Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта – алдынғы ҡарашлы, тос фекерле, башҡорт-рус-инглиз телдәрендә иркен аралашҡан, Европа илдәрен һәм элекке совет республикаларын гиҙеп сыҡҡан, милләте тип янған, ата-бабаларҙың традицион шөғөлдәрен тергеҙеү менән янып йәшәгән замана башҡорто – Денис Өмөтбаев.
“Шоңҡар”ҙар. Денис, самауыр һүҙен ишеткәс, күҙ алдыңа нимә баҫа?
Денис. Әлбиттә ауыл, өләсәйемдең ҡыҫтай-ҡыҫтай самауыр сәйе менән һыйлағаны. Өйҙә генә түгел, бесәндә лә самауыр сәйе эсә инек.
“Шоңҡар”ҙар. Өләсәйеңә ҡунаҡҡа йыш ҡайта торғайныңмы?
Денис. Эйе, хатта бер йыл тирәһе Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында Әсмә өләсәйем менән Миңлеғәле олатайымда йәшәнем.
Әсәйем менән атайым комсомол путевкаһы менән Красноярск өлкәһенә яңы тормош төҙөргә барғанда табышып, өйләнешкән, апайым менән мин шунда тыуғанбыҙ. Миңә өс йәш тирәһендә Сибайға күсеп ҡайттыҡ. Хәммәт ҡартатайым яңғыҙ тороп ҡалғас, атайым – кинйә малай булараҡ, уның янында булыуҙы бурысы һанаған. Балалар баҡсаһында урын булмағас, мине ауылға ебәреп торғандар. Әсәйем ике аҙнаға бер килә торғайны. Ул киткәндән һуң һағыныуым үтә лә ныҡ көсәйгәне иҫемдә. Сибайға ҡасырға ла йөрөгәнмен хатта, автобустан төшөрөп алып ҡалғандар. Попуткаға ла сығып торғанмын...
“Шоңҡар”ҙар. Телең башҡортса асылғанмы?
Денис. Башҡортса аңлаһам да, русса һөйләшкәнмен. Һүҙҙәрҙе туған телемдә әйтергә өләсәйем өйрәтте. Аҙаҡ, Сибайға ҡайтҡас, ололар менән генә башҡортса һөйләшеп йөрөгәнем хәтеремдә, сөнки башҡорт телен оло кешеләрҙең теле һымаҡ ҡабул итә инем...
Денис. Әгәр әңгәмәсем үҙ телендә аралашырға риза икән, башҡортса һөйләшәм. Сибайҙағы 13-сө башҡорт мәктәбендә (хәҙерге Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы), өлкән кластарҙы Өфөләге Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыуым телде төптән өйрәнергә булышлыҡ итте. Ә инде аңлап та, туған телендә әйтә алмағандарға ҡулайлашырға тура килә. Бигерәк тә йәштәр араһында саф башҡортса һөйләшкәндәр һирәк.
“Шоңҡар”ҙар. Йәштәр араһында башҡортса һөйләшеүселәр ысынлап та әҙәйә барамы, әллә шулай ҙа туған теленә хөрмәт күрһәткәндәр күпме?
Денис. Ниндәйҙер эҙләнеүҙәр алып бармағас, әйтә алмайым. Әммә шуны беләм: телде өйрәнергә теләһәң, Хоҙай һине шул мөхиткә үҙе индерәсәк һәм эргә-тирәңдә шул телдә һөйләшкән кешеләр күбәйәсәк. Бер заман хатта уға барыһы ла йә башҡортса, йә русса ғына һөйләшә кеүек тойолоп китәсәк. Быны үҙемдең миҫалымдан алып әйтәм. Бер нисә йыл элек мине тик урыҫ телле кешеләр уратып алған ине. Ә бына һуңғы йылдарҙа рухи яҡтан үҙгәрештәр кисерҙем. Ғаилә тарихы менән ҡыҙыҡһына башланым, күңелем менән туған телемә, халҡыма тартылыу һиҙелде.
Көнөнә бер һыйырҙан – 100 литр
“Шоңҡар”ҙар. Инглиз телен дә яҡшы беләһең, ул мөхиткә нисек барып индең?
Денис. Академияла уҡығанда. 2003 йылда Троицк ҡалаһының Урал дәүләт ветеринария медицинаһы академияһына (хәҙерге Көньяҡ Урал дәүләт аграр университеты) уҡырға индем. Дөрөҫөн әйткәндә, минең үҙебеҙҙәге нефть-техник университетының төҙөлөш факультетына барғым килгәйне, математиканан имтиханды насарыраҡ биреү сәбәпле, инә алманым. Ҡайҙа булһа ла уҡый торорға кәрәк тип, үҙем өсөн иң ҡыҙыҡ булмаған һөнәрҙәр араһынан иң ҡыҙығын һайланым шулай. Әммә, ветеринар тиһәм дә, ул бесәй менән эттәрҙе генә дауалау түгел бит, беренсе курста уҡығанда уҡ йылҡысылыҡҡа ҡыҙыҡһыныуым артты. Бирелгән мөмкинлектәрҙе файҙаланып, уҡыуҙы тамамларға, ҙурыраҡ тәжрибә алырға тигән маҡсат менән тырышып уҡып алып киттем. IV курстан һуң ярты йылға Англияға, V курстан һуң Швецияға барып ҡайттым. Мин уҡыған был уҡыу йорто студенттарын сит илгә тәжрибә уртаҡлашырға ебәрә торғайны шулай. Диплом буйынса эшләмәһәм дә, алған белемемдең файҙаһы тейҙе – оҙаҡ ҡына ветеринария препараттарын һатыу эшен алып барҙым.
“Шоңҡар”ҙар. Ҡыҙыҡ, Англияла, Швецияла нимә менән шөғөлләндең?
Денис. Англияла үҫенте фермаларында эшләнек. Инглиз телен нығытыу ине маҡсатым. Төрлө илдәрҙән 800 эшсе йыйылғайныҡ, һәр береһе үҙ телендә һөйләшә, аралашыу-аңлашыу бик ҡыҙыҡ барҙы.
