Арыҫлан ҡыҙы. Данлыҡлы династия вәкиле. Бар ғүмерен театр сәнғәтенә бағышлап, һигеҙенсе тиҫтәгә аяҡ баҫҡанда ла ҡартлыҡты яҡын юлатмай, сәхнә тип йән атҡан талантлы актриса. Замандаштары менән уртаҡлашыр күңел сәхифәләре, йөрәк түрендә йөрөткән матур ҙа, фәһемле лә, терәндерерлек тә хәтирәләре етәһе уның...
Шулай итеп, “Самауыр”ыбыҙ түренә был юлы ҙур ихласлыҡ менән абруйлы ил инәһе Гөлли Мөбәрәкованы саҡырҙыҡ.
Атайымдың бар мөлкәте бер күн сумаҙан ине...
“Шоңҡар”ҙар. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы, иң тәүҙә, йола буйынса, һәр ҡунаҡҡа ошондай һорау бирәбеҙ: самауыр тигәндә, күҙ алдығыҙға нимә килеп баҫа?
Гөлли Мөбәрәкова. Самауыр тигәс, Мәскәүҙә ГИТИС-ты тамамлап ҡайтҡандан һуң гастролгә сыҡҡан саҡтар иҫкә төшә. Май айында баҫыуҙа сәсеү эштәре гөрләгәндә юлланабыҙ ҙа көҙгө уңыш йыйған мәлдә генә әйләнеп ҡайтабыҙ. Ул сама ваҡыт нисек түҙеп йөрөгәнбеҙҙер инде?! Шулай ҙа һис кемдең зарланғаны булманы. Һөнәрең шуны талап иткәс, күнмәй сара ҡалмағандыр. Унан һуң, йәш саҡта ауырлыҡты тоймайһың бит. Гастролдәр бик күңелле үтә, халыҡ менән кинәнеп аралаша инек. Колхоз билет һатып ала, беҙ уларҙың ыңғайына йәшәйбеҙ. Киске спектаклдәр йыш ҡына төнгө сәғәт икеләрҙә генә башлана торғайны. Сөнки һауынсыларҙы көтә инек. Шунһыҙ булмай. Был – изге нәмә. Һауынсылар арып-талып килә ине бахырҡайҙар. Шунда уҡ ҡулдарына сабыйҙарын тотторалар ҙа уларҙы ҡосаҡтарына алып имеҙә башлайҙар. Ҡайһы берҙәре ултырған килеш үк йоҡлап китә...
Самауырлы табындар ҙа ана шул гастролдәр мәле менән бәйле. Элек хәҙерге ише ҡунаҡханалар булманы бит. Ауыл халҡына фатирға төшә инек. Беҙҙе улар үҙҙәре үк килеп ала торғайны. Сөнки был бушлай спектакль ҡарау мөмкинлеге бирә. Шулай, килеп төшкәс, хужабикә самауыр ҡуйып ебәрә. Ул саҡта сәй ҙә самалы ине. Тәләфләмәй ҡәҙерләп кенә тотона торғайныҡ. Кем нисек булдыра ала – шулай ҡунаҡ итә. Үҙебеҙ ҙә күстәнәсһеҙ йөрөмәйбеҙ...
Самауыр тигәс, бына шундай ваҡыттар иҫкә төшә.
“Шоңҡар”ҙар. Ана шул йылдарҙы, Советтар Союзы осорон һағынаһығыҙмы?
Гөлли Мөбәрәкова. Һағыныу тойғоһо түгел инде ул... Ул осор менән бөгөнгө заманды сағыштырып та булмай. Ер менән күк араһы. Әммә шуныһы ҡиммәт ине: кешеләр бер-береһенә яҡыныраҡ, кешелекле, кеселекле, ярҙамсыл мөнәсәбәттә булды. Әйтәйек, коммуналь фатирҙарҙа бик татыу йәшәйҙәр ине. Беҙ, мәҫәлән, Ленин урамындағы икенсе һанлы йортта Мөхәммәт Арыҫлановтар менән туғандарса мөнәсәбәттә көн иттек. Ҡатыны – Ғәлиә апай. Улдары – Рафаэль. Ундай фатирҙарҙың бер яҡшы яғы ла юҡ, әлбиттә. Сараһыҙлыҡтан белгестәрҙе шулай урынлаштыралар ине элек. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, эвакуация осоронда Өфөлөләр Украинанан, Мәскәүҙән, Ленинградтан килгән ғаиләләрҙе үҙҙәрендә йәшәтте. Атайым Мсәкәүҙән ниндәйҙер хәрби кешенең ғаиләһен алып ҡайтты. Уларҙың ҡыҙҙары бар ине. Миңә алты-ете йәш тирәһе ине ул саҡта. Һуғыш ваҡытында атайымдарға эш хаҡын өҙөп-өҙөп бик әҙләп кенә түләнеләр, кем нисек йәшәй, нисек тамаҡ аҫрай ала, шулай көн күрҙе. Бер киҫәк икмәкме, көнбағыш майымы алып ҡайтһалар – ҙур байлыҡ һаналды. Шуны өҫтәл артына барыһының да йыйылғанын көтөп, мотлаҡ бүлешеп ашай инек.
“Шоңҡар”ҙар. Ул ғаилә менән һуңынан да бәйләнештә булғанһығыҙҙыр әле?
Гөлли Мөбәрәкова. Эйе, атайымдар һуңынан да үҙ-ара аралашып йәшәне. Краев фамилиялы инеләр. Беҙҙең ғаиләне бик яратты улар. Атайым менән әсәйем Мәскәүгә гастролгә барһа, мотлаҡ осрашып торғандар, бәйләнештә булғандар.
“Шоңҡар”ҙар. “Салауат Юлаев” фильмы эфирға сыҡҡандан һуң Арыҫлан ағайҙың даны тотош илгә таралған бит инде...
Гөлли Мөбәрәкова. Эйе, фильм 39–40-сы йылдарҙа донъя күргән. Һәм, ысынлап та, атайым күптәрҙең кумирына әйләнгән. Мин ул саҡта сабый ғына булғанмын әле...
Атайымдан беҙгә мираҫҡа бер күн сумаҙан ғына ҡалды. Уны ул һуғышҡа тиклем үк Мәскәүҙән алып ҡайтҡайны. Мул ғына гонорар алған сағы булғандыр, эсендә беҙгә тигән бүләктәре лә бар ине. Ул мал артынан ҡыуманы, байлыҡ тупламаны. Бөтөн мөлкәте – ана шул сумаҙанында. Һуғыштан яҙылған хаттар ҙа, атлы дивизия, генерал Шайморатов хаҡында яҙмалар ҙа, фотолар ҙа һаҡлана ине унда. Ул саҡта ҡағыҙ ҙа булмағандыр инде, плакаттарҙы йыртып, шуның артына хат яҙғандар. “Салауат Юлаев” фильмын ҡарап, Салауат исеме менән, ил өсөн, Сталин өсөн яуға сыҡтыҡ” тигән хаттарҙы уҡығанымды хәтерләйем. Хәйер, ундайҙар ғына түгел, төрлө йөкмәткелеләре бар ине. Фильмды ҡарағандан һуң ҡатын-ҡыҙҙарҙың атайыма һоҡланыуҙарын белдереп яҙған хаттары ла күҙемә салынды. “Товарищ Мубаряков! Посмотрела фильм. Вы мне очень понравились. Я бы хотела поближе с вами познакомиться”, – тиелгәйне ниндәйҙер грузин ҡатынының хатында. Әсәйем юҡ-юҡта, шул хатты иҫенә төшөрөп төрттөрөп алһа, атайым бер аҙ маһайыбыраҡ китеп көлөп кенә ҡуя ине. БАССР-ҙың Юғары советы депутаты ине бит Арыҫлан Әхмәт улы (Гөлли Арыҫлан ҡыҙы атаһын йыш ҡына шулай ҙурлап телгә ала – Авт. ). Егерме йыл дауамында, биш саҡырылыш рәттән, депутат итеп һайланғас, һүҙе үткәндер, халыҡтың ихтирамы ла, ышанысы ла ҙур булғандыр. Әлеге шул сумаҙанда төрлө үтенес белдереп яҙған хаттар ҙа бар ине. Ваганов исмендәге Ленинград хореография училищеһын тамамлаған тәүге профессиональ балерина Зәйтүнә Насретдинованың хатын асыҡ хәтерләйем: “Товарищ Мубаряков! Обращаюсь к вам как депутату. Я живу далеко от театра. Ноги мерзнут. Помогите, пожалуйста, достать валенки” тиелгәйне унда. Ул саҡта барлыҡ театрҙар ҙа (опера һәм балет, башҡорт, рус драма, ҡурсаҡ театрҙары) әлеге опера һәм балет театры бинаһында эшләй ине. Ул тейешле кимәлдә йылытылмағас, өшөгәндәрҙер инде бахырҡайҙар. Бына шул ваҡытта нисек рух һынмаған ул?! Шуға аптырайым. Береһе лә зарланмаған, бер кем өҫтөнән дә ялыу яҙмағандар, ошо ауырлыҡтарҙы күрһәтмәйенсә, сәхнәгә сығып, үҙ эштәрен башҡарғандар.
Тағы ла шундай күренеш хәтеремә уйылып ҡалған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында театрға яралыларҙың ҡанлы кейемдәрен килтерәләр ине. Драма актрисалары, опера йырсылары, балериналар спектаклдән һуң ҡалып, театр бинаһының подвалында ана шул ҡанлы гимнастерка, шинелдәрҙе йыуыуы иҫемдә. Ҙур ҡалай тастарға ҡайнар һыу ағыҙып, шыйыҡ һабын менән илаша-илаша әлеге кейемдәрҙе ҡандан ышҡып таҙарталар. Уларҙы йыуып сайҡағас, улаҡтан күпереп ҡанлы һыу ағып киткәне, танауға ниндәйҙер әскелтем, уҡшытҡыс еҫ килеп бәрелгәне әле лә күҙ алдында...
“Шоңҡар”ҙар. Иҫ киткес хәл! Бына бит ил ниндәй берҙәм булған!..
Гөлли Мөбәрәкова. Эйе. Һуғышҡа китеүселәрҙе концерттар менән оҙатып ҡала инеләр. Кем нисек булдыра алды, шулай ярҙам итте инде. Хатта беҙ ҙә балалар баҡсаһында махорка өсөн бәләкәй генә моҡсайҙар тегә инек. Өләсәйҙәр ойоҡбаш, бирсәткә бәйләне...
Тун бәләһе...
“Шоңҡар”ҙар. Бала сағығыҙҙа үҙегеҙҙең берәй яратҡан уйынсығығыҙ бар инеме?
Гөлли Мөбәрәкова. Һуғыш ваҡытында уйынсыҡтар булманы. Әсәйем барлы-юҡлы сепрәк-сапраҡтан ҡурсаҡ тегеп бирә ине. Ә бына һуғыштан һуң атайым Мәскәүҙән ҡурсаҡ алып ҡайтты. Ысын ҡурсаҡ. Шул тиклем матур ине ул. Ятҡырһаң – күҙҙәре йомола, торғоҙһаң – асыла. “Ма-ма” тип тә әйтеп ҡуя. Шаҡ ҡаттым шуға. Күлдәге лә ҡупшы. Оҙаҡ ҡына һоҡланып йөрөнөм мин уға. Фарфорҙан яһалған бәләкәй генә сувенир сәй сервизы менән дә уйнағаным хәтерҙә.
“Шоңҡар”ҙар. Бер яҡтан, һеҙ бәхетле булғанһығыҙ: Арыҫлан ағай кеүек данлыҡлы кешеләрҙе һуғышҡа алмағандар. Улар тылда нығыраҡ кәрәк булған...
Гөлли Мөбәрәкова. Шулай. Әммә атайым һуғышҡа китергә тип уҡталып-уҡталып ҡараған. Уның махсус делегация менән фронтҡа барыуы, шунда шағир Рәшит Ниғмәти менән икәүләп генерал Шайморатовтан һуғышҡа алыуҙары хаҡында үтенеүҙәрен атайым хаҡындағы китапҡа мәғлүмәт туплағанда дивизияның политругы үҙе хәбәр итте. Генерал Шайморатов менән бергә төшкән фотоһы ла һаҡланған уның. Тик уларҙы һуғышҡа алмағандар. Сөнки Рәшит ағай үпкә сире менән яфаланған. Ә атайыма Шайморатов: “Арыҫлан, беҙ фашисты үҙебеҙ ҙә дөмөктөрөрбөҙ, һеҙ тылда нығыраҡ кәрәк, теартҙы, халыҡ рухын һаҡлағыҙ”, – тип указ биргән. Атайым дивизияла булып ҡайтҡандан һуң беҙ йәшәгән фатирға күмәк халыҡ йыйылып, уның фронттағы хәлдәр тураһында нәфрәтләнеп һөйләгәне, бәреп төшөрөлгән немец самолетының өлөштәрен күрһәтеүе һәм беҙҙең уларға сирҡанып ҡарағаныбыҙ хәтеремдә ҡалған. Ул йылдарҙа кешеләр бер йән булып йәшәне. Партия тип яндылар, намыҫ тойғоһо көслө ине. Етәкселәрҙә башҡаларға тигән өлөштө үҙеңә алыу тигән нәмә булманы. Артистарҙың береһендә лә ашарға ризыҡ юҡ. Берәйһе тәғәм ризыҡ ҡаптырмаҫмы тип, балаларын да үҙҙәре менән гастролдәргә ала торғайнылар. Унда нимә генә ашатһындар инде! Аслы-туҡлы йөрөп ҡайта инек. Хәҙер шуныһына хайран ҡалам. Кеше ҡара ҡағыҙ алғанда ла, үҙ ҡайғыһы менән яңғыҙ ҡалмай, спектаклгә килер ине. Залда шығырым тулы халыҡ йыйыла. Берләштерә, ҡайғыларҙы тарата торған көскә эйә булғандыр, күрәһең, театр. Артистарҙа ла, мин ас бит әле, тип илке-һалҡы уйнау юҡ. Тамаҡ хаҡына ғына йөрөгәндәр бит инде үҙҙәре. Рәхмәт йөҙөнән колхоздан шунда әҙ генә ярма йә картуф биргәндәр. Шуны атайым услап һәр бер артисҡа өләшеп сыҡҡан. “Үҙебеҙгә ҡалмаған осраҡтар ҙа йыш булғас, һуң беҙ эшләмәйбеҙме ни, тип асыуланып та ала инем”, – тип хәтерләне әсәйем. Ә атайым күп һөйләп тормаған. “Шым!” тип бер генә һүҙ менән тыйыр булған.
