Йәнә “Самауыр” табынына йыйылдыҡ. Был юлы яҙыусы Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, сценарист Зөһрә Бураҡаева – беҙҙә ҡунаҡта.
Шоңҡарҙар. Традицион һорауҙан башлайыҡ. Зөһрә Бураҡаеваның социаль статусы бөгөн нимәнән ғибәрәт? Һәм ул статус эш урыны менән бәйлеме, әллә йәшәү рәүеше менәнме?
Зөһрә Бураҡаева. Мин – интеллигент. Эшләгән урын менән дә… Ғөмүмән, мин ул статусҡа тап киләм: йәшәү рәүеше, аралашҡан кешеләр, ынтылған уй-ниәттәрем менән. Ошо социаль статусты булдырырға кәрәк тигән фекерҙәмен. Эш урынына килгәндә, 1995 йылдан бирле “Башҡортостан” киностудияһында хеҙмәт итәм. Хәҙер динозаврмын инде J. Ул осорҙан эшләгәндәрҙән өсәү генә ҡалдыҡ.
Шоңҡарҙар. Хеҙмәт кенәгәң шунда ята һәм, әлбиттә, ундағы эш хаҡың етмәй, ә нимә иҫәбенә йәшәйһең?
Зөһрә Бураҡаева. Элек төрлө концерттарға сценарийҙар яҙыу менән шөғөлләнә инем, үткән заманда әйтәм, сөнки хәҙер ул эште тулыһынса туҡтатырға булдым. Эшләһәм дә, мәҫәлән, “Өс егет” кеүек ҡыҙыҡлы проекттарға ғына тотонасаҡмын.
Шоңҡарҙар. Аҡса өсөн түгел, тимәк?
Зөһрә Бураҡаева. “Аҡса өсөн түгел” тигән һүҙ бөттө ул, аҡсаһыҙҙарын мин былай ҙа эшләйем J. Килем менән бергә күңелгә ятҡан әйберҙәр менән генә шөғөлләнеү – ниәтем.
Шоңҡарҙар. Йәмғиәткә күҙ һалһаҡ, шуға иғтибар итергә мөмкин: берәүҙәр көн һайын эшкә йөрөй, ҡыуылып ҡуймайым тип ҡурҡа һ.б. Ә һуңғы бер 3-5 йыл арауығында уникаль күренеш – фрилансер тип йөрөтөлгән ирекле, бәйһеҙ, азат кешеләр пәйҙә булды. Һин ошо ике статусты бергә һыйҙырған кеше. Бер яҡтан бәйлеһең, икенсе яҡтан – ирекле рәссамһың.
Зөһрә Бураҡаева. Ирекһеҙ, әммә аҡсалы рәссам булырға ине лә ул. Киностудияға бәйле генә эшләге килә, әлбиттә. Әммә әҙәбиәтте, драматургияны барыбер ташламаҫ инем. Сөнки ул минең өсөн һауаға тиң. Уянһаң да шул, йоҡларға ятһаң да – үҙенә күрә бер диагноз J.
Үкенескә ҡаршы, киностудия 20 йыл эшләй, тик һаман да аяҡҡа баҫып китә алмай. Ошо сәбәпле, эш хаҡын ваҡытында түләһәләр ҙә, ул аҡса балаларымды ҡарарға етмәй. Һанап сығарыуымса, уртаса йәшәргә теләһәм, көн һайын мең һум аҡса эшләргә тейешмен. Ә минең эш хаҡым ун бер көндә бөтә лә ҡуя J. Ҡалған көндәрҙә нисек йәшәргә? Ошо мохтажлыҡтан сығып фрилансер булырға тура килә. Нисек кенә булмаһын, барыбер тормошта бер нисә йүнәлеште эшләргә кәрәк буласаҡ, сөнки эш тә, хыял да үтә күп.
Шоңҡарҙар. Ишетеп белеүебеҙсә, Мәрйәм Бураҡаева мәктәптән ҡайтҡан балаларына “руссаларын ишектең теге яғында ҡалдырып инергә” ҡушҡан. Бөгөн ошо талапты үҙ балаларыңа ҡуя алаһыңмы?
Зөһрә Бураҡаева. Ҡәтғи рәүештә ҡуям. Балаларым башҡортса һөйләшә. Тик берәй башҡорт иптәше килеп инеү менән үҙ-ара русса һөйләшеүгә күсәләр. Сөнки, үкенескә ҡаршы, күп башҡорт ғаиләләрендә мәсьәләне беҙҙең кеүек ҡәтғи ҡуймайҙар. Ундай ваҡытта 15 минут һайын иҫкәртеп торорға тура килә. Шунан улар минән икенсе бүлмәгә ҡаса башлай J. Төрлө юлдарын эҙләйем. Башҡорт китаптарын уҡыйбыҙ, башҡортса һөйләшкән ғаиләләр менән аралашырға тырышабыҙ. Хикәйәләү нигеҙендә уларҙың башҡорт теле ята. Тел уларҙың булмышына һеңгән тип әйтә алам. Таҙа башҡорт мөхите булһын өсөн балаларҙы йәй буйына Ейәнсура районы Ибрай ауылына ебәрергә тырышам. Балаларымдың башҡортса уйлауҙарын, фекер йөрөтөүен үҫтерергә кәрәк.
Ошоға бәйле бер хәлде һөйләп китәйем әле. Өләсәләре балаларыма: “Русса һөйләшһәгеҙ, мороженое алып бирмәйем”, - ти. Улым: “Атыу, өләсәй, һин дә ашамайһың инде”. “Нишләп?” “Туңдырма” тип әйтмәнең бит”. Улым – Юрматы һәр һүҙҙе эләктереп алырға ғына тора.
Ғөмүмән, ҡала шарттарында телебеҙҙе һаҡлау – һәр аңлы башҡорттоң төп бурысы, тип уйлайым. Быны әсәйем совет заманында уҡ яҡшы аңлап, беҙгә башҡорт телен көнкүреш түгел, әҙәби әҫәрҙәр яҙырлыҡ кимәлдә өйрәтте.
Шоңҡарҙар. Башҡорт теле заман талаптарына тап килмәй, шуға ла, рус, инглиз һүҙҙәре күп ҡулланыла тигән фекер бар. Ошоға ҡарашың?
Зөһрә Бураҡаева. Уйларға теләмәүселәр өсөн һылтау ғыналыр тип уйлайым. Үҙебеҙгә эшләргә кәрәк. Нисек булһа ла рус һүҙҙәрен алмаштырыу зарур. Хатта ҡайһы бер һирәк һүҙҙәрҙе хикәйә башына, йыр һүҙҙәре аша сығарып, таратырға тигән уй ҙа бар. Гәзит-журналдар телгә иғтибар итә әле, һуңғы осор радио-телевидение ла “башҡортса” һөйләргә тырыша, ә бына театрҙарҙа, бигерәк тә тәржемә әйберҙәрен ҡарарға тура килһә, кәйеф ҡырыла. Был йәһәттән әҙәбиәт бүлектәре яуап бирергә тейеш тә бит, күп осраҡта еренә еткереп эшләмәүҙәре күренеп тора. Туранан-тура тәржемәләр мейегә ҡаҙала. Ә бит тел беҙҙе милләт итә, тимәк тел кимәле – беҙҙең кимәл, тигән һүҙ.
Шоңҡарҙар. Шулай ҙа бөгөн башҡорт телендә һөйләшеү ниндәйҙер мәжбүри сара түгел, тәбиғи, ғәҙәти хәлгә әйләнеп килә. Уның сәбәптәре күп. Төп сәбәбе: һуңғы ун йыл эсендә яңы быуын үҫеп сығыуы һәм ҡала башҡорт мәҙәниәте төҫмөрләнә башлауы. Ошо хаҡта ни әйтерһең?
Зөһрә Бураҡаева. Ысынлап та, башҡорт тарихында, бәлки, тәүге күренештер, ниһайәт, бер төркөм үҫеп сыҡты һәм башҡорт ҡала мәҙәниәтен булдырҙы тип әйтергә булалыр бөгөн. Мәҫәлән, “Шаяниум” уның асыҡ миҫалы. Башҡортса һөйләшкән, рухлы кешеләр үҫеп етте. Тарихҡа ҡыҫҡаса ғына байҡау яһаһаҡ, шуны күрергә була: башҡорт ҡала мәҙәниәтен булдырырға тейешле Һәҙиә Дәүләтшиналар йәшәгән бер көслө быуынды ҡырҙылар. Бер быуынды һуғыш юҡ итте. Унан һуңғы бер осорҙа интеллигенттар араһында бик һирәктәр башҡорт булып ҡалды, милләт өсөн юғалды, башҡортҡа өйләнгән хәлдә лә, балалары русса һөйләште. Тағы бер быуын үҙенән-үҙе интернациональ булып ҡырылды.
Егерменсе мәктәп заманында башҡорт булып ҡалырға теләүселәрҙең утрауы кеүек булды. Өфөнөң ҡайһы ғына осонан балаларын килтереп уҡытманылар бында! Ошо рәүешле күпмелер кимәлдә ҡалала башҡортлоҡ һаҡлап алып ҡалынды. Әле лә, күреп тораһығыҙ – шул дәүерҙә егерменсе мәктәптә уҡытҡан, ғаиләләрендә башҡортлоҡто һаҡлағандарҙың балалары – әле ҡала башҡорт мәҙәниәтенең иң алғы һыҙығында.
Әсәйемдәрҙең йәш сағында ҡала башҡорттары – биологтар, географтар, тарихсылар, әҙәбиәтселәр, уҡытыусылар, табиптар – бергә тупланып осраша торғайнылар, йыш ҡына ҡунаҡҡа йөрөштөләр. Бер-береһен яҡшы беләләр, сөнки улар тығыҙ аралашҡан. Ә хәҙер иһә күп нәмә аҡсаға барып төртөлә, күптәрҙең торлаҡ мәсьәләһе хәл ителмәгән, йә ваҡыт, йә өйгә саҡырырға форсат юҡ. Бер-беребеҙҙе белеп етмәйбеҙ, бергәләп эшләй торған эштәр эшләнмәй ҡала. Ошо йәһәттән ҡала мәҙәниәтенең ижадханаһын ойошторғайныҡ. Уны нисек булһа ла артабан дауам итеү мотлаҡ. Төп маҡсатыбыҙ – таныштырыу, аралашыу. Термосҡа сәй яһап алып килеп эсеп ултырлыҡ кимәлдә булһа ла эшләргә кәрәк.
Шоңҡарҙар. Кемдәндер көтөп ултырмаҫҡа, ә үҙеңә эшләргә…
Зөһрә Бураҡаева. Эйе, форматы буйынса, ултырып аралашырҙай… Һыра эсеп, танышыу урынына әүерелдереү түгел. Ә сәнғәт, әҙәбиәт өлкәһендә эшләүселәр, продюсерҙар, мәҙәниәткә үҙ өлөштәрен индерергә теләүселәр... Система булдырырға кәрәк. Кисәләрҙе тематик яҡтан да ниндәйҙер йүнәлешле итергә... Был эште бергәләп, бик тиҙ арала башларға тейешбеҙ. Һеҙҙең журнал хәҙер башҡорт йәштәрен берләштерә бит, бәлки һеҙгө башларғалыр был эште. Сөнки күптән түгел һеҙҙә йәш драматургтар менән һөйләшеп алырға форсат тейҙе, һәм шунда шундай урын кәрәклеге асыҡ күренде. Бер юлы яңы әҫәрҙәрҙе ҡысҡырып уҡыр, кәңәштәр бирер, тәжрибә уртаҡлашыр инек. Кем булһа ла башлаһа… Бәлки, “Шоңҡар”ҙар тотонор?
Шоңҡарҙар. Яңы проектҡа тотонһаң, тәүлегенә егерме дүрт сәғәт эшләгәнеңде ишетеп беләбеҙ. Ә балаларың ни эшләй был ваҡытта?
Зөһрә Бураҡаева. Минең егерме дүрт сәғәт эшләүем миф ул! Иң тәү сиратта балаларымды ҡарайым: түңәрәккә алып барырға кәрәкме, йөҙөргәме – ошо минең өсөн иң изге ваҡыт! Бер ниндәй проект та, хатта министрлыҡта үткән ултырыш та ҡамасаулай алмай. Балаларҙы тәү сиратҡа ҡуям, сөнки улар әле үҙ аллы түгел, аҙаҡ, үҫә төшкәстәр, бәлки, эшкә күберәк ваҡыт бүлермен. Егерме дүрт сәғәт эшләй тигән хәбәр эштәремде төндә башҡарыуыма бәйле килеп сыҡҡандыр. Сөнки балаларым музыка мәктәбенә йөрөй, спорт менән дә шөғөлләнәләр. Спорт менән музыка – приоритет йүнәлештәр. Әле бына ҡыҙҙарым – музыка менән, улым спорт менән шөғөлләнә. Малайҙарға спорт мотлаҡ кәрәк. Шуға күрә, әгәр улым спортҡа өҫтөнлөк биреп, уның менән бергә ярыштарға, сборҙарға йөрөргә тура килә икән, әлбиттә, был шәхси ваҡытым иҫәбенә булыр. Ғөмүмән, ҡалала балалар менән ныҡ шөғөлләнергә, уларҙың һәр сәғәттә нимә эшләгәндәрен белергә кәрәк.
Өс бала үҫтергән кеше көнө-төнө эшләргә тейеш тигән яңылыш фекер булмаһын. Мин бик тә тулы ҡанлы тормош менән йәшәйем. Аралашам, ижад итәм. Ваҡытты дөрөҫ бүлә белергә кәрәк, һәм дә телевизор, компьютерға, буш хәбәр һатыуға артыҡ ваҡыт бүлмәү шарт.
Шоңҡарҙар. Балаларыңды ҡарауға арналған һәр бер сәғәтең, һәр көнөң – уҡыусыларыңдың уҡылмай ҡалған китабы һәм ҡаралмай ҡалған кисәһе…
Зөһрә Бураҡаева. Юҡтыр. Китаптарҙы, бәлки, саҡ ҡына һуңғараҡ яҙырмын… тырышырмын инде. Улар яҙыласаҡ әле… Мин бит прозаик. Былай түл йыйылып килә. Әлбиттә, ниндәйҙер үкенес бар ул, йәш саҡта ҡайһы бер әҫәрҙәр яҙылмай ҡалды, инде уларҙы яҙмаясаҡмын да, сөнки донъяға ҡарашым үҙгәрҙе.
Балалар иҫәбенә үҙемә карьера яһарға мин богемалы әсә түгел. Уларҙың бала сағы бала саҡҡа оҡшарға, бының тәртибе булырға тейештер…
Шоңҡарҙар. Әсәйҙәр һәм балалар. Балаларыңа ҡарата мөнәсәбәтеңде белдек. Хәҙер беҙҙе үҙ әсәйең менән мөнәсәбәтең ҡыҙыҡһындыра. Мәрйәм Бураҡаеваның ҡыҙы булып йөрөү ялҡытманымы әле? Сөнки ниндәй генә исемгә лайыҡ булһаң да, ниндәй генә дан-шөһрәт яулаһаң да, премиялар лауреаты булһаң да һин Мәрйәм Бураҡаеваның ҡыҙы булып ҡаласаҡһың.
Зөһрә Бураҡаева. Быға бәйле бер тарих һөйләйем әле тәүҙә: Илгизәр ағайымдың “Шоңҡар”ҙа эшләгән осоронда хикәйәләре сыға башланы, тәржемәләр менән дә шөғөлләнә. Аҙаҡ мин хикәйәләргә тотондом. Һәм күптәр әсәйгә “Һин ҡасан балаларың өсөн хикәйә яҙып өлгөрәһең ул?” тигән һорау бирә икән. Уныһы – бер. Белеүегеҙсә, уҙған йылда әсәйҙең “Үҙем яҙған яҙмыш” тигән пьесаһы буйынса спектакль ҡуйылды. Бер күренекле генә ағайыбыҙ, бөтәһе лә ҡыуанышып, әсәйгә сәскәләр бүләк иткән ваҡытта, миңә уҫал итеп ҡарап алды ла: “Һин яҙҙыңмы әсәйең өсөн?” – тип әрләп китте. Һәм шул минең яуабым. Ялҡманым. Был – беренсенән, икенсенән, тормошто тәрәнерәк аңлаған һайын әсәйемә ҡарата һоҡланыуым арта ғына. Оло быуын башҡорттар өсөн мин шулай уҡ Диҡҡәт Бураҡаевтың да ҡыҙымын. Уны бик ихтирам итеп иҫкә алалар. Был да бик яуаплы.
Тағы ла бер нәмә: беҙҙең терәк булырҙай туғандарыбыҙ юҡ: бер түрә лә, ярҙам ҡулы һуҙыр кеше лә. Әсәй япа-яңғыҙы. Һәм шуға беҙҙең иш-ҡуш булып йөрөүебеҙ әсәйебеҙгә һәм беҙгә мәртәбә өҫтәй. “Бураҡаевтарҙың көслө кланы” тиҙәр. Ошоға өҫтәп мин былай тим: был клан етмеш йәшкә еткән Мәрйәм Бураҡаеванан һәм уның балаларынан ғына тора! Ошо үҙе үк бер шәхес күпме эшләй ала икәнен әйтмәйме ни? Шуға ла Бураҡаева булыу – ул әсәйгә, атайға хөрмәт тә, әсәйгә иш булып беҙҙең үҫеп еткәнебеҙҙең билдәһе лә. Бураҡаевтар ғаиләһе – бер-береңә ярҙам итеү өлгөһө лә, тип уйлайым. Мәҫәлән, абзыйым миңә машина алып бирҙе, ғөмүмән, ҙур сығымдар талап иткән нәмәләргә Бураҡаевтарҙың дөйөм бюджеты барJ.
Шоңҡарҙар. Икенсе яҡтан әйләнеп киләйек, ап-аҡ ҡына күлдәк кейеп, көнө буйы төрлө хәлдәрҙә тап-таҙа ғына итеп һаҡларға тырышҡан кеүек, Мәрйәм Бураҡаеваның ҡыҙы булып йөрөү – яуаплылыҡтыр бит. Ҡыйындыр, моғайын.
Зөһрә Бураҡаева. Юҡ, мин ап-аҡ кейенмәгәнмен. Әсәй ундай шарт ҡуйманы ла. Беҙҙең маҡсат бер, ә фекерләү, ижад итеү – үҙ-аллы. Шуға беҙ осрашһаҡ, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй, рәхәтләнеп бәхәсләшеп тә алабыҙ.
Беҙ хәҙер халыҡтың “был Бураҡаевтарҙан тағы нимә сығыр?” тип көтөр кимәлгә еткәнбеҙ, һәм бер нәмәнән дә ҡурҡмайбыҙ.
Шоңҡарҙар. Кейем тигәндән, тышҡы ҡиәфәтеңә ҡарағанда, рокерҙарға хас кейенергә тырышаһың. Ә уларҙың булмышына бунт тойғоһо хас. Ни өсөн ошо стилгә өҫтөнлөк бирәһең һәм үҙеңде бунтарь тип әйтә алаһыңмы?
Зөһрә Бураҡаева. Эйе, мин бунтармын! Иң оло бунтыма әҙерләнәм генә әле!!! Әҙәбиәтсе булараҡ икенсе йүнәлештәге күтәрелешкә! Минең өсөн иң ҙур ихтилалдарҙы әҙәбиәттә һәм драматургияла күтәрергә мөмкин. Йәшәү өсөн көрәш осоро тамамланды. Ә кейемгә килгәндә инде… Мәскәүҙең йоғонтоһо ла эҙһеҙ үтмәгәндер… Сөнки унда халыҡ төрлө яҡтан йыйылған, береһе лә бер кемгә лә буйһонмай. Һәм Мәскәүҙең дә ниндәй вузы бит әле! Патрис Лумумбаламы йәки икенсе вузда уҡыһам, бәлки, улай булмаҫ инем. Ун ете йәшемдә әҙәбиәт институтына, бөтә СССР-ҙан йыйылған ижади азатлыҡ утрауының иң уртаһына килеп юлығыуым мине шунда уҡ икенсе яҡтан тәрбиәләп алды. Ғөмүмән, кейем, матди байлыҡ кеүек нәмәләргә ирекле ҡарайым. Стилгә ҡарағанда кейемдең уңайлы булыуы әһәмиәтлерәк. Был – бер, икенсенән, мин бит – гринпис , тәбиғәт яҡлымын. Атайымдың тәрбиәһе. Бер ҡасан да, хатта бүләк итһәләр ҙә, шәшке тунын кейә алмаясаҡмын. (Ошо урында ҡайһы бер әңгәмәләшеүселәрҙең үҙенең аяғына төбәлгән ҡарашын иғтибарға алып) Эйе, әлеге кейеп ултырған күн итегемде лә ғәфү үтенә-үтенә генә кейәм. Мөмкинлек булһа, унан да арынасаҡмын, сөнки, ысынлап та, күңелем менән экология яҡлымын. Һыу инер алдынан да ғаиләбеҙ менән бер-ике сәғәт бөтә яр буйын йыйыштырып йөрөйбөҙ. Балаларым да, кейем һайлағанда, береһе лә тирелеһен алдыртманы. Кәрәкмәй тибеҙ, ул бит йәнлек…
Шоңҡарҙар. Ниндәй музыка күңелеңә яҡын һәм театрҙа иһә ниндәй жанрҙағы спектаклдәрҙе ҡарарға яратаһың?
Зөһрә Бураҡаева. Элекке рок-н-рольщик бит инде мин J. Эштә В. Цойҙы ғына тыңлайым. Pink Floyd, Led Zeppelin, T. Rex, Аквариум, Крематорий кеүек төркөмдәрҙе тыңлап үҫтек. T. Rex көйөнә машина йөрөтөүе рәхәт. Бәләкәй саҡтан, әлбиттә, башҡорт моңон һеңдереп үҫтек. Әле лә башҡорт фольклоры китаптары гел минең янда. Башҡорт концерттарына йөрөйбөҙ, өйҙә йыш ҡына ҡурай моңон тыңлайбыҙ. Һуңғы арала башҡорт композиторҙарының симфоник көйҙәре менән мауығам. Ул минең өсөн өйрәнелмәгән өлкә. Балаларым музыка мәктәбендә уҡығас, улар мине өйрәтә J.
Театрға килгәндә, драма яҡын. Үҙем дә трагедиянан китәм. Ҡараңғылыҡ эсендә яҡтылыҡты күрә белеү мөһим. Бөтәһен дә үлтереп һалып ҡуйһаң, барыһы ла катарсис кисерәсәк. Яҡты нөктәне күреп, шуға өндәргә кәрәк. Драматургия әҫәрҙәрендә быны эшләргә була.
Ә хикәйәләрҙә һин геройыңды тыя алмайһың. Толстойҙың Анна Каренинаһын ғына миҫалға алырға була. Автор уның үлемен теләмәгән, әммә тыя ла алмаған. Улар һинең ихтыярыңдан тыш ҡай саҡ һәләкәткә бара.
Шоңҡарҙар. Элек сәсең шундай оҙон, матур була торғайны. Ҡырҡып ташлауы йәл булманымы?
Зөһрә Бураҡаева. Юҡ. Ныҡ ҡартаймаҫ борон төрлө эксперименттар үткәреп, ҡыҫҡа сәс менән дә рәхәтләнеп йөрөп ҡарармын тип хыяллана торғайным. Сөнки алтмыш йәштәрҙә, мәҫәлән, үтә йәштәрсә ҡыланып, бер блондинка, бер брюнетка булып йөрөп булмай бит инде. Шуға был минең пландарыма ярашлы үҙгәреш ине…
Шоңҡарҙар. Бер һары, бер ҡара сәслегә әүерелеү күңел торошоңа тап киләме?
Зөһрә Бураҡаева. Был минең эҙләнеү осоро. Әле лә “һарыбаш” булып йөрөр инем ул. Оҡшай ине миңә: блондинка булып ҡыҙыл машина эсендә ултырһаң, мәңгелек өндәү билдәһе һымаҡ, һине иплә-әп кенә урап үтәләр J.
Шоңҡарҙар. “Сәс буяйым”, “үҙ-үҙемде эҙләйем”, “әҙәбиәттә ихтилал көтөгөҙ”… Тимәк, Зөһрә Бураҡаева әле үҙен тапмаған?
Зөһрә Бураҡаева. Юҡ, таптым мин үҙемде. Эш башланған. Әле идеяларымды нимә иҫәбенә башҡарырға тип уйлап йөрөйөм. Концерттарға нөктә ҡуям, йәғни үҙемә-үҙем аҡса сығанағын ябам тигән һүҙ. Һәм “нисек балаларҙы ашатырға?” тигән мәсьәләне берәй төрлө хәл итһәм… Яйы сығыр тип уйлайым. Сөнки беҙҙең ғаилә бизнесы бар, хәҙер ярты Өфөгә буҙа эсерәбеҙ.
Шоңҡарҙар. “Минән буҙа алып эсһәгеҙ, Бураҡаеваның балаларын ашатыуға өлөш индерәһегеҙ”, тимәк, башҡорт әҙәбиәтенә ярҙам итәһегеҙ…
Зөһрә Бураҡаева. Эйе… Яңы әҫәрҙәр яҙыуға һәм яңы кинолар сығарыуға ярҙам итәһегеҙ! Буҙа эсегеҙ, башҡорттарым! J
Шул мәсьәләне генә хәл итәм дә, ижадыма тотонам. Әле башланмаған проекттарым ята. Ынтылышҡа бөтә нәмә лә әҙер. Йүгереү буйынса ярышҡанда стартҡа әҙерләнеп эйелеп торалар бит, әле шундай хәлдәмен J.
Ғөмүмән, әлеге осоробоҙ бик әһәмиәтле тип әйтергә кәрәк, сөнки әле “йомшарыу ваҡыты” тип уйлайым. Артабан нимә булыры билдәһеҙ. Сөнки бөгөн йәштәр араһында радикаль уйлаусылар һаны әҙ түгел. Ҡайһы берҙәре, күп осраҡта дин битлеге аҫтында, беҙҙең милли мәҙәниәтебеҙгә лә ҡулын һуҙа, меңәрләгән йыл буйы ҡан, йән менән һаҡланған рухи байлығыбыҙҙы, милли йөҙөбөҙҙө инҡар итергә маташа. Был бик хәүефле күренеш. Беҙгә, бәлки, бындай ваҡиғалар үҫешенән баш тартырға кәрәктер. Ул хаҡта яҙмайҙар, әммә ысынбарлыҡ шуны дәлилләй.
Шоңҡарҙар. Башҡорт мәҙәниәтен “исламлаштырыуҙан”, бәлки, баш тартырғалыр тинегеҙ. Был йәһәттән Ислам диненең яулыҡ ябыныу, һаҡал үҫтереү кеүек тышҡы сифаттарын күҙ уңында тотаһыңмы, әллә бөтә донъя кимәлендәге әһәмиәткә эйә булған нигеҙле мораль-этик ҡиммәттәрҙе һәм принциптарын индереүҙән арынығыҙ тигән һүҙме?
Зөһрә Бураҡаева. Тап шул тышҡы, атрибутив Исламды күҙ уңында тотам. Шуныһы: әлеге беҙҙең Исламға киткән йәштәрҙең дорфалығынан арыным. Дингә бирелеүҙәре була, улар үҙҙәрен аҡыллыраҡ һәм белемлерәк, тип хис итеп, бүтәндәргә юғарынан ҡарай башлай, әллә ниндәй ғәйепләүҙәр ташларға ла күп һорамайҙар. Мәҫәлән, мин башҡорт дини кешеләре менән дә, Мәскәүҙәге мосолмандар менән дә аралашҡаным бар. Кавказ халыҡтары менән электән ҡыҙыҡһындым. Аҙ һанлы лактар, даргиндар, ҡумыҡтар менән күп аралаштым. Уларҙың дине һәм милли мәҙәниәте матур ғына итеп бер-береһенә үрелеп килә ине. Ул ваҡытта эске конфликттары юҡ ине, хәҙер бар тиҙәр. Ысынлап та, ортодоксаль мосолманлыҡ, төрлө радикаль ағымдар улар араһында ла көсәйә башлаған. Хатта ҡарттары үҙҙәренең боронғо мәсеттәренә лә йөрөй алмайҙар, сөнки ундағы йәштәр “…һеҙ шуны дөрөҫ үтәмәйһегеҙ, былай яңылышаһығыҙ…” тип ғәйепләйҙәр. Шулай уҡ һөйләшергә, диалогка килергә теләмәү, агрессия хәүеф тыуҙыра.
Әле беҙгә өр-яңынан бер нәмә лә уйлап сығарырға кәрәкмәй. Сөнки революцияға тиклем мосолман динле, иманлы булғанбыҙ. Шул уҡ бөгөнгө йәштәрҙе Зәйнулла ишандан аҡыллыраҡтыр тип уйламайым. Ә уның дингә, мәҙәниәткә, тормошҡа ҡарашы бөгөн беҙгә һеңдереп маташҡан Ислам моделенән айырыла. Хәҙер, хатта, күптәр “Суфыйсылыҡ Ислам динендә булмаған” тигән һүҙҙәр ташлай. Нисек инде булмаған?! Мосолмандарҙың тарихын ғына ла алып ҡарағанда ла, унда ниндәй генә ағымдар, йүнәлештәр юҡ! Шиғиҙәр һәм сөнниҙәрҙе генә алып ҡарағанда ла. “Был былай түгел, был тегеләй түгел” тип береһенең дә әйтергә хаҡы юҡ. Халҡыбыҙға дин шундай суфыйҙар аша, шул формала ингән икән, тимәк, шулай булырға тейештер тип уйлайым. Беҙҙең халыҡтың әхлаҡ-әҙәп нормалары шул формаға тап килгән, һәр кемдең күңелендә һаҡланған улар. “Урал Батыр” эпосын ғына уҡып ҡарағыҙ, барыһы ла ярылып ята.
Ысынын әйткәндә, башҡорттарҙа идеаль йәмғиәт ҡоролошо һәм тормошто ҡабул итеү, танып-белеү системаһы булған. Фольклорыбыҙҙы ғына алып ҡарағанда, мәҫәлән, демократия формалары – йыйын, ҡор... Егет менән ҡыҙ араһындағы мөнәсәбәттәрҙең шундай ирекле һәм шул ваҡытта сафлығын күрмәү мөмкин түгел. Заманында егеттәр менән бергә уҡ атышып йөрөгән һәм үҙенең сафлығын һаҡлай алған ҡыҙҙарҙы, бөгөн килеп, нисек итеп ғәрәп кейемдәренә төрөндөрөп йөрөтөп ҡуйырға?! Әгәр шул тиклем оҙон итәкле күлмәктәр кейгегеҙ килә икән, бер юлы файҙалы эш эшләгеҙ: боронғо башҡорт кейемдәрен тергеҙегеҙ!
Шоңҡарҙар. Әңгәмәне традицион һорауҙан башланыҡ, шулай уҡ тамамлап та ҡуяйыҡ. Уҡыусыларға әйтер һүҙең.
Зөһрә Бураҡаева. Әлеге ваҡытта нимә әйтеп була, нимә эшләп була – барыһында мөмкин тиклем эшләп, әйтеп ҡалырға кәрәк. Беҙҙең башҡа әмәл дә, матди байлығыбыҙ ҙа юҡ! Һүҙ көсөбөҙ генә ҡалды. Ошо хәлебеҙҙең яуаплылығын ныҡ тоям. Ныҡ ҡына тырышып эшләп ала торған осор. Ике йыл буламы ул, өс йылмы. Аллаһы Тәғәлә насип итеп, биш йылға һуҙылһа бик яҡшы буласаҡ. Байтаҡ ҡына көсәйеп өлгөрәсәкбеҙ... Хәҙер йәштәргә лә үҙ һүҙҙәрен әйтеп ҡалырға кәрәк.
Шоңҡарҙар. Яратҡан миҙгелең?
Зөһрә Бураҡаева. Бөтә миҙгелдәрҙе лә яратам. Ҡыш күберәк өйҙә ултырыу мәжбүрлеге менән оҡшай, сөнки китап уҡыйһың, башҡа эштәр эшләйһең. Унан һыуыҡтан арып, яҙҙы һағына башлайһың. Артабан яҙ үҙенең бысрағы менән ялҡыта башлай. Йәйҙе, йылыны көтәһең, бүтән төрлө эштәр башҡарып ҡалғы килә. Әлбиттә, миҙгелдәргә һоҡланып, хисләнеп ултыра торғандарҙан түгелмен. Мин бит шағирә түгел, прозаик.
Шоңҡарҙар. Ейәнсураның Ибрай ауылы аръяғына юлланғанда үҙең менән ниндәй китап алыр инең?
Зөһрә Бураҡаева. Китап алмаҫ инем, А4 ҡағыҙының ике ҡабы менән күберәк ручка…
Шоңҡарҙар. Кешеләрҙәге ниндәй сифаттар оҡшамай? Иң оҡшамағаны?
Зөһрә Бураҡаева. Иң оҡшамағаны… шул тиклем күп, һайлап алайым әле. Ике йөҙлөлөк... Кешегә ышанып йөрөйһөң, уның менөн пландар ҡораһың... Ваҡытты күп ала шундайҙар.
Шоңҡарҙар. Үҙеңдәге оҡшамаған сифат?
Зөһрә Бураҡаева. Хәҙер инде үҙемә шул хәтлем ныҡ оҡшайым…J Үҙтәрбиә менән күп шөғөлләндем, хатта үҙемә оҡшай башланым…
Әңгәмәне Ләйсән ШӘРИПОВА менән
Мансур ҠАҘАҠАЕВ ҡағыҙға теркәне.