Швецияға барғанда 500 баш һыйыр малы тотҡан ҙур ғына хужалыҡта эшләнем. Яртыһы – һауын, яртыһы тана малы. Шундай ҙур хужалыҡты 7–8 генә кеше алып бара. Эш тәртибе бөтөнләй икенсе төрлө ҡоролған. Мәҫәлән, унда һәр һыйырға айырым аппарат ҡуйып һауып, һөтөн күнәкләп ташып йөрөмәйҙәр. 20 һыйырҙы индерәләр ҙә бөтәһен бер юлы ғына һауып сығаралар. 250 һыйырҙы һауырға сәғәт-сәғәт ярым ваҡыт үтә. Ашатыу рәте лә икенсе төрлө. Ҡырға сығарһаң, үләнгә эйелеп тә ҡарамай һыйыр, үҫеп ултырған үләнде ашарға кәрәк икәнен белмәй ул. Баланслы аҙыҡ, йәғни силос менән туҡлана ундағы һыйырҙар. Силосҡа картуфын да, фуражын да һалып ебәрәләр. Шулай ашатҡанда һыйырҙың һөтө күберәк була. Биохимик килеп, малға ниндәй витаминдар етмәгәнен билдәләп, рацион төҙөп китә. Бер һыйырҙан көнөнә 3 тапҡыр һауып, 100 литрҙан ашыу һөт ала инеләр. Бер һауғанда 35 литр. Өс биҙрә. Миңә ҡыҙыҡ та, аптыраҡ та ине, фото-видеоларға ла төшөрөп алдым. Уларҙың хужалығында көнөнә генә алты тонна һөт һауып алынһа, беҙҙә ошо алты тоннаға өлгәшер өсөн күпме кеше йонсой.
Инглиз телендә генә аралашырға тура килгәнлектән, телемде һәйбәт нығытып ҡайта алдым. Шунан һуң башҡа илдәргә барырға, сәйәхәт итергә, ер күрергә ҡыҙыҡһыныу тыуҙы.
“Шоңҡар”ҙар. Был тәжрибә уртаҡлашыу программаһы буйынса теләгән студент бара аламы, әллә академия үҙе һайлап ебәрә инеме?
Денис. Кем теләк белдерә, шуларҙы университет үҙе ебәрә. Әлбиттә, теләктән тыш үҙенә күрә имтихан да бирергә кәрәк. Мин барғанда, мәҫәлән, 50–60 кешенең 20-гә яҡыны һынауҙы уңышлы үтте. Документтарҙы әҙерләү, виза юллау, билеттар йүнләү буйынса халыҡ-ара бүлек шөғөлләнде. Беҙ аҡса ғына тапшырҙыҡ.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙҙе эшләтеүҙән шведтарға ниндәй файҙа бар ине һуң?
Денис. Унда ауыл хужалығы секторына ярҙам күрһәтеү буйынса Халыҡ-ара тәжрибә программаһы эшләй. Был ойошма тәжрибә алырға теләгәндәрҙе эҙләү менән шөғөлләнә. Уларҙы үҙҙәренең фермерҙарына сезонға ярҙамсы һымаҡ тәҡдим итәләр. Фермерға – ярҙамсы, килгән кешегә – тәжрибә. Студенттарға Швециялағы минималь эш хаҡының яртыһын түләйҙәр. Тағы ярты йылға ҡалһаң, 75 процент, артабан да эшләргә теләһәң, 100 процент итеп түләйҙәр. Иң күбе йыл ярым эшләргә мөмкин. Ә урындағы шведты эшкә алһа, уға тәүҙән үк 100 процент хеҙмәт хаҡы түләргә тейеш була.
“Шоңҡар”ҙар. Ә һинең унда ҡалғың килмәнеме?
Денис. Миңә диплом яҙырға кәрәк ине. Кешегә булған мөнәсәбәтте, айырмаларҙы ишетеп кенә түгел, күреп тә белгәс, аҙаҡ кире барырғамы икән әллә, тип уйлап та йөрөгәйнем, күрәһең, уйҙарым нигеҙле булмаған. Сөнки әлеге мәлдә мин бында. Европа илдәрендә, әлбиттә, йәшәү кимәле бик юғары, тик барыбер минең тыуған ерем – Башҡортостан. Үҙ илемдә йәшәгем килә.
“Шоңҡар”ҙар. Унда алған тәжрибәне беҙҙә ҡулланып буламы?
Денис. Әлбиттә, була. Тик бер генә кеше яңыса фекер йөрөтөп, ҙур нәмәләр ҡыйрата алмай. Уның өсөн ауыл хужалығындағы барыһының да ҡарашын үҙгәртергә кәрәк. Халыҡ әле һаман колхоздарҙың юҡҡа сығыуын әсенеп телгә ала. Ҡалайтаһың, ул колхоздар хәҙер юҡ. Кире тергеҙеп, 50 һыйыр йөрөгән хужалыҡта 20 кеше эшләтеүҙән ни файҙа? Уны ике кеше лә ҡарай ала. Ошоно һаман аңлап етә алмайбыҙ.
Бәлки, киләсәктә ауыл ерҙәренән сыҡҡан балаларҙы тәжрибә уртаҡлашырға сит илдәргә ебәрергә мөмкинлек тыуыр, тигән уйҙан сығып, былтыр үҙебеҙҙең аграр университеты менән был турала һөйләшеү ҙә булды. Швециялағы ойошмаға хат яҙғайным, яуап юҡ әле. Эште нисек итеп башҡарырға була икәнен күреп ҡайтырҙар, аңдары үҙгәрер ине. Яңы мөмкинселектәрҙе күрер өсөн үҙең ултырған йылы мөйөштән сығырға кәрәк тәүҙә. Эҙләнеү өсөн булһа ла.
Ситлектә күктән нимәлер көтмәйек әле, зинһар
“Шоңҡар”ҙар. Сит илдәргә барып ҡайтыу һине үҙгәрттеме? Әллә һин алдан да алдынғы ҡарашлы инеңме?
Денис. Сит илдәргә йөрөмәгән булһам, бөгөнгө кеүек фекер йөрөтә алмаҫ инем. Уҡырғамы, эшкәме тип ҡалаларға сығып киткәндәрҙең тормошҡа ҡарашы башҡаларҙыҡынан ныҡ айырыла. Тыуғандан алып бер ерҙә генә йәшәп, үҙ ҡаҙанында ҡайнағандар шул сиктәрҙән артыҡ үҫешә алмай. Ситлекте алайыҡ. Бәләкәй ситлектең бер осонан икенсеһенә етер өсөн ҡош, бәлки, өс тапҡыр ҡанат ҡағалыр. Тимәк, ҡанат быуындары шул тиклем генә нығына. Әгәр ситлек ҙур булып, ҡош 100 тапҡыр ҡанат ҡаға алһа, тимәк, ҡанаттары ла шул сама нығына. Кеше офоҡтарын ни тиклем йырағайта һәм шул офоҡҡа ынтыла, уның үҫеш кимәле лә шул араға тиң буласаҡ. Ауыл кешеһенә ике ауыл араһы ла алыҫ тойола, ошондай уй булмаһын өсөн, бәләкәй араларға булһа ла йөрөп торорға кәрәк. Юҡһа кешенең аң даирәһе нисек итеп үҫешһен?!
