Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Самауырҙы йыҡҡансы
23 Ноябрь 2018, 18:30

Әхмәт Сөләймәнов: Көләмәстең дә милләте бар

Ҡайһы бер халыҡтарҙа ырыу төшөнсәһе юҡ. Ундай халыҡ йә американдар һымаҡ йыйылма халыҡ, йә бөгөн йәшәгән урындарына эпик дәүер үткәндән һуң килеп ултырған (мин фольклорса фекерләйем). Эпик дәүер - көнбайыш үлсәме буйынса, урта быуаттар. Башҡорт иһә араһын да (аймағын да, тармытын да), ырыуын да, уның ағас, ҡош, оран, тамға кеүек атрибуттарын да белә. Ҡайһы бер ҡытыршы мәсьәләләр тураһында һүҙ барғанда, был яҡтан мәғлүмәтле булыуҙың әһәмиәте һанап бөткөһөҙ.



Читайте нас: