Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Самауырҙы йыҡҡансы
7 Ноябрь 2017, 12:05

Һуғыш суҡмарынан - йәштәр лидерына

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта – Артур Иҙелбаев. Уны беҙ йәштәр иттифағының әүҙем ағзаһы, “Неделя” нәшриәт йортоноң генераль директоры, йырсы Ашин Искәндәров, күптәр яратып ҡабул иткән “Һуңғы Ғәйнә” драмаһының, “Командир балалары” китабының авторы, бөгөнгө көндә әүҙем агроблогер, эшҡыуар булараҡ беләбеҙ, яҙмаларын “бәйләнештә”, “фейсбук” социаль селтәрҙәрендә уҡып, танышып барабыҙ.

ҺУҒЫШ СУҠМАРЫНАН – ЙӘШТӘР ЛИДЕРЫНА

Йәки тормоштағы һәр ҡаршылыҡ шәхес тәрбиәләй

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта – Артур Иҙелбаев. Уны беҙ йәштәр иттифағының әүҙем ағзаһы, “Неделя” нәшриәт йортоноң генераль директоры, йырсы Ашин Искәндәров, күптәр яратып ҡабул иткән “Һуңғы Ғәйнә” драмаһының, “Командир балалары” китабының авторы, бөгөнгө көндә әүҙем агроблогер, эшҡыуар булараҡ беләбеҙ, яҙмаларын “бәйләнештә”, “фейсбук” социаль селтәрҙәрендә уҡып, танышып барабыҙ. Иң мөһиме: элек нисек йәштәр араһында лидер булған, фәһемле һүҙҙәре, эшләгән эштәре, дәрте, рухы менән ул бөгөн дә күп йәштәргә үрнәк.



“Иң көслөһө” булған замандар...
Шоңҡарҙар. Беҙҙең традицион тәүге һорау: “самауыр” тигәндә ниндәй хәтирәләр күҙ алдығыҙға баҫа?

Артур Иҙелбаев. Самауыр тигәндә... иң тәүҙә ауыл, өләсәйҙәрем иҫкә төшә. Атайым яғында ла, әсәйем яғында ла ҡышын-йәйен сәйҙе тик самауырҙан эстеләр. Әле ҡәйнәмдең самауыры беҙҙә. Баҡсала тәмле сәй эсеп рәхәтләнәбеҙ.

1991 йылда Йылайыр районында уҙған беренсе йәштәр көндәрендәге хәлде иһә көлөп иҫкә алам. Ул ваҡытта студент инем әле, йәштәр иттифағын ойоштороусыларҙың береһемен. Башҡалар джинсы-кроссовкиҙа, мин инде үҙем теккән пинжәктә (ул ваҡытта кейемдәрҙе үҙем тегеп кейә лә ала торғайным), аяғымда – ситек. Китеп барабыҙ шулай, беҙҙең ҡаршыға йүгереп ҡыҙҙар килде: “Һеҙ “Аманат”танмы?” Кире яуап алғас, э-э-эй, тип китеп барҙылар. Йәнә лә ҡайҙан булыуыбыҙҙы һоранылар, беҙ тағы, юҡ, тибеҙ. “Йәштәр иттифағын ҡабул итмәҫкә уйлайҙармы әллә”, – тигәйн уй килде башҡа. Шуға, “Һеҙ “Йәшлек”тәнме?” – тип һорағайнылар, эйе, тинем дә ҡуйҙым. Шулай итеп, Яманһаҙҙар беҙҙе матур итеп ҡаршы алып, үҙҙәренә алып китте. Табын мул ине: бишбармағы ла бешкән, бәлеш-ҡоймаҡ, башҡа нәмәләре лә етерлек. Тик ниңәлер сәйҙәре генә юҡ. Һөйләшеп ултырғанда бер егет яныма килеп: “Ситегеңде биреп тор әле”, – ти. Мин көлдөм дә ҡуйҙым. Был һорауын тағы ҡабатланы, үҙе уңайһыҙлана. Шаярталыр, тип йәнә көлдөм. Биш минут үттеме-юҡмы, был тағы ситек һораны. Шунда ғына быға ысынлап минең ситек кәрәк булғанын аңланым. Баҡһаң, самауырҙы елпетеп алырға кәрәк икән. Унда ла: “Осҡон сәсрәтмәҫһеңме?” – тип, йәлләп кенә бирҙем. Ул ваҡытта милли рух уянған саҡ, кейемдә ниндәй ҙә булһа милли атрибутика булырға тейеш, тигән ҡараштан сығып аяҡтан төшөрмәй торғайным мин ситегемде. Самауыр шунда уҡ шыжлап та китте.

Шоңҡарҙар. Бала сағығыҙ ҡайҙа үтте?

Артур Иҙелбаев. Мин Өфөлә тыуып, бер йәшкә тиклем БДУ-ның беренсе ятағында йәшәгәнмен. Ул ваҡытта әсәйем дә, атайым да студент булған әле. Уҡып бөткәс, әсәйемде педучилищеға – уҡытыусы, атайымды радиоға хәбәрсе итеп, Сибайға эшкә ебәргәндәр. Шунда уҡ фатир ҙа биргәндәр. Урал ҡустым шунда тыуҙы. Бәләкәй генә булһам да, ундағы күп кенә миҙгелдәр хәтеремдә уйылып ҡалған. Мәҫәлән, урамда уйнап йөрөгәнемде, атай-әсәйҙең дуҫ-иштәренә ҡунаҡҡа йөрөгәнде, уларҙың беҙгә килгәнен... Миңә 4 йәштәр тирәһендә фатирыбыҙҙы Өфөләге коммуналь фатирҙың бер бүлмәһенә алыштыҡ. Черниковкала өс йыл тирәһе йәшәгәс, Пушкин урамына күсендек. Унда ижад кешеләренә – яҙыусылар, артистар, композиторҙар өсөн йорт төҙөлгәйне. Һәм унда атаҡлы сәнғәт әһелдәре Рим Хәсәнов, Роберт Ғәзизов (хәҙер ул Канадала), Элеонора Ҡыуатова, Шамил Тереғолов, Гөлли Мөбәрәкова, Роза Сәхәүетдинова, күрше йорттарҙа йәшәгән Нәзифә Ҡадырова, Фидан Ғафаровтар, уларҙың балалары менән аралашып йәшәнек.

Шоңҡарҙар. Үҫмер ваҡытығыҙҙа ниндәй булдығыҙ? Атай-әсәйегеҙ көнө буйы эштә саҡта өйҙә нимә эшләп ултыра торғайнығыҙ?