Ә сит илдәрҙә ауыл менән ҡала кешеһе араһында упҡын ҙур түгел. Ауыл халҡы менән аралашыу ҡыҙығыраҡ та. Уларҙың 10–15 саҡрым арауығында магазиндары ла, мәктәптәре лә булмауы ихтимал. Уҡырға балаларҙы мәктәп автобусы йөрөтә. Беҙҙә лә ауылдарҙы бөтөрәләр, мәктәптәрҙе ябалар, тип күп ишетәм. Әлбиттә, был ҡыуандырмай. Гөрләп торған ауыл булһа, мәктәп ябылмаҫ ине. Ә ауылды һаҡлап ҡалыр өсөн уның халҡы нимәләр эшләй һуң? Иң ҙур хата шул: кеше һаман кемдәндер нимәлер көтә. Совет заманында, әлбиттә, эше лә, фатиры ла булған. Тырыштары юғары уҡыу йортона ингән, үҙенә артыҡ талапсан түгелдәре ПТУ, СПТУ менән сикләнгән. Хөкүмәттең беҙгә бурыслы булмағанына 30 йыл булып килә. Беҙ генә бурыслы. Тәү сиратта үҙебеҙгә үҙебеҙ. Ситлектә күктән нимәлер көтмәйек әле, зинһар.
“Шоңҡар”ҙар. Нисек офоҡтарҙы киңәйтергә, мөмкинлектәрҙе арттырырға? Ҡайҙалыр барам тиһәң, мәсьәлә аҡсаға бара ла терәлә бит...
Денис. Ҡайҙалыр барып ҡайтыу ҙур сығымдар талап итә, тип уйлай торғайным мин дә. Күп кенә сығып та китә ине. Әлбиттә, күберәк аҡса түләп, уңайлы шарттарҙа йөрөп ҡайтыу һәйбәт, әммә мөмкинлегең юҡ, ә сәйәхәт итергә, донъя күрергә теләгең көслө икән, башҡа юлдарын эҙләргә кәрәк. Сәйәхәт итеүҙә аң даирәһен үҫтереүсе һәм ҡиммәт булмаған ысул бар, ул – мосафирлыҡ. Йәйәү сығырға мөмкин, велосипед, мотоцикл, автостоп менән йә булмаһа.
“Шоңҡар”ҙар. Ҡурҡыныс түгелме һуң?
Денис. Был һорауға, ғәҙәттә, мин былай яуап бирәм: ҡайһы ваҡыт юл аша сығып икмәккә барыу ҙа ҡурҡыныс. Хәүеф, бәлки, арталыр. Шулай ҙа күп нәмә кешенең ниәтенән тора тип уйлайым. Изге ниәт менән йөрөгәндәр ҙур бәләләргә һирәк эләгә. Насар уйлы кешеләр ниндәйҙер хәлдәргә эләгеп, аҙаҡтан һөйләп йөрөйҙәр.
“Шоңҡар”ҙар. Ә һинең ҡурҡыныс хәлдәргә тарығаның булдымы?
“Шоңҡар”ҙар. Һәр ваҡыт изге ниәт менән сығаһың инде?
Денис. Был, ысынлап та, шулай.
Автостоп менән ҡыҙҙарға йөрөү ҡурҡынысыраҡ. Һине ҡайҙа бәлә һағалап торорон белеп булмай бит. Ә егеттәргә – мөмкин. Парлыларға яҡшы. Юлда торған мосафирҙы йыш ултыртып алалар, аҡса һорамайҙар, уларҙың үҙҙәренә лә һөйләшеп барыу, нимәлер тыңлау, үҙенең уйҙары менән уртаҡлашыу ҡыҙыҡ. Отель-ҡунаҡханалар ҡиммәт булһа, хостелдарҙа (мосафирхана тип атайым мин уларҙы) туҡтарға мөмкин. Урынына һәм кимәленә ҡарап, 100 һумға ла, 500-гә лә йоҡлап сыҡҡаным бар.
Йәнә ҡыҙыҡлы бер ысул бар – урындағы кешеләрҙә туҡтау. Сәйәхәтселәр өсөн төрлө социаль селтәрҙәр бар бөгөн. Кем икәнеңде, ҡайҙа барғаныңды аңлатып, ҡунырға урын эҙләйһең. Күптәр ҡаршы алып, ҡунаҡ итеп, ҡундырып, оҙатып ебәрә. Был ысулды көрсөккә тиклем белмәй инем, сөнки элегерәк ресторандарҙа ашау, ҡунаҡханаларҙа туҡтау ябай күренеш ине. Ә бына Европаға барғанда көрсөк мәленә тура килдек. Евро ҡиммәт, хаҡтар икеләтә артты. Ярты юлда һиҙелә башланы был сәйәхәттең кеҫәне ныҡ ҡына бушата икәне. Берәүебеҙ ҡайтып китте, икәү ҡалдыҡ. Шул мәлдә сығымдарҙы кәметеү, мәғәнәһеҙ аҡса туҙҙырыуҙан баш тартыу тураһында уйлана башланым, ябайыраҡ ысулдар эҙләнем. Германияла Дюсельдорф тигән ҡала үтә ҡиммәтле булып сыҡты. Ҡунаҡханалар яҡын барырлыҡ булмағанғамы, хостелдарҙа ла урындар юҡ ине. Сайт аша ҡуныр урын эҙләй башланым. Немец егете менән танышып, аралашып киттек. Ниндәй маҡсаттар менән йөрөгәнебеҙҙе аңлатып, ҡыйынлыҡтар килтермәҫебеҙгә ышандырҙым тегене. Уның йортонда ике көн булдыҡ, бер-беребеҙҙән яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалды. Яҡшы уй, изге ниәт менән йөрөһәң, барыһы ла уң килеп тора ул.
“Шоңҡар”ҙар. Ниндәй илдәрҙе күреп өлгөрҙөң?
Денис. Элекке совет республикаларының барыһын да тиерлек йөрөп сыҡтым. Ҡаҙағстанда – ике, Ҡырғыҙстанда өс тапҡыр булдым, Үзбәкстанды, Кавказ илдәрен – Грузияны, Әрмәнстанды, Әзербайжанды күрҙем. Европала Англия, Финляндия, Швеция, Германия, Польша, Австрия, Чехия, Словакия, Нидерландтар, Белорусия, Украина буйлап йөрөнөм, Быйыл “Салауат Юлаев һәйкәленән – Сыңғыҙхан һәйкәленә тиклем” девизы менән Монголияла йөрөп ҡайттыҡ. Һиндостанда ике тапҡыр булдым.
“Атаң барҙа ир таны, атың барҙа ер таны” тиҙәр бит беҙҙә, мин хәҙер үҙемде ана шул ер танып йөрөгән ир кеүек ҡабул итәм. Атың бар икән, тимәк, ҡайҙалыр сығып китергә мөмкинлегең бар, тимәк, быны файҙаланырға кәрәк.
“Шоңҡар”ҙар. Тағы ҡайҙарға барырға ниәтләйһең?
Денис. Албания, Хорватия, Венгрия илдәрен күргем килә. Мөмкинлек килеп сыҡһа, бәлки, сығып та китермен. Ул яҡтарға мотоцикл менән барырға хыялланам.
“Шоңҡар”ҙар. Сит ил халҡы үҙенең милли ашын тәҡдим итһә, теләмәгән саҡтарыңда ла ашарға мәжбүр булаһыңмы?
Денис. Мин һайлансыҡ түгел, нимә бирһәләр ҙә, ауыҙ итәм. Был да бит үҙенә күрә эҙләнеү, өйрәнеү. Туҡланыу яғынан һуңғы бер нисә йылда ҡарашым үҙгәрҙе: ит ашауҙан баш тарттым, шуға ит кенә булған ерҙә ҡатмарлыраҡ. Шарттар булмаған урындарҙа йөрөгәндә үҙебеҙ бешеренәбеҙ. Палатка ҡорабыҙ, газ плитәләребеҙ ҙә бар, запас аҙығыбыҙ үҙебеҙ менән.
“Шоңҡар”ҙар. Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы, тиҙәр беҙҙә. Ишетеп-белеүебеҙсә, үҙең дә Америка ҡунағын ҡаршы алып, йәмле Бөрйән районына алып ҡайтып ҡунаҡ иткәнһең? Ул да һине социаль селтәрҙәр аша таптымы?
Денис. Лос-Анджелеста йәшәгән режиссер һәм фотограф Уайт Моо исемле егет ине ул. Рудольф Нуриев тураһындағы яҙмаларҙы уҡып, Рәсәй илендә Башҡортостан Республикаһы бар икәнен һәм унда үҙенсәлекле башҡорт халҡы йәшәгәнен белеп ҡалғас, был ергә барып, халҡы менән танышып ҡайтырға теләй. “Бәйләнештә” селтәре аша Уайт Моо тәүҙә Өфөләге инглиз телен өйрәнеүселәр төркөмөнә мөрәжәғәт итә. Бер нисә кеше арҡылы был тәҡдим миңә килеп етте. Ҡунағыма тыуған илебеҙҙең матурлығын күрһәтеү, уның күңелендә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырыу маҡсатын тормошҡа ашырырға күркәм Бөрйән ерен һайланым һәм сәфәребеҙҙе Әтек ауылынан башланыҡ. Мин унда Алдар батыр эҙҙәренән йөрөгәндә булып киткәйнем.
“Шоңҡар”ҙар. Башҡорттар оятҡа ҡалдырыр, тигән шик булманымы күңелеңдә?
Денис. Юҡ, ундай шик тыуыр булһа, ул егеттең юлы миңә төшмәҫ ине. Киреһенсә, үҙебеҙҙең халыҡтың эскерһеҙлегенә, йомартлылығына, киң күңеллелегенә һоҡланыу, ғорурлыҡ хисе артты ғына. Ғаиләләрҙә туҡтаныҡ. Берәйһенең ишеген шаҡыйбыҙ ҙа, ниндәй ниәт менән йөрөүебеҙҙе әйтәбеҙ. Башҡорт халҡына хас булғанса, улар беҙҙе түргә саҡыра, сәй ҡуйып ебәрә. Өҫтәлдәге тәбиғи һыйға аптыраны ҡунаҡ. Беҙҙең өсөн мейестә бешкән икмәк, эремсек, ит-картуф, бишбармаҡ ҡәҙимге, көн дә ашаған ризыҡ – быға бер кем дә аптырамай. Ә Америка егете ҡунаҡ табыны кеүек ҡабул итте. “Көн дә шулай ашайһығыҙмы, әллә беҙ килгән өсөн шулай әҙерләнгәндәрме?” – тип һорап та ҡуйҙы. “Көн дә шулай, – тип көләм. Унан өҫтәп ҡуям: – Беҙҙең килерҙе белмәгәс, улар әҙерләнмәгән, алдан хәбәр иткән булһаҡ, иҫең китер ине”. Ҡунаҡ аптырап башын сайҡай. Улар үҙҙәре пицца, сэндвич һымаҡ ҡоро-һары менән һыйлана ла, тамаҡтары туҡ. Кешеләр менән аралашып, һөйләшкән һайын үҙе өсөн яңы нәмә алып, башҡорт халҡының көнкүреше менән танышып, ихласлығына һоҡланып, әйтеп бөткөһөҙ тәьҫораттар алып, бик ҡәнәғәт ҡайтып китте Америка ҡунағы.
“Шоңҡар”ҙар. Тимәк, Башҡортостанды сит илдәрҙә бик белеп бөтмәйҙәр инде?
Денис. Ысынлап та, шулай. Күп ерҙәрҙә, бигерәк тә көнбайыш илдәрендә, Рәсәйҙе ҙур ил, унда урыҫтар ғына йәшәй, башҡа милләттәр юҡ тип белә. Үҙем менән гел: “Көньяҡ Уралда үҙенең тарихы, мәҙәниәте, моңло телле башҡорт милләте йәшәгән Башҡортостан тигән ил бар, мин шунан”, – тип таныштырам. Аҙаҡ инде Рәсәй эсендәге республика икәнен аңлатып бирәм. Аптырайҙар. Күбеһендә ҡыҙыҡһыныу уяна, һораша, белешә башлайҙар, нығыраҡ белгеләре килә. Ә миңә шул ғына кәрәк, илем, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, башҡорт балы, ҡурайы, аттары, моңо тураһында рәхәтләнеп һөйләйем. Һиндостанға икенсе барғанда оҙағыраҡҡа туҡталғайным. Күңелде ғорурлыҡ та, һағыш та биләп алған саҡҡа тура килдеме икән, үҙебеҙ йәшәгән мосафирхана диуарында эҙ ҡалдырғым килде. Быны белгәс, егеттәр шунда уҡ ҡайҙандыр буяу-бумалалар алып килде һәм мин илһамланып эшкә тотондом. Тиҙҙән үҙебеҙҙең тауҙарҙы, байып барған ҡояшты һәм ҡурай һүрәтен төшөрөп тә ҡуйҙым... Оҡшаттылар, шикелле. Хәҙер шулай Һиндостан ҡалаһы урамында башҡорт ҡурайын да күреп була (йылмая).
Алдар батыр бына кем икән?..
“Шоңҡар”ҙар. Әңгәмә башында ғаилә тарихын өйрәнә башланым тигәйнең, быға нимә этәрҙе?
Денис. Бик ҡыҙыҡлы хәл булды ул. Эшем буйынса Ырымбурға барғайным. Ғәҙәттә, берәй ҡалаға барһам, уның иҫке өлөшөндә йөрөргә тырышам, шулай ҡаланың нисек үҫешкәнен күреп була. Ырымбурҙың һәр бер урамына тарих еҫе һеңгәненә иҫем китте. Музейҙа йөрөгән кеүек. Ҡарауанһарайҙы тәүләп күрҙем. Ҡайтҡас, Ырымбур тураһында ҡыҙыҡһынып уҡый башланым. Баҡтиһәң, ул тәүҙә бөгөнгө Орск ҡалаһы урынында һалына башлаған икән. Икенсе урыны Орск менән бөгөнгө Ырымбурҙың араһында булған. Әлеге урынында өсөнсөгә нигеҙ һалғандар. Беренсе һәм икенсе урында ҡала күтәрергә башҡорт егеттәре ҡамасаулаған. Ана шул башҡорттарҙың араһында Алдар Иҫәкәев булған. Уның исеме менән Ырымбур тарихы тығыҙ бәйле. Алдар батыр тураһында уҡый башланым. Мәктәптә өйрәнгәндә уны фольклорлаштырылған һүҙгә оҫта, батыр бер персонаж булараҡ ҡына ҡабул итә инем. Ҡылт итеп Хәммәт ҡартатайымдың һүҙҙәре иҫкә төштө. Тормош һабаҡтарында шәжәрәне яҙып алып килергә ҡушҡайнылар. Ҡартатайға был турала әйткәс, ағас рәүешендә төшөрөлгән, күп кенә исемдәр яҙылған ҡағыҙ һалды алдыма. Мин ҡыуана-ҡыуана төп олонон ғына схема рәүешендә төшөрөп алдым, тулы килеш эшләп торманым. Ана шул олон төбөндә Алдар тархан тип яҙылғайны. Ҡартатай шунда нимәләрҙер һөйләгәйне, әһәмиәт бирмәнем. Шәжәрәмдә мин 8-се быуын инем. Өлкән кластарҙа Алдар батыр тураһында үткәндә әлеге шәжәрә иҫкә төштө. Ҡыҙыҡһынып, Интернет селтәренән Алдар Иҫәкәевтың шәжәрәһен табып, уртаҡ исемдәр ҙә билдәләнем. Уҡытыусынан һорағайным, ваҡыты буйынса иртәрәк йәшәгән, быуындар аҙыраҡ, тине. Ырымбурҙан ҡайтҡас, ошо хәтирәләр өҫкә ҡалҡып, тынғы бирмәне шәжәрә олонондағы Алдар тархан. Ахырҙа Сибайға туғандарҙы күрергә сығып киттем. Ҡартатайым мәрхүм ине. Бер туған ҡустыһы ла үлгәйне, уның улы Мөрит олатай Баймаҡта тора. Уға барыһын да һөйләгәйнем, ә нимәгә уға аптырайһың, беҙ Алдар батыр нәҫеленән икәнебеҙҙе ғүмер буйы беләбеҙ, тип Советтар Союзы картаһы артына йәшерелгән шәжәрәне килтереп сығарҙы. Ҡулдан төшөрөлгән бик бай мәғлүмәтле шәжәрә ине ул. Интернеттан тапҡаны менән икеһен сағыштырғайныҡ, тап килә. Үҙемә уларҙыҡынан күсереп яҙып алдым, уларҙыҡын үҙемдекенән тулыландырҙым. Хәҙер мин 14-се быуыныма тиклем беләм.
“Шоңҡар”ҙар. Денис, һине тыңлаһаң, бер ҡайҙа ла эшләмәй, сәйәхәт итеп, тарих менән ҡыҙыҡһынып ҡына йәшәйһең кеүек, төп эшең нимәнән ғибәрәт?
Денис. Эшләйем, әлбиттә (йылмая). Өфөлә ветеринария дарыуҙары, һуңыраҡ ветеринария өлкәһенә кәрәкле медицина ҡорамалдары һатыу эшен алып барҙым. Хәҙер инде лаборатория ҡорамалдары һатыу менән шөғөлләнәм. Ҡатмарлыраҡ, әммә көн һайын иртәнән кискәсә ултырып башҡара торған эш түгел.
“Шоңҡар”ҙар. Хөкүмәт эшендә эшләгәнең булманы инде?
Денис. Бер тапҡыр эшләнем. Сибайҙа психиатрия дауаханаһында тынысландырыусы булып...
Бер тәүлек эшләйһең дә, өс тәүлек ял итәһең, мине, 22 йәшлек егетте, ошоноһо ылыҡтырҙы ла инде. Ул ваҡытта мин Сибайҙа әсәйгә тип өй һалып ята инем. Ҡартатайҙың өйө иҫкергәйне. Унан эш кенәгәһенә лә яҙыу кәрәк, замана талабы ла шундай: һин эшләргә тейешһең. Ваҡыты-ваҡыты менән ауыр ҙа, ҡыҙыҡ та булды был эшем. Әзмәүерҙәй енләнгән ирҙәрҙе алып килһәләр, уларҙы тынысландырырға кәрәк бит.
