Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Үҙгәрермен, йә нимәлер мине үҙгәртер…

Геройыбыҙ менән аралашҡан, хеҙмәттәшлек иткән, дуҫлашҡан кешеләр уның һәр эшкә етди ҡарауын, ыңғай көйләнеш биреүен, яңылыҡтан, эксперименттан ҡурҡмауын билдәләй. Уның ижади тормошо төрлө яҡлы һәм бай. Бөгөнгө “Самауыр”ҙа ҡунаҡта – Башҡорт эстрадаһында үҙенең икмәген намыҫлы эшләп алған (һәм шуның өсөн генә лә айырым ихтирамға лайыҡ) йырсы, ҡурайсы, алып барыусы, ҡыҫҡаһы, берәүҙе лә битараф ҡалдырмаған үҙенсәлекле шәхес – М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры актеры – Сәғиҙулла Байегет.

Геройыбыҙ менән аралашҡан, хеҙмәттәшлек иткән, дуҫлашҡан кешеләр уның һәр эшкә етди ҡарауын, ыңғай көйләнеш биреүен, яңылыҡтан, эксперименттан ҡурҡмауын билдәләй. Уның ижади тормошо төрлө яҡлы һәм бай. Бөгөнгө “Самауыр”ҙа ҡунаҡта – Башҡорт эстрадаһында үҙенең икмәген намыҫлы эшләп алған (һәм шуның өсөн генә лә айырым ихтирамға лайыҡ) йырсы, ҡурайсы, алып барыусы, ҡыҫҡаһы, берәүҙе лә битараф ҡалдырмаған үҙенсәлекле шәхес – М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры актеры – Сәғиҙулла Байегет.


“Шоңҡар”ҙар. Сәғиҙулла кем ул: ваҡыты менән йырлап йөрөүсе актермы, әллә ваҡыты менән театрҙа уйнап йөрөргә мәжбүр булған йырсымы?
Сәғиҙулла. Әллә инде. Икеһе лә бер тигеҙ минең өсөн. Эшләй башлағас та һайлау ҡуйғайнылар инде – йә театр, йә эстрада тип. Уйлармын тинем дә, әле һаман уйлап йөрөйөм (көлә). Театрға был сәнғәт төрөнөң асылын татып ҡарау теләге алып килгәйне. Йәшерен-батырыны юҡ, баштараҡ аҡһай инем, үҙемде хатта зәғиф итеп тойҙом, ир булыуыма ҡарамаҫтан, ятып иларҙай сиккә еткән саҡтар ҙа булды. Бер ете-һигеҙ йыл тирәһе театрҙа эшләүе, үҙ итеүе, ғөмүмән театр сәнғәте ауыр бирелде. Был йәһәттән ҡай берәүҙәр төрттөрә лә торғайны. Әммә атҡарып сығам тигән ышаныс көслө булды, бер башлаған эште аҙағына тиклем алып барып еткерергә тырышам. Театрҙа хеҙмәт итеүемә хәҙер ун биш йыл булып китте, күнегелде лә инде. Бөгөнгө көндә театр сәнғәтен йөҙ процентҡа беләм тип әйтә алмайым, шулай ҙа алға китеш бар. Драма актеры булып киттем тип әйтергә лә телем әйләнмәй, ә бына комедия ролдәрен килтереп сығара алам. Ҡайһы ваҡыт режиссер күрмәгәнде лә күреп ҡуяһың.
Ғөмүмән, театр – ижад булһа, ғаиләне тәьмин итерлек күберәк килемде эстрада алып килә. Әлбиттә, йыр сәнғәте шулай уҡ күберәк сығымдар ҙа талап итә. Әммә йыр, ҡурай, бейеү менән сәхнәлә ләззәт кисерәм, нисек бармын, шулай сығыш яһайым.
“Шоңҡар”ҙар. Эстрада күберәк килем килтергәс, ниңә театрҙа эшләргә?
Сәғиҙулла. Кешегә барыбер тотороҡло бер эш урыны кәрәк. Дәүләт ҡарамағында булыуың, бер яҡтан, ниндәйҙер ҡыйыҡ һымаҡ та, бер ярҙам итмәһә лә, бер ярҙам итеүе ихтимал. Икенсенән, театрҙың исеме ҙур, лайыҡлы эш урыны. Ижади кимәлем үтә юғары булмаһа ла, театрға кәрәкмендер тип уйлайым. Һәр хәлдә директор булһам, үҙем кеүек кешеләрҙе эштән ебәрергә ашыҡмаҫ инем. Сөнки фатиры бар, исеме бар, кәрәк саҡта сығып йырлап халыҡтың күңелен күтәрә ала. Шуларҙы иҫәпкә алғанда ла, файҙа килтерә. Эшкә аҙыраҡ һуңлап йөрөһә лә… (көлә). Өсөнсөнән, театрҙан китһәм, филармонияла эшләргә тейеш булам. Ә унда, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, күңел тартмай.
Ҡыҫҡаһы, бер яҡтан мәжбүри булһа, икенсе яҡтан эстрада менән театрҙы айырып ҡарауы ауыр минең өсөн.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙҙең өсөн “Бер актерҙың театры” (театр одного актера) тип аталған моно-спектакль ҡуйылыуын теләр инегеҙме?
Сәғиҙулла. Булды һәм бар ундай уйҙар. Хәҙер донъя бик ҡыҙыҡ бит. Заманында Ғайса пәйғәмбәр тыуған, аҙаҡ Ислам дине барлыҡҡа килгән. Бөгөнгө көндә кешелек тағы ла бер күсмә осор кисерә. Әле мин Л. Хей, М. Норбеков кеүек авторҙарҙың психологияға бәйле шундайыраҡ китаптарын уҡыйым, уларҙың системаһы буйынса көн дә күнекмәләр эшләйем. Нисәлә тороуға ҡарамаҫтан, иртән һәм ятыр алдынан уҡый торған доғаларым бар. Мейе аҫты ҡатламдары менән ҡыҙыҡһынам. Әлбиттә, ундай нәмә менән үтә мауыҡһаң, ҡыйыҡ китеүе лә ихтимал. Шуға ла үҙеңде контролдә тотоп ҡына эш итергә кәрәк. Был, ғөмүмән, өйрәнелмәгән өлкә, уның ярҙамында тауҙар аҡтарырға була, кешеләр хатта яман шештән ҡотола.
Бының менән нимә әйтергә теләйем: ошондай моно-спектакль аша кешегә юл күрһәтергә, йүнәлеш бирергә була. Сөнки кеше хәҙер төшөнкөлөккә бирелгән, ышанысын юғалтҡан. Магазиндарҙа йәнең теләгән әйбер бар, әммә кешенең күңелендә нимәлер етмәгән һымаҡ. Ошондай спектаклдә үҙеңде, кешеләрҙе яратыуҙы, кисерә белеүҙе һ.б. күрһәтеп, халыҡты арбарға булалыр тип уйлайым. Сөнки күптәр үҙ күңеленә юл табырға теләй, ләкин асҡыс ярата алмай. Спектаклдә кисергән тойғолар китап уҡығанда алған тәьҫораттарҙан айырыла. Ләкин уны нисек ҡуйырға? Режиссер һәм драма авторы кәрәк.
“Шоңҡар”ҙар. Психология менән мауығырға нимә этәргес булды?
Сәғиҙулла. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, нимә этәргес бирергә мөмкин?..(көлә). (Етдиләнеп). Был юлға баҫыуыма 2004-2005 йылдағы ваҡиғалар сәбәпсе булды. “Өс егет”те әҙерләп, театрға ла, эстрадаға ла өлгөрәйем тип йөрөгән ваҡытҡа тура килде ул. Өйләнеүгә лә күп ваҡыт үтмәгәйне, буйҙаҡлыҡ менән хушлашыу ҙа ауырыраҡ булғандыр инде. Концерттан һуң дискотекалар үткәрә торғайныҡ, йәшермәйем, араҡыһын да эстек, шунлыҡтан йыш ҡына йоҡо туймай ине. Хәҙер аңлайым: организм һәр бер стрестан үҙенең көсө менән еңеп сыға килгән дә, хәлдән тайған, күрәһең. Бер көндө, гастролгә китеп барғанда, юлда ҡапыл ауырый башланым. Дөрөҫөн генә әйтәм, унан алда бер нисә көн байрам иткәйнек. Бер аҙна тирәһе оло ярау, аппетит булманы, ашай ҙа, эсә лә алманым. Һурыҡҡандан һурыға барып, бер йәй эсендә 10 кг ауырлыҡты юғалттым. Бер-бер артлы әле ашҡаҙан, әле ҡолаҡ менән дауаханала ятырға тура килде. Тормошома башҡаса бағыуҙың нигеҙе тап шунда һалынғандыр.
Бер ҡолағымдан 12 көн буйы туҡтауһыҙ эрен аҡты. Шул ваҡыт Гөлдәр Ишҡыуатованың “Сәғиҙулла, ныҡ ҡыйын булһа, әсәйеңде иҫкә ал” тигән һүҙҙәре иҫкә төштө. Һаман туҡтамағас, күҙҙе йомоп, әсәйҙән ярҙам һораным. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, иртәгеһенә эрен тымды. Сыҡҡас, ҡәйнәмдән дебеттән кәпәс бәйләтеп алдым, яҙға тиклем шулай һыуыҡтан һаҡландым.
Мәскәүгә сессияға барғанда шул кәпәсте “модалырағына” алыштырғайным, тағы баш ауырта башланы. Апатияға бирелдем. Нимә эшләргә белеп булмай, Хоҙай үҙенә алһа йә алып ҡуймай, тип аптыранып йөрөгәндә бер апайҙың “Обливайся, поможет” тигән һүҙҙәре хәтергә төштө. Дауаханала ятҡанда янымдан үтеп барышлай ғына әйткәйне ул был һүҙҙәрҙе, хәҙер йөҙөн дә хәтерләмәйем инде. Кис көнө бер тас һыуҙы бүлмәгә әҙерләп ултыртып ҡуйҙым да, таң менән ваннаға барып баш аша түңкәрҙем. Шулай 5 көн ҡабатланды. Алтынсы көнгә кәйеф күтәрелде, урамда ҡыҙҙар оҡшай башланы. Һыҙлау бөттө. Шунан һуң М. Норбековты ҡулға төшөрҙөм, Луиза Хейҙың китаптарын уҡыным. Тәүҙә күнекмәләр эшләнем, яйлап-яйлап визуализация, медитация серҙәренә төшөндөм. Уйҙарҙың нисек тормошҡа ашҡанын һәм уларҙың нисек ярҙам иткәнен аңланым.
Бер нәмәгә инандым: тәртип тигән әйбер бар. Шул тәртип боҙолһа, организмда хаос башлана. Мәҫәлән, минең ҡолаҡ ауырыуым бауырҙан башланып китте, эске ағзалар бер-береһенә бәйле, баҡһаң. Береһен дауалаһаң, икенсеһе мотлаҡ һауығасаҡ.
Медитация ваҡытында, ағзаларың менән һөйләшкәндә, үҙеңә күберәк позитив энергия бирһәң, мейе үҙенән-үҙе эшмәкәрлеген ыңғай яҡҡа бора. Сөнки мейенең йыһан менән бәйләнештә булыуын тикшереүселәр иҫбатлаған да инде. Ниндәй генә уйҙар уйлама, барыһы ла йыһанға бара һәм һиңә кире әйләнеп ҡайта. Негатив менән ауырыуҙарҙы дауалап булмай. Позитив уйҙар һәм мөхәббәт иммунитетты нығыта, көс бирә. Шулай итеп, ошо китаптар ярҙамында яйлап-яйлап тәнгә йән ингәндәй булды, йәйгә тиклем өс-дүрт килограмм йыйҙым. Бөгөнгө көндә үҙемде һау-сәләмәт, балаларыма ризыҡ табырлыҡ атай тип әйтә алам.
Һеҙгә лә һорау бирәйем әле. Ауыртыу дошманмы, әллә дуҫмы?
“Шоңҡар”ҙар. Дуҫтыр. Сөнки дуҫ ҡына, нисек кенә ауыр булмаһын, һиңә яҡшылыҡ теләгәндән, тураһын әйтә. Ауыртыу аша организм сигнал бирә, иҫкәртә, тимәк.
Сәғиҙулла. Эйе, ысынлап та шулай. Күп кешеләр ауыртыуҙы дошман тип ҡабул итә. Дарыу эсә башлай. Дарыу бит ул ваҡытлыса баҫа ғына. Тура дарыуханаға йүгерергә кәрәкмәй. Шундай ауырыуҙар бар: кеше ауыртыуҙы һиҙмәй. Әгәр берәй ағза ауырта икән, һин уға рәхмәт кенә әйтергә тейешһең. Иғтибарығыҙҙы ауыртҡан ерегеҙгә йүнәлтеп ҡараһағыҙ, ул хатта нығыраҡ һыҙлап киткән һымаҡ була. Һәм һин көн дә организмың менән яратып һөйләшһәң, ыңғай тойғолар ебәрһәң, уй барыһын да тәртипкә килтерә башлай.
“Шоңҡар”ҙар (С. Байегеттең һорауға яуап биргәндә күҙен йомоп һөйләүенә иғтибар итеп). Һеҙ ни өсөн күҙегеҙҙе йомоп һөйләйһегеҙ?
Сәғиҙулла. Сөнки фекерҙе туплауы еңелерәк, көмбәҙ асылған һымаҡ. Һорауға яуапты ситкә китмәйенсәрәк бирергә ярҙам итә. Сәхнәлә лә шулай: күҙҙе йомһаң, онотолаһың, тулыһынса иркенлек тояһың. Кешенең тәбиғәтенә хастыр инде ул, бигерәк тә халыҡ йырҙарын башҡарғанда күҙҙе йоммайынса йырлай алмайым.
“Шоңҡар”ҙар. Сәхнәгә сығыр алдынан мотлаҡ үтәй торған ниндәй ҙә булһа ритуалдарығыҙ бармы?
Сәғиҙулла. Спектакль алдынан үҙеңде көйләү тигән әйбер бар. Йәғни иртәнсәк тораһың да, көҙгөгә ҡарап, ныҡ итеп йылмаяһың, көсләп, яһалма рәүештә көләһең, бейеп ебәрәһең. Ҡыҫҡаһы, һинең алда бер иҫәүән тора. Хәҙер балалар ҙа өйрәнеп бөттө инде, башта аптырап ҡарай торғайнылар. Минең өсөн был бигерәк тә комедия уйнағанда ярҙам итә. Үҙенә күрә таҙарыныу ул.
Концерттарҙа иһә, минең исемде иғлан итер алдынан ниндәйҙер көс килгән кеүек, дәрт уянып китә һәм сәхнәгә сығып, рәхәтләнеп күңел асаһың. Ихласлыҡ бөркөп, ыңғай энергетика менән сыҡһаң, халыҡ та һиҙеп тора бит ул.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙҙе плагиатлыҡта йыш ғәйепләйҙәр. Шуға ла “Планеталар парады” һеҙгә яңылыҡ булмағандыр?
Сәғиҙулла. Ысынлап та, Башҡортостанда плагиатлыҡ менән шөғөлләнгәндәрҙең иң беренсеһе миндер тип уйлайым. Төрөк, инглиз, рус йырҙарының көйөн алам, әммә һүҙҙәрен үҙем яҙам, ә тәржемә итмәйем. “Планеталар парады”на килгәндә иһә, ҡыҙыҡлы проект, дөрөҫ билдәләнегеҙ, минең өсөн артыҡ яңылыҡ булманы. Шулай ҙа унда еңеүгә өлгәшеүем шатландырҙы.
“Шоңҡар”ҙар. Был еңеүегеҙ өсөн нимә менән бүләкләнеләр?
Сәғиҙулла. Аллаһы бойорһа, Байконур космодромына барып, космосҡа ракета осороуҙы ҡарап ҡайтыу мөмкинлеге менән. Бәлки, скафандр кейҙереп, үҙебеҙҙе лә осорорҙар. Быныһы минең бәләкәй саҡтағы хыялым, әлбиттә.
“Шоңҡар”ҙар. Үҙегеҙҙән көлөргә яратаһығыҙмы?
Сәғиҙулла. Үҙеңде мәрәкәләп алыу ҡамасауламай, әлбиттә, комплекстарҙан арындыра ул. Алйоттарға йәшәүе еңелерәк тиҙәр бит. Шуның кеүек, ысынлап та, әҙерәк кенә “нормаль булмауҙан” ҡурҡырға кәрәкмәй.
“Шоңҡар”ҙар. Ролдәр ижад иткәндә режиссерҙар импровизацияға урын ҡалдырамы?
Сәғиҙулла. Режиссерҙарҙың алымдары төрлө. Шулай ҙа ҡайһы ваҡыт текста яҙылмаған берәй һүҙ тел осона килә ул, әйтмәйенсә булдыра алмайһың. Әммә уның менән мауығырға ярамай. Шаштырып ебәреү килешмәй. Ҡайһы бер пьесаларҙы актерҙар баштан уҡ үҙҙәре эшләп ала. Шулай уҡ классик әйберҙәр бар, уларға хатта өтөр ҙә өҫтәргә ярамай.
Ҡайһы берҙә тамаша халыҡҡа сыҡҡас ҡына урынына етеп ҡуя. “Гипнотизер” тигән спектакль, мәҫәлән, менталитетҡа тап килмәгәнгәме, башта ауырыраҡ бирелде. Бер нисә мәртәбә уйнағас ҡына образға инеп китә алдым.
“Шоңҡар”ҙар. Ошоға хәтле уйнаған ролдәрегеҙ араһынан иң төп һәм иң ҡыҙыҡлы ролде атай алаһығыҙмы?
Сәғиҙулла. Н. Ғәйетбаевтың “Әй әттәгенәһе, ирем ҡайтты!” пьесаһындағы ролемдән бик ҡәнәғәт ҡалдым. “Өс егет”те ҡуйғандан һуң Фидан ағай Ғафаров: “Һиҙҙеңме, ҡустым, хәҙер ҡалған ролдәрең дә шулай китәсәк”, - тигәйне. Ошо тамашаға хәтлем театрҙа ниндәйҙер иркенлек етмәй ине, унан һуң инде, ысынлап та, тәмен татып алдым.
“Шоңҡар”ҙар. Хыялығыҙҙа йөрөткән уйнарға теләгән ролегеҙ бармы?
Сәғиҙулла. Миңә хас булған ниндәйҙер бер көслө драма әҫәрен уйнағы килә?
“Шоңҡар”ҙар. Бәлки үҙегеҙ ижад итерһегеҙ ул әҫәрҙе…
Сәғиҙулла. Ысынлап та, ҡайһы ваҡыт берәй нәмә яҙырға ине тип уйлап ҡуяһың. Әммә драма әҫәре ижад итеүе ни тиклем ауыр икәнен аңлайым. Бына Зөһрә Бураҡаева – көслө сценарист, ул булдырыр ине. Әммә драма әҫәре тыуҙырыу оҙаҡ ваҡыт талап итә, ә уның ваҡыты юҡ. Сөнки күп артистар сценарий буйынса Зөһрәгә мөрәжәғәт итә. Шулай ҙа киләсәктә пьеса яҙыр ул тип уйлайым.
“Шоңҡар”ҙар. Театрға ҡағылышлы үҙегеҙҙе борсоған мәсьәләләр…
Сәғиҙулла. Мәскәүҙә сессияла булғанда спектаклдәргә йыш йөрөй торғайным. Шунда үҙҙәрен иркен тойоуҙары менән публика таң ҡалдырғайны. Билет хаҡы 2-3 мең булһа ла, зал шығырым тулы. Актер килеп сығыу менән алҡышлап ҡаршы алалар. Бәлки, унда менталитет икенселер. Улай тиһәң, элек, Арыҫлан Мөбәрәковтар уйнаған саҡта, беҙҙә лә шулай булған. Халыҡ үҙенең ихтирамын алҡышлау аша белдергән. Ә бөгөн улай түгел.
Тағы ла театр артистарының китап яҙмауы борсой. Китап тарихта һаҡлана торған әйбер, матур иҫтәлек булыр ине. Арыҫлан ағай Мөбәрәков тураһында китап булһа, мәҫәлән, рәхәтләнеп уҡыр инем. Үҙемдең фекерҙәремде, ҡаҙаныштарымды һирәк-һаяҡ булһа ла 2-3 битләп компьютерҙа яҙып барырға тырышам. Яйлап йыйыла. Бәлки, киләсәктә йыйынтыҡ итеп сығарырмын.
“Шоңҡар”ҙар. “Ысын талант ас булырға тейеш” тигән фекер менән килешәһегеҙме?
Сәғиҙулла. Бәлки, ысынлап та шулайҙыр. Нишләптер, асыҡһам, кәйеф күтәрелә, нимәлер эшләге килә, ниндәйҙер һүҙҙәр килә башҡа. Шуға ла ас булыу сәнғәт кешеһенә кәрәктер, тип уйлайым. “Шоңҡар”ҙар. Һеҙҙе һуңғы тапҡыр кем һәм нимә өсөн тәнҡитләне?
Сәғиҙулла. Иҫләмәйем. Күп нәмәне тәнҡит тип ҡабул итмәйем, шуғалыр, бәлки. Үпкә һүҙҙәре ишетһәм, кисерәм. Гәзиттәрҙә баҫылған мәҡәләләргә көлөп кенә ҡарайым. Психология буйынса китаптар уҡый башлағас, тәнҡит һүҙҙәрен, миңә ҡарата булған үпкәләрҙе, ҡырын ҡараштарҙы күрмәй башланым. Баҡһаң, аңламайынса үҙ-үҙеңде негатив менән ябып бөтәһең икән, һәм бар донъя һиңә ҡаршы тип хис итәһең. Күнекмәләр ярҙамында шуларҙы алып ташлайһың да, донъяға башҡасараҡ бағаһың, кешенең ыңғай яҡтарын күрә башлайһың.
“Шоңҡар”ҙар. Театраль тормошоғоҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме, ролдәр етәме?
Сәғиҙулла. Етә, Аллаға шөкөр. Ғөмүмән, үткән йыл минең өсөн бик уңышлы булды. Бәлки минең йылым булғанғалыр. Ғаиләм менән Төркиәгә барып ял итеп ҡайттыҡ, президент грантын алыуға ирештем, “Хәтәр мегаполис” тигән мюзикл эшләнем, “Планеталар парады”нда еңеп сыҡтым, “Юлдаш” каналының режиссеры булдым. Саҡырыуҙар, Аллаға шөкөр, бер-бер артлы булып торҙо. Өйҙөң ҡыйығын ябып ултыртып ҡуйҙыҡ.
“Шоңҡар”ҙар. Мюзикл тигәндәй, “Хәтәр мегаполис” шулай уҡ яңы йүнәлештәге проект булды. Ҡабатланыуы көтөләме?
Сәғиҙулла. Эйе, джаз оркестры солғанышында, тере тауышҡа сығыш яһағайныҡ. Әммә халыҡ аңлап етмәне, ахыры, антракттан һуң ярты зал, күпселек ололар, сығып китте. Ҡабатларбыҙ тип уйлайым.
“Шоңҡар”ҙар. Үҙегеҙҙе тулы кимәлдә шоумен тип әйтә алаһығыҙмы?
Сәғиҙулла. Шоу – беҙҙең өсөн, бәлки, яңы алымдыр... Эйе, әйтә алам. Хатта ғорурланып әйтә алам, сөнки концерт алып барғанда ҡайһы бер ағайҙар пародиялай башланы үҙемде. Үҙенә күрә ул да уңыш.
“Шоңҡар”ҙар. Сәхнәгә сыҡҡас, хәрәкәт-ҡылыҡтарығыҙ менән айырылаһығыҙ. Махсус рәүештә эшләнәме ул, әллә имиджмы?
Сәғиҙулла. Ниндәйҙер хәрәкәттәргә иғтибар бирмәйем. Әгәр мин сәхнәгә сыҡҡанмын икән, сәхнә минеке, үҙемде унда хужа тип уйлайым һәм бар күңелемде һалып башҡарам йырҙарымды. Сәхнәлә иң мөһиме нимә? Ихласлыҡ. Ябайлыҡ. Әммә ябайлыҡтың да сиге булырға тейеш. Юғиһә, ҡайһы бер артистар популярлыҡ яулай башлаһа, шаяртҡанда кендектән аҫҡа төшә башлай. Беҙгә килешеп бөтмәй ул, шул хәтлем бысраҡ күренә.
“Шоңҡар”ҙар. Театр һәм сәхнәнән тыш үҙегеҙҙе ниндәй өлкәлә аса алыр инем тип уйлайһығыҙ?
Сәғиҙулла. Юҡҡа ғына продюссер факультетында уҡыманым инде, унда директор, етәксе булырға өйрәтәләр. Егерменән ашыу проектым бар бөгөнгө көндә. “Байегет” тип аталған йыр студияһы эшләй. Яҡшы балта оҫтаһы булыр инем, моғайын. Ағас эшен яратам. Бәлки насар булмаған тракторсы ла сығыр ине, заманында был һөнәр буйынса ла эшләп алырға тура килде. Шәхси предприятие асып, ағас менән дә шөғөлләнеп алдым. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр. Шулай ҙа сәнғәтһеҙ йәшәй алмаҫ инем.
Ошоға бәйле бер миҫал. Төркиәлә ун көн буйы диңгеҙ буйында ял иттек: ашайһың, эсәһең, ҡыҙынаһың. Биш-алты көндән эс ауырта башланы, температура күтәрелде. Саҡ түҙеп, һигеҙ көн үткәс, ҡайтып киттек. Самолеттан килеп төшкәйнек, шундай рәхәт! Ожмах ҡайҙа ул тиһәләр, ул минең тыуған төйәгем тиер инем. Шуның кеүек, ниндәй генә һөнәр һайлаһам да, минең өсөн ожмах – ул сәнғәт. Сөнки мин унда һыуҙағы балыҡтай йөҙәм. Ун биш йыл эсендә ниндәйҙер тәжрибә туплағандан да түгел, сөнки ул минеке, ул минең ҡанымда, Хоҙай Тәғәләнән бирелгән. Аллаһы бойорһа, шөкөр итеп кенә йәшәп, ошо юлдан яҙҙырмаһын ине тигән теләктәмен. Хатта етәксе вазифаһын тәҡдим итһәләр ҙә, баш тартам.
“Шоңҡар”ҙар. Күп кенә билдәле шәхестәр, шул иҫәптән театр артистары ла, тамада ролендә сығыш яһай бөгөн. Быға ҡарашығыҙ?
Сәғиҙулла. Ыңғай ҡараштамын. Беҙҙең заман кешеһе хәҙер нисегерәк аҡса эшләргә тип уйлай, театрҙа ла бар ундайҙар. Башҡорттар араһында иң ҡиммәтле тамадаларҙың береһе – Сәғиҙулла Байегет. Артистарҙы шул корпоративтар ҡотҡара ла инде. Элек ҡайҙалыр ситтә аҡса эшләү мөмкинлеге булмаған. Бына болондо күҙ алдына килтерегеҙ әле, унда сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ. Шуның кеүек хәҙер мөмкинлектәрҙең сиге юҡ, теләк һәм күрә белеү генә кәрәк.
“Шоңҡар”ҙар. Йәш йырсылар араһынан кемдәрҙең ижадтарын баһалар инегеҙ?
Сәғиҙулла. Нимә генә тип әйтмәһендәр, миңә Радик Юлъяҡшин оҡшай. Тауышы булмаһа ла, үҙенә генә хас моңо бар. Йәштәрҙе үҙенә ылыҡтыра, хит эшләй белә, плагиатлыҡ менән дә шөғөлләнеп ала.
Тәүҙәрәк уның миңә мөрәжәғәт итеүе оҡшап етмәй ине, “Һаумы, Сәғиҙулла, хәлдәрең нисек?” тип өндәшә торғайны, яйлап өйрәтеп алдым. Мин уларҙың мәктәбенә барып сығыш яһағанда бәләкәс кенә булып, күҙҙәре янып торған, автографтар алып йөрөгән малай ине. Шул малай бер көн килеп, “Сәғиҙулла, хәлдәр нисек?” тип торһон әле.
Рәил Өмөтбаевты маҡтап үтер инем. Йырҙар ижад итә, һәйбәт аранжировкалар эшләй. Эреләнеп тә йөрөмәй.
“Гәлсәр һандуғас”тың беренсе ҡарлуғастарын – Марсель Ҡотоев, Рөстәм Шаһыбалов кеүек егеттәрҙе атап үтергә була. Уларҙы телевидение күтәрҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артабан күпселеге (Марсель менән Рөстәмгә генә ҡағылмай был) ҡапыл аптырап ҡалды,. Шуға күрә бер төрлөлөк китте. Ә йәштәрсә поп стилендәге (йәғни Радик Юлъяҡшин кеүек) башҡарыусыларҙың йырҙары мәғәнәһеҙерәк булһа ла, ынтылыштары көслө, сөнки улар үҙ көстәренә таянып эш итә.
“Шоңҡар”ҙар. Спорт, машина…
Сәғиҙулла. Спорт элек-электән яҡын миңә. Ун алты йәштән егерме дүрт-егерме бишкә хәтлем бодибилдинг менән шөғөлләндем. Ике йыл тирәһе йүгерҙем. Бына быйыл ғына әҙерәк туҡталып тора. Волейбол уйнарға, саңғыла йөрөргә яратам. Элек хоккей уйнарға әүәҫ инем, әммә күптән инде конькиға торған юҡ. Ҡыҫҡаһы, ир кешелә мускулдар булырға тейеш, май ултырып өлгөрөр әле тигән ҡараштамын.
Әле һауыҡтырғыс күнекмәләр комплексым бар. Ҡойонам. Медитация эшләйем. Шунан ғына ашарға ултырам.
“Шоңҡар”ҙар. Башҡортостандың атҡаҙанған артисының иртәнге ашы нимәнән ғибәрәт икән?
Сәғиҙулла. Кефир эсәм тәүҙә, шунан геркулес ашайым.
Машинаға килгәндә, руль артына һуң ултырҙым мин. 2002 йыл “девятка” алдым. Уныһы ла мәжбүри тиһәң дә була. Телевизорҙан, сәхнәнән күренә башлағас, барыбер кешеләр иғтибар итә, күҙәтә, ниндәйҙер комплекс барлыҡҡа килә. Шуға машина алырға булдым. Егеттәрҙән аҡса һорап тороп, иҫке генә машина алдым. Уныһына тәүгә ултырғанда уҡ төкөттөм. Күп тә үтмәй уны “99”-ға алмаштырҙым. Унан уң рулле “Tоyота”ға күстем, тәүге ултырғанда уҡ үкендем инде. Бер йылдан һатырға тура килде. Ул машина бер төкөлгән булған, шуғалыр, килешмәне. Хәҙер “Nissan Almera Classik”та йөрөйөм.
“Шоңҡар”ҙар. Йоҡлар алдынан ниндәй ғәҙәтегеҙ бар?
Сәғиҙулла. Һуңғы арала кинолар менән мауығам, йоҡлар алдынан мотлаҡ берәй фильм ҡарайым һәм ниндәйҙер мәғәнә эҙләйем. Әммә күбеһе арзанлы булып сыға, фәһем алырлыҡтары һирәк.
“Шоңҡар”ҙар. Яратып ҡарағандары?
Сәғиҙулла. Элек ужастар ярата торғайным, хәҙер комедиялар ылыҡтыра. Совет киноларынан “Любовь и голуби”, “Курортный роман”ды яратып ҡарайым, “Глобальная сеть, “Пятый элемент”, “Город ангелов”, “Законопослушный гражданин”, “Письма к Джульетте” тигән фильмдар оҡшаны.
“Шоңҡар”ҙар. Мөхәббәт бармы ул?
Сәғиҙулла. Әлбиттә, бар. Мөхәббәт бик мөһим әйбер. Айырылышыуҙарҙың бер сәбәбе лә шул мөхәббәт булмауҙандыр. Мөхәббәттең бер тапҡыр ғына була торған иң ҙуры – һинең киләсәгең өсөн яуаплы, балаларыңа әсәй булыр ҡатыныңа ҡарата. Уны һаҡлар өсөн ваҡыты-ваҡыты менән аңлашып торорға кәрәк. Беҙ ҙә айына, ике айға бер мәртәбә асыҡтан-асыҡ һөйләшеп алабыҙ. Сөнки бер түшәк бүлешеп, икең ике яҡҡа ҡарап ятыу эш түгел бит. Бында хыянат тураһында һүҙ ҙә йөрөтөп булмай, әммә мөнәсәбәттәрҙе һаҡларға ана шул ваҡытында ойошторолған һөйләшеү мотлаҡ.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙҙе ҡатынығыҙ менән бер көндә тыуған тиҙәр…
Сәғиҙулла. Эйе, икебеҙҙең дә тыуған көндәребеҙ 3 апрель, тик ул алты йәшкә генә кесерәк. Шулай тап килде.
“Шоңҡар”ҙар. Тимәк, Ҡуҙылар. Ике “тәкә башы” бер ҡаҙанға һыямы һуң?
Сәғиҙулла. Бер-беребеҙ менән ныҡ тап килгәнбеҙ тип уйлайым. Элегерәк көнләшә торғайным, хәҙер ул ғәҙәтемде ташланым, Аллаға шөкөр. Ул да мине көнләшмәй. Өйләнгәндә үҙгәрәсәкмен, тип вәғәҙә иткәйнем, йә булмаһа мине берәй нәмә үҙгәртер ул тигәйнем, ысынлап та шулай булып сыҡты. Ҡатын-ҡыҙға ирҙең ҡасан ҡарашы үҙгәрә? Гүзәл зат әсәй булып, ҡулына бәпес тотҡас, бөтөнләй икенсе төрлө ҡарай башлайһың, уға ихтирамың арта. Ҡатын-ҡыҙҙың төп бурысы – әсә булыу. Мин үҙем әсәйемдең күкрәк һөтөн өс йәшкә хәтле имгәнмен, һәм тап ошо әсә һөтө бөгөнгө көндәге ауыр ваҡыттарҙа ла, үрҙә әйтеп үткәнемсә, ныҡ ауырығанда, ярҙам итә. Әгәр әсәйем күкрәк һөтөн биреп еткермәгән булһа, кем белә?..
“Шоңҡар”ҙар. Ҡатынығыҙ ниндәй һөнәр эйәһе?
Сәғиҙулла. Айгөл – иҡтисад өлкәһендә, бухгалтер булып эшләй.
“Шоңҡар”ҙар. Фатирығыҙ бармы?
Сәғиҙулла. Эйе, Аллаға шөкөр. Заманында “ағайҙарҙы” урамда осратҡанда, оят булһа ла, “Фатир юҡ бит әле”, – тиеберәк кинәйәләгәйнем, булыр тинеләр, һәм ике айҙан булды ла. Көҙгә, Аллаһы бойорһа, Нагаеволағы өйгә күсергә ине иҫәп. Әле төҙөлөш эштәре менән ҡайнайбыҙ.
“Шоңҡар”ҙар. Балаларығыҙҙың үҙегеҙҙең юлдан китеүен теләр инегеҙме?
Сәғиҙулла. Минең балаларға ҡарата тәрбиәүи ысулдарым бар. Билдәле бер юлды көсләп тағыу яғында түгелмен. Бала төрлө яҡлап үҫешергә тейеш, шуға барыһына белгән тиклем әҙләп-әҙләп булһа ла өйрәтергә тырышам: инглиз, төрөк телен, мәҫәлән. Башҡортсанан – руссаға, руссанан татарсаға тәржемә иттерәм. Әүһәләктә эйгәндә лә ваҡытты бушҡа уҙғармайбыҙ, төрлө телдә һанап булһа ла торабыҙ, йә өйрәнгәндәрен ҡабатлайбыҙ. Улым Арыҫлан, мәҫәлән, дүрт йәштә уҡырға өйрәнде, яҙып та маташа ине. Хәҙер уның менән йөрөгәндә күберәк математика буйынса һорауҙар бирәм. Йүнәлеш бирергә кәрәк, әлбиттә. Ҡыҙым Наҙгөлгә “һин үҫкәс Жанна д¢Арк кеүек ҡыйыу ҡыҙ булырһың”, улыма “ә һин президент булырһың”, тип маҡсат ҡуям. Бер көндө улым: “Атай, ә нисә йәштән президент булырға мөмкин?” – тип һорай. “38-40 йәштән”, – тип яуаплайым. Атыу мин утыҙ һигеҙ йәшкә тиклем повар булам да, аҙаҡ президент булырмын, йәме”, – ти. “Ярай, – мин әйтәм, – үҙең ҡара”. Балаларға көн һайын ун биш-егерме минут булһа ла ваҡыт бүлергә кәрәк.
“Шоңҡар”ҙар. Нығыраҡ кемгә оҡшағанһығыҙ: атайығыҙғамы, әсәйегеҙгәме? Атайығыҙ уҫал булды тинегеҙ, уның был сифатын үҙегеҙгә алғанһығыҙмы?
Сәғиҙулла. Эйе, миндә атайҙың һыҙаттары бар, уҫаллығы ла. Уның ҡарашынан хатта эттәр ҡурҡа торғайны. Ҡыҙыбыҙ, бәләкәй булғанғамы, үҙһүҙле бигерәк. Шуға ир һәм атай булараҡ мәмәй булырға тейеш түгелмен. Ҡатын-ҡыҙ шундайыраҡ зат бит инде, йомшаҡ икәнеңде һиҙеп ҡалһа, елкәңә менергә әҙер генә тора (көлә­). Атайым дәү кәүҙәле була торғайны, көрәшсе булды. Матур йырланы. Йыр-моңға һәләт унан күскән, күрәһең.
“Шоңҡар”ҙар. Етешһеҙ яҡтарығыҙ?
Сәғиҙулла. Ҡыҙыумын. Әммә мин уны еңергә тырышам, уның өҫтөндә эшләйем. Был беҙҙең тоҡомға хас һыҙат ул. Тоҡомобоҙҙо “бире” тип йөрөттөләр.
“Шоңҡар”ҙар. Йола буйынса, “Самауыр” ҡунағы журнал уҡыусыларға теләктәрен дә еткерә.
Сәғиҙулла. Йоҡлар алдынан “минең иртәге көнөм шул хәтле яҡшы, уңышлы үтәсәк, кәйефем яҡшы буласаҡ, мин көндән-көн үҙемде яҡшыраҡ тоям, көндән-көн шәбәйәм” тип бер ун биш мәртәбә ҡабатлайым. Иртән торғас тағы шундай теләктәр теләйем. Был “күнекмәләрҙе” сентябрь айынан башлағайным, шунан һуң бер-бер артлы уңыш килеп кенә торҙо. Шуға башҡаларға ла әйтер һүҙем шул: күберәк ыңғай уйҙар менән йәшәгеҙ, сөнки улар негативҡа ҡарағанда әллә нисә тапҡырға көслөрәк, иммунитетҡа вирустарға ҡаршы торорлоҡ һәләткә эйә. Бер-береңә ихтирамлы мөнәсәбәттә булыу, ғәфү итә белеү зарур.
Үҙебеҙҙе ғорур (эре түгел) тотоп, меҫкенләнмәй генә йәшәйек. Беҙ уҡырға килгән осорҙа автобуста һөйләшеп китеп барһаң, “эй, перестаньте говорить на своем туземском языке” тип тыя торғайнылар. Ә хәҙер үҙеңде иркен тотоп, үҙ телеңдә рәхәтләнеп һөйләшеү мөмкинлеге бар. Донъя кимәленә сығырға кәрәк. Ҡурҡырға ярамай. Балалар үҙ телен дә, башҡаһын да белһен.

Әңгәмәне ҡағыҙға Ләйсән ШӘРИПОВА теркәне.

Читайте нас: