Бөтә яңылыҡтар
Самауырҙы йыҡҡансы
9 Декабрь 2015, 15:39

Мин халҡыма хеҙмәт иттем...

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта - бәләкәй генә майҙандa ла геpойҙapының хapaктеpын aсып, әҫәрҙәрендә өйөрмә тыуҙырған киң ҡоласлы яҙыусы, ҡулыбыҙҙан төшөрмәй яратып уҡыған “Бөйрәкәй”ҙең әсәһе - Тaңсулпaн Ғаpиповa. 


Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта - Сaлауат Юлаев исемендәге дәүләт пpемия лауpеaты, Бaшҡоpтостан Pеспубликahының aтҡаҙанғaн мәҙәниәт хеҙмәткәpе, жанpҙың бөтә нескәлектәpен белеп, бәләкәй генә майҙандa ла геpойҙapының хapaктеpын aсып, әҫәрҙәрендә өйөрмә тыуҙырған киң ҡоласлы яҙыусы, ҡулыбыҙҙан төшөрмәй яратып уҡыған “Бөйрәкәй”ҙең әсәһе - Тaңсулпaн Ғаpиповa.
Самауырҙы һыуытырға ярамай
“Шоңҡар”ҙар: Һаумыһығыҙ, Таңсулпан апай! Һеҙҙе үҙебеҙҙә ҡунаҡта күреүебеҙгә һәм хәтер йомғаҡтарын һүтә-һүтә самауыр артында бергәләшеп сәй эсеп ултыра алыуыбыҙға шатбыҙ! Әйткәндәй, самауыр тиһәләр, күҙ алдығыҙға нимә килеп баҫа? Күңелегеҙҙә был һүҙ ниндәй хәтирәләр уята?
Таңсулпан Ғарипова: Самауыр һүҙе булмаһа ла, бала саҡтан күңелдә тороп ҡалған шиғыр юлдары иҫкә төшә:
Әүәлгеләй бергә әсәй ултыра,
Сылтырап аға яҙғы шишмә лә.
Яҙ еленә ҡушылып ағасы ла
Гүйә беҙгә матур йыр теҙә...
Өҫтәлгә ашъяулыҡ йәйелгән, ашъяулыҡта - еҙ батмус. Унда шәкәре лә, май-икмәге лә ҡуйылған. Әсәй сәй яһай ҙа ялтырап торған шул батмусҡа ултырта, һәр кем үҙенең сынаяғын ала. Ә самауыр табынға йәм биреп йырлап ултыра. Самауыр ғаиләбеҙҙең берҙәмлеген, татыулығын, йылылығын ойошторған йәнле бер зат, ғаиләнең ағзаһы һымаҡ булып иҫемдә ҡалған. Сөнки бөтә һөйләшеүҙәр ҙә, тәғәм йыйыу ҙа ошо самауыр артында үтә торғайны.
“Шоңҡар”ҙар: Хәҙер самауыр артына йыш йыйылаһығыҙмы?
Таңсулпан Ғарипова: Минән ҡунаҡ өҙөлмәй инде ул: аят, ҡорбан аштарына йыш саҡырам. Дуҫ-иштәремде лә тиҙ генә сәйгә йыйып алам. Аралашмай торһаң, аралар һыуына. Шуға күрә йәш дуҫтарыма ошо йоланы дауам итергә гел кәңәш итәм. Элек, йәш саҡта, әхирәттәрем хаҡлы ялға сыҡҡан апайҙар ине, хәҙер, киреһенсә, эргәмдә башлыса йәштәр... Самауырҙы һыуытырға ярамай.
Сәсән кеше ҡайраһа, бысаҡ үтә ул...
“Шоңҡар”ҙар: Юлдаш радиоһында һөйләгәнегеҙҙе ишетеп ҡалғайным: атайығыҙ менән әсәйегеҙҙең йәш саҡта танышып, аҙаҡтан осрашып ҡауышып ҡуйыуҙары ҡыҙыҡ килеп сыҡҡан икән...
Таңсулпан Ғарипова: Ҡыҙыҡ ҡына килеп сыға шул!..Күсей ауылында революцияға тиклем мәҙрәсә булған, аҙаҡ совет мәктәптәре асыла башлай. Үҙҙәренең көсө, аҡыл-зиһене менән мал туплаған байҙар ҙа, синыф булараҡ, шунда уҡ бөтөрөлмәй, әлбиттә. Бына шул Күсей ауылы байы Темәс хәҙрәте Әбүбәкер Хөсәйеновҡа уҡытыусы һорап мөрәжәғәт итә, ул әсәйемде тәҡдим итә. Ул ваҡытта атайым олатаһы һәм өләсәһе менән йәшәй, әлеге байға ялланып, көтөү көтә. Ата-әсәһе күптән үлгән була. Әсәйем көндөҙ байҙың балаларын уҡыта, кисен, малды ҡарап япҡас, атайыма хәрефтәр өйрәтә. “Урындыҡтың ширлегенә генә дәфтәрен һала ла, иҙәнгә ҡыптыр тунын түшәп, һабаҡ ала торғайны”, - тип хәтерләр ине әсәйем. Әсәйем, Әсмә Баймырҙина, башланғыс белемде Шакир Рәмиевтың ҡатыны Гәүһәр ханым асҡан “Гәүһәр ханым ҡыҙҙар мәҙрәсәһе”ндә ала. Уның атаһын, Рәхмәтулла олатайымды, Шакир Рәмиевтың атаһы Мөхәмәтсадиҡ үҙенә малайлыҡҡа алған була. Шуға күрә, бай ғаиләһе ҡайҙа бара, олатайым да күсеп йөрөй. Өләсәй байҙың ҡатындарына, ҡыҙҙарына кейем тегә. Аш-һыуға ла бик оҫта була ул. Әсәйем шулай итеп күп нәмәне күреп-белеп үҫә, мәҙрәсәлә уҡый. Уҡымышлы булған өсөн З. Вәлиди резеденцияһында эшләй. Темәс ауылында, Америка асҡан ашханала эшләп, 21-се йылғы йотто үткәрә. Бай балаларын уҡытҡан сағында ҡымыҙҙан өҙмәйҙәр уны, шуға ла һаулығын да нығыта. Атайымды ла уҡытып, Күсей ауылы халҡында бик матур хәтирәләр ҡалдырып, ҡабат Темәскә ҡайта. Шунда кейәүгә сыға, ауылда беренсе комсомол туйы үтә. Ул ағай әсәйемде Өфөгә рабфакка урынлаштырып, үҙе Мәскәүгә уҡыуын дауам итергә китә. Совет мәктәптәре асыла башлағас, Күсей ауылы халҡы әсәйемде үҙе һорап ала. Шулай итеп, әсәйем 1924 йылда Күсейгә икенсегә килә. Ул ваҡытҡа тиклем атайым да үҫеп, буй етеп, армияға алынған була. Урта Азия, Төркөстандағы Граждандар һуғышына тура килә. Ат өҫтөндә маневрҙар яһау, джигитовка серҙәренә шунда өйрәнеп ҡайта, ВКП(б)-ға ла шунда инә. Атай 1926 йылда армиянан ҡайта, әсәй был ваҡытта бер балалы тол ҡатын була.
Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу”ын ҡуйғанда уларға төп геройҙы уйнау өлөшө төшә. Күсей сәхнәһендә уйнағандан һуң, әсәйем менән атайым өйләнешә. “Мин һинән оло бит, тип әйтеп ҡараным, атайыңдың ныҡ күҙе төшкәйне”, - ти торғайны әсәйем. Миңә ҡыҙыҡ бит инде: “Әсәй, һин уны яратып йәшәнеңме?” – тип һорағаным хәтерҙә, икенсе ире бит. “Мин атайыңды ныҡ ниттем инде (яратам тигән һүҙҙе әйтергә ояла торғайны)...” – тип яуаплағайны ул. Әсәйем төҫкә һылыу булды, йәш күренде. Оҙон толомдарын бишкә бүлеп икенән үреп төшөрөр ине. Ә мин атайыма оҡшап эре һөйәкле. Атайым ҡеүәтле йырсы булды минең. “Атайың һинең оратор”, - ти торғайны әсәйем уның тураһында. Нимәне аңлата икән был һүҙ, тип гел уйлап йөрөнөм. Атайым үлгәндә миңә ете йәш тә юҡ ине әле. “Сәсән кеше ҡайраһа, бысаҡ үтә”, - тиер ине әсәйем. “Сәсән нимә була ул?” – тип һораһам, “Атайың һымаҡ инде, атайыңа оҡшағанһың бит”, - ти торғайны. Шунан һуң миндә, оратор менән сәсән бер мәғәнәне аңлата ахыры, тигән фекер уянды.
“Шоңҡар”ҙар: “Күгәрсен” тигән хикәйәгеҙҙә атайығыҙҙың яҙмышы һүрәтләнгәнме?
Таңсулпан Ғарипова: Эйе. Тик хикәйәлә мин атайымды көтөп алам, тормош дауам итә, ә ысынында ул ҡайтманы, был хәл уның үлеме һәм минең балалыҡ менән хушлашыуым менән тамамланды.
Һуғыштан һуң хужалыҡтар ныҡ ҡаҡшағайны. Атайымды алты саҡрым алыҫлыҡта ятҡан фермаға мөдир итеп ҡуйҙылар. Беҙ шунда күсеп киттек. һуғыш тамамланһа ла, кеше өмөтләнеп көткән еңеллек килмәне. Ни ашарға, ни кейергә етмәй. Атайым егелеп эшләй. Сусҡа бәрәсләһә лә үҙе йөрөй, һыйыр быҙаулаһа ла яндарында. Малдарға йылы һарай кәрәк тип, ҡышын Бөрйән яғында бүрәнә ҡырҡып, йәйгеһен уны һалып та ҡуйҙылар. Өрлөклөк бүрәнәләре етмәй ҡалғас, яңынан киттеләр. Машинаға шуларҙы тейәп торғанда, ана шул өрлөклөк сей бүрәнә тәгәрәп төшөп китә, атайым уны эләктереп алып башы аша ташлай. Аҫта ике кеше эйелеп нимәлер эшләп торған, шуларҙы баҫыр ине юғиһә. Эсәге боролған атайымдың. Ҡайтты ла өс көн тигәндә донъя ҡуйҙы.
“Шоңҡар”ҙар: Атайығыҙ һуғыштан яраланып ҡайтҡан, ә һаулығы нисек ине?
Таңсулпан Ғарипова: Өрлөк менән күңелһеҙ хәл килеп сыҡмаһа, оҙаҡ йәшәр ине атайым. Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткәндә пулемет расчетын юҡ иткән саҡта яралана. Атайымдың тауышы көслө була, яраланып йығылғас, уның ҡысҡырыуын командирҙары ишетеп ҡала, кире килеп, яу яланынан алып сыға. Ул ваҡытта тотош кавалерияны ҡырып һалалар бит, бөтөн ялан кеше һәм ат кәүҙәләре менән түшәлә.
Сталинград янында һуғыш бигерәк ҡаты була. Дивизияла ҡорал етешмәй. Биш кешегә бер мылтыҡ, тигәндәре дөрөҫтөр инде. Танктарға ҡаршы дивизияны ташлайҙар. Ана шунда атайым, ошо мәхшәрҙән тере ҡалып тағы туғыҙ йыл йәшәһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем, тип Хоҙайҙан ғүмер һорай. 1945 йылдың 29 авгусында Күсейгә ҡайта, 1954 йылдың 29 авгусында 45 кенә йәшендә үлеп ҡала. Теп-теүәл туғыҙ йыл үткәс, бер көнгә хатта кәм дә, артыҡ та түгел.
Ижад шишмәһенең башы
“Шоңҡар”ҙар: Таңсулпан апай, ә һеҙҙә ижад ҡомары ҡасан уянды?
Таңсулпан Ғарипова: Мин иһә ижад - ул шиғыр яҙыу икән тип уйлай торғайным. Әсәйем дә һәр ваҡыт Дәртмәндең, Ғабдулла Туҡай, Мәжит Ғафуриҙарҙың шиғырҙарын ятҡа һөйләп ултырҙы. Шуға ла ижад минең өсөн шиғыр менән ауаздаш булды.
Икенсе класта уҡытыусы яҙ тураһында шиғыр яҙып килергә ҡушты. Ниһайәт, мин дә ижадҡа тотонам, тип эй ҡыуандым! Мәктәп стена гәзитенә баяғы шиғырымды яҙып та ҡуйҙылар. Үҙемдең фамилиямды күреү күңелгә рәхәтлек бирә, оҙон тәнәфес булһа, барам да һоҡланып ҡарап торам. Ул ваҡытта фамилиям Сафина ине. Ә ғөмүмән минең ҡыҙ фамилиям - Мөхәмәтҡолова. Атайым бөтә балаларына ла олатаһының исемен фамилия итеп биргән. Мине генә, һуғыштан һуң тыуған балаһын, ниңәлер үҙенең фамилияһына яҙҙырған.
Шиғырым гәзиттә сыҡҡас (ул ваҡытта минең өсөн иң ҙур гәзит шул), эй дәртләнеп тотондом ижадҡа! Тәүге тәнҡитсем - әсәй, ул шиғырҙарымды уҡып ҡараны ла: “Шиғыр улай булмай”, тине. “Улайһа ниңә минең шиғырҙы стена гәзитенә яҙҙылар?” – тинем. Ул: “Уныһы шиғырға оҡшаған ине”, - тип яуапланы.
“Шоңҡар”ҙар: Әсәйегеҙҙең шиғырҙарығыҙҙы ҡеүәтләмәүен нисек ҡабул иттегеҙ?
Таңсулпан Ғарипова: Эйе, ҡеүәтләмәне... Ләкин шишмәнең тамағына таяҡ тығып ҡына уны ағыуҙан туҡтатып булмай бит! Барыбер, икенсе яҡтан шытып сығып киләһең. 5-се класта беҙгә ирле-ҡатынлы тел уҡытыусылары килде. Архангель районының Оҙоннар ауылынан Мөхәмәт Рәшитов тигән ағай башҡорт теленән, ҡатыны Әминә апай рус әҙәбиәтенән уҡытты. Өфөлә эшләп килгән апайҙың дәрестәре шул хәтлем мауыҡтырғыс үтте. Русса шиғыр уҡый башлаһа, бигерәк тә Пушкин әкиәттәрен уҡыһа, иҫ китмәле һылыу батшабикәгә әйләнә лә ҡуя торғайны. Беҙгә тәьҫире көслө булды уның. Тургеневтың “Муму”һын уҡыйбыҙмы, башҡа берәй әҫәрҙеме, дәрес бөткәнен көтөп кенә ултырабыҙ ҙа, ҡыңғырау шылтырау менән дөбөр-шатыр тотонабыҙ ултырғыстарҙы, парталарҙы шылдырып, өйҙәр төҙөргә, тәхеттәр эшләргә. Беҙ сәхнәләштермәгән әҫәр ҡалмағандыр ул. Асығыуҙы ла, ҡайтыуҙы ла онотабыҙ. Ролдәрҙе дәрестә ултырғанда уҡ бүлешеп бөтәбеҙ. Бына шулай, Әминә апай беҙҙән әртис яһаны, ә Рәшит ағай, һәр әҫәрҙе үткәндән һуң, шуның буйынса сценарий яҙып килергә ҡушты. Минең өсөн шиғыр ятларға, ирекле темаға инша яҙырға бирелгән, сценарий уйлап килергә ҡушылған көндәр байрамға әйләнә ине. Мәктәптән осоп ҡайта торғайным, табан тейгән ергә тейә, теймәгәненә теймәй ҙә. Дәрес әҙерләргә бик барымым булмаһа ла, ошондай ижади эштәрҙе башҡарырға әүәҫ булдым. Күсей эргәһендәге Басай ауылы уҡыусылары бында мәктәп яны интернатында ятып уҡый, шәмбе көнө өйҙәренә ҡайта инеләр. “Һин пьеса яҙ ҙа, ҡайтып барғанда репетиция яһап, кискеһен Басай клубында ҡуйырбыҙ”, - тип миңә эш ҡушалар. Миндә дәрес ҡайғыһы китә, пьеса яҙам. Юл буйындағы кәбән төбөндә репетиция яһайбыҙ ҙа кисен Басай сәхнәһендә гөрләтеп ҡуйып та ташлайбыҙ. 12-13 йәшлек саҡ ине.
Түбә мәктәбендә өс йыл уҡыған дәүерҙә әллә күпме пьеса сәхнәләштерҙек. Үҙем режиссер, үҙем төп героиня. Һәр ваҡыт мәктәп гәзитенең редакторы булдым, ул да бик ижади эш. Беҙҙә туй булыр булһа, берәй өйгә йыйылалар ҙа, ҡоҙаларға төртмә таҡмаҡтар сығара торғайнылар, мин һәр ваҡыт шул апайҙарҙың эргәһендә йөрөнөм. Был процесс бик ҡыҙыҡ тойолдо, минһеҙ таҡмаҡ сығарып ҡуймаһындар, тип ҡурҡа торғайным.
Аҙаҡ, Түбәлә урта мәктәпте тамамлап ҡайтҡас, ауылыбыҙҙа ике йыл клуб мөдире булып эшләнем. Шул ваҡытта аҙна һайын “боевой листок”тар сығарҙым. Сатирик шиғырҙарҙы арыу ғына яҙа торғайным. Элек тәнҡит көслө булды бит, бөтә нәмәне лә тәнҡит утында тотоп өйрәнгәйнек.
Ауылдың һәүәҫкәр артистары менән ауылдар буйлап концерттар, спектаклдәр ҡуйып, Яңы йылды үткәрергә аҡса эшләп йөрөүҙәремде лә ижади эшкә һанайым. Бүләк алырға аҡса бирмәйҙәр ине. Ауыл советынан һораһаң, аҡса юҡ, ти, совхозға мөрәжәғәт итһәң, клуб – ауыл советыныҡы, тип һылтана. Ахырҙа, ҡар-буран тимәй, трактор санаһына тейәлеп сығып китер инек. Шунан һуң бал-маскарадта костюмдарға матур бүләктәр бирә башланым. Лотереяға ла аҡса йәлләмәнем. Ошо йылдарҙа мине, бала тип тормай, ауыл советына депутат итеп тә һайланылар. Университетҡа ингәс, ВЛКСМдың өлкә комитетынан грамота килеп төштө. Ике йылым шулай үтте. Ауыр ҙа булды, ләкин мин үҙемдең көсөмә ышанып, ысын мәғәнәһендә бәлиғ булып уҡырға индем.
Тәүге мәлдәрҙә үк студенттарҙың фәнни ойошмаһына йөрөй башланым, докладтар менән сығыш яһаным. Хатта “Некрасов ижадының башҡорт шағирҙарына йоғонтоһо” тигән докладым университет күләмендә беренсе урын алып, миңә ҙур ғына күләмдә аҡсалата бүләк тә бирҙеләр.
Яҙыусы өсөн тыйылған тема юҡ...
“Шоңҡар”ҙар: Әҫәрҙәрегеҙҙе яҙған ваҡытта үҙегеҙҙе ирекле тояһығыҙмы?
Таңсулпан Ғарипова: Һис шикһеҙ! Мин бит совет осоронда яҙа башланым. Башымда йөрөтәм-йөрөтәм дә, бер көн килеп аҡ ҡағыҙға төшөрәм. Яҙыусы өсөн, минең уйымса, йәшәйештең бер өлкәһендә лә тыйылған тема юҡ. Ә ул ваҡытта дөрөҫлөктө яҙырға рөхсәт булманы - һин совет кешеһе! Рамканан сығырға тейеш түгелһең. Шуға ҡарамаҫтан, Шолохов “Тымыҡ Дон”ды, “Күтәрелгән сиҙәм”де яҙған бит. Художник булараҡ, заманында булған ваҡиғаларҙы һүрәтләгән, алдашмаған. Шуға ла уның ижады үлемһеҙ.
1982 йылда “Ҡыҙыл башмаҡтар” тигән хикәйәмде яҙҙым да редакцияға ебәрҙем. Тиҙҙән Рәшит ағай Солтангәрәевтан хат килеп төштө. “Был хикәйәң бармай”, тигәйне ул. Эскән ҡатын тураһында булыуы өркөткәндер. Тиҙҙән Горбачев эскелеккә ҡаршы көрәш асып ебәрҙе. Рәшит ағайҙан йәнә хат килеп төштө. Был юлы минең теге хикәйәмде кире һораған. Хәҙер хикәйәлә яҙылғандар сәйәси яҡтан дөрөҫ булып сыҡты.
Аҙаҡ “Ҡыҙыл башмаҡтар”ҙы нигеҙ итеп алып, “Китмәгеҙ, торналар” тигән пьеса яҙҙым. Уны Сибай театры сәхнәләштерҙе. Ә 1989 йылда “Өйөрөлә күктә яңғыҙ бөркөт”тө яҙҙым. Редакциянан яуап юҡ. Эсендәген әйтеп бара торған Рәшит ағай ҙа өндәшмәй. Ул ваҡытта редакция Аксаков урамында урынлашҡан ине. Бер көн балалар өсөн яҙған әйберҙәремде “Аҡбуҙат”ҡа индереп сыҡтым да, “Ағиҙел”дәр күреп кенә ҡалмаһын, тигән кеүек тиҙерәк китергә ашыҡтым. Тартырға сыҡҡан булдымы икән, Рәшит ағай мине күреп ҡалды бит! “Һин ни эшләп беҙгә инмәйһең?” - ти был. “Әллә, йомошом юҡ”, - тим. “Нисек йомошоң булмаһын, беҙҙә хикәйәң ята бит”. “Минең хикәйәләр артынан йөрөгәнем юҡ бит”, - тигән булам. “Беҙҙең традицион әҙәбиткә тура килмәй бит әле был хикәйәң. Традицияларға ҡаршы килә”, - тине Рәшит ағай хикәйәм тураһында. “Мин бит, Рәшит ағай, яҙа башлағандан алып бер аяғым менән генә традицияла торам, шуға күрә мине ул ҡалыпҡа һалырға маташмағыҙ, - тинем. - Мин бит хикәйәмде баҫығыҙ тип йөрөмәйем, баҫмағыҙ, әммә традиция тип мине рамкаға бикләмәгеҙ”. Ҡаты әйткәнмен. 1998 йылдың 12-се һанындамы, 90-дың 1-се һанындамы бөтә хикәйәселәрҙең хикәйәләрен бер һанға туплап бирҙеләр. Шунда минең әлеге хикәйәм дә бар ине! “Ағиҙел”де ҡулға алғас та башта бүтән авторҙарҙы уҡып сыҡтым. Шунан ғына үҙемдекенә сират етте. Кәйеф төштө, баш һәленде. Нишләп кенә ҡатын-ҡыҙ башым менән ошоларҙы хикәйәләп ултырҙым икән, тип әсендем... Шунан хаттар килә башланы. Айырым брошюра итеп булһа ла сығарыуҙы һораусылар булды. Шул мәлдәрҙә Учалы районында өс баланы көсләү факты теркәлгәйне. Ана шул нәмәләрҙән йөрәгем әрнеп яҙылған әйбер ине бит.
“Шоңҡар”ҙар: Тәүге етди ижадығыҙ ниндәй булды?..
Таңсулпан Ғарипова: Икенсе курста уҡыған саҡ. Марат Минһажетдинов ағай киң ҡоласлы ғалим ине. Бүтән дәрестәрҙе ҡалдырһам ҡалдырҙым, әммә уныҡына һәр ваҡыт йөрөнөм. Бер саҡ ул ниндәй ҙә булһа әҫәргә рецензия яҙырға ҡушты. Фәнил Әсәновтың “Ҡалды уттары ғына” тигән повесын әллә ҡасан уҡ тәнҡит күҙлегенән үткәреп уҡып сыҡҡайным. Ул мәлдә үк төп геройҙың характер логикаһына тап килмәгән ҡылыҡ ҡылыуын аңлағайным. Ғөмүмән, ижади эш бирһәләр, бәләкәйҙән үҙемде ярышҡа сыҡҡан ат кеүек хис иттем. Ҡулда дилбегә генә юҡ. Ҡушылған эште ашҡынып яҙҙым. Шундай хәлдә дәрескә килеп ултырҙым. Рецензияларҙы уҡыу башланды. Уныһы уҡый, быныһы. Минһажетдинов ағай береһен дә оҡшатмай. Теле әсе ине уның. Ул мәлдә лә береһен “эт һейгәнсе яҙған әйбереңде башҡа бында алып килеп ултырма!”, икенсеһен “бер рецензия яҙғансы ете ҡат ыштан туҙҙырыр кәрәк, ә һин күпме ваҡытта яҙҙың быны?” тип сәнсеп-сәнсеп алды... Сират миңә етте. Йыуаш кеше булараҡ, мин уҡытыусымдың күҙенә бер ҙә салынманым. Балалар магазинынан 42-се размер күлдәк алып кейәм, бит тулы һипкел, ерән сәс... Уҡытыусыларҙың ирҙәр составына ғөмүмән ҡыҙыҡ түгелмен. Минһажетдинов ағайҙың һөмһөрө ҡойолоп ултыра, күренеп тора, күңеленә ятырҙай рецензия осраманы. Яҙғанымды уҡый башланым. Бер заман был башын күтәрҙе, торҙо, миңә табан атланы. Мин уҡыйым. Үҙем был нимәгә килә икән тип уйлайым, һуғып йығырҙай кеүек. “Уттар тоҡана алмай һүнделәр, ҡалды әсе төтөнө һәм ҡара күмере генә...” тигән һөйләм менән туҡтаным. Ә ул эргәмә баҫҡан да миңә төбәлгән. “Афарин ҡыҙ икәнһең!” - тине ул шунан. “Иптәштәр, - тине бармағын күтәреп. - Ишеттегеҙме, икенсе курс студенткаһы характер логикаһы тураһында фекер йөрөтә!..” “Башҡортостан” гәзитенә, Рәшит Солтангәрәевҡа алып барырға кәңәш итте. Алып барҙым мин, әммә баҫманылар. Фәнил Әсәнов ағай йөрәк сирле кеше, был тәнҡитте күтәрә алмаҫ, тинеләр... Миңә ул ваҡытта, әлбиттә, һалҡын һыу һипкән һымаҡ тәьҫир итте. Шунда мин: “Ярай, Рәшит ағай, баҫмаһағыҙ, баҫмағыҙ, ләкин беҙ “Әҙәбиәт” тигән донъяла тағын осрашырбыҙ әле”, - тинем. Аҙаҡ Рәшит ағай гел шуны көлөп һөйләп йөрөнө.
“Шоңҡар”ҙар: Ул ваҡытта хикәйәләр яҙмай инегеҙме әле?
Таңсулпан Ғарипова: Юҡ, хатта уйламай ҙа инем. Беренсе курсҡа килгәс “Шоңҡар” тигән ижад түңәрәгенә йөрөп алдым. Сатирик шиғырҙар яҙа торғайным, тип әйткәйнем бит инде. Төркөмөбөҙҙәге 25 студент һәм 10 ирекле тыңлаусының байтағы түңәрәккә яҙылды. Етәксеһе Рауил ағай Ниғмәтуллин. Шиғыр яҙырға ҡушҡайны, яҙҙым. Арыу ғына булғандыр, гәзиттең беренсе һанында ике шиғырым сыҡты. Аҙаҡ та йөрөр инем, шиғырҙы мал һуйғандағы кеүек тунай башлауҙары һис оҡшаманы. Мин әҫәрҙе тотош ҡабул итәм. Шуға күңелем ҡайтты ла йөрөмәнем дә ҡуйҙым.
“Шоңҡар”ҙар: Фән буйынса китергә теләгегеҙ булманымы?
Таңсулпан Ғарипова: Киткәйнем ул... Курс эшем Ноғман Мусин ижады буйынса ине. Диплом алды эшемдең темаһы ла “Ноғман Мусин ижадында художестволы стиль үҙенсәлектәре” булды. Минһажетдинов ағай үлеп киткәс, диплом алды эшен дипломға күтәрерлек етәксем ҡалманы. Мине Тарих, Тел һәм Әҙәбиәт институтына Ғайса Хөсәйеновҡа ебәрҙеләр. Тәнҡит өлкәһендәге барымым уҡытыусыларға билдәле ине, шуға ошо юҫыҡта дауам итһен, үҙен күрһендәр, белһендәр тип уйлағандарҙыр инде. Ә Ғайса ағай миңә Ҡол Ғәлиҙең “Йософ менән Зөләйха”һын диплом темаһы итеп бирҙе лә ҡуйҙы! Уның буйынса курс эше эшләмәгәнмен, диплом алды эше яҙмағанмын, ә диплом яҡларға өс ай ваҡыт ҡалған. Миңә эске әҙерлегем генә ярҙам итте был эште атҡарып сығырға. Бишкә яҡланым, йәш ғалимдарҙың йыйынтығына тәҡдим иттеләр. “Үҙ аллы фекер йөрөтөлгән, әҙер, оригиналь ғилми эш” тип баһаланылар.
Ғайса ағай, соискатель булырһың, диссертация яҡларһың, тип мине институтта алып ҡалды. Эшләп йөрөйөм, кейәүгә сыҡтым. Бала булып киткәс, өйҙә оҙаҡ ултырманым, диссертация өсөн тема алырға тырыштым. Ғайса ағай ана бирәм, бына бирәм тип, ике йыл үтеп китте. Боронғо ҡулъяҙмаларҙы рәткә килтереү, уларға аннотациялар яҙыуҙан ғибәрәт ине минең эшем. Текстарҙы ғәрәп машинкаһында баҫтым. Минең кимәлдәге лаборантка институт өсөн ҙур бәхет ине. Әммә... лаборантканың эше баһаланмай икән... Уйланым-уйланым да, һәр кемдең үҙ юлы, моғайын мин дә уны табырмын тип, Хәйҙәр уҡыуҙы бөткәс, Баймаҡ яғына ҡайттыҡ та киттек.
Хәйҙәрҙе художество мәктәбенә директор итеп алдылар. Мин беренсе мәктәптә завуч булып эш башланым. Баймаҡ гәзитендә төртмә шиғырҙарым сығып торҙо. Икенсе бала тыуғас та, ҡырҡы тулмаҫ борон эшкә сыҡтым, ике смена уҡыттым. Ауыр булды ул йылдар. Етмәһә, “Ялан ғына ерҙең кәкүге юҡ, үҙ урманҡайыма ҡайтайым” тип, Хәйҙәр Учалыға ҡайтты ла китте, мин ике бала менән торҙом да ҡалдым. Шулай ауырлыҡ менән йәшәп ятҡанда Хәйҙәргә Учалынан фатир бирҙеләр һәм ул беҙҙе күсереп алып китте.
“Шоңҡар”ҙар: Таңсулпан апай, әйтегеҙ әле, ҡырҡы ла тулмаған баланы ҡалдырып нисек эшкә сыҡтығыҙ?!.
Таңсулпан Ғарипова: Бик ятыр инем дә бит өйҙә бала ғына тәрбиәләп, әммә, әйткәнемсә, Хәйҙәр ҡайтып китте, ә йәшәргә кәрәк... Әсәйемдең пенсияһына ғына ҡарап ятып булмай. Хәйҙәр: “Мин бит һиңә алимент саҡлы ғына ла аҡса ебәрмәйем”, - тип көйгән була торғайны. Ике аҙнаға бер генә ҡайта, шунда ла мине эшкә күмеп, кухнямды скульптура өсөн форма алған балсыҡ онона батырып ҡайтып китә. Ул Учалыла крайҙы өйрәнеү музейын эшләргә тотонғайны. Өйгә бәләкәй генә ит йә колбаса киҫәге килеп инһә лә, Хәйҙәр ҡайтыуға тип һалып ҡуя инем, ир кешене ашатырға кәрәк бит инде.
Эшкә талапсанмын. Илке-һалҡы эшләй белмәнем мин. Дәрестә әҫәрҙе аяғөҫтө баҫып уҡымаһам, йоҡлап китер кеүек инем. Бала имеҙгәс, түш тә ташып китә, мәктәп әбрәкәйенә инеп, һауып сыға торғайным. Кейемгә һөт сығып ҡуйыуынан оялам, ул ваҡытта 30-ға ла етмәгән инем бит әле...
“Ялан сейәһе”нең тарихы
“Шоңҡар”ҙар: Беренсе китабығыҙҙың сығыу тарихын хәтерләйһегеҙме?
Таңсулпан Ғарипова: Беренсе китабымда ғүмер буйы күңелемдә йәшәп килгән әйберҙәр сыҡты. Әйтәйек, күрше Бибинур апай 24 йәшендә генә өс бала менән тол ҡалды. Әммә тол тип иҫәпләмәне ул үҙен. “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән хат алғас, терелер, тип ирен көттө лә көттө. Тәҙрә төбөндә яран гөлдәре шау сәскә атып ултырыр ине уның. Ире ултыртып киткән сирен ағасына, ҡайтыуына сәскә атып торһон тип, яҙ көнө лә һыу ташып ҡойоп йөрөй торғайны. Шул хәтлем һәйбәт, матур кеше булды ул. Көҙ. Опера һәм балет театры эргәһенән үтеп барам. Ҡар яуа. Клумбаларҙағы сәскәләрҙең һаман шау сәскәлә ултырыуын күреп, былар ҙа Бибинур апай кеүектәр ҙә баһа, тип иҫем китте. Ул да ҡырауҙарға, һалҡындарға, ауырлыҡтарға бирешмәне бит. Эшкә йырлап сығып китте, бейеп ҡайтып инде. Өс ҡыҙы менән донъя көттө, бер ваҡытта ла илағанын, бошонғанын күрмәнем. Институтта эшләгәндә яҙа ла башлағайным. Аҙаҡ, Баймаҡта йәшәй башлағас, шул әйберҙе тағы ҡулға алдым. Элек уҡыған әҫәрҙәрҙе ҡабатлаған кеүек, әҙәбиәткә бер яңылыҡ өҫтәмәгәндәй. Ә минең Бибинур апайға тере сағында үҙенең ниндәй ҡаһарман кеше икәнен йәһәтерәк уҡытып белдергем килә! Бер көн баяғы хикәйәне ваҡ ҡына киҫәктәргә йырттым да ырғыттым. Тимәк, икенсе төрлө башлар өсөн, мине бына ошо яҙмаларым тотоп тора, тигән фекергә килдем.
Учалыға күсеп барғас, эш тапмайым. Көн һайын эҙләйем, һорашам, йә үҙем берәүҙе лә белмәйем, мине лә белгән кеше юҡ. Шулай йөрөй торғас, сентябрҙең 22-һе, тыуған көнөмдә, балаларҙы йоҡлаттым да кухняға сығып ултырҙым. “Ялан сейәһе” тип яҙып ҡуйҙым. 12-лә башлағайным, төнгө сәғәт 3-тә баяғы хикәйәмә нөктә ҡуйҙым. “Башҡортостан” гәзитендә бер нәмәһен дә үҙгәртмәй генә баҫтылар. “Йәш көстәр” альманахында сығарҙылар, отзывтар ҙа булды. Тағы бер нисә хикәйә яҙып ташланым. Аҙаҡ ҡаты ауырып киттем, бер нисә йылым йәшәү менән үлем араһында үтте. Операция көтөп ятҡанда “Айлы төн” хикәйәһе тыуҙы. Хыялымдағы булһа ла тормошто яҙып ҡалайым, аҙаҡ уянмауым да бар бит, тип уйланым. Хәл белергә килеүселәрҙән ошо 5-6 хикәйәмде Яҙыусылар союзына алып барып биреүҙәрен үтендем. Рәшит ағай ул ваҡытта әҙәби консультант булып ултырған. Уҡып сыҡҡан да аптырап ҡалған: был бит әҙер яҙыусы! Ҡыҙ фамилиям торһа, шундуҡ таныр ине, ә бында бер кем дә белмәгән Ғарипова... Нәшриәткә Ноғман ағай Мусинға киткән. “Бына, әҙер яҙыусы! Тик хәле бик ауыр икән, Учалыла йәшәй, башҡа мәғлүмәттәр юҡ”, - тип һөйләп биргән.
Аллаға шөкөр, операция уңышлы үтте, ҡайтып киттем, дүрт айҙан эшкә лә сыҡтым. Бер көн миңә извещение килеп төштө. Аптырап киттем, дауахананан берәй нәмә ебәрҙеләрме икән, тип уйлайым. Хәйҙәр менән почтаға барһаҡ, бандероль тотторҙолар. Эсенән ете бөртөк “Ялан сейәһе” тигән китап килеп сыҡты! Ҙур шатлыҡ булды был минең өсөн! Мостай ағай әйтмешләй, “өйгә генә һыйған байрам - байрам түгел” тип, арыу ғына ашханаға барған булдыҡ (ресторанлыҡ аҡса юҡ бит инде), оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырып ашап ҡайттыҡ.
“Шоңҡар”ҙар: Гонорарын түләнеләрме?
Таңсулпан Ғарипова: Эйе! Әллә ни күп тә булмағандыр инде, һәр хәлдә нимәлер алғанымды хәтерләмәйем.
Аҙаҡ “Күгәрсен йыры” тигән икенсе китабым сыҡты. Союзға алғандарында Мостай ағай: “Таңсулпан Ғарипованың өйрәнеү осоро булманы, ул башҡорт әҙәбиәтенә атылған йондоҙ кеүек килеп инде”, - тине.
Рәшит ағайға, Ноғман ағайға рәхмәтлемен. Рәшит ағай һуңынан белде теге ваҡыт “”Әҙәбиәт” тигән донъяла тағын осрашырбыҙ әле” тип сығып киткән ҡыҙҙың мин икәнен... “Башҡорт хикәйәһенең атаһы мин булһам, әсәһе – һин” тип әйтеп тә йөрөнө аҙаҡ. Ул минең ижадҡа бик иғтибарлы булды.
Мөңрәй-мөңрәй килә Бөйрәкәй...
“Шоңҡар”ҙар: “Бөйрәкәй” пенталогияһының да яҙылыу тарихы уҡыусыларға бик ҡыҙыҡ булыр ине... Шундай күләмле лә, яуаплы ла әҫәргә ҡайһылайыраҡ тотоноп киттегеҙ?
Таңсулпан Ғарипова: Тәүге китаптарға ғәҙәттә ошоға тиклем алған тәьҫораттар, йыйылып килгән донъяуи запасың туплана. “Ялан сейәһе”, “Күгәрсен йыры”, “Ай менән Ҡояш бер генә” тигән китаптар шулай тыуҙы. Ә бына дүртенсеһенә инде һинең запасың кәмей. Күҙәтеүҙәреңдән сығып, художестволы дөйөмләштереүҙәр аша яҙа башлайһың.
Ахун ауылы музейында том-том яҙып ҡалдырылған тарихтар менән танышып ултырғанда, ошондай яҙмаға юлыҡтым. Граждандар һуғышы барған йылдар. Ирле-ҡатынлы йылға аша сығып урманға инеп ҡасырға тейеш була. Балалары шарылдап илай. Ир ҡатындың ҡулына һуғамы, яңылыш төшөп китәме, баланы ташлап китәләр... Яр буйында ятып ҡала бисара. Был ваҡиға мине шул тиклем ныҡ тетрәндерҙе, күңелгә инеп оялап алды ла һис тынғы бирмәне. Ул ваҡытта, уйлап ҡараһаң, бер идеология арҡаһында күпме ғаиләләр икегә бүленә, ата улына, ул атаһына ҡаршы сыға, ғаилә институты, ҡан-бабалар мәктәбе боҙола. Үзбәкстан, Ҡаҙағстан яғына ҡасып китеүселәр ни тиклем! Икенсе фамилияға күсеп, аҙаҡ туғандары менән табыша алмай йөрөгәндәр әллә ни саҡлы. Әгәр шул буржуаз революция менән туҡтаһалар, был ҡан ҡойоштар, Граждандар һуғышы булмаҫ ине бит.
“Бөйрәкәй”гә ниһайәт тотонорға ниндәйҙер кимәлдә өлкән улым Айтуған булышлыҡ итте. Авиация институтына имтихан бирәм тип тороп ҡалғайны, кемдәрҙеңдер өгөтөнә бирелеп, Санкт-Петербургҡа кино институтына барған да ингән! 1991 йыл, ашарға бер нәмә лә юҡ. Талон заманы, эш хаҡы түләмәйҙәр. Шул ваҡытта кем балаһын әллә ҡайҙа уҡырға сығарып ебәрә инде! Киностудияның үҙенең хәле мөшкөлләнде, стипендия түләй алманы. Баламды йәлләп йөрөй торғас, әҙәм көсө еткеһеҙ итеп тейәндем дә Мәскәүҙәге Переделкино ижад йортона сығып киттем. Йәнәһе, Мәскәүгә Петербург яҡын, улым килә лә сумкаларҙы алып ҡайтып китә. Тәүҙә бер нәмә лә яҙылманы. Ҡапыл ғына ижад донъяһына инеп китә алмай йонсоном. Ҡалған ваҡыт эсендә нимәгә өлгөрҙөм, шуны яҙып алып ҡайттым. Айтуғаным мин ҡайтыр көндө килеп, оҙатып тороп ҡалды.
Яҙмамдан өҙөктө Учалы яҙыусылар ойошмаһы сығарған “Өлкәр” журналына бирҙем. Көслө башлана ине ул. Шәңгәрәй, Күкһылыу, Шәһәрбаныуҙың бер утарҙа сусҡа ҡарауы, сусҡаларҙың бәрәстәрен ашауы һүрәтләнә. Бөтә белгәнемде бер әҫәргә һыйҙырырға тырышҡанмын. Шул ерҙәрен уҡығанда күҙҙән йәштәр сыға, ҡалған ерендә илағым да килмәй. Шуға бер ҡайҙа ла бирмәнем, һалып ҡуйҙым.
Өфөгә бер килгәндә Байымов: “Таңсулпан, диссертация яҡлап ҡуй әле, ул кимәлең менән һиңә күп тә кәркмәй бит”, - тине. Ректорға индек, ғариза яҙҙым, 6-сы ятаҡтан ике бүлмә бирергә вәғәҙәләнеләр. Һәм шул ваҡыт Зиннур Йәрмөхәмәтов: “Таңсулпан, Сибайҙа шундай сиҙәм аҡтарыла, ҡайтып үҙеңдең тыуған ереңә хеҙмәт иткең килмәйме?”- тине. Ул ваҡытта филармония, Сулпан театры асылды, Сибайҙың гөрләп күтәрелгән сағы ине. Миңә телевидениела башҡорт редакцияһын асырға тәҡдим итте. Яҙыусылар ойошмаһында ла эш бармауына зарланды. Шулай итеп, мин Сибайға киттем дә барҙым.
Телевидениела башҡорт редакцияһы астым, “Һәпәләк” тигән балалар тапшырыуын да булдырҙым. Эште юлға һалдым, әммә, мине әллә ниндәй карьера эшләргә килгән кеше тип ҡабул иттеләр ҙә, аяҡ салыуҙар, ҡаршылыҡ күрһәтеүҙәр башланды. Был турала Зиннур Йәрмөхәмәтовҡа әйтеүҙе уңайһыҙ күрҙем.
Шул мәлдәрҙә Переделкинола яҙып алып ҡайтҡан яҙмамды йәнә ҡулға алдым һәм ҙур бер романға ерлек әҙерләгәнемде аңланым. Отпуск алдым да ижадҡа тотондом. Ул ваҡытта мин генә эшләйем, Хәйҙәрҙең заказдары юҡ, аҡсаһыҙ. Айтуған бер йыл киностудияла эшләп йөрөнө лә, аҡса түлмәгәстәр, ҡайтып юридик факультетҡа уҡырға инде. Бәләкәйе лә институтта уҡый. Ондо һыуға ғына баҫып, табала бешереп ашап ултырған саҡтар булды. Эсергә әҙерәк сәй бар ине. “Бөйрәкәй”ҙең тәүге өлөшөн ас ултырып яҙҙым шулай. Беренсе өлөшөн тамамлау менән Өфөгә сығып киттем. “Ағиҙел”гә ҡалдырҙым, Китап нәшриәтенә лә бирҙем. Унда хәлемде һөйләп биргәс, сыҡмаған китап өсөн аванс биреп ҡайтарҙылар. Иҫ китмәле байып ҡайтып төштөм мин Өфөнән! 1997 йылда гонорар һәйбәт ине.
Телевидениенан китергә уйлағайным, Зиннур Ғөбәйҙулла улы, йә Яҙыусылар ойошмаһын ҡабул итеп алаһың, йә мин уны бөтөнләй ябам, тигән яңы бурыс йөкмәтте. Ул ваҡытта ойошма театрҙың бер бүлмәһендә урынлашҡайны. Аптырағандан уны ҡабул иттем. Көрәшеп йөрөп мәсет эргәһендә ике бүлмәле офис астырҙым. Ремонт эшләттем, эргә-тирәһен рәткә килтерҙем. Үҙебеҙҙең ун шәхескә таҡтаташ астырҙым. Ойошмаға биш район ҡарай ине, күсмә ултырыштар ҙа үткәрҙек. Ике мәктәптә әҙәби түңәрәк алып барып, уҡыусылар араһында үтә торған ижади бәйгене башлап, традицияға әйләндерҙем. 2016 йылда уның егерменсеһе үтәсәк. Әле лә һүндермәй эшләтеп алып киләм. Бына шулай көнө-төнө эш менән янып йөрөп, “Бөйрәкәй”ҙең дауамын яҙырға мөмкинлек булманы. Алты йыл үткәс кенә, Өфөгә “Ватандаш”ҡа эшкә килеп, бер йыл эшләгәс кенә икенсе өлөшөн яҙҙым. Тағы бер йылдан үҙем эшләп йөрөгән журналда өсөнсөһө донъя күрҙе.
“Шоңҡар”ҙар: Романды яҙғанда тәүлегенә нисәшәр сәғәт эшләнегеҙ?
Таңсулпан Ғарипова: Ғәҙәттә ижад иткән мәлдә көн дә юҡ, төн дә юҡ минең өсөн. Мәҫәлән, “Бөйрәкәй”ҙең икенсе өлөшөн яҙғанда, башта тәүгеһен уҡып сыҡтым, унан бер аҙна буйы уйланып яттым. Үҙемде шул мәлдәрҙә насар тоя инем, шуға ҡот ҡойҙороп, үҙ хәлемә ҡайттым, шунан һуң еңел булып китте. Бер көн торҙом да яҙа башланым. Өлкән улым үҙем менән. Шул арала ул миңә бер һорау бирмәне, ашарға бешерттермәне, хатта кер ҙә йыуҙыртманы. Яҙам-яҙам да ятып китәм, килеп торам да тағы яҙырға ултырам. Һуңғы нөктәне ҡуйғас, эй илайым бит. Айтуған ҡурҡышынан йүгереп килеп сыҡҡан. Ә мин “Үлде! Үлде! Үлде лә ҡуйҙы!” тейем дә илайым. “Кем үлде?!” Баламдың ҡото алынған. “Ат үлде, һарайғыр үлде”, тигәс: “Уф, мин туғандарҙан берәйһе үлдеме тип торам”, - тип еңел тын алды. Һарайғырҙы шул тиклем яратып яҙҙым бит мин. Атайым бәләкәйҙән атҡа һөйөү һеңдереп үҫтергән. Мин уның үлеүен һис теләмәгәйнем. Ниңә уны ярышҡа әҙерләнем, тип үкендем аҙаҡ. Ярышта ҡатнаштырмаһам, яҙмышы икенселәй булыр ине бит уның...
Тәҙрәне асып ебәрҙем. Тышта май айы. “Айтуған, ҡара әле, бынау ҡайындарҙың япраҡтары эреләнгән”, - тим. “Әсәй, ҡайындарҙың япрағы эреләнеү түгел, муйыл сәскә атты бит инде”, - ти улым. Мин яҙырға ултырғанда, хәтерләйем, ҡайындарҙа бөрөләр яңы яралып ҡына килә ине. Айтуған менән паркка сығып киттек. Мин шунда беренсе тапҡыр һауа һулағандай инем. 21 көн тышҡа сыҡмау төрмәнән ҡотолоуға тиң ине. Йә ултырам, йә торам, йә йөрөйөм - донъяны шул тиклем һағынғанмын. Бурыс үтәлгән, күңелем бушанған.
Тәүге өлөшө “Ағиҙел”дә сыҡҡан булһа, хатта журналдың лауреаты итһәләр ҙә, икенсе өлөшөн инде үҙем эшләгән “Ватандаш” журналына бирергә мәжбүр булдым. Үҙем әҙәбиәт бүлеге мөхәррире булғас, прозаға ҡытлыҡ ҙур икәнен белә инем, шуға башҡаса булдыра алманым.
Өсөнсө өлөшөн Учалыла комфортлы шарттарҙа яҙҙым. Профилакторийҙан ике бүлмә биреп ҡуйҙылар. Айтуған ғаиләһе менән хәлде генә белеп китә. Шундай шарттарҙа яҙыусы нимә генә ижад итмәҫ ине! Быныһы ла сыҡты. Халыҡ уҡый. Осрашыуҙарға саҡыра башланылар. Төрлө йөкмәткеле хаттар алам. Һәр береһе геройҙар өсөн көйә, яна, тиҙерәк дауамын уҡырға теләй. Бер китапханала, уҡыусыларға күсермәһен генә уҡырға бирәбеҙ, ә журналды сейфта бикләп тотабыҙ, юҡһа, алып китәләр ҙә ҡулдан-ҡулға китә лә бара, тинеләр.
Шуның менән бөттө тип уйлағайным. Ныҡ ауырып ятам шулай, союздағы йыйылышҡа бара алманым. Мәрйәм апай Бураҡаева инеп сыҡты. “Китабыңды яңынан эшләп сыҡмаһаң, нисек китап итеп сығарырһың икән? Трилогия бит әле...” - тип борсолдо. Таңһылыу Ҡарамышева ла минең өсөн көйҙө. Тәнҡит шул тиклем ҡаты булған, хатта “Башҡорт әҙәбиәтен спид-инфоға әйләндермәйек инде”, тигән һүҙ ҙә яңғыраған. Бер йыл буйы онотҡандарҙыр инде, тик һине һөйләп тормаҫтар, тиһәләр ҙә, икенсе йылына ла йыйылышҡа барманым. Тағы ла хәтәрерәк тәнҡитләйәсәктәрен һиҙә инем. Ә тәнҡит уғата көслө булған. Иншалла, шуларҙың береһен дә үҙем ишетмәнем, Хоҙай һаҡланы... Уйлап ҡараһаң, ике йыл рәттән бер әҫәрҙең тетмәкәйен тетеү ниндәй ижадсы өлөшөнә төшә? Рәхмәт ағай-энегә. Ҙурланылар!
“Шоңҡар”ҙар: Тимәк, ижадсыға ҡайһы бер нәмәне ишетмәү ҙә хәйерле?
Таңсулпан Ғарипова: Хәйерле! Осрашыуҙарға, конференцияларға саҡыра башланылар. Шунда Мәҙинәне, төп геройҙы, кондицияға еткергәнсе яҙыу теләге тыуҙы. Яҙғыһын ял алып, дүртенсеһен яҙырға ултырҙым. Бөтмәне бит! Етмәне Мәҙинә кондицияға. Кешегә ауыр саҡтарында өлгө алырҙай ыңғай герой һәр саҡ кәрәк. Мин көслө ҡатын-ҡыҙ образы тыуҙырырға тейеш инем. Иң ауыр саҡтарымда ҡасандыр үҙем дә “Унесенные ветром”ды уҡып көс алғайным бит.
Әйткәндәй, “Бөйрәкәй”ҙең матбуғатта йыл да баҫылыу осоронда, мәҫәлән, мин берәй вазифа биләп ултырһам, моғайын, ҡаршылыҡ ул дәрәжәлә көслө булмаҫ ине. Ҡул ҡулды йыуа! Ә бит мин шул романды яҙып бөтөр өсөн хатта “Ватандаш” журналынан да киттем. Ҡоро пенсионер булып ҡалдым. Журналда бүлек мөдире булған саҡта ҡәҙерле ҡәләмдәштәрем артыҡ әрһеҙләнергә баҙнат итмәй торғайны бит. Ни генә тимә, ҡулъяҙмаларын тотоп, миңә килә инеләр. Бик рәхмәтлемен уларға! Улар миндә бер ҡасан да булмаған сәмде уятты. Сыныҡтырҙылар ҙа. Ҡоросто ла бит ҡорос итер өсөн бер утҡа, бер һыуға һалалар. Һәр хәлдә мин мине тәнҡитләүселәр менән төрлө “ауырлыҡ категорияһы”ндабыҙ. Был бик мөһим факт. Мәмәйле бала һөймәгә яҡшы, тиҙәр. Мин – нисек бар, шулай.
Ҡалын китап сығарыу ауыр, баҫтырыға аҡса кәрәк тигәстәре, аҡса эҙләп йөрөнөм әле!.. Егерме биш мең алып килгәйнем, береһе лә ҡабул итмәй. Шунда Фәниҙә Исхакова кәңәш бирҙе: “Таңсулпан апай, аҡсаңды банкка һалып тор, береһе лә алмағас, бәлки ул былай ҙа баҫылыр, һораһалар, алыр ҙа бирерһең”. Ысынлап та шулай булды. 2004 йылда донъя күргәйне, шунда уҡ һатылып бөттө. 2006 йылда тағы сығарҙылар. Руссаға тәржемә иттеләр. Шунан китте төрлө ҡалаларҙа ҙур конференциялар үткәреү! Бер ҡышта мине 16 районға саҡырҙылар.
Һәр быуынға Хоҙай үҙ әҙибен ебәрә
“Шоңҡар”ҙар: Башҡорт әҙәбиәтенең бөгөнгөһөн нисек баһалар инегеҙ?
Таңсулпан Ғарипова: Тере процесс, тере организм ул әҙәбиәт. Мин бит театрҙар менән дә эшләйем. Һүрелеп киткән сағы була, йә, берәй режиссер килә лә, уны күккә күтәрә. Һәр быуынға Хоҙай үҙ әҙибен ебәрә. Мин йәш ваҡытта көслө яҙыусылар булды: Ғәли Ибраһимов, Ноғман Мусин, Фәрит Иҫәнғолов, Булат Рафиҡов, Рәшит Солтангәрәев, Динис Бүләков, Әмир Гәрәев. Беҙгә элек улар нисек һаҡсыл ҡараған, беҙ ҙә үҫеп килгән быуынға шундай һаҡсыл ҡарашта булырға тейешбеҙ. Һәр ижадсы үҙенең көсөнә ҡарап ижад итә. Бер кем бер кемде ҡабатлай алмай. Бер кем бер кемдең өлөшөнә инмәй.
“Шоңҡар”ҙар: Быйылғы әҙәбиәт йылы һеҙҙә ниндәй уй-тойғолар уятты?
Таңсулпан Ғарипова: Осрашыуҙарға былай ҙа күп саҡыралар, әммә быйыл бигерәк күп йөрөргә тура килде. Май айына тиклем генә 20 урында осрашыуҙа булғанмын. Әҙәбиәтте әүҙем пропагандалағаның өсөн тип, ни эшләптер рәхмәт хатын өйгә ҡалдырып киткәндәр. Рәсми сараларҙа минең исемем күренмәне, әҙәби нағыштарға саҡырманылар тиһәң дә була, хатта Баймаҡҡа алып барманылар. Сыҡҡан буклеттарҙа ла, сығыштарҙа ла Таңсулпан Ғарипова тигән исем юҡ хәлендә. Тынлыҡ. Әммә халыҡ саҡыра, хөрмәт итә. Баланы имсәктән айырып була әле, ә халыҡты яратҡан китабынан айырыу мөмкин түгел. Һәм ошо әҙәбиәт йылында уҡыусыларыма һөйөнсөм бар: “Бөйрәкәй” тиҙҙән донъя күрәсәк!
“Шоңҡар”ҙар: Ҡотлайбыҙ һәм халыҡ тарафынан яратып ҡабул ителгән китапты көтөп ҡалабыҙ! Таңсулпан апай, һеҙҙеңсә, халыҡ китап уҡыймы?
Таңсулпан Ғарипова: Уҡый. Йәштәр ҙә, ололар ҙа. Зәки Вәлиди китапханаһында 25 “Бөйрәкәй” бар. Ҡайһы бер яҙыусыларҙың китаптары китапхана кәштәһенә һыймай. Минең ҡумта - буш. “Ни эшләп минең китаптарым юҡ ул?” - тип һораным аптырағас. “Сөнки һеҙҙең китаптарығыҙ һәр ваҡыт ҡулда”, - тинеләр. Егерме бише лә туҙған. Ҡайҙа барһам да “ҡасан “Бөйрәкәй” сыға?” тигән һорауҙан ҡотола алмайым. “Һеҙ ниңә уны миңә әйтәһегеҙ, - тим уларға. – Китапты бит нәшриәт сығара, уларға яҙығыҙ”. Баймаҡ районы Билал китапханаһы 60 йәшемә үҙемдең китабымды бүләк итте. Төкөрөкләгәндәр ҙә асҡандар, төкөрөкләгәндәр ҙә асҡандар, шул еренән тишелеп сыҡҡан бахыр китап. Бөрйәндәр, китап нәшриәтенә күрһәтегеҙ тип, ике китап ебәрҙе. Шул хәтлем туҙып, теткеләнеп бөткәйне ул.
“Шоңҡар”ҙар: Конференцияларҙа уҡылған докладтарҙы йыйып бармайһығыҙмы?
Таңсулпан Ғарипова: Юҡ шул... Ә шундай ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ фекерҙәр яңғырай. Конференцияларҙа хәҙер “Буренушка”ны уҡыған урыҫтар ҙа ихлас ҡатнаша. Электрон варианты сығыуы бигерәк уңайлы, әле Чечнянан килде отзывтар, Ҡырым татарҙарынан...
“Шоңҡар”ҙар: Үҙегеҙгә генә хас яҙыу алымдары, ғәҙәттәрегеҙ бармы?
Таңсулпан Ғарипова: һаман ҡулдан яҙам. Хәҙер ҙур яҙыу өҫтәлем дә бар, өйрәнмәгәс, унда бер тапҡыр ҙа яҙышып ултырғаным юҡ. Бәләкәй журнал өҫтәлемдә уңайлыраҡ тоям үҙемде.
“Шоңҡар”ҙар: Әҫәрҙәрегеҙҙә яҙмыштар бигерәк аяныслы...
Таңсулпан Ғарипова: Әгәр ҡараңғылыҡ булмаһа, яҡтылыҡ та булмаҫ ине. Донъя һәр ике нәмәнең нисбәтенән тора. Ҡаршылыҡтар ни тиклем күберәк булһа, уларҙы еңеп сығырға теләк тә шул тиклем көслөрәк. Ауырлыҡтарҙы үтеү һине сыныҡтыра. Әгәр шулай булмаһа, Мәҙинә ҡайҙан көс йыйыр ине? Хәҙер ҡайҙа ғына барһам да, апай, мин бит һинең Мәҙинәң, тигән һүҙҙәрҙе ишетәм. Күпме ҡатын уны үҙенә өлгө итеп ҡабул иткән. Шуға мин маҡсатыма ирештем тип уйлайым. Мәҙинәне кондицияға еткерәм ти торғас, пенталогия килеп сыҡты ла инде. Переделкинола яҙып алып ҡайтҡан тезистар, баҡһаң, “Конспект к роману” булған.
“Шоңҡар”ҙар: Теге ваҡыт дауаханала “Айлы төн”дө яҙғанда былай булып китер тип уйламағанһығыҙҙыр ҙа әле?
Таңсулпан Ғарипова: Мин унда ғөмүмән йәшәү тураһында уйлай алманым. Мин, йәшәү ошолай булырға тейеш, тип яҙып ҡалдырырға тырыштым. Әмир Әминев тарафынан классик әҫәр тигән ҙур баһа ла алғайным, “Ағиҙел”дең лауреаты булдым. Хикәйә булараҡ, ул хикәйә жанрының бөтә талаптарына яуап бирә. Ә бына тәүге хикәйәләрем уҡымлы булһа ла, ҡайҙа етешһеҙлеге бар икәнен беләм. Һәр ижадсының күңелендә критик ултыра. Драматургияла эшләүем ижадымда ныҡ ярҙам итә. Проза уҡымлы булһын өсөн, һин драматург булырға тейешһең. Ә драмаң уңышлы булһын тиһәң, прозаик икәнеңде оноторға мәжбүрһең. Драма – антипроза.
Әле яңыраҡ интернет аша бер ҡыҙ повесын ебәрҙе. Бәләкәй генә бер повеста өс үлем, шуларҙың береһе лә аҡланмаған, береһендә лә психологик дөрөҫлөк юҡ. Достоевский бер кешенең үлемен тасуирлар өсөн тотош роман яҙған. Ә теге автор өс кешене үлтерә, әммә улар менән күҙгә күҙ ҡарашып һөйләшмәгән дә, бәрелешмәгән дә. Һиңә күберәк уҡырға кәрәк, тип кәңәш иткәс, мин үҙем рус әҙәбиәтенән уҡытам, тип ҡуйҙы. Уҡытыусы булып балаларға өйрәтеү бер, ә яҙыусыны остаз итеп алып, үҙең өсөн унан өйрәнеп уҡыу икенсе мәсьәлә. Күптәр ниндәйҙер ваҡиғаны бәйән итеп сығыуҙы әҫәр яҙыу тип уйлай. Яҙыусының эше – характер тыуҙырыу. Характер иһә ваҡиғаларҙы үҙе тыуҙыра. Көслө характер әҫәрҙә өйөрмә яһай. Ул бында килде, тегендә барҙы, улай тине, былай тип әйтте, тип һанап ҡына сыҡҡан әйбер художестволы әҫәр була алмай. Сюжеттың ҡыҙыҡ булыуы ғына әйберҙе жанр итә алмай. Яҙыусы булыр өсөн үҙ өҫтөңдә бик ныҡ эшләргә кәрәк. Ғөмәүмән, яҙыусы ғүмер буйы өйрәнергә, үҙен ғүмер баҡый шәкерт итеп хис итергә тейеш.
Мостай Кәрим минең аллам булһа, Сыңғыҙ Айтматов - муллам, ти торғайным. Мостайҙан мин донъяға фәлсәфәүи ҡарарға өйрәндем. Кешеләр араһындағы ябай мөнәсәбәттәрҙе яҙһа ла, уны мәңгелек темаларға алып барып олғашытырып ҡуя бит! Ни өсөн Сыңғыҙ Айтматовмы? Минең әҫәрҙәрем дә лирик проза. Элек яҙған хикәйәләрем ваҡыты-ваҡыты менән рифмалашып килә ине хатта. Айтматов әҫәрҙәренең стиле миңә үтә лә яҡын.
“Шоңҡар”ҙар: Ике баланың эттән ашалыуы ысын булған хәлме ул?
Таңсулпан Ғарипова: Эттән ашалманы улар. Был хәл Баймаҡта булды. Ике ҡыҙ бала юғала. Әсәләре эсергә ярата. Ҡыҙҙарҙы эҙләйҙәр, таба алмайҙар. Шуныһы ғәжәп: туфлиҙары өйҙә ултыра. Бер көн милицияла эшләгән кейәүемдән шул ҡыҙҙарҙың яҙмышын һорай ҡуйҙым. “Уны күршеләре үлтергән бит”, - тине. Күрше ҡыҙҙы эскән башы менән көсләй. Икенсеһе килеп инеп хәлде күргәс, урам буйлап тажылдап сығып йүгерә. Был уны ҡыуып етеп, нимә менәндер һуғып үлтерә. Урамында түтәл ҡаҙып күмә лә, ҡыяр сәсеп ҡуя. Үҙе тиҙ генә бер документты подделывать итеп, бер йылға төрмәгә ултыра. Шунда берәүгә яңлыштан ғына әйтеп ысыҡындырған. Ихсанбайҙың түтәл эшләп, балаларҙы күмеп ҡуйыуы ана шунан.
“Шоңҡар”ҙар: Геройҙарығыҙҙың үҙегеҙҙе тәрбиәләгәне бармы?
Таңсулпан Ғарипова: Мин геройҙарым башҡаларҙы тәрбиәләһен өсөн яҙам. Башҡа әҫәрҙәрҙең геройҙары тәрбиәләгәне бар. Шулай ҙа миңә, һин үҙең Барсынһылыу, тигәндәре булды. Тәбиғәтем менән ҡаты түгелмен мин, илап ҡына барам. Ә Барсынһылыу кеүек образ тыуҙырғанмын икән, үҙеңдән көслөрәк булырға кәрәк. Ҡасандыр мин йәнемдән артыҡ яратҡан кешемде ташларға көс таптым, сөнки мөхәббәтемдең ҡолона әйләнергә теләмәнем Кәрәк саҡта тойғоңа ауыҙлыҡ кейҙермәй ҙә булмай бит...
“Шоңҡар”ҙар: Шулай ҙа һеҙ яҙмышығыҙҙа барыбер ҙә ҡол булғанһығыҙ...
Таңсулпан Ғарипова: Мин халҡыма хеҙмәт иттем. Сибайҙа беҙ күпме яҙыусыға һәйкәл астыҡ! Салауат Юлаев, һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Бииешва, Зәки Вәлиди, Мөхәмәтшә Буранғолов, Шәйехзада Бабич һәм башҡалар. Хәйҙәргә был эште бер үҙенә генә атҡарып сығарыу бик ҡыйынға тура килер ине. Ана, Сибай сәсәнде икенсе кеше эшләп ҡуйҙы, уныһы бөтөнләй икенсе төрлө бит. Һәйкәл ҡойоу ул балсыҡты һылап ҡуйыу ғына түгел. Балсыҡты карьерҙан алып килгәндән алып усыңа һалып, уны ҡомдан таҙарта башлайһың. Ул пластилин хәленә етергә тейеш. Һындарҙы эшләгәндә арҡыс-торҡос ҡуйылған йөҙ-ике-өс йөҙләгән “крест”ың һәр береһен ҡырып йыуа башлаһаң ғына ла күпме ваҡыт талап ителә. Форманы алғас, бик ентекләп йыуаһың, аҙаҡ буяйһың. Бөтөн ана шундай эштәр минең һәм малайҙарҙың елкәһенә төштө. Кемгәлер түләргә аҡса юҡ. Хәйҙәрҙең эшләгән скульптураларының һәр йомарлам балсығы минең ҡул аша үтте тиһәм, “нисек инде, һин скульптормы ни?” тип аптырайҙар. Һәйкәлде постаментҡа ҡуйғансы эштәр – ҡара эш, бысраҡ, ауыр хеҙмәт.
Хәҙер артҡа әйләнеп ҡарайым да, халыҡ өсөн күпме эш эшләнгән! Күп ваҡыт ике-өс урында хеҙмәт итергә тура килгән. Бына шулай ҡырҡҡа өҙгөләнеп, байтаҡ әҫәрҙәрем яҙылмай тороп ҡалды. Суйында ҡуҙ һүндергән кеүек күрәм мин уны. Мейестән алғас, ялҡынланып торған ҡуҙҙарҙың өҫтөнә таба ҡаплайһың. Иртәнсәк асып ҡараһаң, ҡап-ҡар күмерҙәр генә ята... Минең дә күп идеяларым бына шулай һүнде, һүрелде.
“Шоңҡар”ҙар: Күмергә яңынан ҡуҙ һалһаң, ҡуҙғып китә бит ул.
Таңсулпан Ғарипова: Ҡуҙғый, әммә бер төшкән һыуға ике тапҡыр инеп булмай...
“Шоңҡар”ҙар: Иң яратҡан берәй йырығыҙҙы йырлап ишеттерегеҙ әле?
Таңсулпан Ғарипова: Халыҡ йырҙарын ныҡ яратһам да, үпкәмә операция яһалыу арҡаһында кинәнеп йырлай алмайым. Шулай ҙа тырыштырып ҡарармын:
Парлап та ғына парлап ат ектергән,
Ҡайһы илдәрҙән килгән был түрә.
Был түрәлек һиңә бирлегәндер, һай түрәкәй.
Аҡыл-фиғелдәрең камилға күрә.
Атайымдың репертуарынан был йыр. Ғөмүмән, Хизбулла йыраусы ҡыҙы булыу менән дә, ауылдың тәүге мөғәллимәһе ҡыҙы булыу менән дә ғорурланып йәшәйем, үҙемде уларҙың эшен, өмөт-хыялдарын дауам итеүсе зат итеп тоям. Шуның менән бәхетлемен. Минең йәшәүем үҙемдең балаларым, ейәндәрем өсөн бер маяҡ булһа, тағы ла бәхетлерәк булыр инем.

“Шоңҡар”ҙар: Беҙҙең һөйләшеү дүрт сәғәткә һуҙылды, ә күп һорауҙарыбыҙ бирелмәй ҡалды барыбер... Ваҡыт табып беҙгә ҡунаҡҡа килгәнегеҙ, ошондай йәнле, ҡыҙыҡлы әңгәмә ойоштороп ебәргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Таңсулпан апай! Яңы 2016 йыл һеҙгә тик ҡыуаныстар һәм шатлыҡлы хәбәрҙәр генә алып килһен!