Йән сирлеләрҙең төрлөләре бар ине. Кемдер енәйәт ҡылғаны өсөн дауалана, кемдер оло йәшенә етеп ғүмерлеккә индерелә, профилактика өсөн ятҡандар ҙа бар. Кем булыуына ҡарап, персоналдың ҡарашы төрлөсә ине. Быныһы профилактика өсөн килгән, ул нормальный, былар енәйәт ҡылған, ул инде әҙәм түгел. Ә был бахырҙар ғүмер буйы бында йөрөй, уларға ҡараш бына былай, тип ныҡ айыра инеләр. Миңә быны ҡабул итеүе ауыр булды. Бөтәһе лә әҙәм балалары бит. Тейеш булмаһам да, тегеләр менән аралашып, тормоштарын йәнләндерергә тырыша инем. Береһе, элек шиғырҙар яҙа торғайным, әле ҡағыҙым да, ҡәләмем дә юҡ, тип зарланғас, дәфтәр, ручка алып килеп бирҙем. Яҙған шиғырҙарын уҡып, маҡтаһам, йылмайып ебәрә ине. Альбом, төҫлө ҡәләмдәр килтергәйнем, һүрәт төшөрә башланылар. Уларҙың һүрәттәренән күргәҙмә лә эшләргә йөрөгәйнем, тик, эштән киткәс, тормошҡа ашырып булманы.
“Шоңҡар”ҙар. Бөгөн хөкүмәт эшендә эшләй алыр инеңме?
Денис. Юҡ, сөнки үҙ үҙемә хужа була алмаҫ инем. Әлбиттә, эшләр ҙә, ниндәйҙер уңыштарға ла өлгәшер инем, әммә ул ваҡытта көн эсендә сәғәт сиктәре, аҙнала көн сиктәре, айҙа аҙна сиктәре барлыҡҡа килер ине. Ул сиктәрҙе хәҙер ҡабул итеүе ҡатмарлылыр, тип уйлайым. Әлеге эшем минең өсөн бик ҡулай. Офис, секретарь кәрәкмәй. Теләһәм, аҙнаның бер көнөн эшкә бүләм, теләһәм, биш көнөндә лә эшләй алам. Үҙемә нисек уңайлы, шулай ойошторам.
“Шоңҡар”ҙар. Яҡшы ниәт менән йөрөү, кешеләргә тигеҙ ҡарау кеүек сифаттар һиңә ҡайҙан килә?
Денис. Кеше ғүмер буйы бер фекерле булмай, ҡараштары үҫә, үҙгәрә, нығына бара. Тәрбиә нигеҙе ғаиләлә һалына. Әсәйҙән балаға күп нәмә бирелә. Рух та, тел дә әсәнән күсә. Мәҫәлән, башҡорт ҡыҙҙары башҡа милләт кешеһенә кейәүгә сыҡһа, балалары йышыраҡ осраҡта башҡортса беләсәк. Киреһенсә булһа, туған телендә һөйләшеүе икеле.
Өләсәйемде бик ҡунаҡсыл булған тип һөйләйҙәр. Автобус Йомашҡа хәтлем генә килә ине. Олатайым машинаһы менән барып бала-сағаны мәктәптән арбаһына тейәп Ишбирҙегә алып ҡайта. Өйөнөң алдында туҡтай. Өләсәйем тегеләрҙе кәнфит-печенье менән һыйлай, сәй эсереп ҡайтара ине. Ошондай матур изге һыҙаттар күңелдә һеңеп ҡалған булғандыр инде. Аҙаҡ кеше шул сифаттарын йә арттыра, йә һүндерә.
Ғөмүмән, яҡшы, изге сифаттарҙы үҫтерергә тырышырға кәрәк. Таҙа һыуға бер тамсы бысраҡ төшөрһәң, һыу бысрай ҙа ҡуя ла инде, ул таҙаға әйләнмәй. Бысраҡ һыуға таҙа һыуҙы тамыҙһаң, ул таҙармаясаҡ. Шуның кеүек, кире уйҙарҙың күңелде яулап алыуынан һаҡланырға кәрәк.
Ике тапҡыр аттан тибелһәм дә...
“Шоңҡар”ҙар. Сәйәхәттә йөрөгәндә айырым кеше йә ваҡиға фекерҙәреңде үҙгәрткәне булдымы?
Денис. Ҡайһы хәл-ваҡиға тураһында һөйләһәм дә, һәр береһе урынлы. Был ваҡиға миңә нығыраҡ, быныһы әҙерәк йоғонто яһаны, ә был кешене күрмәһәм дә булған, тип әйтә алмайым. Әгәр ул хәл минең менән булған икән, ул кешеләр юлымда осраған икән, тимәк, бушҡа түгел, ниндәйҙер һығымта яһарға тейешмен.
Монголияла йөрөгәндә ошондай фекергә килдем. Был илдең территорияһы ҙур, әммә кешеләр һаны аҙ. 3 миллион халыҡтың яртыһы баш ҡалала йәшәһә, ҡалғаны ҙур ил буйлап һаман тирмәләр ҡороп, күсмә тормош алып бара. Ҡайһыларҙың шәхси таш йорттары булһа ла, ишек алдында тирмә тора. Электр бағаналары һуҙылған, тирмәләргә ут үткән. Ҡырҙағылары парлы урынлашҡан. Береһе йәшәп, йоҡлап йөрөү өсөн, икенсеһе бешеренеү, нимәлер һаҡлау урыны.
Юлдары шул тиклем алама. Көнөнә 200 саҡрым үтһәң, бик яҡшы. Унда юлдар юҡ, йүнәлештәр генә. Берәүҙән 15-кә тиклем тармаҡланып китергә мөмкин, бөтәһе лә бер яҡҡа алып бара. Ҡайһы берҙә көнө буйына берәй тере йән осраһасы!
Алда матур ғына тау күрҙек тә, менеп төшөргә булдыҡ. Альтиметр менән үлсәгәйнем, 1600–1700 км тирәһе генә ине. Түбәһендә ҡоштар осоп йөрөй. Таштары ҡыҙыл түңәрәк, ярылғандарының уртаһы ҡара. Вулкан заманынан ҡалған тау һымаҡ. Тирә-яҡҡа күҙ һалам: бер кеше, бер машина, бер электр бағанаһы күренмәй. Үҙемде сит планетала кеүек хис иттем. Өсәү менһәк тә, һәр кем үҙ уйына батып, таралыштыҡ. Кем нимә уйлағандыр, мин шуны аңланым: кеше үҙен тәбиғәткә ҡарата батша итеп тоя, нисек теләй, шулай ҡуллана, күп ваҡытта рәхмәтле лә түгел. Ә уйлап ҡараһаң, әҙәм балаһы ер йөҙөндә ҡом бөртөгө кеүек кенә. Ошондай ҡола урында ғәләмдең ниндәй көслө икәнен тояһың.
“Шоңҡар”ҙар. Яландарында монгол аттарын көтмәйҙәр инеме?
Денис. Монголияның таулы урындарында кәзә-һарыҡ, як аҫырайҙар. Аттар йышыраҡ тигеҙлек, дала ерҙәрҙә осрай. Бик ҙур өйөрҙәрҙе күргәнем булманы. Башҡорт тоҡомло ат беҙҙең өсөн бәләкәй һаналһа ла, ҙур булмаған аттар араһында иң эреһе икән.
“Шоңҡар”ҙар. Һинең үҙеңдең йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүең нисек башланып китте?
Денис. Аттарға бер ҡасан да битараф булманым. Бала саҡта бигерәк тә. Миңлеғәле олатайым йылҡы тота торғайны, атҡа ул һөйөү һеңдергәндер. Хатта заманында ҡолон да бүләк иткәйне, атай-әсәйем Сибайға алып ҡайтырға ғына рөхсәт итмәне. Үҙ йортобоҙҙа йәшәһәк тә, аҫрарға мөмкинселек булмағандыр инде. Килеп йөрөрһөң, атыңа үҙең бесән эшләрһең, тип алдаштырып, атымды Хәйбулла районындағы туғандарым алып ҡайтты. Йыл һайын барған булам, бесән эшләшәм, атымды менеп йөрөйөм. Һинең атың түгел, тигәндәргә, ул һеҙҙә йәшәй генә, тип күҙ йәштәре аша иҫбатларға тырышҡан була торғайным... (йылмая.)
Сибайҙа күршеләрҙең аты бар ине, һорап алып, арбаға егеп, урман-ҡырҙар буйлап гиҙергә яраттым. Малайҙар мотоцикл, аҙаҡ машина тип иҫтәре киткәндә миңә һыбай йөрөү ҙур кинәнес бирә ине. Аттан тибелеп, ярты битем күгәреп йөрөгәне лә булды. 6 йәш тирәһе ине. Аттың ҡойроғо биткә килеп эләккәс, йәнем көйөп тешләгәнмен. Шуға типте, тип һөйләй туғандарым. Академияла уҡығанда йәнә бер тибелеп, иҫемде лә юғалтып алғайным...
Яланда йөрөгән йылҡыларҙы күрһәм, күңел рәхәтлек кисерә. Бал ҡортоноң осоуына тиң бит ул аттар йөрөүе. Туҡтап ҡарап торам, фотоға төшөрәм. Йылҡысылыҡ буйынса бер аҙ мәғлүмәт тә тупланым.
Ғаумулла ҡартатайымдың да, атайымдың олатаһының, 100-ләгән йылҡыһы булған. Совет заманы килеп еткәс, бөтә мөлкәтен тартып алғандар. Оло булғанға күрә генә үҙен һөргөнгә ебәрмәгәндәр. Ике ҡатын менән торған. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан полковой мулла ул. Көслө ҡарт ине, тип хәтерләй уны күргән-белгән кешеләр. Ҡасандыр беҙҙең нәҫелдең эшен ғаиләгә кире ҡайтарыу ниәтенән килеп тыуғандыр йылҡысылыҡҡа ҡыҙыҡһыныуым. Әле бәләкәйҙән алған 15 баш тайым бар. Ирәндек аръяғында тибендә йөрөйҙәр. Быйыл олораҡ бейәләр һатып алырға ниәтләйем.
“Шоңҡар”ҙар. Һауа башлағас ҡайҙа торасаҡтар?
Денис. Күптәр элекке фермаларҙы ҡуртымға ала, әммә минең иҫкегә күңелем ятмай. Беренсенән, улар ҡарап тороуға йәмһеҙ, уны һәйбәт хәлгә килтерер өсөн әллә күпме аҡса сығып китәсәк. Икенсенән, энергетика яғынан көсө бик яҡшынан түгел. Халыҡтың нәфрәте лә бар унда, нәфсеһе лә. Шуға күрә айырым урында үҙемдең фермамды төҙөгөм килә.
“Шоңҡар”ҙар. Үҙең ҡатнашҡан краудфайдинг проекты тураһында һөйләп кит әле.
Денис. Краудфайдинг – ул ниндәйҙер бер проектты тормошҡа ашырыу өсөн халыҡ менән бергәләп аҡса йыйыу. Рәсәйҙә шундай ике майҙансыҡ бар. Һәр кем үҙ проектын тәҡдим итә ала: мәҫәлән, кино, әҙәбиәт, музыка өлкәһе буйынса, шулай уҡ бизнес проекттар, милли проекттар күп. Шул өлкәгә күңеле менән яҡын торған һәр кем ярҙам итә ала. Краудфайдинг америка һүҙе булһа ла, Ҡарауанһарайҙы шул ысул менән, халыҡтың аҡсаһына һалғандар. Минең Планета.ру сайтындағы был проектым “Башҡортостанда традицион йылҡысылыҡты тергеҙеү” тип атала. Йылҡысылыҡ – милләттең булмышы. Йәмғиәтебеҙҙең, милләттәштәремдең башлаған ниәтемә ҡарашын белгем килгәйне. Халыҡ ихлас ҡабул итте, төрлө күләмдә үҙ өлөшөн индерҙе. Акцияла күберәген үҙебеҙҙең милләт кешеләре ҡатнашыуын күреү ғорурлыҡ уятты. Башҡорт аты тураһында хәбәрҙар булғандар һаны бермә-бер артты.
“Шоңҡар”ҙар. Күпме һорап яҙҙың һәм күпме аҡса йыя алдың?
