Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Самауырҙы йыҡҡансы
10 Ноябрь 2018, 14:49

Рәсимә Ураҡсина: Төңөлмәгеҙ бер үк тормоштан… (№10, 2010)

Йәнә самауыр “йыҡмаҡсыбыҙ”, йәмәғәт. Был юлы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, билдәле балалар яҙыусыһы, БДПУ-ның мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү кафедраһы доценты РӘСИМӘ УРАҠСИНА менән.

Йәнә самауыр “йыҡмаҡсыбыҙ”, йәмәғәт. Был юлы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, билдәле балалар яҙыусыһы, БДПУ-ның мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү кафедраһы доценты РӘСИМӘ УРАҠСИНА менән. Ҡунаҡ ҡаршылау – күңелле мәшәҡәт. Ғәҙәттәгесә, редакция хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын әҙерләне, күркәм генә сәй табыны хәстәрләнде. Билдәләнгән ваҡытҡа ҡояштай балҡып Рәсимә Булат ҡыҙы үҙе лә килеп инде. “Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы” тигәндәй, ул ҡабартып бәлеш бешергән. Күстәнәсте киҫеп табынға бирер алдынан рецебын да һорап алдыҡ (был хаҡта түбәндәрәк уҡып белерһегеҙ). Артабан Рәсимә апай редакциябыҙҙың гөлдәй сибәр ҡыҙҙарына төрлө-төрлө сәскә орлоҡтары өләште.
- Гөл үҫтереү – яратҡан шөғөлөм, ҡыҙҙар. Баҡсамда иҫ киткес матур бер сәскә үҫә: “Ирҙәр күҙе” тип атала. Уҡытыусым бүләк иткәйне. Орлоҡтары өлгөргәс, улары менән дә бүлешермен.
- Ҡыҙыҡ… Әллә ысынлап та ирҙәр ҡарашына оҡшағанмы?
- Сәскәһенең таждары ҙур ғына. Бәбәге күҙ ҡараһы төҫлө. Асылып бер нисә сәғәт кенә тора ла, шунда уҡ йомола ла ҡуя. Бына хикмәт, мин әйтәм, ирҙәр ҙә шулай бит. Һоҡланып ҡарап тороуҙары бик аҙға ғына етә. Ҡараштарын башҡаларға күсерергә генә торалар.
Ҡыҙҙар шулай үҙ-ара сөкөрләшкән арала һөйләшеүгә егеттәр ҡушылды һәм беҙ “ысын әңгәмә”гә күстек.

Шоңҡарҙар. Рәсимә Булатовна, һеҙҙе тынғыһыҙ зат – педагог, ғалимә, шағирә, йәмәғәт эшмәкәре һәм, ниһайәт, алдынғы ҡарашлы, һөйкөмлө, нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ тип беләбеҙ. Ошо төшөнсәләрҙең ҡайһыһы күңелегеҙгә яҡыныраҡ? Бөгөнгө әңгәмә барышында кем булараҡ асылырға теләр инегеҙ?


Рәсимә Ураҡсина. Әле һеҙ телгә алып үткәндәрҙең һәммәһен дә бергә туплап иңемә һалып бара алғанмын икән, тимәк, шуларҙың барыһына ла туҡталып үтеү урынлы булыр. Әммә, иң тәүге сиратта үҙемде уҡытыусы итеп тоям. Һөнәрем хаҡына хатта юғары вазифаларҙан баш тартырға тура килгән осраҡтар ҙа булды. Сөнки нисек кенә ымһындырғыс тойолмаһын, кабинеттан кабинетҡа ҡағыҙ тотоп йөрөүҙе, йәиһә ҡултамғалар ҡуйып ултырыуҙы күҙ алдына ла килтермәйем. Ә уҡытҡанда, балаларымдың күҙҙәренә бағып, тере һыу эскәндәй нурланып, балҡып ҡайтам.


Шоңҡарҙар. Тимәк, уҡытыусы – ул һөнәр генә түгел, ә диагноз…


Рәсимә Ураҡсина. Нәҡ шулай. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағанда һайлау мөмкинлеге булды: матбуғат баҫмаларына алырға ҡуш ҡуллап риза инеләр, “Башҡортостан” радиоһына диктор итеп тә саҡырылғанмын. Тормош иптәшем Урал аръяғына эшкә ебәрелгәс, Сибай педагогия училищеһында ла эш урыны вәғәҙә иттеләр. Урал иһә: “Үҙең һайла, теләйһең икән Өфөлә ҡалабыҙ”, – тине. Ә мин ҡәтғи ҡарарға килгәйнем инде: “Сибайға китәбеҙ, педагогия училищеһында эшләп ҡарағым, уҡытыусыларҙы уҡытҡым килә”, – тип яуапланым.


Шоңҡарҙар. Рәсимә апай, һеҙҙе бала сағығыҙҙа шиғыр һәм тиҙәйткестәр менән һөйләшкән тиҙәр. Шуларҙың берәйһе булһа ла хәтерегеҙҙә һаҡланғанмы?


Рәсимә Ураҡсина. Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин бик һаҡау булдым. Шуға ла бер ваҡытта ла сәхнәлә шиғыр һөйләтмәнеләр. Иллә мәгәр олоһо ла, кесеһе лә телемдән ҡурҡыр ине. Таҡмаҡ сығарырға, кешегә ҡушамат тағырға оҫта була торғайным. Улары барыһына ла ғүмерлеккә йәбеште.


Беҙҙән ике өй аша Мәкәримовтар йәшәй. Аталары – Мирғәли. Мирсаяф исемле малайҙары ағайым менән йәштәш. Бала саҡта Мирсаяф ағайға күҙем дә төшөп йөрөгәйнем. “Мәкәримов Мирсаяф Мирғәли малайы машинаның майына маңлайын майлаған да мендәргә менеп мендәрҙе майлаған”, – тип үртәүемде ағайым ишетеп ҡалһа, эй орошор ине. Ә мин һис тә әрләшә белмәйем. Бер уҫал ҡыҙыбыҙ булыуы хәтеремдә. Үҙе гел уҡытыусы булып уйнай. Ҡысҡырынып, аҡбур менән бәренеп тамам йәнгә тейгәс, нисек быны уҡытыусылыҡтан төшөрөргә, тип баш ватабыҙ. Бер көндө ҡарап ултырҙым-ултырҙым да: “Хәсрәттең тоҡсайының ҡапсығының ауыҙын бәйләгән ебенең һүрендеһенең осо һи-и-ин!”, – тип әйттем дә һалдым. Теге илап ҡайтты ла китте. Һәм башҡаса уҡытырға килмәне.


Шоңҡарҙар. Тимәк тел ололарҙан әрләнергә лә, руссалап әйткәндә, “переворот” яһарға ла ярҙам иткән…


Рәсимә Ураҡсина. Эйе, телдәрлегем һәм ныҡышмаллығым мине юҡтан бар яһаны, һаҡау, бытылдыҡ бер ҡыҙ баланан һүҙ оҫтаһына әүерелдерҙе. Бишенсе синыфҡа Өфөгә беренсе интернат-мәктәпкә уҡырға килдем. Башҡорт теле дәресендә уҡытыусыбыҙ Ләйлә Сабур ҡыҙы Ваһапова көҙ тураһында инша яҙырға ҡушҡайны. Ауылда өйрәнелгәнсә дәфтәр битенә шиғри юлдар теҙҙем:


“Алтын ҡанаттарын йәйеп,


Беҙҙең илгә килде көҙ,


Ә һеҙ ҡоштар китәһегеҙ,


Һағынырбыҙ инде беҙ…”


Әммә ул ваҡытта шиғыр яҙамдыр тигән уй башыма ла килмәй ине. Икенсе көндө уҡытыусыбыҙ иншаларҙы барлап сыҡты ла, “арағыҙҙа шиғыр яҙыусы ла бар икән. Рәсимә хәҙер уны үҙе һөйләп ишеттерер”, – тип мине таҡта алдына саҡырҙы. Сыҡтым да шылдыр-былдыр килеп уҡыным тегене. Бер кем һис ни аңламағас, уҡытыусым ашыҡмай ғына уҡырға тәҡдим итте. Ләкин нисек кенә тырышһам да әҙәмсә уҡып килештерә алманым. Телемдең етешһеҙлеге ныҡ һиҙелә ине. Бәхетемә күрә, Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкованың ГИТИС-ты тамамлап ҡайтып, мәктәпкә балалар студияһы ойошторорға килгән сағы. Ләйлә Ваһапова мине етәкләп уның янына алып барҙы ла: ”Бына бер шәп ҡыҙыҡай бар, Дим буйынан, шуны һөйләшергә өйрәт әле”, – тине. Гөлли апай минән ниҙер әйттереп ҡараны ла, үҙ ҡанаты аҫтына алырға ризалығын белдереп йылмайып ҡына ҡуйҙы. Апайыбыҙ беҙгә хуш еҫ бөркөп торған ап-аҡ ҡулъяулыҡтарға берәр ус бузый таштар төрөп алып килгәйне. Шуларҙы ауыҙыбыҙға ҡабып таш аша һүҙҙәрҙе әйтергә тейешбеҙ. Мин үтә тырыш уҡыусы булараҡ, тиҙерәк һөйләргә өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым. Интернатта режим. Киске унда әүен баҙарына юлланаһың. Һәммәһе лә йоҡоға талғас, ипләп кенә теге таштарҙы алып бәҙрәф бүлмәһенә инеп бикләнәм дә шөғөлләнә башлайым. Ә тәрбиәселәр төн һайын ошо тирәнән ниндәй сәйер тауыш килә икән, тип аптыраша икән. Бер көндө бәҙрәф ишеген шаҡыйҙар. Мине күреп аптырап ҡалдылар ҙа: “Һинме ни унда, беҙ бит ен эйәләгән тип торабыҙ, ниңә йоҡламайһың әле?” – тип шелтәләргә тотондолар. Ә мин ғәйепле төҫ менән: ”Һөйләшергә өйрәнәм”, – тигән булдым. Уның ҡарауы маҡсатыма тиҙ өлгәштем. Күп тә үтмәҫтән Гөлли апай мине төп ролдәргә тәғәйенләй башланы. Телевидениела һәм радиолағы балалар тапшырыуҙарында ла йыш ҡатнаштырырҙар ине.


Шоңҡарҙар. Ҡасан үҙегеҙҙең балалар яҙыусыһы икәнегеҙҙе тойҙоғоҙ?


Рәсимә Ураҡсина. Кескәй генә саҡтан балалар донъяһы менән ҡыҙыҡһына инем. Педагогия училищеһында белем биргәндә студенттар менән балалар баҡсаларына, башланғыс мәктәптәргә йыш йөрөнөк. Бала күңеленә үтеп инерлек итеп яҙылған, сабыйҙарҙың күҙҙәрен яндырып ебәрерлек, йөрәгенә осҡон һалырлыҡ шиғыр ҙа, йыр ҙа юҡ ине ул саҡта. Шул ихтыяждан сығып, үҙем яҙған әйберҙәрҙе тәҡдим итә башланым. Бик күп шиғырҙарым студенттарҙың дәфтәрҙәрендә ҡалды. Шулай итеп, әкренләп балалар өсөн яҙа башланым.


Шоңҡарҙар. Ул осорҙа шағирҙар, балалар яҙыусылары әүҙем эшләп ихтыяжды ҡәнәғәтләндерһә, бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә Рәсимә Ураҡсина исемле яҙыусы булыр инеме икән?


Рәсимә Ураҡсина. Һис шикһеҙ. Һуңлап булһа ла ошо йүнәлештә эш башлар инем тип уйлайым. Сөнки миңә балалар менән аралашыуы ҡыҙығыраҡ. Таныштарыма, туғандарыма ҡунаҡҡа барһам да, өҫтәл артында ололар менән гәпләшеүгә ҡарағанда, аулағыраҡ мөйөштә балалар менән гөрөлдәшеүе күңеллерәк тойола.


Шоңҡарҙар. Әҙәбиәттә, шул иҫәптән башҡорт әҙәбиәтендә лә, проза, поэзия, драматургия менән бер рәттән “һәм башҡа жанрҙар” тигән төшөнсә бар. Публицистика, тәнҡит, сатира һәм юмор, шулай уҡ балалар әҙәбиәте лә әлеге шул “һәм башҡалар” иҫәбендә. Әммә балалар әҙәбиәте айырым бер йүнәлеш булараҡ йәмғиәттең ҡурсауына мохтаж. Бынан тыш, күп кенә илдәрҙә балалар әҙәбиәтен пропагандалау буйынса махсус программалар ҡабул ителгән. Беҙҙә лә ошо эште йәйелдерергә ваҡыттыр.


Рәсимә Ураҡсина. Әлбиттә, балалар әҙәбиәтен үҫтереү мәсьәләһенә Яҙыусылар союзы ғына түгел, Мәғариф министрлығы ла үҙ өлөшөн индерергә бурыслы. Сөнки балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрҙе үҙләштермәй тороп, ололар әҙәбиәтен уҡыу мөмкин түгел. Үҫкән саҡта “Партизан малай”, “Дуҫ булайыҡ”, “Ҡайҙа һеҙ Питер малайҙары”, “Нисә йәш һиңә, комиссар?”, “Кәмһетелгәндәр” кеүек әйберҙәрҙән һуң ғына өлкәндәр әҙәбиәтенә күсә инек. Бөгөн ана шул күсәгилешлелек юғалды. Ә инде балалар әҙәбиәтен һанламайбыҙ икән, бер юлы өлкәндәр әҙәбиәте уҡыусыһын да юғалтабыҙ тигән һүҙ.


Дәреслектәрҙә балалар әҙәбиәте Октябрь революцияһынан һуң барлыҡҡа килде тиһәләр ҙә, башҡорт балалар әҙәбиәтенең тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Сөнки ҡиссалар тәү сиратта балаларға тәғәйенләнгән. Фәнни хеҙмәтемдә лә мин ошо фекерҙе үткәрергә тырыштым. Бөгөн иһә балалар әҙәбиәте үҫеш юлында. Һуңғы йылдарҙа йәш-елкенсәк өсөн яҙылған тарихи әйберҙәр ҙә өҫтәлә. Минең, мәҫәлән, барлыҡ мәшәҡәттәремдән арынып, мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн “Урал батыр” менән бәйле берәй әйбер яҙғым, эпостың тәфсирен биргем килә. Балалар баҡсаһы өсөн бөгөн ул шул тиклем кәрәк.


