justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Был егет менән күптән “самауыр йығырға” иҫәбебеҙ бар
ине. Әңгәмәне ике тапҡыр уның Өфөлә үтәсәк концерттары мәленә тип планлаштырып
ҡарағайныҡ та, килеп сыҡманы. Ни хәл итәһең! Бишкә ярыла алмай бит инде Радик...
Шулай итеп, быныһы өсөнсө уҡталыу ине. Дөрөҫөн генә әйткәндә, килеренә әллә ни
өмөтләнмәнек тә. Шулай ҙа, киске сәғәт алты менән ете араһында бер сәғәт буш ваҡытым
бар тигәс, көттөк. Хатта уның ижадына ғашиҡ “йәш шоңҡарҙар”, йәғни
коллегаларыбыҙҙың балалары ла килеп етте. Был юлы һүҙендә торҙо егетебеҙ.
Һөйләшелгән ваҡытҡа үҙе кеүек алсаҡ ике иптәше менән редакцияға килеп инде.
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">“Шоңҡар”ҙар.
BA-RU"> Радик, оҙаҡ эҙләнек, оҙаҡ көттөк үҙеңде. Шулай ҙа, ниһайәт, күрешергә
форсат сыҡты. Һине һәм төркөмөң вәкилдәрен үҙебеҙҙең редакцияла ҡабул итеүгә шатбыҙ.
Ваҡытыбыҙ бик самалы тинең, шуға ла әңгәмәне башлайыҡ. Башта иптәштәрең менән таныштырып үтерһең,
моғайын...
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Радик Юлъяҡшин.
BA-RU"> Таныш булығыҙ, музыкантыбыҙ – Артур Күсемов. Иң яҡын дуҫтарымдың
береһе. Үҙебеҙҙең Әбйәлил егете. Артур менән Мәскәүҙә таныштыҡ. Халыҡ уны Күсем
тип белә. Ә быныһы – водителебеҙ Никита. Уның менән дә Мәскәүҙә тап булыштыҡ.
Ғинуар айында Таиландҡа китер алдынан клип төшөрҙөк тә, самолетҡа һуңланыҡ.
Сираттағыһы – алты сәғәттән һуң ғына. Йөгөбөҙ көс еткеһеҙ, шуға ла алты сәғәткә
такси ялланыҡ. Берәй ергә барып тамаҡ ялғайыҡ та, шунан ҡала буйлап йөрөтөрһөң,
тинек. Яңы танышыбыҙ оҡшап ҡалды. Күп һөйләмәй, нимә әйтһәң дә тыңлай. Беҙҙең
командала эшләгең киләме, тип һорағайныҡ, ризалашты. Паспорты ла үҙе менән
булып сыҡты. Оҙаҡ уйлап торманыҡ, машинаһын аэропортта ҡалдырттыҡ та, уны ла
үҙебеҙ менән алып киттек. Ә былай командамда күпселекте башҡорт егеттәре тәшкил
итә. Шуға ғорурланам. Сөнки беҙҙекеләр, ысынлап та, профессионалдар.
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">“Шоңҡар”ҙар.
BA-RU"> Тимәк, яҙымышыңда һәйбәт кешеләр осрап тора?..
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Радик Юлъяҡшин.
BA-RU"> Эйе. Һәм беҙ улар менән уңышлы ғына эшләп йөрөйбөҙ.
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">“Шоңҡар”ҙар.
BA-RU">Беҙҙең ғәҙәти һорау: самауыр тигәс, күҙ алдыңа нимәләр килеп баҫа?
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Радик Юлъяҡшин.
BA-RU"> Ғафури районы... Ҡауарҙы ауылы... Өләсәйемдең самауырлы, һыйлы табыны. Бала
сағым, үҫмер йылдарым ауылда үтте бит минең. Йылына биш тапҡырҙан да кәм
ҡайтмай инем.
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
BA-RU">“Шоңҡар”ҙар. Йәнтөйәккә
ҡайтыу форсаты улай йыш сыҡмайҙыр инде хәҙер?
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Радик Юлъяҡшин.
BA-RU"> Йыш түгел. Шулай ҙа йылына бер мәртәбә мотлаҡ ҡайтырға тырышам. Ауыл
үҙенә тартып тик тора ул. Тыуған яҡтың һауаһы ла шифалы, тәбиғәте лә иҫ киткес
хозур. Берәй кискә генә ҡайтһам да, барлыҡ арыу-талыуҙарым юҡҡа сыҡҡандай була.
Ауылға ҡайтыу бала саҡҡа ҡайтыуға тиң минең өсөн. Үҙенә күрә бер күңел байрамына
әйләнә ул. Йәнтөйәккә ҡайтҡас, мотлаҡ башҡара торған ғәмәлдәрем дә бар:
әйтәйек, атайымдың ҡәберенә барыу, яңғыҙым ғына Мағаш тауына күтәрелеп,
тирә-яҡты күҙәтеп, уйланып ултырыу.
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">“Шоңҡарҙар”.
BA-RU">Самауырлы табындар тәтейме һуң хәҙер?
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Радик Юлъяҡшин.
BA-RU"> Һабантуйҙарҙа йәки башҡа бер үҙенсәлекле милли сараларҙа ғына.
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">“Шоңҡар”ҙар.
BA-RU"> Өфөгә килгәндә ҡайҙа туҡталаһың?
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Радик Юлъяҡшин
BA-RU">. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Өфөгә ҡайтып туҡтар урыным юҡ. Дуҫтар, туғандар
күп. Шәхси торлағым булмауын күҙ уңында тотам. Шулай ҙа тиҙҙән был мәсьәләне
хәл итермен тип уйлайым. Өфө һынлы Өфөлә үҙ йортом булырға тейеш. Мин бит ошонда
тыуып үҫкән егет. Әлегә туҡталыу өсөн иң ҡулай урын – отелдәр. Шулай тынысыраҡ.
Дуҫтарға, туғандарға барһаң, улар менән яйлап аралашып ултырырға кәрәк бит. Ә
минең ваҡыт яғы самалы. Әйтәйек, бөгөн беҙ иртәнге сәғәт унда Өфөлә инек. Көнө
буйы эштәр менән йөрөнөк, һеҙгә тиклем дә бер нисә осрашыуҙа булып өлгөрҙөк.
Теүәл бер сәғәттән концерт башлана. Киске сәғәт унда йәнә юлға. Башта – Ҡазанға,
унан һуң – Санкт-Петербургка.
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">“Шоңҡар”ҙар.
BA-RU"> 365 көндөң нисә тәүлеген юлда үткәрәһең килеп сыға инде?
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Радик Юлъяҡшин.
BA-RU"> Минең өсөн иң тыныс ай – ғинуар. Йыл башында кинәнеп ял итеп алам да,
илһамланып, яңы көс менән эшкә тотонам. Бынан тыш студияла эшләү ҙә йәнгә ял
бирә. Бер үҙең генә бикләнеп ултыраһың да, рәхәтләнеп йырҙар яҙаһың.
Гастролдәргә сыҡҡанда тотош студияны машинабыҙға тейәп йөрөтәбеҙ. Сөнки ижад
туҡтап ҡалырға тейеш түгел.
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">“Шоңҡар”ҙар.
BA-RU"> Радик Юлъяҡшин феномены тураһында йыш һөйләйҙәр. Был хаҡта үҙең ни
әйтерһең? Ҡапыл популяр булып китеүеңдең сере ниҙә?..
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Радик Юлъяҡшин.
BA-RU"> Яңылышаһығыҙ. Ҡапыл түгел. Кинәт кенә күтәрелгән кешенең шундай уҡ
тиҙлек менән һүнеп ҡалыу ихтималлығы ла бар. Мин бит малай ғына саҡтан ижад итә
башланым. Ана шул осорҙа уҡ алдыма ҙур үрҙәргә ынтылырға тигән маҡсат ҡуйҙым. 15
йыл буйына башҡарған хеҙмәтем бушҡа китмәне, Аллаға шөкөр, хәҙер бына кеше күрә,
ишетә, таный башланы. Иң тәүҙә Башҡортостанда бик тырышып, илһамланып эшләнем,
концерттар менән сығыш яһаным. Аҙаҡ бер аҙ Мәскәүҙә йәшәп ижад иттем, һуңынан
Татарстанға юлландым, киләһе пландар тотош Рәсәйҙә танылыу яулау. Ҡаҙағстан
тарафтарына сығырға теләүем хаҡында электән әйтә киләм. Был йүнәлештә лә эште
башлауҙы тиҙләтергә иҫәп бар. Яңыраҡ ҡына, йырҙарығыҙҙы ҡытай телендә
башҡармаҫһығыҙмы, тип Ҡытайҙан да яҙҙылар. Кем белә, бәлки, киләсәктә Ҡытайҙы
яуларға ла насип булыр әле.
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">“Шоңҡар”ҙар.
BA-RU"> Әсәйең менән аралашып, журналға мәҡәлә әҙерләү ҙә насип булғайны.
Нәфисә апай һинең бала сағыңды шул тиклем һағынып һөйләй. Эш боҙоп, подъезға
сығып тәмәке-фәлән тартып йөрөмәне, ысын мәғәнәһендә моң донъяһында ғына
йәшәне. Шуға уҡыуы ла әллә ни һәйбәттән булманы, әммә мин уны һис тыйманым, тип
һөйләгәйне...
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Радик Юлъяҡшин.
BA-RU"> Эйе. Уҡыуға әллә ни барымым булманы шул (йылмая). Мин, ысынлап та, музыка менән генә йәшәнем. Хатта дәрес
мәлендә лә йырҙар ижад итә инем.
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">“Шоңҡар”ҙар.
BA-RU"> Шул ваҡытта алмаған белемең өсөн үкенес тыуып ҡуймаймы?
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Радик Юлъяҡшин.
BA-RU"> Үкенгән саҡтар булғылай. Әммә нисектер шулай килеп сыға: мәктәптә
уҡымағанды хәҙер тормош үҙе өйрәтә.
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">“Шоңҡар”ҙар.
BA-RU"> Ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеү, бейеклектәр, халыҡ ихтирамын яулау өсөн, һис
шикһеҙ, шәхес булараҡ та үҫешергә кәрәк. Бына ошо шәхес булараҡ үҫеш юлыңда
һиңә кемдәр ярҙам итте?
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Радик Юлъяҡшин.
BA-RU"> Донъяға билдәле йондоҙҙарҙан өлгө алам. Европа музыкаһын тыңлайым.
Сөнки улар алдынғылыҡты биләй һәм шул кимәлгә ынтылырға тырышырға кәрәк. Уңышлы
кешеләр менән аралашырға яратам былай. Бала саҡтан уҡ шундай булдым. “Моң”
студияһында эшләгәндә, ниндәйҙер үрҙәр яулаған, үҙ эшен асҡан кешеләр менән
аралашырға тура килһә, миңә лә бизнес эшләргә өйрәтегеҙ әле, әйҙәгеҙ, һеҙҙең
уҡыусығыҙ булам, тип уларҙы йөҙәтеп бөтә торғайным. Бер ваҡытта ла оялып,
ҡурҡып торманым, белмәгәнемде һорашып ҡалырға тырыштым. Ижад, үҫеш хаҡында
һуңғы аралашыу яңыраҡ ҡына Сергей Жуков менән булды.
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">“Шоңҡар”ҙар.
BA-RU"> Музыка менән шөғөлләнә башлаған егет-ҡыҙҙар хәҙер үҙеңде лә шундай
һорауҙар менән йөҙәтә торғандыр инде?..
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Радик Юлъяҡшин.
BA-RU"> Эйе. Көн дә... Ғөмүмән, мин йәшәгән йортто ижад йорто тип йөрөтәләр. Кемдәр
генә килмәй унда!
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">“Шоңҡар”ҙар.
BA-RU"> “Өфө-Арена”, “Татнефть-Арена”ла концерттарың үтә. Һәм унда һигеҙәр мең
тамашасы йыйыла. Бына ошондай тамашаларҙан һуң үҙеңде нисек тояһың?
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Радик Юлъяҡшин.
BA-RU"> Ундай концерттарҙан һуң бөтөнләй хәлһеҙ ҡалаһың. Бик ныҡ арыта. Энергияңды
тотошлай тартып, һурып алалар. Бындай ҙур тамашаларҙан һуң, бер нәмә лә
эшләмәйенсә, яңғыҙ ҡалып бер өс көн самаһы ял итергә кәрәк. Ысынлап та, концерттан
һуң бер кемде лә күрге килмәй. Кеше менән аралашырлыҡ хәл ҡалмай. Тик ял итеү
тигәнде туранан-тура аңлап, был өс көн буйы өйөндә бикләнеп тик кенә ята икән
тип уйларға ярамай. Үрҙә әйтеп үтеүемсә, студияла эшләүем йәки руль артына
ултырып бер аҙ юлда йөрөп ҡайтыуым да ихтимал.
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">“Шоңҡар”ҙар.
BA-RU"> Концерттарыңа райондарҙан автобустар менән тейәлешеп тә киләләр. Ҡала
халҡы ла күпләп йөрөй. Балалар ҙа, йәштәр ҙә, өлкән йәштәгеләр ҙә һине үҙ күрә.
Төрлө йәштәге халыҡты, төрлө ҡатлам тамашасыһын бергә туплауға нисек өлгәшәһең?
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Радик Юлъяҡшин.
BA-RU"> Эйе, берҙән, мине балалар ҙа, өлкәндәр ҙә үҙ итә. Икенсенән, минең төп
публикам – мосолман халҡы. Йыр яҙғанда быларҙың барыһын да күҙ уңында тоторға
тура килә. Ижадта сик тигән нәмә бар. Әҙәп, әхлаҡ хаҡында оноторға, шул сиктән
аша атлап үтергә ярамай. Ҡайһы йырҙы кемдәр күберәк тыңлауын белер өсөн ай
һайын мониторинг үткәреп торабыҙ.
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Шоңҡарҙар.
BA-RU"> Провокция ла ғәҙәти хәл бит инде...
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Радик Юлъяҡшин.
BA-RU"> Эйе, уныһы ла көн һайын тигәндәй (көлә)...
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">“Шоңҡар”ҙар.
BA-RU"> Уларға яуап биргәндә йөрәгеңде тыңлайһыңмы, әллә аҡылыңдымы? Йә
булмаһа, провокаторҙар ишетергә теләгәнде генә әйтәһеңме?
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Радик Юлъяҡшин.
BA-RU"> Кемдер ишетергә теләгәнде генә әйтеү алдашыу килеп сыға бит. Нисек бар,
шулай яуап ҡайтараһың инде. Ҡайҙа ла ихласлыҡ һәм асыҡ йөрәк кәрәк. Йырлағанда
ла тамашасыны алдап булмай. Халыҡ барыһын да һиҙеп тора. Ул йә ышана, йә юҡ...
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">“Шоңҡар”ҙар.
BA-RU"> Пландар тураһында һорағанда, һин ғүмереңде нисә йылға алдан
планлаштыраһың?
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Радик Юлъяҡшин.
BA-RU"> Планһыҙ йәшәп булмай. Әйтәйек, киләһе ике йылға пландарым яҙылып
ҡуйылған. Әлеге проектты тормошҡа ашырыу өсөн беҙ биш йыл кәрәк буласағын белә
инек. Татарстанға бәйле пландар бойомға ашырылды тип әйтергә мөмкин. Хәҙер кире
Мәскәүгә тарта. Бәлки, күпмелер ваҡытҡа Ҡаҙағстанға ла күсеп китергә тура
килер. Сөнки халыҡтың тын алышын тойоу, уларҙың күңеленә үтеп инерлек йырҙар
яҙыу өсөн шунда йәшәргә, урындағы халыҡтың менталитетын белергә кәрәк.
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">“Шоңҡарҙар”.
BA-RU"> Ҡазанды яулауы һиңә ауыр бирелдеме?
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Радик Юлъяҡшин.
BA-RU"> Беҙ Ҡазанға биш йыл әҙерләндек. Һәм ике йыл яуланыҡ. Тәүге концерттарға
утыҙ процент самаһы ғына кеше килә ине. Икенсеһендә ул күрһәткес алтмышҡа етте.
Тамашасы һаны шулай йылдан-йыл арта барҙы.
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU"> “Шоңҡар”ҙар.
mso-ansi-language:BA-RU"> Тимәк, барыһы ла, фиҙаҡәрлек, тырышлыҡ менән генә
яулана. Бында осраҡлыҡҡа урын юҡ.
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Радик Юлъяҡшин.
BA-RU"> Барыһын да аҡса ярҙамында хәл итергә лә мөмкин. Кемгәлер күпмелер аҡса
түләйһең дә... әйҙә инде. Әммә ул осраҡта һин алыҫ китә алмайһың. Алыҫҡа китергә
теләһәң, тырышып, йөрәгеңде һалып эшләргә кәрәк. Бына шул...
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">“Шоңҡарҙар”.
BA-RU"> Мәскәү, Питер мәктәптәрен үтмәйенсә, һинең кеүек бейеклеккә өлгәшеп тә
булмайҙыр...
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Радик Юлъяҡшин.
BA-RU"> Шәхсән үҙемә Мәскәү бик күпте бирҙе. Унда алған һабаҡтарҙы әле лә
ҡулланам. Мин бит баш ҡалаға әлеге лә баяғы шул ысын шоу-бизнес серҙәрен
үҙләштерәм тип барҙым.
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">“Шоңҡар”ҙар.
BA-RU"> Шулай ҙа Мәскәү мәктәбенән иң ныҡ кәрәге нимә булды?
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Радик Юлъяҡшин
BA-RU">. Иң тәүге сиратта, музыканың сифатлы яңғырашы. Аранжировкалар яһағанда Мәскәү
эстрадаһынан ҡалышмаҫҡа тырышырға кәрәк. Яңғыраш шул кимәлдә булһын.
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">“Шоңҡар”ҙар.
BA-RU"> Һинең һәр йырың хитҡа әйләнә бара, шикелле... Был нимәгә бәйле икән?
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Радик Юлъяҡшин.
BA-RU">Әллә инде. Йырҙарҙы даими яҙып торам. Әммә уларҙы шунда уҡ тамашасы
хөкөмөнә сығарырға ашыҡмайбыҙ. Унлаған йырҙың үҙ мөҙҙәтен көтөп ятыуы ихтимал. Ҡайһы
берҙәрен хатта өсәр йыл тотабыҙ. Хаҡыҡҡа оҡшармы-юҡмы, уны ниндәй миҙгелдә
сығарыу яҡшыраҡ булыр, ул йырға ниндәйерәк клип төшөрөү отошло – быларҙың
береһе лә күҙ уңынан ысҡындырылмай. Хәҙер барыһын да уйлап ҡына эшләйбеҙ. Ә әлегерәк
улай түгел ине.
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">“Шоңҡар”ҙар.
BA-RU"> Баяғы Элвин Грей феномены хаҡында яңынан һүҙ ҡуҙғатһаҡ, уңышыңдың төп
сере тырышлыҡта һәм иң тәүге сиратта ихласлыҡта тип әйтегә буламы?
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">
mso-ansi-language:BA-RU">Радик Юлъяҡшин
BA-RU">. Әйтергә булалыр. Мин әле булһа үҙемде ауыл малайы тип хис итәм. Күп
нәмә тәрбиәгә лә бәйлелер.
justify;text-indent:1.0cm;line-height:normal">