Артур Иҙелбаев. Мин 20-се башҡорт мәктәбендә уҡыным, өйҙә ултырырға ваҡыт та булманы. Дүрттән алтыға тиклем мәктәптә өйгә эштәрҙе эшләп, һуң ғына ҡайтып инә торғайным. Аҙнаһына өс мәртәбә дзю-доға йөрөнөм. IX класта комсомол секретары итеп һайлап ҡуйҙылар, йәмәғәт эше ваҡытты бигерәк күп алды.

Шоңҡарҙар. Тимәк, башланғыс кластарҙан уҡ әүҙем булып, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәнегеҙ?

Артур Иҙелбаев. Ул ваҡытта йәмәғәт тормошонда ҡатнашмай мөмкин дә булмағандыр...

Мин мәктәпкә алты йәштән барҙым, шуға ла класта иң бәләкәйемен. Ә ул ваҡытта малайҙар араһында “иң көслөһө” исеме өсөн уҙыш бара ине. Башланғыс кластарҙа ла һәр малай кеүек һуғышҡылағанмындыр, ә бына 5–6 кластарҙа, мах бирге килмәй бит инде, аңлы рәүештә, был аҙнала быны бәрәм, икенсе аҙнала – тегене, тип маҡсат ҡуя башланым. Бик ҡыйырһытмай ҙа инеләр, әммә был маҡсат үҙемә көслө икәнемде иҫбат итеү теләгенән яралғайны. VIII класҡа етеүгә икенсе йылға ултырып ҡалған ике егет кенә минән көслөрәк ине. Улары ла беҙҙең мәктәптә белем алған башҡорт балалар йорто тәрбиәләнеүселәре. Һәр класта 3–6 детдом балаһы уҡыны. Бөтә тәртипһеҙлек, дөрөҫөн әйткәндә, шуларҙан килде.

Шоңҡарҙар. Ошо һуғышыуҙарығыҙ өсөн атай-әсәйегеҙҙән эләккән, директорға саҡыртҡан осраҡтар будымы?

Артур Иҙелбаев. Булды! Барыһы ла булды!.. (көлә). Хатта милицияла учетта ла торҙом... Бер малай менән ныҡ ҡына һуғышҡайныҡ, теге иҫе китеп ҡоланы ла ҡуйҙы. Быны дауаханаға алып киттеләр, шунда уҡ дөйөм линейка, мәктәптән ҡыуыу менән янау. Шул мәлдә абруйым төштө бит!.. Миңә барыһы ла арты менән боролғандай тойолдо. Теге егеттең өлкән класта уҡыған ағалары класташтарын миңә ҡаршы ҡоторта башланы, уҡытыусылар ҙа ҡырын ҡарағандай, мине береһе лә яратмай, ситләтә кеүек. Шул хәтлем мәктәпкә барғым килмәй. Бер көн кластан кәйефһеҙ генә сығып барғанда башланғыс класс уҡытыусыбыҙ Гөлнур Рамаҙановна туҡтатты. “Хәлдәр нисек, әйҙә, һөйләшеп алайыҡ”, – тип кабинетына саҡырып индерҙе. “Ҙурайғас ҙур кеше буласаҡһың, быны мин беләм, әлеге ауырлыҡтарға һин, давай, бирешмә”, – тигән һүҙҙәре менән, нисектер, ышаныс тыуҙырҙы ул миндә. Еңел булып китте, илап ебәрә яҙҙым. Ысынлап та, тип уйлайым аҙаҡ, бына бит, Гөлнур Рамаҙановна минең яҡлы, башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлкәй Ғибәтовна ла яҡшы мөғәләмәлә, география уҡытыусыһы насар ҡарашта түгел, шикелле... Класташтарымды күҙ алдынан үткәрәм, улар ҙа дошман күрмәй бит һуң, хатта минең менән ултыралар, тип уйлайым. Хәлдәр мин уйлағанса улай уҡ насар ҙа түгел икән! Шунан һуң кластағы дуҫ малайҙар менән, ҡарбуз һатып алдыҡ та, теге мин туҡмаған малайҙың өйөнә киттек. Йылмайып ҡаршы алды был, ата-әсәләре лә ҡырын ҡараманы. Бына ошолай хәл яйланып китте.

Ә атайым мине шуҡлыҡтарым өсөн мәктәптә, уҡытыусылар, класташтарым алдында бер ваҡытта ла әрләмәне. Өйгә ҡайтҡас, хәҙер һин һөйлә инде, тип мине тыңлай ине. Ул, дөрөҫлөк бизмәненә ике яҡтың да дәлилдәрен һалып ҡарамайса, һығымта яһаманы. “Атайым уларға ғына түгел, миңә лә ышана!” тигән уй миңә көс, дәрт өҫтәне. “Улығыҙ тәртипһеҙ, башҡа мәктәпкә күсерегеҙ” тиһәләр ҙә атайым “юҡ, бында ҡала” тип яуапланы, дзю-доға йөрөргә тыйғанда ла, йөрөйәсәк, тине. Атайҙың кәрәкле ваҡытта фекерен ҡәтғи итеп әйтә белеүе ышанысымды тағы ла арттырҙы.

Шоңҡарҙар. Һеҙҙе комсомол секретары итеп һайлағандар, тимәк, шунан һуң үҙгәргәнһегеҙ?

Артур Иҙелбаев. Өлкән кластарҙа һуғышыу тигән нәмә туҡтаны, ысынлап та. Әммә унда директор менән конфликт китте... Ул ваҡытта беҙҙә ни эшләптер директорҙар йыш алышынды. IX класҡа барғанда Хәйбулла районынан бер директорҙы алып килеп ҡуйҙылар. Ул кластан тыш саралар үткәртмәй торғайны. Продленка бөттөмө – бар, ҡайтығыҙ. Дискотека-фәлән тураһында бөтөнләй ишетергә лә теләмәй. Ә беҙҙең, комсомол комитетының, эшләгебеҙ, төрлө саралар үткәргебеҙ килә. Аҙаҡ ҡына белдек сәбәптәрен. Баҡтиһәң, районда эшләгән осоронда ул етәкләгән мәктәптә ниндәйҙер ҙур фажиғә булған. Ундай хәлдән һуң, әлбиттә, директорҙы эш урынында ҡалдыра алмайҙар, шул уҡ ваҡытта абруйлы, тәжрибәле подагогты урам буйына ла сығарып ебәреп булмай. Күрәһең, мәктәптәге хәл күңелендә шул тиклем тәрән эҙ ҡалдырған, ул һәр нәмәнән өркә ине. Берәй хәл була ҡалһа ла, мәктәп биләмәһенән тышта эшләнһен. Ә беҙ бит былар тураһында белмәйбеҙ, ауылдан килеп тороп, үҙенең тәртиптәрен урынлаштырып маташа, тип уйлайбыҙ! Ул ваҡытта ни, барыһын да белеп торорға хәҙерге кеүек интернет, сайттар юҡ. Дискотекалар, төрлө саралар, байрамдар үткәрергә рөхсәт һорап райкомға барып йөрөгәндән һуң әҙерәк йомшарҙы директорыбыҙ. Әммә унда ла, әйтәйек, дискотека бара, ә дүрт мөйөштә дүрт уҡытыусы беҙҙән күҙен дә алмай күҙәтеп тора. Беҙ инде, кем менән кем бейегәнен тикшерәләр, тип үҙебеҙсә фараз иткән булабыҙ...


Студенттан һалдатҡаса
Шоңҡарҙар. Бына ошондай көсөргәнешле хәлдәр шәхесте тәрбиәләйме?

Артур Иҙелбаев. Тәрбиәләйҙер, тип уйлайым. Балалар йорто уҡыусылары менән бер класта уҡыу үҙе үк ҙур тормош тәжрибәһе ине. Беҙ раздевалкала кеҫәлә бер нәмә ҡалдыра алманыҡ. Хатта бейәләй, шапканы ла үҙебеҙ менән йөрөттөк. Көн дә кеҫәләрҙе тентеп кенә тора торғайнылар. Яңылыш ҡына асҡысыңды йә аҡсаңды онотоп ҡалдырҙыңмы, килеүеңә уларҙан елдәр иҫкән.

Бер-береңде яҡлашыу, һатмау, берҙәм булыу ҙа мәктәп йылдарынан килгән ғәҙәттәр. Университетта уҡый башлағас та шулай булыр тип уйлағайным, әммә ундағы тормош бөтөнләй икенсе булып сыҡты. Инглиз теленән уҡытыусыбыҙ ауырып китте лә, беҙҙе, һәйбәт белгәндәр төркөмөн, икенсе төркөм менән ҡуштылар. Бирелгән эште тиҙ генә эшләп бөттөм дә, уҡытыусыға өндәштем, ә ул, әйтерһең, мине ишетмәне лә, шунан тағы ҡабатланым, был йәнә иғтибарһыҙ ҡалдырҙы. Шунда мин уға оҡшамаған нимәлер әйттем. Һүҙ артынан һүҙ китте, уҡытыусым ярһыны. Төркөм шып-шым. Класта булһа, тыпырлатып, парталарға һуғып, ҡысҡырышып мине яҡлашырҙар ине...

Шоңҡарҙар. Ни өсөн нәҡ тарих факультетын һайланығыҙ?

Артур Иҙелбаев. Тарихты мин бәләкәйҙән яраттым. Университетта уҡый башлағас эй кинәнә торғайным. Беренсе лекция, әйтәйек, тәүтормошто өйрәнеүгә арналһа, икенсеһе – СССР тарихы, өсөнсөһө йәнә тарих!.. Класташ дуҫтарымдың береһе филфакка, икенсеһе физфакка, өсөнсөһө химфакка уҡырға ингәйне. Былар менән көн дә ашханала осрашабыҙ. Мин эй кинәнеп тарих тураһында һөйләйем тегеләргә. Былар мине өндәшмәй генә бер көн тыңланы, ике көн, өсөнсө көндө ауыҙымды асып та өлгөрмәнем, “Ә бына беҙҙең лекцияла...” тип береһе химия, икенсе физика тураһында һөйләй башланы!.. Шунда быларға ҡыҙыҡ түгел икәнен аңланым (көлә).

Шоңҡарҙар. Белеүебеҙсә, һеҙ уҡыуҙан бүленеп, һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡанһығыҙ? Армияға үҙегеҙ теләп барҙығыҙмы?

Артур Иҙелбаев. 1988 йылда, II курстан һуң, армияға киттем. Икенсе йылдан башлап студенттар армияға алынмаясаҡ, тигән хәбәр сыҡҡас эй ҡурҡтым. Шуға ла имтихандарымды алдан уҡ тапшырып ҡуйҙым һәм, мине онотоп ҡуймаһындар тип, көн дә военкомат юлын тапай башланым. Ундағы бер майор: “Бүтәндәр нисек армиянан ҡасырға белмәй, ә һин көн дә киләһең!” – тип һуҡранып та алды. Ә минең десант булғым килә, бигерәк тә шуға йөрөйөм. Теге майор: “Бына, күрәһеңме, һин исемлектә тораһың!” – тип фамилияма ла төртөп күрһәтте, ә мин командам минһеҙ китеп барыр тип ҡурҡам барыбер. Йөрөүем бушҡа булманы, бер барһам, минең папканы сик һаҡсылары ғәскәрҙәренә күсереп ҡуйғандар. Һөйләнә башлағайным, бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ, ошо командала буласаҡһың, тинеләр. Мандат медкомиссияһын үткәндә ҡыҙыу нөктәлә хеҙмәт иткән бер ветеран десантсы сығыш яһағайны, шунда һорауҙарығыҙ булһа, шылтыратығыҙ, тип телефон номерын да әйткәйне. Илай яҙып шул ветеранға шылтыраттым. Был барыһын да һорашты ла иртәгәһенә иртә менән военкоматҡа килергә ҡушты. Шулай документтарымды кире күсерҙеләр.

Хеҙмәтемде башлап ике ай ҙа үтмәне беҙҙе тревога менән уяттылар. Ноябрь айы, ҡар ятҡан, ә беҙгә быймалар урынына итек тотторҙолар. Бер нәмә аңламайбыҙ. Самолетҡа тейәнеләр ҙә алып та киттеләр. Беҙ, десантсылар, донъяның теләһә ниндәй нөктәһенә осоп китергә әҙер генә торорға тейешбеҙ. Хатта шәхси әйберҙәребеҙ ҙә тумбочкала түгел, рюкзакта үҙебеҙ менән бергә йөрөнө. Ҡараңғыла килеп төштөк шулай, көн йылы, тирә-яҡта үлән үҫә. Шунда замполит сығыш яһаны: “Беҙ Әзербайжан социалистик республикаһына килеп төштөк, алдыбыҙҙа – Сумгаит ҡалаһы. Кисә унда экстремистар ҡала комитеты партияһын баҫҡан, 2 БТР-ҙы яндырған, 18 десантсы ҡулға алынған. Беҙҙең бурыс: конституцион стройҙы тергеҙеү”. Техникаларға тейәлеп, Бакуға юл алдыҡ. Март айҙарына тиклем шунда булдыҡ. Буш казармаларға индереп тултырҙылар, оружейка булманы, шуға автоматтарҙы йоҡлағанда ла ҡулдан ысҡындырманыҡ.

8 ноябрь Ленин майҙанына алып барҙылар, антисовет демонстрацияһы башланды. Миллионлаған кеше сыҡҡайны. Шунсама халыҡты күреп аптыраным. Улар Советтар союзына түгел, әрмәндәргә ҡаршы ине. Бәрелештәр ҙә булып алды, һөҙөмтәлә оборона министры Язовтың ҡултамғаһы ҡуйылған рәхмәт хаты менән бүләкләндем, ярты ай ҙа хеҙмәт итмәгән йәш һалдатты сержант званиеһына тиклем күтәрҙеләр. Унан ҡайтҡас учение башланырға тейеш ине, бер аҙна торҙоҡмо-юҡмы, беҙҙе Псковҡа ебәрҙеләр, унда тағы палаткаларҙа йәшәнек. Армия хеҙмәте ныҡ тәьҫир ҡалдырҙы миндә. Шул мәлдәрҙә беҙҙең республикала ла ҙур үҙгәрештәр башланды. Хат аша танышып торҙом. Бигерәк тә Земфир исемле дуҫым, Башҡорт халыҡ үҙәге төҙөнөк, мандаттар өләштек, минең 37-се номерлы мандат, тип ғорурлыҡ менән, ҡыҙыҡтырып яҙа торғайны. Әсәйем яңылыҡтарҙы гәзиттәрҙән ҡырҡып һалды.


“Дәүер беҙҙән әүҙемлек, дәрт-дарман һорай ине...”
Шоңҡарҙар. Үҙаллылыҡ яулау һеҙҙең студент осорона тура килде, ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнағайнығыҙ...

Артур Иҙелбаев. Дуҫым яҙған баяғы Башҡорт халыҡ үҙәгенең беренсе ултырышына ҡыҙыҡһыныуым алып барҙы. Зал туп-тулы. Күбеһен атай-әсәйем аша таныйым. Студенттар ҙа күп кенә, ләкин ҡала йәштәренән мин бер үҙем. Айына бер тапҡыр ҙур залда, өс аҙна бәләкәй залда йыйылдыҡ. Ул ваҡытта яңғыраған ҡайһы бер фекерҙәр менән ризалашмай торғайным, мәҫәлән, баҙар иҡтисадына ҡағылған мәсьәләләрҙә. Әммә, бик әйткем килһә лә, ҡаршы төшөргә уңайһыҙланып, тыңлап ҡына ултыра бирәм. Бер ваҡыт йәштәр ойошмаһы төҙөргә кәрәк тигән һүҙҙәр сыҡты. Мин ошо ойошмаға инеү хыялы менән яна башланым. Йәштәр икенсе төрлө, замансараҡ фекерләр, ололарҙың ҡайһы бер хатаһын ебәрмәҫ инек, тип уйлайым үҙемсә. Ә был һүҙ әле бер ерҙә, әле икенсе ерҙә ишетелеп ҡала ла юғала. Бер ваҡыт, ниһайәт, Марат Түләбаев йәштәрҙе ҡалдырҙы. Телефон-интернет юҡ, кемдең ҡайҙа йәшәгәнен дә белмәйбеҙ, таралышҡас, яңынан йыйылыуы ауыр, йәштәр был юлы ла ойоша алманы. Һуңғараҡ төркөмдәш егеттән ятаҡта башҡорт йәштәре йыйыласағын ишеткәс, күҙҙәр янып китте. Был турала ҡысҡырып һөйләшеү тыйыла ине, ундай эштәр өсөн һине бер һүҙһеҙ университеттан ҡыуа ала инеләр. “Бәлки, һин берәй шпиондыр” тип миңә лә нисәнсе ятаҡта, нисәнсе бүлмәлә икәнен һаҡ ҡына әйттеләр. Эште нимәнән башларға, ойошманы нисек атарға тигән һорауҙар ҡуйылғайны көнүҙәк мәсьәлә итеп. Әзербайжанда халыҡ тулҡыны йәки ойошма “Народный фронт” тип атала ине. Мин шуны тәҡдим иттем. Беренсе варианты шулай булды беҙҙең йәштәр ойошмаһының. Нисек башлау буйынса ла төрлөсә уйланыҡ. Минең, Ленин кеүек эште гәзит сығарыуҙан башлайыҡ, бөтә башҡорт райондарында таратырбыҙ, тигән фекеремде шунда уҡ элеп алдылар. Сибай типографияһында баҫтырырға мөмкинлек бар икәне лә асыҡланды. Мине гәзиттең редакторы итеп ҡуйҙылар. 10 кеше һәр береһе берәр мәҡәлә яҙырға тейеш. Баҫтырырға стипендиянан унар һум аҡса йыйҙыҡ. Макетын эшләп, гәзитте баҫтырырға әҙерләгәс, киттем поезд менән Сибайға. “Оран” исемле гәзитебеҙҙең беренсе һаны күҙем алдында баҫылды. Ҡайтышлай 500-ҙөн поезда уҡ тараттым. Беҙ уны таратып ҡына ҡалманыҡ, һаттыҡ та әле: 50 тине беҙгә, 25-е һатҡан кешегә. Йыйылған аҡсаға гәзиттең икенсе һанын сығарабыҙ. Тиҙҙән райондарҙан гәзит һорап хаттар килә башланы. Гәзит шунда уҡ йәштәр ойошмаһының абруйын күтәреп ебәрҙе. Шул һандарҙың үҙебеҙҙә һаҡланып ҡалмауы ғына йәл. Алты һан сығарып өлгөрҙөм, мине “Йәшлек”кә баш мөхәррир итеп саҡырҙылар. Ул ваҡытта V курстың башы ине, миңә 22 йәш тә юҡ ине әле.

Шоңҡарҙар. Һеҙҙең ул осорҙағы эшмәкәрлегегеҙ үҙе бер китаплыҡ. Йәштәр лидеры ла, баш мөхәррир ҙә, уңышлы эшҡыуар ҙа, оло сараларҙы ойоштороусы ла, яҙыусы, хатта йырсы Ашин Искәндәров булараҡ та беләләр ине...