Әммә шуныһы үкенесле: беҙҙә балалар әҙәбиәтенә ҡағылышлы кешеләрҙе табып үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуймайҙар. Хатта ниндәйҙер кимәлдә балалар өсөн яҙыусыларға кәмһетеп ҡарау ҙа бар.


Шоңҡарҙар. Балаларға замандың рухи ҡиммәттәрен һеңдереү өсөн уларҙың зауығын белеп һөйләшеү талап ителә. Йәш быуын әҙәби әҫәрҙәр уҡыһын өсөн Урал батыр менән Аҡъял батырҙан бер аҙ тайпылып тороп, әйтәйек, “Гарри Поттер”ҙың башҡортса вариантын яҙырға кәрәктер, бәлки.


Рәсимә Ураҡсина. Уныһы ла бар. Рус балалар әҙәбиәтендә ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ образдар, һүҙҙәр уйлап табалар. Ә беҙҙә саҡ ҡына яңы исемдәр индерә башлаһаң, грамматика, лексика ҡанундарын боҙоуҙа ғәйепләйҙәр. Бер нисә йыл элек Сибай театры заказы буйынса компьютерҙың зарарлы икәнлеген аңлатырға теләп, “Бишмәтле картуф” тип исемләнгән әкиәт-пьеса ижад иткәйнем. Уны замана балаларының теле менән яҙҙым. Пьесала ғаилә, китап уҡыу проблемаһын да яҡтыртҡанмын. Үкенесле әлбиттә, әммә бөгөн шуны бер сәхнәлә лә ҡуйҙыра алмайым.


Шоңҡарҙар. Рәсимә апай, көнөгөҙ нимәнән башлана?


Рәсимә Ураҡсина. Йоҡонан уянам да, ятҡан килеш ныҡ итеп киреләм. Артабан үҙемде төңгөлдәтеп һөйөп тауышымды уятам.


Шоңҡарҙар. Етеш йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан йыш ҡына оло быуын вәкилдәренең яҙмышҡа, тормоштоң рәхимһеҙлегенә һуҡраныуына шаһит булаһың. Бөгөнгө йәшәйешегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме? Йәғни шөкөр итә беләһегеҙме?


Рәсимә Ураҡсина. Хатта шөкөрмөн. Тормошомдан бик ризамын. Үҙемде бик бәхетле кешеләр иҫәбенә индерәм. Һис ниндәй “комфорт” күрмәйенсә, аслы-туҡлы үҫтек бит беҙ. Биш-алты йәштән колхоз эшенә егелдек. Хәҙерге йәшәйешем ожмахтың үҙелер. Өйөмдә һыуҙың йылыһы ла, һалҡыны ла ағып тора. Бешерәм тиһәм плитәм бар. Элек бит яландағы һыйыр тиҙәктәрен сүпләп яға инек. Бәләкәй генә ағас киҫәге күрһәң дә эләктереп алып усаҡ алдына килтереп һалаһың. Шул ғәҙәт ҡаныма һеңгән: әле булһа юлымда осраған тапсыҡтарҙы урап үтә алмайым.


Йәнә бер күренеш һәр саҡ күҙ алдымда: магазинға алма килгән. Беҙ, бала-сағалар, себен һымаҡ шул тирәлә уралабыҙ. Матур итеп кейенешкән ҡаланан ҡайтҡан апайҙар алманы бысаҡ менән ҡалын итеп әрсеп ашай. Ҡабыҡтары ергә ҡойолоп-ҡойолоп төшә. Шулар иҫ киткес йәл тойолдо миңә. Һәм алмаға ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт ғүмерлеккә тороп ҡалды. Аллаға шөкөр, бөгөн баҡсамда алмағастарым күп. Алманың бөртөгөн дә серетмәҫкә тырышам. Тоҡлап алып ҡайтып күрше-тирәләге әбейҙәргә, зәғифтәргә таратам. Студенттарымды һыйлайым.


Шоңҡарҙар. Әйткәндәй, шул ”блокада синдромы” өсөн тормош иптәшегеҙ Урал Ғәзиз улы йыш шелтәләйҙер әле үҙегеҙҙе...


Рәсимә Ураҡсина. Һис тә шелтәләмәй. Мин бит уны ғүмерем буйына ҡунаҡ һымаҡ ҡабул итәм. Шулай ҙа иң мөһим эштәрҙе уйлап килә ул. Шулайтайыҡ, былайтайыҡ, тип хужалыҡ эштәрен “мөхәррирләй”. Ғөмүмән, уны физик эштәрҙән азат итергә тырышам. Юҡ-барҙан ғауға ҡуптарып мыжымайым.


Шоңҡарҙар. Һеҙ көслө зат булараҡ уны йәлләйһегеҙ инде?


Рәсимә Ураҡсина. Ҡатын-ҡыҙ, ысынлап та, көслө зат. Ә ирҙәрҙе һаҡларға кәрәк. Сөнки улар донъяуи мәсьәләләр менән мәшғүл. Элек-электән шулай булған. Ир-ат аҡса тапҡан,ә ҡатын-ҡыҙҙар йыйған малды урынһыҙ тәләфләмәҫкә тырышҡан, хәләлдәрен өрмәгән ергә ултыртмаған. Бөгөн, үкенескә ҡаршы, милли традицияларҙан ситләштек.


Шоңҡарҙар. Урал ағай менән яҙмыш һеҙҙе нисек осраштырҙы?


Рәсимә Ураҡсина. Класташтар беҙ. Интернатта уҡығанда алты йыл дауамында бергә гәзит сығарҙыҡ. Ул – рәссам, мин – мөхәррир. Урал үҙ баһаһын белде. “Һин – редактор, башта мәҡәләләреңде килтереп һал, шунан мин һүрәт эшләрмен”, – ти торғайны. Яҙмаларымды әҙерләйем, әхирәтем Гүзәл (АРТ студияһы директоры Гүзәл Яубаҫарова) менән алдына ватман һалабыҙ, банка менән һыу ҡуябыҙ, буяуҙар бирәбеҙ. Тегенең эргәһендә йүгерешеп йөрөйбөҙ. Урал бумалаһын һыуға бер генә тапҡыр манып ала ла алыштырырға бойора. Гүзәл менән сиратлап йөрөп һыу яңыртабыҙ. Өндәшмәйбеҙ – түҙәбеҙ, юғиһә һүрәтен төшөрөп бөтмәйенсә йоҡларға ятыуын самалайбыҙ.


Мәктәптән һуң Урал ағайығыҙ Мәскәү тарафтарына юлланды. Дүрт йыл хат алыштыҡ. Ә инде уҡыуын тамамлап ҡайтып миңә тәҡдим яһағас: “Ана, йәш ҡыҙҙарҙы ал, беҙ бит класташтар, һинән туғыҙ айға ҙурыраҡмын да”, – тип ҡаршылашҡан булғайным, “Һынағанмын инде һине, Рәсимә. Әгәр ҙә гәзит сығарғанда минең менән әрләшкән булһаң, ғүмерҙә лә алмаҫ инем үҙеңде” , – тип кенә яуапланы.


Шоңҡарҙар. Әле йәшлек йылдарын иҫкә алып гәзит сығарып ҡарағанығыҙ юҡмы?


Рәсимә Ураҡсина. Элегерәк Урал ағайығыҙҙың командировканан ҡайтыуына гәзит сығарып ҡуйғылай инем. Күршеләрҙе төрлө байрамдар менән ҡотлап стенгазеталар яһау ҙа ғәҙәткә ингәйне. Ғөмүмән, Уралдың рәссам булыуы тормошта миңә бик ныҡ ярҙам итте. Әйткәндәй, үҙемдә лә рәссамлыҡ һәләте барлығын тоям. Аллаһы тәғәлә насип итһә, мәле еткәс, ҡылҡәләмгә тотоноп, картиналар ижад итергә лә мөмкинлегем булыр төҫлө. Балалар өсөн тәғәйенләнгән китаптарымдың рәссамы булараҡ сығыш яһау хаҡында хыялланам.


Шоңҡарҙар. Әгәр ҙә йөҙ йылдан һуң башҡорт милләте бөткән тиһәләр, ә һеҙгә теге яҡ тарафтан ҡарап тороу мөмкинлеге бирелһә, шул хәл өсөн яуаплылыҡты ниндәйҙер кимәлдә үҙегеҙҙең иңегеҙгә алыр инегеҙме?


Рәсимә Ураҡсина. Үҙен уҡытыусы тип иҫәпләгән һәр кеше иңендә телдең киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо йөрөтәлер. Эйе, мин башҡорт йәмғиәттәрен ойоштороуҙа ҡатнашманым. Сөнки ваҡытым етмәне. Ләкин башҡорт әҙәбиәте буйынса уҡыусыларыма мөмкин булған мәғлүмәтте биреп, йомро йомғаҡ һымаҡ итеп алдарына һалырға тырыштым. Һәр яңы исем, яңы әҫәр менән таныштыра барҙым. Байтаҡ йылдар Өфө музыка колледжында башҡорт әҙәбиәтен уҡытырға тура килгәйне. Икенсе курсты тамамлағас, студенттарымдан курс эштәре яҙҙыртам. Һәм һәр саҡ тере авторҙар хаҡында. Студенттарға һорауҙар әҙерләп, ҡулдарына фотоаппарат тоттороп автор эргәһенә ебәрәм. Башҡорт балалары бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине унда. Хәтеремдә: Әбйәлилдән килгән бер егеткә Рәшит Солтангәрәев буйынса курс эше яҙырға ҡуштым. “Эй, апай, миңә былай ғына ҡуйығыҙ инде, мин Әбйәлилдән бит, башҡорт әҙәбиәтен яҡшы беләм”, – ти был. “Ғәфү ит, туғаным, ҡуя алмайым. Һин Солтангәрәйҙе барып күрергә тейешһең”, – тинем. Аптырағас китте егетебеҙ Яҙыусылар союзына. Рәшит ағай менән баҫҡыста ҡапма-ҡаршы баҫып оҙаҡ итеп һөйләшеп торғандар. Һуңынан әлеге уҡыусым миңә ентекле итеп курс эше яҙып тапшырып, ыңғай баһа алды. Йәйге каникул тамамланып, уҡыуҙар башланғас, Рәшит Солтангәрәев арабыҙҙан китеп барҙы. Теге егет ошо хаҡта белеп ҡалған да: ”Апай, ишеттегеҙме, Солтангәрәй үлгән. Шундай яҡшы яҙыусы менән танышып өлгөрөүемә ҡыуанып бөтә алмайым, хәҙер уның бер әйберен дә ҡалдырмайынса уҡыясаҡмын”, – тип кабинетҡа йүгереп килеп инде.


Мәскәүҙә Щепкин исемендәге юғары театр училищеһында башҡорт студияһы студенттарын уҡытҡанда ла үтә ныҡыш булдым. Өфөнән тоҡлап-тоҡлап гәзит-журналдар алып китә торғайным. Беҙ милли тел буйынса дәүләт имтиханы тапшырған берҙән-бер студия булдыҡ. Махсус комиссия төҙөттөк. “Институт тарихында ундай имтихандың булғаны юҡ”, тип уҡыу йорто етәкселеге ризаһыҙлыҡ белдереп маташҡайны: “Уныһында минең эшем юҡ. Нисек инде башҡорт театрына эшкә ҡайтырға тейеш булған студенттар башҡорт теленән дәүләт имтиханы тапшырмаһын. Аңлай алмайым. Рөхсәт бирмәйһегеҙ икән, башҡорт хөкүмәте менән бәйләнешкә инәм”, – тип һүҙемдә ныҡ торғас, ризалашмай саралары юҡ ине.


Рәсимә Ураҡсина. Ул йылдар үҙе бер тормош мәктәбенә торош булды. Мәскәү уҡытыусылары үҙҙәрен үтә юғары баһалай. Унда меркантилизм һауаһы хөкөм һөрә. Мин дә уларҙан ҡалышмаҫҡа тырышам. Эшкә матур итеп кейенеп барам. Барыһы менән дә йылмайып иҫәнләшәм. Бер милли тел уҡытыусыһы ла кафедра ағзаһы түгел. Ә мине ни эшләптер кафедраға алдылар. Шундағы уҡытыусыларҙың береһе кафедралаш коллегаларымдан: “У вашей башкирки так сильно развито чувство собственного достоинства, что она из себя представляет?” – тип һорай икән. Улар иһә: “Рәсимә Булат ҡыҙы – фән кандидаты, атҡаҙанған уҡытыусы, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, шағирә һәм министр урынбаҫары ҡатыны”, – тигәндәр. “То-то оно, она так держится как будто нам ровня”, – тигән була икән тегеһе. Ә мин ысынлап та үҙ дәрәжәмде беләм. Һис ниндәй осраҡта ла юғалып ҡалмайым. Мәрйәләр аш-һыу менән булышып йонсомайҙар күрәһең - байрамдарға күпсетеп ҡоймаҡ, ваҡ бәлеш, сәк-сәк бешереп алып килһәм, барыһы ла аптырашта ҡала. Тантаналарҙа, мәжлестәрҙә уҡыу йортоноң ректоры Афонин миңә һәр ваҡыт һүҙ бирер ине. Мин иһә матур итеп телмәр тота торғайным. Студенттарым да: “Апай, рәхмәт инде, бик матурһығыҙ, күркәм итеп кейенәһегеҙ”, – тип һоҡланыуҙарын белдереп кенә торҙо. Былар хаҡында оҙон-оҙаҡ сурытыуымдың сәбәбе шул – “Шоңҡар” аша йәштәргә ҡайҙа ғына барһағыҙ ҙа, үҙ дәрәжәгеҙҙе белегеҙ тип әйткем килә. Ә абруйҙы белемлеләр, заман менән бер ҡатарҙан атлаусылар ғына яулай ала, әлбиттә.


