Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Бәхетле булыу өсөн кемделер бәхетле итергә кәрәк!”

Нимә ул театр? Тамашасы ни өсөн унда бара һәм көлә, илай, моң һоулана, ярһый? Ниндәй арбаусы көсө бар был сихри донъяның? Беҙ сираттағы самауырыбыҙ янына Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, К. Станиславский исемендәге Рәсәй, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Олег Закир улы Хановты саҡырҙыҡ һәм сәхнә мэтрының бала сағына әйләнеп ҡайттыҡ, тормош һуҡмағының ошоғаса берәү ҙә белмәгән билдәһеҙ биттәрен астыҡ, мулла ҡушҡан исемен ишеттек, әлбиттә, ижад тураһында ла ихлас әңгәмәләштек.

Мәжит ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры – республикабыҙҙың төп мәҙәни усаҡтарының береһе. Уның художество етәксеһе лә ижад юлында утты һәм һыуҙы кискән шәхес. Ҡасандыр Баймаҡ ҡалаһының бәләкәй генә сәхнәһенән оло юлға аяҡ баҫҡан малай һуңынан Өфө, Ырымбур, Мәскәү, бихисап сит ил тамашасыларын әсир итә.
Нимә ул театр? Тамашасы ни өсөн унда бара һәм көлә, илай, моң һоулана, ярһый? Ниндәй арбаусы көсө бар был сихри донъяның? Беҙ сираттағы самауырыбыҙ янына Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, К. Станиславский исемендәге Рәсәй, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Олег Закир улы Хановты саҡырҙыҡ һәм сәхнә мэтрының бала сағына әйләнеп ҡайттыҡ, тормош һуҡмағының ошоғаса берәү ҙә белмәгән билдәһеҙ биттәрен астыҡ, мулла ҡушҡан исемен ишеттек, әлбиттә, ижад тураһында ла ихлас әңгәмәләштек.

“ВАҠЫТ БУЙЫНСА СӘЙӘХӘТ ИТЕҮ МАШИНАҺЫ ЛА КӘРӘКМӘЙ”
“Шоңҡар”ҙар. Олег Закир улы, йолаға әйләнеп киткән һорауыбыҙ – самауыр тигәс тә күҙ алдығыҙға ниндәй хәтирәләр баҫа? Олег Закир улы, йолаға әйләнеп киткән һорауыбыҙ – самауыр тигәс тә күҙ алдығыҙға ниндәй хәтирәләр баҫа?
Олег Ханов. Архангел районының Ҡыҙғы ауылында йәшәгән өләсәйем һәм уның самауыры “ҡылт” итеп иҫкә төштө әле. Әбейҙәр иртән торғас та сәй эсә бит. Уның да өҫтәлендә һәр ваҡыт шыжлап еҙ самауыр ултырыр ине. Шуға ҡарап йыш ҡына йөҙөмдө төрлөсә ҡыйшайтып ҡыланғаным иҫемдә. 13 кенә йәшенән кейәүгә сыҡҡан һәм ете балаға ғүмер биргән өләсәйемдең ҡан тамырҙары бүртеп торған ҡулдары менән сәй яһауы ла күҙ алдымда. “Өләсәй, ә минең ҡулдарым ҡасан һинеке һымаҡ буласаҡ?” – тип аптырата торғайным уны. “Эй, балам, булыр әле, булыр”, – тип яуап ҡайтарыр ине.
Әсәйем ошо ауылға ҡайтып мине тапҡан. Ҡыйғы районында тыуырға тейеш булғанмын – атайым менән әсәйем эшләгән театр шунда урынлашҡан. Әммә шул осорҙа уны тарҡаталар. “Атайың менән театр мөлкәтен баҙарға сығарып һаттыҡ та аҡсаһын хеҙмәткәрҙәргә тараттыҡ”, – тип һөйләгәйне Хәй ағай Фәхриев. Эйе, 1951 йылдың башы, ҡатмарлы осор, Бөйөк Ватан һуғышы бөтөүгә ни бары алты йыл ғына үткән. Атайым Баймаҡ театрына эшкә юллана. Ә йөклө әсәйемде кем алһын – тыуған ауылына ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалмай.
Миңә дүрт ай тирәһе булғанда уға телеграмма килеп төшә. “Театрҙа бер урын бушаны, тиҙ арала килеп ет, юғиһә эшһеҙ ҡалаһың”, – тип хәбәр итә атайым. Әсәйем мине, сабый ғына баланы, апайҙарының һәм өләсәйемдең ҡарамағына ҡалдыра ла Баймаҡҡа юллана.
Дүрт йәшкә тиклем шулар янында йәшәнем. Шул тиклем яратып үҫтерҙеләр, үҙемде атайымдан һәм әсәйемдән ситтә тип һис кенә лә хис итмәй инем. “Мөхәббәткә төрөп үҫтергәндәр, шуға ла һин бәхетле, шуға ла һин артист булып киттең”, – тип әйтер ине ололар.
Өләсәйемдең бер улы бала ғына саҡта вафат була, икенсеһе сәңгелдәктән йығылып зәғиф ҡала. Тәүге ейән булғас, мине ныҡ иркәләткәндәр. Сысҡан кимермәһен өсөн түбә таҡтаға элеп ҡуйылған мендәр тышлығы эсенән көн дә миңә икешәр печенье бирер булған магазинда һатыусы булып эшләгән Сәмиға апайым.
“Шоңҡар”ҙар. Өләсәйегеҙ оҙаҡ йәшәнеме?
Олег Ханов. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 70 йәшенә лә етмәйенсә фани донъяларҙы ташлап китте. Мин ул мәлдә Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡып йөрөй инем. Ниңәлер хәбәр итмәнеләр – йәнәһе, күңелемде һаҡлайҙар. Уҡыуҙан бүлдермәйек тип тә уйлағандарҙыр. Әлбиттә, һуңынан ҙур тетрәнеү кисерҙем.
Өләсәйем менән бәйле тағы бер ваҡиға хәтеремдә ҡалған. Ҡыҙғыға ҡайтҡандары һайын атайым һәм әсәйем менән китергә хыяллана торғайным. Баймаҡ ниндәйҙер серле донъя кеүек тойола. Бер мәл юлға сығырға ваҡыт етте. Йорт янына арба килеп туҡтаны. Былар менән китәм тип, эй шатланып йөрөгән булам. Ауыл малайҙары менән хушлашып бөттөм. Бер ваҡыт әсәйемдең иң өлкән апайы әүрәтеп өйгә алып инеп китте. Ленин һүрәте төшөрөлгән йәшел аҡсаны һуҙҙы ла: “Үҙең генә белгән урынға йәшереп ҡуй, һуңынан йәнең ни теләй, шуны һатып алырһың”, – тигән була. Нисә һум булғандыр, хәҙер хәтерләмәйем инде. Өй буйынса быны йәшерергә урын эҙләй башланым. Таба алмайым да ҡуям. Бер ваҡыт ихатала тауыш тынғандай булды. Тәҙрәгә ҡапландым – берәү ҙә күренмәй. Аҡсаны атып бәрҙем дә, урамға йүгереп сыҡтым. Йөрәгем дарҫ-дорҫ тибә. Атайым менән әсәйем ултырған арба боролошҡа инеп китеп бара ине. Тегеләрҙең артынан һыҡтай-һыҡтай йүгерәм. Шул ваҡыт өләсәйем мине тотоп ҡалды ла ҡытыршы ҡулдары менән башымдан һыйпай башланы. Үҙенең йөҙө буйлап күҙ йәштәре тәгәрәй... Шулай арбалағыларҙың урман эсенә инеп юғалғанын ҡарап тороп ҡалдыҡ.
“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” спектаклендә оҙаҡ ҡына Кендек роленә инеп китә алмай йонсоном. 27 йәшлек егеткә нисек бала булып килештерергә? Төрлөсә ҡыланып ҡарайым, барыбер килеп сыҡмай. Бер репетицияға Зәйтүнә апай Бикбулатова өләсәйемдеке кеүек яулыҡ ябынып сыҡҡан. Шул яулыҡты күреү менән тамағыма төйөр килеп тығылды. Бер мәл түҙмәнем, түгелеп илай башланым. Өләсәйем күҙ алдына баҫты һәм бала саҡҡа ишек асылғандай булды. Ғөмүмән, минең өсөн бик бәхетле роль булды Кендек. Ике сәғәт ярымға бала саҡ иленә инәһең дә китәһең. Ваҡыт буйынса сәйәхәт итеү машинаһы ла кәрәкмәй хатта…

“МИН БАРЫҒЫҘҘАН ДА ЯҠШЫРАҠ УЙНАЙ АЛЫР ИНЕМ!”
“Шоңҡар”ҙар. Тәүге тапҡыр театрға барғанығыҙҙы иҫләйһегеҙме?
Олег Ханов. Биш йәшемдә атайым менән әсәйем Баймаҡҡа алып ҡайтты. Бер осор үҙемде ҡунаҡтағы һымаҡ хис итеп йөрөнөм. Оҙаҡламай Ҡыҙғыға ҡайтып китермен кеүек. Юҡ, йәшәйбеҙ ҙә йәшәйбеҙ. Саҡ күнегеп киттем.
Бер көн Нәжиб Асанбаевтың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Рәйсә” спектакленә алып киттеләр. Ҡалдырырға кеше булмағандыр инде. Ағас ултырғыстар теҙелеп киткән һыуыҡ клубҡа барып индек. Сәхнәнең ике яғынан шаршау һалынып тора.
Бына спектакль башланды. Баймаҡ театры артистарының бөтәһе лә таныш – бер баракта йәшәй инек бит. Сәхнәлә йөрөй тегеләр, хатта бер ваҡыт атайым да килеп сыҡты. Ниңәлер улар үтә лә ҡыланып уйнай кеүек тойолдо. Бер ниндәй ҡыҙығын күрмәйем. Ышана алмайым да ҡуям.
Спектаклдә шундай урын бар – Рәйсә менән Фәйзи айырылыш ҡандан һуң, береһе – малайын, икенсеһе ҡыҙын үҙенә ала. Сәхнәлә таҡта менән арҡыс-торҡос ҡаҙаҡлап ҡуйылған ишек тора ине. Йәнәһе, малай һәм ҡыҙ бер-береһе менән шуның аша ғына аралаша, бергә уйнарға теләй. Бер мәл шул таҡтаны айырып алдылар бит былар. Был ваҡытта халыҡ түгелеп илай ине. Мин иһә иҫем китеп янымда һулҡылдаған тамашасыларҙы күҙәтәм. Шунан дәррәү алҡышҡа күмделәр. Һуңынан ошо ваҡиғаны Нәжиб Асанбаевҡа ла һөйләгәйнем. “Ҡара әле, малай, һин дә спектаклдәремде ҡарап үҫкәнһең бит!” – тип, эй шатланған булды мәрхүм. Театр менән тәүге танышлығым тураһында шундай хәтирә ҡалған.
“Шоңҡар”ҙар. Ә беренсе мәртәбә сәхнәгә сығыуығыҙ нисегерәк булды?
Олег Ханов. Йортобоҙҙа театр мөхите хөкөм һөрҙө. Атай менән әсәйгә эйәреп репетицияларға ла йөрөргә тура килде. Уның барышында күңелемдә ирекһеҙҙән: “Мин барығыҙҙан да яҡшыраҡ уйнай алыр инем!” – тигән тәкәббер тойғо уяна. Шулай яһалма уйнайҙармы инде, тип эстән генә асыуланам.
Сибай театры артистары ул ваҡытта спектаклде бер нисә тапҡыр ғына ҡалала уйнай ҙа гастролдәргә юллана ине. Ике-өс ай йөрөп ҡайталар. Минең атай менән әсәй ҙә ул саҡта гастролгә сығып киткәйне. Әсәйемдең апаһы менән генә йәшәп ятабыҙ. Ә ҡала клубында театрҙың икенсе бригадаһы спектакль ҡуя ине. Дуҫ малайҙар менән бер көн шунда киттек. Таныш артист ағай беҙҙе күреп ҡалды ла: “Йә, малайҙар, һеҙҙең өсөн дә спектаклдә ролдәр бар, сығып уйнап күрһәтегеҙ әле!” – тип сәхнәгә сығырға өгөтләй бит. Әлбиттә, риза булдыҡ. Ундай мөмкинлектән баш тартып буламы инде. Шулай ҙа йөрәк дарҫлап тибә. “Хәҙер нисек уйнарға кәрәклеген күрһәтәм!” – тип уйлайым. Ни тиһәң дә, бәләкәйҙән үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә йөрөнөм, әсәйем ҡуйған бейеү менән ҡала смотрына сыҡтым. Шуға ла ышанысым көслө булғандыр.
Бына сәхнәгә сыҡтыҡ та уйнай башланыҡ. Әммә ҡапыл ҡулдарымды һәм аяҡтарымды ҡайҙа ҡуйырға белмәнем дә ҡуйҙым. Ошо тойғо бер мәл тулыһынса ҡоршап алды. Унан ҡотолорға теләп нығыраҡ ҡыланған булам. Алйотланғанымды һәм былай уйнауҙың бөтөнләй килешмәгәнлеген эстән генә төшөнәм, әммә үҙем менән бер ни ҡыла алмайым.
Һуңынан, сәхнә артында, былар нимә әйтер икән тип, артистарҙы көтәбеҙ. Теге ағай бөтәбеҙҙе лә күккә күтәреп маҡтаған булды. Ә мин ышанманым. Киреһенсә, күңелемдә ниндәйҙер ауыр тойғо ҡалды. Тап ошо ваҡиғанан һуң мөмкинлектәрем хаҡында баҫалҡыраҡ фекерләй башланым.
“Шоңҡар”ҙар. Олег Закир улы, һеҙ Рәсәй һәм Башҡортостан театрҙарында сығыш яһаған артист. Меңдәрсә тапҡыр сәхнәгә сыҡҡанһығыҙ. Ошо сикле мөмкинлек тойғоһо ҡасан да булһа ҡабатланманымы?
Олег Ханов. Юҡ, ул тиклем үк оятҡа ҡалғаным булманы. Һәр спектакль хеҙмәт менән тыуа. Репетицияға ла ай ярым ваҡыт бирелә. Режиссерҙарың һәм партнерҙарың да алдашыуға йә яһалмалыҡҡа юл ҡуймай. Ғү меремдә бер генә роль булды – бөтә тәнем сәхнәгә сығыуға ҡырталашты.
“Шоңҡар”ҙар. Шул тиклем күңелегеҙгә ятмаған роль инеме ни?
Олег Ханов. Бәлә унда ла түгел. Материалдың яһалмалылығы тынғы бирмәй ине. Үҙең дә ышанмайһың, тама шасы ла ышанмай. Партнерҙарыңдың да тырышып алдашҡаны йыраҡтан күренә. Ә актерҙың һәр әйткәне күңел төбөнән сығырға тейеш. Аллаға шөкөр, шулай ҙа уның менән оҙаҡ яфаланманыҡ.

“МУЛЛА ҠУШҠАН ИСЕМЕМ ДӘ БАР”

“Шоңҡар”ҙар. Иң тәүге ролдәрегеҙҙе лә иҫкә алып үтегеҙ әле…
Олег Ханов. Тәүҙәрәк “Салауат” йә ”Ғәлиәбаныу” спектаклдәрендә массовкала ҡатнашыу ҙа оло шатлыҡ булды. Мэтрҙар менән бергә сәхнәгә сығыуҙан ғорурлыҡ кисерҙем. Яныңда ғына Арыҫлан Мөбәрәков, Зәйтүнә Бикбулатова, Роза Кәримова, Зинира Атнабаева, Шамил Рәхмәтуллин, Ғәзим Туҡаев, Рим Сыртланов – республикабыҙҙың сәхнә сәнғәтенә нигеҙ һалыусылар – уйнап йөрөй! Илшат Йомағолов, Хәмит Яруллин, шул уҡ ваҡытта үтә лә популяр Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева! Мөғжизәле ошо донъяға ҡатнашлығыңды тойоуҙан, сәхнә оҫтаһы булған ошо шәхестәр менән аралашыуҙан күңелдә аңлатҡыһыҙ ҡыуаныс тыуа ине.
Партнерҙарыма һәр ваҡыт ниндәйҙер кимәлдә ғашиҡ була торғайным. Зәйтүнә Бикбулатова, Гөлли Мөбәрәкова, Илһөйәр Ғизетдинова, Суфия Ҡорбанғәлиева, Нурия Ирсаева, ҡатыным Анфиса һәм башҡаларҙан һәр ваҡыт ниндәйҙер яҡтылыҡ бөркөлә ине – ғашиҡ булмау мөмкин дә булмағандыр. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Өфө сәнғәт институтында Сәхнә теле предметы буйынса уҡытҡайны. Шуға ла уның менән бергә сәхнәгә сыҡҡан һайын иңемә ҡанаттар үҫә ине.
“Шоңҡар”ҙар. Башҡарған ролдәре артистың тормошҡа ҡарашын үҙгәртә аламы? Яҙмышығыҙға һынылышлы йоғонто яһаған сығыштарығыҙ булдымы?
Олег Ханов. Айырым роль ғына фекерләүгә һәм тормошто аңлауға йоғонто яһамайҙыр. Барыһы ла йылдар дауамында туплана. Бер мәл Асҡын районында көн иткән ҡайныма һәм ҡәйнәмә бесән әҙерләшергә барҙым. Әммә ямғырҙар башланды. Шуға ла Муллаян Хафиз улы менән бәшмәк йыйырға сығып киттек. Урманда ҡаршыға бер ир осраны. Оҙаҡ ҡына текәлеп торғандан һуң ҡапыл киң йылмайып: “Ҡара әле, һин “Шомбай” ҙа инде”, – тимәһенме. Минең өҫтөмдә фуфайка, аяҡтарымда кирза итек, ауыҙымда тәмәке – ябай ауыл кешеһенән айырылмайым. Уңайһыҙ булып китте. Етмәһә, был ваҡытта Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исемен биргәйнеләр. “Юҡ, юҡ, яңылыштың, ул түгелмен, ниңәлер гел шуға оҡшаталар”, – тигән булдым. Был һынамсыл ҡараш ташланы ла китеп барҙы. “Балам, ниңә дөрөҫөн әйтмәнең?” – тип һораны ҡайным. Уңайһыҙланыуыма һылтандым да ҡуйҙым. “Кеше һинең менән осрашыуына ихлас шатланды, ә һин уның күңелен ҡыйырһыттың. Башҡаса улай итмә”, – тигән һүҙҙәре ғүмерлеккә һабаҡ булды. Был ваҡиғала тәрән мәғәнә ята. Һәр ваҡыт башҡаның күңелен уйларға кәрәк. Бер ҡасан да ябай кешенән өҫтөнөрәк булып ҡыланырға ярамай. Шуға ла ҡайныма ваҡытында иҫкәрткәне өсөн рәхмәтлемен. Ошондай мәлдәр һинән шәхес тәрбиәләй, һиндә кешелек сифаттарын уята, холҡоңа яңы һыҙаттар өҫтәй.
“Шоңҡар”ҙар. Олег исемен һеҙгә кем һайлаған?
Олег Ханов. Атайым менән әсәйем Ҡыйғы театрында “Молодая гвардия” спектаклен ҡуйған мәлдә танышҡан. Мин донъяға килгәс атайым: “Олег исемен ҡушығыҙ!” – тип ауылға телеграмма һуға. Советтар Союзы геройы Олег Кошевой хөрмәтенә ҡушҡандар. Мулла ҡысҡырған исемем дә бар – Шакирйән.
“Шоңҡар”ҙар. Артист булырығыҙҙы бала саҡтан уҡ төшөндөгөҙмө?
Олег Ханов. Эйе, бала саҡтан уҡ артист булып ҡыланғаным хәтерҙә. Йыш ҡына Чапаев булып уйнаным. Радж Капур әсәйемдең иң яратҡан актеры булды. Бер мәртәбә танау аҫтына ҡәләм менән мыйыҡ һыҙып ҡуйҙым. Радж Капурға оҡшарға тырышам инде. Мине күҙәтеп ултырған һеңлекәшем: “Оҡшатаһың, әй, оҡшатаһың”, – тип дәртләндереп тә ебәргәс, оторо ҡыҙып китәм.
Шул осорҙа “Мәмлүк” тигән фильм да сыҡҡайны. Оло быуын вәкилдәре хәтерләйҙер. Был киноны кәмендә ун биш тапҡыр ҡарағанмындыр. Башыма сәлмә урап, мәмлүк булып уйнарға ярата торғайным.

“АТАЙЫМ МЕНӘН ӘСӘЙЕМ ТЕАТРҒА

ОЛО ТОҒРОЛОҠ МЕНӘН ЙӘШӘНЕ”

“Шоңҡар”ҙар. Сәхнәгә сығыуығыҙҙа атайығыҙ менән әсәйегеҙҙең билдәле артистар булыуы ярҙам иттеме?
Олег Ханов. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым менән әсәйем һанһыҙ гастролдәр арҡаһында тормошомдоң иң мөһим мәлдәрендә ҡатнаша алманы. Ҡулыма өлгөргәнлек аттестаты алғанда улар янымда юҡ ине. Өфө сәнғәт институтына уҡырға индем, килә алманылар. Әсәйем генә көҙгә ҡарай хәлемде белеп ҡайтты. Өйләндем – улар тағы ла мөмкинлек тапманы. Улым тыуҙы – йәнә гастролдәр ҡамасауланы. Әммә бының өсөн һис кенә үпкәм юҡ. Атайым менән әсәйем театрға оло тоғролоҡ менән йәшәне. Донъялағы иң изге урын улар өсөн театр ине.
Миңә сәхнәгә сығырға иң тәүҙә бәхетле осраҡ һәм изге күңелле кешеләр ярҙам итте. Мәҫәлән, шул осорҙағы баш режиссер Лек Вәли улы Вәлиев оло ышаныс күрһәтеп театрға ҡабул итте.
“Шоңҡар”ҙар.Ә һеҙ балаларығыҙҙың тормошонда ҡатнаша алдығыҙмы? Уларға ваҡытығыҙ ҡала инеме? Һеҙгә лә бит артист булараҡ гастролдәргә йыш йөрөргә тура килгән… Ә һеҙ балаларығыҙҙың тормошонда ҡатнаша алдығыҙмы? Уларға ваҡытығыҙ ҡала инеме? Һеҙгә лә бит артист булараҡ гастролдәргә йыш йөрөргә тура килгән…
Олег Ханов. Эйе, һөнәрем талабы – йыш ҡына оҙаҡҡа юғалырға тура килде. Анфиса менән спектаклдәрҙән һуң ғына ҡайтабыҙ. Фатирыбыҙ дүртенсе ҡатта урынлашҡан. Алыҫтан күрәбеҙ – Владислав улыбыҙҙың бүлмәһендә генә ут яна. Ә ул тәҙрә тупһаһына ятҡан да беҙҙе көтә. Күреп ҡалыу менән ҡулдарын болғай башлай, эй, ҡыуана инде.
Улымдың йәйге каникулдарҙы Асҡында йәшәгән ҡайным менән ҡәйнәмдә үткәреүе, йондоҙҙар ҡушыуы булдымы, яҙмышына хәл иткес йоғонто яһаны.
Ҡайным Муллаян Хафиз улы итәғәтле һәм теүәл кеше булды. “Атайың менән әсәйең артистар, билдәле кешеләр, был бик яҡшы. Шулай ҙа тормошта иң абруйлы һәм кәрәк һөнәр – табип булыу”, – тип улымдың башына һеңдергән. VII класта уҡыған сағында улым: “Атай, дауаханаға эшкә урынлашырға ярҙам ит әле”, – тип яныма килде. “Һиңә был нимәгә?” – тип ғәжәпләнәм. “Ҡартатайым медицина университетына уҡырға ингәндә ярҙам итәсәк тип әйтте”, – ти был. Театрҙың янында ғына урынлашҡан Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының ул ваҡыттағы директоры Марат Тәлғәт улы Аҙнабаевтан ярҙам һораным. Улымды ярты ставкаға иҙән йыуыусы итеп алырға ризалашты. Ике йыл да туғыҙ ай буйы шунда иҙән йыуҙы. Әлбиттә, ошо маҡсатҡа ынтылышы һуңынан Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға ингәнендә ярҙам итмәй ҡалманы.
Хәҙер улыбыҙ медицина фәндәре докторы, ике бала атаһы. Өфө ҡалаһында дауаханала эшләй. Шул уҡ мәлдә Башҡорт дәүләт медицина университетының Хирургия ауырыуҙары һәм яңы технологиялар кафедраһында доцент. Илленән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Киленем дә яҡты күңелле кеше.
Шулай ҙа улымдың да сәхнәгә сыҡҡан мәле булды. Рифҡәт Исрафилов “Ярлыҡау” спектаклендә малай ролендә һынап ҡарарға тәҡдим итте. Инде театр тормошона яйлап инеп китә тип ҡыуанған булам. Спектаклде тырышып уйнай, тамашасы алдына сығып баш эйә. Бәләкәй генә эш хаҡы ла түләйҙәр. Әммә бер ваҡыт ҡапыл һонторайып китте. “Малайың бармай, икенсене эҙләргә кәрәк”, – ти бит Рифҡәт Вәкил улы. Владиславҡа: “Улым, ҡыйын булһа ла хәбәр итәм, башҡаса был ролде башҡара алмаясаҡһың”, – тим, үҙем тегенең күңелен ҡырыуҙан ҡурҡам. Ә ул тыныс ҡына тыңланы ла: “Аллаға шөкөр!” – тимәһенме!
“Шоңҡар”ҙар. Йондоҙҙар ҡушыуы, тинегеҙ бит әле. Донъяла ниндәйҙер Юғары Көс барлығына ышанаһығыҙмы?
Олег Ханов. Беҙ Совет осоро балалары бит. Шул идеология арҡылы атеизм ҡаныбыҙға һеңгән. Әммә барыбер уйланаһың. Донъя нисек барлыҡҡа килгән? Ни өсөн тап шулай яратылған? Ниңә берәүҙең яҙмышы бер төрлө, ә икенсенеке бөтөнләй башҡа? Ғөмүмән, нимә ул яҙмыш? Һорауҙар күп, яуаптар ғына юҡ. “Тормошта нимәне үҙгәртә алырыңды һәм нимәне үҙгәртергә көсөң етмәҫен аңлай белергә кәрәк”, – тигән бит бер фәйләсүф.
Эйе, доғалар беләм, мөмкинлек сыҡҡанда мәсеткә барып хәйер бирәм. Шул саҡта күңелде өйкәп торған борсолоуҙар таралғандай була. “Ихлас” мәсете имамы Мөхәммәт хәҙрәт мөтәүәллиәт ағзаһы итеп ҡабул итте.
“Шоңҡар”ҙар. Ә өләсәйегеҙ дин тота инеме?
Олег Ханов. Эйе, өләсәйем иманлы булды. “Ләиләһә иләллаһ, Мөхәммәд рәсүлиллаһ” һәм “Әғүзү билләһи минәш-шайтанир-ражим. Бисмилләһир-рахманир-рахим” тип әйтергә өйрәткәне хәтерҙә. Ҡасандыр күңелен ҡы йыр һытмаҫ өсөн генә өйрәнгәйнем, бөгөн иһә рәх мәт ле мен. Ысын лап та, был һүҙҙәр күңелгә нин дәй ҙер тыныслыҡ һәм ышаныс тойғоһо бирә.

“ҺОҠЛАНА ҺӘМ ҒӘЖӘПЛӘНӘ БЕЛЕҮ

ТОЙҒОҺО ЮҒАЛЫП БАРЫУЫ ӘСЕНДЕРӘ”

“Шоңҡар”ҙар. Олег Закир улы, милли театр сәнғәтенең бөгөнгөһөн нисек баһалайһығыҙ? Ил кимәленә күтәреләбеҙ тиергә буламы?
Олег Ханов. Милли театрҙы Мәскәү менән сағыштырыу урынһыҙ. Икеһе ике донъя. Шул уҡ Санкт-Петербург, Екатеринбург, Һамар, Түбәнге Новгородтағы рус театрҙары ла формаһы, теле, йоғонтоһо буйынса бүтән кимәлдә. Мәҫәлән, яңыраҡ Өфөлә Евгений Вахтангов исемендәге дәүләт академия театры сығыш яһаны. “Евгений Онегин” һәм “Анна Каренина” спектаклдәренә тамаша ҡылдым. Бөтөнләй сит планета! Иң алдынғы театр сәнғәте өлгөһө! Ғөмүмән, иң тәрән һәм иң танылған театр – ул рус театры. Һүҙ ҙә юҡ, Көнбайышта иҫ киткес шәп идеялар менән яңы алымдар. Әммә тамашасыға йоғонтоһо һәм нәфис сағылышы буйынса рус театрына етеүсе юҡ.
Шуға ла беҙҙе уның менән бер тигеҙлектә баһаларға кәрәкмәй. Милли театр үҙенсәлеге менән байыраҡ. Дала менән индустрия үҙәген сағыштырыу мөмкин түгел бит. Бында ла шуның кеүек – милли театрҙың менталитеты, моңо, фекере башҡа. Үҙ айырмалыҡтары бар. Мәҫәлән, күңел киңлегендә, хистәр тәрәнлегендә, Ватан, әсә, ғаилә кеүек ябай төшөнсәләрҙә.
Әммә ошо үҙенсәлегебеҙҙе күрһәтеү һәм кешелек донъяһында үҙ урыныбыҙҙы табыу өсөн көс һалырға кәрәк. Финанс йәһәттән дә. Йәш быуынды тәрбиәләү һәм белем биреү, төрлө яҡлап үҫешкән булыу мөһим. Алға ынтылыу мотлаҡ. Шуға ла Интернетты биш бармағы кеүек белгән, бихисап сит телдәрҙә иркен аралашҡан егеттәр һәм ҡыҙҙар күңелемә яҡын. Әммә күптәребеҙгә инертлыҡ ҡамасаулай. Битарафлыҡ. Риза булып йәшәү. Маҡсатыбыҙ ауыл осонан да алыҫҡараҡ китә алмай. Өйләндем, йорт һалдым, бала үҫтерҙем – тағы ни кәрәк? Күңелгә бөтә республиканы һыйҙырыу һәм уның киләсәге өсөн янып йәшәү теләге һирәк осрай.
“Шоңҡар”ҙар Бер ҡаҙанда ҡайнауҙы хуп күрәләр, тимәксеһегеҙме?
Олег Ханов. Эйе, эйе. Һоҡлана һәм ғәжәпләнә белеү тойғоһоноң юғалып барыуы әсендерә. Аптырау, асыш яһау – был бит әйҙәүсе көс! Китап тотоуға ҡарағанда, шешә төбөнә йышыраҡ ҡарағандар бар. Бына ошо күңелде ҡыра. Бына ошо үҙ сифатыбыҙ, үҙ моңобоҙ менән донъя кимәленә сығыуыбыҙға кәртә булып тора.
Ике йыл элек республика башлығы был йәһәттән бик етди бурыстар билдәләгәйне. Владимир Спиваков исемендәге скрипкасылар конкурсы, Open-Air, хәҙер инде йолаға әйләнеп барған театрҙар, китапханалар, музейҙар, симфоник оркестр төнө – былар барыһы ла ошоға этәргес. Йыл һайын гранттар тапшырылыуы ла ҙур ярҙам. Шул арҡала театр 95 йыллыҡ юбилейын лайыҡлы үткәрә алды. Әлеге мәлдә Рус драма театры ошо грантҡа милли эпосыбыҙ буйынса “Аҡбуҙат” рок операһын сәхнәләштерә. Ә был рухи байлығыбыҙҙы халыҡҡа еткереүҙең өр-яңы ысулы бит.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙҙеңсә, театрҙың төп функцияһы нимәлә? Советтар Союзындағы идеологияға ярашлы, сәхнә ул осорҙа халыҡты туплау һәм күңел асыу урыны булараҡ ҡабул ителде. Бөгөн театрҙың маҡсаты ҙурыраҡ булырға тейеш һымаҡ…
Олег Ханов. Иң тәүҙә – телде һаҡлау. Сәхнәгә сыҡҡан артистарыбыҙҙа һәм телевидениела телебеҙҙең “йыуылыуы” күҙәтелә. Йәне юғалып бара. Ә театр – әҙәби тел һаҡланған урын. Икенсе маҡсатыбыҙ – шул телде һаҡлаусыларҙы – драматургтарҙы үҫтереү. Яҙа белеү генә етмәй бында. Бөтөн кешелеккә ҡағылған мәсьәләләрҙе күтәрә һәм фекерҙәреңде әйтә белеү кәрәк. Был йәһәттән драматург Флорид Бүләковты һәр ваҡыт өлгө итеп ҡуям. Аҡыллы һәм заманса драматургия талап ителә. Бөгөн мотлаҡ ауыл темаһына яҙылған комедияларға һәм тупаҫ шаяртыуҙарға өйрәнеп киттек. Аҙым һайын русификация менән мауығыу күҙәтелә. Берәүҙең русса һөйләшә белмәүенә йығылып ятып көлгән булабыҙ. Автор иһә шул пьесаһы өсөн ғорурлыҡ кисерә. Әммә ундай әҫәрҙән ниндәй файҙа?
Әлбиттә, милли рухыбыҙҙы һаҡлау ҙа төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе. Намыҫ һәм күңел таҙалығын ҡайтарырға тейешбеҙ тамашасыға. Әммә быларҙы башҡарыу ҙур ынтылыш, ҙур көс талап итә. Үкенескә ҡаршы, бөгөнгө сәхнә оҫталарының күбеһен иң тәүҙә аҡса ҡыҙыҡһындыра. Евгений Вахтангов исемендәге дәүләт академия театры артистарының эш хаҡы күләмен белмәйем. Әммә уларҙың һәр береһендә сәхнә сәнғәтенә фанатизмға бәрәбәр тоғролоҡ һиҙелә.
Өфө дәүләт сәнғәт академияһында студенттарға белем бирәм. Былтыр тәүге осрашыуыбыҙҙа: “Һеҙ тормошоғоҙҙо ҡалдырып сәнғәт тип аталған монастырға китергә тейешһегеҙ. Ә унда йәшәү ҡорбан талап итә. Эйе, бөтә һөнәрҙәр ҙә бик мөһим. Әммә сәнғәттә генә кеше ижади шәхес булып ҡалыу бәхетенә эйә”, – тип иҫкәрткәйнем.
…Театр ғына юҡтан бар яһай ала. Мәҫәлән, драматург хыялындағын ҡағыҙға күсерә, режиссер шуны сәхнәләштерә, артистар иһә күңелен һалып уйнай. Уларҙың уйнағанын тамашасы донъяла булған хәл кеүек ҡабул итәсәк. Иҫ киткес мөғжизә бит был…
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙ Мәскәү сәхнәләрендә лә сығыш яһағанһығыҙ бит әле…
Олег Ханов. Ошоға бәйле бер мәҙәк хәл иҫемә
төштө. “Сатирикон” дәүләт театры яңы миҙгел асылыу уңайы менән йыйылыш үткәргәйне. Шунда мине лә яңы коллектив менән таныштырҙылар. Был мәлгә етди әҙерләндем – ҡара костюм, аҡ күлдәк кейҙем, галстук таҡтым. Ә тегендә бөтәһе лә, хатта Константин Райкин да, джинсы кейемдә йөрөй икән. Тәүге осрашыуҙа шулай ала ҡарға кеүек ултырырға тура килде.
Бер аҙҙан “Жак и его господин” спектаклендә роль бирҙеләр. Уның бер репетицияһын да ҡалдырмай йөрөнөм, сөнки ҡыҙыҡһыныуым бик көслө ине. Бындағы мөхит менән танышыу ҙа мөһим бит. Көтмәгәндә Константин Аркадьевич саҡыртып алды. Тиҙ арала “Ромео һәм Джульетта” спектаклендә уйнай башларға кәрәк икән. Байтаҡ йылдар дауамында туплаған тәжрибәм булһа ла, бик тулҡынланғаным хәтерҙә. Мәскәүҙә тәүге сирҡанысты шулай үттем.
Сәхнә телен сағыуыраҡ итеү маҡсаты менән Константин Райкин йәш артистарыбыҙ өсөн Рәсәй театр сәнғәте институтынан ике педагогты саҡырған.
Уларҙың ыңғайына мин дә өс айҙан ашыу кисәге студенттар менән рус теле дәресенә йөрөнөм. Белгестәр көн һайын бер нисә сәғәт беҙҙең менән шөғөлләнде, һәр интонацияны, һәр баҫымды дөрөҫ ҡуйырға өйрәтте. Бәлки, тәүҙәрәк уңайһыҙыраҡ та булғандыр, әммә һуңынан күнегеп киттем, хатта ҡыуаныс кисерҙем. Бындай мәлдәрҙе һәр ваҡыт һынау тип түгел, ә белемемде үҫтереү тип ҡабул иттем.
“Шоңҡар”ҙар. Илебеҙҙең баш ҡалаһында үҙегеҙҙе сит мөхиттә кеүек хис итмәнегеҙме?
Олег Ханов. Нисек итмәйһең инде. Ғүмер буйы Башҡортостанда йәшә лә, бер мәл ситкә сығып кит әле. Эйе, Мәскәүҙә яҡшы, әммә тамырҙарың, ғаиләң, күңелең барыбер бында. Шуға ла бик моңһоу кистәрҙе кисерергә тура килде.
“Шоңҡар”ҙар. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы төшөргән “Автограф” тапшырыуында Константин Райкин һеҙҙең турала бик йылы фекерҙәр әйткәйне. Тимәк, үҙ иткәндәр… Башҡортостан юлдаш телевидениеһы төшөргән “Автограф” тапшырыуында Константин Райкин һеҙҙең турала бик йылы фекерҙәр әйткәйне. Тимәк, үҙ иткәндәр…
Олег Ханов. Эйе, эштән китеүем тураһында ғариза алып барып биргәс, Константин Аркадьевич: “Мәскәүгә бер киләләр ҙә унан китмәйҙәр. Был ҡала – бөтә донъяның театр сәнғәте үҙәге. Ниңә улай итәһең?” – тип оҙаҡ ҡына теләгемдән кире күндерергә тырышты. Ҙур үкенес менән оҙатып ҡалды. Ырымбур театрында эшләй башлаһам да бер йыл дауамында Мәскәүҙә “Гамлет”ты уйнап йөрөнөм әле.

“ТАМАШАСЫНЫҢ МӨҒЖИЗӘГӘ

ЫШАНҒЫҺЫ КИЛӘ”

“Шоңҡар”ҙар. Бөгөн театрға килеп эш башлаған йәш артистарҙың әҙерлек кимәлен нисек баһалар инегеҙ? Мәҫәлән, һеҙҙең йәшлектәге мэтрҙар, йәғни үҙегеҙ өлгө алғандар менән сағыштырғанда…
Олег Ханов. Бөтәһе лә ошо бейеклеккә ынтылырға тейеш тип әйтмәҫ инем. Шулай ҙа әҙерлек кимәленең яҡшыраҡ булыуын теләйем, әлбиттә. Бөгөнгө быуындың интеллектуаль кимәле ныҡ аҡһай. Етдирәктәре театрҙа эшләгән осорҙа уны туплай. Шул һай ғына багажы менән ғүмерлеккә тороп ҡалғандар ҙа бар.
Ҡабул итеү имтихандары барышында иҫем китте – Гоголдең кем икәнлеген белмәгәндәр бар. “Исмаһам, “Тарас Бульба” фильмын ҡараныңмы һуң?” – тип һорайым. Юҡ, тип яуаплай. Бер мәғәнәһе булмаған фильмдарҙы ҡарайҙар, ә быға ваҡыт тапмағандар. Достоевский, Пушкин, Тургенев, Горький кеүек әҙиптәр тураһында әйтеп тә тормайым. Мәктәп программаһында булған әҫәрҙәрҙе белмәйҙәр. Башҡорт балаһы Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһы менән таныш түгел. Шуға ла беренсе дәрестә мотлаҡ уҡып сығырға кәрәк әҫәрҙәрҙең исемлеген биреп ҡайтарҙым. Мәҫәлән, Тургеневтың “Месяц в деревне”, Толстойҙың “Власть тьмы”, Чеховтың “Три сестры”, Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” пьесаһы. Һуңынан шуларҙы анализлайбыҙ. Яйлап ҡына ошо донъя эсендә йәшәп алып китәләр.
Әммә һәр кем театрҙа эш башлағас ҡына артист булараҡ өлгөрә. Уҡыу йорто уның нигеҙҙәренә өйрәтә. Эйе, үҙ һөнәренең фанаты булған өмөтлө йәштәребеҙ бар. Мәҫәлән, ҡайһы саҡта бик ауыр материалдар менән эшләргә тура килә. Шулай уҡ режиссерҙың интерпретацияһын да төшөнөргә кәрәк бит. Ә был еңел түгел. Әммә ҡайһы берәүҙәр бөтә көсөн туплап шуға ынтыла. Килеп сыҡмаһа, тағы, тағы маташа. Был маҡтауға лайыҡ сифат.
“Шоңҡар”ҙар. Яҡшы спектакль сәхнәләштереү өсөн аҡса кәрәк. Бөгөн театр аҡса килтерәме? Театрҙың яҡшы килем алыуы мөмкинме?
Олег Ханов. Эйе, Мәҙәниәт министры беҙҙән дәүләт планын теүәл башҡарыуыбыҙҙы талап итә. Ысынлап та, бюджет ойошма булараҡ дәүләт аҡсаһына көн итергә хаҡыбыҙ юҡ. Шуға күрә хеҙмәткәрҙәребеҙҙең эш хаҡы менән премияһы күләме лә эшебеҙҙең һөҙөмтәһенә бәйле. Юҡ, театрҙы табышһыҙ ойошма тип әйтмәҫ инем. Яҡшы сәхнә сәнғәтенә ихтыяж һәр ваҡыт буласаҡ. Шулай ҙа уны завод йә предприятие менән бутарға һәм алтын тауҙар көтөргә кәрәкмәй. Юғарыла әйткәнемсә, ул рухиәтебеҙ һәм телебеҙ һаҡланған усаҡ. Әммә йөрәгеңдә рух һәм намыҫ уяна, яман ҡылыҡтарың өсөн оялыу тыуа, ярлыҡау тойғоһо барлыҡҡа килә икән – быларҙың барыһы өсөн бер ниндәй ҙә аҡса йәл түгел, шулай бит?
“Шоңҡар”ҙар. Башҡорт драма театрының да тоғро тамашасылары йылдан-йыл арта һымаҡ…
Олег Ханов. Эйе, быны репертуарыбыҙ һөҙөмтәһе тип ҡабул итергә була. Шул уҡ ваҡытта финанслау ҙа арыҡ 90-сы йылдарға ҡарағанда тотороҡлораҡ. Әммә иң беренсе сәбәп – йәмғиәтебеҙҙә ҡабат театрға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уяна. Тимәк, халыҡ бөгөн ошо сәнғәткә сарсаған.
“Шоңҡар”ҙар. Театрҙың бик уңышлы спектаклдәре бар. Мәҫәлән, “Бәхет хаҡы”на бер-ике аҙна алдан билеттар һатылып бөтә. Һеҙҙеңсә, уның уңыш сере нимәлә?
Олег Ханов. Бында бер нисә сер барҙыр, тип фаразлайым. Беренсеһе, әлбиттә, сюжеты. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың уйнауы ла тамашасыны йәлеп итә. Шулай уҡ үткәндәребеҙгә ностальгия кеүек тә яңғырай. Мәҫәлән, һинд киноларын ҡайһы берәүҙәр һаман да яратып ҡарай. Минеңсә, бик ҡатмарлы, тирә-яҡтан компьютерҙар уратып алған был донъяла һәр кем ябай мөнәсәбәткә, асыҡ ҡарашҡа, мөхәббәткә һыуһаған. Уның әкиәткә йә мөғжизәгә ышанғыһы килә.
“Бәхетле булыу өсөн кемделер бәхетле итергә кәрәк”. Барыһы ла быны төшөнә һәм ғәжәпләнергә сәбәп тә юҡ кеүек. Әммә ябай ғына ошо хәҡиҡәт көтмәгәндә йөрәккә үтеп инә һәм күҙҙәребеҙҙе асҡандай була. Күңелебеҙ таҙарына һәм аҙға ғына булһа ла ялҡытҡыс сәйәсәттән, Сүриәләге һуғыштан, Клинтондарҙан, Обаманан һәм башҡаларҙан арынабыҙ. Донъя яҡшыраҡ һәм яҡтыраҡ булып күренә. Изгелектең мотлаҡ бер мәл өҫкә сығасағына ышанып ҡайта тамашасы…
“Шоңҡар”ҙар. Әммә “Бәхет хаҡы” һымаҡ тамашалар менән халыҡтың аң кимәлен күтәреп буламы икән? Мәҫәлән, бөгөн телевидениены баҫып алған бөтмәҫ сериалдар, шул уҡ һинд кинолары кеүек, кешене уйланыуҙан туҡтата бит…
Олег Ханов. Ниңәлер беҙ йыш ҡына башҡаларҙы үҙебеҙҙең кимәлгә күтәрергә теләйбеҙ. Аллаһы Тәғәлә һиңә – бер, ә уға икенсе төшөнөү биргән. Шуға күрә, нисек кенә һөйрәмә, барыбер үҙ яныңа тартып сығара алмаясаҡһың. Бары умыртҡа һөйәгенә һеңдергәнсе аңлата ғына аласаҡһың. Ҡайҙа барырға кәрәклеген күрһәтеү дөрөҫөрәк, ә һөйрәү түгел...

“ҠАТЫНЫМ ҺӘР ВАҠЫТ ЯНЫМДА БУЛДЫ”

“Шоңҡар”ҙар. Уңышҡа өлгәшергә күберәк нимә ярҙам итте – талантығыҙмы, әллә тырышлыҡмы?
Олег Ханов. Аллаһы Тәғәлә биргән һәләт тә кәрәк, тырышлыҡһыҙ ҙа булмай. Юлымда осраған кешеләргә лә ныҡ рәхмәтлемен. Мәҫәлән, Рифҡәт Исрафилов – минән артист әүәләгән шәхес. Режиссерым, шул уҡ ваҡытта дуҫым да булды. Тормош юлы буйынса оҙаҡ йылдар бергә атлап киләбеҙ. Радик Гәрәев менән дә аралашыуҙар онотолмаҫ – уның талантына, донъяға ҡарашына һәм киң күңеленә һәр ваҡыт һоҡландым. Ҡасандыр бәшмәк йыйырға өйрәткән Шамил Рәхмәтуллин да яҡты күңелле кеше ине. Әлбиттә, педагогтарым – Абдулла Ғиләжев, Вәли Ғәлимов, Шәүрә Мортазина, Ғәлиә Имашева, Тәлиға Бикташева, Фәриҙә Ҡудашева, Фәйзи Ғәскәров, Асия Нафиҡова, Радмир Бәҙретдинов һәм башҡаларға рәхмәтем сикһеҙ. Уларҙың барыһы ла үҫешемдә ҡатнашты, минән был һөнәрҙе тәрән аңлаған шәхес яһаны.
“Шоңҡар”ҙар. Һәр бер уңышлы ир-аттың артында ҡатыны тора, тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта тормош иптәшегеҙ ҙә ҙур өлөш индергәндер инде…
Олег Ханов. Өфө сәнғәт институтына ҡабул итеү имтихандары бара ине. Зәңгәр күлдәктәге зәңгәр күҙле ҡыҙҙы шунда уҡ шәйләнем. Һуңынан ҡулын ҡыҫып ҡотлаған булдым. Был танышыуға сәбәп ине, әлбиттә. Һуңынан бергә уҡый башланыҡ. Әммә дуҫтарса ғына аралашабыҙ.
Студенттар һәр ваҡыт тиерлек асығып йөрөй бит. Ә бер көндө ул тотто ла һыйланырға саҡырҙы. Шатланып риза булдым, әлбиттә. Табала колбаса менән картуф ҡыҙҙырған икән. Башҡаса бер ҡасан да ундай тәмле аҙыҡты ашағанымды хәтерләмәйем. Ошо ваҡиға беҙҙе бик ныҡ яҡынайтты. Дәрестәргә бергә йөрөй башланыҡ. Һуңынан бергә театрға эшкә урынлаштыҡ.
“Шоңҡар”ҙар. Тәҡдимде романтик рәүештә яһанығыҙмы?
Олег Ханов. Беҙ бит оҙаҡ ҡына осрашып йөрөнөк. Күҙ ҡарашынан аңлап тора инек. Ошо уҡыу йылдары бер-беребеҙгә күнегеү ваҡыты булғандыр инде.
Театрға эшкә урынлашҡандан һуң, йәшәргә мөйөш таба алмай яфаландым. Был һорау менән көн һайын директорға инәм. “Ваҡытлыса берәй ҡайҙа йоҡлап тор, бүлмә килеп сығыу менән өндәшермен”, – ти ҙә ҡуя. Ятаҡта йәшәгән һеңлекәштә йә Әхтәм Абушахмановта ҡунып сығам. Көн һайын кис йоҡларға урын эҙләйем. Ай ярым тирәһе шулай дауам итте. Бер көндө Дәүләт циркы янындағы ятаҡта бүлмә бушауын ишеттем. Иртәгәһенә таң менән Мәҙәниәт министры ҡаршыһында ултыра инем инде. Был бүлмәне миңә бирергә ҡарар итте. Түбәм күккә тейҙеме ни! Үҙ бүлмәң бит! Майҙаны яҡынса туғыҙ квадрат метр тирәһе булғандыр. Таныштарым иң тәүҙә ишектең йоҙағын алмаштырырға һәм сумаҙанымды ҡалдырып китергә кәңәш итте. Башҡа берәү баҫып алмаһын өсөн инде. Бахыр сумаҙаным былай ҙа һәр ваҡыт үҙем менән йөрөй ине.
Был мәлдә Анфиса менән никахҡа ғариза биреп өлгөргәйнек. Кис уның янына киттем. “Миңә бүлмә бирҙеләр”, – тип ҡыуанысым менән уртаҡлаштым. Туйҙан һуң бергә йәшәргә бүлмәбеҙ буласаҡ, тип әйтергә теләйем үҙемсә. Һөйгәнем яңылыҡты бик етди ҡабул итте. “Әйберҙәр артынан иртәгә килерһең”, – ти был. “Ниндәй әйберҙәр артынан?” – тип ғәжәпләнәм. “Минең әйберҙәрем артынан”, – ти. Икенсе көн килеүемә сумаҙаны әҙер ине. Шулай итеп, минең менән бергә күсеп килде. Миңә ышанысы ныҡ булды уның! Шунда уҡ бүлмәне йыуып сығарҙы. Иҙәнгә гәзиттәр түшәнек һәм өҫтөнә ҡышҡы кейемдәребеҙҙе йәйеп ебәрҙек. Карауатыбыҙ ҙа юҡ ине әле. Бүлмәбеҙгә йәм инеп ҡалғандай булды. Шулай йәшәп алып киттек.
Мәскәүгә эшкә юлланғанымда күҙ йәштәре менән оҙатып тороп ҡалғайны. Һуңынан минең яныма килде. Йәш тамашасы театрына ла минең менән бергә күсте. Актерҙар йортонда ла бергә эшләне. Ғөмүмән, һәр ваҡыт янымда. Шуға ла был донъяла минең өсөн иң ҙур һәм иң яҡын кеше.
“Шоңҡар”ҙар. Ейәнегеҙҙә йә ейәнсәрегеҙҙә артислыҡ һәләте һиҙелмәйме?
Олег Ханов. Алһыу ейәнсәремдә һиҙелә. Ә Вадим ейәнем бик күп уҡый. Марк Твендың “Том Сойер” әҫәрен дә уҡып сыҡты. Яңыраҡ Жюль Вернды ҡалдырып киткәйнем. Ҡараштырып сыҡты ла, әле мәктәп программаһы буйынса күп уҡырға кәрәк, һуңғараҡ мотлаҡ уҡып сығырмын, тип һүҙ бирҙе. Василий Яндың “Батый хан” әҫәрен дә әҙерләп һалып ҡуйғанмын. Быйыл уны сатраш уйнарға өйрәттем. Эй, ҡыҙыҡһынып китте бер мәл. Йөрөй-йөрөй ҙә: “Ҡартатай, әйҙә, уйнап алайыҡ әле”, – тип саҡыра бит. Әммә бер тапҡыр яңылыш ҡына еңдем тегене. Шунан һуң уйнаманы ла ҡуйҙы. Бигерәк ғәрсел инде. Уларҙы күрһәм, күңелемдә ҡояш тыуғандай була.
“Шоңҡар”ҙар. Ял ваҡытында ниндәй музыка тыңлайһығыҙ һәм китаптар уҡыйһығыҙ?
Олег Ханов. Лермонтовтың “Маскарад”, Шекспирҙың “Ричард III”, Пушкиндың “Капитанская дочка”, Гоголдең “Женитьба”, Чеховтың “Лебединая песня” кеүек әҫәрҙәре күңелдә яҡтылыҡ һәм изгелек хистәре тәрбиәләй. Юҡҡа ғына картиналарҙы, музыканы, спектаклдәрҙе, әҫәрҙәрҙе классикаға айырмайҙар бит. Мәҫәлән, Чайковскийҙы тыңлағанда тыуған тойғоно аңлатыу бөтөнләй мөмкин түгел. Иҫ киткес! Светлана Хәкимова, Фидан Ғафаров, Әлфиә Юлсурина, Радик Гәрәевтәрҙе рәхәтләнеп тыңлайым. Халыҡ йырҙарын яратам.
“Мәрхәмәт” хәйриә фонды балалар өсөн оркестр менән әҙәби уҡыуҙар ойошторғайны. Шунда Рәүеф Мортазиндың музыкаһына Мостай ағайҙың “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән өҙөктәр уҡыным. Был номерҙы Милли симфоник оркестрҙың художество етәксеһе Раушан Яҡупов ин дер гән икән. Минең өсөн Рәүеф Мортазиндың ижады ҙур асыш булды. Шундай тәрәнлек! Ә Хөсәйен Әхмәтов, Нариман Сабитов, Нур Дауытов, Халик Заимов тар ҙың музыкаһы! Рим Хәсәнов тыуҙырған мелодиялар йәшлегебеҙҙең сағылышы бит! Быуыныбыҙ ошо тулҡында йәшәй. Был беҙҙең моң, беҙҙең күңелебеҙҙең кисереше.
Күберәк һөнәри китаптар уҡырға тура килә. Шулай ҙа мейене ял иттереү өсөн ҡайһы саҡта детективтар уҡыйым. Күптән түгел Евгений Водолазкиндың “Лавр” һәм “Авиатор” әҫәрҙәре менән танышып сыҡтым. Шулай уҡ төрөк яҙыусыһы Орхан Памуктың “Минең сәйер уйҙарым” романын уҡып сыҡҡайным. Ауылдан килгән буҙа һатыусының яҙмышы Истанбул ҡалаһының тарихына бәйләп һүрәтләнә. Уға тиклем үҙемә Умберто Эконы астым. “Имя Розы” әҫәре ҙур тәьҫорат ҡалдырҙы.
“Шоңҡар”ҙар. Йәш замандашыбыҙға ниндәй теләктәр еткерер инегеҙ?
Олег Ханов. Бөгөн һөйләгәндәремдең бөтәһе лә йәш кешегә арналды. Һәр кемдең был тормошта үҙ юлы – шуны онотмаһындар.


Читайте нас: