Шоңҡар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Самауырҙы йыҡҡансы
21 Февраль 2019, 13:34

Тормош ниңә шау сәскәлә?

“Самауыр”ҙың бөгөнгө ҡунағы – күптәрҙең яратҡан яҙыусыһы Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллина. Әңгәмәлә һүҙ нәфис әҙәбиәт, ижадтың ләззәтле үә ғазаплы минуттары, йәшәйеш, яҙмыш һәм мөхәббәт хаҡында…

“Самауыр”ҙың бөгөнгө ҡунағы – күптәрҙең яратҡан яҙыусыһы Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллина. Әңгәмәлә һүҙ нәфис әҙәбиәт, ижадтың ләззәтле үә ғазаплы минуттары, йәшәйеш, яҙмыш һәм мөхәббәт хаҡында…

“Шоңҡар”ҙар. Гөлсирә Ғиззәтуллина әҙәбиәт һөйөүселәргә талантлы прозаик булараҡ билдәле. Ниндәй шарттар һеҙҙән яҙыусы яһаны икән?
Гөлсирә Ғиззәтуллина. Беләһегеҙме, иң һәйбәт француз шарабы Францияның ифрат ҡаты тупраҡлы провинцияһында үҫеүсе виноград емешенән яһала, тиҙәр. Шуға ла, был йәһәттән һеҙ хаҡлы, кешене уйға һалырлыҡ әҫәр ижад итер өсөн яҙыусы ниндәйҙер ҡаршылыҡтар йәғни шарттар аша үтергә тейештер. Бөгөнгө кимәлемә баһа бирә алмайым. Әммә уҡыусының яҙғандарыма битараф түгеллеген тәүге хикәйәләрем донъя күргән мәлдә үк тойҙом. Ә бына ҡәләмдәштәрем тарафынан әҫәрҙәремә ҡарата ыңғай баһа ишетеү оҙаҡ ваҡыт хыял ғына булып ҡалды. Сөнки ни өсөндөр мине ижад даирәһендә күрмәмешкә һалыштылар. Әгәр ҙә бөгөн уҡыусының күңеленә үтеп инерлек һәм шул уҡ ваҡытта яҙыусылар иғтибарын да йәлеп итерлек әйберҙәр тыуҙыра алам икән, тимәк, быға эске протест, сәм тойғоһо, үҙемде әҙәбиәттә раҫларға теләүем һөҙөмтәһендә өлгөшкәнмен. Ә инде проза жанрына тотонған мәлем әҙәбиәткә Ғәбиҙула Зарипов, Рәмил Ҡол-Дәүләт, Буранбай Исҡужин, Әхмәр Үтәбай, Рәис Түләк, Хисмәт Юлдашев һымаҡ сағыу талантлы шәхестәр аяҡ баҫҡан осорға тура килде. Яҙғы ташҡын төҫлө үҙенсәлекле бер шауҡымды хәтерләтте ижади даирәләге был күренеш. Өлкән яҙыусылар ҙа йәш ҡәләмдәштәрен ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Рәмил Ҡол-Дәүләттең “Һигеҙенсе мөғжизә” тип исемләнгән китабы донъя күргәс, Хәсән ағай Назаров уны “туғыҙынсы мөжғизә” тип тә атағайны хатта.
“Шоңҡар”ҙар. Йәғни, абруйлы әҙиптәрҙең иғтибары ир-ат яҙыусыларға ғына тәтеүенә, ә ҡатын-ҡыҙҙы ижадсы булараҡ танырға теләмәүҙәренә баҫым яһауығыҙ...
Гөлсирә Ғиззәтуллдина. Шулай тиергә лә булалыр. Заманында Назар ағай Нәжмиҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙы күҙ уңында тотоп, “шиғриәт баҡсаһын сүп баҫты” тип яҙыуы ла ошоға дәлил. Ә прозаға тотонған гүзәл зат ул саҡта моғайын “дегәнәк”те йәки “билсән”де хәтерләткәндер. Әммә мин быны көнләшеү йәки ҡатын-ҡыҙҙы ижадҡа яҡын ебәрмәү теләге тип ҡабул итмәйем. Ни тиһәң дә был тормошта, шулай уҡ әҙәбиәттә лә, зауыҡ төшөнсәһенә лә урын бар. Хәйер, ул ваҡытта журналистикала ла ҡатын-ҡыҙ һирәк ине. Матбуғат өлкәһендә үҙемде раҫлай алыуым да күңелемдә ижад маһирлығына ышанысты арттырғандыр. Ә бит, дөрөҫөн генә әйткәндә, минең яҙыусы булырға теләгем дә юҡ ине. IV кластан алып журналистика хаҡында хыялландым. Аңлайһығыҙҙыр, публицистиканың үҙ ҡанундары: ни тиклем генә асыҡлыҡ рөхсәт ителгәндә лә мәҡәләңдә барыһын да әйтеп бөтөрөргә ярамай, сиселмәгән төйөндәр ҡала. Әйтәйек, геройыңды ла күберәк ыңғай яҡтан һүрәтләйһең. Әңгәмәсеңдең эске кисерештәрен дә очеркта тулы килеш сағылдырып булмай. Йылдар дауамында йыйылған ана шул төйөндәр - публицистикаға һыймай ҡалған хистәр, тойғолар, күренештәр бер мәлде миңә тынғы бирмәй башланы. Һәм шуларҙан ҡотолорға теләп, проза жанрына мөрәжәғәт иттем. Байтаҡ ваҡыт күңелемдә проза менән публицистика һыйышып йәшәне йәшәүен. Әммә 18 йыл гәзиттә эшләгәндән һуң журналистиканың йәштәр һөнәре икәнлегенә инандым. Һәм “Китап” нәшриәтенә эшкә күсергә ҡарар иттем.
“Шоңҡар”ҙар. Йыш ҡына хикәйәләрегеҙҙәге ваҡиғаларҙы үҙегеҙҙең исемдән һүрәтләйһегеҙ. Уларҙың һеҙҙең тормоштан алыныуы ихтималмы?
Гөлсирә Ғиззәтуллина. Юҡ. Мине үҙемә хас булмаған әйберҙәр тетрәндерә. Шул уҡ ваҡытта уларҙы тулыһынса күңелем аша үткәрәм. Үҙемдең исемдән хикәйәләүем дә шуға бәйле. Ә инде ул яҙмыш йәки характер мине мауыҡтырмай, арбамай икән, хикәйә ижад итә алмайым. Йыш ҡына, ни өсөн яҙаһың, тип тә һорайҙар. Аңлайһығыҙмы, ҡайһылыр мәлдә үҙ тормошом ҡыҙыҡ булмай башлағандай тойола. Шундай саҡтарҙа башҡа яҙмыштарҙы һүрәтләүгә тотонам. Һәм хатта бер тормошто сағылдырғанда ғына ла ялҡам. Бер юлы өсәр-дүртәр әйбер яҙыуым ихтимал. Ул саҡта үҙем дә тулы ҡанлы тормош менән йәшәйем. Ижад процесында ниндәйҙер бер юғары энергияға тоташаһың тиеүҙәренә ышанам мин. Сөнки, ҡулға ҡәләм алған мәлдә, алда ҡуйы томан пәйҙә булыуын аңлайһың. Бер генә урындан яҡтылыҡ төшкән кеүек. Тора-бара герой үҙ тормошо менән йәшәй башлай. Томан әкренләп тарала. Һәм ошо процесс ғүмеремдәге иң ләззәтле минутҡа әүерелә. Хатта шул мәлде кисерер өсөн генә яҙамдыр төҫлө тойола миңә. Ундай саҡта мөхәббәттән иҫергән һымаҡмын. Әммә ҡайһы берҙә ҡағыҙға теркәгәнеңде уҡып сыҡҡандан һуң, күңелем ҡайтыуы ла ихтимал. Сөнки әлеге күренеш аңымда саҡта шул тиклем сағыу ине, ә мин уның ниндәйҙер бер шәүләһен генә уйып алып ҡағыҙға төшөргәнмен.
“Шоңҡар”ҙар. Ижадсыла яҙыу маһирлығым арта тигән ышаныс буламы?
Гөлсирә Ғиззәтуллина. Техник йәһәттән нимәләргәлер төшөнә башлайһыңдыр. Әммә әҫәрҙең яралыуы маһирлыҡҡа ғына бәйле түгел. “Сираттағы шиғырын тыуҙырғандан һуң һәр шағир үлә һәм уның башҡаса ижад итә алмауы ла ихтимал”, – тигән Анна Ахматова. Мин дә бөгөн яҙам, ә иртәгә ни булырын әйтә алмайым. Сөнки ижадтың үҙенә генә хас төпкө психологик нигеҙҙәре бар. Үҙ ваҡытында шиғырҙар ҙа ижад иттем. Әммә бер көндө уянып киттем дә башҡаса поэзия жанрында эшләй алмаясағымды аңланым. Теләмәүемде түгел, ә күңелемә шиғыр килеүҙән туҡтауын тойҙом. Әле иһә публицистика менән дә шул уҡ хәл. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, бөгөн миңә мәҡәлә яҙыу ҙа ауыр бирелгән төҫлө.
“Шоңҡар”ҙар. Тәүге ике китабығыҙҙа урын алған хикәйәләрегеҙҙә бәхетһеҙ мөхәббәт темаһы өҫтөнлөк итә, әммә һуңғыһында ниндәйҙер оптимизм, бәхеткә ынтылыш бар. Күңелегеҙҙәге үҙгәрештәргә бәйлеме был?
Гөлсирә Ғиззәтуллина. Ни өсөндөр тормошто фажиғә күҙлегенән ҡабул итәм. Дөрөҫөрәге, элегерәк шулай булды. Ата-әсәйемдең һөйөүенә сорналып үҫкән, көтөп алынған төпсөк бала үҙем. Донъяны шулай фажиғәле ҡабул итеү ниндәй мәлдә һеңгәндер миңә, аңлай алмайым. Йәшермәйем, минең депрессияға тарыған саҡтарым йыш була. Ундай хәлдең йылдар һуҙымында дауам итеүе лә ихтимал. Шундай ваҡыттарҙы йырып сығырға моғайын ижад ҡына ярҙам итәлер. “Өмөтөмдө ҡалдыр” тигән китабыма тупланған хикәйәләрҙе ҡот осҡос депрессия кисергән мәлдә яҙыуым хәтеремдә. Ул саҡта миңә 33 йәштәр самаһы булғандыр. Үҙем ана шул һаҙлыҡтан сығыу юлын күрмәгәнлектән, геройҙарымдың күбеһен үлтерә торғайным. Һәм хатта бер тәнҡитсе авторҙан һаҡлау өсөн Гөлсирә Ғиззәтуллинаның геройҙарының союзын төҙөргә кәрәк, тип тә яҙып сыҡҡайны. “Йөҙ ҙә бер ғүмерем” тип исемләнгән икенсе хикәйәләр йыйынтығында ярата белгән кешеләрҙең яҙмышы өҫтөнлөк итте. Өсөнсө китабымда иһә бәхеткә ынтылыш бар. Һәм был ысынлап та тормошто башҡаса ҡабул итә башлауыма бәйле.
“Шоңҡар”ҙар. Эйе, хикәйәләрегеҙҙә бәхеткә ымһыныуҙы төҫмөрләргә мөмкин. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күбеһендә ул баҙлауыҡҡа ынтылышты хәтерләтә. Ҡатын-ҡыҙ бәхетле булырға тейеш, әммә бәхетле түгел. Һәм күп осраҡта бында ир-ат ғәйепле…
Гөлсирә Ғиззәтуллина. Был ысынлап та шулай. Ҡатын-ҡыҙҙың булмышы шуға ҡоролған. Изге китаптарҙа кешелектең барлыҡҡа килеүе ошолайыраҡ һүрәтләнә: Аллаһы Тәғәлә ата енес менән инә енесте бар ҡылған һәм ишәйергә ҡушҡан. Ир-атҡа мөмкин тиклем күберәк орлоҡ һибеп ҡалдырыу, ҡатын-ҡыҙға бала табып, уны бағыу бурысы йөкмәтелгән. Гүзәл заттың төп фажиғәһе шул – ул ир-атты янынан ебәрмәҫкә тырыша. Ә ирҙең маҡсаты башҡа. Ул оянан тиҙерәк осоп сығырға, үҙенә йөкмәтелгән бурысты атҡарырға ашыға. Тимәк, ҡатын-ҡыҙ әлмисаҡтан ғазапҡа дусар ителгән. Йәғни “Урал батыр”ҙағы Һомай образын ғына алайыҡ. Улар Урал менән ҡауышалар, балалары тыуа. Әммә Урал батыр был батшалыҡта тотҡарланмай ары китә. Һәм Һомай хаҡында башҡаса уйлап та ҡарамай. Хикәйәсене лә ул ҡатындың яҙмышы ҡыҙыҡһындырмай. Ә Һомай Уралды һағынып бәхетһеҙ булып йәшәй бит инде.
Шулай ҙа ир-аттың иреккә ынтылыусан тәбиғәте генә ҡатын-ҡыҙҙы ысын мәғәнәһендә бәхетһеҙ итә тигән һүҙ түгел әле. Бының өсөн башҡа сәбәптәр ҙә етерлек. Эскелек һөҙөмтәһендә килеп тыуған йәбер-золом ҡатын-ҡыҙҙың рухын ғына түгел сәләмәтлеген дә ҡаҡшата (Эйе, мин ҡатынының аңһыҙлығы арҡаһында башын доғалыҡҡа һалған йәки эскелеккә һалышҡан ир-аттарҙы ла беләм. Әммә быныһы айырым һөйләшеү). Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе ҡора белмәү ҙә йыш ҡына ғаиләне селпәрәмә килтерә. Йәл, әммә үҙемдең йәштәге башҡорт ир-аттарын “юғалған быуын” тип әйтергә лә ҡыйынһынмайым. Сөнки уларҙың күбеһе йәмғиәттәге һәм ғаиләләге һынылыш мәлен күтәрә алманы. Ни тиһәң дә патриархаль ғаилә яңы шарттарҙағы үҙгәрешкә психологик яҡтан әҙер түгел ине. Ҡатын-ҡыҙ азатлыҡ яулап алды һәм уны юғалтырға теләмәйәсәк. Әммә бәғзе бер ир заты әле һаман да уны “иҙән сепрәге” итергә хыялланыуҙан туҡтамай. Әгәр ҙә ир кеше ҡатын-ҡыҙға партнер булараҡ ҡарамай икән, тимәк иртәме-һуңмы иң ҙур һөйөү хисе лә үлә һәм ғаилә тарҡала. Ир менән ҡатын араһында тигеҙлек хөкөм һөрөргә тейеш. Ана шуны аңлаған осраҡта ғына мөхәббәтте һаҡлап алып ҡалырға мөмкиндер.
“Шоңҡар”ҙар. Һәм һеҙҙеңсә, мөхәббәт булғанда ғына бәхеткә урын бар.
Гөлсирә Ғиззәтуллина. Күптән түгел шәреҡ фәлсәфәһендәге бер мистикаға юлыҡтым. Баҡһаң, һәр кешелә ике булмыш – инь һәм янь (ир һәм ҡатын-ҡыҙ булмышы) йәшәй икән. Әҙәм балаһы күңел даръяһына мөмкин тиклем тәрәнерәк үтеп ингән осраҡта үҙ асылын таба, йәғни үҙендәге инь һәм яньды осраштыра ала. Һәм күңелендәге ир һәм ҡатын булмышын ҡауыштырған кеше генә ысын мәғәнәһендә рухи ҡәнәғәтлек кисерергә һәләтле тиелгән унда. Шуға ла кемдәндер бәхет өмөт итеп ултырыу кәрәкмәйҙер. Һәр кем үҙенең булмышын сәскә аттырһын. Бәхет һәр кемдең эсендә. Мин быға ышанам. Әммә әлегә ундай тойғоно үҙ тәжрибәмдә тойғаным юҡ.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙ ҙур төшөнсәләр хаҡында һүҙ йөрөтәһегеҙ. Шулай ҙа бәхеттең бәләкәс кенә ярсыҡтары ла бар бит. Әйтәйек, ейәндәрегеҙҙең тыныс ҡына мышнап йоҡлауын күҙәтеүе лә күңелдә аңлатып бирә алмаҫлыҡ ләззәт тойғоһо уятыуы ихтимал…
Гөлсирә Ғиззәтуллина. Уныһы шулай. Әммә, үрҙә әйтеп үтеүемсә, минең ҡот осҡос депрессияға тарыған саҡтарым булғылай. Ә бит шул ваҡытта ейәндәрем дә, балаларым да янымда йөрөй. Ләкин тормоштан төңөлөү тойғоһон еңеп сығырға бәғзе саҡта һис ниндәй тышҡы көс ярҙам итә алмай.
“Шоңҡар”ҙар. Был һорау бәлки ҡатыраҡ яңғырар. Әммә йәшәүҙән төңөлөү тойғоһон янығыҙҙа йүгерешеп йөрөгән ейәндәрегеҙ ҙә еңә алмай икән, тимәк был ҡот осҡос эгоизмдың күрһәткесе түгелме?
Гөлсирә Ғиззәтуллина. Ысын депрессияның нимә икәнлеген татып ҡарамаған кеше, әлбиттә, быны эгоизм тип ҡабул итә торғандыр. Ә бит ундай саҡта аҡылың менән һин барыһын да аңлайһың, тик үҙеңдә йәшәү нурын тоҡандыра алмайһың. Тормоштан төңөлөү хисе кешеләге ниндәйҙер энергияның юҡҡа сығыуынан барлыҡҡа киләлер, миңә ҡалһа. Хатта һөйгән йәрең дә һине был һаҙлыҡтан тартып сығара алмай. Эйе кешене бәхетһеҙ итергә мөмкин. Әммә уны бер кем дә бәхетле итә алмай. Әгәр ҙә үҙе теләмәһә…
Ни өсөн асыҡтан-асыҡ был хаҡта һөйләйем әле? Сөнки депрессия – XXI быуаттың иң ҡурҡыныс сире. Кеше эсә, наркотиктар ҡуллана, үҙ-үҙенә ҡул һала тибеҙ. Ә бит бының төп сәбәбе әлеге шул депрессияға ҡайтып ҡала. Бала саҡта ла өлкән апайҙарҙың “түҙгеһеҙ эсем яна” тип әйтеүҙәрен ишеткәнем бар ине. Тимәк, ауыл ҡатындары ла йылдар дауамында депрессия тотҡононда йонсоған. Ә ул таушалыуға килтерә. Кеше был осорҙа үҙе өсөн түгел, башҡалар мәнфәғәтен ҡайғыртып ҡына көн күрә. Шуға ла янығыҙҙағыларға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға кәрәк тигәнде күҙ уңында тотам. Ә депрессияны еңергә мөмкин. Медикаменттар, дини тәғлимәттәр, рух көсө ярҙамында. Тағы ла шуны аңланым: депрессияларҙан мин һәр саҡ рух көсө һәм ижад аша ҡотолғанмын. Һәм улар мине ниндәйҙер бер юғарыраҡ кимәлгә күтәргән. Кешеләргә, донъяға ҡарата ҡарашымды ҡәтғи үҙгәрткән.
“Шоңҡар”ҙар. Гөлсирә апай, булмаһа ижад нескәлектәре хаҡында һөйләшеүгә әйләнеп ҡайтайыҡ. Әйтегеҙ әле, хикәйәне яҙыуы ауырыраҡмы әллә уға исем ҡушыуымы?
Гөлсирә Ғиззәтуллина. Бәғзе ваҡыт ул үҙ исеме менән тыуа. Йәки уның һуңғы нөктәне ҡуйырҙан алда килеүе ихтимал. Яҙғанда фекерҙе тиҙерәк эләктереп ҡалырға тырышам. Шуға ла һөйләмдең яртыһы башҡортса, яртыһы русса булыуы ихтимал. Инглиз һүҙҙәре инеп киткән осраҡтар ҙа булғылай.
“Шоңҡар”ҙар. Әҙәби-мәҙәни мөхиттә, һәм ғөмүмән тормошта көнләшеү тигән әйбер бар. “Һәҙиә” романында ла әлеге теманы үҙәккә ҡуяһығыҙ. Һеҙҙеңсә, нисек ошо тойғоға юл ҡуймаҫҡа?
Гөлсирә Ғиззәтуллина. Ысынлап та, көнләшеү барыбыҙға ла хастыр. Ҡайһы саҡта күңелдә оялаған был тойғоно аҡ көнләшеү тип аҡларға тырышабыҙ. Ләкин, миңә ҡалһа, уның ағы-ҡараһы булмай. Үҙемә килгәндә, һуңғы бер ун биш йылда ана шул әйберҙән азатмын тип әйтә алам. Сөнки бары тик үҙем менән генә ярышырға өйрәндем. Юғарынан бирелгән потенциалды күпмеһен файҙалана алам? Ошоға иғтибар итә башлаһаң, кешенән көнләшергә ваҡыт ҡалмай. Киреһенсә, энергия артыуын, күңелеңдә тормошҡа һәм тирә-йүндәгеләргә ҡарата яратыу тойғоһо яралыуын тояһың. Шәреҡ фәлсәфәһенән йәшәйешкә еңеллек бөркөрҙәй йәнә бер миҫал килтерәм. Аллаһы Тәғәлә – ул океан кеүек көслө энергия ағымы, тиелә унда. Уның һәр тамсыһы (һәр кеше тип аңларға кәрәк) өсөн океандың һыҙаттары хас. Әҙәм балаларын шул бөйөк көстөң бәләкәс кенә өлөшсәләре тип ҡабул итәһең икән, тимәк, кеше менән кеше араһында һис ниндәй сик юҡлығына төшөнәһең. Һәм бер-береңде яратмаҫҡа, көнләшергә, терһәк менән төртөшөргә урын ҡалмай.
“Шоңҡар”ҙар. Хикәйәләрегеҙҙе ижад иткәндә уҡыусыны күҙ уңында тотаһығыҙмы?
Гөлсирә Ғиззәтуллина. Һис юҡ. (Йылмая) Дөрөҫ билдәләнегеҙ, миндә эгоизм, тәкәбберлек көслөлөр, моғайын. Нисегерәк яҙырға кәрәклеген аңлатырға тырышҡан ҡайһы бер тәнҡитселәргә лә, үҙегеҙ шулай итегеҙ, мин әҫәремде яҙғанмын инде, тип әйтергә лә дорфалығым етә. Шулай ҙа үҙем өсөн ҡәҙерле дүрт-биш булған кешенең фекеренә ҡолаҡ һалам. Һәм әҫәремде бөтөнләй юҡҡа сығарып ташлаһалар ҙа үпкәләмәйем. Сөнки уларҙың күҙгә тура ҡарап дөрөҫөн әйтә алыуҙары ҡиммәт.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙҙе кешене нескә тойоусы, күңел даръяһына тәрән үтеп инеүсе яҙыусы-психолог тип тә атарға булыр ине…
Гөлсирә Ғиззәтуллина. Психология – тормошҡа ашмаған хыялым ул минең. Университеттан һуң ошо һөнәрҙе үҙләштермәк булып Вадим Фәтхи улы Сафинға ла барҙым. Тик ни өсөндөр ул мине оҡшатманы. Психолог булараҡ бер етешһеҙлегемде тойоп ҡалып ахыры: “Юғары математиканы һәйбәт беләһеңме?”– тигән һорау бирҙе. “Юҡ”, – мин әйтәм. “Тимәк, һиңә психологияла ла урын юҡ”, – тип кенә яуапланы Вадим ағай. Психолог өсөн математика фәненең үтә мөһим түгеллеген аңлаһам да, ныҡышып торманым. Хәҙер иһә Аллаһы Тәғәлә мине ул юлдан ваҡытында аралағандыр, башҡаларҙың проблемаһы менән артыҡ мауығып китеүҙән ҡурсалағандыр, тип тә уйлап ҡуям. Ғөмүмән, йыш ҡына шундай күренеш күҙ алдына баҫа. Кеше ҡаҙ бәпкәләрен йылғаға табан ҡыуалағанда, улар ситкә таралышмаһын өсөн, оҙон сыбыртҡы менән ян-яҡтан ҡамалаған һымаҡ уҡ, Хаҡ Тәғәлә лә юлынан тайпыла башлағандарҙы шулай ҡамсылап үҙ һуҡмағына төшөрә торғандыр.
“Шоңҡар”ҙар. Гөлсирә апай, һеҙ ике бала әсәһе. Ейәнегеҙ менән ейәнсәрегеҙ ҙә үҫеп килә. Күңелегеҙҙә балаларымды дөрөҫ тәрбиәләгәнмен тигән ышаныс бармы?
Гөлсирә Ғиззәтуллина. Хоҙайға шөкөр, балаларымды үҙем хыялланғанса ярата белерлек итеп тәрбиәләй алғанмындыр тим. Улар үҙҙәренең тойғоларын күрһәтә белә. Ҡыҙым ҡасан ғына шылтыратһа ла, “әсәй, беҙ һине яратабыҙ” тип ҡабатларға йыбанмай. Улым да ифрат иғтибарлы. Бер көндө һүҙ араһында: “Балан юҡ икән дә, ҡан баҫымын төшөрөргә ярҙам итә торғайны”, – тип әйтеп ысҡындырғайным, күпмелер ваҡыттан һуң әллә ҡайҙан балан ҡағы менән балан һуты алып ҡайтҡан. Киләсәктә ҡатынын да шулай хөрмәтләйәсәгенә ышанам. Һәйбәт кенә килен насип булһын, тип теләйем. Ҡыҙымдың иренә ҡарата булған мөнәсәбәтендә лә ҡәҙер белеү тигән нәмә бар. Әсәй кеше балаһын яратырға һәм бөтәһенән элек үҙеңде яратҡан кешенең ҡәҙерен белергә өйрәтергә тейештер моғайын. Кеше һине яҡшы булыуың өсөн түгел, ярата белгәне өсөн ярата. Шуға ла ул мөхәббәткә лайыҡ булырға тырышырға тейешбеҙ. Шунһыҙ был тойғо һүнәсәк. Яратырға һәм саф хистәрҙе ихтирам итергә өйрәтеү – ғаиләнең дә, әҙәбиәттең дә бурысын шунда күрәм.
“Шоңҡар”ҙар. Киләһе әҫәрегеҙ нимә хаҡында буласаҡ?
Гөлсирә Ғиззәтуллина. Ир-аттар ҡыҙыҡһынып уҡырлыҡ берәй әйбер ижад итергә хыялланам.
“Шоңҡар”ҙар. Әйткәндәй, һеҙгә яҙыу стилегеҙ ир-аттарҙыҡына тартым тип әйткәндәре булманымы?
Гөлсирә Ғиззәтуллина. Юҡ, киреһенсә, ҡатын-ҡыҙҙар стиле тиҙәр. Әммә шуныһы ҡыҙыҡ: “Һәҙиә” романын һәм “Төшлөктәге төш” хикәйәһен конкурсҡа тәҡдим иткәндә авторҙы ир-ат псевдонимы менән билдәләнем. Һәм ул ике әҫәр ҙә премияға лайыҡлы тип табылды. Баһалау комиссияһын ышандыра алғас, бәлки, ысынлап та, ирҙәрсә фекерләү хастыр. Ғөмүмән, әҙәбиәттә ир-егет булыу еңелерәк. Ә тормошта улай түгел. Әгәр ҙә ғаилә карабы ватыла ҡалһа ҡатын-ҡыҙ аяҡтарын ергә нығыраҡ терәп ҡала. Сөнки беҙҙең йәмғиәттә балалар әсәй ҡарамағына тапшырыла. Ә ирҙәр үкенескә күрә, хөкүмәт тарафынан яҡлауһыҙыраҡ.
“Шоңҡар”ҙар. “Һәҙиә” күңелегеҙҙә оҙаҡ йөрөнөмө?
Гөлсирә Ғиззәтуллина. Улар тәүҙә ике әҫәр булып тыуҙы. Һәҙиә апай тураһында яҙа башланым да, Усман Бакировтың яҙмышы үҙ ағымы менән алып китте. Был ике әйберҙе аҙаҡтаныраҡ бик йонсоп ҡына берләштерҙем.
“Шоңҡар”ҙар. “Күбәләккә әйләнеү” повесындағы бағышлауҙа “Был тойғоларҙан роман түгел повесть ҡына килеп сығыуы йәл” тип яҙаһығыҙ. Ул әйберҙән роман яһарға нимә ҡамасауланы?
Гөлсирә Ғиззәтуллина. Тормошта һис бер нәмә ҡаршы тора алмаған мөхәббәттәр осрай. Ә бында мөнәсәбәттәр роман кимәленә күтәрелмәне. Йыш ҡына һөйөүҙе айырым бер персонаж булараҡ ҡабул итәм. Минеңсә, ул ҡайҙалыр ярала, һәм ике кешене һайлай. “Беҙ икәүләп уны яраттыҡ”, –ти бит ундағы героиня. Тимәк, ул һәм һөйөү. Ә бындағы геройым иһә үҙ-үҙен нығыраҡ ярата. Әммә Йәмиләнең дә ошоно аңлап ҡалып ваҡытында араларҙы өҙөргә аҡылы етә. Әгәр ҙә ул шул тойғоларынан арына алмаһа, үҙен уға ҡорбан килтерһә, әҫәрҙе роман итеп үҫтерергә булыр ине. Ә был осраҡта миңә әҫәрҙең роман кимәленә күтәрелә алмауы түгел, ә һөйөү үҙе, йәғни аҡланмаған тойғолар йәл. Сөнки мөхәббәт ул ике кешегә өмөтләнеп, ышанып килә бит.
“Шоңҡар”ҙар. Урыны менән аҡлы-ҡаралы, урыны менән төҫлө һәм шул уҡ ваҡытта фәһемле лә, фәлсәфәүи лә һөйләшеү булды. Ҡабатлағандан доға иҫкермәй, тиҙәр. Әңгәмәне тамамлар алдынан бәлки уҡыусыға бөгөнгө һөйләшеүҙең төп фекерен йәнә бер тапҡыр еткерергәлер?
Гөлсирә Ғиззәтуллина. Донъя шул тиклем бай һәм күп ҡырлы. Уның ҡөҙрәте киң. Әммә шуныһы ла бар: нимәне раҫлайһың, ул мотлаҡ шул яғы менән асыла. Мин бәхетһеҙ тип әйтәһең икән – һин бәхетһеҙ. Талантым юҡ тип зарланһаң – уны үҫтерерлек мөмкинлек булмаясаҡ. Шуға ла яҡты тойғолар, яҡты хыялдар менән йәшәйек.
Бер инәйем таңдың иң ыуыҙ ғына мәлендә ауыҙыңа ризыҡ ҡапмайынса, саф килеш теләк теләһәң, ҡабул була, ти торғайны. Ихлас йөрәктән әйтелгән һүҙҙәрҙең, изге маҡсаттарҙың тормошҡа ашҡанына ышанғым килә минең. Һәм, бәлки, шуға ла тормош шау сәскәләлер…
Читайте нас в