Денис. 450 меңде маҡсат итеп ҡуйғайным, бөгөнгө көнгә 390 мең йыйылған. Сайттың шарты буйынса, маҡсатҡа алынған һандың яртыһынан күберәге йыйылһа, проект уңышлы тип табыла һәм аҡсаһы күсә. Проект тамамланырға тағы бер ай ваҡыт бар, бәлки, тағы ниндәйҙер килем булыр. Булмаһа, шөкөр итәбеҙ ҙә, йыйылған аҡсаны йылҡысылыҡты үҫтереүгә ҡушабыҙ.
“Шоңҡар”ҙар. Был проектыңдың шарты нисегерәк?
Денис. Унда мин йылҡысылыҡтың әһәмиәте, ҡымыҙҙың файҙаһы тураһында аңлатып киткәнмен. Кешеләргә күпмелер өлөш индерергә тәҡдим ителә. Кемдер эскерһеҙ рәүештә теләгәненсә күсерә, кемдер акциялар һатып ала. Акцияларҙың төрлөләре бар – даға алырға мөмкин; иҫтәлекле фото, ҡымыҙ; күсмә халыҡ рәүешендә йәшәп ҡарау. Иң ҡиммәтле акция: йылҡысы булып ҡарау. Кеше 50 меңгә тиң өлөш индерә лә, мин ул аҡсаны бейә һатып алыуға тотам. Аҙаҡ йә бейәнең ике ҡолонон бирәм, йә аҡсалата ҡайтарам. Әле яңыраҡ Артур Батыршин бер бейәгә өлөш индерҙе, Алла бирһә яҙ көнө беренсе ҡолондар хужаларына ҡайтасаҡ.
“Шоңҡар”ҙар. Һөттән сабыйҙар ризығы әҙерләргә лә ниәтләйһең, шикелле?
Денис. Составы буйынса бейә һөтө әсә һөтөнә иң яҡын торғаны. Күп кенә Европа илдәрендә, әйтәйек, Австрияла, Францияла, Германияла һәм Нидерландтарҙа бейә һөтөн балалар аҙығы етештереүҙә лә, косметикала ла күптән ҡулланалар. Бейә һөтө, составында казеин бик әҙ булғанлыҡтан, гипоаллерген да һанала, шуға күрә ҡымыҙ рәүешендә генә түгел, ә һаумал килеш балаларға эсереү һаулыҡтарына бик ҙур файҙа килтерер ине. Был анһат ҡына тормошҡа ашыра торған ниәт түгел, йылдарға ла һуҙылып китергә мөмкин. Әммә эҙләнеүҙәр дауам итә, һөҙөмтәһе буласағына ышанам.
Денис буйҙаҡ, ишетәһегеҙме, ҡыҙҙар?
“Шоңҡар”ҙар. Йәш кеше менән ҡыҙҙар тураһында һөйләшмәһәк, яҙыҡ булыр...
Денис. Өйләнгәнһеңме, тип һораһағыҙ, юҡ тип әйтәм. Әммә, ирек яратһам да, буйҙаҡ булып йөрөүҙе хуплағандар рәтендә түгелмен. Минең күптәр кеүек кәрәк булған өсөн генә өйләнгем килмәй. Никах сәғәтен көтәм.
“Шоңҡар”ҙар. Күңелеңә ятҡан ҡыҙ бөтөнләй осраманымы әллә? Моғайын, талаптарың ҡатылыр?
Денис. Осраны тиһәм, нишләп алманың, тип һорайһығыҙ инде? (көлә.) Талапҡа килгәндә, тәү сиратта кеше үҙенә талапсан булырға тейеш. Башҡаларға ниндәйҙер теләктәре генә була ала. Үҙенә талаптары юғары булһа, ул мөхәббәтен дә таныясаҡ, үҙ юлын да табасаҡ, кәрәкле кешеләре лә осраясаҡ.
“Шоңҡар”ҙар. Яңғыҙ йөрөүеңә атай-әсәйең нисек ҡарай?
Денис. Теңкәгә теймәйҙәр былай. Оло быуындың яратҡан мәсьәләһе инде ул барыһын да өйләндерергә, башлы-күҙле итергә.
“Шоңҡар”ҙар. Дингә ышанаһыңмы?
Денис. Мин үҙемде дини кеше тип иҫәпләмәйем. Ниндәйҙер дин икенсеһенән өҫтөн тип тә һанамайым. Уларҙың һәр береһенең ниндәйҙер йүнәлештәре, үҙ күренештәре бар. Барыһы ла әҙәм балаһын бер нәмәгә өйрәтә: алдарға ярамай, үлтерергә ярамай, изге ниәтле, кешелекле булырға.
Кешене мин тәбиғәт балаһы булараҡ ҡабул итәм. Ә тәбиғәтте ҡәҙерләмәү, һаҡламау, уны бысратыу шәп эш түгел. Шуның кеүек, кеше үҙенең тәнен, бигерәк тә йәнен, таҙа тотмаһа, ул гонаһ һаналалыр тигән ышаныстамын.
“Шоңҡар”ҙар. Спортҡа һәм спиртҡа ҡарашың нисек? Сәләмәт тормош алып бараһыңмы?
Денис. Кемдер спорт менән шөғөлләнһә лә, спиртын ҡалдырмай шул... Үҙемде спортсы тип һанамайым, айырым спорт төрө менән дә шөғөлләнмәйем. Йүгереүҙе яҡшы күрәм, йөҙөргә яратам, саңғыла йөрөйөм. Бигерәк тә тау саңғыһы оҡшай. Ике аҙнаға бер булһа ла тауҙарға барып ҡайтырға тырышам. Алыҫтарға ла сығып китәм, мәҫәлән, элекке йыл Алтайға, былтыр Ҡырғыҙстанға барып шыуып ҡайттым. Кавказ тауҙарынан да шыуырға теләк бар. Велосипедта, һыбай йөрөйөм. Ваҡыт булғанда портзалдарға барам. Спиртлы эсемлектәр эсмәйем, тәмәке тартмайым, ҡыҙҙарҙы яратам))).
“Шоңҡар”ҙар. Денис, бөгөнгө әңгәмәбеҙ йәштәребеҙгә тормоштарына икенсе күҙлектән ҡарарға, фекерҙәрен замансаға үҙгәртергә ярҙам итер тигән ышаныста ҡалабыҙ. Туған башҡорт телен дә белһендәр, рус, инглиз телендә лә иркен аралашһындар, маҡсаттарына ҡыйыу рәүештә ынтылһындар. Ә һинең өйөрөң тағы ла артһын, ҙурайһын һәм яҡын киләсәктә тағы әңгәмәләр ҡорорға яҙһын.