Шоңҡар
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Самауырҙы йыҡҡансы
26 Февраль 2019, 16:23

Дауыл, ташҡын, ләйсән һәм ут та!

“Шундай ҡатындар килә был донъяға, уларҙың яралыуында, бар булыуында илаһи көстөң, илаһи уттың ҡатнашы күҙгә бәрелеп тора. Улар иң бейектә саҡта ла ерҙән айырылмайҙар, иң түбәнгә төшкәндә лә түбәнлеккә төшмәйҙәр, хурлыҡҡа батмайҙар, юғалтыуҙар кисергәндә юғалып ҡалмайҙар; уларҙы хатта аслыҡ-яланғаслыҡ та кәмһетә алмай, сибәрлектәренә ҡағылырға ҡартлыҡ үҙе тартына”.


“Шундай ҡатындар килә был донъяға, уларҙың яралыуында, бар булыуында илаһи көстөң, илаһи уттың ҡатнашы күҙгә бәрелеп тора. Улар иң бейектә саҡта ла ерҙән айырылмайҙар, иң түбәнгә төшкәндә лә түбәнлеккә төшмәйҙәр, хурлыҡҡа батмайҙар, юғалтыуҙар кисергәндә юғалып ҡалмайҙар; уларҙы хатта аслыҡ-яланғаслыҡ та кәмһетә алмай, сибәрлектәренә ҡағылырға ҡартлыҡ үҙе тартына”. Мостай Кәримдең был һүҙҙәре тап сираттағы геройыбыҙ хаҡында кеүек.
Аңлағанһығыҙҙыр, бөгөнгө “Самауыр”ыбыҙ ҡунағы – һәр ваҡыт хәрәкәттә булған сәйәси-ижтимағи фигура, дәрт-дарманы ташып торған үҙенсәлекле, ҡапма-ҡаршылыҡлы шәхес, ойоштороусы, В. Жириновскийҙың “аҡыллы ҡатын” тигән комплиментына эйә булыусы, комбриг Муса Мортазин нәҫеле ҡыҙы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы СОЛТАНОВА.
«Шоңҡар»ҙар. Үҙебеҙҙең сәй табынында, “Шоңҡар” журналы редакцияһында күреүебеҙгә шатбыҙ һеҙҙе, Рәшиҙә Искәндәровна. Төп шартыбыҙ – асыҡ, ихлас булыу, һәр һорауға дөрөҫ яуап биреү. Ҡабул итһәгеҙ, башлайыҡ.
Рәшиҙә Солтанова. Хәйерле сәғәттә.
«Шоңҡар»ҙар. Күп йылдар ижтимағи мөхиттә ҡайнаған кешеһегеҙ, биографияғыҙ халыҡтың күҙ алдында, ә бер көндө шуларҙан арып, ялҡып китеп, бөтә амбицияларҙы сөйгә элеп ҡуйғы килмәйме? Минән етте, тип.
Рәшиҙә Солтанова. “Минән етте” түгел, “Нимәгә ул миңә?” тип уйлаған саҡтар булғылай. Әммә аҙаҡ, “Ә кем һуң, мин булмағас?! Кемдер эшләргә тейеш бит” тигән уй тынғы бирмәй. Ата-бабаларым харунжий, унтерофицер, есаул булған. Олатайымдың ҡустыһы, мәҫәлән – Муса Мортазин. Бәлки, улар тарафынан күп гонаһ ҡылынғандыр, һәм мин улар өсөн яуап бирергә тейешмендер.
«Шоңҡар»ҙар. Һеҙҙе “Аҡтирмә” милли үҙәген ойоштороусыларҙың береһе итеп тә беләбеҙ... Партия хөкөм һөргән осорҙа бындай эштәр бик үк хупланмағандыр бит.
Рәшиҙә Солтанова. Яңы ғына ЦК КПСС эргәһендәге йәмәғәт фәндәр академияһын тамамлап ҡайтып, партияның Киров район комитеты секретары вазифаһын башҡарған осорҙа, 1986-87 йылдарҙа булды был хәл. Бындай тәҡдим менән барғас, бүлек мөдире Урал Насыровичтың: “Ундай эшкә тотонорға ике партбилетың бармы әллә?” тигәне хәтерҙә. Хатта, ҡайһы берәүҙәр минең был эшемде “КГБ-ға хеҙмәт итер өсөн асҡан” тигән “баһа” менән билдәләне. Башҡорттар мине татарҙарға хеҙмәт итә тип уйланы, ә татарҙар төп башҡорт тип һананы. Һәм ғүмер буйы шулай. Әммә мин ярты юлда туҡтап ҡала торғандарҙан түгел. Ул аҙымды яһауыма бер ҙә үкенмәйем. Сөнки шул “Аҡтирмә” булмаһа, Башҡортостан Чечня кимәленә үк етмәһә лә, шуға яҡын хәлдә булыр ине, моғайын.
«Шоңҡар»ҙар. Тимәк, Белинскийҙың: “Бөгөнгө рус әҙәбиәте Гоголдән башлана”, тигәне кеүек, бөгөнгө беҙҙең милли хәрәкәттәр – Башҡорт йәштәре иттифағы, “Урал” башҡорт милли үҙәге һ.б. – барыһы ла “Аҡтирмә”нән сыҡҡан.
