Ул билдәлелек хаҡында хыялланмаған. Ни бары сәхнәлә үҙе булып ҡалырға теләгән. Һөҙөмтәлә, ихласлығы, эскерһеҙлеге аша тамашасының күңелен арбаған. Бөгөн уны олоһо ла, кесеһе лә үҙ итә…
Был һүҙҙәрҙең кемгә тәғәйенләнеүен аңлай торғанһығыҙҙыр. Һәм һеҙ хаҡлы, әлбиттә. “Самауыр”ҙың бөгөнгө ҡунағы – билдәле йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин.
Шоңҡарҙар. Хәйерле көн, Рөстәм. “Самауыр” янына рәхим ҡыл. Урындың иң түрҙәгеһе һинеке…
Рөстәм (ихлас йылмайып, шаярыу ҡатыш). Ҡырҙараҡ ултырһаң ҡайтып китеүгә яйлыраҡ бит. Шуға ла түрҙе үҙ итеп бармайым. Әммә халыҡ ни ти әле? Ҡунаҡ - хужаның ишәге. Тимәк, ҡаршылыҡ белдереп маташыу урынһыҙ. Әйҙәгеҙ, һеҙҙеңсә булһын.
Шоңҡарҙар. Һине бында ниндәй маҡсат менән саҡырыуыбыҙҙы төшөнә торғанһыңдыр…
Рөстәм (ихлас йылмая). Ҡуйы итеп яһалған, мул ғына һөт тә ҡушылған сәй менән һыйлау өсөн генә түгеллеген самалайым…
Шоңҡарҙар. Дөрөҫ самалайһың. Беҙҙән - үҙең яратҡанса, “саф башҡорттарса” яһалған ҡуйы сәй һәм бер ни тиклем кимәлдә әселе-борослораҡ һорауҙар. Ә һинән – мөмкин саҡлы ихласлыҡ, тура яуаптар. Шулай итеп, алда етди һөйләшеү көтә. Әҙер булһаң – тәүәккәлләйек.
Рөстәм. Әҙермен. Тәүәккәлләйек.
Шоңҡарҙар. Рөстәм, түрҙе үҙ итмәйем тиеүеңде ишеткәс, шундай һорау тыуҙы: тормошта үҙ урыныңды таптыңмы?
Рөстәм. Яртылаш таптым, яртылаш эҙләйем әлегә.
Шоңҡарҙар. Шул яртылаштарына туҡталып, уларына ла аныҡлыҡ индереп китһәңсе…
Рөстәм. Ни өсөн яртылашмы? Сөнки бер ун йыл элек алдыма ҡуйған маҡсаттарыма өлгәшкәнмен, тип әйтә алам. Әммә шуныһы ла билдәле булһын: ул саҡта бөгөнгө көндәге Рөстәм Ғиззәтуллин тигән исемгә ынтылманым. Үҙенән-үҙе шулай килеп сыҡты. Билдәлелек яулауымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ә инде халыҡ урамда таный башлағас, артабан да эшләргә тура килде. “Яртылаш эҙләнәм” тип әйтеүемдең хикмәте шунда: ижади йүнәлеште үҙгәртергә, юғарыраҡ кимәлгә күтәрелергә тигән ниәт бар.
Шоңҡарҙар. Тимәк, Рөстәм Ғиззәтуллинды яңы образда, яңы имиджда, яңы амплуала күреүебеҙ ихтимал?
Рөстәм. Шулай булыуы ла мөмкин.
Шоңҡарҙар. Билдәлелек яулау хаҡында уй ике ятып бер төшөңә инмәгән. Әммә сәхнәгә сығыуыңдың ниндәйҙер маҡсаты булғандыр бит? Бәлки үҙ-үҙеңә нимәнелер раҫларға теләгәнһеңдер?
Рөстәм. Бәлки… Шулай ҙа уйындан уймаҡ сыҡты, тиһәм дөрөҫөрәк булыр.
Шоңҡарҙар. Улайға китһә, уйындан уймаҡ түгел, ә башҡорт эстрадаһында Рөстәм Ғиззәтуллин исемле үҙенсәлекле йырсы барлыҡҡа килде булып сыға инде.
Рөстәм. Хәйер, шулай тиергә лә булалыр.
Шоңҡарҙар. Рөстәм, һинең ҡасандыр театр бүлеген тамамлауың хаҡында ишетеп беләбеҙ. Ни өсөн актер карьераһынан баш тарттың?
Рөстәм. Ысынлап та, Олег Закирович Ханов тарафынан Милли йәштәр театры өсөн махсус йыйылған курста уҡыу бәхете тәтегәйне миңә. Театрға эшкә бармауыма нимә сәбәпсе булды тиһегеҙ инде? Дөрөҫөн генә әйткәндә, күңелем менән мин актер түгел, ә режиссер. Бынан тыш, актерҙың эш графигы оҡшап етмәй ине.
Шоңҡарҙар. Тимәк, үҙ ваҡытыңа үҙең хужа булырға теләгәнһең. Һәм кемгәлер буйһонорға иҫәп тотмағанһың.
Рөстәм. Эйе. Әммә театр бүлегендә алған белемем бөтәнләй кәрәк булманы, тип әйтә алмайым. Сөнки йыш ҡына төрлө сараларҙа конферансье йәки алып барыусы булараҡ сығыш яһарға тура килә. Актер һөнәрен үҙләштереүем, сәхнәлә генә түгел, тормошта ла бик ныҡ ярҙам итә.
Шоңҡарҙар. Конферансье менән алып барыусы араһында айырма бар. Алып барыусы әҙер текст уҡый, конферансье импровизацияға хоҡуҡлы. Һин кем?
Рөстәм. Сценарий менән тәьмин итһәләр, эшләүе еңелерәк, әлбиттә. Шулай ҙа конферансье булыу күңелгә яҡыныраҡтыр. Һуңғы осорҙа йыш ҡына концерт алдынан: “Рөстәм, һин һәр төрлө ситуациянан да сыға беләһең бит”, - тип ҡулға йырсыларҙың фамилиялары ғына теркәлгән ҡағыҙ киҫәге килтереп тотторалар. Был бит торғаны бер мәғәнәһеҙлек. Һәр сараның сценарийы, һис юғында яҡынса йөкмәткеһе булырға тейештер тигән фекерҙәмен.
Шоңҡарҙар. Күңелем менән режиссермын тиһең. Үҙеңдә режиссерлыҡ һәләтен тояһыңмы?
Рөстәм. Тоям. Сәхнәлә генә түгел, ҡәҙимге йәшәйештә лә. Ә тормош - үҙе бер театр. Ҡайһы бер урында уйнауҙы, бәғзе осраҡта режиссер булыуҙы талап итә. Шулай уҡ йыш ҡына күмәк сәхнәлә ҡатнашыусы сүрәтендә лә ҡалырға тура килә.
Шоңҡарҙар. Билдәле генә бер йырсының концертында сығыш яһағанда: “Ошондай көслө вокалистар янына ҡурҡмайынса саҡырыуың өсөн рәхмәт. Ә мин инәлтеп торманым, булмаған тауышым бөтмәҫ әле тинем дә, килдем бына”, - тип көлдөргәйнең. Ошонан сығып, шундай һорау: тауышым юҡ, тиһең. Улайһа, халыҡ һине нимә өсөн ярата һуң?
Рөстәм. Халыҡ ярата тип түш ҡаға алмайым. Шулай ҙа тамашасы менән ниндәйҙер бәйләнеш барлығын тоям. Яратыумы был, әллә инде үҙ итеүме? Беләһегеҙме, мин был хаҡта нимәләр уйлайым? Халыҡ минең йөҙөмдә үҙен сәхнәлә күрәлер һәм шуның өсөн ҡыуаналыр, тим. Ғөмүмән, сәхнәлә һәр ваҡыт үҙем булып ҡалыуым тамашасы менән ыңғай бәйләнеш тыуҙырырға ярҙам итә.
Шоңҡарҙар. Профессиональ йырсыларҙың һиңә ҡарата мөнәсәбәте нисек?
Рөстәм. Холҡомдоң шундай бер алама яғы бар. Кешене яртылаш күрә беләм. Ҡайһы бер йырсыларҙың ижадыма нисек ҡарағанын, хатта минең хаҡта нимәләр һөйләгәнен беләм. Әммә шәхсән үҙемә тамашасының фекере өҫтөнөрәк. Ә инде профессиональ йырсылар мине һис ҡасан да үҙ итмәйәсәк. Сөнки улар – профессионалдар.
Шоңҡарҙар. “Фильмдарҙың яҡшылары, насарҙары һәм һинд кинолары була” тигән билдәле бер фраза иҫкә төштө. Тимәк, беҙҙә лә йырсыларҙың һәйбәттәре, аламалары һәм Рөстәм Ғиззәтуллин бар. Килешәһеңме?
Рөстәм. Үҙемә ҡарата әйтелгән: “Йырсы түгелмен, ә бары тик күңелемдәге хистәремде көйгә һалып, халыҡҡа еткерергә теләүсемен”, - тигән һүҙҙәрем бар. Сөнки күп кенә йырҙарым үҙемдең һүҙҙәремә яҙылған.
Шоңҡарҙар. Һәм шуларҙың береһендә “Иртәнге сәғәт биштәрҙә мин һиңә ҡуна барам” тигән сәйер генә юлдар ҙа бар…
Рөстәм (ихлас йылмая). Эйе, ул әйбер өсөн бик ҡаты тәнҡитләнеләр. Тегеләй төрттөрҙөләр, былай төрттөрҙөләр: “Иртәнге сәғәт биштәрҙә мин һиңә ҡуна барам, имеш. Шул да булдымы шиғыр, шул да булдымы йыр? Әммә был һүҙҙәр нимәһе менәндер халыҡты “эләктергән” бит. Йәнә бер фраза: рекламаның аламаһы йәки яҡшыһы булмай, ул бары тик реклама ғына. Хәҙер мин шуны аңлайым: әлеге йырҙы ижад итеп, аңғармаҫтан ғына үҙемә реклама яһағанмын. Сөнки нәҡ шул әйбер миңә ниндәйҙер кимәлдә билдәлелек килтерҙе.
Шоңҡарҙар. Рөстәм Ғиззәтуллин тигән бренд хаҡында һүҙ сыҡҡас, шундай бер һорау: Башҡортостандағы берҙән-бер пародист Илсур Тайсиндың Республика халыҡ ижадына эшкә китеүенең сәбәбен беләһеңме?
Рөстәм. Юҡ.
Шоңҡарҙар. Сөнки беҙҙә йөҙө, тауышы ҡабатланмаҫ булған йырсылар ҡалмаған. “Гәлсәр” “етештергән” йондоҙҙар араһында ундайҙарҙы табыу мөмкин түгел. Һин был хаҡта нимә уйлайһың?
Рөстәм. Илсурға бөтөнләй эш ҡалмағандыр, тигән фекерҙә түгелменсе. Үҙенсәлекле тауышҡа эйә булған йырсылар бар ул. Бигерәк тә бәләкәйерәк ҡалаларҙа. Ә “Гәлсәр һандуғас”ҡа килгәндә, унда ҡатнашыусыларҙы талантһыҙ тип әйтә алмайым.
Шоңҡарҙар. Һүҙ юҡ, талантлылар, ифрат моңлолар. Әммә бер үк туҡыманан һуғылған төҫлөләр. Игеҙәк тауыштар, игеҙәк ҡыланыштар. Әйтерһең дә, “гәлсәр” тыуҙырған формат сиктәрендә аҙашып ҡалғандар. Эҙләнеү юҡ. Бәғзеләре, проект талаптарына тап килмәй тип, халыҡ йырҙарын башҡарыуҙан баш тарта.
Рөстәм. Быныһы инде һәр йырсының үҙенән тора. “Гәлсәр һандуғас” халыҡ араһында билдәлелек яуларға ярҙам иткән икән – яҡшы. Рәхмәтеңде еткер ҙә, әйҙә, артабан үҫеш, үҙ аллы ижад ит, эҙлән.
Шоңҡарҙар. Ниңәлер тышҡы ҡиәфәтең менән эшҡыуарға оҡшағанһың. Сәхнә эшмәкәрлегенән тыш тағы ла ниндәйҙер бизнесың барҙыр, ахыры?
Рөстәм. Бизнес, тиһегеҙ инде… Әйткәндәй, йыш ҡына бизнесмен дуҫтар: “Йә, Рөстәм, шоу бизнес ни хәлдә?”- тигән һорау бирә. Мин иһә: “Шоу бар, бизнес юҡ”, - тип яуаплайым.
Шоңҡарҙар. Уйлай китһәң, сифатлы шоу ҙа юҡ, шикелле… Рөстәм, сер булмаһа, әйт әле: һәйбәт шоу эшләр өсөн күпме аҡса кәрәк?
Рөстәм. Иҫәпләп үк күрһәтергәме?
Шоңҡарҙар. Улай ҙа мөмкин.
Рөстәм. Улайһа рәхим итегеҙ: залды арендалауҙың уртаса хаҡы 70 мең һум тирәһе, яҡшы аппаратуралар өсөн 40 мең һумды һалайыҡ, декорациялар яҡынса хаҡын - 50, костюмдарҡыҙҡын 80 мең һум тип билдәләйек. Шоу бейеүһеҙ булмай. Әйтәйек, “Тодос”тың бер бейеүен өсөн ун мең һум түләргә кәрәк.. Музыканттарға тәғәйенләнгән аҡсаны 20 мең һум тип алайыҡ. Бынан тыш администраторға, билет таратыусыларға проценттар түләйһең. Ҡыҫҡаһы, яҡынса 350 мең самаһы аҡса талап ителә. Һәм ошо сығымдарҙы теүәл генә ҡаплатырға теләһәң, билет хаҡы, кәм тигәндә, 350 һум булырға тейеш.
Шоңҡарҙар. Ә ниндәйҙер килемгә өлгәшергә теләһәң?
Рөстәм. Кәм тигәндә 500 һум.
Шоңҡарҙар. Билдәле инде, беҙҙең халыҡ 150 һумдан да ҡиммәтерәк хаҡҡа билет алмай.
Рөстәм. Дөрөҫ… Тимәк, башҡорт тамашасыһы концерт яһауҙың уйын эш түгеллеген, етди сығымдар талап итеүен, йырсыларҙың тамаша ойошторам тип баштан аяҡ бурысҡа батыуын һәм шуны йылдар дауамында түләүен аңлаған осраҡта ғына һәйбәт, сифатлы шоу хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин буласаҡ. Ә инде ураған һайын саҡырыу ҡағыҙы таптырһалар, билетты яһалма рәүештә эшләп алһалар, сифат хаҡында һүҙ йөрөтөргә хаҡтары юҡ.
Бына шулай көн күрә артист халҡы. Әммә уҡыусылар был һүҙҙәрҙе зарланыу тип ҡабул итмәһен. Дөрөҫө шул бит. Һәм, әлбиттә, юғалып ҡалмаҫҡа, артабан да ижад итергә теләгән йырсыларға сәнғәттән башҡа төрлө эштәр менән шөғөлләнергә тура килә. Минең дә өҫтәмә табыш килтереүсе һәйбәт кенә эшем бар. Сөнки ҡабатлап әйтәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә йырлап ҡына үҙең теләгәнсә йәшәп булмай. Ә инде сәхнәнән тыш булған эшмәкәрлегем хаҡында һорамағыҙ. Ул хаҡта әлегә ләм-мим.
Шоңҡарҙар. Үҙ ихтыярыңда. Шулай ҙа уратып һорайбыҙ: Ана шул икенсе шөғөлөң ғаиләңде тулыһынса тәьмин итергә мөмкинлек бирәме?
Рөстәм. Әлбиттә, бирә.
Шоңҡарҙар. Ә ниндәй машинала йөрөйһөң?
Рөстәм. “Hyundai Grandeur”
Шоңҡарҙар. Яҡшы. Сәхнәнән тыш булған тормошоң тураһында һөйләүҙән баш тартҡас, йәнә ижадыңа әйләнеп ҡайтабыҙ инде. Рөстәм, бер ун-ун биш йылдан һуң да поп-музыка йүнәлешендә эшләрмен, тип уйлайһыңы?
Рөстәм. 40-45 йәштәрҙә тиһегеҙ инде? Ә ниңә эшләмәҫкә? Аллаһы Тәғәлә һаулыҡтан ғына айырмаһын. Эшләрбеҙ. Әлбиттә, бөгөнгө йырҙарым элеккеләре һымаҡ уҡ тиҙ яҙылмай. Сөнки уй-фекерҙәрем етдирәк, тормошҡа ҡарашым башҡаса. Уларҙа бөгөнгө заманға, йәшәйешкә, яҙмышҡа ҡарата булған фәлсәфәм сағыла.
Шоңҡарҙар. Үҙеңде билдәле иткән “хәтәр шәп” көлөүең бар бит әле. Ул ғәҙәтме, әллә режиссер Рөстәм Ғиззәтуллин үҙен үҙе популярлаштырыу маҡсаты менән ҡуйған махсус алыммы?
Рөстәм. Ул да ана шул үҙем булып ҡалырға теләүҙән килеп сыҡҡан әйбер инде. “Юлдаш”та “Күстәнәс” тапшырыуын алып барғанда... Сөнки радио тыңлаусылар менән аралашҡанда үҙемде улар менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеп ултырған төҫлө тоям. Ғөмүмән, радиола тапшырыуҙар алып барыу күңелемә хуш килә. Ул мөхитте “үҙемдеке” тип әйтә алам. Әйткәндәй, шул көлөүем өсөн радио етәкселәренән әрләнгән саҡтарым да аҙ булманы.
Ҡыҫҡаһы, ул ниндәйҙер махсус алым түгел, ә ихласлыҡтың бер күренеше. Әгәр көләм икән, быны ысын күңелдән эшләйем.
Шоңҡарҙар. Ҡасандыр һин үҙең хаҡында артыҡ оялсанмын тигәйнең?
Рөстәм. Оялсан булмаһам бәлки, бөгөнгө көндә Башҡортостандың атҡаҙанған актеры исемен йөрөтөр, йәиһә ниндәй ҙә булһа ойошмала директор булып ултырыр инем. Эйе, оялсанлығым бар. Насармы ул (көлә) әллә яҡшымы?..
Шоңҡарҙар. Һинеңсә, ысын ир-ат ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш…
Рөстәм. Ирмен тигән ир, иң тәүге сиратта, яҡындарына уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырырға тейеш. Үҙе өсөн генә ғүмер кисергән ир-ат, минең уйлауымса, ғаиләһенә лә иленә лә файҙа килтерә алмаясаҡ. Тимәк, көслө зат иң тәүге сиратта аҡса эшләй һәм тормошта кәрәкле кеше, йәғни кемдәргәлер терәк була белһен. Яуап бирә алдыммы, юҡмы?
Шоңҡарҙар. Һәйбәт яуап. Ә бына үҙең менән тулыһынса ҡәнәғәтһеңме?
Рөстәм. 92 йәшкә тиклем йәшәргә иҫәп тотам. Һәм ғүмеремдең ахырынаса ҡәнәғәт булмаҫмын төҫлө.
Шоңҡарҙар. Сәхнә биргән иң ҙур һабаҡ.
Рөстәм. Сәхнәнең иң төп талабы шул: ул алдашҡанды яратмай. Тормош тураһында әйтмәйем (ихлас йылмайып, бармаҡтары менән янай). Һүҙ сәхнә хаҡында бара.
Шоңҡарҙар. Тимәк, сәхнәләге тормошоңда алдашырға ярамай. Ә беҙҙең өсөн сер булып ҡалған икенсе тормошоңда хәйләләшергә лә мөмкин?
Рөстәм. Мотлаҡ алдашырға кәрәк тимәйем. Әммә ҡайһы бер осраҡта тормош үҙе ялғанлашыуҙы талап итә.
Шоңҡарҙар. Һин килер алдынан ҡыҙҙарҙың береһе: “Рөстәмде “самауырға” саҡырҙыҡ та бит, әммә ул етди һөйләшә беләме икән?” - тип һораны. Рөстәм, әйт әле етди йәшәй беләһеңме тормошта, юҡмы?
Рөстәм (ихлас көлә). Ҡайһы ҡыҙығыҙ икәнлеген әйтеп бирәйемме?
Шоңҡарҙар. Йә…
Рөстәм. Юҡ, ярай, ҡунаҡҡа килеп хужаларҙы фашлап ултырыу килешмәҫ. Сер булып ҡалһын. Ул ҡыҙға яуап итеп, Бомаршеның: “Көлөргә ашығам, сөнки көлөп өлгөрмәһәм, иларға тура киләсәк”, тигән һүҙҙәрен килтерәм. Йәнә шундай әйтемде хәтерҙән сығарырға ярамай: “Автомобилдә йөрөп ҡарамайынса, уның яҡшымы, насармы икәнлеген билдәләп булмай. Кешеләр менән дә күҙгә-күҙ ҡарашып аралашмайынса, ниндәйерәк холоҡло булыуына төшөнөү мөмкин түгел. Ә бөгөнгө тормошта етдилек кәрәк. Юғиһә, юлдың ситендә ятып ҡалғаныңды һиҙмәйәсәкһең дә.
Шоңҡарҙар. Ғаиләң менән дә таныштырып үтһәңсе?
Рөстәм. Ҡатыным Әлфинур һөнәре буйынса уҡытыусы. Ҡыҙым - Гөлнар, егерменсе мәктәптә бишенсе сииныфта белем ала. Улым Айратҡа 17 апрелдә 7 йәш тулды.
Шоңҡарҙар. Аралашыу мөхитеңде, дуҫтарыңды яҡшы беләбеҙ. Шул даирәнең нимәһе оҡшай - улар бер ваҡытта ла эскелек менән мауыҡмай. Һеҙҙе күберәк спорт ҡыҙыҡһындыра.
Рөстәм. Ысынлап та, бына ете йыл инде спиртлы эсемлектәрҙе ауыҙыма ла алғаным юҡ. Һәм “Шоңҡар” журналы аша йәштәргә шуларҙы еткергем килә: уңышлы булырға теләһәң, тормошта нимәгәлер өлгәшкең килһә - эсмә. Был бигерәк тә ауыл егеттәренә (шул иҫәптән ҡыҙҙарға ла) ҡағыла. Сөнки беҙҙең эсеүгә бармауыбыҙ генетик кимәлдә иҫбат ителгән. Урыҫ йәки украин егете һинең менән бергә эсеп ултырасаҡ һәм иртәгәһен, һис ни булмағандай, эшкә йүнәләсәк. Ә башҡорт улай итә алмай. Ҡабатлап әйтәм, спиртлы эсемлектәр беҙгә килешмәй.
Шоңҡарҙар. Иҫерткестең зарарһыҙ миҡдары юҡ. Мин бер-ике генә рюмка эсәм дә туҡтайым, тиеүселәр бар. Кеше бер рюмка эсә икән, ул - эскесе. Рөстәм, бына һин бөтөнләй эсмәйем тиһең. Бындай ҡарарға килер өсөн ниндәйҙер этәргес көс булдымы?
Рөстәм. Булғандыр. Беҙҙең халыҡ ҡунаҡсыл бит инде. Ете йыл элек Урал аръяғы ауылдарында биш өйҙөң икәүһенә инһәм, мине ҡунаҡ итеп сығарырҙар ине. Уларға рәхмәт. Әммә бер саҡ мин шундай фекергә килдем. Артабан да шулай дауам итһә, билдәле йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин булып ҡала алырмынмы? Балаларыма лайыҡлы атай була алырмынмы? Юҡтыр, моғайын. Ошолар хаҡында уйланым да, эсеүҙән баш тарттым.
Шоңҡарҙар. Эйе, беҙҙең халыҡ ҡунаҡсыл. Әммә артыҡ ҡунаҡсыллыҡтың алама яҡтары ла етерлек. Кемделер көсләп эсерер алдынан шул кешенең ғаиләһен, балаһын, ҡатынын, әсәһен күҙ алдына килтерергә кәрәктер, моғайын.
Рөстәм. Уныһы шулай. Әммә барыһы ла кешенең үҙенән тора. Яҙмышығыҙҙы үҙ ҡулығыҙға алығыҙ. Тормошта эсмәйенсә лә ләззәт табырлыҡ мөмкинлектәр иҫәпһеҙ.
Шоңҡарҙар. Һөйләшеүҙән аңлашылыуынса, сәхнә эшмәкәрлеген, радиола тапшырыуҙар алып барыуыңды хобби тип атарға мөмкин. Һине тағы ла нимәләр ҡыҙыҡһындыра?
Рөстәм. Автомобилдәр яратам. Автобаҙарға барып, машиналар ҡарап, хаҡтарын белешеп ҡайтһам, күңелгә рәхәт булып ҡала. Шунан һуң инде ҡиммәтле бутиктарҙа йөрөп, кейем-һалымға күҙ һалып ҡына сыҡһалар ҙа, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла аңлай башлайһың.
Шоңҡарҙар. Курорттарҙа ял итеү форсаты тейәме?
Рөстәм. Шәхсән үҙемдең ун йыллап бөтөнләй ял иткәнем юҡ.
Шоңҡарҙар. Эшләйһең дә эшләйһең инде. Ә башҡорт матбуғатын уҡырға ваҡыт табаһыңмы?
Рөстәм. Гәзит-журналдар уҡыуға айына бер-ике сәғәт ваҡыт бүләмдер.
Шоңҡарҙар. “Шоңҡар”ҙы алдыраһыңмы?
Рөстәм. Яҙҙырмайым. Әммә һатыу нөктәләренән алып уҡыйым. Киләһе ярты йылда мотлаҡ яҙҙырырмын тип торам. Сөнки журналдағы мәҡәләләрҙе үҙемдән бигерәк ҡатыным яратып уҡый. Яҙылыу хаҡы күпме тинегеҙ әле?
Шоңҡарҙар. Ярты йылға 270 һум. Һинең ҡарамаҡҡа нисек, үтә ҡиммәт тойолмаймы?
Рөстәм (алдында ятҡан журналдарҙы әйләндереп-тулғандырып ҡарай). Был өлкәне бик яҡшы белмәһәм дә, бындай матбуғат баҫмаһын сығарыу өсөн күпме көс һәм матди сығымдар талап ителеүенә төшөнәм. Ә хаҡын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡиммәт тип әйтә алмайым. Ну, ун литр бензин инде, асыуым да килмәгәйе. Уныһы ҡала буйлап ярты көн елдерергә лә етмәй ҡала.
Шоңҡарҙар. Уҡыусы – беҙҙең өсөн шул уҡ ҡулланыусы. Халыҡ хәләл аҡсаһын түләп журналға яҙылған икән, эшебеҙгә намыҫ менән ҡарарға тейешлебеҙ. Баҫмалағы мәғлүмәттәр мөмкин тиклем фәһемлерәк, уҡымлыраҡ булһын тип тырышабыҙ. Ә инде уҡыусылар тарафынан тәнҡит һүҙҙәре ишетеү ҡыуандыра, эҙләнергә этәргес бирә.
Рөстәм. Артыҡ ҡыуанырға ашыҡмағыҙ әле. Сөнки халыҡ күберәген уҡымайынса тәнҡитләргә әүәҫләнде хәҙер (ихлас көлә). Әйтәйек, миңә бөтәһенән элек “Шоңҡар”ҙың башҡорт йәштәрен әүҙемләштерергә ынтылыуы, уларҙа эшҡыуалыҡҡа, иҡтисад өлкәһенә, шул уҡ шоу-бизнесҡа ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүе оҡшай.
Шоңҡарҙар. Ә һин үҙең тәнҡитте нисек ҡабул итәһең?
Рөстәм. Бер ни булмаған төҫлө ҡиәфәт яһаһам да, күңел түрендә уңайһыҙлыҡ кисерәм.
Шоңҡарҙар. Ә маҡтауҙы?
Рөстәм. Уныһын - тәнҡиткә ҡарағанда ауырыраҡ.
Шоңҡарҙар. Улыңдың да сәхнә кешеһе булыуын теләйһеңме?
Рөстәм. Ул бөгөндән үк: “Атай, мин һинең һымаҡ йырсы ла, бизнесмен да булам”, - ти.
Шоңҡарҙар. Балалар тәрбиәләргә ваҡытың ҡаламы?
Рөстәм. Кис ҡайтып икеһен дә икешәр минут яратып алам - тәрбиәм шунан ғибәрәт (ихлас көлә). Ата-әсәнең үҙ-үҙен тотошо, үҙ-ара нисегерәк аралашыуы, ғаилә ағзаларына һәм шулай уҡ тирә-йүндәгеләргә ҡарата булған мөнәсәбәте - былар барыһы ла тәрбиә сараһы инде. Әйтәйек, ауылға бер ҡунаҡҡа ҡайтҡанда, әсәйем улымдан: “Шунан улым, өйөгөҙгә ҡунаҡтар киләме, атайың эсәме?” – тип һораған икән. Айрат та оҙаҡ уйлап тормаған: ”Өләсәй, әллә аҡылдан яҙҙыңмы? Атайҙар эсәме ни?” - тип һорауға һорау менән яуаплаған.
Тимәк, атайҙарҙың иң төп тәрбиәүи эше – айыҡлыҡ.
Шоңҡарҙар. Ниндәй кейем стиленә өҫтөнлөк бирәһең?
Рөстәм. Спорт стиленә. Джинсылар, джемперҙар яратам. Әммә халыҡтың шундай бер үҙенсәлеге бар бит инде: улар костюмлы кешеләрҙе генә аҡыллы тип ҡабул итә. Шуға ла етдирәк сараларға етди стилдә кейенергә тырышам. Ә дөйөм алғанда, нимә уңайлы, шуны кейәм.
Шоңҡарҙар. Ҡатын-ҡыҙҙа ихтирам иткән өс сифат?
Рөстәм. Ир-егеттәрҙе ихтирам итә белеү, артыҡ аҡыллы булһа ла, уны күрһәтмәҫкә тырышыу, үҙен һәр ваҡыт матур тота белеү.
Шоңҡарҙар. Һис ҡасан да эшләмәйәсәк өс эшең?
Рөстәм. Урлашмаясаҡмын, сәхнәлә алдашмаясаҡмын, дуҫтарым хаҡында насар һөйләмәйәсәкмен.
Шоңҡарҙар. Үҙеңдәге ниндәй өс сифатты үҙгәртер инең?
Рөстәм. Оялсанлыҡты… Йәлләй белеүҙе (сөнки, Ф. Ницше, йәлләү -ул кәмселек, ти) … Һәм артыҡ хыялға бирелеүсәнлекте.
Шоңҡарҙар. Тамашасыларыңа мөрәжәғәтең?
Рөстәм. Бөгөнгө тамашасылар һорау бирергә, ҡәнәғәтһеҙлек белдерергә әүәҫ. Был – бик яҡшы күренеш. Әммә уларға асыҡтан-асыҡ: “ниндәй концерттар күрергә теләр инегеҙ?” - тип мөрәжәғәт итһәң, һиҙеп торам, яҡынса 50 проценты үҙенә нимә кәрәклеген аныҡ ҡына әйтә лә алмаясаҡ. Шуға ла ниндәйерәк форматтағы тамашалар күрергә теләүҙәренә төшөнөп, “Шоңҡар” журналы, Интернет селтәре, шул иҫәптән журналдың электрон сайты (shonkar.ru) аша үҙҙәренең варианттарын тәҡдим итһен.
Шоңҡарҙар. Һәм Рөстәмдең киләһе концертыңда был тәҡдимдәр мотлаҡ рәүештә тормошҡа ашырға тейеш…
Рөстәм. Эйе. Тамашасыларҙың теләге менән үҙемдең мөмкинлектәрҙе берләштереп, яңы программа эшләргә тигән хыял юҡ түгел.
Шоңҡарҙар. Тимәк, Рөстәм Ғиззәтуллиндың ижады артабан да үҫешәсәк. Ихлас әңгәмәң өсөн рәхмәт! Уңыштар һәм ижади үрҙәр һиңә!
Әңгәмәне Гөлшат ҠАҺАРМАНОВА ҡағыҙға теркәне.