“Атайың оторо ғорур булды, бер ваҡытта ла ваҡланманы. Баҙарға ит алырға сыҡҡанда, мин әҙ генә хаҡын төшөрөүҙәрен һораһам, кит әле, ниңә юҡ менән булаһың, күпме тейеш, шунса түлә, тип ҡаты ғына әйтеп ҡуя торғайны”, – тип тә иҫкә ала ине әсәйем.
Советтар Союзының төрлө осоро булды инде. Муллыҡта ла йәшәнек. Юҡлыҡты ла күп күрҙек. Ниндәй генә боролоштар күҙәтелмәне. Халыҡ бөтәһен дә күтәрҙе, бөтәһен дә кисерҙе. Һәммәһенә лә түҙҙе...
Заман башҡа – заң башҡа. Ә бына хәҙер килеп мәктәптәрҙе, иң ауыр ваҡыттарҙа төҙөлгән завод-фабрикаларҙы ябып, улар урынына әллә нимәләр төҙөп ултыртып ҡуялар. Туҡтауһыҙ һатыу, һатыу, һатыу... Бәлки, кәрәктер ул, әммә мин был хәлде аңлай алмайым. Шул тиклем дә саманан сығып шашынырға яраймы икән?!
...Һатыу тигәс, әле бына бер ваҡиға иҫемә килеп төштө. Йәш саҡ, актриса булғас, ҡупшыраҡ та, затлыраҡ та кейенге килә. Беҙ уҡып бөтөп эшкә ҡайтҡанда, 55–56-сы йылдарҙа, матур итеп кейенерлек мөмкинлек юҡ ине: эш хаҡы ла ҙур түгел, һатып алам тиһәң, кейеме лә юҡ. Ә базаларҙа тулып ята ул әйберҙәр. Ҡулға төшөрөүҙең яйын ғына белергә кәрәк. Йылғырыраҡ кешеләр мөмкинлеген таба. Театрҙа Хөсәйен Ҡоҙашев тигән ағай эшләй ине. Уның таныштары күп. Ҡатынын да, балаларын да матур итеп кейендерә. Бер көндө ул миңә: ”Гөлли, атайың шундай кеше! Ҡайҙа барһа ла һүҙе үтә. Үҙеңә берәй матур ғына тун алдыр”, – тиеберәк кәңәш бирҙе. Сауҙа министрлығында эшләгән кешеләр менән һөйләшеп килешә алһаң, быға өлгәшергә мөмкин икән. Атайымды шунда ултырған түрәләр менән һөйләштереп ҡарамаҡсы булып бер нисә тапҡыр: “Зинһар өсөн, берәй бәләкәй генә тун алайыҡ инде”, – тип үтенеп-үтенеп һораным. Ә ул ишетергә лә теләмәй. “Кит әл-е-е-е!” – ти ҙә ҡуя. Шулай ҙа, инәлә торғас, Сауҙа министры урынбаҫарымы, кемеһе менәндер осрашыуға күндерҙем. Бер көндө икәүләшеп министрлыҡҡа килеп, оҙон коридор буйлап үтеп, теге түрәнең ҡабул итеү бүлмәһенә яҡынланыҡ. Атайым, театрҙа сәхнәне дер һелкеткән кеше, бында килгәс, ҡойолдо ла төштө. Ул кәүҙәгә олпат булды бит. Һаҡ ҡына ишекте асып инде лә, “Здравствуйте!” – тип бик итәғәтле итеп иҫәнләште. “Что вам надо?” – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе сәркәтип ҡатын. Атайым ундай мөнәсәбәтте көтмәгәс, бөтөнләй ҡаушап ҡалды. “Извините, мы должны были зайти...” тип ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ниндәй йомош менән килеүен белдерергә тырышты ул. “Сядьте, занят он!” – тип ҡысҡырҙы тегеһе. “Хорошо, хорошо”, – тип ултырғыстың ситенә генә ултырған булды атайым. Шул сама кәүҙәһе менән ултырғысҡа һыймай ҙа бит инде ул. Ә мин уның өсөн борсолоп үҙемә урын таба алмайым, атайымды ошондай уңайһыҙ хәлгә ҡуйғаным өсөн эстән генә үҙемде әрләп бер булам. Уйлап ҡараһаң, шундайын оло талант алдында кем инде ул секретарша?! Тик атайым шыбыр тиргә батты, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Бер аҙҙан теге ҡатын: “Заходите!” тип түрәнең кабинетына ымлап күрһәтте. Атайым ишеккә саҡ һыйып кабинетҡа инеп китте лә, күп тә үтмәҫтән баяғынан да меҫкенерәк хәлгә төшөп, “извините, досвидание” тип килеп сыҡты. Шунан “һинең арҡала” тип миңә төртөп ебәрҙе лә, ашығып китеп барҙы. Теге түрә үтенесен кире ҡаҡҡан икән. Кабинет хужаһы уны ошондай хәлгә ҡалдырып эстән генә тантана иткәндер, тип уйлайым мин хәҙер. Барыһын да әҙәмсә хәл итергә була ине бит. Бына бит власть кешене нимә эшләтә?!
“Я хочу быть Львовной!” тигән сағым да булды...
“Шоңҡар”ҙар. Ысынлап та, Салауат Юлаевтан баш тартҡан һымаҡ булған инде был түрә... Ә һеҙ үҙегеҙҙең актриса булырығыҙҙы бәләкәй саҡтан уҡ белдегеҙме?
Гөлли Мөбәрәкова. Юҡ, бик баҫынҡы, ҡыйыуһыҙ инем мин. Атайым менән әсәйем ҡаты тотҡандыр, күрәһең. Ул осорҙа тәрбиә лә шулайраҡ ине бит: башыңды күтәрмә, ҡысҡырып һөйләшмә һ.б. Миндә шул рәүешле комплекс барлыҡҡа килгәндер ҙә. Мәктәпкә барғанда русса бер ауыҙ һүҙ ҙә белмәй инем. Шуғалыр ҙа уҡыуым да хөрт кенә булды. Төҫкә лә үтә сағыу түгел инем. Атайым шуны күреп, тойоптор инде, театр тип ауыҙыңды ла асма, тип әйтә килде. Бала саҡта балерина булырға хыялландым. Тик ул хыялымды тормошҡа ашырырға ла баҙнатсылығым етмәне. Фортепиано менән мауыҡһам да унда ла әллә ни алдыра алманым. Мәктәпте тамамлағас, ниндәй йүнәлеш буйынса китергә тип аптыранып йөрөгәндә ГИТИС-та башҡорт студияһы асыласағы билдәле булды. Сөнки театрға юғары белемле йәш көстәр кәрәк ине. Уны ойоштороуға атайым да күп көс һалды. Ул саҡта Арыҫлан Әхмәт улы театрҙың директры вазифаһын атҡарҙы. Әммә мине алдан уҡ, һинән ниндәй актриса сыҡһын, ике аяғыңдың береһен дә баҫма, тип киҫәтеп ҡуйҙы. Шулай ҙа әсәйем, барып үҙеңде һынап ҡара әле, ҡыҙым, тип үҙенсә имтиханға әҙерләгән булды. Күңелемдә ниндәйҙер сәм уянды. Үҙемде раҫлағым килде. Әҙерләндем. Тик хәҙер инде башҡорт телен белмәй инем. Ул заманда башҡортса һөйләшеү оят һаналды. Башҡортса аралашаһың икән – һин икенсе сорт кешеһе. Русса бик таҙа һөйләшеү шарт. Мөхит шундай хәлгә ҡуйған, минең хатта атайыма ҡайтып: “Я хочу быть Львовной!” – тигән сағым да булды. “Кит бынан!” – тип ҡаты итеп шелтәләгәйне атайым шунда. Ә мин һаман да ныҡышам: “Уның нимәһе бар инде – Арыҫлан ни, Лев ни?! Барыбер түгелме ни, имеш?!” Ул саҡта туған телегеҙ ниндәй тигән һорауға яуап итеп “рус теле” тип яҙа инек. Милләтебеҙ – башҡорт, әммә туған телебеҙ – рус теле. Шуға башҡорт теле онотолдо. Шулай ҙа әсәйем этюдтағы һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтте. Бына имтихан көнө килеп етте. Һәм мин үҙемдә комиссия алдына инеп баҫырлыҡ көс таптым. Шунда атайым урынынан тороп (ул комиссия рәйесе ине), ултырғысын өҫтәлгә табан этеп ҡуйҙы ла, ишекте шаҡ итеп ябып сығып китте. Шул рәүешле комиссия ағзаларына ла, миңә лә үҙенең мөнәсәбәтен күрһәтте инде. Тик комиссия ағзалары сығышымды оҡшатты. Студияға ҡабул ителгән 20 егет һәм ҡыҙ араһында мин дә бар инем.
“Шоңҡар”ҙар. Тимәк, атайығыҙ ҡаршы тороуға ҡарамаҫтан, ГИТИС-ты уңышлы тамамлап, Башҡорт дәүләт академия драма тетарына актриса булып ҡайтып төшөтөгөҙ инде?..
Гөлли Мөбәрәкова. Миңә бер нәмә лә еңел генә бирелмәне. Мәскәүҙә лә ҡыҙыҡ мәлдәр күп булды. Дөрөҫөрәге, ул хәлдәр миңә хәҙер генә ҡыҙыҡ тойола. Ә ул саҡта барыһын да бик ауыр кисергәйнем. Атаһы ла, әсәһе лә артист тиептер инде, уҡытыусылар минең менән тейешле кимәлдә шөғөлләнме. Үҙем дә ҡыйыуһыҙ булғас, һуңға табан бөтөнләй ҡул һелтәп тиерлек ҡуйҙылар. Һөҙөмтәлә, уҡыу йортон тамамлағанда үҙемде күрһәтерлек бер ролем дә булманы. Һәм театрға мин ролдәрһеҙ ҡайтып төштөм. Бер бәләкәс кенә ролем бар ине барлыҡҡа. Тик ул мөмкинлектәреңде күрһәтерлек түгел. Был мине ныҡ кәмһетте. Баяғы комплекстарға яңылары өҫтәлде. Театр минең өсөн түгел, минән актриса сыҡмай, тип мин үҙ-үҙемә нығыраҡ йомолдом. Шуға ла бер нисә йыл массовкаларҙа ғына йөрөнөм, эштән китәм тип уҡталған саҡтарым да булды. Шул осорҙа театрлаштырылған тамашаларҙа текст уҡыу, төрлө тапшырыуҙарҙы алып барыу өсөн телевидениеға йәлеп итә башланылар. Был хәл мине бер аҙ йыуатты. Театрҙа байтаҡ йылдар эшләп, телевидениеға режиссер булып килгән Рифҡәт ағай Фәйзуллин менән башҡорт һәм рус телдәрендә бик күп сәхнә әҫәрҙәренең телевизион версияһын эшләнек. Ә театрҙа һаман күмәк сәхнәләрҙә йөрөүемде дауам итә инем әле. Бында дөрөҫ башҡарҙың, бында саҡ ҡына яңылыштың, тип Рифҡәт ағай барлы-юҡлы ролдәремде ҡарап, хуплар урында хупланы, тәнҡитләр урында тәнҡитләне. Шулай итеп, тормошта ла, ижадта ла яҡын кәңәшсем һәм остазым булды ул. Телевидениела эшләгәндә лә, һүҙеңде әйтергә ашыҡма, башта тыуһын, ҡарашың менән дә шул уҡ хәл, тип аҙымлап тигәндәй актер эшенең нескәлектәренә өйрәтте. Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” драмаһы буйынса Свердловск киностудияһы төшөргән фильмда Тәңкәбикә ролен уйнағанда уның кәңәштәре миңә ныҡ ярҙам итте. Бына ошолай яйлап ҡына мин актриса булып киттем.
“Шоңҡар”ҙар. Ә атайығыҙ был хәлдәрҙе нисек ҡабул итте?
Гөлли Мөбәрәкова. Атайым минең менән һөйләшергә лә теләмәне. Нимә эшләйем икән һуң, кәңәш ит, тип яҡын барһам, ғәҙәттәгесә, кит әл-е-е-е, тиер ҙә ҡуйыр ине. Уҡып ҡайтҡас та, бында йөрөмәһен, ана Сибайға ебәрегеҙ, тигән. Тик театрҙың ул ваҡыттағы художество етәксеһе Вәли Ғәлимов, улай ярамай, башта һынап ҡарайыҡ әле, ни тиһәң дә театрҙа тәүге артистар династияһы барлыҡҡа килергә тора, тип ҡаршы төшкән. Тора-бара мине тамашасы телевидениелағы эшмәкәрлегем аша танып ҡабул итә башланы. Бер аҙ күңел күтәрелде. Унан сәхнәлә лә үҙемде ышаныслыраҡ тотоуымды тойҙом. Бер заман атайым, ҡара әле, булдыраһың икән, маҡтайҙар бит һине, тип тә әйткеләй башланы. Әммә уйнағанымды залға инеп ултырып ҡарағаны булманы. Ситтән генә күҙ һала ла сығып китә ине.
“Шоңҡар”ҙар. Курсташтарығыҙ һеҙгә ҡарата ниндәйерәк мөнәсәбәттә булды?Гөлли Мөбәрәкова. Шундай талант эйәләре менән уҡыным мин! Әмир Абдразаҡов, Вил Кәримов, Хәмит Яруллин, Муллаян һөйәрғолов, Илшат Йомағолов, Хәкимйән Сәғитов, Фәрдүнә Ҡасимова, Зинира Атнабева, Роза Кәримова, Гүзәл Сәғитова һ.б. Бик татыу булдыҡ. Әммә барыбер, араларында берҙән-бер ҡала ҡыҙы булғас, улар мине ситерәк күрә һымаҡ тойолдо. Әлеге лә баяғы шул комплекс инде...
“Шоңҡар”ҙар. Ысынлап та, ҡояш аҫтында үҙ урынығыҙҙы табыу бик еңелдән бирелмәгән икән. Ә Свердловск киностудияһы төшөргән фильмға Тәңкәбикә роленә һайлап алыныуығыҙ нисегерәк булды?
Гөлли Мөбәркова. Ул фильмда төшөү һис көтөлмәгәнсә килеп сыҡты. 1977 йылда улым менән Прибалтикаға ял итергә барғайныҡ. Шунда обкомдан телеграмма килеп төштө. “Һеҙ шундай-шундай фильмға шундай- шундай ролгә һайлап алынғанһығыҙ. Тиҙ арала ҡайтып етеүегеҙ һорала” тип яҙылғайны унда. Мин иһә “был ролдән баш тартам” тип хәбәр иттем. “Баш тарта алмайһығыҙ, барыһы ла хәл ителгән инде” тинеләр. Әлеге хәлдән күпмелер ваҡыт алдараҡ Өфөгә ошо фильмды төшөрөргә йыйыныусы кино хеҙмәткәрҙәре килгәйне. Беҙҙең театрҙа ла булды улар. Миңә ситтән генә күҙ һалғандар ҙа, Тәңкәбикә роленә тап килерҙәй тип тапҡандар икән. Ни эшләп мине һайлағандарҙыр, үҙем дә аңлап бөтмәйем. Режиссер халҡы шундай бит ул, уларҙың үҙ ҡанундары: үҙҙәренсә күрәләр, үҙҙәренсә тоялар. Ә кино актеры һөнәре бөтөнләй икенсе төрлө ижад ул. Унда башҡа алымдар менән эшләйһең. Үҙ-үҙеңде тотошоң да, хис-тойғоларың да башҡаса булырға тейеш. Сәхнәлә залды ялмап алырлыҡ итеп уйнарға кәрәк, бында иһә киреһенсә. Ана шул фильмда Рифҡәт ағайҙың кәңәштәре ныҡ ярҙам итте. Йәнә лә бала саҡтан уҡ һыбай йөрөргә өйрәткәне өсөн атайыма рәхмәт. Ул отпуск мәлендә диңгеҙгә барып ҡайтырлыҡ мөмкинлек сыҡһа ла, унда миңә нимә бар, бына ауылда, исмаһам, рәхәтләнеп ял итергә була, ти торғайны. Шулай итеп, йәй һайын атайым менән Ассыға юлланабыҙ. Ул ваҡытта автобустар йөрөмәй, ауылдан ауылға һыбай киләбеҙ. Фильмда ла тәүге көндә үк Тәңкәбикәнең атта елгән мәлен төшөрҙөләр һәм режиссер минең оҫта һыбай йөрөй алыуыма хайран ҡалды. Аптырап ҡалманым: “Уның нимәһенә ғәжәпләнергә, башҡорт ҡыҙҙары барыһы ла булдыра ала быны”, – тинем. Фильмды Ҡырғыҙстанда төшөрҙөләр. Базалары Ысыҡкүлдә ине. Миңә ул саҡта 40 йәш. Йыйырсыҡтар яһар өсөн биткә махсус гримм һалалар. Ул процесс биш сәғәт дауам итә һәм көн дә шулай ҡабатлана. Һуңынан автобуста Тянь-шань тауҙары итәгенә саҡлы күтәреләбеҙ. Унда менеп еткәнсе битемә туҙан ҡунһын, гримм нығынһын өсөн башымды тәҙрәнән тышҡа сығарған килеш барам. Ябыҡ ҡына инем. Һимерергә ҡуштылар. Театрҙа, киреһенсә, ябығырға кәрәк. Үҙеңде ризыҡтан тыйырға тырышаһың. Ә бында кинәнеп икешәр порция ашап, бер ун биш килограмға һимереү талап ителде.
“Шоңҡар”ҙар. Һөҙөмтәлә эшегеҙҙән ҡәнәғәт ҡалдығыҙмы?
Гөлли Мөбәрәкова. Ул ролем хөрт түгел. Әммә режиссер минең менән тейешле кимәлдә эшләһә, яҡшыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшеп булыр ине. Ә бында нисек булдыра алдым, шулай уйнаным. Фильм донъя күргәс, бер-ике йылдан һуң Рифҡәт Исрафилов был әҫәрҙе театрҙа сәхнәләштерҙе һәм Тәңкәбикә ролен миңә тапшырҙылар. Унда инде кинәнеп уйнаным.
Ә былай фильмды төшөрөү барышындағы мөхит, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте шул тиклем күңелгә ятты. Күмәк сәхнәләргә урындағы халыҡты саҡырҙылар. Диуана ролен үҙебҙҙең театрҙан Тимур Муллабаев уйнағайны. Һеҙ ниндәй милләт кешеләре тип һорай ине улар беҙҙән. “Башҡорт яҙыусыһы Мостай Кәримдең әҫәре буйынса фильм төшөрәбеҙ. Беҙ икебеҙ башҡорт милләтенән”, – тибеҙ. Шуныһы ҡыуандыра: Мостайҙы ла, Салауатты ла беләләр. Бала саҡта беҙ Чапаев һәм Салауат Юлаев булып уйнай инек, тип тә ебәрәләр. Улар беҙҙе тоҡ-тоҡ алма, әфлисун алып килеп һыйлай ине. Совет осоронда халыҡтар шулай бер-береһенә иғтибарлы һәм ихтирамлы мөнәсәбәттә булды...
“Шоңҡар”ҙар. Ниндәй ролдән һуң һеҙ үҙгеҙҙе ысын актриса итеп тойҙоғоҙ?
Гөлли Мөбәрәкова. Мин актриса тип әйтерлек ваҡиға Вольтерҙың “Мөхәммәт” трагедияһында Пальмира образын ижад иткәндән һуң булды. Ул осорҙа “Ай тотолған төндә”лә Шәфәҡте лә унай инем. Ана шул ике образды тыуҙырғандан һуң мин үҙемде ысын актриса итеп тойҙом.
“Шоңҡар”ҙар. Театр донъяһына инеп китеү һеҙгә еңел бирелмгән. Әммә барыбер ул һеҙҙең булмышығыҙға әүерелгән. Театрҙы һеҙ нимә өсөн яраттығыҙ?
Гөлли Мөбәрәкова. Театр минең тормошом ул. Ошонда тыуғанмын, ошонда үҫкәнмен, илағанмын, абынғанмын, ҡыуанғанмын, ҡанатланғанмын, көлтә-көлтә сәскәләр алғанмын. Хеҙмәтемде маҡтаулы исемдәр менән баһалағандар. Шулай ҙа артист өсөн иң ҡиммәте – тамашасы мөхәббәте. Халыҡтың ижадыңды ҡабул итеүе – иң ҙур бәхет. Был бәхет мине урап үтмәне. Таныйҙар, хаттар яҙалар, шылтыраталар. Сәхнәгә сығарған ролдәрҙең үҙҙәренең тормошона нисек тә булһа йоғонто яһауы хаҡында бәйән итәләр. Минең хөрмәткә ҡыҙҙарына Гөлли тип исем ҡушҡан кешеләр ҙә бар икән. Ошондай хәлдәрҙән һуң хеҙмәтең менән халыҡ йөрәгенә үтеп инә, уларҙың күңелендә матур тойғолар уята алыуыңды аңлайһың. Ә тыуҙырған һәр ролең ул һинең йәнеңдең бер өлөшөнә әүерелә бара. Бала тип әйтеү генә аҙ уны. Һинең үҙеңә әүерелә ул. Йөрәгеңә инеп ултыра һәм шунда йәшәй...
Бына әле бер хәл иҫә төштө. Хәтеремдә, Салауат районында тәүге тапҡыр Салауат йыйыны үтте. Шунда беҙ Хөрмәтулла менән Мостай Кәримдең “Салауат” трагедияһынан Салауат һәм Екатеринаның осрашыуын сағылдырған өҙөктө сәхнәләштерҙек. Һуңынан бер ҡатын ярһып яныма йүгереп килеп инде лә: “Гөлли апай, мин һеҙҙе ихтирам итә инем, хәҙер иһә күрә алмайым! Ниңә был ролде уйнарға риалаштығыҙ һеҙ?!” – тип нәфрәтләнеп әйтеп ҡуйҙы. Ошо ваҡиға мине бик тетрәндерҙе. Шунда мин беҙҙең халыҡтың сабыйҙарса эскерһеҙлегенә, сәхнә әҫәрен ни тиклем ихлас һәм бирелеп ҡарауына хайран ҡалғайным. Бына бит ул сәнғәттең көсө ниҙә!
“Шоңҡар”ҙар. Уйлап ҡараһаң, был, ысынлап та, ҙур баһа бит! Тимәк, актриса үҙ маҡсатына өлгәшкән... Һеҙҙең хөрмәткә ҡыҙҙарына Гөлли тип исем ҡушыусылар булған тинегеҙ. Ә үҙегеҙгә был исемде кем һайлаған?
Гөлли Мөбәрәкова. Әсәйем ҡушҡан. Мине 19 йәшендә тапҡан. Ул саҡта үҙе йәш кенә актриса бит инде. Тәүге аҡлы-ҡаралы фильмдар сыҡҡан осор булған. Кинолар ҡарарға яратҡандыр. Шунда бер грузин фильмында Гюлли тигән героиняны оҡшатҡан да миңә шул исемде бирергә булған. Атайым иһә, исем ҡағыҙында Гюлли тип яҙылһа ла, ниндәй Гюлли булһын, Гөлли бит ул, тип төҙәтер булған.
“Шоңҡар”ҙар. “Хоҙай һине, ахыры, һине шулай һоҡландырыр өсөн яратҡан. Яратҡан да, ситтән ҡарап тороп, һоҡланғандыр үҙе аҙаҡтан...” Рафаэль Сафиндың ошо һәм башҡа бик матур мөхәббәт шиғырҙары һеҙгә арналғанмы?
Гөлли Мөбәрәкова. Эйе. Уны оялып һорамағыҙ. Ысынлап та шулай. Беҙ уның менән Мәскәүҙә уҡығанда таныштыҡ. Улар Рәми Ғарипов, Шакир Янбаев, Рәис Низамовтар менән Әҙәбиәт институтында уҡыны. Ана шул йылдарҙа дуҫлашып, бер-беребеҙгә ғашиҡ булыштыҡ. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң өйләнештек. Мөхәббәттән тыуған улыбыҙ бар. Әммә һуңынан юлдарыбыҙ айырылды.
“Шоңҡар”ҙар. Башҡа кейәүгә сыҡманығыҙмы?
Гөлли Мөбәрәкова. Юҡ. Рафаэль дә өйләнмәне, мин дә кейәүгә сыҡманым. Беҙ уның менән дуҫ булып йәшәнек.
“Шоңҡар”ҙар. Үкенесле...
Гөлли Мөбәрәкова. Шулай... Тик яҙмыштан уҙмыш юҡ. Күңелемдә уның хаҡында яҡты иҫтәлектәр һаҡлана. Улым менән тыуған төйәгенә барып ҡәберен тәрбиәләп, уны һағынып йәшәйбеҙ. Ҙур иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ шағир ине ул Рафаэль Сафин. Үтә баҫалҡы, намыҫлы булды. Бер ваҡытта ла күкрәк ҡағып йөрөмәне. Ижады Лермонтовтыҡына оҡшаш, бик хисле һәм патриотизм менән һуғарылғайны.
“Шоңҡар”ҙар. Шундай шағирҙың музаһы булыу үҙе бер бәхет инде... Ә улығыҙ ниндәй һөнәр эйәһе?
Гөлли Мөбәрәкова. Улым сәнғәт институтының театр бүлеген тамамланы. Әммә үҙ һөнәре буйынса эшләмәне. Ирекле ижадсы ул. Урал исемле ейәнем бар. ВГИК-ты тамамланы. Хәҙер иһә аяғында ныҡлы баҫып торған режиссер, фильмдар төшөрә. Ейәнсәрем Алһыу тормошҡа сығып, бөгөн ғаиләһе менән Америкала йәшәй. Ике йәшлек бүләсәрем дә бар. Ҡулға тотҡан да юҡ әле үҙен. Шулай ҙа ул мине таный, белә. Көн дә скайп аша аралашып торабыҙ. Бына шулай үтә ғүмеркәйҙәр, балаҡайҙар.
“Шоңҡар”ҙар. Иң мөһиме, бушҡа үтмәгән бит...
Гөлли Мөбәрәкова. Ысынлап та, бушҡа уҙмаған. Тормошомда ҡаршылыҡтар ҙа күп булған. Әммә мин уларҙы йырып сыға алғанмын. Күпме ролдәр ижад иткәнмен, һәр эшемә үҙ йәнемде һалғанмын. Тик шулай ҙа тамашасыма әйтер һүҙем бар әле. Иң мөһиме, материал булһын.
“Шоңҡар”ҙар. Аҙ ғүмер кисермәгәнһегеҙ. Янығыҙҙа атайығыҙ, әсәйегеҙ кеүек ҙур кешеләр булған. Ғөмүмән, ижад юлығыҙҙа ла, тормош юлығыҙҙа ла бихисап шәхестәр менән аралашырға, бергә эшләргә тура килгән. Әле, шундай мөмкинлек бирелһә, шулар араһынан кемдәрҙе бер табынға ултыртып, күңелегеҙҙәге серҙәрегеҙ менән бүлешер инегеҙ?
Гөлли Мөбәрәкова. Әсәйемде саҡырыр инем. Әсәйем – Рәғиҙә Йәнбулатова – шағирә, драматург, актриса, йырсы. Моңло итеп йырлай ине ул. Үҙе һылыу ине. Уның йәштәге кешеләр юҡ инде хәҙер. Әммә һаман да иҫләйҙәр әле уны. 100 йыллығын үткәргәндә өлкән йәштәге апайҙар бик матур йылы һүҙҙәр еткерҙе. Бына шулай, кеше ғүмере үтә лә китә ул. Һәм улар хаҡында хәтирәләр ҙә яйлап онотола... Атайым менән дә рәхәтләнеп ултырып бер һөйләшер, бала саҡтағы һымаҡ мыҡты кәүҙәһенә һыйыныр инем...
Беләһегеҙ инде, театрҙың 100 йыллыҡ юбилейы яҡынлаша. Ошо ваҡиға айҡанлы үҙебеҙҙең театрҙы ойошторған кешеләрҙең һәммәһен дә ололап иҫкә алырға кәрәктер. Һәм беҙ шулай итербеҙ ҙә. Театр бит үҙешмәкәрлектән тыуған. Уны халыҡтың иң аҫыл улдары һәм ҡыҙҙары бар ҡылған. Кемде генә алма, уларҙың һәммәһе лә халыҡ араһынан сыҡҡан ябай кешеләр булған. Әйтәйек, Зәйтүнә Бикбулатованы Вәлиулла Мортазин-Иманский үҙ мәлендә көнбағыш һатып ултырған сағында күреп ҡалып, театрға саҡырған. Уйлап ҡараһаң, театрға нигеҙ һалыусыларҙың береһе лә интеллигенция вәкиле түгел. Шул уҡ Бәҙәр Йосопова, Арыҫлан Мөбәрәков, Рим Сыртланов, Әмин Зөбәйеров, Ғималетдин Минһажев һ.б... Мөмкинлек булһа, әлеге табынға башҡорт театрын бар иткән кешеләрҙең һәммәһен дә саҡырыр ҙа, иң ауыр осорҙа ошо театрҙы булдырғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерер инем. Ни тиһәң дә, мин эстафетаны ана шул өлкән быуын вәкилдәренән ҡабул итеп алып үҙ студенттарыма тапшырҙым. Хәҙер, Аллаға шөкөр, үҙебеҙҙең Сәнғәт институты ғына ла нисәмә быуын артистар үҫтереп сығарҙы. Щепкинсылар үҙҙәре бер тулҡын булып ҡайтып төшөп, матур итеп эшләп йөрөйҙәр. Бөгөн театрыбыҙҙың кимәле юғары. Киң белемле, аҡыллы, талантлы йәштәребеҙ күп. Улар аяҡтарында ныҡлы баҫып тора. Бына тигән итеп донъя көтөргә лә, ғаиләләрен ҡарарға ла, ишле балалар үҫтерергә лә, матур-матур ролдәр ижад итергә лә, төрлө яҡлап үҫешергә лә өлгөрәләр. Беҙ улай булдыра алмай инек... Әммә мине шуныһы ныҡ борсой, киләсәк быуын йәштәре туған телде беләсәкме, уларҙың үҙ халҡына, үҙ теленә мөхәббәте булырмы?!
“Шоңҡар”ҙар. Бая һеҙ үҙ мәлендә башҡортса белмәүегеҙ, туған телендә һөйләшкән кешене икенсе сортлы тип иҫәпләүҙәре хаҡында телгә алдығыҙ. Әммә хәҙер бит хәлдәр башҡасараҡ. Туған телдә иркенләп аралашырға, китаптар яҙырға, телевизорҙан сығыш яһарға була. Бөгөн туған телдә аралашыу өсөн мөмкинлектәр күберәк бит...
Гөлли Мөбәрәкова. Шулайын-шулай ҙа, әммә балалар башҡорт телендә һөйләшмәй бит! Ул китапты уҡырға ла, спектаклде ҡарарға ла кеше булмаһа, ни эшләргә?! Мине шуныһы борсой. Ә бит барыһы ла атай-әсәйҙәрҙең битарафлығынан килә. Улар балаларының башҡорт телендә һөйләшмәүен рус телендәге йәнһүрәттәр йоғонтоһона һылтай ҙа ҡуя. Ниндәй моңһоҙлоҡ был! Йәнә телевидениела башҡорт тапшырыуҙарын, спектаклдәрҙе эфирҙы тултырыр өсөн башлыса төнгө сәғәттәргә ҡуйыуҙары хафаға һала. Эйе, һеҙҙең кеүек рухлы йәштәр бар ул. Әммә уларҙың һаны күпме генә икән – белмәйем...
“Шоңҡар”ҙар. Бына беҙ, йәштәр баҫмаһы булараҡ, үҙебеҙгә шундай принцип алғанбыҙ: журналдың һәр һанында алдынғы ҡарашлы, рухлы йәштәр менән таныштыра барабыҙ. Улар башҡорт телендә лә, рус телендә лә, инглиз телендә лә яҡшы аралаша. Төрлө форумдарҙа ҡатнаша. Заманса технологияларҙы белә. Байығыу, лайыҡлы тормошҡа ынтылыу юлдарын өйрәтә. Донъяны күҙаллауҙары, фекерләүе лә заманса. Һәм быны аңлап ҡабул итергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта уларҙа рух тойғоһо ла көслө. Ана шундай йәштәр әле һеҙ телгә алған бөтөн бәләне “мультик”тарға һылтаған вайымһыҙыраҡ кешеләрҙе үҙҙәре артынан әйҙәргә тейеш. Шул йәһәттән йәштәргә ышанып ҡарайбыҙ.
Гөлли Мөбәрәкова. Шулай булһа ғына ярар ине, балаҡайҙар.
Бер бәйләм йүкә...
“Шоңҡар”ҙар. Театрға әйләнеп ҡайтайыҡ: спектаклдән һуң, башҡаларға көлтә-көлтә гөлләмәләр тапшырылып, үҙенә берәү ҙә сәскә бүләк итмәһә, актриса быны нисек ҡабул итә?
Гөлли Мөбәрәкова. Тыныс ҡабул итә. Тимәк, был тамашаға һинең иптәшеңдең ижадын яратыусылар күберәк килгән. Шул ғына... Ә бына ир кешегә сәскә сығарып бирһәләр, ихтирам йөҙөнән ул гөлләмәне ҡатын-ҡыҙ партнерына тотторһа, килешлерәктер тип уйлайым. Ул сәскәне бит, һуңынан сәхнә ябылғас, рәхмәт, тип, кире хужаһына ҡайтараһың. Был йәһәттән сәхнәлә этикет тигән нәмә булырға тейеш, минеңсә.
“Шоңҡар”ҙар. Ғүмерегеҙҙәге иң иҫтәлекле бүләк?
Гөлли Мөбәрәкова. Миңә утыҙ йәш тулған саҡ ине. Шунда яҡындарымды йыйып алырға булдым. Атайым менән әсәйем ул саҡта айырылышҡайны инде. Шуға ла әсәйемә ҡыйын булмаһын тип, атайыма өндәшеп торманым. Йыйылыштыҡ. Ултырабыҙ. Ҡапыл кемдер ишектәге ҡыңғырауға баҫты. Йүгереп барып асһам – атайым баҫып тора. Йөрәгем өҙөлөп төшә яҙҙы. Атайым алдында шул тиклем уңайһыҙ булды. Оялышымдан ҡыҙара-бүртенә уны ҡосаҡлап алдым да табынға саҡырҙым. “Дощенка”, “Гуля” тиер ине ул миңә. Әле лә шулай тине лә “мә, ҡотлайым үҙеңде” тип эшкәртелмәгән йүкә бәйләме тотторҙо. Әсәйем уның өсөн уңайһыҙланып: “Эй, әҙәм ҡыланмағанды ҡыланыр ҙа йөрөрһөң инде, кешеләр балаларына машина, тун, алтындар бүләк итә, ә был... ҡыҙының утыҙ йәшенә йүкә тотоп килгән...” – тип уфтанды. “Ниче, Гуля, бына һиңә йүкә”, – тине атай. Табында оҙаҡ ултырманы, бер аҙ ҡапҡылап алды ла, ярай, мин ҡайтайым, тип сығып китте. Ә мин ул ҡалдырған йүкәне ҡайҙалыр ситкә алып ҡуйҙым. Йылдар үтте... Бер мәлде өй йыйыштырғанда ҡулыма әлеге шул йүкә бәйләме килеп эләкте. Ул саҡта атай юҡ ине инде. Шунда ғына аңланым: бына бит ниндәй үҙенсәлекле бүләк яһаған ул миңә! Үҙенең тыуған яғынан йүкә алып килгән! Гуляһы тамырҙарын онотмаһын өсөн шулай эшләгән бит ул! Оҙаҡ торҙо ул йүкә. Ауылда йорт төҙөгәс, унан йыуғыс яһаным. Бына шулай, бүләктең иң ҡәҙерлеһен утыҙ йәшемә атайым алып килде. Машина ла, алтын биҙәүес тә, затлы тун да түгел... Бер бәйләм йүкә...
Ә иң ҡиммәтле бүләкте 75 йәшемә Хәмзә хәҙрәт килтерҙе. Театрҙа сәхнәгә автомобиль руле артына ултырған килеш килеп сыҡты ла, төшөп асҡысын миңә тапшырҙы. “Атайыңа бындай иғтибар күрһәтә алманым, рәхмәт йөҙөнән һиңә бүләк итәм”, – тине.
“Шоңҡар”ҙар. Ул автомобилде йөрөткәнегеҙ булдымы?
Гөлли Мөбәрәкова. Йөрөтөргә өйрәнергә тип уҡталып ҡараным. Тик ваҡытты тап килтерә алманым. Башында һәр саҡ мең төрлө уй ҡайнаған өлкән йәштәге актриса өсөн, бәлки, шулай хәйерлерәк тә булғандыр.
“Шоңҡар”ҙар. Холҡоғоҙ менән әсәйегеҙгә нығыраҡ оҡшағанһығыҙмы, әллә атайығыҙғамы?
Гөлли Мөбәрәкова. Күберәк атайыма оҡшағанмындыр... (Пауза). Юҡ, әсәйемдән дә бик күпте алғанмын. Нескәлегем, хислелегем, шиғри әҫәрҙе тойоуым әсәйемдән бирелһә, ныҡышмаллыҡ, сәм, үҙ-үҙемде раҫлау теләге атайымдан күскән.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙ бая ҡыйыуһыҙлығығыҙ, комплекстарығыҙ хаҡында телгә алдығыҙ. Әммә улар һеҙҙе эстән көслөрәк итә барған һәм киләсәктә тыуҙырасаҡ матур-матур ролдәргә әҙерләгән һымаҡ тойоласы. Көслө героиняларҙы күп уйнанығыҙ бит...
Гөлли Мөбәрәкова. Көслө героинялар барыбер ҙә көсһөҙ бит улар. Мин тыуҙырған ҡатын-ҡыҙ образдары Тәңкәбикә булһынмы, Медеямы, Елизаветамы – барыһы ла ярҙамға мохтаж ине. Тик, яндарында терәк булмағас, ни эшләһендәр, көслө булып күренәләр инде. Ғөмүмән, тормошта ла көслө ҡатындар юҡ ул...
“Шоңҡар”ҙар. Бер уйлаһаң, ғәжәп инде актер һөнәре. Ана шундай тәрән психологик образдарҙың йәненә, тәненә үтеп инеү талап ителә бит унан... Ә бына Тәңкәбикә образын тыуҙырғанда Зәйтүнә Бикбулатованы ҡабатламаһам ярар ине, тигән уйҙар булманымы?
Гөлли Мөбәрәкова. Зәйтүнә апай – ул тиңһеҙ һәләт эйәһе, башҡорт театрының легендаһы. Уға оҡшарға тырышыу ҙа, унан яҡшыраҡ уйнарға теләү ҙә булманы миндә. Һәм бының мөмкин түгел икәнлеген дә аңлай инем. Әммә был спектаклдәүҙ йүнәлешемде алып сыға алдым. Героиняның яңғыҙлығын сағылдырыуға баҫымды нығыраҡ яһаным.
“Шоңҡар”ҙар. Гөлли апай, һикһәнгә еткәндә лә шулай йәш булып ҡалыуығыҙҙың сере нимәлә?
Гөлли Мөбәрәкова. Һеҙ шулай тигән булаһығыҙ ҙа бит... Әммә мин хәҙер көҙгөгә ҡарай алмайым. Кемдең ҡартайғыһы килһен инде?! Ҡартлыҡ әшәке ул. Бер кемде лә аямай...
“Шоңҡар”ҙар. Шулай ҙа, ҡартлыҡ нисек кенә аяуһыҙ булмаһын, һеҙ уға бирешмәҫһегеҙ кеүек! Йөрәгегеҙ театр тип типкәндә ҡартайыу ҡурҡынысы янамай әле! Һеҙҙең менән аралашып ултырып күңелебеҙ булды, Гөлли апай! Оло башығыҙҙы кесе итеп, саҡырыуыбыҙҙан баш тартмай, редакцияға килеп табыныбыҙҙы йәмләүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Ауырымай-һыҙланмай йәшәргә насип булһын һеҙгә!
Гөлли Мөбәрәкова. Рәхмәт, балаҡайҙар!
Самауырыбыҙ түңкәрелде, дуҫтар! Һеҙгә нисектер, әммә был һөйләшеүҙән һуң беҙ Гөлли Мөбәрәкованы ла, театр донъяһын да үҙебеҙ өсөн өр-яңынан асҡандай булдыҡ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Гөлли апай хаҡында билдәле династиянан сыҡҡан иркә генә ҡыҙ бала булғандыр ҙа, ижад юлында һис ниндәй ҡаршылыҡтар тыумағандыр, тип уйлай инек. Аңлауыбыҙса, барыһы ла улай еңел генә бармаған. Шулай ҙа юлында осраған ҡаршылыҡтар уны сыныҡтыра ғына килгән, һәм ул үҙендә һынмаҫ рух тәрбиәләй алған. Был һынауҙар уның театрға булған мөхәббәтен көсәйткән генә. Әңгәмә ошо йәһәттән журнал уҡыусылар өсөн фәһемле булыр тигән фекерҙәбеҙ. Быныһы – бер, икенсенән, милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашына тиң ошондай данлыҡлы ил инәләре, һөнәренең оҫталары булған шәхестәр менән үҙ мәлендә аралашып ҡалыу матур ҙа, изге лә ғәмәл бит...