Шоңҡарҙар. Бөгөнгө педагогиканың яраһына ла берәй ус тоҙ һибәйек әле. Билдәле булыуынса, методикалар йыш үҙгәреп тора. Уҡытыусының кемдеңдер уҡытыу алымына һуҡырҙарса таянып эш итеүе дөрөҫмө?


Рәсимә Ураҡсина. Берәүгә лә иҫем китеп эйәрмәнем. Ғөмүмән, һәр уҡытыусының үҙенең методикаһы булырға тейеш, тигән фекерҙәмен. Быйыл яҙған дәрес конспектын икенсе йылға ҡуллана алмайым мин. Сөнки алдымда башҡа уҡыусылар, башҡа студенттар. Исем- фамилиялары ғына түгел, эске донъялары ла айырыла. Етмәһә, дәрес алып барған мәлдә көтөлмәгән хәлдәр килеп тыуыуы, яҙған конспектыңдың шунда уҡ юҡҡа сығыуы ихтимал.


Әле бына бер ваҡиға хәтеремә килеп төштө: Сибайҙа йәшәгән саҡ. Гипертония кризисы менән өйҙә ятам. Бер мәлде училище директоры шылтыратты ла: “Етәр, сирләп ятма, Өфөгә “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһенә йыйын, Салауат Юлаев буйынса дәрес бирәсәкһең”, – тине. Поезға ултырып Өфөгә юландым. Үҙемдең сумка күтәрерлек тә хәлем юҡ. Баш ҡалаға юл төшһә, ғәҙәттә Факиһа Туғыҙбаевала туҡталам. Был юлы ла шулай иттем дә, китапханаға юл тоттом. Ә кискеһен дәрес конспекты яҙырға ултырҙым. Факиһа, Салауат Юлаев тураһында поэма яҙҙым, бер кемгә лә уҡыманым әле тигәйне. Миңә шул ғына кәрәк: “Факиһа, мин әйтәм, иртәгә дәрестә ҡатнашаһың, әлегә бер кем дә ишетмәгән поэманан өҙөк уҡыйбыҙ”.


Ике сәғәт кенә йоҡланым да иртә менән матурлыҡ салонына киттем. Дәресте егерменсе мәктәптә күрһәтергә тейешмен. Уны аудиотаҫмаға яҙылған йырҙан башларға ниәтләгәнмен. Класта шул тиклем кеше күп. Магнитофонды тоҡандырырға ғына уйлағайным, ут һүнде (конкурста ҡатнашыусыларҙың дәресен юҡҡа сығарыу өсөн махсус эшләнгән әйбер ине был). Юғалып ҡалдым. Былай ҙа сирлемен, тамам нервыларым ҡуҙғалды. Дәрес башланырға биш минут ҡалған. Кластан сыҡтым да, тынысланыр өсөн һикәлтәгә тотоноп, “билге лә генә һалдым әй биләнгә…” тип “Шәүрә”не ҡысҡырып йырлайым. Бына ҡыңғырау ҙа яңғыраны. Бер аҙ тынысланғандай иткәс, дәресте нимәнән башларға һуң хәҙер тип, класҡа йүнәлдем. Килеп ингәс, уйым менән генә балаларҙы ҡамап алдым да: “Һаумыһығыҙ, мин һеҙгә Сибайҙан килдем, тип –үҙемдең шиғырымды һөйләп алып киттем. Артабан: “Балалар, күҙ алдына килтерегеҙ әле – ниндәйҙер ғәрәсәт, ел-дауыл һеҙҙе әллә ниндәй алыҫ бер илгә осороп алып киткән. Сит кешеләр, сит донъя (бындай тойғоно мин Нюренбергта кисерҙем). Бында бер көн ҡалыу мөмкин түгел. Нимә эшләр инегеҙ?” тип һорайым. Төрлө яуаптар яңғыраны. Һәм араларынан берәүһе: “Салауат Юлаевтың иленән мин тиәсәкмен”, – тип белдергәйне, теге баланың янына барып арҡаһынан һөйөп, маңлайынан үбеп үк алдым да: “Ысынлап та Салауат Юлаев иленән беҙ, ул йөрөгән тупраҡтан йөрөйбөҙ, ул эскән һыуҙы эсәбеҙ, ул ҡараған йондоҙҙарға ҡарайбыҙ”, –тип һүҙемде дауам иттем. Артабан Факиһа шиғырын уҡып ишеттерҙе. Һөҙөмтәлә, дәресемдең ошо баш өлөшө өсөн маҡтанылар мине.


Шоңҡарҙар. Рәсимә апай, әҫәрҙәрегеҙ нисек тыуа? Тәүлектең ниндәй мәлендә ижад итәһегеҙ?


Рәсимә Ураҡсина. Әҫәр яҙыр өсөн тулышҡанымды тоям. Башта бер бысраҡ ерҙе ҡалдырмай таҙартам, керҙәр йыуам. Өйҙө йыйыштырам. Тәмле итеп аш, бәлештәр бешерәм. Намыҫым бер төрлө таҙарып тынысланғас ҡына, өйҙәгеләргә: “Мине борсомағыҙ, бик тәмләп сәй эсергә уйлаһағыҙ ғына саҡырығыҙ”, – тип ижад донъяһына сумам.


“Тәмле-тәмле тәмлекәс” китабына тулышҡан мәлем. Шул тиклем яҙышҡым килә. Эшкә йөрөргә теләк юҡ. Әммә училищеға бармаҫлыҡ бер сәбәп тә таба алмайым. Сараһыҙҙан, уңайһыҙ булһа ла, участка табибын саҡыртып больничный астырҙым да, эштән шылтыратып борсомаһындар өсөн, Өфөгә тикшерелергә китәм тип хәйләләнем. Һәм шул бер аҙна эсендә “Тәмлекәс”те яҙып бөттөм. Көнөм менән төнөм буталды. Хатта бөтөнләй йоҡламаным да, шикелле. Ваҡыты-ваҡыты менән яҙғандарымды кемгәлер уҡығым килеп киткәс, “Сырҡ-сырҡ сырҡылдыҡ, сәбәп табып инеп сыҡ” тип, ҡыҙым аша Инга әхирәтемә хат яҙып ебәрҙем.


“Бәпес ҡоймағы”н иһә Мәскәүҙә ижад иттем. Китабым башта төшөмә инде. Бер ваҡыт тамам тулыштым. Әммә әлеге лә баяғы яҙырға форсат юҡ. Эш муйындан. Әмәлгә ҡалғандай, уҡыу йортона китеп барғанда һис уйламаҫтан башым әйләнеп йығылып аяғымды ҡаймыҡтырҙым да, ике аҙна урындан ҡуҙғала алмайынса яттым. Китабым шул мәлдә яҙылды.


Ышанаһығыҙмы-юҡмы, Чуковскийҙың “Муха-Сакатуха”һын төшөмдә башҡортса уҡыным:


“Себен-себен сыңҡылдаҡ,


Сыңҡылдаҡ алтын ҡорһаҡ,


Оса яланға табан,


Бер һумлыҡ аҡса таба…”


Ана шундай ғәжәп хәлдәр булғылай минең менән.


Шоңҡарҙар. Журнал уҡыусыларға теләктәрегеҙ?


Рәсимә Ураҡсина. Тормошта һынауҙар күп ул, ҡыҙҙар, егеттәр. Ниндәй генә хәлдәргә тарыһағыҙ ҙа алтын урталыҡты табып, дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә, аҡыл менән йәшәргә өйрәнегеҙ. Тормоштан төңөлмәгеҙ бер үк…


Шоңҡарҙар. Ихлас әңгәмәгеҙ, фәһемле кәңәштәрегеҙ өсөн рәхмәт, Рәсимә апай. Һәр ваҡыт бөгөнгөләй йәш, яҡты сырайлы, күркәм зат булып ҡалығыҙ.


Самауыр “түңкәрелде”, дуҫтар. Ә Рәсимә Булат ҡыҙы нисек йылмайып, балҡып килеп инһә, шул сүрәттә беҙҙән сығып китте. Дөрөҫөрәге, “тере һыу” артынан, студенттары янына ашыҡты.


Гөлшат ҠАҺАРМАНОВА яҙып алды.



Рәсимә Ураҡсинанан “бик ҡабаланғанда тиҙ генә бешерә торған” кәбеҫтә бәлеше рецебы.
Эслек өсөн:
Йәш кәбеҫтәне ваҡ ҡына итеп турарға. Уға самалап тоҙ, шәкәр һалып емшегәнсе ыуаларға. Шунан иретелгән һары май, йә һыйыр майы, борос һалып баҫып ҡуяһың.
Ҡамыр өсөн:
Бер стакан шыйыҡ майға өс стакан һалҡын һыу ҡушаһың. Самалап сода, тоҙ һалғас, бушаҡ ҡына итеп баҫаһың. Йоҡа ҡамыр йәйеп (0,5 см) таба төбөнә һалаһың, эслекте мул һәм тигеҙ итеп таратаһың, һауаһын сығарыу өсөн ипләп кенә ус менән тығыҙлайһың, өҫлөк ҡамырын тағы ла йоҡараҡ итеп йәйеп, ябаһың да ситтәрен ҡупшы ғына итеп семеткеләп сығаһың. 30-40 минуттан мейестән алып, бер аҙ таҫтамал менән ҡаплап тораһың да эҫе генә көйөнсә ус аяһындай шаҡмаҡтарға бүлеп, һәр кемдең алдына ҡуяһың. Тәмле булһын!
Читайте нас: