20 ноябренән 2024 йылдың 19 декабренә тиклем –Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы.
Зәбир Таһирйән улына эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!