Тамара Танһыҡҡужина — Рәсәй шашисткаһы, халыҡ-ара шашка буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер. 1978 йылдың 11 декабрендә Яр Саллы ҡалаһында тыуған. Һәләтле ҡыҙ Ишембай ҡалаһындағы Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге икенсе республика башҡорт гимназия-интернатында белем ала, шашка клубында шөғөлләнә. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай. 2002 йылдан Өфө ҡалаһында йәшәй.
Күптәнге ниәтебеҙ тормошҡа ашты. Ниһайәт, “Самауыр”ға танылған замандашыбыҙ һәм милләттәшебеҙ, халыҡ-ара шашкалар буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужинаны саҡырҙыҡ. Бығаса “Шоңҡар”сылар билдәле спортсы хаҡында ишетеп кенә белде. Ғәжәйеп аҡыллы, итәғәтле, алсаҡ кеше тиҙәр Тамараны. Донъя чемпионының аҡыл кимәленең юғарылығына ҡарата шик тыумай ине, әлбиттә. Әммә бөтәһенән элек беҙҙе уның ихласлығы, илһөйәрлеге, телһөйәрлеге хайран итте. Аралашыу рус телендә үтер тип күҙалланһа ла, һис көтмәгәндә Тамара үҙе үк саф башҡортсалап, “йәгеҙ, йәмәғәт, нимә тураһында һөйләшәбеҙ?” тигән ҡәтғи һәм талапсан һорау яңғыратып ташланы. Уның был һүҙҙәре барыбыҙҙы ла ҡәнәғәт йылмайырға һәм геройыбыҙҙың туған теленә ҡарата ихтирамын үә тоғролоғон, оҙаҡ йылдар сит тарафтарҙа йәшәгән милләттәшебеҙҙең башҡортса камил һөйләшергә өйрәнеүгә күп көс һалыуын танырға мәжбүр итте. Шулай итеп, донъя чемпионы менән аралашыу ошондай күңелле һәм тулҡынландырғыс нотала башланып китте.
“Шоңҡар”ҙар. Тамара, үҙеңде уйын барышындағы һымаҡ хис итә алаһың. Әммә, күреүеңсә, бында таҡта ла, шашкалар ҙа юҡ. Бөгөнгө уйының төрлө йүнәлештәге һорауҙарға яуап ҡайтарып өлгөрөүҙән ғибәрәт булыр. Берҙән-бер үтенесебеҙ шул: һинән шашҡа таҡтаһы артындағы һымаҡ уҡ ихласлыҡ һәм хәрәмләшеүгә юл ҡуймау талап ителә.
Тамара Танһыҡҡужина. Бик яҡшы. Был минең өсөн әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ тип уйлайым.
“Шоңҡар”ҙар. Әйткәндәй, уйын мәлендә ысынлап та хәрәмләшергә тура килгәне юҡмы?
Тамара Танһыҡҡужина (ихлас йылмайып). Йәмәғәт! Һеҙ нимә? Әллә алдығыҙҙа Фэйр Плэй комитетының “Cпортта юғары намыҫлылыҡ өсөн” дипломы эйәһе ултырыуы хаҡында онотоп ташланығыҙ инде?! Аңғармаҫтан ғына ниндәйҙер хаталар яһап ҡуйған осраҡтар булыуы мөмкин. Әммә маҡсатлы рәүештә алдашырға, хәрәмләшергә һис ярамай беҙҙә. Уйын барышын камера күҙәтә. Электрон трансляция алып барыла.
“Шоңҡар”ҙар. Фигуристар, карьераһы тамамланғандан һуң, конькиҙарын сөйгә элә. Саңғысылар саңғыларын тышлығына кейҙереп балконға сығарып ҡуя. Спорт мөҙҙәте тамамланғандан һуң шашкасалыр нимә эшләй?
Тамара Танһыҡҡужина. Шашкалар ҡумтала килеш һатыла. Мин уларҙы һауытынан пакетҡа ауҙарам да ауыҙын бәйләп сумкаға ырғытам. Раритет шашкаларҙы күҙ уңында тотмайым. Ғәҙәти, үтә ҡиммәт булмағандары хаҡында һүҙ йөрөтәм. Улар, етмәһә, тиҙ үк юғалып бара. Шуға ла даими рәүештә сафтарын тулыландырып тороу талап ителә. Һәм ул пакетта шашкаларҙың бер генә комплект булмауы ла ихтимал. Ә ярыштарға үҙеңдең шашкаларың менән йөрөмәйһең.
“Шоңҡар”ҙар. Коллегабыҙ үҙенсәлекле генә һорау бирҙе. Яуап та оригиналь яңғыраны. Әммә һин һорауҙың асылына төшөнөп бөтмәнең, шикелле. Уға, шашкасылар спорт карьераһы тамамланғандан һуң үҙҙәрен нимәгә бағышлай, тигән мәғәнә һалынғайны булһа кәрәк.
Тамара Танһыҡҡужина. Беҙҙә шәхси мәктәп асыу системаһы яйға һалынмаған. Һәм был ысул үҙен аҡламаясаҡ та. Шуға ла спортсыларға карьераһы тамамланғандан һуң барыр ер юҡ, тип әйтһәң дә хата булмаҫ.
“Шоңҡар”ҙар. Шулай ҙа киләсәктә Башҡортостанда Тамара Танһыҡҡужинаның шашка мәктәбе эшләй башлаясаҡ тигән өмөт бармы?
Тамара Танһыҡҡужина. Әлегә ундай пландарым юҡ. Икенсенән, республикала берҙән-бер мәктәп булдырыу хаҡында ғына һүҙ йөрөтөргә ярамай. Эш исемдә түгел. Интеллектуаль спорт төрҙәрен пропагандалаусы дөйөм йүнәлеш йәйелдерелергә, төрлө үҙәктәр, түңәрәктәр эшләргә тейеш. Шул саҡта ғына һөҙөмтә күренәсәк. Шашка уйын ғына булып ҡалмаһын, йәмәғәтселеккә файҙа ла килтерһен ине. Юғиһә, халыҡ араһында интеллектуаль уйындарҙы һанға һуҡмау күренеше йәшәп килә. Нәҡ шашка, шахмат һәм аҡылды эшкә егеүҙе талап иткән башҡа әйберҙәр менән шөғөлләнеүҙе үҫештең берҙән-бер юлы тип атарға ла мөмкин. Ә кешенең ижади мөмкинлектәре сикһеҙ. Әйтәйек, данлыҡлы архитектор Антонио Гаудиҙы ғына алайыҡ. Барселонала саҡта уның ижад емештәрен күреп хайран ҡалдым. Бер кеше үҙенең аҡылы һәм фантазияһы ярҙамында эре корпорацияны алмаштырған. Шуға ла ҡаҙылма байлыҡтар һәм нефть сығарыуҙы, йылына күпмелер центнер иген игеп, әллә нисәмә тонна һөт һауып алыуҙы маҡсат итеп ҡуйыу менән генә сикләнергә ярамай, ә ниндәйҙер абстракт идеяны үҫтереп, тормошҡа ашырырға ынтылыу ҙа мөһим. Сөнки уның файҙаһы күберәк буласаҡ. Эйе, республиканың байтаҡ мәктәптәрендә, башлыса башҡорт гимназияларында, шашка секциялары эшләп килә. Түңәрәктәрҙә ҙур теләк менән шөғөлләнеүсе балалар ҙа етерлек. Әммә Удмуртияла, мәҫәлән, интеллектуаль спорт төрҙәре менән ҡыҙыҡһыныусылар һаны күпкә артығыраҡ. Ишетеп белеүемсә, унда теүәл фәндәрҙән насарыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусыларҙы шахматҡа йәки шашкаға ылыҡтырыу һәм шул юл аша баланың логик фекерләү ҡеүәһен үҫтереү тәжрибәһе уңышлы алып барыла.
Бынан тыш, интеллектуаль уйын төрҙәре инсультты кисектереүгә булышлыҡ итә. Сөнки ул мейе капилярҙарын көсөргәнештә тота. Табиптар хатта ошо сирҙе үткәргән ҡайһы бер ауырыуҙарға еңел интеллектуаль әйберҙәр менән шөғөлләнергә, әйтәйек, пасьянс уйнарға йәки кроссворд сисергә тәҡдим итә.
“Шоңҡар”ҙар. Ғәҙәттә, билдәле шәхестәр, сәнғәт әһелдәре һәм шул иҫәптән ҡайһы бер спортсылар ҙа, төп эшмәкәрлеге тамамланғандан һуң сәйәсәткә килеүсән. Һеҙҙең ошо күренешкә ҡарашығыҙ?
Тамара Танһыҡҡужина. Тормошта һәр кешенең үҙ маҡсаты була бит. Сәйәсәткә лә ниндәйҙер уй-теләктәрҙе тормошҡа ашырыу ниәте менән, йәмғиәттәге теге йәки был күренешкә үҙҙәренең өлөшөн индерергә теләп, күңел саҡырыуы буйынса мөрәжәғәт итәләрҙер, күрәһең. Үҙемә килгәндә, халыҡ менән аралашырға, шашка уйынына ҡарата ҡыҙыҡһыныуы булғандарға ярҙам итергә, дәрестәр бирергә яратам. Әммә киләсәктә сәйәси эшмәкәрлек алып барырға ниәтем юҡ. Сөнки кеше мөмкинлектәренән сығып эш итергә бурыслы. Сәйәсмәндең мотлаҡ рәүештә тәҡдим итер идеяһы һәм уны тормошҡа ашырырлыҡ мөмкинлеге булырға тейеш.
“Шоңҡар”ҙар. Ҡатын-ҡыҙ логикаһы хаҡында күп бәхәстәр йәшәй. Ир-ат шовинизмы гүзәл затта логиканың бөтөнләй булмауы хаҡында һөйләй. Әммә һин үҙеңдең күп йыллыҡ хеҙмәтең менән бының киреһен иҫбатлайһың. Нисек уйлайһың, Тамара, тормошта ҡатын-ҡыҙ логикаһына урын бармы, юҡмы?
Тамара Танһыҡҡужина. Ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте менән йомшаҡ зат. Шуға ла уларҙа хис тойғолар өҫтөнлөк итә. Әлбиттә, был фекерҙе ер йөҙөндәге барлыҡ инә енес вәкилдәренә ҡарата ҡулланырға ярамай. Ирҙәрҙең дә, ҡатындарҙың да төрлөһө осрай. Ғөмүмән, нәфис зат менән логика төшөнсәһе бер-береһенән алыҫ тора тип әйтеү урынһыҙ. Сөнки һуңғы ун йыллыҡта сәйәсмәндәр, миллиардерҙар һәм спортсылар араһында ла ҡатын-ҡыҙҙар һаны арта.
“Шоңҡар”ҙар. Һәр ваҡыт логикаға таяныу, комбинациялар сисеү хис-тойғоларҙы юҡҡа сығарып, кешене һалҡын ҡанлыға, иҫәпселгә әйләндермәйме?
Тамара Танһыҡҡужина. Барыһын да логикаға ғына бәйләү дөрөҫ булмаҫ. Шашка – ул фән, спорт һәм сәнғәт, тиҙәр. Был бик урынлы фекер. Ысынлап та, әгәр ҙә һин уйындың төрлө варианттарын, ниндәйҙер теоретик принциптарҙы белмәйһең икән, нимәгәлер өлгәшә алмаясаҡһың. Спортҡа бәйле сифаттарҙың – тырышлыҡтың, ихтыяр көсөнөң, сәмдең булмауы ла уйынсыға ҡамасаулай. Йәнә шашкасыларға уйлап табыу һәләте лә кәрәк. Быныһы инде сәнғәт менән сиктәш.
“Шоңҡар”ҙар. Тимәк, шашка таҡтаһы артына ултырған кеше ижад менән дә шөғөлләнә?
Тамара Танһыҡҡужина. Әлбиттә. Әгәр ҙә шаблон ғына уйнап ултырһаң, еңә алмаясаҡһың. Ярышташыңды сығырынан сығарыу һәм уны даими көсөргәнештә тотоу өсөн нимәлер уйлап табыу талап ителә. Ә быға стандарт булмаған аҙымдар ярҙамында ғына өлгәшергә мөмкин. Көслөрәк икәнеңде иҫбатлар өсөн, һиңә яңынан-яңы асыштар кәрәк. Был йәһәттән йыш ҡына психологияны файҙаланаһың. Әйтәйек, кәйефең ҡырылып, уйланған кеше булып ҡыланаһың.
Шоңҡарҙар. Һинең өсөн шашка нимә ул: уйынмы, аҡса килтерә торған шөғөлмө, эшме, ижадмы?
Тамара Танһыҡҡужина. Аҡса килтерә торған шөғөл дә, эш тә, ижад та. Һәм ул теҙмә бының менән генә сикләнмәй. Ошо өлкәгә килеп күп дуҫтар таптым, шәхес булараҡ формалаштым. Мәктәп һәм институт йылдарында шашкалар миңә донъя буйлап сәйәхәт итеү мөмкинлеге бирҙе. Хәҙер инде аҡса килтерә торған шөғөл булып тора. Ваҡыт уҙған һайын ул миңә төрлө яҡтан асыла килә.
“Шоңҡар”ҙар. Ҡасандыр, донъя чемпионы булам тигән маҡсатыңды тормошҡа ашырыр өсөн, көнөнә нисәлер сәғәт шөғөлләнеү талабын ҡуйғанһың. Бөгөн һинең алдыңда ниндәй маҡсат һәм ниндәй талаптар тора?
Тамара Танһыҡҡужина. Ул саҡта үҙемә көнөнә һигеҙ сәғәт шөғөлләнергә кәрәк, тигән талап ҡуйғайным. Тырышлығым һөҙөмтә бирмәй ҡалманы. Әлбиттә, был ритмда оҙаҡ эшләү мөмкин түгел ине. Сөнки мәсьәләләр сисеү аҡыл көсөргәнешлеге талап итә. Йыл ярым ваҡыт шул рәүешле үтте. 18 йәшемдә үҫмерҙәр араһында донъя чемпионы исемен яуланым. Һәм ул миңә ниндәйҙер көс бирҙе, артабанғы уйындарҙа ла беренселеккә өлгәшә алырыма ышаныс уятты. Чемпион исеменә лайыҡ тип табылғандан һуң ярыштарға күберәк йөрөй башланым. Эш алымдары ла үҙгәрҙе. Бында, үрҙә әйтеп үтеүемсә, барыһы ла фән өлкәһендәге һымаҡ. Башта өйрәнәһең, артабан тәжрибә уртаҡлашыу башлана. Ә ул иһә ярыштар барышында, башҡаларҙың уйынын анализлау һөҙөмтәһендә туплана. Һуңынан шуларҙы файҙаланып ҡына еңергә лә була.
Хәҙер ул тиклем ҙур маҡсаттар ҙа, талаптар ҙа ҡуймайым тип әйтергә лә мөмкин. Эшләйем генә. Автобиографик китабымды тамамлап киләм. Әммә уны үҙем уйындан киткәс кенә сығарырмын тигән фекерҙәмен. Йәнә телевидение менән берлектә шашка буйынса проект булдырыу ниәте бар.
“Шоңҡар”ҙар. Алдыңа мотлаҡ рәүештә шунса тапҡыр донъя чемпионы булырға тейешмен, тигән маҡсат ҡуйғаның юҡмы?
Тамара Танһыҡҡужина. Юҡ. Еңеүҙәр ҙә, еңелеүҙәр ҙә тәбиғи күренеш. Тормош бит. Ваҡиғаларҙың ниндәй боролош алырын белеү мөмкин түгел. Әлегә тағы ла бер мәртәбә чемпион булырға яҙһын ине тим. Сөнки тиҙҙән бөгөнгө көндә Францияла йәшәүсе Украина спортсыһы Дарья Ткаченко менән матч көтә. Алдағы ярыштарҙа ул мине еңеп килде. Уға “бурысымды” ҡайтарырға иҫәбем бар. Шул ғына. Ә көйәрмәндәр, әлбиттә, алдынғылыҡты бирмәүҙе талап итә. Һәм еңелеүҙәр уларҙың хәтерендә оҙаҡҡа һаҡланып ҡала. Хәҙер инде бишенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яулап, ул хатаны ҡаплап ҡуйһам да, ике йыл элек булған уңышһыҙ уйыным хаҡында һаман да хәтергә төшөрөүселәр бар.
“Шоңҡар”ҙар. Һине сит илгә саҡырғандары булдымы? Һәм ҡайҙалыр күсеп китеүең ихтималмы?
Тамара Танһыҡҡужина. Китергә теләһәң – юл асыҡ. Дәүләт ярҙамы ла бар. Бының өсөн хатта саҡырыу ҙа мотлаҡ түгел. Әммә алдыма ундай маҡсат ҡуймағанмын.
“Шоңҡар”ҙар. Сер булмаһа әйт әле, һине бында нимә тота?
Тамара Танһыҡҡужина. Ете-ят тарафҡа күсеп йәшәүҙең мәғәнәһен күрмәйем. Берҙән, сит илдәге һәм беҙҙәге килемдең дәүмәле бер үк кимәлдә. Икенсенән, матди байлыҡты башҡа ҡиммәттәрҙән өҫтөн ҡуйырға ярамай. Минең өсөн үҙемде уратып алған мөхит ҡәҙерлерәк. Дуҫтарымдан, туғандарымдан, коллегаларымдан айырылырға теләмәйем. Өсөнсөнән, сит илгә күсеп китеп барһаң, ошоға тиклемге тормошоңдо юйып ташлап, һәммәһен дә яңынан башларға тура киләсәк. Ә быны мин экстремаль юл тип иҫәпләйем.
“Шоңҡар”ҙар. Шашка менән ҡыҙыҡһыныусыларға ярҙам итергә әҙермен тинең, тренерлыҡ эшмәкәрлеге хаҡында уйланғаның бармы?
Тамара Танһыҡҡужина. Тренер булып китеүем ихтимал. Әммә әлегә ул эште алып бармайым. Күп йөрөргә тура килә бит. Ә тренерға уҡыусылары менән өҙлөкһөҙ аралашыу талап ителә. Шуға ла мөмкинлегемдән сығып, семинарҙар ғына уҙғарам.
“Шоңҡар”ҙар. Шахмат уйыны ҡыҙыҡһындырмаймы?
Тамара Танһыҡҡужина. Бала саҡта шахмат менән дә мауыҡтым. Тик кеше яҙмышы бәләкәй генә киҫәктәрҙән төҙөлә. Бер мәлде күршем шашка түңәрәгенә яҙылды. Мин дә уға эйәрҙем. Ул бер йылдан һуң шашкалар хаҡында бөтөнләй онотто. Ә мин ташлай алманым. Шулай ҙа яртышар йыл уйнамай торған саҡтарым булғылай ине. Шахмат шашканан айырыла. Минеңсә, шашка – һуғыш, ә шахмат – сәйәсәт уйыны моделе. Шахматта, шартлы рәүештә әйткәндә, кемделер ҡыҫырыҡлап сығарырға, бер яҡ ситкә этеп ҡуйырға йәки уңайһыҙ хәлдә ҡалдырырға мөмкин. Ошо маҡсат өсөн фигураны ҡорбан итергә лә була. Шашкала иһә “берәү – бөтәһе, бөтәһе берәү өсөн” принцибы ҡулланыла. Тағы ла шуны әйтер инем, балалар өсөн шашка еңелерәк бирелә. Ә шахмат – ололар уйыны. Сөнки ул теоретик әйбер, феноменаль хәтер талап итә.
“Шоңҡар”ҙар. Шашистарҙың шахматистар алдында икенсе сортлылыҡ комплексы юҡмы?
Тамара Танһыҡҡужина. Икенсе сортлылыҡ тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Әммә ҡайһы бер региондарҙа улар араһында ниндәйҙер ҡаршылыҡлы мөнәсәбәттәр бар. Көнәркәшлек тип әйтергәме? Шахмат шашкаға ҡарағанда киңерәк таралған. Был нимә менән аңлатыла һуң? Шашканың 100-ҙән ашыу төрө бар. Һәм ҡағиҙәләре лә айырыла. Шуға ла беҙҙә шахматтағы һымаҡ берҙәмлек юҡ.
“Шоңҡар”ҙар. Компьютерҙа шашка уйнарға тура киләме?
Тамара Танһыҡҡужина. Юҡ. Сөнки миңә кешенең психологияһын тойоу мөһим. 4 сәғәт дауамында бер-береңә текләп ултырғанда ярышташыңдың кәйефен, уның ниндәй схема буйынса уйнарға теләүен, ысынбарлыҡтан алыҫмы-юҡмы икәнлеген, таҡта менән бәйләнеште юғалтыу-юғалтмауын тояһың. Ә компьютерҙа былар юҡ. Һин машина менән генә уйнайһың. Әлбиттә, ниндәйҙер вариантты үҙләштереп алырға мөмкин. Әммә башҡа бер файҙаһын да күрмәйем.
“Шоңҡар”ҙар. Ярыштарға нисек әҙерләнәһең?
Тамара Танһыҡҡужина. Төрлөсә була. Барыһы ла ярыштың кимәленә бәйле. Ҡайһы берҙәренә әллә ни әһәмиәт бирмәйһең. Мөһимерәктәренә етди ҡарайһың: бер нисә ай дауамында әҙерләнәһең, үҙеңде рухи яҡтан көйләйһең.
“Шоңҡар”ҙар. Хәрәкәт талап иткән ниндәй спорт төрҙәрен үҙ итәһең?
Тамара Танһыҡҡужина. Үҙ ваҡытында теннисҡа, футболға ҡарата ҡыҙыҡһыныуым бар ине. Әле иһә йүгерәм. Ярыштар араһындағы тәнәфестә лә тирә-йүндәгеләрҙе күҙәтә-күҙәтә шәп-шәп атлап йөрөп алам.
“Шоңҡар”ҙар. Донъя чемпионының шәхси тормошҡа ваҡыты ҡаламы?
Тамара Танһыҡҡужина. Һәр ваҡыт юлда йөрөргә тура килгәс, тыныс ҡына йәшәү тәтемәй. Әммә шәхси тормошҡа бөтөнләй ваҡыт ҡалмай тип әйтә алмайым.
“Шоңҡар”ҙар. Алыҫ юлда йөрөп ҡайтҡандан һуң нисегерәк ял итәһең?
Тамара Танһыҡҡужина. Артығыраҡ йоҡлап ташлау – минең өсөн иң яҡшы ял.
“Шоңҡар”ҙар. Тамара Танһыҡҡужинаны ҡасан да булһа күлдәктә күрә алырбыҙмы?
Тамара Танһыҡҡужина. Күлдәктәрҙе рәсми сараларға кейәм. Ә ҡәҙимге көндәрҙә, бигерәк тә ҡышҡыһын, салбарға өҫтөнлөк бирәм. Етмәһә, һигеҙенсе йыл инде машина йөрөтәм.
“Шоңҡар”ҙар. Автомобилеңдең маркаһы хаҡында ла белергә теләр инек…
Тамара Танһыҡҡужина. Toyota Corolla. Йылдың яртыһы ярыштарҙа үткәс, руль артына йыш ултырмайым.
“Шоңҡар”ҙар. Онлайн-шахмат менән шашкаға ҡарашың?
Тамара Танһыҡҡужина. Яҡшы ҡараштамын. Әммә үҙем уйнамайым. Был алымды ҡайһы бер кешеләр идеялар эҙләү өсөн ҡуллана. Үҙҙәрен күрһәтмәйенсә генә унан-бынан тәжрибә йыялар. Хатта профессиональ спортсылар ҙа ошо аҙымға мөрәжәғәт итә.
“Шоңҡар”ҙар. Уңышҡа өлгәшер өсөн шашист ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
Тамара Танһыҡҡужина. Ҡайһы ғына өлкәгә ҡараһағыҙ ҙа, ниндәйҙер уңыштарға өлгәшергә теләһәгеҙ, көндәр дауамында ултырып эшләй белеү кәрәк. Барыһы ла тырышлыҡ һәм хеҙмәт менән генә яулана.
“Шоңҡар”ҙар. Шашкалар миңә күпте бирҙе тинең, ошо өлкәгә килеп нимә юғалттың? Шул хаҡта уйланғаның бармы?
Тамара Танһыҡҡужина. Эйе, ысынлап та, был шөғөлөм миңә күпте бирҙе. Әммә бөтәһе лә бер юлы яуланманы. Әлбиттә, юғалтыуҙар ҙа булды. Күп нәмәләрҙән баш тартырға тура килде. Әйтәйек, йәштәштәрем менән клубтарҙа, дискотекаларҙа күңел асыуҙан. Хатта үҙ яйыма ғына урамда йөрөгән саҡтарым да булманы тиерлек.
“Шоңҡар”ҙар. Тормоштағы мәсьәләләрҙе лә логикаға таянып хәл итәһеңме, әллә йөрәк ҡушыуы буйынса йәшәргә тырышаһыңмы?
Тамара Танһыҡҡужина. Ер йөҙөндә төрлө кешеләр бар. Тыумыштан уҡ һиҙемләү тойғоһо көслө булғандар ҙа осрай. Бәғзеләр интеллектуаль әйберҙәр менән дә шөғөлләнмәй, әммә һәр саҡ айыҡ аҡылда була. Шулай уҡ логикаға ғына таянып ҡарар ҡабул ҡылыусылар ҙа юҡ түгел. Әммә был алымдың гелән уңыш килтермәүе лә ихтимал. Сөнки ҡапыл ғына көтөлмәгән хәлдәр килеп тыуыуы бар. Шуға ла, минеңсә, тормоштағы мәсьәләләргә төрлө күҙлектән ҡарарға кәрәк. Йәғни бер үк ваҡытта интуицияға, айыҡ аҡылға һәм логикаға мөрәжәғәт итеү яҡшы.
“Шоңҡар”ҙар. Ир-атҡа ҡарата ҡуйған төп талабың?
Тамара Танһыҡҡужина. Ғөмүмән, кешегә талаптар ҡуймайым. Сөнки күптәрҙең холҡо ситуацияға ҡарап үҙгәрә алыуы минең өсөн тәбиғи күренеш. Әммә дуҫлыҡ төшөнсәһенә етди ҡарайым. Уларға талабым ҡаты. Дуҫ булыу иңгә ҙур яуаплылыҡ һала. Дуҫлашырға икән – дуҫлашырға. Һәр кемде лә ысын дуҫ тип атап булмай бит. Минең өсөн ул әхирәткә ҡарағанда ла яҡыныраҡ кеше.
“Шоңҡар”ҙар. Донъя чемпионының иртәһе нимәнән башлана?
Тамара Танһыҡҡужина. Тораһың да сәйгүн ултыртаһың (Авторҙан: әлеге яуабы менән Тамара беҙҙе йәнә йылмайтты. Һөйләшеү барышында ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, әленән-әле диалектҡа күсеп китә. Был,
әлбиттә, әңгәмәсебеҙҙең ябайлығын, “йондоҙ ауырыуы”нан азат булыуын дәлилләй. Уның ваҡыты-ваҡыты менән ҡапыл ғына әйтеп ысҡындырған һүҙҙәренә битараф ҡалыу мөмкин түгел ине. Геройыбыҙ ҙа беҙгә ҡушылып рәхәтләнеп көлөп алды һәм бер аҙҙан етди тауыш менән һүҙен дауам итте). Төрлөсә була инде. Элегерәк йога менән шөғөлләнә инем. Тағы ла көн дауамында нимәләр эшләргә кәрәклеген яҙа һалып, ул ҡағыҙҙы һыуытҡысҡа беркетеп ҡуя торған ғәҙәтем бар. Бөгөнгө көнөм һеҙҙең редакциянан башланды, тип әйтергә лә мөмкин.
“Шоңҡар”ҙар. Һине нимә сығырыңдан сығара, асыуландыра ала?
Тамара Танһыҡҡужина. Рәхмәтһеҙлектер. Мине асыуландырырға ярамай. Шырпы кеүек тоҡанам.
“Шоңҡар”ҙар. Ниндәй жанрҙағы киноларға өҫтөнлөк бирәһең?
Тамара Танһыҡҡужина. Кино ҡарамайым. Өйҙә бөтөнләй телевизор ҡабыҙмайым тиерлек. Үтә һәйбәт тәҡдимдәр булһа, кинотеатрға барып ҡайтам.
“Шоңҡар”ҙар. Ә ниндәй музыкаға өҫтөнлөк бирәһең?
Тамара. Махсус рәүештә музыка тыңламайым. Машинала йөрөгәндә “Европа плюс” һәм “Юлдаш” радиоларын ҡабыҙам.
“Шоңҡар”ҙар. Башҡортса китаптар уҡыйһыңмы?
Тамара Танһыҡҡужина. Элегерәк, телде бөтөнләй белмәгән саҡта, уҡый торғайным. Хәҙер гәзит-жруналдар ҡараштырып сығыу менән сикләнәм. Ә былай, әсәйем менән һәр саҡ башҡортса һөйләшәбеҙ. Ул байтаҡ йылдар инде Яр Саллы ҡалаһында йәшәй. Телде яҡшы үҙләштереүемдә олатайым менән өләсәйемдең дә өлөшө ҙур булды. Улар Күгәрсен районының Аралбай ауылында ғүмер кисерҙе. Хәҙер икеһе лә мәрхүм инде
“Шоңҡар”ҙар. Сит телдәрҙә лә яҡшы һөйләшәһеңме?
Тамара Танһыҡҡужина. Әлегә бер телгә лә ныҡлап тотонғаным юҡ. Шулай ҙа инглизсә бер аҙ һөйләшәм. Киләсәктә сит телдәрҙе өйрәнергә иҫәбем бар.
“Шоңҡар”ҙар. Ситтә йөрөгәндә үҙеңде башҡорт милләтенән тип танытаһыңмы?
Тамара Танһыҡҡужина. Әлбиттә. Бөтә ерҙә лә башҡорт булып йөрөйөм. Спортсылар даирәһендә башҡорт шашка мәктәбе тигән төшөнсә лә бар бит. Ул күренеш киңәйгәндән киңәйә хәҙер. Халыҡҡа Олеся Абдуллинаның, Айнур Шәйбәковтың исемдәре лә яҡшы таныш. Әлиә Әминева, Айгөл Иҙрисова, Гөлназ Әбүбәкирва, Артур Байгилдин, Арыҫлан Мусин, Руфина һәм Регина Әйүповалар, һ.б. ошо өлкәлә уңышлы эшләй. Үҙенсәлекле тарихлы, бай традициялы, зыялы милләт вәкиле булыуым менән ғорурланам. Һәм үҙебеҙҙең республикаға бәйле пессимистик ҡарашты бүлешмәйем. Донъя тарихына күҙ һалһаң, буш ерҙән күтәрелер өсөн дә 20 йыл самаһы ғына ваҡыт талап ителеүен аңлайһың. Һуғыштан һуңғы Германияны, Японияны, Израилде, Сингапурҙы, йәки Ҡытайҙы ғына миҫалға килтерәйек. Бөгөн
Башҡортостанды билдәле бер критерийҙар буйынса алдынғы илдәрҙән артта ҡалған тип иҫәпләһәләр ҙә, төшөнкөлөккә бирелмәйем, ваҡыт уҙыу менән хәлдәр мотлаҡ яҡшы яҡҡа үҙгәрер тигән фекерҙәмен.
“Шоңҡар”ҙар. Тамара, һинең менән аралашыуы бик күңелле булды. Бигерәк тә телеңдең үҙенсәлеге, йыш ҡына диалектҡа күсеп китеүең оҡшаны. Һәм һөйләшеүебеҙ ҙә Өфөнөң Октябрь проспектында урынлашҡан “Шоңҡар” журналы редакцияһында түгел, ҡасандыр олатайың менән өләсәйең йәшәгән Аралбайҙа күмер самауыры сәйе артында үткәндәй тойолдо. Әңгәмәгә ваҡыт бүлеүең һәм ихласлығың өсөн рәхмәт! Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уйындарыңды күҙәтеп барырбыҙ. Еңеүҙәреңә (улар мотлаҡ буласаҡ) ҡыуанырбыҙ, еңелеүҙәрең булһа, аңларға тырышырбыҙ. Уңыштар һиңә!
Сәй артындағы һөйләшеүҙе Гөлшат ҠАҺАРМАНОВА ҡағыҙға күсерҙе.
Уйындың киң таралған дүрт төрө бар: рус, халыҡ-ара, Бразилия, Англия йәки Америка шашкалары.
Рус шашкалары. Был уйын өсөн 8 х 8 шаҡмаҡлы таҡта талап ителә. Уйынсылар һәр яҡтан тәүге өс рәткә 12 фишка теҙә. Уйын барышында шашкаларҙы буш торған ҡара шаҡмаҡтарға ғына ҡуйырға мөмкин. Шашка диагональ буйынса бер шаҡмаҡҡа алға йөрөй һәм алға ла, артҡа ла “ашай” ала. Шул уҡ ваҡытта диагональ буйынса ярышташының шашкаһы йәки дамаһы аша һикереп ике шаҡмаҡҡа хәрәкәт итә. Ябай шашка дамаға әүерелгәс, уйынды яңы хоҡуҡтарҙа дауам итә – ул диагональ буйынса төрлө йүнәлештә бер нисә шаҡмаҡҡа йөрөй ала. Рус шашкаларының маҡсаты – ярышташыңдың барлыҡ шашакаларын “ашау” йәки уға хәрәкәт итеү мөмкинлеге ҡалдырмау.
Халыҡ-ара шашкалар. Был уйын өсөн 10 х 10 шаҡмаҡлы таҡта кәрәк. Уйынсылар һәр яҡтың тәүге дүрт рәтенә 20 фишка теҙә. Ябай шашкалар алға һәм артҡа йөрөй ала, дама бер нисә шаҡмаҡҡа хәрәкәт итә һәм “ашай” ала.
Бразилия шашкалары. Бында 8 х 8 шаҡмаҡлы таҡта талап ителә. Уйынсылар һәр яҡтың тәүге ике рәтенә 12 шашка теҙә. Ҡалған шарттары халыҡ-ара шашкаларҙыҡына тап килә.
Англия йәки Америка шашкалары. Был уйындың икенсе исеме – чекрес. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 8 х 8 шаҡмаҡлы таҡта кәрәк. Уйынсылар тәүге өс рәттәге ҡара шаҡмаҡтарға 12 фишка теҙә. Ябай шашкалар диагональ буйынса бер шаҡмаҡҡа хәрәкәт итеп, алға ғына “ашай” ала, дама диагональ буйынса алға һәм артҡа бер шаҡмаҡҡа йөрөй һәм бер шаҡмаҡ аша төрлө йүнәлештә “ашай” ала.