Артур Иҙелбаев. Заманы ла шундай ине бит. Боролош осоро, тормошобоҙға көн дә бер яңылыҡ инеп торғанда дәүер беҙҙән ваҡытҡа һыймаҫ әүҙемлек, дәрт-дарман талап итте. Барыһына ла өлгөрөргә тырыштыҡ. Һәм килеп сыға ла ине. “Йәшлек”тең иҫ киткес популяр сағы. Һәр журналист республикала үҙ ферекен белдерә алған оло шәхес ине: Зәйтүнә Ханова, Нияз Мәһәҙиев, Йомабикә Ильясова, Гөлсимә Ризуанова, Закир Зиннәтуллин һәм башҡалар. Улар янына заманса фекерләгән, хәҙер инде күренекле журналистар булып киткән Таһир Ишкинин, Артур Дәүләтбәков, Мөнир Ҡунафин, Дамир Шәрәфетдинов, Рәлис Ураҙғолов, талантлы рәссам Иҙел Ҡаһармановты үҙем эҙләп табып эшкә алдым. Бар башҡорт йәштәре “Йәшлек” һәм башҡорт йәштәре иттифағы эргәһенә тупланғайны. Шуға төрлө проекттар уйлап тапмайынса мөмкин түгел ине.

Хәҙер халыҡ-ара статусын алған “Урал моңо” фестивале тәүҙә республика кимәлендә генә үткәрелде, төрлө бәхәстәр ҡуптарһа ла, тәүәккәлләп, “Һылыуҡай” конкурсын да беҙ башлап ебәрҙек, аҙаҡ “Йәшлек-шоу”, йәштәр көндәренең, бизнес мәктәптәренең, эшҡыуарлыҡ тәжрибәләренең, сәйәси ваҡиғаларҙың, хатта төрлө “башбаштаҡлыҡтар”ҙың да башында беҙ инек. Ҡабатлайым, тәүәккәллекте һәм фиҙаҡәр эшмәкәрлекте беҙҙән заман үҙе һораны.

Шулай ҙа ул осорҙа 20 йыл буйы бер фатир ҙа ала алмаған "Йәшлек"тә, төрлө ысулдарҙы файҙаланып, ете хеҙмәткәрҙе торлаҡ менән тәьмин иттем.

Ҡустым Урал эшҡыуарлыҡ менән минән алдараҡ шөғөлләнә башланы: музыка аппаратураһы һатты ул. Беҙҙең өй склад кеүек була торғайны. “Һин туйыңа саҡыр мине” тигән йырҙы миңә аранжировкалап бирҙе. Һәйбәт кенә килеп сыҡҡас, клип та төшөрҙөк. Ул ваҡытта мине “Йәшлек”тең мөхәррире тип беләләр ине, шуға микән, үҙемдең исемдән сығыш яһарға ҡыйынһындым, Ашин Искәндәров булып киттем.

Шоңҡарҙар. Һеҙҙең “Неделя” нәшриәт йорто директоры булып китеүегеҙ нисек булды?

Артур Иҙелбаев. Фән юлынан да китергә мөмкинлек бар ине, әммә лаборант 90 һум ала, ҙур мөмкинлектәр асылғанда, нисек шул эш хаҡына йөрөп ятмаҡ кәрәк тип, бизнесты һайланым. Ә бизнес мине электән ҡыҙыҡһындырҙы. “Йәшлек”тә эшләгәндә үк гәзитте аҡса эшләү юлына сығарырға хыялланғайным, бәлки, килеп тә сығыр ине был уйым, әммә ул ваҡытта инфляция көслө, ҡыуып етеп булмай ине.

Шулай ҙа мин хәҙер үҙемдең ғилми ҡыҙыҡһыныуҙарымды, булған фекерҙәремде фейсбукта тормошҡа ашырам. Кеше уҡый, ҡыҙыҡһына, уй-ҡарашын белдерә, һорауҙарын бирә, фекер алышабыҙ.


“Власть халҡы менән һөйләшергә тейеш”
Шоңҡарҙар. Бөгөнгө йәмғиәт хаҡында фекерҙәрегеҙҙе лә белге килә?

Артур Иҙелбаев. Власть халҡы менән һөйләшергә тейеш. Беҙҙең власть насар түгел ул, ә бына буш урында (әйтәйек митинг үткәреүгә ҡаршылыҡтар күрһәтеү) “гайкаларҙы бора башлауҙары” яҡшыға түгел. Халыҡ та бер урында тормай бит, үҫешә. Әйтәйек, башҡорт халҡы 25 йыл эсендә бик ныҡ алға китте. 25 йыл элек беҙ крәҫтиәндәр булһаҡ, хәҙер инде урбанизацияланған ҡала милләтенә әйләнә барабыҙ. Талаптар бөтөнләй икенсе. Ул ваҡыттарҙа, бүтән халыҡтарҙан тел өйрәнеүҙе талап итәсәкһегеҙ, тигәнде башҡорттар баштарына һыйҙыра алмаҫ ине. Ә хәҙер телде дәүләт кимәлендә өйрәнергә теләмәүҙәре өсөн шул тиклем асыуыбыҙ килә, хатта йоҡлай алмайбыҙ. Хаттин ашыуҙы түгел, ә башҡорт милләтенең бер баҫҡысҡа юғарыраҡ күтәрелеүен аңлата әлеге хәл. Был баҫҡыста республикабыҙ биләмәһендә аҫаба халыҡтың телен өйрәнеү ғәҙәти күренеш, ғәҙәти талап. Донъяла дәүләт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнмәгән бер ил дә юҡ.

Ошо 25 йыл эсендә уҡырға тип ауылдан ҡалаға килгән йәштәрҙең күбеһе кире ҡайтмай бит! Ауыл бөтә, ауыл бөткәс, халыҡ бөтә тигән ҡараш йәшәй. Минең быға фекерем әҙерәк кенә икенсерәк: башҡорттар ҡалала ҡалырға тейеш. Ауыл бөтөү менән халыҡ бөтмәй бит ул. Ни бары ҡала милләте булып китә, үҫештең йәнә лә бер баҫҡысына баҫа. Ҡала милләте крәҫтиән милләтенән нимәһе менән айырыла? Беренсенән, сәйәсәткә, иҡтисадҡа, мәҙәниәткә яҡынлайбыҙ. Хәҙер бит яңы быуын башҡорт ҡурайсылары ҡурайҙа уйнарға элекке кеүек атаһынан өйрәнмәй. Сәнғәт мәктәптәре, училище-институттары бар уның өсөн. Шуға күрә, мәҙәниәт усағы, хатта ҡурай, бейеү кеүек айырым сәнғәт төрҙәре – барыһы ла ҡалала. БСТ, “Юлдаш” радиоһы, башҡортса гәзит-журналдар – барыһы ла ҙур ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә. Үҫешкән халыҡтар күптән был баҫҡысты аша атлаған, күптәренең ҡала фольклоры барлыҡҡа килгән. Грузиндарҙа, әйтәйек, ҡала тормошона бәйле йыр-бейеүҙәре, әкиәттәре бар, ә беҙҙә был темаға мөрәжәғәт иткән яҙыусыларыбыҙ яңы күренә башланы. Быға тиклем бит бөтә яҙыусылар ҙа ауыл темаһын ғына яҡтырта ине. Хәҙер ҡала тормошона бәйле спектаклдәр ҙә сәхнәгә сыға башланы. Әммә барыбер әҫәрҙең яртыһы ғына ҡала тормошо хаҡында, яртыһы әле һаман ауыл тураһында. Сөнки беҙ үҫештең ярты юлында ғына әле. Яңыраҡ “Тел өсөн көрәш” тип аталған мәҡәлә яҙғайным. Юрый яҙҙым мин уны. Унда яҡынса бөгөнгө хәлде яҡтырттым һәм киләсәк тураһында күҙалланым. Бер уйлап ҡараһаң, башҡорт-татар телдәрен мотлаҡ уҡытыуҙы туҡтаттылар ҙа, ти. Нисәмә йыл мәктәптә өйрәнеү менән быға тиклем дә башҡалар, әйтәйек, рустар, башҡортса һөйләшеп китмәйҙәр ине, бынан һуң да һөйләшмәйәсәктәр. Әммә телгә ҡыҫылыуҙары менән, үҙҙәре лә аңғармаҫтан, милли рухты күтәреп ебәрҙеләр. Әһәмиәт бит ошонда. Судта мин протоколды башҡорт телендә яҙыуҙарын талап итә алам. 100 мең башҡорт быны талап итһә? Суд был һорауҙы үтәмәй булдыра алмай. Ул тиклем тәржемәселәрҙе нисек табып бөтмәк кәрәк? Әлбиттә, белгестәрҙе әҙерләргә ҡала. Һин башҡорт һорауына башҡортса яуап бирергә тейешһең – шуны пропагандаларға кәрәк. Йәнә лә башҡорт менән татар берләшеп, һәр беребеҙ үҙ телебеҙҙә генә һөйләшә, аралаша башлаһаҡ, башҡаларға ла уны өйрәнеү зарурлығы тыуасаҡ түгелме?! Һан сифатҡа күсәсәк. Был айырым контингент өсөн ҡурҡыныс та. Беҙ бит бер-беребеҙҙе бик яҡшы аңлайбыҙ. Урыҫтар, беҙ күп, шуның өсөн бөтәһе лә беҙҙең телдә һөйләшә, тип уйлап өйрәнгән, бөтәһе лә урыҫса һөйләшкәс, мөхит уларҙыҡы кеүек тойола. Юҡ, улар Башҡортостанда 36 процент ҡына. Социаль селтәрҙәрҙә һиҙгәнем бар, әҙ генә башҡортса яҙыша башлаһаң, шымалар ҙа ҡуялар. Үҙҙәрен уңайһыҙ һиҙәләр, нимәлер әйтергә теләйҙәр, ҡаршы әйтә лә алмайҙар. Шуға башлап, ҡуйыртып ебәргәндәр файҙаһына түгел был хәлдәр, ә беҙҙең тел өсөн ыңғай яғы бар.

Шоңҡарҙар. Социаль төркөмдәрҙә ҡайһы ваҡыт башҡорттар тураһында шундай алама яҙмаларға, комментарийҙарға юлығаһың да, аптырайһың. Шулар тураһында нимә уйлайһығыҙ?

Артур Иҙелбаев. 2010–11 йылдарҙа “давить все башкирское” тигән түләүле госзаказ булды. Бына шул мәлдә яҙыу модаға инеп ҡалды. Ул ваҡытта фейсбукта башҡорттар әҙ ине, рәхәтләнеп яҙҙылар. татарҙар башҡорттарҙы яҡлашып сыҡманы. Дәүләт заказы үтте, әммә ғәҙәт ҡалды: яҙғандар һаман яҙа бирә. Хәҙер инде беҙҙең татарҙар менән маҡсат бер – телде яҡлау. Минең урыҫ блогер дуҫтарым да күп, улар менән аралашабыҙ, осрашып сәйҙәр эсәбеҙ. “Элек фейсбукта башҡорттар булмағанда рәхәт ине, хәҙер нимәлер яҙыр алдынан уйларға тура килә. Уларҙы һин алып килдең”, – тип көләләр шаярып.

Шоңҡарҙар. Йәшерәк саҡта нығыраҡ максималист булғанһығыҙ, ә хәҙер алтын урталыҡтаһығыҙмы?

Артур Иҙелбаев. Электән минең ҡараш бер булды. Бер ваҡытта ла беҙҙең арала, әйҙә татарҙарға йә урыҫтарға ҡаршы шуны эшләйек, тигән уй йөрөтмәнек. Беҙ аслыҡ иғлан итеү, телецентрҙы ҡулға алыу кеүек экстремаль ысулдарҙы ҡуллана алдыҡ. Ә позиция һәм идеология буйынса – ундай хәл булманы.

Шоңҡарҙар. Һеҙ ваҡытында “бабайға” инеп, дәғүәләр белдереп тә йөрөгәнһегеҙ, тип ишеткәйнек.

Артур Иҙелбаев. Махсус рәүештә инеп йөрөгәнем булманы. Абруйлы гәзиттәрҙең һүҙенә һәр ваҡыт ҡолаҡ һалдылар. Марсель Ҡотлоғәлләмов, Тәлғәт Сәғитов, Йәүҙәт Бәхтийәров кеүек журналистарҙың йоғонтоһо ҙур булды. Ҡайһы ваҡыт ул ваҡыттағы республика етәксеһе бына ошо абруйлы гәзиттәрҙең редакторҙарын үҙенә саҡырып ала ине. Бер барғанда шулай Юлай Кәримов фотоға төшөрөп йөрөй, үҙе рәхәтләнеп һағыҙ сәйнәй. Президент уға бер иҫкәртеү яһаны, был әллә ишетмәне, әллә ишетһә лә иғтибар итмәне. Шунан, әйтегеҙ әле бынауға, һағыҙ сәйнәп йөрөмәһен, тип беҙгә өндәште. Фотографты яҡлап нимәлер әйткәйнем: “Бүтән мин һине саҡырмайым, килмә”, – тине. Шунда мин: “Был урында һеҙ ҙә булмаҫһығыҙ, ә мин килеп йөрөрмөн әле”, – тинем. Шуны һөйләйҙәрҙер ул.

Шоңҡарҙар. Президент булырға теләгегеҙ бармы?

Артур Иҙелбаев. Юҡ, сөнки унда бөтөнләй икенсе сифаттар кәрәк.

Шоңҡарҙа. Бөгөнгө көндә берәй гәзит йә журнал асыр инегеҙме?

Артур Иҙелбаев. О-о-о, әңгәмәне тап ошо һорауҙан башларһығыҙ тип уйлағайным!.. Минеңсә, гәзит-журналдар заманы үтеп бара. Мин уны 2010 йылда уҡ аңланым. Баймаҡта йәштәр көндәре үткәргәйнек. Студенттар менән ултырабыҙ шулай. Улар алға киткән бит инде, “Бәйләнештә” селтәрендә нимәләрҙер уҡыйҙар, яҙалар. Улар ыңғайына мин дә ҡыҙыҡһынып киттем. Ул ваҡытта уҡ “бәйләнеш”тәге йәштәр иттифағы төркөмөндә 19 мең кеше тора ине. Һәр ауылдың, райондың, ойошманың үҙ төркөмө барлығын белгәс: “Гәзиткә реклама яһар өсөн шәп бит был!” – тип ҡыуандым. Дәртләнеп ошо социаль селтәр аша реклама эшен башланыҡ. Әммә нығыраҡ эшләгән һайын кешеләргә гәзит кәрәкмәй икәненә төшөнә барҙым. Гәзиттә бит тәүҙә яҙаһың, эшең мөхәррирҙәр, корректор аша үтә, дизайн, версткаһы бар – шунан ғына баҫырға оҙатыла. Райондарға таралғас, почтальон уны көнө буйы тарата. Аҡсаға әйләндерһәң, был хеҙмәттәрҙең барыһы ла байтаҡҡа барып төшә. Икенсенән, ваҡыт. Һинең ул гәзитеңдә сыҡҡан мәҡәләне соцселтәрҙәрҙә әллә ҡасан уҡып, фекер алышып, бәхәсләшеп бөткән булалар. Мәҫәлән, “Сибайҙа Рәил Өмөтбаевты туҡмағандар” тигән хәбәр гәзиттә сыҡҡансы, Рәил Өмөтбаевты ғына түгел, уның кеүек әллә нисә кешене туҡмап һәм “бәйләнештә” был хәлде “сәйнәп” өлгөрәләр. Журналда хәлдәр, әлбиттә, икенсерәк, унда анализ менән бирелгәс, актуаллеген юғалтмай һәм тиҙ генә онотолмай. Баҫмалар аудиторияһы йыл һайын пенсионерҙар иҫәбенә бер миллионға тиклем кәмей. Хәҙер тыуған балалар элекке кеүек уҡыу культураһына өйрәтелмәй. 1990 йылдан һуң тыуғандар гәзиттең нимә икәнен белмәй. Минең 2010–11 йылдарҙа социаль селтәрҙәр менән мауыға башлауым бушҡа китмәне, хәҙер беҙҙең компания иң яҡшыларҙан һанала. Реклама яһау, сайттарҙы яҡшыртыу буйынса көнөнә әллә нисә кеше менән осрашырға тура килә, һөҙөмтәләр күҙгә күренә. Техник яҡтан, бәлки, күп нәмәне белеп тә бөтмәйемдер, әммә, 25 йыл гәзиттә эшләгән кеше булараҡ, тексты нисек дөрөҫ итеп төҙөй, теләгәнемде кешегә еткерерлек итеп әйтә беләм, иң мөһиме, аудиторияны тоям, кемгә нимә кәрәк икәнен яҡшы беләм. Элек, гәзиттә эшләгәндә, осрашыуҙарҙа район гәзиттәренән, һеҙ кем өсөн яҙаһығыҙ, тигән һорауға, бөтәһе өсөн дә, тигән яуап ала инем. Бөтәһе өсөн дә бер гәзит сығарып булмай ул. Әгәр һин тау саңғыһы етештерәһең икән, һатырға буфетҡа алып барып ҡуймайһың бит. Буфетҡа булкалар кәрәк, ә саңғыларыңды Абҙаҡҡа алып бар. Шуның кеүек. Гәзит-журналдар уҡыусыларының нимә менән йәшәгәнен белергә, тойорға тейеш. Халыҡ бөгөн Юлъяҡшинды ярата икән, мин уны көн дә гәзитемдең беренсе битенә ҡуйыр инем. Гәзиттә эшләгәндә “бына бер йырсы үҫеп килә, күренергә ярҙам итәйек әле”, – тип мөрәжәғәт иткәндәре буды. Ярҙам итеү бик һәйбәт, әлбиттә, әммә бер аяғы менән генә сәхнәлә торған әртисте баш биткә биреүҙән ул ас ҡалмаясаҡ, ә гәзит һатылмаһа, аҡса булмай, беҙгә бит кешеләргә эш хаҡы түләр кәрәк...


Мәғлүмәти технологиялар заманы
Шоңҡарҙар. Ғаиләгеҙ хаҡында ла бер кәлимә әйтеп үтһәгеҙ ине.

Артур Иҙелбаев. Ҡатыным Ләйсән менән 3 бала тәрбиәләйбеҙ. Әле улым – Ҡытайҙа, ҡыҙым – Ҡазанда, бәләкәсебеҙ мәктәптә уҡый.

Шоңҡарҙар. Улығыҙҙы Ҡытайға үҙегеҙ ебәрҙегеҙме, әллә үҙе теләп киттеме?

Артур Иҙелбаев. Дуҫым улын Ҡытайға уҡырға ебәргәс, тапҡанһың ҡайҙа ебәрергә, тип көлгәйнем. Шунда ул миңә күп нәмәне төшөндөрөп бирҙе. Шунан һуң уйланып йөрөнөм, интернеттан уҡыным, теге дуҫымдан тағы бер тапҡыр һораштым. Етмәһә, ул ваҡытта ғаиләлә лә тыныс түгел, мине эҙәрлекләй башлаған ваҡыт ине, хәтерләйһегеҙҙер. Ете енәйәт эше ҡуҙғатҡайнылар бит. Артымдан күҙәтеп ике машина йөрөй. Бер кем менән һөйләшер әмәл юҡ, нимә тураһында һөйләштегеҙ, тип килеп тә етәләр. Бына шулай бер кемгә лә өндәшеп-нитеп тормай ғына Ирханды Ҡытайға ебәрҙек уҡырға. Ике йыл университет янындағы тел өйрәнеү мәктәбенә йөрөнө. Хәҙер инде университетты тамамларға бер йыл ғына ҡалды. Ҡыҙым Ҡазан университетын һайланы. Бында ул шул уҡ факультетҡа бюджетҡа үтә ине, әммә Өфөлә ҡалғыһы килмәне, Мәскәүгә барырға теләмәне. Ҡазанда йәшәү шарттары ныҡ һәйбәт. Йәшәгән бүлмәләренең кухня-ваннаһы бар, кер йыуыу машинаһы, шкаф-плитәләренә тиклем ҡуйылған. Йылына һигеҙ мең генә түләп йәшәй. Ҙур спорт комплексы ла эргәлә. Ул инглиз телен һыу кеүек эсә. Һәм, әлбиттә, өсөһө лә башҡорт телендә иркен аралаша.

Шоңҡарҙар. Бөгөнгө йәштәр ниндәй булырға тейеш?

Артур Иҙелбаев. Башҡорт ата-әсәһе балаларына, яңы мәғлүмәти технологияларҙы өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырып, шул өлкәгә йүнәлеш бирһәләр ине. Был йәһәттән белгестәр аҙ әле беҙҙә. Ҡазандан ҡырҡ километр ситтә, мәҫәлән, университеты үҙ эсенә алғанөс мең кешелек Иннополис тигән ҙур ҡала ҡалҡты. Ҡала уртаһында арена формаһында офис төҙөлгән һәм унда бөтә Рәсәй буйынса программалау менән шөғөлләнгән инновацион предприятиелар эшкә саҡырыла. Эш хаҡы алтмыш меңдән дә кәм түгел, хеҙмәткәрҙәр бөтә мебель менән йыһазландырылған бушлай фатир менән тәьмин ителә (квартплата ғына түләй), иҫ китмәле спорт комплексы бар, унда теләгән кем бушлай шөғөлләнә ала. Быларҙың барыһы ла белгестәрҙе ылыҡтырыу өсөн генә. Унда бөтә ҙур банктар, ҙур предприятиелар урынлашҡан, программистар эшләй. Ә инде был белгестәр килтергән файҙа әллә күпмегә артығыраҡ. Йәшәгән фатирына теркәлергә тейеш булғанлыҡтан, һалымды ла шунда түләйҙәр. Ә улар, билдәле, бәләкәй түгел. Был ҡала предприятиеларында 40 процент урын буш әле, белгестәр етешмәй. 200–300 мең эш хаҡы тәҡдим иткән урындар бар. Мәғлүмәти технологиялар өлкәһендә эшләгән белгес донъяның һәр нөктәһенән алыҫтан тороп эшләй ала. Ундай кешенең заказ биреүсеһе донъя буйлап булырға мөмкин. Клиентты Германиянан тапһаң, унда барып, көнө буйы офиста ултырып эшләргә түгел, ҡайҙа йөрөйһөң, шунда эшләйһең дә интернет аша ғына ебәрәһең. Насармы ни?! Әлбиттә, бының өсөн сит телдәрҙе белеү фарыз. Инглиз теле бөтә ерҙә лә кәрәк. Һуңғы аҡсаларығыҙҙы йәлләмәгеҙ, уҡытығыҙ балағыҙҙы.

Шоңҡарҙар. Үҙегеҙ нисә тел беләһегеҙ?

Артур Иҙелбаев. Инглиз телендә һөйләшәм, төрөк телен беләм. Һәм, минең хәҙер хоббиға әйләнде инде, берәй сит илгә барыр алдынан шул илдең телен 300–500 һүҙгә тиклем өйрәнергә тырышам. Шөғөлләнгән үҙемдең генә системам бар. Теләк булғанда телдәрҙе өйрәнеү ауыр ҙа түгел ул. Мәҫәлән, итальян телен ике аҙнала өйрәнергә мөмкин, ҡағиҙәләрҙе төшөнөп алырға ғына кәрәк. Миңә ҡалһа, донъялағы иң ауыр тел – рус теле. Ҡыҙым бәләкәй сағында: “Там один мух ногами шевеляет”, – тигәйне русса һөйләшергә тырышып. Көлкө тойолһа ла, дөрөҫ әйтте бит! Рус телендә лис та, лиса ла бар, ә себен муха ғына, мух тип әйтмәйҙәр. Стреляет, шагает, кушает тибеҙ, ни өсөн шевелит һуң ул?

Шоңҡарҙар. Сит илгә йәшәргә китеү теләгегеҙ юҡмы?

Артур Иҙелбаев. Үҙемдең – юҡ, әммә балалар сит илдә йәшәргә теләһә, ҡаршы төшмәйәсәкмен. Хәҙер бит әлеге шул мәғлүмәти технологиялар, социаль селтәрҙәр ярҙамында бөтә яңылыҡтарҙың уртаһында булырға мөмкин. Бының өсөн мотлаҡ Башҡортостанда йәшәргә кәрәкмәй. Мәҫәлән, Ирхан башҡортса яҡшы һөйләшә, әртис-йырсыларҙы белеп тора, шағирҙарҙы белә, яңылыҡтар менән минән алдараҡ таныша.

Шоңҡарҙар. Артур Мирас улы, бөгөнгө был фәһемле һөйләшеүҙе йәштәребеҙҙе журнал биттәрендә еткерербеҙ һәм үҙҙәренә кәрәкле һығымталарҙы яһарҙарына өмөт итеп ҡалабыҙ. Һәр ваҡыт йәштәр араһында булыуығыҙ менән башҡорт халҡының ышаныслы улы булып ҡалығыҙ. Мәғлүмәти донъяла юғалып ҡалмағыҙ.

Артур Иҙелбаев. Һеҙ ҙә үҙ сиратығыҙҙа заман технологияларын дөрөҫ ҡулланып, “Шоңҡар” йәштәр журналын тағы ла уҡымлыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ итегеҙ!



Читайте нас: