Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта – Башҡортостан юлдаш телеканалының “Эҙәрмән”, “Мистик Башҡортостан” тапшырыуҙары аша республикабыҙҙың гүзәл дә, һоҡланғыс та, ғәжәйеп тә, хатта мистик урындары, мәмерйәләре, тәбиғи ҡомартҡылары менән таныштырып, оло эш башҡарған телепроект етәксеһе, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Гүзәл ХӘМИТОВА.
Был бит беҙҙең “следопыт”!..
“Шоңҡар”ҙар.Башҡорт кешеһенең тормошон самауырһыҙ күҙ алдына килтереп булмаған. Ә һеҙҙең, Гүзәл апай, самауыр тигәс, күҙ алдығыҙға нимә килеп баҫа?
Гүзәл Хәмитова. О-о-о, ҙур хазина ул самауыр минең өсөн! Ҡайҙа осратһам да, һатып алғым килә лә тора. Өйөм тулы самауыр ултырһа ла риза булыр инем. Күмер сәйенең тәмлелеге тураһында әйтеп тораһы ла юҡ!
Мин йыл һайын атай-әсәйемдең, ата-бабаларымдың рухына бағышлап аят уҡытам. “Атай-әсәйем самауырынан сәй эсәйек”, – тим һәр ваҡыт сәй яһағанда. Уларға бағышланған аят ашында был бик мөһим, сөнки атай-әсәй –минең өсөн иң ғәзиз, иң бөйөк кешеләр.
Ике туған ағайымда 1846 йылғы баҡыр самауыр бар. Нәҫелдән ҡалған ҡомартҡы. Сәй ҡайнатып буламы икән, белмәйем, әммә уның төрлө йәрминкәләрҙә ҡатнашып алған бихисап миҙалдары бар. Бына ошо самауырҙы аҡсаға алмаштырмаҡсы. “Һата алмаясаҡһың һин уны, сөнки самауыр миндә булырға тейеш, мине көтә ул”, – тип көләм.
Ейәнсурала йәшәгәндә беҙ гел самауырҙан, кәсәләргә яһап сәй эстек...
“Шоңҡар”ҙар.Ҡаҙаҡтарса инде?
Гүзәл Хәмитова. Юҡ, ҡаҙаҡтар кәсәнең төбөнә генә ҡойоп эсә, ә беҙ, иғтибар, ихтирам билдәһе итеп, тултырып яһайбыҙ. Ейәнсуралар, ғөмүмән, ялан башҡорттары, ҡунаҡсыл халыҡ. Уларға ҡунаҡ итеү мөһим. Урман башҡорттары улай түге-е-е-ел... (еңелсә көлөшөү.)
“Шоңҡар”ҙар.Ниңә улай тип уйлайһығыҙ?
Гүзәл Хәмитова. Ялан башҡорто күреп-белеп тора: кем, ҡайҙан, нимә менән килә һәм ниндәй ниәт менән йөрөй. Ә урман башҡорто ят кешегә һағайып ҡарай: кем ул, ҡайҙан һәм ни өсөн килде? Быны тапшырыуҙар төшөрөп йөрөгәндә лә һынағаныбыҙ булды. Хәйбулла, Ейәнсура, Баймаҡ яҡтарында, йомошоңдо әйтһәң, беләләрме һине, юҡмы, өйгә саҡыра башлайҙар, хатта ҡунаҡ итеп сығаралар. Ә Белорет, Бөрйән яҡтары танып ҡалһа ғына: “Был бит беҙҙең “следопыт”!” – тип хәлдәре бөтөп әйҙүкләй башлай...
“Ниндәй уйын уйналмай ҡалды икән?!”
“Шоңҡар”ҙар.Ә һеҙ ғаиләлә нисә бала үҫтегеҙ?
Гүзәл Хәмитова. Мин һәм Марат ҡустым (Марат Әбдрәхимов. - Авт.). Ҡустым әле Мәскәүҙә йәшәй, бер нисә театрҙа эшләй. Сериал-фильмдарҙа ла төшә, Мюзикл театрында үҙенең генә ролдәре бар. Минең өсөн Милләттәр театрында ҡуйылған “Ромео һәм Джульетта” спектакле бик ҡиммәт. Унда Марат Джульеттаның атаһын уйнай. Бер эпизодта һәр халыҡ үҙенең телендә нимәлер әйтергә тейеш. Бына ошо спектаклдә Джульеттаның атаһы башҡортса ҡысҡырып ебәрә: “Абау! Бында нимә эшләп йөрөйһөң?!. Ҡартәсәһе, бар, ейәнсәреңде ҡара!” Шәп бит?!.
Марат ҡатнашҡан һәр спектаклде Мәскәүгә барып ҡарайым. Грим бүлмәһенә барып инһәң, эй тотоналар Марат тураһында йылы һүҙҙәр әйтергә! Шул мәлдә Марат: “Ә бына Гүзәл апайым...” –тип һиҙҙермәй генә һүҙҙе икенсегә бороп ебәрә (йылмая). Бына шулай мәскәүҙәр беҙҙең аша Башҡортостанды күҙаллай, таныша, белеп ҡала. “Башҡортостан кешеләре асыҡ йөҙлө”, – тип һоҡланыуҙарын белдерә улар.
“Шоңҡар”ҙар.Ейәнсурала йәшәгәндә, тинегеҙ,Иҫәнғолда торҙоғоҙмо?
Гүзәл Хәмитова. Эйе. Әсәйем Ҡурған башҡорто. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, уға үлтереп Ейәнсура районын маҡтайҙар. Әсәйем уларҙың һүҙҙәренән генә лә шул яҡтың тәбиғәтенә ғашиҡ була һәм ошо яҡтарҙа ҡалырға ҡарар итә. Ул ғүмер буйы Ейәнсура ерлегендә тыуған халыҡ йырҙарын өйрәнде, үҙе лә йырланы. “Үҫәргән егеттәре”, “Һомай”, әбейҙәрҙән торған “Йырау” фольклор ансамблдәрен етәкләне. “Ашҡаҙар таңдары” конкурсында тап шул әбейҙәр менән кәзәне сәхнәгә сығарып, тарау, аялау процесын күрһәтеп, бейеп беренсе урын алғайнылар. Әсәйем башҡарған эштәрҙе “Мистик Башҡортостанда” дауам итергә тырышам. Бер тапшырыуҙы шәлгә бәйләйәсәгемде әйткәс, уның ниндәй мистикаһы булһын, тип аптырап ҡалдылар хатта. “Туҡтағыҙ, һеҙ бит дебет тураһында бер нәмә лә белмәйһегеҙ! – тим тегеләргә. – Ни өсөн кәзә тәкәһенең дебете иң һәйбәте? Ни өсөн ошо мистик хайуандан ғына иң матур шәлдәр сыға?..” Телевизор ҡараусыларға бик оҡшаны был тапшырыу, аҙаҡ әллә күпме хаттар яҙҙылар, шылтыраттылар. Башҡорт шәлен күтәрергә кәрәк беҙгә.
“Шоңҡар”ҙар.Бәләкәй саҡта ниндәй булдығыҙ?
Гүзәл Хәмитова. Уй ныҡ шуҡ булдым! Ике ҡатлы йортта йәшәнек, тиңдәш бала-саға килә лә, Гүзәл сығамы, ти ҙә тора торғайны. Мин – командир. Һарай баштарынан да һикерәбеҙ, ҡышын билдән көрт кисеп партизан булып та уйнайбыҙ, э-э-эй, ниндәй генә уйын уйналмай ҡалды икән?!. Тубыҡтарым гелән һыҙырылып, күгәреп йөрөр ине. Марат минән өс йәшкә кесе, уны ла яҡлағаным хәтеремдә. Ҡустыма һуҡҡан өсөн бер ҡыҙ менән тас та тос һуғышып киткәйнек хатта. Марат әле һаман шуларҙы хәтерләп көлөп ала. Уның ҡарауы, хәҙер ул мине ҡурсалап ҡына тора.
“Шоңҡар”ҙар.Ғаиләлә ниндәйтәрбиә алдығыҙ?
Гүзәл Хәмитова. Атайым менән әсәйем иң тәүҙә тәбиғәтте яратырға, һаҡсыл ҡарашта булырға өйрәтте. Атайым ҡайтып инер ҙә: “Әйҙәгеҙ, тиҙ генә йыйынығыҙ, умырзая сәскә атҡан!” – тип беҙҙе ҡабаландыра башлар ине. Әсәйем өйрәнеп бөткән, өҫтәлдәге ашамлыҡтарҙы тиҙ генә төйнәп ала ла (яланға барғас, ултырып ашап алыу беҙгә ҡыҙыҡ бит), сығып та китәбеҙ. Ҡайҙа ниндәй сәскә үҫкәнен белеп тора торғайныҡ шулай. Атайым командировкаларҙан сәскәһеҙ ҡайтманы. Институтта уҡыған сағымда мине ҡаршы килеп ала ла, ҡайтышлай мотлаҡ туҡтап, әсәйгә тип сәскәләр йыябыҙ. Бер ваҡыт хатта ҡосаҡ тултырып селек сәскәләре тотоп килеп ингәйне (йылмая). Бәләкәй генә нәмәнән дә байрам яһай белде улар.
Атайым оҫта һунарсы ине. Уға эйәреп мин дә йөрөнөм. Атыуын атманым, әммә тәбиғәт ҡосағында булып ҡайтыу, хайуандарҙы, ҡош-ҡортто күҙәтеү үҙе бер ғүмер бит ул. Ул ваҡытта, өйҙә ҡор ғына ашағанғалыр, өй тауығы итенән һарай еҫе килгән кеүек ине. Әммә IX класта уҡып йөрөгәндә, аңланыммы, миңә әллә нимә булды, атайым атып алған мәхлүктәрҙе ныҡ йәлләй башланым. Атайымдан һунарға йөрөмәүен үтендем. Хатта өйҙән сығып китеү менән янаным. Әммә ғүмер буйы һунар иткән кеше урманға бармай түҙәме инде! Бер ваҡыт: “Ҡырҙа ата мышы бәләкәстәргә йөрөргә хут бирмәй, бер нисә кеше ошо уҫал мышыны атып алырға барабыҙ, лицензиябыҙ бар. Һин ризамы?” – ти. Бәләкәстәр йәл булғас, ризалашмай ҡайҙа бараһың? Күпмелер ваҡыт уҙғас, һунарсылар беҙҙә сәй эсеп ултыра ине, кемеһелер: “Теге ваҡытта атып алған мышының еленен кем алды ул?” – тип һорап ҡуйҙы. Мин – атайыма, атайым миңә ҡараныҡ. “Эх!” – тине лә, икенсе көнө мылтығын алып барҙы ла тапшырҙы.
Атайым менән әсәйемдең “Кеше күңелен йыртырға ярамай” тип өйрәтеүе хәтерҙә ҡалған. Рәнйетеү – аңлашыла, ә бында һүҙ нәҡ йыртыу тураһында бара. Бер ҡасан да кешегә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ, тиерҙәр ине.
Атайым беҙҙе өс тапҡыр диңгеҙгә алып барып ҡайтты. Бер мәртәбә Запорожец менән барҙыҡ, ике тапҡыр Жигулиҙа. Сәйәхәткә ныҡлап әҙерләнәбеҙ: атайым ҡыш буйы бензинға талон йыя, аҙаҡ атлас буйынса километражды һанайбыҙ, күпме бензин китәсәген, ҡайҙа туҡтайбыҙ, нимәләр кәрәк була – барыһын да иҫәпләп сығарабыҙ. Әсәйем аҙыҡ-түлек яғын ҡайғырта. Быларҙан тыш улар юлда осраған һәр ҡаланың, ер-һыуҙың тарихын, уға бәйле йырҙарҙы өйрәнгәндәр. Ни өсөн шулай атала, ҡасан төҙөлгән – юл буйы беҙҙе таныштырып баралар. Йырҙар менән дә шул хәл: йылға осраймы, ҡалаға барып инәбеҙме, шунда уҡ уның исеменә бәйле йыр табыла.
Бер йылы өләсәйемде Украинаға алып барып ҡайттыҡ, унда уның кесе ҡыҙы йәшәй ине. Мин туғыҙҙа уҡыйым, Марат – алтыла, ә өләсәйгә 88 йәш(!). Ул артҡы эскәмйәгә ҡырын төшөп ятып алды ла хыр-хыр килеп йоҡлап килә. Мин ике ултырғыс араһындағы ҡалҡыулыҡҡа ҡунаҡлағанмын, Марат өләсәйҙең аяҡ осона ҡыҫылып ултырған. Бүтәнсә нимә эшләргә? Түҙәһең инде... Бына шулай бөтә бала сағым сәйәхәттә үтте. Үҙебеҙҙең яҡта Баймаҡтағы Талҡаҫ күле оҡшай торғайны. Ҡайтҡас хатта һағынып илай инем. “Баймаҡ егетенә генә кейәүгә сығып әрәм булырһың инде!” – тип көлә торғайны әсәйем. Яҙмышмы, Алланың амин тигән сағына тура килдеме, шулай килеп сыҡты ла! Таһир – Буранбай егете (көлә).
Мин – балыҡсы. Бәләкәй саҡтан атайыма эйәреп йөрөп ҡармаҡларға өйрәндем. IX кластан машина йөрөтә башланым.
“Шоңҡар”ҙар.Белемегеҙ буйынса һеҙ кем?
Гүзәл Хәмитова. Мин музыка белгесе, фольклорсы. Уҡытыусым – Фәрит Камаев, мәрхүм инде. Әле уның мираҫын сығарыу өҫтөндә эшләйем. 2012 йылда “Башҡорттоң 400 йыры” тигән китап сығарғайным, хәҙер электрон версияһын эшләргә тигән хыялым бар. Музыка фольклоры менән ҡыҙыҡһыныуыма Фәрит ағай, шул һиңә ҡыҙыҡмы, тип һорап ҡуйғаны булды. Әлбиттә, тим, сөнки әсәйем ғүмер буйы халыҡ йырҙарын йырланы. Үҙем йырламайым, мин – теоретик. Башҡорт фольклоры менән ҡыҙыҡһынған теоретиктар беҙҙә юҡ. Ә бит диссертация ла яҙа башлағайным, публикацияларым бар ине, ҡыҙыҡ тема ла һайлағайным... Йырҙың нисек тыуыуы рельефҡа бәйле. Бөрйән башҡорттары һаҡ, үҙенә йомолған халыҡ, тигәйнем бит. Таулы, урманлы, тын тәбиғәтле урында шундай уҡ йырҙар тыуа, баҡһаң. Федоровка яҡтарында, мәҫәлән, тауҙар юҡ, шул арҡала халыҡ йырҙарында мелизматика сағылмай. Баймаҡта, Ирәндек тауҙары яғында тыуған йырҙар тулыһынса мелизматика менән һуғарылған, орнаментҡа ҡоролған. Дала яҡтарында боролоштары киң тынлы йырҙар тыуғаны күҙәтелә. Халыҡ барыһын да күрә, тоя бит ул, һәм күргән-кисергәндәрен йырға һала. Диссертациямда ошоларҙың барыһын да күрһәтергә тырышҡайным...
“Шоңҡар”ҙар.Әле дауам итергә теләгегеҙ юҡмы?
Гүзәл Хәмитова. Дауам итергә мөмкин, әлбиттә, әммә хәҙер ғилми килмәлдә түгел.
Башҡорттар – мистик халыҡ
“Шоңҡар”ҙар.Был тормошта күбеһе үҙ һуҡмағын урау-урау юлдар, аҙашыуҙар аша саҡ эҙләп таба. Һеҙ тормошоғоҙҙоң нисек китерен, ниндәй эштәр башҡарырығыҙҙы белә инегеҙме?
Гүзәл Хәмитова. Мин бәхетле – эшемде яратып башҡарам, һәм ул һәйбәт килеп сыға. Тормошомдоң ҡиммәте лә ошондалыр. Телевидениеға киткәнгә үкенеп ҡуйған мәлдәрем булғыланы, әммә ул ваҡытта Ҡуңыр буға юлын үтә алыр инемме? Юҡ! 29 сығарылыштан торған “Алтын мираҫ” телепроектын да эшләй алмаҫ инем. Тапшырыу рус телендә алып барылды, бының үҙ сәбәбе бар: башҡорт халыҡ ижадын, тарихын төп халыҡ ҡына түгел, ә республикала йәшәгән һәр милләт вәкиле белергә, ихтирам итергә тейеш. Был тапшырыу ғалимдарыбыҙ башына Совет дәүере тарафынан һеңдерелгән ҡайһы бер ҡараштарҙы тулыһынса үҙгәртергә ярҙам итте. Мәҫәлән, Ҡолой кантон тиһәк, үҙенән-үҙе яуыз кантон күҙ алдына баҫа. “Яуыз” тигәне Кирәй Мәргәндең уйҙырмаһы ул. Кәтибә Кинйәбулатова (үҙе һөйләне) текстарҙы алдына алып барып һалғас, Кирәй Мәргән “кантондар һәйбәт булмай” тигән һүҙҙәр менән “яуыз” һүҙен өҫтәп яҙып ҡуя. Был ил ағалары, киреһенсә, ғәмәлдә белемле, алдынғы ҡа¬рашлы башҡорттар булған.
Бына ошолар өсөн телевидениеға шул тиклем рәхмәтлемен. Ярай әле фән юлынан китмәгәнмен, юҡһа бер тема менән ултырыр инем, тип ҡыуанып ҡуям...
“Шоңҡар”ҙар.Һеҙҙең темперамент менән барыбер бер тема менән генә сикләнеп ҡалмаҫ инегеҙ ул.
“Шоңҡар”ҙар.Һеҙ бер яҡтан әсәйегеҙҙең, икенсе яҡтан атайығыҙҙың эшен дауам итәһегеҙ икән...
Гүзәл Хәмитова. Эйе, тәбиғәттә йөрөгәндә беҙ ҙә мотлаҡ урындарҙың тарихын, легенда-риүәйәтен һөйләйбеҙ. “Эҙәрмән”де башлағанда “Алтын мираҫ”тың темаларына йыш мөрәжәғәт иттем. Ғөмүмән, тапшырыуҙарымда халыҡ темаларын күтәрергә тырышам. “Мистик Башҡортостан”да ла шуны дауам итәм. Ә бит башҡорттар – мисктик халыҡ. Боронғо халыҡҡа хас булғанса, үҙенең генә им-том йолалары бар. Мосолманлыҡ та беҙгә һуңыраҡ килгән, беҙ иң боронғо илаһ – Тәңрегә табынғанбыҙ. Урал тауҙарын, Шүлгәнташты күҙ алдына килтерегеҙ. Ниндәйҙер йолалар башҡарырға мәмерйә янына күпме ырыуҙар йыйылған! Археологтар әйтеүенсә, Кайспийҙан да, Учалы, Магнит яҡтарынан да килгәндәр. Әйтәйек, Шүлгән янында йәшмә юҡ, уны Магнит яғынан килгән тип иҫбатлайҙар. Ҡабырсаҡтар – Каспийҙан. Шүлгәндә бер кем дә йәшәмәгән, ул ниндәйҙер мөһим мәсьәләләр хәл ителгән, ҡарарҙар ҡабул ҡылынған изге йорт булып торған.
“Шоңҡар”ҙар.Мистик тапшырыуҙарҙы ғилми иҫбатлауҙарға нигеҙләнеп эшләйһегеҙме?
Гүзәл Хәмитова. Эйе, ғалимдарҙың һәм мистиктарҙың күҙлегенән сығып төҙөйөм. Бер нәмә лә буштан ғына тыумай бит ул. Учалы районы Ахун ауылында ЖәүҙәтӘитов тигән кеше йәшәй. Ул үҙен Ахун менгирҙарын (билдәле тәртиптә ергә вертикаль ҡуйылған таш бағаналар) һаҡлаусы тип иҫәпләй. Һәм ул әҙәм ышанмаҫлыҡ нәмәләр һөйләп ҡуя. Мәҫәлән, бер хәбәрендә бөтә Уралдан тере аллаға табынырға килгән ырыуҙар тураһында бәйән итте. “Тере аллаға?” тип ҡабатлап һорағас, эйе, тип һүҙен нығытып ҡуйҙы. Аҙаҡ ғалим Юрий Сергеевич Ляхницкий: “Шүлгәнташ ауыҙы башында бот (һынташ) торған, ул алла ролен башҡарған, һәм уға табынырға килгәндәр”, – тип һөйләне. Һүҙ, бәлки, бер алла тураһында баралыр.
Ахун тирәһендә йөрөгәндә ҡаҙан һымаҡ өңөлгән урындарға тап булдыҡ. “Эҙәрмән”дә беҙ был ерҙе ҡорбан килтереү урыны тип әйттек. Аҙаҡ Жәүҙәт шылтыратып: “Ул ниндәй ҡорбан килтереү урыны булһын!” – тине. Уныңса, был соҡорҙарға һыу йыйыла һәм ай тулған ваҡытта ул энергия менән зарядлана. Был һыуҙы төрлө йолалар башҡарғанда ҡулланалар. Ай менән тулыланған һыу сирҙәрҙән ҡотолорға, йәшәрергә ярҙам итә. Дөрөҫмө? Түгелме? Уйлағыҙ инде...
“Шоңҡар”ҙар.Нисек уйлайһығыҙ, тәбиғәткә булған һаҡһыҙ ҡарашыбыҙ, шул уҡ менгирҙар, Шүлгәнташтағы яҙыуҙар – улар мистик көстө бөтөрәме?
Гүзәл Хәмитова. Юҡ. Мистик көс әйберҙә түгел бит ул. Әйберҙәр мистик урынды ғына күрһәтеп тора, тип һанайым мин. Учалылағы менгирҙар торған урын таштарға һис тә бәйле түгел, ер сатнамы ул, шул тирәлә ер аҫтынан энергия сыға. Шуға ла кешеләр бында килгән, ошо таштарға табынған, йоҡлап ҡайтҡан, аҙналар буйы йәшәп тә ятҡан.
“Шоңҡар”ҙар.Мистикаға бәйле кешеләрҙе осратыу ҡыҙыҡтыр?
Гүзәл Хәмитова. Мин ундайҙарҙы аңларға тырышам. Икенсе яҡтан, ҡыҙыҡ, әлбиттә. Бигерәк тә ҡолаҡҡа ятмаҫ хәбәрҙәр һөйләй башлаһалар. Мәҫәлән, “Һаҡмар Уралдың улы түгел, ә Шүлгәндеке” кеүек дәлилдәрҙе ҡабул итергә мин әҙер түгел, ышанғым килмәй. Беҙ бит бер төрлө тарихты беләбеҙ һәм икенсеһе кәрәкмәй.
“Шоңҡар”ҙар.Мистика Башҡортостандың бөтә ерҙәрендә лә бармы?
Гүзәл Хәмитова. Мистика беҙҙең башыбыҙҙа. Нимә аңлайышһыҙ – мистикаға һылтайбыҙ, легенда-риүәйәттәргә бәйләйбеҙ. Ғилми яҡтан барыһына ла аңлатма бар. Мәҫәлән, Ишембай районында Һыҙатланып бөткән таш таптыҡ. Таш һыуҙа ятҡан. Тауҙар, йылғалар төшөрөлгән кеүек. Кешеләр, карталыр был, тип юраны. Мистика!.. Ә геологтар әйтеүенсә, бында эзбиз ятҡылығы булған. Таш сатнаған, ярыҡтарына һыу тулған һәм кальцит кристалдары менән ҡапланған. Яңынан һыуға төшкәс, иң тәүҙә кальцит йыуыла һәм унда һырҙар барлыҡҡа килә. Был ғәҙәти процесс. Ә боронғо кеше уны табып ала ла, быныһы – тауға, быныһы йылғаға оҡшаған тип, тәрәнәйтеңкерәп уйып ҡуя, тағы берәй нәмә өҫтәргә мөмкин. Бына ошо ҡасандыр кеше ҡулы тейгән нәмәләр беҙгә мистика булып күренә. Мистика минең өсөн шул: мәҫәлән, һин берәй төш күрәһең, һәм икенсе көнөнә үк ул тормошҡа аша. Ә тәбиғәттәге әйберҙәргә кеше ҡулы тейгән, тигән фекерҙәмен.
“Шоңҡар”ҙар.Төшөрөп тә, сығармай ҡалған кадрҙарығыҙ бармы?
Гүзәл Хәмитова. Барыһын да сығарам. “Мин шымып ҡалырға тейеш түгел!” тигән ҡараштан сығып эш итәм мин. Тапшырыуҙа бит үҙемдең ҡарашымды ғына белдерәм, икенсе кеше башҡаса уйларға мөмкин, ә өсөнсөһө, бәлки, уйламағанда берәй асыш яһар! Һәр кемдең һәр нәмәгә үҙ ҡарашы, үҙ фекере. Кеше уйларға тейеш.
“Шоңҡар”ҙар.Тапшырыуҙарға темаларҙы нисегерәк һайлайһығыҙ?
Гүзәл Хәмитова. Мин дәүләт телевидениеһында эшләгәнемде аңлайым. Тамашасымдың кем һәм уға нимә ҡыҙыҡ икәнен дә беләм. Тема һайлағанда телевизор ҡараусының минең менән бәхәскә инеүе мөһим. Гүзәл Хәмитова шулай ти, тимәк, күпте белә, әйткәндәре дөрөҫ, тимәһен ул, ә минең менән ризалашмаһын, бәхәсләшһен, тапшырыуҙың дауамы тураһында уйланһын. Тәүге теләгем: ниндәй генә мистиканы алһаҡ та, кешелә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырһын. Шул ерҙәргә уларҙың да барғыһы килһен.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙ мистик урындарҙа күп йөрөгәнһегеҙ, төрлө кешеләр менән осрашҡанһығыҙ, нисек уйлайһығыҙ, ысынлап та башҡорттар был урында ныҡ борондан йәшәгәнме?
Гүзәл Хәмитова. Эйе тип уйлайым. Мәҫәлән, Шүлгәнташ мәмерйәһенең һаҡлаусыһы бар. “Иҙеүкәй менән Мораҙым”да ла был турала һүҙ бар. Иҙеүкәй менән Мораҙым мәмерйәгә инһә, ғүмер буйы шунда йәшәгән бер ҡарт ултыра. Элекке йыл Иманай мәмерйәһендә археологтар, халыҡ һөйләгән легендалар ярҙамында, ете мәмерйә арыҫланы ҡаҙып алдылар. Әгәр беҙ ҡайҙандыр ситтән килгән халыҡ булһаҡ һәм телдән-телгә күсеп килгән легенда-риүәйәттәребеҙ булмаһа, мәмерйәлә нимә ятҡанын ҡайҙан белер инек?
“Шоңҡар”ҙар.Хәҙер гендар буйынса ла тикшерәләр. Был да беҙҙең боронғо халыҡ икәнде күрһәтәме?
Гүзәл Хәмитова. Һеҙгә үҙемдең ҙур бер версиямды еткергем килә. Ҡуңыр буға юлы – халыҡтарҙың яңы ерҙәргә күсенеү юлы, сөнки ошо юл буйлап тәүтормош кешеләре төшөргән мамонт, ат һәм башҡа һүрәттәр булған мәмерйәләр урынлашҡан. Нәҡ ошо юл буйлап миграция барған. Халыҡтар бынан – тегендә, теге яҡтан бында күсенеп килгән тип ҡарарға мөмкин. Мораҙым тарлауығында һүрәттәр бар. Урал тауҙары буйлап Шүлгәнташҡа, унан Салауат районындағы Серпиев, Игнат мәмерйәләренә сығабыҙ – унда ла һүрәттәр һаҡланған. Артабан француз, испан мәмерйәләрендә лә бар ошондай уҡ мамонттар һәм аттар. Шүлгәнташтағылар ғына айырыла. Бында трапеция бар, ҡалғандарҙа – юҡ. Бүтән мәмерйәләрҙә географик һүрәттәр айырым урынлашҡан, ә Шүлгәндә улар тотош система. Был тәңгәлдә эҙләнергә лә эҙләнергә әле беҙгә.
“Шоңҡар”ҙар.Тапшырыу төшөргәндә ҡыҙыҡ һәм ҡурҡыныс хәлдәрһеҙ ҙә булмағандыр? Иң иҫтә ҡалғандарын һөйләп китә алаһығыҙмы?
Гүзәл Хәмитова. “Эҙәрмән” егеттәре менән Белореттағы Нуҡат мәмерйәһенә төштөк. Әҙ генә барҙы ла, юл бөттө – ҡайҙалыр аҫҡа китә, ә унда шабырлап һыу аға. Бик ҡарағым килгәйне лә, егеттәр ебәрмәне. Ике йылдан һуң, “Мистик Башҡортостан”ды төшөрә башлағас, арҡандар, гидрокостюмдар алып, тағы киттек шул урынға, күңелде тынысландырып ҡуйғым килде. Төштөк. Тәпәш кенә булып сыҡты. Һис мин көткәнсә түгел. Оператор мәмерйә ауыҙына яҡыныраҡ торорға ҡуша, ә өҫтән шабырлап һыу аға. Аяҡтарҙы киреп баҫтым да: “Мин төшөп еттем, берәй нәмә күрерлек түгел бында, һыуҙан башҡа бер нәмә лә юҡ!” – тип ҡысҡырам. Ә үҙемдең нисәмә йыл тынғы бирмәгән мәмерйәмә ҡарап көлкөм килә (йылмая). Әммә тапшырыуҙа шул тиклем матур күренде барыһы ла.
Ә бына Мәләүез районы милли парк биләмәһендәге Ҡотоҡсумған мәмерйәһенә төшөүемде иҫләһәм, әле лә тәндәр зымбырлап китә. Уны мәмерйә-упҡын тип йөрөтәләр һәм ул Рәсәйҙә берәү генә. Бейеклеге 40 ҡатлы йорт самаһы. Мәмерйә уйымын ашатлап баҫырлыҡ ҡына. Бына ошо бер аҙым ер иң ҡурҡынысы. Аҫта – упҡын. Бер нәмә күренмәй, аяҡ-ҡулдар дер-дер ҡалтырай. Аҙаҡ ошо мәмерйәне асҡан кешеләр менән тағы берҙе төшөргә тура килде ошо упҡынға. Ҡарттарға 74 йәш ине инде. Уларҙы, әлбиттә, “косынка” тип йөрөтөлгән махсус ҡоролмаға ултыртып төшөрҙөләр, улай ҡурҡыныс кисермәгәндәрҙер. Ә миңә бөтә аппаратура, камера, аккумуляторҙарҙы тейәп, үҙемә төшөргә тура килде. Бүтән сара юҡ – тапшырыу эшләргә кәрәк. Бигерәк тә менеүе ауыр булды. Шул мәлдә: “Гүзәл, был һиңә кәрәк инеме?!. Ғүмерең артыҡмы ни шулай?!.” – тип үҙемде әрләп бөткәйнем, сөнки яңылыш ҡына ысҡынып китһәң, һиңә бер нәмә лә ярҙам итмәҫкә мөмкин... Ғөмүмән, Ҡотоҡсумғанға төшөү һәм күтәрелеү бренд һанала.
«Һәр кемгә үҙенә яҙған юлы була»
“Шоңҡар”ҙар.Һеҙҙең таштарға иғтибарығыҙ ҙур, ҡасан тыуҙы был ҡыҙыҡһыныу?
Гүзәл Хәмитова. Таш – ул тарих. “Тарих яҙыр инем ташына” тиелә бит халыҡ йырында ла. Кешенең был донъялағы тормошо сүп кеүек кенә. Ә таш – мәңгелек. Шихан тауҙарын алайыҡ. Унда бит ерҙең бар тарихын күрергә була.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙының биҙәүес әйберҙәрен яратам. Һаҡалдағы тәңкәләр тураһында яңыраҡ бына нимә белдем. Элек уларға ҡарай ҙа, ҡиммәте бик юғарылыр инде, тип көйә торғайным. Баҡтиһәң, уның тишекле булыуы уҡ бөтә ҡиммәтен юғалта, икенсенән, урыҫ дәүләте, башҡорттарҙың аҡсаларҙы тишкеләүен күргәс, шундай уҡ, әммә баһаһы булмаған, биҙәүестәр эшләргә махсус рәүештә тишелгән тәңкәләр һуғырға ҡарар сығарған. Улар ҙа шул уҡ тәңкә баҙарында эшләнгән, йәрминкәләрҙә һатылған.
“Шоңҡар”ҙар.Китап уҡырға ваҡытығыҙ ҡаламы? Ниндәйҙәргә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
Гүзәл Хәмитова. Мемуарҙар, хаттар уҡырға яратам. Тарих, археология, геология буйынса күп уҡыйым. Һәйбәт детективтан баш тартмайым. Ғөмүмән, берәй тапшырыуға тотонор алдынан был тема тураһында бик ентекләп өйрәнергә, тимәк, күп уҡырға тура килә.
“Шоңҡар”ҙар.Бына шулай башкөллө эшкә сумыуығыҙ ғаилә тормошона ҡамасауламаймы?
Гүзәл Хәмитова. Бәләкәй ҡыҙымЗәлифә мәктәпте тамамлар йылды, әллә проекттан китәйемме икән, тигән уй тыуғайны. Сөнки бүтән атай-әсәйҙәр балалары менән бергә БДИ-ға әҙерләнә, репетиторҙарға йөрөй, тағы нимәләрҙер эшләйҙәр. Ә Минең Зәлифәм барыһына ла бер үҙе йүгерә. Миңә шунда ҡыйын булып киткәйне. Ҡыҙыма был хаҡта әйткәс: “Әсәй, яратҡан эшеңдән баш тартһаң, йәшәй алырһыңмы? Ә мин имтихандарҙы һин минең менән йөрөмәһәң дә бирәм”, – тине.
Аллаға шөкөр, ике ҡыҙым да үҙ аллы. Зифам музыкаль мәктәпте тамамланы, Мәскәүгә уҡырға инде, шуның араһында Һиндостанда бер йыл эшләп ҡайтырға ла өлгөрҙө. Хәҙер ул фейсбукта билдәле недоблогер. Шул тиклем яратып яҙыша. Бәләкәсем дә, үҙе әйткәнсә, БДИ-һын уңышлы тамамлап, теш табибына уҡып йөрөй. Иптәшем менән әле бергә йәшәмәйбеҙ, әммә бик татыубыҙ. Балалар уларға бара, ул ҡатыны менән беҙгә килә. Тормош булғас, барыһы ла була. Атай ҙа, әсәй ҙә үҙҙәренең шәхси тормоштарына хаҡлы. Быны балалар аңларға һәм ҡабул итергә тейеш. Әсәй менән атай бергә йәшәмәгәндән генә балаға булған һөйөү кәмеп китмәй бит.
Үкенескә ҡаршы, йәмғиәтебеҙ яңылыш юлдан китеп бара, тип әйтер инем. Яңғыҙ әсәйҙәр күбәйҙе. Яңғыҙ әсәй тәрбиәһен алып үҫкән малай, үҫкәс, өйҙә баш буласаҡ ҡатын эҙләйәсәк. Ә ҡыҙҙарыбыҙ йыш ҡына әсәһенең күсермәһен аласаҡ. Әсәй беҙҙе үҫтерҙе бит, яңғыҙ ҙа бына тигән итеп донъя көттө, мин дә йәшәрмен, тип уйлай ул.
20 йылдан һуң феминист ҡатындар һәм ҡатынша ирҙәр күбәйеүе ихтимал. Ғаиләләрҙең тарҡалыуының сәбәбен ғаиләлә ир менән ҡатындың роле алмашына барыуында күрәм. Магазинда сиратта торғанда йыш ҡына көшөлөктөң кем ҡулында булыуына иғтибар итәм. Ҡатын кеше әйберҙәрҙе алырға, ә ир түләргә тейеш. Беҙҙә күпселек осраҡта ҡатын-ҡыҙ түләй.
Был тормошта ирҙәр үтәй торған өс төп функция бар: тыныслыҡ өсөн һуғышыу, ғаилә аҫрар өсөн аҡса эшләү һәм нәҫелде арттырыу. Беренсенән, Аллаға шөкөр, илебеҙ тыныс, һуғышыу хәжәте юҡ. Икенсенән, ҡатыны аҡсаны һәйбәт эшләй, йәшәргә етә, шулай булғас, өҙгөләнмәҫкә лә мөмкин. Өсөнсөнән, нимә ҡала инде? Әлбиттә, нәҫел арттырыу! Шунан, ирҙәребеҙ хыянат итә, тип аптырайбыҙ. Ошо турала уйлағас, иҫем китте. Ирҙәрҙең тормоштағы позицияһы ябай: ҡатын барыһы өсөн дә яуап бирергә теләйме – рәхим итһен. Башҡорт ҡатындары амазонкахолоҡло шул: уларға ирҙәргә баш биреүгә ҡарағанда атҡа ултырып сабыуы күпкә еңел.
“Шоңҡар”ҙар.Һеҙҙеңсә, бөгөн ғаиләнең ныҡлығы ирҙең аҡсаны һәйбәт эшләүенән торамы?
Гүзәл Хәмитова. Юҡ, аҡса һәм өйҙә кемдең хужа булыуы роль уйнамай бында. Ғаиләлә ир – ҡатынына, ҡатыны иренә ҡыҙыҡ булырға тейеш. Миңә, мәҫәлән, үҙемә ҡарағанда күберәк белгән кешеләр менән ҡыҙыҡ. Ни өсөн әсәйем менән атайым бергә оҙаҡ йәшәне? Атайым олоғайып бөткәс тә: “Әсәйеңдән башҡа бер ҡатынды ла яратманым...” – тиер ине. Сөнки әсәйем ҡыҙыҡтырырлыҡ шәхес булды. 71 йәштә лә тағалы туфлиҙар, эшләпәләр генә кейеп йөрөй ине әле. Атайым уға яңы-яңы кейемдәр бүләк итергә яратты. Ғүмер буйы һоҡланды һәм ғорурланды. Әсәйем өсөн дә атайымдан да ышаныслыраҡ кеше юҡ ине. Эшләпә, осло тағалары менән машинаға инеп ултырғанда тик ошо ир генә уны теләгән еренә алып барырын, күргеһе килгән ерҙәрҙе күрһәтерен һәм шуның менән бәхетле итерен белде. Әлбиттә, талашып та, әрләшеп тә китәләр ине, әммә улар ысын йөрәктән бер-береһен яратты, ихтирам итте. Атайым был донъянан алдараҡ китте. Йыл ярымдан әсәйем дә уның янына юлланды. Әсәйемде ҡуйып ҡайтҡас, өй ҡыйығына ике ап-аҡ ҡына күгәрсен килеп ҡунды. “Земфира менән Сулпан бит был!” – тип барыһы ла аһ итте.
Яратҡан парҙың балалары ла матур була, сөнки улар һөйөү һәм яҡшылыҡты ғына күреп үҫә. Атайым мин буй етеп бөткәс тә әле тубығына ултыртып яратып ала торғайны, мин оялған булам. “Эй, балам, һин алтмышҡа етһәң дә минең өсөн бала буласаҡһың”, – тиер ине. Әсәйем: “И-и-и-й, йөрәгемде минең”, – тип арҡамдан тупылдатып яратты гел. Атай-әсәйҙең һөйөүе лә, әйткән һүҙҙәре лә мәңгелек, гел һинең менән ҡала. Улар әле юҡ, әммә мин барыһын да иҫләйем. Һөйөлөп үҫкән бала тормошта ла бирешеп бармай, улар үҙ-үҙҙәренә ышанып үҫә.
“Шоңҡар”ҙар.Тормош тәжрибәһен йәшәй-йәшәй үҙегеҙ тупланығыҙмы, әллә кәңәштәр биреп торған кеше булдымы?
Гүзәл Хәмитова. Әлбиттә, әкренләп үҙе йыйылды. Шуны беләм: тормошоңда ниндәйҙер хәл булған икән, тимәк, был нимә өсөндөр кәрәк.
Атай-әсәй балаһына ғаилә тормошо тәрбиәһен дә бирергә тейеш. Нәҡ ғаилә ҡороу, айырым тормош көтөү тәрбиәһен биреп еткермәгәндәрҙер, тим, миңә. Бының ҙур яуаплылыҡ икәнен аңлатырға кәрәк балаларға.
Ғилман Ишкининдың “ауыл йола менән йәшәй” тигән һүҙе бар. Ысынлап та, лауреатмы һин, ниндәйҙер яуаплы эштәр атҡараһыңмы – ауыл кешеһенә барыбер. Улар өсөн һин – килен. Тәүге мәлдә исемең дә юҡ әле. Өлкәнәйә башлаһаң, ихтирам яулаһаң ғына исемең менән өндәшә башлайҙар. Тәүҙә мин быны бик ауыр ҡабул иттем, үпкәләй ҙә инем. Аҙаҡ ҡына, исемем менән әйтә башлағастары, үҙҙәренеке итеп ҡабул итеүҙәрен, яратыуҙарын аңланым. Бына ошо килен статусын да әсәйҙәр аңлатырға тейеш ҡыҙҙарына. Ир йортонда икенсе төрлө бешерәләр, эшләйҙәр, йолалары ла башҡа. Үҙ йортобоҙҙа беҙ ғәзиз балаларыбыҙҙы күп нәмәгә өйрәтәбеҙ, әммә бүтән ғаиләләрҙә икенсе төрлө икәнен аңлатырға онотабыҙ...
“Шоңҡар”ҙар.Бөтә эштәрегеҙҙе лә күңел һалып башҡарам тигәйнегеҙ, ул үҙенән-үҙе шулай килеп сығамы, әллә яратмаған эш менән шөғөлләнеүҙән баш тартаһығыҙмы?
Гүзәл Хәмитова.Үҙем теләмәгән эштәрҙе башҡарыуҙан баш тартырға, ошо йәшемә етеп, өйрәнгәнмендер. Баш тарта алмаһам инде, оҡшамаған нәмәнең дә яҡшы яҡтарын эҙләйем.
Мин яҙмышҡа ышанам. Һеҙгә килеүем, һөйләшеп, сәй эсеп ултырыуыбыҙ һис тә үҙем тураһында яҙҙырыу ниәтенән түгел. Бөгөн ошонда әйткән берәй һүҙем журнал уҡыусыларҙың күңеленә барып етһә, уйға һалһа, үҙе өсөн берәй файҙа алһа – миңә шуныһы мөһим. Тимәк, мин килергә тейеш булғанмын. Бер нәмә лә бушҡа ғына түгел был донъяла. Киләсәктә беҙҙе нимә көткәнен беребеҙ ҙә белмәй бит...
“Шоңҡар”ҙар.Нимәләр бешерергә яратаһығыҙ?
Гүзәл Хәмитова. Ит ризыҡтарын теләп бешерәм. Балыҡты тоторға яратһам да, тәмле итеп ҡура белмәйем. Былауҙы, өләсәйемдән өйрәнгәнсә, йөҙөм, күрәгә, ҡара емеш һалып әҙерләйем. Эй өләсәйҙеке тәмле килеп сыға торғайны! Беҙ уны ҡул менән ашарға яраттыҡ.
“Шоңҡар”ҙар.Экстрасенстарға ышанаһығыҙмы?
Гүзәл Хәмитова. Ышанам, әммә бөтәһенә лә түгел. Практикаһы әҙ булғандарға ышанырға ярамай. Бер уйлаһаң, экстрасенс – ул яҡшы психолог. Уларҙың, ғөмүмән, кешегә кәрәге юҡ. Кеше үҙенә үҙе лә ярҙам итә ала. Мәҫәлән, мин – экстрасенс. Һин миңә проблемаларың менән килдең. Һөйләп илайһың. Һәм икәүләп бөтә ауырыу-проблемаларыңдың эсеңә йыйылған үпкә-рәнйеш һөҙөмтәһе икәнен аңлайбыҙ. Уны ғына һин экстрасенс әйтмәһә лә белеп тораһың. Шуға мин, берәй ерем ауыртһа, сәбәбен үҙемдән эҙләй башлайым.
“Шоңҡар”ҙар.Кешенең күңелен тоя беләһегеҙме?
Гүзәл Хәмитова. Эйе, мин бәләкәй саҡтан һәр нәмәгә бик иғтибарлы, күҙәтеүсән. Таһирҙың олатаһы миңә тикшереү ойоштороп алырға ярата торғайны. Телевизорҙы аса ла, бына был кеше ниндәй? Ә тегеһе тураһында нимә әйтерһең, тип төпсөшә. Мин һөйләйем. Уларҙы ҡайҙан беләһең ул, тип аптырар ине.
“Шоңҡар”ҙар.Шулай, бәлки, һәләтегеҙ ҙә асылып китер әле...
Гүзәл Хәмитова. Кәрәкме икән ул? Мин бит алама хәбәрҙе кешенең йөҙөнә тура ҡарап әйтә алмаясаҡмын. Унан, кеше яҡшы хәбәр менән йөрөмәй бит, күңел һыҙланыуҙары, сир-ауырыуҙары алып килә уны. Минең уларға ярҙам итергә көсөм, ай-һай, етерме?..
Ғөмүмән, һәр кем үҙенә яҙған юлды үтә был тормошта. Барыһы ла кешенең үҙенән тора. Иң мөһиме: булғанды емермәгеҙ, ҡәҙерен белегеҙ. Емереп ташлау анһат ул, яңынан башлауы ғына ауыр...
“Шоңҡар”ҙар.Гүзәл Сулпан ҡыҙы, бөгөнгө әңгәмәгеҙ, табыныбыҙҙы йәмләгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙҙең башҡорт халҡы, республикабыҙ өсөн башҡарған эштәрегеҙҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ! Был ҡомартҡы беҙгә генә түгел, киләһе быуындарға ла әллә күпме файҙа килтерәсәк, хеҙмәт итәсәк әле. Һеҙгә һаулыҡ, яңы асыштар һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!