Рәшиҙә Солтанова. Тап шулай.
«Шоңҡар»ҙар. Әйтәйек, бер 20 йылдан милли хәрәкәткә бөтөнләй яңы кешеләр киләсәк, яңы исемдәр асыласаҡ, халыҡтың йолаһы буйынса, тарихты яңынан яҙасаҡ. Шунда милли хәрәкәттең башында тороусылар араһында Рәшиҙә Солтанованың исеме булмаһа, һеҙҙең күңелегеҙ рәнйейәсәкме?
Рәшиҙә Солтанова. Һис юҡ. Сөнки әле үк бындай хәл күҙәтелә. Бер нисә йыл элек Сенеж форумында ҡатнашырға тура килгәйне. Шунда милли хәрәкәттәр менән шөғөлләнгән кешеләр Рәсәйҙә милли хәрәкәттең башланғысы булып “Аҡтирмә” тора тип әйткәйне, “Уны кем асҡанын беләһегеҙме?” тип һорайым. Әлбиттә, Марат Ҡолшәрипов, Рәшит Шәкүр, тиҙәр. Ысынында иһә улар клубтың эше көйләнгәс кенә килде. Күптәр йөрөргә ҡурҡа ине. Ә мин алды-артыма ҡарамай эшләнем. Ниндәй ҡурҡыныс янағаны хаҡында уйлап та бирмәнем хатта. Саҡырған кешеләремдең етәксе менән кәңәшләшергә кәрәк тигән һүҙҙәренән генә аңлап ҡалдым ниндәй хәүефле эшкә тотонғанымды. Киске етенән төнгө ун икегә хәтлем йыйылыштар үткәрә инек. Иң мөһиме – бөтәһе лә бушлай эшләне. Ғүмер буйына бушлай эшләнем, тиһәм дә була, хәҙер ҙә шулай – Йәмәғәт палатаһында. Әммә мине бер ҙә үртәмәй был. Ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте филиалдарында ҙур-ҙур эштәр атҡарыла. Уныһына ла һуҡыр тин дә түләмәйҙәр. Әле бына ир-аттарҙың статусын күтәреү ниәте менән Баймаҡта атайҙар форумын ойошторҙоҡ.
«Шоңҡар»ҙар. Ә ниндәй ниәт менән тотондоғоҙ был эшкә?
Рәшиҙә Солтанова. Был өлкәлә эшләй башлағандан бирле “Ата-әсәлек даны” (“Родительская слава”) миҙалы өсөн көрәшәм. Ҡатын-ҡыҙ парламентарийҙарҙың форумында ҡатнашҡанда ошо турала сығыш яһағайным. Мәскәүҙә уны ҡабул иттеләр, йәғни минең хеҙмәтем бушҡа китмәне. Төрлө ирҙән бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарға миҙал таратҡансы, ата-әсәлек данын күтәрергә кәрәк, минеңсә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә ул әлегә юҡ. Гендер мәсьәләһендә ирҙәр нығыраҡ яҡлауға мохтаж. Һуңғы 50 йыл эсендә ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлау өсөн 400 тирәһе документ ҡабул ителгән, ә ирҙәр хаҡында бер һүҙ ҙә юҡ.
Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә һәр икенсе ҡатын-ҡыҙ кейәүҙә түгел: йә тол, йә айырылған, йә ирһеҙ бала тапҡан. 30 йәшкә тиклем ирҙәр менән ҡатындар бер кимәлдә ул, 35-тән һуң ирҙәрҙең һаны кәмей, ә 70 йәшкә уларҙың 20 проценты ғына барып етә. Шуға ла ирҙәрҙе һаҡларға кәрәк. Беҙҙең йәмғиәттең төп акцияһының береһе – “Ирҙәрҙе һаҡлағыҙ!” Машинамдың арт яғына ла шундай яһыу ҡуйып алғанмын әле (көлә). Нимәгә беҙҙең пенсия фондтары рәхәтләнә тиһегеҙ? Сөнки ир-аттың күбеһе пенсия йәшенә етә алмай, еткәндәре оҙаҡламай баҡыйлыҡҡа күсә. Ә уларҙың аҡсаһы ҡайҙа китә һуң? Ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе асыҡларға кәрәк.
«Шоңҡар»ҙар. Рәшиҙә Искәндәровна үҙен уңышлы ҡатын тип һанаймы икән?
Рәшиҙә Солтанова. Һәр хәлдә, Рауил Бикбаев әйтмешләй, минең күргәнде Рәсәй кимәлендә берәү ҙә күрмәгәндер. Был юлды үттем, үтәм, әле лә дауам итәм, туҡтарға йыйынмайым да.
Учалы районының төпкөл ауылында ғаиләлә 15-се бала булып донъяға тыуып, бер урыҫты ла күреп белмәйенсә Өфөгә килеп, 1965 йылда Комсомолдың обком ағзаһы булып, митингылар үткәрә инем. Ә карьера тип ынтылып йөрөгәнем булманы, ҡайҙа ғына эшләмәнем, барыһында ла үҙҙәре саҡырып, ҡай ваҡыт хатта минән дә һорамайынса, тәғәйенләп ҡуя торғайнылар. Бәлки, уңыш шунан ғибәрәттер ҙә.
