Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Самауырҙы йыҡҡансы
22 Ғинуар 2015, 12:41

Әҙәбиәттә бейеклектәр һәм бөйөклөктәр генә бар

Йырлап ултырған самауыр артында беҙ Йомабикә Ильсова менән үткәнебеҙҙе барланыҡ, бөгөнгөбөҙҙө баһаланыҡ һәм киләсәгебеҙҙе юраныҡ. Һәм шуны аңланыҡ: рухы, иманы булған халыҡ ҡына тарихта яҡшыға өмөт итә ала.

Ысын ижадсы ил һәм халыҡ яҙмышын һәр ваҡыт үҙенекенән өҫтөн ҡуясаҡ

Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы, тигән боронғолар. Шөкөр, ғаиләһенең генә түгел, ә иленең ҡото булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап әле. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ тураһында ла республикабыҙҙа ишетмәгәндәр һирәктер. Билдәле шағирә, оҙаҡ йылдар “Башҡортостан ҡыҙы” журналына етәкселек иткән журналист, бөгөн иһә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары вазифаһында ең һыҙғанып халҡына хеҙмәт итеүсе сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре һәм, әлбиттә, әсә ул. Эйе, быйылғы йылдағы тәүге һөйләшеүгә тап Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы ИЛЬЯСОВАНЫ саҡырыуыбыҙ һис кенә лә осраҡлы түгел: донъяның ҡайһы бер төбәктәрен һуғыш уты ялмаған, Рәсәйҙе көрсөк шәүләһе баҫҡан, халҡыбыҙ ғәҙел һәм ихлас һүҙгә сарсаған саҡ. Йырлап ултырған самауыр артында беҙ ҙә үткәнебеҙҙе барланыҡ, бөгөнгөбөҙҙө баһаланыҡ һәм киләсәгебеҙҙе юраныҡ. Һәм шуны аңланыҡ: рухы, иманы булған халыҡ ҡына тарихта яҡшыға өмөт итә ала.

“ИКЕНСЕ КЛАСТА УҠЫҒАНДА РОМАН ЯҘЫП ҠАРАНЫМ”

“Шоңҡар”ҙар: Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы, рубрикабыҙҙың был ғәҙәттәге һорауы. Самауыр тигәндә иң тәүҙә күҙ алдығыҙға нимә килеп баҫа?
Йомабикә Ильясова: Һөйләшеүҙе бик күптәр үҙ итеп өлгөргән “Бәхет” тип аталған шиғырым менән баш- лап ебәргем килә.
Самауыр йырлап ултыра
Ҡыҙыҡ ҡына шаян көйҙө,
Әсәй йәйгән ашъяулыҡта
Ялтыр ғына батмус йөҙө.
Әллә нисә пар күҙ булып,
Теҙелешкән сынаяҡтар.
Әллә нисә пар күҙ булып,
Ултырабыҙ төрлө яҡлап.
Атай хәбәр һөйләгәндә,
Бөтәбеҙ ҙә шымып ҡала.
Әсәй һыйлай: алдыбыҙға
Баллы, майлы икмәк һала.
…Нисә йылдар инде үтте,
Бөгөнгөләй күҙ алдымда:
Күпме бәхет өйөлөп торған
Беҙҙең ябай шул табында.
Һәм сәйгә бәйле бер ваҡиғаны һөйләп үтәйем әле. Өйөбөҙҙә лә әле мин яһатып алған кеүек ҡаты сәй эсә инек. Ауыл ерендә төп ризыҡ сәй бит ул. Бергә көлөшә-көлөшә табын бүлешеүебеҙ шул тиклем матур иҫтәлек булып күңелдә ҡалған. “Шоңҡар”ҙың был рубрикаһы ла иҫ киткес халыҡсан, күңелгә яҡын һәм табынығыҙға ихлас саҡырыуығыҙ өсөн иң тәүҙә рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Бөгөнгөбөҙгә тап шул ихласлыҡ һәм эскерһеҙлек етмәй бит. Бер мәл әсәйемдәргә эйәреп ҡунаҡҡа барғайным. Шунда мине бала күреп, бәлки, сәйе тиҙерәк һыуыһын типтер, һөттө мул итеп ҡойоп, аҡ сәй яһап бирҙеләр. Ә мин өйҙә ололар менән тиң булып ҡаты сәй эсергә күнеккәнмен һәм бындай мөнәсәбәтте оҡшатып етмәнем. Тегеләр менән аҡ сәй эсмәйем, тип ҡырталашам. Былар яңынан ҡыҙыл сәй яһап бирҙе, мин тәки ыҡҡа килмәнем. Гел яратып ҡына торғастары, бәләкәйҙән мәртәбәмде шулай ныҡ тойҙоммо икән? Шулай ҙа мәжлестә мине әрләүсе лә, ғәйепләүсе лә булманы, бөтәһе лә мәрәкә күреп көлөштө генә. Көлөшөүҙәрен дә өнәп бөтмәй ултырам. Күңелемде һәр саҡ дөрөҫ тойоусы атайым әсәйемә: “Ҡыҙымды алып ҡайтып сәй эсер”, – тигәс, икәү ҡайтып киттек. Ул ваҡытта бөгөнгө кеүек электр сәйнүктәре йә газ юҡ, әлеге лә баяғы күмер самауырҙы ҡуҙ һалып ҡайнатып, бергә сәй эсергә ултырҙыҡ.
Ғөмүмән, баланы битәрләү, әрләү беҙ үҫкән йылдарҙа юҡ ине. Бер урамлы бәләкәй генә ауыл, әммә ул беҙгә шул тиклем ҙур күренә. Уның буйлап сығып китәһең дә, ҡояш байып килгәндә генә арып, өшөп, хәлдән тайып өйгә ҡайтып йығылаһың. Кемдәргә инмә, бөтәһе лә һөйөп-яратып ҡына ҡаршы ала. Шуға ла элек балаларҙы иркәләп кенә үҫтергәндәрҙер, тип һығымта яһайым хәҙер. Һәм был, ысынлап та, кешегә бөтөн ғүмеренә етерлек ҙур көс бирә. Бындай мөнәсәбәттән һуң һин бер ҡасан да үҙеңде рәнйетергә рөхсәт итмәйһең.
Шуға ла бәләкәйҙән генә үҙеңә ҡарата ихтирамды тойоу, ололарҙың бала тип кәмһетмәү һәм түбәнһетмәүҙәре шәхес булып өлгөрөүгә ныҡлы нигеҙ һалалыр, тип уйлайым. Был боронғо тәрбиә ысулымы, әллә беҙҙең яҡ башҡорттарының холоҡ-фиғеле шулай булдымы икән, белмәйем. Халҡыбыҙҙың сабырлығы хатта мәрәкәләрҙә лә сағыла бит. Мәҫәлән, 60-сы йылдарҙа бер ағай Аҡназарҙа ул мәлдә модала булған кырандасына мул итеп бесән түшәгән дә, тәмәке көйрәтә-көйрәтә ауыл урамынан үтеп бара икән. Тартып бөтөп төпсөгөн артына ла ҡарамайынса ырғытҡан, шул мәл бының артындағы бесәне яна башламаһынмы? Урам буйында эскәмйәлә гәп һатып ултырған әбейҙәр иҫкәртергә теләп: “Ғәйнетдин, янаһың бит!”, – тиһә, теге, иҫе лә китмәй генә, эре сирттереп: “Йәш ваҡытта янып йәшәргә кәрәк!”, – тип яндарынан үтеп бара икән. Ялҡын салбарына тоҡанғас ҡына, эштең ниҙә икәнлеген самалап, аты менән йән фарман Һаҡмарҙың уртаһына тиклем барып төшкән, ти. Бына шундай хәлдә лә был янғындың шаһиты булған әбейҙәрҙең сәбәләнмәүҙәре, ҡоттары осоп ҡысҡырышмауҙары, ә тегене тыныс ҡына “янып китеп бараһың бит”, тип иҫкәртеүҙәре бөгөн аҡылға һыймаҫлыҡ күренеш кеүек бит. Әйткәндәй, был хәлдән һуң уның “йәш ваҡытта янып йәшәргә кәрәк”, тигән һүҙҙәре халыҡ хәтерендә лаҡап булып тороп ҡалды.
“Шоңҡар”ҙар: Юҡҡа ғына боронғолар “сабырлыҡтың төбө – һары алтын”, тимәгәндер…
Йомабикә Ильясова: Эйе, аҡылыңдан алда ҡабаланмау. Әле лә ҡабалана башлаһам, “миңә һис кенә лә ашығырға ярамай, иң мөһиме – мейеләге тәртип”, тип үҙ-үҙемде тынысландырам. Үҙеңде ҡулға ала белһәң, бөтөн теләгән эштәреңә тиҙерәк өлгөрәһең дә.
Ғөмүмән, беҙҙең яҡта элек-электән сәйҙең тәмлелеге бик мөһим. Бигерәк тә, һинд сәйен яратып эстек. Мәҫәлән, үтә лә яҡын күргән Сәбилә еңгәйем (атайымдың һеңлеһе Сәлхиә апайымдың килене) өҫтәл артында: “Әйҙә, бикәс, тағы ла сәй эс, тәмле сәй менән һөйгән йәрҙән кем туйған”, тип әйтер ине. Бына бит халыҡтың мөхәббәткә мөнәсәбәте – беҙҙең кеүек инҡар итеү, ул турала һөйләмәү түгел, ә матур, хисле, йөрәккә етерлек һәм күңелдә ҡалырлыҡ итеп әйтә белеү...
“Шоңҡар”ҙар: Һеҙҙең һөйләгәндәрегеҙҙә милләтебеҙҙең булмышы сағыла. Ихласлыҡ, эскерһеҙлек шул заманға хас сифат ине бит…
Йомабикә Ильясова: Шул уҡ ваҡытта иҫ киткес бер ҡатлылыҡ та. Хәҙер уйлайым: ул тиклем үк бер ҡатлы булырға кәрәкме икән? Һөнәрем буйынса республикабыҙҙың төрлө төбәгендәге халыҡ менән аралашырға тура килә. Бөтәһен дә биш бармағымдай беләм, тип әйтә алмайым, әммә үҙем депутат булып һайланған яҡтар – баймаҡтар, ейәнсуралар, йылайырҙар менән йыш осрашып торам. Хәйбулланың да урманлы яғында йәшәгән халыҡта шул бер ҡатлылыҡ үтә лә көслө. Мин баш ҡалала эшләй башлағас та, ҡайһы берәүҙәр өнәп етмәй: “Аҡъюл ауылындағы кеүек йөрөмә әле”, тигәндәре булды. “Башҡортостан ҡыҙы” журналында үҙебеҙҙең Урыҫбай ауылынан Рәйсә апай Ҡыуатова менән дә эшләргә тура килгәйне. Беҙ икебеҙ ике төрлө: мин кинйәкәй, иркә, ә ул баш бала, ата-әсәһе был донъянан иртәрәк киткәс, һеңлеләрен, ҡустыһын аяҡҡа баҫтырған кеше. Ә бер ҡатлылыҡ яғынан бер ишбеҙ...
Әммә ҡайһы ваҡытта үҙ-үҙемдән: “Был сифат шул тиклем насармы икән?” тип тә һорап ҡуям. Бигерәк тә, шағир өсөн барыбер кәрәктер ул. Мәҫәлән, Мостай ағайҙы бөтәбеҙ ҙә оло аҡыл эйәһе тип ҡабул итәбеҙ, әммә ул да: “Бер ҡатлылыҡ миндә һаман да бар”, тип әйтә торғайны. Эйе, әгәр ҙә, сабыйҙарса бер ҡатлылыҡ булмағанда, үҙеңде аҡыллы һәм етди кеше итеп ҡабул иткәндә, бәләкәй генә ҡар бөртөгөнә ғәжәпләнеп шиғыр яҙып ултыраһыңмы инде?
“Шоңҡар”ҙар: Йомабикә апай, бала ғына көйө Өфөгә уҡырға юлланғанһығыҙ. Белемгә ынтылыш бәләкәйҙән тәрбиәләндеме?
Йомабикә Ильясова: Был ынтылыш иң тәүҙә булмышымдандыр, тимен. Тәбиғәттән һалынған һәләтме икән, башҡаһымы, белмәйем. Әммә атайым менән әсәйемдең бер ҡасан да шулай бул, тегеләй бул тип өгөт-нәсихәт уҡығанын хәтерләмәйем. Хатта атайым, революцияны, Бөйөк Ватан һуғышын кисергән кеше, ул ғәрәсәттәр тураһында миңә бөтөнләй һөйләмәй торғайны. Үҙенсә ҡурсырға теләгәндер инде. Заманына кәрәк аҡылды үҙе белеп алһын тигәндәрҙер. Хәҙер, йылдар үткәс, үҙебеҙҙең дә атай-әсәй булараҡ етешһеҙлектәребеҙ тураһында уйланам да шуны төшөнәм: иң мөһиме, баланы тормошҡа әҙерләү бит. Ул ошо тормошта үҙ урынын тапһын, башҡаларҙан кәм- хур булмай йәшәп китһен өсөн. Шуға ла былар бөтәһе лә атайым менән әсәйемдең оло аҡылы булғандыр, тип уйлап ҡуям.
Элек кеше күп уҡыны, өйөбөҙгә лә милли матбуғат күп килде. Атайым үҙенсә ҡараштырғандыр, ә әсәйем уҡый-яҙа белмәй ине. Икеһенә лә “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”ҙы уҡып сыҡтым, нимәһен яратҡандыр инде, атайым Ҡадир Даяндың “Миша партизан” поэмаһын ҡабат-ҡабат уҡыта торғайны. Алтынсы клас ты тамамлағанда ауыл китапханаһындағы миңә таныш булмаған башҡортса һәм татарса китаптар ҡалмағайны инде.
Ҡулыма ҡәләм тотоу теләге шул саҡта уяна башлағандыр, моғайын. Икенсе класта уҡып йөрөгән саҡта “Ағиҙел”дән Яңыбай Хамматовтың “Бөртөкләп йыйыла алтын” романын уҡый башланым. Журналдың һәр һанын көтөп алдым. Бик ныҡ әҫәрләнгәнмендер инде, бер мәл үҙемдә лә роман яҙыу теләге тыуҙы бит. Дәфтәр битенә ҙур итеп “роман” тип яҙып ҡуйғаным һәм Яңыбай Хамматов кеүек үҙебеҙҙең ауыл кешеләрен һүрәтләргә тырышҡаным хәтеремдә. Үкенескә ҡаршы, был тәүге ижад емешем һаҡланмаған. Шул осорҙа, йәйен ҡаҙ бәпкәләрен көткәндә, Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романын илай-илай уҡығаным иҫемдә ҡалған. Был китапты ҡулыма алһам, күҙ йәштәрем субырлап аға башлай. “Илатырлыҡ булғас, уҡыма”, – ти торғайны атайым. Уның шулай тип әйткәне һис кенә лә оҡшамай, илатырлыҡ булғас, нисек иламайһың инде? Хәҙер иһә атайым, моғайын да, зиһенемде ҡурса- ларға теләгәндер, тип үҙемсә һығымта яһайым.
“Шоңҡар”ҙар: Ә ҡасан баш ҡалаға уҡырға юлланыу теләге тыуҙы һуң?
Йомабикә Ильясова: Ул ваҡытта беҙҙең ауылдан бер нисә бала Өфөләге 1- се һанлы интернат-мәктәптә уҡый ине. Мин дүртенсе класта саҡта “Башҡортостан пионеры” журналында шуларҙың береһе Вилә апайҙың нәҫере баҫылып сыҡты, уны атайыма ҡысҡырып уҡып ишеттерҙем. Уның шул саҡ: “Был Вилә шулай итеп кеше булып китер әле”, тигәне хәтеремдә тәрән уйылып ҡалды. Шул мәлдә баш ҡалаға уҡырға барыу теләге күңелемдә уяна башланы.
Аңлашыла, атайым менән әсәйемдең Өфөгә әллә ни ебәргеләре килмәй. Шуға ҡарамаҫтан, дүртенсе класты тамамлағас, колхоз машинаһына ултырып, имтихан бирергә район үҙәге Аҡъярға сығып киттем. Теләгемә берәү ҙә ҡаршы төшмәне. Туғандарыма барып көтөп яттым, әммә ул йылды баш ҡаланан берәү ҙә имтихан алырға килмәне, миңә лә ҡабат ауылға ҡайтып китергә тура килде. Бишенсене бөткәс, тағы ла шул уҡ хәл ҡабатланды. Алтынсыны тамамлағас, йәнә юлландым. Ныҡ үҙ һүҙле булғанмындыр инде. Яҙмыш ҡушыуымы икән, был юлы бөтәһе лә мин барған көнгә тап килде. “РОНО”ла бухгалтер булып эшләгән апайым Өфөнән уҡытыусыларҙың килеүе тураһында хәбәр итте. Мин шунда уҡ имтихан тоторға йүгерҙем.
Хәҙер, ошо мәлдәрҙе хәтерләйем дә, үҙебеҙҙең ябай ғына ауыл мәктәбендә лә бик һәйбәт белем биргәндәрҙер, тип уйлап ҡуям. Математиканан имтихан тотҡанда ла, биш-алты минутта эшемде тапшырып, сығып та киттем. Башҡаларҙың көлөшөп ултырып ҡалғандары иҫемдә. Рус теленән “Уральские горы” тигән диктант яҙҙыҡ, шунда ғына “л” хәрефенән һуң йомшаҡлыҡ билдәһе буламы икән, тип уйланып ултырғайным.
Имтихан бирҙем дә, ҡайтып киттем. Ул ваҡытта ауылда ҡыҙҙарҙың сәс толомо оҙон була торғайны. “Ситтә нисек яңғыҙ йәшәрһең инде, ошо оҙон сәстә- реңде лә ҡарай алмаясаҡһың бит”, тип әсәйем бошона. Мин, асыуым килеп, бөтәһен дә аптыратып, бер көн сәстәремде ҡыҫҡа итеп ҡырҡып ташланым.
“Шоңҡар”ҙар: Үҙегеҙ ҙә, ысынлап та, үҙ һүҙле бала булғанһығыҙ инде. Алдығыҙға ҡуйғанды үтәмәйенсә тынысланмағанһығыҙ…
Йомабикә Ильясова: Үтә лә ҡәҙерле бала булған- мын инде ғаиләбеҙҙә. Хатта, икенсе класты бөткәс, атайым күрше ауылдағы урта мәктәпкә йәйәү йөрөтөргә теләмәй, шунда яңы йорт һалып ингәйнек. Әлбиттә, бөгөн төшөнәм: улар яндарында ҡалыуымды теләгәндәр. Шулай ҙа китергә ҡамасауламанылар.
Август аҙағы еткәс, атайымдан Өфөгә алып барыуын үтенә башланым. “Ана, апайың алып барһын”, ти бит был. Уҡытыусы булып эшләгән Мәрзиә апайым район үҙәгенә август кәңәшмәһенә киткәйне. Мин тағы Аҡъярға юлландым. Ә интернаттан саҡырыу ҡағыҙы һаман да юҡ. Ғаиләбеҙҙә атайымдың абруйы көслө, ул әйткәс, апайым бойороҡ үтәгән кеүек алып барырға бурыслы. Үҙенең йәне көйә, уның өсөн көтөлмәгән аҡса сығымы, юл мәшәҡәте бит. Ул ваҡытта аэропорт та тау башында ине. Шул тау башына менгәнсе һуҡранып барғаны хәтеремдә. Бөтәһенә лә түҙергә һәм янында шым ғына эйәреп барырға тура килде. Өфөгә килеп төшкәс, уҡырға алғандары асыҡланды. Атайымдың Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды булыуы ла ярҙам иткән дер, тип уйлайым хәҙер. Шулай итеп апайым мине баш ҡалала ҡалдырҙы ла ҡайтып та китте.
Баланы артыҡ иркәләтергә ярамай бит. Ә мине бәләкәйҙән батша ҡыҙы кеүек иркәләттеләр, матди яҡтан булмаһа ла, күңел наҙы менән. Әллә шул интер- натта йәшәү сыныҡтырҙымы икән, тип уйлап ҡуям. Егерме ҡыҙ бер бүлмәлә йәшәнек, иртәнге сәғәт ете тулыу менән зарядка яһарға сығабыҙ – тормошобоҙ һалдаттарҙыҡы кеүек инде. Тәүҙәрәк ҡыйын булһа ла, ҡайтыу тураһында һис тә уйламай торғайным. Бында инде белемде төплө бирҙеләр. Мин унда ла күп уҡыным. Хатта йоҡлар алдынан ҡыҙҙар уҡыған китапта- рымдың эстәлеген һөйләтә торғайны. Ана шул багажым менән университеттың филология факультетында белем алдым, унда башҡалар кеүек көндәр буйы башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеп ултырманым. Бында инде күберәк донъя, рус әҙәбиәтен уҡыным. Шуға ла тел байлығы һәм рухи аҙыҡтың бала саҡта, үҫмер йылдарында һалыныуына иманым камил. Һуңынан ваҡыт етмәй. Мәҫәлән, яңыраҡ Достоевскийҙың “Братья Карамазовы” әҫәрен ҡулыма алғайным, әммә классик тарҙы ҡабаланып ҡына күҙҙән үткәреү мөмкин түгел икән.

“БЫУЫНДАР БӘЙЛӘНЕШЕ ӨҘӨЛДӨ”

“Шоңҡар”ҙар: Һеҙ хәҙер шағирә һәм журналист ҡына түгел, депутат та, тимәк, өҫтөгөҙҙә ҙур яуаплылыҡ һәм өр-яңы бурыстар ята. Шулай ҙа күңелегеҙҙә шиғриәткә лә урын ҡалдыраһығыҙҙыр, моғайын…
Йомабикә И л ь я с о в а : Ғөмүмән, Ҡоролтайға эшкә килгәс кенә, дәүләт эшмәкәрлегенең ни тиклем тынғыһыҙ булыуын һәм яуаплылыҡ талап иткәнен төшөндөм. Ай һайын ҙур ултырыштар үтә, уларҙа иллешәр-алтмышар мәсьәлә ҡарала. Әлбиттә, рәйес урынбаҫары булғас, уларҙың бөтәһен дә нөсхәһенә тиклем белергә, үҙеңдең күңелеңдән һәм аңыңдан үткәрергә тейешһең. Шул уҡ ваҡытта донъяла, Рәсәйҙә, Башҡортостанда барған ваҡиғаларҙы ла иғтибарыңдан ситтә ҡалдырырға ярамай. Әлбиттә, был бик күп ваҡытты ала. Шулай ҙа ыңғай яғы ла бихисап, сөнки халыҡ менән осрашыу ҙарҙа төрлө һорауҙар яңғырай һәм уларға аныҡ һәм дөрөҫ яуап ҡайтарыу талап ителә. Йомабикә Ильясова булараҡ ҡына башыңа килгәнде һөйләп ултыра алмайһың, үҙеңдең парламенттың да йөҙө икәнеңде оноторға ярамай. Шул уҡ мәлдә мин намыҫыма тап килмәгәнде лә бер ҡасан да һөйләмәйем. Быны күптәр һиҙә.
Былтыр, Мәҙәниәт йылы айҡанлы, парламентарийҙарыбыҙға шиғриәт кисәһен үткәрергә тәҡдим иттем. Ирекле мөхит булдырырға теләп, уны “Болоттар” бөгөнгө ижад үҙәгендә ойошторҙоҡ. Беҙ үҙ өлгөбөҙ аша һайлаусыларыбыҙҙың да иғтибарын матурлыҡ, юғары хистәр донъяһына әйҙәргә, бигерәк тә йәштәрҙә шиғриәткә ҡыҙыҡһыныу уятырға теләнек. Ошо уҡ маҡсатта Рәсәй Конституцияһы көнөнә ҡарата Йәштәр йәмәғәт палатаһы менән Мостай Кәримдең “Рус түгелмен, ләкин россиянмын” шиғырын төрлө телдә уҡыуҙы ойошторҙоҡ. Был шиғырҙы Дәүләт Думаһы янындағы Йәштәр пар ламентында, сит илдәрҙә яттан һөйләнеләр, бер егет Волга буйында сыуашса уҡып ишеттерһә, Мари Илендә лә үҙҙәренсә ҡушылдылар. Йомғаҡлау сараларын Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында һәм Башҡорт дәүләт медицина университетында үткәрҙек. Медицина университеты ректоры, депутаты- быҙ Валентин Николаевич Павловтың яттан шиғыр һөйләүе лә студенттарҙы һоҡландырҙы. Толерантлыҡ, милләт-ара татыулыҡ, шул уҡ ваҡытта туған телде һәм мәҙәниәтте һаҡлау дәрестәре булды был көн.
“Шоңҡар”ҙар: Бындай саралар әҙәбиәткә генә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырып ҡалмай, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо ла уята ала бит. Ә бөгөн иң тәүҙә ошоға ҡытлыҡ кисерәбеҙ…
Йомабикә Ильясова: Быны дәүләт тә төшөнә. Мәҫәлән, шуға ла беҙҙең парламент эргәһендәге Йәштәр йәмәғәт палатаһы “Быуаттар йөрәгендә хәтер һәм ғорурлыҡ” тигән бик матур проектты ла бойомға ашырыуға дәррәү тотондо. Әйтәйек, уҡыусыларҙың шул уҡ обелискыларҙы шефлыҡҡа алыуы, ветерандар- ға ярҙамлашыуы ҡатмарлы 90-сы йылдарҙан һуң бөтөнләй онотолдо бит. Бөгөн гражданлыҡ йәмғиәте тип һөйләйбеҙ, ә үҙебеҙ идеология үҙгәргәс тә быуындарҙа – йәмғиәт менән уҡыусы балалар һәм йәштәр араһында ошо бәйләнеште өҙҙөк. Урынында бушлыҡ ҡалды. Ветеран менән аралашһа, уға ярҙам лашһа, хатта һәйкәл янын таҙартып, сәскәләр ултыртып китһә лә, барыбер йәштәребеҙҙә йәмәғәтселек тормо- шона ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныу уянасаҡ.
Бөгөн йәш быуындың күпселеге компьютер артында ултыра, ә, баҡтиһәң, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү һәм табыу буйынса махсус сайттар бар икән. Был үҙемде лә ҡыҙыҡһындыра, мәҫәлән, әсәйемдең ҡустыһы, олатайым менән өләсәйемдең берҙән-бер улы яуҙа хәбәрһеҙ юғалған. Ул мәлдә, һуғыш осоронда, исемдәр дөрөҫ яҙылмай, документтар тап килмәй, төрлө буталыштар киткән. Ә бындай сайттарҙа ҡатынының, туғандарының мәғлүмәттәрен индереп, юғалған кешеләр тураһында мәғлүмәттәрҙе табалар. Ниндәй концлагерҙа ғазап сиккән, ҡасан вафат булып ҡалған, хатта сәсе ниндәй төҫтә булған (!) – ошоларҙы ла асыҡларға мөмкин икән. Бындай шөғөл компьютер артында ултырыуҙы, берҙән, файҙаға йүнәлтһә, икенсенән, яугирҙарыбыҙҙың яҙмышын асыҡлау аша тыуған ергә ҡарата һөйөүҙең ғүмергә тиң икәнлегенә төшөнөргә мөмкин. Балаларға патриот булығыҙ, тип тылҡып ҡына быға өлгәшә алмаясаҡбыҙ.
“Шоңҡар”ҙар: Мәҫәлән, шул уҡ СССР-ҙа граждан булараҡ тәрбиәләүҙе бик бәләкәйҙән башлағандар бит…
Йомабикә Ильясова: Мин үҙемдең бала сағымды – Совет дәүерен ностальгия менән хәтерләүселәрҙең береһе. Үҙгәртеп ҡороуҙарҙы ла ауыр ҡабул иттем. Әммә Сухомлинскийҙың яҙмаларын, 60-70-се йылдарҙағы тәрбиәгә ҡағылышлы китаптарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, үҙебеҙҙе комсомолдан нимә биҙҙергәнен төшөндөм. Идеология менән артыҡ мауығып киткәндәр икән. Кеше робот түгел бит, уның күңеле, хис-тойғолары бар. Тәрбиәлә лә сик-сама булырға тейештер. Совет осоронда иһә кешене йыш ҡына инструмент урынына ҡулланғандар, ә был дөрөҫ түгел. Был – үҙ граждандарыңды ихтирам итмәү.
Эйе, бөгөн дә халыҡҡа, йәмғиәтебеҙгә еңел түгел. Әммә, уйлайым да, шундай һығымтаға киләм – тимәк, беҙ ошо һынауҙар, ошо ҡатмарлы юл аша үтергә тейеш булғанбыҙ. Социализм да, коммунизм да үҙенә күрә бик гуманлы идеялар – уларҙы тормошҡа ашырып ҡарау – донъяла әлегәсә тиңе булмаған эксперимент бит, бер уйлаһаң...

“АУЫРЛЫҠТАР ӘХЛАҠИ ҠИММӘТТӘРҘЕҢ ЮҒАЛЫУЫНА БӘЙЛЕ”

“Шоңҡар”ҙар: Әммә был тәжрибә беҙгә бик ҡиммәткә төшмәнеме икән?
Йомабикә Ильясова: 90-сы йылдарҙа бер иҡтисади формацияны, социализмды бөтөрөп, беҙ бөтөнләй икенсе киңлеккә күстек. Үкенескә ҡаршы, ул алдан уйланылмайынса, анархия формаһында башҡарылды. Элеккеһе емерелгән, ә яңыһы камил булдырылмаған – бөгөнгөбөҙҙөң дә бөтә бәләләре ошоға бәйле. Мөмкинлек сыҡҡан һайын быны халыҡҡа төшөндөрөргә тырышам: сөнки бөгөн беҙгә еңел түгел икән, ошоно үҙ ихтыяжында файҙаланырға әҙер сәйәси көстәр байтаҡ. Шул уҡ Украинаға ғына ҡарағыҙ. Иң мөһиме, бындай осорҙо бөтәбеҙгә лә имен-аман үткәреп ебәрергә кәрәк. Мәҫәлән, миндә автономиялы профсоюздарың барлыҡҡа килә башлауы хәүеф уята. Был һис кенә һәйбәт күренеш түгел, уларҙың артында халыҡты майҙандарға сығарырға ынтылыусы көстәрҙең тороуы ихтимал. Ә күңелһеҙ хәлдәр башланһа, әлбиттә, төп ауырлыҡ һәр ваҡыттағыса ябай халыҡ иңенә төшәсәк. Шуға ла, бөгөн бөтәбеҙгә лә үҙебеҙгә генә хас сабырлыҡ менән ил һәм республика етәкселәренә ышаныу фарыз. Депутаттарыбыҙ араһында ла, барыбер, һәйбәт кешеләр күберәк. Беҙ халыҡта популярлыҡ яулар өсөн генә закон ҡабул итә алмайбыҙ. Ул үтәлһен өсөн шарттар, мөмкинлектәр, ҡаҙнала аҡса булыуы мөһим. Бөгөн дә ҡатмарлыҡтарға ҡарамай, халыҡ алдындағы социаль йөкләмәләр барыһы ла үтәлә. Йәшәү минимумы гарантияланған – был бит үҙе үк ҙур ҡаҙаныш. 90-сы йылдарҙа пенсионерҙарыбыҙҙың ниндәй бөлгөнлөккә төшкәнен күптәр хәтерләйҙер. Ә бөгөн барлыҡ пособиелар ҙа һаҡлана, дүрт миллион самаһы халҡы булған республикала миллиондан ашыу кеше Хөкүмәт тарафынан ниндәй ҙә булһа ярҙам ала!
“Шоңҡар”ҙар: Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы, бөгөнгө һынауҙар иң тәүҙә рухи ярлылыҡтың, кеше күңелдәрендәге көрсөктөң эҙемтәһе түгелме икән? Аллаға шөкөр, өҫтәлдәребеҙ ризыҡтан өҙөлмәй, өҫтөбөҙгө кейер кейемебеҙ бар. Әммә ҡаты күңеллелек, бәғерһеҙлек кеүек күренештәр көндән-көн киңерәк ҡолас ала бит.
Йомабикә Ильясова: Был турала уйланыуҙарым да етәһе, әлбиттә. Бөгөн эскелек ныҡ тамыр йәйгән, етемдәрҙең дә 90 процентынан күберәгенең ата-әсәһе иҫән. Йәғни, улар социаль етемдәр. Бөгөн ошо балаларҙы социаль приюттарҙа, балалар йорттарында ҡарауға, патронат, уллыҡҡа һәм ҡыҙлыҡҡа алыусы ғаиләләргә дәүләттең бик күп аҡсаһы тотонола. Шуға ла эскелеккә ҡаршы көрәш тә бик мөһим. Былтырғы йыл дың – Мәҙәниәт, быйылғының Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителеүе лә юҡҡа ғына түгел. Ошо бөтә мәсьәләләр йәмғиәтебеҙҙә әхлаҡи ҡиммәттәрҙең юғала барыуына бәйле. Көн һайын тиерлек ҡот осҡос миҫалдарға юлығабыҙ. Мәҫәлән, мин депутат булған райондарҙың береһендә, әсә кеше ҡара риэлторҙар менән һөйләшеп, әсәлек капиталын ҡулаҡсаға әйләндергән дә шешәләш дуҫтары менән “байрам яһарға” сығып киткән. Ҡатын-ҡыҙҙар советы вәкиле өйҙәренә барып инһә, балалары аслыҡтан атлау түгел, ҡуҙғала ла алмай ятҡан. Бына бит ниндәй хәлдәр! Ә беҙ әсәлек капиталы бирәбеҙ һәм бер аҙҙан шул уҡ ҡатын-ҡыҙҙы әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итәбеҙ. Шуға ла бөгөн Хөкүмәт тарафынан бүленгән аҡсаларҙың ҡайҙа һәм нисек сарыф ителеүе үтә лә мөһим мәсьәлә. Иң изге ниәттәр менән бүленгән аҡсаларҙың ҡайһы бер яуапһыҙ етәкселәр арҡаһында үҙ маҡсатына өлгәшмәгән осраҡтары ла бар. Быны булдырмау өсөн ныҡлы саралар күрелеүен дә билдәләп үтергә кәрәктер.

“ҮҘ БӘЛӘБЕҘҘӘ БАШҠАЛАРҘЫ ЯМАНЛАРҒА КҮНЕГЕП КИТТЕК”

“Шоңҡар”ҙар: Бөтәһе лә иң тәүҙә үҙебеҙҙең аңһыҙлығыбыҙға, битарафлылығыбыҙға барып тоташа инде, тимәк…
Йомабикә Ильясова: Мин инвалидтар буйынса координацион совет ағзаһы ла. Советтың уҙған йыл аҙағындағы ултырышында депутатыбыҙ, Паралимпия чемпионы Ирек Зарипов инвалидтар өсөн уңайлы мөхит булдырыуға бүленгән аҡсаның нисек тотонолоуы буйынса сығыш яһаны. Шул асыҡланған: был суммаға ҡайһы бер ойошмалар ҡыйыҡ менән түбәне, икенселәр мебелде алыштырған. Ә стенаға беркетелергә тейеш ҡулайламалар иҙәнгә, иҙәнгә кәрәге стенаға нығытылған. Пандустар исем өсөн генә яһалған: мәҫәлән, бер мәктәптә уға барып етеү өсөн тәүҙә һикәлтә аша үтергә кәрәк икән. Инвалид шул һикәлтәне креслоһы менән һикереп менергә тейешме инде? Эйе, бөгөн күп эштәр күҙ буяу өсөн генә башҡарыла. Иҫ-аҡылың китерлек бит: ниңә шул тиклем ҡаты бәғерлебеҙ, нисек ғәриптәрҙең өлөшөнә ҡул һуҙа алабыҙ? Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: ошондай ябай ғына мәсьәләне лә мәктәп директорына – педагогҡа (!) төшөндөрөргә тейешбеҙ. Урамда китеп барған үткенсегә түгел, ә балаларға белем биргән мәктәп директорына! Ә беҙҙең район советы депутаттары ҡайҙа ҡарай? Ауыл биләмәһе депутаттары? Уларҙың барыһын да халыҡ һайлаған бит. Шул уҡ ҡулайлаштырыуҙы тәнҡитләгәндә лә эштең айышына төшөнөргә тырышырға кәрәктер. Халыҡҡа шәп булып күренеүҙән генә толҡа булырмы? Ҡабул итеүе ауыр булғанда ла һәр ваҡыт дөрөҫлөктө һәм ғәҙеллекте еткерергә тейешбеҙ. Бөгөнгө кире һөҙөмтәләр һаулыҡ һаҡлау, мәғариф буйынса район кимәлендәге етәкселәрҙең, урындағы үҙидаралыҡтың хаталарына ла бәйле. Ҡулайлаштырыуҙы аҙ юғалтыуҙар менән, ыңғай үҙгәрештәргә йүнәлеш биреп тә башҡарырға мөмкин. Мин ҡулайлаштырыуҙың заман талабы икәнлеген төшөнәм. Бөгөн класҡа таҡта элеп ҡуйып, шунда аҡбур менән яҙып-һыҙып ҡына, балаларға тейешле белем бирә алмаясаҡбыҙ. Ысынлап та, ныҡлы матди базаһы булған мәктәптәр талап ителә. Мәҫәлән, республика буйынса бөтә башланғыс кластар тулыһынса интерактив ҡорамалдар менән тәьмин ителде. Быларҙы эшләмәһәк, ҙур тиҙлектә үҫешкән заман артынан беҙҙең мәғариф системаһы өлгөрә алырмы? Президент Мөрәжәғәтнамәһендә лә яңғыраны: биш тиҫтә йыл эсендә өр-яңы йөҙләгән һөнәргә ихтыяж барлыҡҡа киләсәк. Балаларыбыҙ ошо үҙгәрештәргә әҙер булырға, замандың уртаһында ҡайнап йәшәргә тейеш. Эйе, зыялыларыбыҙға йыш ҡына мәсьәләгә тамырынан ҡарау етешмәй. Туҡтауһыҙ зарланабыҙ, үҙебеҙҙең бәләбеҙҙә башҡаларҙы яманлайбыҙ, шулай итеп һөҙөмтәлә халыҡтың аңына ла кире йоғонто яһап ҡуябыҙ. Кешеләрҙе күңел төшөнкөлөгенә этәрәбеҙ. Яҙыусылар ҙа, матбуғат вәкилдәре лә халыҡҡа еткерәсәк һүҙенә оло яуаплылыҡ менән ҡараһын ине.
Етәкселәр халыҡҡа яҡын булырға, хәл-ваҡиғаларҙың айышына төшөндөрөргә, мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткәндә ололар һәм йәштәр менән дә кәңәшләшергә, уларға таянырға бурыслы. Быны беҙ властың асыҡлығы тип атайбыҙ. Төп ярҙамсылар – ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, ауыл старосталары, аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр...
Сираттағы миҫал: бер апай Бөйөк Ватан һуғышы яугиры ҡатыны булараҡ фатир алған. Ул шунда ейән- дәрен урынлаштырған да, үҙе кире емерек өйөнә ҡайтҡан. Минән уға ҡалала яңы фатир алып биреүҙе талап итәләр. Ә бит ул аҡсаға башланғыс мәктәпте бер нисә йыл тоторға була. Бына бит ул уйлап еткермәү! Германияла ата-әсәһен ҡарттар йортона илткәндәр дәүләткә алимент түләргә тейеш икән. Беҙҙә иһә берәү үҙе тапҡан балаһын ҡарамай, икенсе ата-әсәһен оло- лар өсөн стационарға сығарып ебәрә – һөҙөмтәлә уларҙы тәрбиәләү илебеҙҙең иңенә төшә, үҫешкә тигән аҡса сарыф ителә. Республикабыҙҙа ла ҡаҙнаның күп өлөшө социаль йүнәлештә тотонола.

“ЯУАПЛЫЛЫҠТЫ ҮҘ ИҢЕБЕҘГӘ АЛЫУҘАН

ҠУРҠАБЫҘ”

“Шоңҡар”ҙар: Һуңғы мәлдә гел генә бөтәһен дә ҡара төҫтә күрергә күнегеп барабыҙ шул. Ә ыңғай күренештәр йыш ҡына иғтибарыбыҙҙан ситтә ҡала…
Йомабикә Ильясова: Эйе, быға миҫалдар ҙа етерлек. Мәҫәлән, Хәйбулланың Ергән мәктәбендә 200 бройлер үҫтергәндәр, урындағы фермер ҙа ярҙамлашҡан, ата-әсәләр ҙә балаларының уҡыуҙан һуң эшләүенә ҡаршы төшмәгән. 200 бройлерҙы һатып яҡынса 70 мең һум табыш алырға була, шулай уҡ баҡсаларында йәшелсә-емеш үҫкәнен дә оноторға ярамай. Бындай өлгөлө мәктәптәрҙә, әлбиттә, туҡланыу мәсьәләһе тормаясаҡ. Ә бына күрше генә райондағы бер ауылда мәктәп директоры “күп балаларҙы ашата алмайбыҙ”, тип зарлана. Был да ҡыҙғаныс – етәксе кеше ошо хәлдән сығыу юлын эҙләмәй, ә хәлдәренең мөшкөл булыуы тураһында һөйләй. Унан был кәйеф уҡытыусыларға, уларҙан бөтә ауылға күсә. Ә ауыл халҡын төшөнкөлөккә төшөрөргә, уларҙа һүренке кәйеф уятырға директорҙың, педагогтың һәм депутаттың хаҡы һәм хоҡуғы юҡ. Һуғыш мәлендә лә беҙҙең атай-олатайҙар ауырлыҡтарға баш эймәгән, лайыҡлы йәшәргә тырышҡан. Шуға ла бөгөн кадрҙар мәсьәләһе лә киҫкен тора тип иҫәпләйем. Ауылдарҙың киләсәге Президент һәм Хөкүмәткә генә түгел, ә бында көн иткән халыҡтың үҙенә лә туранан-тура бәйле. Ошоно онотмаһаҡ ине.
“Шоңҡар”ҙар: Тимәк, иртәгәне ил ҡайғыртһын тип ятҡансы, тормошобоҙҙо яҡшыртыу өсөн иң тәүҙә һәр кемдең үҙенә ҡуҙғалырға кәрәк тимәксеһегеҙ?
Йомабикә Ильясова: Тап шулай. Мәҫәлән, эш менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә күптәрҙе борсой. Йыл һайын федераль, республика һәм район бюджеттарынан үҙ эшен асырға теләгән һәр кешегә кире ҡайтарылмай торған 300 мең һумғаса аҡса бүленә. 2013 йылдағы һайлау мәлендә һәр ерҙә тиерлек беҙ шул турала һөйләп йөрөнөк. Беләһегеҙме, күҙҙәре янып киткән, үҙ эшен асырға шунда уҡ теләге уянған кеше осраманы тиерлек. Ни бары бер ғаилә генә шул мәлдә ошо субсидияны юллап, бейәләр алыуға өлгәште, хәҙер йәйен ҡымыҙ һатып, аҙнаһына ғына яҡынса ете мең һум табыш алалар икән. Ауыл өсөн бик һәйбәт килем бит. Һатыуға ҡымыҙ ғына түгел, һөтөн дә, ҡаймағы менән ҡоротон да сығаралар. Эйе, егәрле генә бындай эшкә тотоноп китә ала. Шуға күрә дәүләт субсидияһын да ҡулына килерлеккә генә тотторорға кәрәктер. Хөкүмәт аҡсаһының мотлаҡ һөҙөмтәһе булырға тейеш. Мәҫәлән, ошоға бәйле тағы бер хәлде һөйләп үтәйем әле. Халыҡ менән осрашыуҙа бер апай килгәйне: улым биш балалы ғаилә башлығы, ауылда эш тә, Хөкүмәттән бер ниндәй ярҙам да юҡ тип зарлана. Мин шул 300 мең һумлыҡ субсидияны юллап, фермерлыҡҡа тотонорға кәңәш иттем. Әммә һуңынан был ғаилә- нең ҡышын өй йылытырға утыны ла, малына һалырға бесәне лә юҡ икәне асыҡланды. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ – шундай хужа фермер булып китә аламы инде? Эйе, берәү килер ҙә эш урыны асыр һәм бөтә мәсьәләләремде хәл итер тип көтөп ултырырға күнектек. Яуаплылыҡты үҙ иңебеҙгә алыуҙан ҡурҡабыҙ.

“ҺӘР ЯҠШЫ ӘҪӘРҘЕҢ ҮҘЕНӘ ГЕНӘ ХАС ЭНЕРГЕТИКАҺЫ БАР”

“Шоңҡар”ҙар: Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы, сәйәсәттең уртаһында ҡайнау үҙе үк ныҡлыҡ һәм ҡеүәт билдәһе. Ә һеҙ ҡатын-ҡыҙ һәм шағирә бит. Бындай ныҡлыҡты холҡоғоҙҙа үҙегеҙ тәрбиәләнегеҙме, әллә ул ваҡыт үтеү, тормош тәжрибәһе тупланыу менән килдеме? Ни өсөн ошо юлды һайланығыҙ?

Йомабикә Ильясова: Бер риүәйәт бар: күбәләктәр йомортҡаһынан бик тә ыҙалап сыға икән. Шулай саҡта ғына улар тормошҡа яраҡлаша, ҡанат ҡағып осоп китә ала. Ысынлап та, мин дә тормошомдағы ҡайһы бер тетрәнеүҙәр һәм һынауҙар аша үтмәһәм (бәлки, шағирә булараҡ бер аҙ арттырып та ебәрәмдер), бөгөн етәксе булып эшләй алмаҫ инем. Бик күп күңел тетрәнеүҙәре кисерергә тура килде. Шәхси тормошта ғына түгел, илгә, халыҡҡа бәйле тетрәнеүҙәр ине улар. Бәлки бала сағымда шундай тәрбиә алғанғалыр – үҙемсә уны “намыҫлы булыуға дусар ителеү” тип атағайным хатта. Бәлки, бөтәһен дә ошо намыҫ күҙлегенән генә баһалау тап шул коммунистар идеологияһы аша ла һеңгәндер. Хәҙер, олоғая килә, үҙенә күрә бер тәкәбберлек улманымы икән, тип уйлана башланым. Донъяның бит беҙгә ҡағылмаған, беҙ аңлап етмәгән айышы бар.
Бер мәл “Башҡортостан ҡыҙы” журналына баш мөхәррир итеп тәғәйенләнеләр. Рәсми вазифа кешене барыбер саҡ ҡына булһа ла үҙгәртә ул. Донъяға ҡарашың, үҙ-үҙеңде тотоуың, башҡаһы. Әсә булғанда нисек яңы йөкләмәләр өҫтәлә, бында ла шуның кеүек. Вазифаға ризалашҡас, зарланмай, ошо йөктө тартырға тейешһең. Эйе, ҡайһы саҡ шундай хәлдәр була, уны үҙгәртергә хәлең етмәй. Үрһәләнеп сәстәреңде йолҡҡолауҙан фәтүә барыбер булмаясаҡ. Көсөң етмәй икән, килеш, күн һәм артабан йәшә. Кеше был донъяла ҡайғырып, ғазапланып йәшәргә тейеш түгел. Бына шулай мин дә бер көн бөтәһенә лә күндем һәм үҙ-үҙемә бурыс ҡуйҙым: һин һәйбәт шиғырҙар яҙып әҙәбиәткә, һәйбәт журнал сығарып йәмғиәткә, ҡатын-ҡыҙҙарға хеҙмәт итә алаһың. Ҡалғаны һиңә ҡағылмай. Ысынлап та, ҡалғаны миңә ҡағылмағас, ни өсөн мин көсөмдө исрафларға тейешмен әле? 40 йәшемдән һуң миңә ошо аҡыл килде.
Депутат эшмәкәрлегенә тотонғаныма үкенмәйем – был халыҡты, уны борсоған мәсьәләләрҙе нығыраҡ төшөнөргә ярҙам итте. Матур яҡтарына ғына түгел, кире яҡтарына ла күҙҙәремде асты.
“Шоңҡар”ҙар: Әҙәбиәт кимәле туҡтауһыҙ үҫешергә, яңынан-яңы бейеклектәргә ынтылырға тейеш тип иҫәпләйһегеҙме?
Йомабикә Ильясова: Яҙыусылар Союзының 80 йыллығына арналған юбилей кисәһендә лә әйткәйнем был турала. Ҙур әҙәбиәттең һүҙе һәр ваҡыт бик боронғо заманда йәшәгән кемгәлер һәм һинән һуң да бик алыҫ киләсәктә йәшәйәсәк кемгәлер төбәлә. Шундай ижад ҡына мәңгелек. Бына Шекспир. Ҡайһы бер әҫәрҙәрен ҡулға алаһың да аптырайһың, гүйә, бөгөн генә яҙылған. Ни ғәләмәт? Бер уйлаһаң, королдәр тураһында яҙа бит. Ә ысынбарлыҡта улары тышҡы һүрәт, декорация ғына. Ғөмүмән, әҙәбиәттә прогресс юҡ тигән фекер дөрөҫтөр, бейеклектәр һәм бөйөклөктәр генә бар. Был тормошобоҙға ла ауаздаш. Ҡасандыр олатай-өләсәйҙәребеҙ самолетты ла, машинаны ла, телефондарҙы ла белмәгән. Ләкин, халыҡ йырҙарын тыңлайыҡ: кешенең тормошо, көнкүреше үҙгәрә, әммә төп асылы – тәбиғәт тарафынан яратылғаны шул көйөнсә ҡала. Шуға ла классик музыка, әҙәбиәт, шул уҡ ҡурай һәм халыҡ моңо – ул мәңгелек. Ошо кимәлдә яҙыу – һәр яҙыусының идеалы.
Башҡорттоң бер ҡатлылығы, сафлығы тураһында әйткәйнек бит. Мәҫәлән, ҡурай. Минең уға арнап яҙған шиғырым да бар. Халҡыбыҙҙың тәбиғәттең ошо бөйөклөгөн табып, уны моңға әйләндереп, быуаттарҙан- быуаттарға һаҡлап алып килеп еткереүенә һоҡланырлыҡ. Шулай уҡ, өзләү. Толстой яҙған бит: “Башҡорт ятты ла өзләй башланы. Был тамаҡ төбөнән сыҡҡан тауыш орган моңон хәтерләтте”. Ә берәй мәл органды тыңлаған кеше, унан да сафыраҡ ауаз юҡлығын раҫлар. 90-сы йылдарҙа осраҡлы ғына телевидение фондынан, ҡара-аҡ архив материалынан, Хәйбуллала төшөрөлгән сюжет күреп ҡалдым: бер ағай өзләп ята – ысынлап та, шундай саф ауаз һәм илаһи көй сыға ине тамағынан. Янында милли кейем кейгән ағай бейеп йөрөй. Толстой яҙған өзләүҙең тап ошо икәнлеген төшөндөм шул мәл. Тимәк, башҡорт бөйөклөгөн үҙендә, тамағының төбөндә тапҡан. Шуға ла, минеңсә, беҙ иң тәүҙә тәбиғәт балаһы.
Һәр яҡшы әҫәрҙең үҙенә генә хас энергетикаһы була, тиҙәр. Бына Шүлгән мәмерйәһенең алдына барып баҫһаң, эсенә инергә уйламаған ваҡытта ла, янынан китке килмәй. Аяҡ табандарың ошо ергә йәбешкән кеүек – шул тиклем ҡеүәтле энергетика тояһың. Был – генетик хәтер. Мин дә хатта төштәремдә шиғыр яҙа торғайным. Уларҙың барыһын да иҫләп һәм теркәп барған булһам, моғайын, бөгөн шәп шағирә булып ҡар- шығыҙҙа ултырыр инем. Төштәге асыштарҙы, табыштарҙы өнгә күсереү даһиҙар өлөшө. Әммә мин ябай әҙәми зат. Ижад – ығы-зығынан азат булыу. Уның өсөн боронғо суфый шағирҙарыбыҙ кеүек күҙәтеүсе һәм һоҡланыусы ғына булырға кәрәк. Улар дүрт шиғыр юлы яҙыр өсөн көн дауамында ағасҡа йә үләнгә текләп ултыра алған бит. Тәбиғәттең ябай кеше күҙенә күренмәгән яғын асҡансы. Ижад, моғайын, шулай булырға тейештер.
Күп яҙыусыларҙың хатаһы: яҙыуға булған ихтыяжыбыҙ журналистикаға алып килә, әммә унда һөҙөмтә бик ҡыҫҡа ваҡыт арауығында тыуырға тейеш. Гәзиттә эшләгәндә, берәй фестивалдән ҡайтһам, балаларымды ҡарап, дәрестәрен тикшерәм дә, хәлем бөтөп йығылам һәм таңғы сәғәт дүрттә тороп номерға мәҡәлә яҙа торғайным. Беҙ, журналистар, һәр ваҡыт ҡабаланып яҙабыҙ, был һөнәр шулай итеп, үкенескә ҡаршы, яҙыуға булған мөнәсәбәтте тыуҙыра. Ысын ижад – яҙ орлоҡ ергә төшөп, шытып сығып, көҙ өлгөргән емеш кеүек булырға тейеш. Мәҫәлән, Ғәли Ибраһимовтың “Кинйә” романын мин ысын ижад өлгөһө тип ҡабул итәм.

“ДАН ҺӘМ ШӨҺРӘТ АРТЫНАН ҠЫУЫУСЫЛАР АРТТЫ”

“Шоңҡар”ҙар: Бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙең йәмғиәтебеҙҙәге урынын нисек билдәләр инегеҙ. Уның, һеҙ әйтмешләй, энергетикаһы тойоламы?
Йомабикә Ильясова: Әҙәбиәттең энергетикаһы тураһында һоранығыҙ… Һайлау осоронда булды был хәл. Ундай мәлдә ҡаршыңа гел генә көләс йөҙлө кешеләр осрамай, күп кенә яман һүҙ ҙә ишетәһең. Бер аҙ ял итеп алайым тип китапханаға индем. Шул мәлдә күҙҙәремә Һәҙиә Дәүләтшинаның “Айбикә”һе сағылды. Уны ҡулыма алмайынса түҙмәнем һәм күкрәгемә ҡыҫтым. Һәм… Ышанаһығыҙмы-юҡмы, күңелемдә шул тиклем тыныслыҡ тойҙом, бөтә арыу-талыуҙарым ҡул менән һыпырып алған кеүек юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Янымдағыларға ҡыҙыҡ булып китте, ниндәй китап тип һорайҙар, медитация үткәрәһеңме, тип тә көләләр. Ысынлап та, медитация ине ул. “Ырғыҙ”ҙы, Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр”ен уҡығанда ошондай энергетика тойғаным булды. Яңыраҡ Валентин Распутиндың китабын китапхананан алғайным: рус ауылдарының фажиғәһе тураһында тетрәндергес итеп бәйән итә әҙип. Был әҫәрҙән дә айырыла алмай йөрөнөм, уның да үҙенә генә хас тартыу көсөн тойҙом. Ысын әҙәбиәт тап шулай булырға тейештер.
Үкенескә ҡаршы, бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә ошондай әҫәрҙәр барыбер етеңкерәмәй. Ҡайһы бер яҙыусыларыбыҙ исем, дан-шөһрәт артынан ҡыуыуҙы маҡсат итеп алды. Әгәр, кемдеңдер шиғырҙарын, әйтәйек, Рәмзилә Хисаметдинованың, яттан беләһең икән, уның титулдары мөһим түгел. Бөгөнгө әҙиптәребеҙҙең әҫәрҙәре дәреслектәргә инәсәк, килер быуындарға ҡаласаҡ бит. Был – ҙур яуаплылыҡ.
Ижадсы өсөн фиҙаҡәрлек мөһим. Ул миндә лә юҡ. Әлбиттә, ҡайһы бер шағирҙы, рәссамды, композиторҙы замандаштарының ҡабул итмәүе ихтимал. Ысын ижадсы ошоға әҙер булырға тейеш. Бының өсөн күңел сафлығы ла талап ителә. Аллаһы Тәғәләгә инаныуының сафлығын раҫлар өсөн Ибраһим пәйғәмбәр улын нисек ҡорбанға алып барған – бында ла шулай. Инаныуың шундай дәрәжәлә булһын, хатта икеләнеү ҙә уятмаһын. Ысын ижадсы һәр ваҡыт ил һәм халыҡ яҙмышын үҙенекенән өҫтөн ҡуясаҡ. Әгәр ниндәйҙер файҙа алыу өсөн генә яҙаһың икән, һине ижадсы тип әйтеп буламы? Шуға ла бөгөнгө әҙәби мөхитебеҙҙе бик ҡатмарлы тип билдәләр инем.
“Шоңҡар”ҙар: Һеҙ – ҡатын-ҡыҙ етәксе. Шул уҡ ваҡытты йәмғиәтебеҙҙә ир-аттың абруйы кәмеүе, йыш ҡына тап гүзәл заттың “дилбегәне” үҙ ҡулына алыуы тураһында күп һөйләнелә. Һеҙҙә ошондай фекерҙәр ниндәй тойғо уята?
Йомабикә Ильясова: Ир-атҡа ҡарата абруй һәм ихтирам миңә, моғайын да, атайымдан һеңгәндер. Әсәйем дә, Өфөгә килһә, трамвайҙа ирҙәргә урын бирә торғайны. Ә бер уйлаһаң, бәлки, шулай тейеш тә булғандыр. “Женщина Дагестана” тигән журналдың бер хеҙмәткәре менән аралашырға тура килде. “Туғыҙ йәшлек улым янымда саҡта үҙемде бик күркәм тотам, сөнки ул буласаҡ ир-егет”, – тип һөйләгәйне. Ысынлап та, ир-егеткә ҡарата ихтирам – бәлки, йәмғиәтебеҙгә бөгөн тап ошо етмәйҙер. Беҙ бөгөн, ирҙәр шулай, ирҙәр былай, тип зарланырға күнектек. Ә бәлки, әсә йемдең ир-ат алдында шулай һикереп тороуында тәрән аҡыл йәшеренгән булғандыр. Ләкин, шул уҡ ваҡытта, ул бит, бөгөнгө бик күп ҡатын-ҡыҙҙар кеүек, ат урынына егелеп эшләмәне, ир урынына ғаиләһен ҡараманы. Атайым әсәйемде бесән эшләргә лә йөрөтмәне, хатта магазинға аҙыҡ-түлек артынан да бармаҫ ине. Донъя мәшәҡәттәре тураһында бөтөнләй башы ауыртманы. “Әлдә генә атайығыҙ бар әле” тип аш-һыу әҙерләп, өйөн таҙалап йүгергеләп тик йөрөнө. Әлбиттә, атайым менән тормош тәмле кәнфит кенә булмағандыр, ә шулай ҙа... Юҡ, ҡатын-ҡыҙ бөтәһен дә иренән генә көтөп ултырһын тип һис кенә лә әйткем килмәй. Әгәр үҙеңдә көс тояһың, ҡулыңдан килә икән, ниңә эшләмәҫкә? Һис шикһеҙ, ваҡыт үтеү менән ғаилә институты ла үҙгәрә. Йәш ғаиләләргә һоҡланам: улар үҙ-ара мөнәсәбәттә матурлыҡты, бер-береһенә ҡарата ихтирамды һаҡларға тырыша. Бөгөн айныҡ йәшәү модала – шуға ла, заманыбыҙҙың ваҡытлыса ауырлыҡтарын йырып үтһәк, милләтебеҙҙең киләсәге миңә бик тә өмөтлө күренә.

“ҮТКӘНЕБЕҘҘЕ ОНОТОРҒА ЯРАМАЙ”

“Шоңҡар”ҙар: Шағирә лә, депутат та, шул уҡ мәлдә әсә һәм ир ҡатыны булып нисек өлгөрөргә мөмкин?
Йомабикә Ильясова: Бөтә йәһәттән дә уңышлы булыу бер нисек тә мөмкин түгелдер тип иҫәпләйем. Һүҙ ҙә юҡ, тырышаһың. Минеңсә, барыбер бала бәхете – минең әсәйем кеүек әсә янында үҫеүҙер. Әммә һәр кем үҙ яҙмышын үҙе һайлай, үҙе ҡора. Иптәшем Фәнил заводта эшләне, ул мәлдә аҡсаны ла яҡшы ғына ала ине. Шуға күрә өйҙә лә ултыра алыр инем, әммә фатирға сират тигән булып заманында Өфөнөң Черниковка биҫтәһенән Матбуғат йортона һәр көн эшкә йөрөнөм. Ул ваҡытта телефондар юҡ. Бер мәл ҡыҙыбыҙ мәктәптән ҡайтҡан да, ишекте аса алмай, көнө буйы илап торған. Әлбиттә, миндә әсәлек хисе бик көслө. Әммә үҙенә күрә эшкә мөкиббән китеү ҙә булғандыр. Бәлки, ҡатын-ҡыҙға бындай талпыныш ул тиклем кәрәкмәйҙер ҙә. Шуға ла ҡайҙандыр тапһаң, ҡайҙалыр мотлаҡ юғал таһың. Мәҫәлән, бөгөн шиғыр яҙыуға, ижадҡа шул тиклем ихтыяжым ҙур, әммә депутатлыҡ эшмәкәрлегенең үҙенең талаптары бар.
Йәшерәк саҡта, балаларым үҫеп еткәс иркенләп ижад итермен әле, тип йәшәнем. Бер иртә уянып китһәм, ҡырҡ йәшкә етеп киләм, ҡоймаҡ ҡалынлығылай өс бөртөк китабым бар. “Ә ҡасан мин яҙасаҡмын һуң?” тигән ҡурҡыныс та, шомло ла уй килде шул саҡ башыма. Ошонан һуң үҙемә ижад өсөн айырым ваҡыт бүлә башланым. Күп итеп яҙҙым, көнөнә йөҙәр юл яҙа торғайным. Әммә был башҡа ла көсөргәнеш бит, кистәрен: “Эй, Хоҙайым, бер үк аҡылымдан яҙҙырма инде”, тип теләп, ҡурҡа-ҡурҡа йоҡлап киткәндәрем булды.
“Шоңҡар”ҙар: Быйыл илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү- ҙең 70 йыллығын билдәләй. Атайығыҙ ҙа ошо ғәрәсәтте кисергән, ә һеҙ тыуғанда уның тамамланыуына ике тиҫтә йыл да үтмәгән булған. XX быуаттың иң ҡанлы ваҡиғаһының шаһиттары менән ара лашып үҫеү күңелегеҙҙә мәңге юйылмаҫ эҙ ҡалдырғандыр, моғайын...
Йомабикә Ильясова: Бөйөк Ватан һуғышы йә улы йә тормош иптәше яуҙа ятып ҡалған инәйҙәргә хәл белешергә барыу булып хәтеремдә уйылып ҡалған. Хәҙерге аҡылым менән уйлайым да, беҙҙең быуындың рухи һәм әхлаҡи тәрбиәһендә ошо кешеләрҙең йоғонтоһо иҫ киткес ҙур булған, тигән фекергә киләм. Мәҫәлән, был турала юғарыла әйткәйнем инде, өләсәйемдең берҙән-бер улы яу яланында ятып ҡалған. Уның тол ҡалған килене, минең яратҡан Сәриға еңгәйем… Ул күрше генә йәшәгән етем ҡыҙ булған. Килен итеп төш- кәнендә апайым ғына уны ҡойма аша етәкләп алып сыға. Шул мәлдә, бәхетһеҙлеккә күрә, никахҡа бүләккә тип биргән бер пар сынаяҡ ергә төшөп ватыла. Бер ай ҙа йәшәп өлгөрмәйҙәр, Шаһимарҙан ағайҙы һуғышҡа алып китәләр һәм ул тиҙҙән хәбәрһеҙ юғала. Еңгәйемә был мәлдә ун һигеҙе лә тулмағандыр әле, һуғыш бөткәндә ни бары егермеһен генә уҙған булған. Улын яңғыҙ үҫтерҙе, колхоз һарыҡтарын көттө, ғүмер буйы өләсәйем менән йәшәне, уны һуҡырайғас та, ташламай ҡараны. “Бикәс, ниңә кейәүгә сыҡмайһың?” – тип аптырата торғайны еңгәйем. Үҙе егерме йәшендә генә тол ҡалғас, 23 йәштә мин уға бик ҡарт күренгәнмендер инде. “Уның нимәһе бар”, тип яуаптан ҡасһам: “Эй, тәмен белмәйһең шул – үбешеп кенә йоҡлап китәһең дә, үбешеп кенә килеп уянаһың”, тип серле йылмая торғайны. Ғүмер буйы мөхәббәт тураһында хыял менән йәшәгән икән, тип уйлайым хәҙер. Ни тиклем аяныс – шулай бит?
Шуныһы ҡыҙыҡ: ул быуындың башына үҙҙәренә ниндәйҙер льгота һәм ярҙам юллау тураһында уй инеп тә сыҡманы. Ил күргәнде күрҙек, тиҙәр ине. Яҙмышыбыҙ ауыр булды тип илап, төшөнкөлөккә бирелеп ултырғандарын хәтерләмәйем. Киреһенсә, һәр ваҡыт йылы һүҙҙәрен, йырҙарын, әкиәттәрен ишеттек, йылмайыуҙарын, яратыуҙарын күрҙек – шулай бала сағыбыҙҙы төрлөсә биҙәп, йәм биреп үҫтергәндәр икән. Уйлап ҡараһаң, миллә- тебеҙ ҡатын-ҡыҙының шул тиклем иҫ китмәле көсө, шул тиклем сафлығы һәм ҡаһарманлығы бит. Шундай һоҡланғыс кешеләр янында үҫкәнмен икән, тип уйлайым хәҙер.
Атайымдың иң өлкән ағаһы Сәлихйән олатайым һуғыштан һыңар аяҡ менән ҡайтҡайны. Ҡап-ҡара мыйыҡлы, шаян, йор һүҙле була торғайны. Мин уны ныҡ яраттым. Етенсе класта уҡып йөрөгәнемдә икенсе аяғын да паралич һуҡты, тиҙҙән түшәккә йығылды. Ҡыбырлай ҙа, һүҙ ҙә ҡуша алмай ине. Хәл белешергә барғанымда, мине күреп күҙҙәренә йәштәр тулышҡанын һаман да хәтерләйем. Ә иң бәләкәйҙәре Йомабай ағай Белоруссияны азат итеү өсөн барған бәрелештәрҙә һәләк була. Миңә исемде лә уның хөрмәтенә ҡушҡандар, шуға ла бөгөн уның өсөн дә йәшәп ятам кеүек. Һуғыштың үҙен күрмәгәндә лә, ул килтергән фажиғәләр күңелемдә бына шулай тәрән яралар ҡалдырҙы.
ШУҒА ЛА БӨГӨН ҮТКӘНЕБЕҘҘЕ ОНОТОРҒА ЯРАМАЙ, ШУЛ БЫУЫНДЫҢ ФИҘАҠӘРЛЕГЕНӘН БӨТӘБЕҘГӘ ЛӘ ӨЛГӨ АЛЫП ЙӘШӘРГӘ КӘРӘК. ҺӘР КЕМ ҒАИЛӘҺЕН ҠАРАҺЫН, БАЛАЛАРЫНА БЕЛЕМ БИРҺЕН, ЛАЙЫҠЛЫ КӨН ИТЕРГӘ ЫНТЫЛ- ҺЫН. ШУЛ ВАҠЫТТА ИЛЕБЕҘ ҘӘ КӨРСӨКТӘРГӘ, ҺЫНАУҘАРҒА БИРЕШМӘҪ.
Читайте нас: