Танһыҡ та, яуаплы ла, ғазаплы ла эш тора алдымда: “Самауыр” табынында уҙған һөйләшеүҙе, йәнә унан алған кисерештәрҙе күңелдән уҙғарып, тамсы ла сайпылтмайынса һәм һис аштырмайынса уҡыусы хөкөмөнә сығарыу. Тулҡынланыуыбыҙ ҙа был юлы ғәҙәттәгенән артығыраҡ төҫлө. Ҡунаҡтың да ниндәйе бит! “Өфө йүкәләре”, “Торналар киткән саҡта”, “Кисер мине, әсәй, ғәфү ит”, “Атай йорто”, “Мәңгелек мөхәббәт”, “Мәрәһим йыры”, “Ҡышҡы романс” һәм башҡа бик күп йөрәктең иң түренә үтеп инеп, тәндәрҙе земберләтерлек береһенән-береһе моңлораҡ йырҙар ижад итеүсе Рим Хәсәнов үҙе…
Рим ағайҙың байтаҡ йылдар Өфөнән ситтә йәшәп алыуына бәйле имеш-мимештәр күп йөрөнө. Әйткәндәй, бөгөнгө һөйләшеүҙә был хаҡта үҙенән асыҡтан-асыҡ һорап, ошо һәм башҡа ваҡиғаларға ҡағылышлы ҡайһы бер уйҙырмаларға сик ҡуйырбыҙ. Ике йыл элек уның үлем менән күҙгә-күҙ осрашып, ҡатмарлы операция үткәреүе тураһында ла ишетеүселәр булғандыр. Шөкөр, Рим ағайҙың йыр-моң тулы йөрәге тибеүҙән туҡтаманы, маэстро бөгөн сәләмәтлегенә зарланмай. Киреһенсә, тулы ҡанлы тормош менән йәшәй, донъяға кисә генә яралған төҫлө ҡыуанып, яңынан-яңы йырҙар ижад итә һәм хатта быға тиклем етди әһәмиәт бирмәгән өлкәләрҙе лә үҙләштерә.
Ошолар һәм башҡалар хаҡында – маэстроның һуңғы ун йыл эсендә башҡорт телендә донъя күргән тәүге әңгәмәһендә, йәғни бөгөнгө “Самауыр”ҙа…
“Шоңҡарҙар”. Рим ағай, кемделер иғлан иткәндә, ғәҙәттә, регалийҙар, официаль чиндар, наградалар хаҡында һүҙ йөрөтәбеҙ. Әммә бөгөнгө ҡунағыбыҙҙың бер генә маҡтаулы исеме лә юҡ, шикелле? Ул барлыҡ званиеларынан да баш тартҡан, тиҙәр. Хаҡмы был һүҙҙәр?
Рим Хәсәнов. Бөгөнгө көндә ике званием бар. 1976 йылда БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исемен алдым. Әммә уны уҡытыусым, данлыҡлы композиторыбыҙ профессор исеменә лайыҡ булһын өсөн генә бирелеүен белә инем. 2003 йылда Татарстанда ҡуйылған “Телһеҙ кәкүк” спектакле өсөн барлыҡ ижади төркөмгә һәм шул иҫәптән миңә лә Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы тапшырылды.
“Шоңҡарҙар”. Ә Ғәлимов Сәләм исемендәге премия хаҡында ни әйтерһегеҙ?
Рим Хәсәнов. Уныһын, ысынлап та, кире ҡайтарҙым. Быныһы ла минең өсөн түгел. Баяғы абруйлы аҡһаҡалыбыҙҙы профессор итеү маҡсатынан юлланған премия ине ул. Ҡасандыр юғары партия хеҙмәткәренең “ике популяр йыр яҙып танау сөйҙөң” тип ғәйеп ташлауын һәм “партия һиңә премия юллап бирҙе, фатирлы итте, ике көн эсендә барыһын да тартып алырбыҙ” тигән янауын ишеткәс, миңә, тиҫкәре башҡортҡа, етә ҡалғандыр инде. Иртәгеһенә үк таныштарҙан 500 һум аҡса алып тороп (ул ваҡыт өсөн ҙур аҡса ине), ҡайтарып бирҙем дә: “Зинһар, алығыҙ, миңә ул премия кәрәк түгел!” – тинем.
Әйткәндәй, быйыл “Өфөнөң почетлы гражданины” итергә теләгәйнеләр, үрҙә атап үткән мәлдәрҙе күҙ уңында тотоптор инде, чиновниктар быға лайыҡлы тип тапманы. Байтаҡ йылдар ситтә йәшәп ҡайтҡандан һуң хәлдәр башҡасараҡ төҫ алыр, тип уйлағайным, күрәм, әлегә бында үҙгәрештәр тойолмай. Ошо арала ҡабаттан Переделкиноға китеп, бер ай самаһы тороп ҡайтырға иҫәбем бар. Һуңынан инде артабан ҡайҙа йәшәйәсәгем хаҡында етди уйланырға кәрәк булыр.
“Шоңҡарҙар”. Рим ағай, нәҫел-нәсәбегеҙ, тамырҙарығыҙ ҡайҙа барып тоташа?
Рим Хәсәнов. Благовар районы үҙәге – Языково ауылында тыуып үҫтем. Унда беҙ берҙән-бер башҡорт ғаиләһе булдыҡ. Ҡалғандары татар ҙа урыҫ. Атайым менән әсәйем икеһе лә Архангел районынан. Атайҙы халыҡ дошманы улы булараҡ, 1940 йылда Языковоға ҡыуып ебәргәндәр. Ул элемтәсе ине. Заманында тотош Благовар районы халҡын бер үҙе тиерлек радиолы итте. Олатайым – Ғайса мулла 1932 йылда Себергә һөрөлә һәм ике йылдан ҡаты ауырып киткәс, көс-хәл менән ҡабат әйләнеп ҡайта.
“Шоңҡарҙар”. Ә һеҙ Өфөнө ҡасан ҡалдырып киттегеҙ?
Рим Хәсәнов. 2003 йылдың 26 декабрендә ҡатыным менән Башҡортостандан китергә тура килде. Әммә хәләл ефетем ауырыу әсәһен тәрбиәләргә тип кире әйләнеп ҡайтты. Миңә иһә ул саҡта юл ябыҡ булғандыр. Һәр хәлдә үҙемә шулай тойола ине. 2010 йылда ғына Өфөгә ҡайттым һәм ҡаты ауырып киттем. Табиптар, өмөтһөҙ осраҡ, ҡотҡара алмаясаҡбыҙ, тип һөйләшкәндәрен үҙем ищетеп яттым. Хәл юҡ, аяҡ-ҡул эшләмәй, тел әйләнмәй, ә ҡолаҡтар барыһын да ишетә, аң ҡабул итә. Минән барыһы ла баш тарта. Шул саҡ әле генә килеп ингән берәүгә тәҡдим итте былар: “Бына пациент бар, әйҙә операция яһарға әҙерлән, бармаҡтарыңа аҙыраҡ тәжрибә булыр. Барыбер бер нәмә лә юғалтмаясаҡһың”. Риза булды теге. Әлеге йәш табип үҙ һөнәренең оҫтаһы, алтын ҡуллы белгес булып сыҡты. Минең өсөн фәрештә ине ул Дмитрий Пушко. Ҡатмарлы оперция үткәргәс, һин дә мин йүнәлдем дә киттем. Әммә быларҙы, бигерәк тә сәйәсәткә бәйле ваҡиғаларҙы хәтерләргә лә, яҙырға ла кәрәкмәйҙер, тип уйлайым. Матур хәтирәләргә генә туҡталайыҡ.
“Шоңҡарҙар”. Хәтерләргә кәрәк, Рим ағай. Бәлки, Рәми Ғарипов әйткәнсә, “һабаҡ булыр килер быуынға”? Эйе, сәйәсәттең үҙ ҡанундары. Әммә композитор ижад итергә һәм лайыҡлы исемдәргә эйә булырға тейеш…
Рим Хәсәнов. Ышанырһығыҙмы-юҡмы, берәүгә лә үпкә һаҡламайым. Сөнки төптән фекер йөрөтөп, тәрәндә ятҡан сәбәпте күрә беләм. Тормошҡа фәлсәфәүи ҡараш миңә, моғайын да, атайымдан, олатайымдан бирелгәндер. Иғтибар итһәгеҙ, яҙмыштарҙа ла оҡшашлыҡ бар беҙҙең.
Мортаза Ғөбәйҙулла улына минең ҡайҙалыр ситкә сығып китеп йәшәүем кәрәк булыуына ышанырға ахмаҡ түгел инем. Туҡтауһыҙ төҙөлөш эштәре менән янған, әле бында, әле тегендә көнөнә әллә нисәмә объект асырға өлгөргән республика башлығының Рим Хәсәнов хаҡында баш ватырға ҡайҙан ғына ваҡыты булһын инде? Был бит уның тирәһендә уралған көнсөл, хөсөт әҙәмдәрҙең эше…
Йәнә шул хаҡта ла әйтергә теләйем, йәһүдтәр (бөтөнләй үҙ телен белмәгән әзербайжан йәһүдтәре лә бар) үҙ йәһүден башҡа телдә һөйләшкәне өсөн бер ваҡытта ла ғәйепләмәйәсәк. Беҙ ҙә шулай итһәк ине. Эйе, бик күптән ғаиләлә башҡорт телендә аралаштыҡ. Әммә мин татар мөхитендә үҫтем. Мәктәптә лә туған телде өйрәнеү мөмкинлеге юҡ ине. Шуға ла башҡортса тейешле кимәлдә һөйләшә алмайым (шулай тиеүенә ҡарамаҫтан, Рим ағай һорауҙарға саф башҡортса яуап ҡайтара. – Авт.).
“Шоңҡарҙар”. 2003-2010 йылдар… Һеҙ Мәскәүҙә һәм шул уҡ ваҡытта Мәскәүҙә түгел дә. Өфө йүкәләре ете тапҡыр япраҡ ярып, ете тапҡыр сәскә атып ҡойолған арала композитор Рим Хәсәнов нимә менән шөғөлләнде?
Рим Хәсәнов. Мәскәүҙә юғарыраҡ орбитаға барып эләктем. Ижад йортонда бик күп билдәле яҙыусылар, шағирҙар, режиссерҙар менән таныштым. Егор Кончаловский ике фильмына музыка яҙырға саҡырҙы. Бала саҡтан уҡ хеҙмәттәшлек иткән “Пионерская правда”ның үҙ хәбәрсеһе лә булдым. Элек, театрҙа эшләгәндә, сәхнә әҫәренең асылына төшөнөп, тамашасыны тоҡандырып ебәрерлек көй ижад итер өсөн уларҙы бик ентекләп уҡыу талап ителә ине. Шуларҙың йоғонтоһонда 20-гә яҡын пьеса ла яҙғайным. Әммә ижад емештәремде яҡындарымдан башҡа бер кемгә лә күрһәтмәнем. Һәм берҙән-бер көндө Ғәзим ағай Шафиҡов өҫтәлемдә ятҡан яҙмаларҙы уҡып сығып, театрҙарға тәҡдим итергә кәрәк, тигәйне. Шул мәлдә үк ҡанатланып ҡуйғайным. Мәскәүҙә саҡта әлеге пьесаларҙы яҙыусыларға күрһәттем. Һәм улар мине драматург, шағир булараҡ яҙыусылар союзына ҡабул итте. Әҙәби псевдонимым – Нил Ремизов.
“Шоңҡарҙар”. Әммә ижад менән генә аҡса эшләп булмай…
Рим Хәсәнов. Шулай. Йәшермәйем, метрола йырланым. Мәскәүҙә эш табыуы анһат түгел. Ҡайҙалыр морон төртәм тиһәң, мотлаҡ ҡаршылыҡҡа осрайһың. Хатта шул уҡ метрола ла урын өсөн ике-өс тапҡыр һуғышырға тура килде әле. Ике гитарамды емерҙеләр. Башты ла ярҙылар. Әммә ныҡ булдым, бирешмәнем. Ныҡымыш башҡорт бит мин. Аҡса эшләүҙең был ысулы бер ни тиклем кимәлдә ҡотҡара ине мине.
Һуңынан үҙемде аранжировкалаусы булараҡ күрһәтә башланым. Клиенттарым барлыҡҡа килде. Әлеге лә баяғы конкуренттарҙың этлеге булғандыр инде, бер мәлде көпә-көндөҙ ҡамауға алып, ҡулды һындыра һуҡтылар. Йәрәхәтләнгән килеш, урындағы яҡташтар саҡырыуы буйынса, Хельсинкиға концерт ҡуйырға китергә тура килде. Ауыр мәлдәр булды инде.
Яҡташыбыҙ Рәлиф Сафиндың ҡыҙы билдәле йырсы Алһыуҙың татар-башҡорт йырҙарынан торған компакт-дискын сығарған саҡта ла төрлө ҡатмарлы хәлдәр осрап торҙо. Рәлиф Рәфил улын уратып алған кешеләрҙең ниндәй ҙә булһа уйҙырмалар табып, мине ситкә тибергә теләйәсәген аңлай инем. Был хаҡта уның үҙенә лә әйткәнем булды. “Мин уларға ышаныр тип уйлайһығыҙмы?” тигәйне лә, үкенескә күрә, миллиардер һүҙендә торманы. Бер көндө “татар телен яҡшы беләһегеҙ бит, Алһыуҙың акцент менән йырлауына нисек юл ҡуйҙығыҙ?” тигән ғәйеп ташланы. Ә бит туған телдә аралашмаған кешенең кәмселеге һиҙеләсәге көн кеүек асыҡ ине. Үҙем дә был хаҡта алдан уҡ иҫкәрткәйнем. Әммә шуныһы ғәжәп: Алһыу “Өфө йүкәләре”н башҡортса тәүге тапҡырҙан уҡ һис акцентһыҙ башҡарҙы ла ҡуйҙы.
“Шоңҡарҙар”. Рим Хәсәнов сәнғәт училищеһына уҡырға килгәндә йырлай белмәгән, имеш, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?
Рим Хәсәнов. Музыканы тойоу һәләте булды миндә. Әммә вокал тауыш бирелмәгән. Композиторға ул кәрәкмәйҙер ҙә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, биш йәшлек сағымда уҡ сәхнәгә сығып йырлай инем. Ғаиләлә барыбыҙ ҙа моң яраттыҡ. Атайым скрипкала уйнаны. Әсәйем иҫ киткес матур итеп йырланы. Хәҙисә апайым ниндәй ҙә булһа йырҙы радионан бер генә ишетә лә беҙҙең алда шуға оҡшатып сығыш яһай ине. Уртансы апайым да скрипкаға мөкиббән булды. Ә мин бөтәһенә лә өлгөрҙөм. Төрлө музыка ҡоралдарында уйнаным, көйҙәр яҙҙым. Стәрлетамаҡта белем алған йылдарҙа ҡаланың тәүге торбасыһына әүерелдем. Шулай ҙа иң яратҡан музыка ҡоралдарым фортепиано һәм гитара ине.
“Шоңҡарҙар”. Һуңғы йылдарҙа сит телдәрҙә лә күп йырҙар ижад итәһегеҙ икән. Моңдоң теле юҡ, әлбиттә. Шулай ҙа, композитор өсөн туған телдә һәм сит телдә йыр тыуҙырыу араһында айырма бармы?
Рим Хәсәнов. Быныһы телде ниндәй кимәлдә белеүеңә бәйле. Инглизсә лә башҡорт, рус телендә һөйләшкән кеүек иркен аралашам. Шуға ла инглиз шағирҙарының ҡайһы бер шиғырҙарын уҡый башлаһам, шунда уҡ моң тыуа. Ҡасандыр Австралияла шул телде өйрәнеп ҡайтырға насип булғайны. Унда үткәргән ҡыҫҡа ғына арауыҡта өс йырым бик тиҙ популяр булып китте. Һәм авторҙашым Роун Роджерс минең моңдарҙың һиҙелер-һиҙелмәҫ үҙенсәлеге бар, тигән һығымтаға килде. Ул хаҡлы ине. Ысынлап та, мин бит, нигеҙҙә, үҙемдең башҡорт моңо аша фекер йөрөтәм. Ә уларҙыҡын өйрәнгәнмен, ятлап алғанмын.
Шул ҡандан бирелгән моң һәр ижад емешенә үтеп инеп, ниндәйҙер үҙенсәлек өҫтәп, инглиз тыңлаусыһын арбай, үҙенә тарта икән.
“Шоңҡарҙар”. Йыр текстарын һайлағанда нимәгә өҫтөнлөк бирәһегеҙ? Көй нисегерәк тыуа?
Рим Хәсәнов. Күптәнге танышым Рауил Төхвәтуллин ҡасандыр ижадсы тыуҙырған һәр нәмә күктән бирелә, кемдәрҙер уны яҙып алыу һәләтенә эйә, тигәйне. Миңә лә шулай һымаҡ тойола. Әгәр ҙә, шиғырҙы нимәһенә ҡарап һайлайым икән, тип баш ватып ултырһаң, күңелдән урғылған моң тыумаясаҡ. Ул уйлап сығарылған була.
Хатта төштә лә көй уйнай башлағанын ишетеп уянып, тора һалып яҙып алған осраҡтарым була.
“Шоңҡарҙар”. Рим ағай, Австралияла йәшәп ҡайтыуығыҙ хаҡында телгә алғайнығыҙ. Ҡасаныраҡ булды был хәл?
Рим Хәсәнов. 1994-96 йылдарҙа. Инглиз телен бөтә нескәлегендә үҙләштереп, тәржемәсе булыу теләге менән юлланғайным унда. Ни өсөн Австралияны һайланым? Сөнки иң арзан курстар шунда ине. Әйткәндәй, метрола йырлау тәжрибәһе лә шул осорҙа барлыҡҡа килгәйне.
Немец телен дә яҡшы беләм. Өлкән апайым университеттан һуң немец милләте вәкилдәре йәшәгән Пришиб ауылында рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты. Мин дә йыш булдым уларҙа. Бала саҡтан ишеткән, һөйләшкән тел булғанғалыр, уға ҡарата битараф түгелмен. Унда ла моң табам. Немец телендәге йырҙарымдан тупланған компакт-дискым донъя күрҙе. Йәмғеһе 35 йырым бар. Һәм бына 65 йәшемдә шул телде камил итеп үҙләштергем килә. Мөмкинлек тыуғас та Германияға китергә хыялланам. Сөнки әҙәби әҫәрҙәрҙең төп нөсхәһен уҡыу теләге менән янам. Ә бит тәржемә ителгән әйберҙәр башҡаса яңғырай. Инглиз телендәге китаптарҙы күҙҙән уҙғарам да оригиналдың бөтөнләй ҡыҙыҡ түгеллеген аңлап, үҙебеҙҙең Рәсәй тәржемәселәренең тел байлығына һоҡланып туя алмайым.
“Шоңҡарҙар”. Бөгөнгө көнгә күңел торошоғоҙ?
Рим Хәсәнов. Хәҙер шундай ваҡыт килде. Иртә һайын ошо донъяларҙа йәшәүемә рәхмәттәр әйтәм. Бынан егерме йыл самаһы элек эргә-тирәләгеләр, 40-ҡа еткәс йоҡонан уянып, бер ерең дә ауыртмай икән, тимәк, һин үле, тип көлдөрәләр ине. Ә хәҙер миңә 65 йәш. Әммә һис ниндәй ауыртыу тойғаным юҡ. Ошо үҙе бәхет түгелме ни? Сәләмәтлек сере – үпкә һаҡламауҙа, тиҙәр. Хаҡ һүҙҙәр. Үкенескә күрә, үҙем дә байтаҡ йылдар ауыр йөк менән йәшәнем. Ҡаты сиргә һабышыуыма ла шул сәбәпсе булғандыр, күрәһең. Ә инде күңелде ағыулап торған тойғоларҙы алып ташлағандан һуң, барыһы ла үтте (Ысынлап та, ҡаршыбыҙҙа балаларса бер ҡатлы, саф күңелле кеше ултыра. Йөҙөнә ҡарап, ҡасандыр кемгә лә булһа үпкә һаҡлағандыр тип әйтерлек түгел. – Авт.).
“Шоңҡарҙар”. Минең һорауым үә комплиментым бар. Һеҙҙе рус шағиры Борис Пастернакка оҡшатам. Ул да үҙен музыкант булараҡ та күрһәткән, бик күп телдәр үҙләштергән. Шуғалыр ҙа башҡорт Пастернагы тип атағым килә һеҙҙе. Быныһы – комплимент. Ә һорауым былайыраҡ: башҡаларға мәғлүм булмаған тағы ла ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ бармы? (Әйткәндәй, был һорауҙы журналыбыҙҙың йәш дуҫы Вадим Йомабаев яңғыратты. Маэстроны “Ант” төркөмөнөң әлеге һөйләшеүҙән бер нисә көн алда үткән концертында тәүге тапҡыр күреп, хайран ҡалған һәм уның менән әңгәмә көтөләсәге хаҡында ишетеп ҡалып, килеп тә еткән. – Авт.)
Рим Хәсәнов. Юғары технологиялы әйберҙәрҙе яратам. Смартфондар булһынмы, планшетмы – һәр техник яңылыҡ хаҡында хәбәрҙармын. Ейәнемә лә йоҡто был сирем. Ә бит, уйлап ҡараһаң, киреһенсә булырға тейеш һымаҡ. Күрәһегеҙме (түш кеҫәһенән айфонын сығарып күрһәтә. - Авт.), күптән түгел генә һатып алдым. Ысынлап та, шәп әйбер, егеттәр! Шедевр! Фотоға төшөрөү сифаты йәһәтенән хатта “зеркалка”ны ла алмаштыра!
Бала саҡта летчик булырға хыяллана инем. Йәшерәк булһам, һис уйлап тормайынса күнекмәләр яһап оҫтарып алып, дельтапланда осор инем.
“Шоңҡарҙар”. Ижад иткән һәр әйберегеҙ ҙур һорау менән ҡулланғас, йәшерәк саҡта йондоҙ ауырыуына тарыманығыҙмы?
Рим Хәсәнов. Юҡ. Ауыл малайы бит мин. Әгәр йондоҙ ауырыуына тарый ҡалһам, һис шикһеҙ, башҡалар һымаҡ эсеп, ҡыҙҙар менән йөрөп, тағы ла әллә нәмәләр ҡыланып, күптән инде донъя менән хушлашҡан булыр инем.
“Шоңҡарҙар”. Әйткәндәй, ғүмерегеҙ буйына бер ҡатын менән йәшәнегеҙ. Билдәле шәхестәр араһында һирәк күренеш, шулаймы?
Рим Хәсәнов. Эйе, һирәк күренеш. Әммә ҡатындарын айырып, йәш кәләш алыусыларҙың барыһы ла көнләшә минән. Үҙҙәренә ғүмер буйы йәшәрлек йәр эләкмәүенә, һәм дә биргән вәғәҙәләрен үтәргә түҙемлектәре етмәгәнгә йәндәре әрней. Йәшлек таңында, хәләлемдең сәскәләй матур сағында, үлгәнсе яратасаҡмын, ел-ямғырҙан һаҡлаясаҡмын, тип ҡолағына шыбырҙағанмын икән, тимәк, вәғәҙәмә ахырғаса тоғро ҡалам. Нисәмә йылдар буйы түҙеп йәшәгәнең өсөн рәхмәт инде һиңә, тип ҡайһы саҡта шаяртып та ала ҡатыным. Мин дә уға рәхмәтлемен.
“Шоңҡарҙар”. Ижадығыҙҙың тос өлөшөн театр музыкаһы тәшкил итә. Үҙ мәлендә хатта һеҙҙең йырҙарҙы тыңлар өсөн генә лә спектаклдәргә йөрөүселәр булғандыр. Бөгөн театрҙар менән хеҙмәттәшлек бармы?
Рим Хәсәнов. 7 йыл республикала булмау араларҙы өҙҙө. Театрҙар башҡа авторҙар менән хеҙмәттәшлеккә күсте. Хәҙер уларҙың үҙ кешеләре. Әммә бәйләнеште тергеҙергә теләүселәр бар. Сөнки минең менән эшләүе ни тиклем уңайлы икәнлеген иҫләйҙәр әле. Шулай булғас, хеҙмәттәшлектең дауамы булыр, тигән өмөттәмен.
“Шоңҡарҙар”. “Иртәнге томан” көйө хаҡында һорағыбыҙ килә. Ул иҫ киткес еңел дә, ифрат моңло ла. Шундай бөйөк әйберҙе ижад итер өсөн ниндәй халәттә булыу кәрәк икән? Шул саҡтағы күңел торошоғоҙҙо хәтерләйһегеҙме?
Рим Хәсәнов. Бик күп йылдар элек яҙылды “Иртәнге томан”. Ул саҡта драматург Фәрит Богданов та иҫән ине әле. Уның “Күпер” исемле пьесаһы өсөн ижад ителде ул. Спектаклдә шундай эпизод бар ине: күктән томан төшә лә, ике кеше бик яҡын килгәс кенә бер-береһен күрә башлай. Шул мәлдә улар элек бергә тыңлаған музыка яңғырарға тейеш. Көйҙөң яҙылыу тарихы ошо ваҡиғалар менән бәйле.
“Шоңҡарҙар”. Моң тыуғас, көй тыуғас, йыр тыуғас, күңелдә нимә ҡала һуң?
Рим Хәсәнов. Төрлөсә була. Йыш ҡына барлыҡ кисерештәреңде, тойғоларыңды, һәләтеңде тотошлайы менән шул әйбергә һалаһың да, үҙең бөтөнләй хисһеҙ килеш ҡалаһың. Күңелдә бушлыҡ ҡына хөкөм һөрә. Шундай мәлдәрҙә, депрессияға бирелеп, эсеп йыуаныс тапҡан ижад кешеләрен дә аңлай алам. Иң мөһиме, ундай хәлдәр йыш ҡабатланып, ауырыуға әүерелмәһен.
“Шоңҡарҙар”. Башҡаларҙан айырылып торған иң үҙенсәлекле һыҙатығыҙ?
Рим Хәсәнов. Кешегә ярай белмәү. Мөнәсәбәттәрҙе, дуҫлыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн кәрәк булғанда ла алдаша алмау. “Изге ялған” тип атайым мин ундай алдашыуҙы. Бына быныһына өйрәнәһем бар әле.
“Шоңҡарҙар”. Рим Хәсәнов бөгөн ҡиммәтле композитормы?
Рим Хәсәнов. Ниндәй генә яҡшы композитор булһаң да, тейешенән артыҡты бирмәйәсәктәр. Әйтәйек, Мәҙәниәт министрлығында симфония 88 мең һум тора. Әҙерәк түләүҙәре лә ихтимал. Ә ул бер йыллыҡ эш. Сәнғәттә лә, сәнәғәттәге һымаҡ ул, композитор көн дә иртән тора ла үҙ эшенә тотона. Тамашасыны бер сәғәт дауамында ялҡытмаҫлыҡ, ҡыҙыҡлы, зауыҡлы музыка ижад итеү өсөн шулай эшләү талап ителә.
“Шоңҡарҙар”. Ә йырҙарығыҙ ни хаҡ? Әйтәйек, Раймонд Паулс бер йыры өсөн 35 мең евро һорай икән, тип тә яҙғайнылар.
Рим Хәсәнов. Уға шунса түләй алғандар ғына заказ бирәлер инде. Ә беҙҙекеләр ундай аҡсаны ҡайҙан алһын? “Һыйлармын мин һине, Рим ағай” тиеүҙән уҙа алмаясаҡтар. Барыһы ла йырсының матди мөмкинлегенә бәйле.
“Шоңҡарҙар”. Тимәк, һеҙ йырҙарығыҙҙы бушҡа бирергә лә риза?
Рим Хәсәнов. Эйе, талантлы йырсы хаҡына, тамашасы хаҡына, моң хаҡына…
Ошо һүҙҙәрҙән һуң Рим ағай ҡулына гитараһын алды. Быныһы иһә “Самауыр”ҙың әңгәмә өсөн тәғәйенләнгән өлөшө тамамланыуына ишара ине. Артабан маэстро башҡарыуында инеш һүҙҙә телгә алынған йырҙарҙың барыһын да тыңларға насип булды беҙгә. Бынан тыш, һуңғы йылдарҙа яҙылған бер нисә әйберен һәм Австралия сәләме итеп, инглиз телендәге йырын да яңғыратты ул (Рим Хәсәновтың видеояҙмаларын ошо һылтанма буйынса - https://vk.com/shonkarrb - журнал төркөмөндә таба алаһығыҙ). Яҙманы Рим Хәсәновтың Назар Нәжми шиғырына ижад иткән йырындағы һүҙҙәр менән тамамлағы килә. Миңә ҡалһа, бөгөнгө моңло “Самауыр” табыны ахырына яҡынлашҡанда, унда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тап шул йырҙың, нәҡ ошо юлдарҙың тулҡынына көйләнгәйне һәм уларҙы күңелдән генә ҡабатлай ине:
Аяҙ көндә йылмайыуың миңә
Ҡәҙерлерәк бөтөн бүләктән,
Кешеләргә бер йылмайыу етә,
Ул йылмайыу булһа йөрәктән.
Ул йылмайыу булһа йөрәктән…