Мәскәүҙә уҙғарылған бер йыйылышта В. Жириновский менән күп ҡатынлылыҡ хаҡында бәхәсләшергә тура килгәйне. “Үҙ ғүмеремдә беренсе аҡыллы ҡатынды күрәм”, – тигәйне ул. Был да үҙенә күрә баһа.
«Шоңҡар»ҙар. Һеҙ тыуған ваҡытта организмда тимер – аҙ, ә рухта күп булған, ахыры.
Рәшиҙә Солтанова. Йәшмә поясы (алтын пояс) үтә беҙҙең ауылдан. Урал йылғаһы һәм Европа менән Азия киҫешкән ерҙә урынлашҡан. Минең өйөм Азия яғынан ултыра. Ирәмәл үҙе ни тора! Быларҙың барыһының да йоғонтоһо булғандыр.
«Шоңҡар»ҙар. Ҡатын-ҡыҙға карьера буйынса уңышҡа өлгәшер өсөн нимәнәндер баш тартырға, нимәнелер ҡорбан итергә тура килә тигән стереотип менән килешәһегеҙме?
Рәшиҙә Солтанова. Әлбиттә. Бигерәк тә беҙҙең халыҡта ҡатын-ҡыҙҙың ир-аттан өҫтөнөрәк булыуы ҡабул ителмәй. Бындай осраҡта бик һирәк ғаиләләр генә ныҡлығын һаҡлап ҡалалыр ул. Миҫалға үҙемдең шәхси тормошомдо килтерә алам: Комсомол обкомында эшләй башлағас, миңә фатир биргәйнеләр, ордерҙа ғаилә башлығы тип Солтанова Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы күрһәтелгән. Иптәшем быны күтәрә алманы – нисек инде ҡатын – ғаилә башлығы? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минең менән эшләгән ҡыҙҙарҙың күпселеге яңғыҙ ҡалды. Беренсенән, беҙ, 1946-47 йылғылар, һуғыштан һуңғы быуын. Икенсенән, быға Һәҙиә Ҡаһарманова (Яҡупова) апайҙың “Беҙҙең йөрәк ғорур ҡаялай” тигән шиғыры ла булышлыҡ иткәндер. Һөйләйемме?
Урам буйлап ике егет килә,
Ишетелеп ҡала һүҙҙәре:
Башҡорт ҡыҙҙары бик матур ҙа ул
Үтә эре тота үҙҙәрен.
“Эре тота”. Инде нисә тапҡыр
Егеттәрҙән быны ишетәм.
Нишләйһең бит, бындай ғорурлыҡты
Әсә тәрбиәләй бишектән.
Сәнскеле һүҙ, үткер ҡараш беҙҙә,
Саҡырмайбыҙ, ситкә ҡыуабыҙ.
Эстән янһаҡ та беҙ, һиҙҙермәйбеҙ
Хур ҡыҙҙары кеүек уҙабыҙ.
Буйы етмәгәндәр, үрелмәгеҙ
Беҙҙең йөрәк ғорур ҡаялай.
Белегеҙ һеҙ, бейек ҡаяларға
Тик бөркөттәр генә оялай.
Беҙҙең йөрәк ғорур ҡаялай.
«Шоңҡар»ҙар. Рәшиҙә Искәндәровнаның йырға маһир икәне билдәле беҙгә. Һеҙҙән, моғайын, яҡшы актриса ла сығыр ине. Мәҫәлән, Тәңкәбикә образын уңышлы һынландырыр инегеҙ.
Рәшиҙә Солтанова. Эйе, минең актриса булырға теләгем ҙур ине. Әммә элек сәнғәт училищеһында 4 йылға бер генә ҡабул иттеләр. Мин мәктәпте тамамлаған йылда ҡабул итеү булманы. Шунан, халыҡ театры булған өсөн генә, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем. Республика ауылдарын ҡыҙырып гастролдәрҙә йөрөнөк. Ейәнсурала “Ҡыҙ урлау”ҙы ҡуйып, бер ҡыҙыбыҙҙы урлатып ҡайттыҡ, хатта.
Ә 1966 йылда, III курста уҡығанда, Илшат Йомағоловҡа: “Университетты ташлайым, сәнғәт буйынса уҡырға теләйем”, – тигәйнем, ул: “Туғаным, хәҙер театр заманы түгел, кино, телевидение өҫтөнлөк ала”, – тип ҡаршы төштө. Әммә уның өсөн ҡайғырмайым. Сөнки мин барыбер сәхнәләмен: ҡайҙа ғына сығыш яһаманым да, ниндәй генә кимәлдәге форумдарҙа ҡатнашырға насип булманы. Ә артислыҡ һәләттәре миңә эшемдә ярҙам ғына итә. Харизмалы булыу, сығыш яһай белеү күп нәмәгә өлгәшергә мөмкинлек бирә. Беҙҙең халыҡҡа был сифат етешмәй әлбиттә, шуға ла йәштәргә эсегеҙҙән ялҡын бөркөлөп, урғылып торһон, ташҡын булып, яурынығыҙҙы киреберәк йөрөгөҙ тип өйрәтәм. Һәм һәр ваҡыт етәксе кабинетына нисек инергә икәнен күрһәтәм.
Башҡорт ишекте ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына аса. Ингәс: “Унда милиция индермәй...” һәм башҡа кәрәкле-кәрәкмәгән һүҙ сурыта башлай. Ултыр, мин әйтәм, ултыр тәүҙә. Барып ултыра. Һәм, әлбиттә, мотлаҡ минең берәй әйбер йә эшләпә ятҡан ултырғысҡа. Артабан “ҡалай ҡартайып киткәнһең, апай” тиеберәк һүҙен дауам итә был. Шунан, инде хәҙер һорауыңды әйт, тим. Һорауын иғтибар менән тыңлайым да, хәҙер етәксе кабинетына нисек инергә кәрәклеген күрһәтәм тип, йәһүд булып ҡыланам.
Ғәҙәттә улар ҡаты ғына итеп шаҡыйҙар һәм шунда уҡ ишекте асып: “Һеҙгә мөмкинме? О-о, һаумыһығыҙ, Рәшиҙә Искәндәровна! Әллә барған һайын йәшәрәһегеҙ инде! Бүлмәгеҙ бигерәк йәмле! Ой, бөгөн һеҙгә эләгеүемә бик шатмын! Ултырырға рөхсәтме? Минең һорауымды тик һеҙ генә хәл итә алаһығыҙ тинеләр. Тәү сиратта ул миңә түгел, һеҙгә кәрәк һәм башҡалар тип дауам итә. Бына шундай айырма.
«Шоңҡар»ҙар. Тәңкәбикә роле тигәндән, әгәр Тәңкәбикә булһағыҙ, балағыҙҙы далаға ҡыуырға көсөгөҙ етер инеме һуң?
Рәшиҙә Солтанова. Йәмәғәт фәндәре академияһында уҡығанда “Үҙегеҙҙең улығыҙҙы һуғышҡа ебәрер инегеҙме?” тигән һорау биргәйнеләр. Ул ваҡытта Чечняла һуғыш бара ине. Эйе, тинем, ә нисек башҡаса? Әгәр Ватан саҡыра икән, ул барырға тейеш. Бына шундай яуап.
«Шоңҡар»ҙар. Улығыҙ армияла хеҙмәт иттеме?
Рәшиҙә Солтанова. Әлбиттә. Улым Илдар Ҡазан суворов училищеһында уҡыны һәм “блат” буйынса хеҙмәт итмәйем тип, Алыҫ Көнсығышҡа, Сахалинға юлланды. Авиация институтын тамамланы. Әле ғаиләһе менән Мәскәүҙә тора. Унда ҡалыуының да сәбәбе бар: комбриг Муса Мортазиндың һәм уның яҡындарының (4 балаһы, ҡустыһы) ҡәберен тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөнә алды.
«Шоңҡар»ҙар. Бәләкәй сағында Илдарҙы ҡосаҡлап, башынан һыйпап, иркәләп ултырырға ваҡытығыҙ булдымы?
Рәшиҙә Солтанова. Һирәк. Күберәк телефон аша тәрбиәләргә тура килде, үҙ аллы үҫкәнгә, асҡыс гел муйынында йөрөнө. Бер ваҡыт өйҙә нимәнелер онотоп ҡалдырғанмын да, эштән йүгереп ҡайтһам, урамда уйнап йөрөп ята был, өҫтө бысранып бөткән. Ғәҙәттә, балалар баҡсаһына юл аша сығарам да, артабан үҙе китә торғайны. Был юлы бармаған...
«Шоңҡар»ҙар. Ҡараңғы оҙон төндәрҙә шул малайҙың яңғыҙ үткән бала сағын иҫләп күңелегеҙ әрнемәйме?
Рәшиҙә Солтанова. Әрней. Шуға ла хәҙер ғәйебемде ҡапларға тырышам. Киләсәктә улымдың балаларына бағышлармын тип уйлайым үҙемде. Әле ейәнем үҫә, икенсегә бәпес алып ҡайтырға торалар, Аллаһы бойорһа.
«Шоңҡар»ҙар. Үҙегеҙҙең бала сағығыҙҙан нимәләр иҫегеҙҙә?
Рәшиҙә Солтанова. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең бала саҡ булманы ул. Минең атай 23 йәшендә генә волисполком председателе итеп тәғәйенләнә. Волостарҙы бөтөргәс, уны Свердловскийҙағы Урал-Ҡаҙағстан сәнәғәт академияһына уҡырға ебәрәләр. Ә 1937 йылда, өсөнсө курста уҡыған сағында, комбриг Муса Мортазиндың кейәүе булған өсөн, академиянан ҡыуалар. Унан ауылға ҡайтып, колхоз председателе йөгөн тарта. Ә 1948 йылда (мин тыуғас) сельсовет ҡыйығы тишелеп, документтарға һыу үтә башлай. Ҡыйыҡ ябырға тигән материалды атайым 3 тоҡ игенгә алмаштырып ала. Бының өсөн үҙенең дуҫ тип һанап йөрөгән кешеләре уны 10 йылға төрмәгә оҙаттыра. Шуға ла мин хәҙер “Абдрахман” йырын тыныс ҡына тыңлай алмайым.
Һәм ул үҙе колхоз рәйесе булған ваҡытта төрмәгә ултырған кешеләр (бурҙар һ.б.) менән бер камераға эләгә. Бер аҙнанан уны Белорет төрмәһендә туҡмап үлтерәләр. Шулай итеп, әсәйем 5 бала менән тороп ҡала. Шунан һуң булған мөлкәтте тартып алалар. Ярлылыҡтың сигендә йәшәнек, тиһәң дә була. Хатта мәктәпте тамамлау кисәһенә күршенең тапочкаһын һорап кейеп барҙым.
«Шоңҡар»ҙар. Яҡты хәтирәләр ҙә булғандыр бит?
Рәшиҙә Солтанова. Ниндәй яҡты?! Һыҙаты ла булманы. Инәйемдең бер көн займ алып ҡайтып: “Коммунизм килгәс, кире ҡайтарырһығыҙ тип бирҙеләр, ҡасан етә һуң ул коммунизм?” – тип илап ултырғаны хәтерҙә ҡалған. Һәм шул саҡта мин ҡасан икмәк була, шунда коммунизм етә тип уйлағайным. Бына шундай бала саҡ. Шуға күрә быларҙы бөгөн компенсациялайым: көн һайын бер үк кофтала йөрөй алмайым, мәҫәлән. Көн дә кейем алмаштырырға тейешмен.
«Шоңҡар»ҙар. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе, халыҡ менән күп аралашҡан кеше булараҡ һеҙгә шундай һорау бирге килә: ни өсөн бөгөн айырылышыуҙар күп һәм уның сәбәбе ниҙә икән?
Рәшиҙә Солтанова. Беренсенән, һәр икенсе ғаилә айырылыша тигән статистика дөрөҫ түгел. Дөйөм ғаиләләрҙең һанын алып тикшерергә кәрәк. Юғиһә, йылына нисә кеше өйләнгән, нисәһе айырылғанын һанайҙар ҙа, шунан дөрөҫ статистика сыҡмай. Әгәр дөйөм алып һанағанда, бөтә ғаиләләрҙең 20 процент тирәһе тарҡала. Быйылғы өйләнешкәндәргә, мәҫәлән, 50-60 йәшлектәрҙең айырылышыуының ниндәй ҡыҫылышы бар һуң? Фатир бүлешеү һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында фиктив айырылышыуҙар күп.
Был мәсьәлә буйынса психотерапевтарҙың хеҙмәте менән файҙаланам. Мәҫәлән, 56 көн комала булған, Афған һуғышында ҡатнашҡан Регина исемле ҡатын менән бәйләнеш тотабыҙ. Уның әйтеүенсә, айырылышыуҙарҙың төп сәбәптәренең береһе – көнләшеү. Ә был – иң ҙур гонаһ. “Һабын түгел бит ул, бөтмәй, ниңә уны ҡыҙғанырға, – ти Регина. – Һис юғында ғәфү итергә була. Ниңә трагедия яһарға?” Шулай уҡ төп сәбәптәрҙең береһе – эскелек.
Был йәһәттән беҙҙә ата-әсәнән килгән тәрбиә, мәктәптә ғаилә дәрестәре юҡ. Балаларҙы тормошта бер кәрәге лә булмаған ниндәй генә предметтарға өйрәтмәйбеҙ, ә атай, әсәй, ҡатын, ир була белеү, төрлө ситуацияларҙа үҙеңде нисек тотоу хаҡында ләм-мим.
«Шоңҡар»ҙар. Тәүәккәллегегеҙ, телегеҙҙең әселеге өсөн үкенгән саҡтарығыҙ буламы?
Рәшиҙә Солтанова. Юҡ, сөнки мин күңелемдәген әйтмәһәм, йоҡлай алмайым.
«Шоңҡар»ҙар. Ә уйламайса әйтеп, һуңынан тағы йоҡлай алмауығыҙ мөмкинме?
Рәшиҙә Солтанова. Һирәк. Әммә кешене хаҡһыҙ рәнйетһәм, төрлө ысулдар табып, ғәфү үтенәм. Сөнки был тағы ла ауырыраҡ бирелә.
«Шоңҡар»ҙар. Күпте күргән, ҡатмарлы юл үткән шәхесһегеҙ. Мемуар яҙасаҡһығыҙмы?
Рәшиҙә Солтанова. Бер өс йыл тирәһе элек компьютерға ултырып, датаһын ҡуйып, “Ошо көндән мемуар яҙа башлайым. Бөтә мемуаристар ял итә!” – тип яҙып ҡуйғанмын. Әле лә шул килеш тора. Башы бар (көлә). Яҙырға кәрәк, әлбиттә. Сөнки ғүмеремдә Мостай Кәрим, Зәкәриә Шәрәфетдинович, Фәриҙә Ҡудашева, Заһир Исмәғилев кеүек бөйөк шәхестәр менән аралашырға, бергә эшләргә тура килде. Улар тураһында яҙмауҙы гонаһҡа тиңләр инем.
Мостай ағайҙың һуңғы көндәренә тиклем бергә булдым мин. Үлер алдынан ул: “Рәшиҙә, минең дуҫтар бөттө инде, берҙән-бер дуҫым һин генә ҡалдың”, – тигәйне. Һуңғы йылдарҙа ул күберәк дүрт юллыҡтар яҙҙы. Яҙа ла, Рәшиҙә, тыңла әле, тип миңә шылтырата.
«Шоңҡар»ҙар. Берәй шиғырын яттан иҫләйһегеҙме?
Рәшиҙә Солтанова. Кемдәр егерме бишкә етмәй,
Таҡташ, Туҡай, Бабич булғандар,
85-тә мин тик Мостай ғына,
Ни эшләргә инде, туғандар?
***
Көндән-көнгә һүнә барам, һүнә барам,
Үкенескә ҡаршы, һүнеүемә күнә барам, күнә барам...
***
Бер көн шылтыратып: “Һиңә бер шиғыр ҙа бағышлағаным юҡ, быныһын һиңә бағышлайым әле”, – тип уҡып күрһәтте:
Бәхиллек һора тарихтан,
Ҡанлы быуатым,
Бәхил бул, ярлыҡа беҙҙе,
Данлы быуатым!
Шайтан ҡотортһа, һин шашып,
Күкте түңкәрҙең.
Тәңре ҡушһа, һин әҙәмде
Күккә күтәрҙең.
Изге лә һин, яуыз да һин,
Бына ни саҡлы:
Үҙең гонаһҡа батҡанһың,
Үҙең сауаплы.
Һин - минеке, мин - һинеке,
Ике һыңар беҙ.
Икебеҙ ҙә шыр яланғас,
Икебеҙ ҙә дер.
Һиңә үпкәм юҡ минең,
Үҙемә юҡ зарым.
Үҙем менән алам барын,
Ҡалдырам барын.
Быуат менән хушлашыуын ошо шиғыр юлдарына һалды ул.
«Шоңҡар»ҙар. Ә бында бит холҡоғоҙға, эшмәкәрлегегеҙгә тап килгән мәғәнә лә бар.
Рәшиҙә Солтанова. Барҙыр инде.
«Шоңҡар»ҙар. Мостай ағай тураһында һүҙ сыҡҡанда, ул үлгәндән һуң уның дуҫтары бермә-бер артты түгелме һуң?
Рәшиҙә Солтанова (был һорауға яуап итеп Мостай Кәримдең шиғыр юлдарын ғына килтереүҙе хуп күрҙе әңгәмәсебеҙ).
Текләп тороп миңә баға ла,
Һаумы, дуҫ, ти, күҙле бағана.
«Шоңҡар»ҙар. Дуҫлыҡ тураһында һүҙ сыҡҡас, шундай һорау: тимәк, ир менән ҡатын араһында дуҫлыҡ булмай тигәнде һеҙ инҡар итәһегеҙ?
Рәшиҙә Солтанова. Инҡар итәм, сөнки минең иң һәйбәт дуҫтарым – Вәзир Мостафин, Денис Бүләков һәм Мостай Кәрим булды. Ысын дуҫтар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өсәүһе лә (тәүге икәүһе бик иртә) үлде инде. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ундай дуҫтарым юҡ.
Әйткәндәй, Мостай ағай бер ваҡыт миңә: “Рәшиҙә, мин киткәс тел сарлаусылар күп булыр, яҙып китәйем әле, кешеләргә уҡытырһың”, – тип, “Моей нежнейшей сестре, надежному другу, которая из маленьких радостей умеет создавать большое счастье”, – тигән һүҙҙәрен бер китабына яҙып ҡалдырҙы. Бәлки, теләһә ниндәй һүҙҙәр йөрөгәндер. Ул шуны ишетеп борсолғандыр, күрәһең.
«Шоңҡар»ҙар. Ә гүзәл зат араһында шундай тоғро дуҫлыҡ булыуға нимә ҡамасаулай тип уйлайһығыҙ?
Рәшиҙә Солтанова. Көнсөллөк. Иң һәйбәт ҡәйнәнән дә ҡандала еҫе сыға тиҙәр бит, шуның кеүек, иң һәйбәт әхирәттең дә хыянат итеүе бар. Үҙемдә кисергәнем бар быны: әхирәттәрем миңә ҡаршы ялыу яҙып маташты ваҡытында. Асыҡ кешемен, барыһын да һөйләп барам. Шуға был йәһәттән ғәйеп тә үҙемдәлер, әммә мине үҙгәртеп булмай.
Бер заман союзда “Үҙең күтәрелгәнһең икән, әхирәтеңә ярҙам ит!” тигән акция ла булдырғайныҡ. Әммә беҙҙә уның ҡапма-ҡаршыһы – “Үҙең күтәрелгәнһең икән, әхирәтеңде батыр” тигәне нығыраҡ эшләй, ахыры.
«Шоңҡар»ҙар. Йәштәр бөгөн күпләп дин юлына баҫа. Ошо күренешкә һеҙҙең ҡарашығыҙ?
Рәшиҙә Солтанова. Ыңғай ҡараштамын. Сөнки әхлаҡтың яңырыуын тик иманда ғына күрәм. Мәскәүҙә лә, мәҫәлән, эскеселәрҙе тик дин юлына баҫтырып ҡына асылдарына ҡайтаралар. Үҙем дә бына ун йыллап ураҙа тотам, тик намаҙға баҫырға әлегә әҙер түгелмен. Йыл һайын ятаҡҡа барып ауыҙ астырам. Үҙебеҙҙең йәмғиәт эргәһендә теләүселәр өсөн ғәрәп теле, намаҙ уҡырға өйрәнеү буйынса курс асырға тигән ниәтем дә бар.
«Шоңҡар»ҙар. Дин юлына баҫабыҙ тип ҡайһы берәүҙәр секталар тоҙағына ла эләгә. Ошо йүнәлештә халыҡты яҡлау, йәки эләккәндәрен унан сығарыу йәһәтенән дәүләт кимәлендә эш алып барыламы икән?
Рәшиҙә Солтанова. Ысынлап та, был күренеш республикабыҙҙа ныҡлап тамыр йәйә бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә уның буйынса закондар сығарылмаған. Ундай ойошмалар бит психологик, хәйриә үҙәге, йәки башҡа төрлө исем аҫтында эш итә. Дин менән дә ҡапланалар. Һәм ғәҙәттә кешене ауыр, ҡайғылы сағында үҙҙәренә ылыҡтыралар. Беҙҙә психологик үҙәктәр, психоаналитиктар юҡ кимәлендә, булһа ла, уларға мөрәжәғәт итеп бармайбыҙ. Шуға ла бының өсөн иң беренсе ата-әсә яуаплы тип уйлайым. Балаһының ҡайҙа йөрөгәнен белергә, ҡыланыштарын, уҡыған китаптарын иғтибарға алырға тейештер. Ә иң мөһиме – ышаныслы мөнәсәбәттә булыу. Әгәр был яман тоҙаҡҡа эләккән икән, уны башта уҡ йолоп ҡалыу хәстәрлеген күрергә кәрәк, сөнки һуңынан унан сығарыуы бик ауыр. Был һорау менән үҙемә әллә күпме мөрәжәғәттәр булды, прокурорҙарҙы йәлеп итеп эш алып барҙыҡ, ләкин файҙаһыҙ. Беҙҙең башҡортта араҡыға иммунитет булмаған кеүек, секталарға ла иммунитетыбыҙ юҡ, тиҙ ышанып барабыҙ. Шуға ла тәү сиратта үҙебеҙгә һаҡланырға кәрәк.
«Шоңҡар»ҙар. Балалар йортонан патронатҡа бала алыу күренешенә мөнәсәбәтегеҙ?
Рәшиҙә Солтанова. Дөйөм алғанда, бик сауаплы эш, сөнки тап ана шул етем балаларҙы алып тәрбиәләһендәр өсөн, Аллаһы Тәғәлә ҡайһы бер ғаиләләргә бала бирмәй икән. Әммә ата-әсәле “етем”дәрҙе алыуға ҡырҡа ҡаршымын.
«Шоңҡар»ҙар. Тормошоғоҙҙа иң мөһиме нимә?
Рәшиҙә Солтанова. Үҙ-үҙең алдында таҙа булыу. Бар йәһәттән үҙең менән ҡәнәғәт ҡалыу, эшләп өлгөрөү.
«Шоңҡар»ҙар. Ә принциптарығыҙға хыянат иткәнегеҙ булдымы?
Рәшиҙә Солтанова. Юҡ, сөнки яуапһыҙлылыҡты яратмайым.
«Шоңҡар»ҙар. Ялдарығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?
Рәшиҙә Солтанова. Чиновник булып эшләгән ваҡыттарҙа ял һирәк эләгә торғайны, ә хәҙер ҡайҙа теләйем, шунда барам: теләһәм диңгеҙгә, теләйем икән – шифаханаға. Был йәһәттән бик мобиль кешемен. Фитнес менән шөғөлләнәм – ул үҙе бер ял минең өсөн. Боулинг уйнарға йөрөйөм. Тау саңғыһында шыуырға яратам. Интернетта эрудит уйынын уйнайым. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең йәш саҡта нимә булманы – барыһын да ҡыуып етергә тырышам.
«Шоңҡар»ҙар. Барыһын да ҡыуып етергә тырышам тиһегеҙ, ә мөхәббәт..?
Рәшиҙә Солтанова. Ә ул мине урап үткәндер тип уйлайым. Сөнки кемделер үлеп яратҡанымды хәтерләмәйем. Учалынан бер дуҫым гел генә: “Мөхәббәт тип маңҡағыҙҙы ағыҙып йөрөмәгеҙ!” – ти торғайны. Шуның кеүек, мөхәббәт тип маңҡа ағыҙып йөрөгәнем булманы. Һәм китаптарҙа һүрәтләнгән кеүек оло мөхәббәттең барлығына шикләнеп тә ҡуям. Бөтә кеше лә ул тойғоно бер төрлө кисермәй бит. Үтә хислеләр бар, һалҡын ҡанлылар... Берәйһенә ярҙам итһәм, нығыраҡ ҡәнәғәтлек кисерәм.
«Шоңҡар»ҙар. Хәҙер осратһағыҙ, ҡабул итер инегеҙме?
Рәшиҙә Солтанова. Арттан йөрөүселәр, күҙ һирпеүселәр булманы түгел булды. 30 йыл тирәһе үткәндән һуң, класташтарым: “Беҙ һинән ҡурҡа торғайныҡ”, - тип әйтеп һалдылар. Ниңә? Белмәйем. Хәҙер ҙә ҡурҡалар. Бәләкәй саҡта инәйем: “Мортазиндың дурной ҡаны һиндә генә!” тип ороша торғайны. Бәлки, шуғалыр.
«Шоңҡар»ҙар. Ә йомшаҡ ҡына, ярҙамһыҙ ғына булып, кемдеңдер ҡуйынына һыйынып ҡына ятырға теләгегеҙ юҡмы?
Рәшиҙә Солтанова. Ундайҙар юҡтыр ул. Минең бер әхирәтем Рәшиҙә кеүек хужабикәне күргәнегеҙ юҡ, тип һөйләй башлаһам, ышанмайҙар, ти. Ул бешерә беләме ни ул, тип аптырайҙар икән, баҡһаң. Ысынлап та, мин көндәр буйы кухняла, плита артында тора ла, 5-10 минут эсендә төрлө кимәлдәге ризыҡты әҙерләй ҙә алам. Ләкин шуны аңларға теләгән кешенең барлығына шикләнәм.
«Шоңҡар»ҙар. Бүләк алырға яратаһығыҙмы?
Рәшиҙә Солтанова. Бүләк алыуға ҡарағанда, биреүҙән нығыраҡ ҡыуаныс кисерәм. Һәр бүләкте йыйып барһам, ҙур бер склад йыйылыр ине. Шуға ла мин уларҙы кем был әйберҙәргә нығыраҡ мохтаж, шуларға таратам. Бер-береңә ярҙам итеүҙә лә шулай уҡ: күпме яҡшылыҡ ҡылаһың, шунса уҡ, хатта артып үҙеңә кире әйләнеп ҡайта.
«Шоңҡар»ҙар. Рәшиҙә Искәндәровна, саҡырыуыбыҙҙы ҡабул итеп беҙгә килгәнегеҙ, күҙҙәребеҙҙә осҡондар ҡабыҙғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең иҫ киткес ҡатын икәнегеҙгә тағы бер мәртәбә инандыҡ. Журнал уҡыусыларға теләктәрегеҙ булһа, рәхим итегеҙ.
Рәшиҙә Солтанова. Шөкөр ҡылып, юҡ тип түгел, бар, була тип, оптимистик рухта, ыңғай уйҙар менән йәшәргә кәрәк. Сөнки нимә уйлайһың, ғәҙәттә шул тормошҡа аша. Юҡҡа ғына йәһүдтәр балаларын “һин иң аҡыллыһы, иң уңғаны, иң матуры” тип тәрбиәләмәй. Балаға ҡанат ҡуйырға, уны үҫтерергә кәрәк. Ә беҙ, киреһенсә, һындырабыҙ, түбәнһетәбеҙ, лидерлығын юҡҡа сығарабыҙ. Бығауҙарҙан ысҡынып, турайырға күптән ваҡыт.

“Самауыр” артындағы әңгәмәне

Ләйсән ШӘРИПОВА ҡағыҙға теркәне.

Рәшиҙәгә
Ҡояш ҡыҙы тиһәм, яңылышмамын,
Күпме кеше тоя йылыңды.
Ә изгелек ерҙә ятып ҡалмай,
Яҡтыртыр ул барыр юлыңды.
Һыуһағанға һыуҙар һин бирәһең,
Өмөт бирәң һуңғы минутта.
Ҡыҫҡаһы: һин бит изге бер йән:
Дауыл, ташҡын, ләйсән һәм ут та!
(З. Фәттәхова).
Лирик сигенеү
Рәшиҙә Искәндәровна үҙенең тыуып үҫкән ерлегенә хас һөйләштә, әммә дөйөм менталитетыбыҙҙы билдәләүсе бер хәл һөйләп, әңгәмәне баштан уҡ йәнләндереп ебәрҙе:
Ниндәйҙер етәксегә ауылдан бер ҡустыһы килә. Етәксе һорай:
- Ҡустым, белемең бармы?
- Пе-ед.
- Пединститутмы?
- Пед.курс.
- Берәй ерҙә уҡыйһыңмы?
- Я-яҡ.
- Ниңә уҡымайһың һуң?
- Ти-ик.
- Уҡырға кәрәк, ҡустым, уҡырға.
- Ҡа-ай.
Ошо ҡыҫҡа ғына диалогта ла беҙҙең менталитет ярылып ята. Булмышыбыҙҙы биләгән шул вайымһыҙлыҡтан ҡотолорға ине лә бит, ҡырҡып йә соҡоп ҡына ташлап булмай шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.