Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Самауырҙы йыҡҡансы
5 Август 2019, 12:44

"Бөгөнгөңдө иртәгәгә ҡалдырма!"

Бынан биш йыл самаһы элек Башҡортостан Республикаһының ул саҡтағы һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәлиҙә Муса ҡыҙы Шакирjва менән “самауыр йыҡҡайныҡ”. Иҫ киткес мөләйем, юғары зауыҡлы, йомарт, үҙенә лә башҡаларға ла ҡарата талапсан ханым менән ихлас аралашып ултырҙыҡ. Әңгәмә һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһенә генә ҡағылманы. Ул беҙгә һабаҡ булырҙай тормош дәрестәре менән дә бүлеште, кәңәштәрен бирҙе. “Ошондай бай йөкмәткеле журналды ниңә алдырмайҙар икән, коллегаларыма ла еткерәйем әле, яҙылһындар, уҡыһындар” тип матбуғат баҫмаларының тиражы кәмеүгә әсенеп, Өфө медицина учреждениелары хеҙткәрҙәрен журналға яҙҙырыуға үҙ өлөшөн индерҙе. Йәнегеҙ йәнәнәттә булһын, Рәлиҙә Муса ҡыҙы. #Шоңҡаржурналы #РәлиҙәШакирова

“Аш-һыуҙарҙы итһә бәрәкәтле, шул ҡатын-ҡыҙ булыр иң хөрмәтле”, – тигән алтын һүҙҙәре бар халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың. Әммә халҡыбыҙҙың гүзәл заттары араһында усаҡ йылыһын тотоу, балалар үҫтереүҙән тыш, ир арыҫландарынан ҡалышмай, дәүләт кимәлендәге эштәр башҡарғандар ҙа аҙ түгел. Бөгөнгө геройыбыҙ ҙа ике бала әсәһе, нәзәкәтле ханым; күптәр уның ҡул эштәренә, аш-һыуға маһирлығын, бәлки, белмәйҙер ҙә. Ә инде министр урынбаҫары йөгөн тартыуы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бихисап эштәр башҡарып, халыҡтың хәлен еңеләйтергә тырышыуы һәммәбеҙҙең күҙ алдында. Билдәле, медицина тирәләй һәр ваҡытта ла сетерекле һорауҙар тыуып ҡына тора. Ана шуларҙың бер нисәһен генә булһа ла асыҡлап, уңышлы, абруйлы шәхестең фекер-кәңәштәрен халыҡҡа еткереү ниәтендә йәнә сәй табыны ҡороп ебәрҙек. “Самауыр”ыбыҙ янында – Башҡортостан республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәлиҙә Муса ҡыҙы Шакирова.

450 МЕҢ ҺУММЫ, ӘЛЛӘ ЗАРЛЫ ҒҮМЕРМЕ?

“Шоңҡар”ҙар: Рәлиҙә Муса ҡыҙы, самауыр тиһәләр, һеҙҙең күҙ алдына иң тәүҙә нимә баҫа? Өйөгөҙҙә самауыр артында йыш йыйылаһығыҙмы?

Рәлиҙә Шакирова: Самауыр хаҡында һүҙ сыҡһа, Рәшит Нурмөхәмәтовтың картинаһы күҙ алдыма баҫа. Ихлас йылмайып ултырған башҡорт ҡыҙы, ә артында – боронғо еҙ самауыр… Бала сағым самауырлы булып хәтерҙә уйылмаған. Хәҙерге ваҡытта иһә ғаилә менән табын артына самауырһыҙ ғына йыйылабыҙ. Баҡсала бер боронғо самауырыбыҙ бар ул. Аллаһ бирһә, хаҡлы ялға сыҡҡас, туғандар, дуҫтар менән самауыр янында гөрләшербеҙ, тип уйлайым. Әле, дөрөҫөн әйткәндә, ваҡыт юҡ. Хәйер, ваҡыт табылыр ҙа ине, самауыр сәйе генә эсәйем, тигән теләк юҡ. Ғөмүмән, мин бәләкәйҙән, бәлки өләсәйһеҙ, олатайһыҙ үҫкәнгәлер, сәй эсергә әүәҫ түгелмен. Минераль һыу, һут булһа, ҡәнәғәтмен.

“Шоңҡар”ҙар: Табип һөнәренә бала саҡтан хыялланып, әҙерләнеп килдегеҙме?

Р. Ш: Был һөнәр хаҡында бәләкәйҙән хыялландым, тип әйтә алмайым. Быға, бәлки, дауахананың нимә икәнен белмәй үҫеүем сәбәпсе булғандыр. Ауырымағас, йөрөтмәнеләр. Ғәжәп, яҡындарым араһынан да сирләгәндәр булманы. Был һөнәргә теләкте әнкәйем аң аҫты аша тәрбиәләгәндер, бәлки. Етмәһә, мединститут һәр саҡ бәҫле уҡыу йорто иҫәпләнде. Һис юғы, мәктәп тамамлағанда ниндәй юл һайларымды белә инем. Кешегә ярҙам итеү теләге лә көслө булғандыр.

“Шоңҡар”ҙар: Һеҙҙеңсә, һәйбәт табип ниндәй төп сифаттарға эйә булырға тейеш?

Р. Ш: Кешелекле, изге күңелле һәм дә компетентлыҡ. Йылмайманылар, һәйбәт итеп һөйләшмәнеләр, ҡаты бәрелделәр, тип ялыу яҙалар беҙгә. Әммә тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам: йылмайып, яғымлы ҡаршылаған табип ярҙам итә алмаҫҡа мөмкин һәм, киреһенсә, үҙен ҡәтғи тотоп, ҡысҡырып та ебәргәне ашығыс рәүештә дөрөҫ ҡарар ҡабул итеп, үлемдән ҡотҡарырлыҡ ярҙам күрһәтергә һәләтле булыуы һирәк күренеш түгел. Әгәр ул яғымлы ла, диагнозды ла дөрөҫ ҡуя, дөрөҫ дауалай ҙа икән – илаһи, камил табип. Әммә беҙ бөтәбеҙ ҙә кешеләр һәм төрлөбөҙ. Әҙәм балаһының холоҡ-фиғеленә, үҙ-үҙен нисек тотоуына йәшәү рәүеше лә ҙур йоғонто яһай. Кемдеңдер аһ-зары күп, икенселәр еңелерәк ғүмер кисерә. Ошолар кешенең эшендә сағылыш табыуы ла бар. Беҙҙең һөнәрҙә иң мөһиме – һөҙөмтә, кеше ғүмере. Бөгөн медицина кадрҙары етмәүе – ҡатмарлы мәсьәлә. Табиптар менән тәьмин ителеү төрлө белгестәр араһында 30-62% тәшкил итә. Был иһә һәр бер табип бер нисә коллегаһы өсөн эшләй тигән һүҙ. Ҡәнәғәтһеҙлек беренселекле звено – поликлиникаларҙан килә. Бөгөн табиптарға эшләүе бик ауыр, ҡатмарлы. Махсус мәғлүмәт саралары “ярҙамы” менән уның абруйы көндән-көн түбәнәйә.

“Шоңҡар”ҙар: Ни өсөн тип уйлайһығыҙ?

Р. Ш: Бөгөн бөтәһе лә “дауалай” белә. Ә был – эшкә ҡамасаулай. Ниндәй генә мәғлүмәт сараһын асма, мәҫәлән, табип бала табырға ҡушмаған икән, ә ул иҫән-һау тыуҙырған, тип яҙалар. Бер-ике генә осраҡты күпертеп ебәрәләр. Бөгөн белгестәр зәғиф хромосом аномалиялы бала тыуырын сабый әсәнең ҡарынында саҡта уҡ әйтә ала. Перинаталь консилиум ҡарары менән элиминация тәҡдим ителә, әммә белгестәр һүҙен бөтәһе лә тыңламай. Бер йәшкә тиклемге балалар үлеме күрһәткесе структураһында тыумыштан зәғифлек 30%-ҡа тиклем тәшкил итә. Ә Германияла, мәҫәлән, бындай күренеш юҡ. Сөнки унда, табип иҫкәртә икән, кеше, белә тороп, зәғиф бала тыуҙырыуға риза түгел. Бер ҡатынға балаһының барыбер ғәрип булып тыуасағын, оҙаҡ йәшәмәйәсәген аңлатам. Билдәле, ғаиләнең ризалығы юҡ икән, элиминация эшләй алмайбыҙ. Ә ул, миңә уның тыуыуы ғына мөһим, әсәлек капиталы алып өлгөрәм бит, ти. Элегерәк был аҡса сабыйҙы өс йәшкә тиклем үҫтергәс кенә бирелә ине, ә хәҙер, тыуыу факты буйынса. Капитал өсөн генә бәпесләү – йәмғиәттең социаль яҡтан етеш булмау бәләһе. Бер бала 450 мең һум менән баһаланмай бит! Аҡыллы, тотороҡло кешеләр быны аңлай, әлбиттә. Уны уҡытыу, тәрбиәләү был хаҡҡа ғына тормай. Күрәләтә зәғиф бала табыу сабыйға ҡарата яуапһыҙлыҡ, тип уйлайым. Инвалидлыҡ пособиеһынан өҙөлмәҫ өсөн балаһын операцияға алып бармаған (уның ризалыҡһыҙ белгестәр ярҙам итә алмай) әсәй менән дә һөйләшкәнем булды. Вакцинация мәсьәләһе лә киҫкен тора. Минеңсә, прививкаларҙан баш тартҡан ата-әсә лә балаһына ҡарата яуапһыҙлыҡ күрһәтә. Сабыйын ниндәйҙер сирҙәргә дусар итә. Мотлаҡ һаналғандары үтәлергә тейеш. Ҡайһы берәүҙәр, балаһына прививка эшләтмәһә лә, баҡсаға йөрөтәһе килә. Быға юл ҡуймаҫ инеләр, кеше үҙ хоҡуҡтарын даулай башлай. Берәү сирләһә, утыҙ балаға йоғорға мөмкин. Үҙеңде генә уйлау, бөтә донъя тик һинән генә торған кеүек килеп сыға түгелме? Әлеге көндә киҙеүгә ҡаршы вакцинация бара, унан баш тартмаҫҡа кәңәш итәм.

“Шоңҡар”ҙар: Зәғиф тыуасаҡ бала үҫешен туҡтатырға тәҡдим итәбеҙ, тинегеҙ. Ҙур яуаплылыҡ талап иткән эш, әлбиттә. Хоҙайҙың эшенә ҡыҫылыу һымаҡ та…

Р. Ш: Эйе, яуаплылыҡ талап иткән эш. Бер генә белгес ҡарап, хәл итмәй. Әйтәйек, йөрәктәге физик кәмселек булһа – кардиохирург, неврология проблемаһы икән – нейрохирург тикшерә, операция эшләрлектәрен дә билдәләйбеҙ. Консилиум үткәрелә. Беҙ йәшәмәҫлектәренең генә үҫешен өҙөргә тәҡдим итәбеҙ. Быны тәбиғи һайланыш, йәғни Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡаны тип ҡабул итергә кәрәк. Мәсьәләнең икенсе яғы ла бар бит: Аллаһ сир биргән, әммә табип, яһалма тын алдырып, үлемдән тартып сығара. Ә бындай осраҡты Хоҙай эшенә ҡыҫылыу тип әйтеп булмаймы? Ғөмүмән, яралғыны ҡалдырыу йә ҡалдырмауҙы, ар - та бан нисек йәшәүҙе ҡатын-ҡыҙ үҙе, ғаиләһе хәл итә.

“Шоңҡар”ҙар: Балаларҙа церебраль паралич күҙәтелә. Был алдан иҫкәртелмәйме?

Р. Ш: Уны ҡарында уҡ билдәләп булмай. Хәҙерге ваҡытта УЗИ-скрининг Халыҡ-ара FMF сертификаты бул ған белгестәр тарафынан ғына үткәрелә. Табип унда һәр ҡатынды етәкләп йөрөтә алмай, мөһимлеген аңлата ғына. Ауылдағылар тормош мәшәҡәттәрен һылтаулап килмәй. Һәр нәмәлә кешенең үҙенең, ата-әсәнең иһә балаһы өсөн яуаплылығы мөһим. Бер кем дә бүтәндәр өсөн ниҙер эшләй алмай. Әҙәм балаһы үҙе һайлай. Барырғамы-юҡмы, эсергәме-эсмәҫкәме, яратырғамыяратмаҫҡамы… Беҙ мәғлүмәт бирәбеҙ, аңлатабыҙ, ә ата-әсә үҙе хәл итә. Ғәрип баланы ҡалдырған күп осраҡтарҙа (быны мин тәжрибәмдән сығып әйтәм) атай кеше ғаиләлә иң оҙағы йыл ярымға сыҙай. Һуңынан ҡатын бөтөнләй яңғыҙ тороп ҡала. Балаһын ташлап киткән атайҙы ла бәхетле тип әйтеп булмай, әлбиттә. Әммә ир кеше, балаһы күҙ алдында үҫһә генә, уны яҡын күрә, рухи бәйләнеше нығына, ылыға. Был йәһәттән уйланырға урын күп.

“Шоңҡар”ҙар: Башҡортостанда үлем менән тыуымдың айырмаһы нисек һуң?

Р. Ш: 2009 йылға тиклемге мәғлүмәттәр буйынса, үлем тыуымға ҡарағанда юғарыраҡ ине. Хәҙер тәбиғи үҫеш бар. Былтыр ғына 59 мең 260 бала донъяға килде. Был бик һәйбәт күрһәткес. Рәсәй кимәлендә абсолют һандарҙы ҡараған саҡта, беҙ бишенсе урында торабыҙ. Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Краснодар крайынан ғына ҡалышабыҙ. Быйыл Свердлов өлкәһе генә бер аҙ уҙыбыраҡ китеп бара.

“Шоңҡар”ҙар: Был күрһәткестәр Әсәлек капиталына, Рәсәйҙең иҡтисади хәленә, тормош кимәленә бәйлеме?

Р. Ш: Бәйле. Туҡһанынсы йылдарҙа тыуым күпкә кәмегәйне. Шул йылдарҙа тыуғандар бала тыуҙырыу осорона еткәс, тыуым кимәленең төшәсәге күҙаллана ине. Әммә был дәлилләнмәне. Бөгөн тыуым ныҡ артҡан һикһәненсе йылдарҙа тыуғандар бала тыуҙырыу иҫәбенә лә артабыҙ. Әммә улар бер аҙ өлкәнәйеп, олпатыраҡ булып килә. Һаман ғаилә ҡормағандары күп, уларҙың да атай-әсәй булыуы көтөлә әле. Әсәлек капиталы ла йоғонто яһаны. Ауыл халҡы араһында дүртенсе, бишенсе бала тапҡандар ҙа бар. Шул уҡ ваҡытта капитал өсөн генә буйға уҙған социаль яҡтан тотороҡһоҙ ғаиләләр һаны күбәйҙе. Социаль етемдәр һаны арта. Был сабыйҙарҙы республикалағы биш йәшкә тиклемге өс балалар йортонда ҡурсалайбыҙ. Өфөлә, Белоретта һәм Стәрлетамаҡта. Уларҙың 1,8 проценты ғына атай-әсәһеҙ етемдәр. Был хәл, әлбиттә, ғаилә, йәмғиәт, хөкүмәт кимәлендә көсөргәнешле эш, саралар талап итә.


ҺӘЙБӘТ ТАБИПТЫ ХАЛЫҠ ҠАРАЙ…

“Шоңҡар”ҙар: БДМУ-ға йыл һайын конкурс ҙур, күпләп уҡырға инәләр. Ә ниңә табиптар етешмәй һуң?

Р. Ш: Яңы эшкә килгән табиптарға халыҡ тарафынан мөнәсәбәттең бигүк ыңғай булмауы билдәле. Йәш кешегә хөрмәт, аңлау юҡ икән, күңел һалып эшләп китә алмай. Хеҙмәтләндереүсе персонал түгел, ә табип булырға теләй улар. “Ауыл табибы” федераль проекты ла эшләй, әммә бөгөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә белгестәр йәһәтенән хәл итерлек мәсьәләләр шаҡтай күп әле. Маҡсатлы йүнәлтеү (целевое направление) генә түгел, ә белгестәрҙе маҡсатлы рәүештә әҙерләү (целевая подготовка) бик мөһим, тип уйлайым.

“Шоңҡар”ҙар: Табиптарҙың эш хаҡын нисек билдәләр инегеҙ? Белеүебеҙсә, Америкала улар иң юғары эш хаҡы ала.

Р. Ш: Сит илдәрҙә эш шарттары башҡа. Әгәр беҙҙең табиптар сит илгә сығып эшләй икән, халыҡ уларға эләгергә тырыша. Ҡыҙыҡмы? Сөнки “беҙҙекеләр” пациент менән һөйләшә, ҡул менән ҡарай, тыңлай белә. Америка табибынан быны көтмәҫһең. Хәҙер беҙ ҙә улар кеүек булыу яғына китеп барабыҙ. Диагнозды өҫтәмә тикшереүһеҙ күҙалламай башланыҡ. Аускультация, перкуссия таҫыллыҡтарын юғалтабыҙ. “Клиник фекерләү” һәр табип өсөн мотлаҡ нәмә. Республикала табиптың уртаса эш хаҡы – утыҙ биш – утыҙ һигеҙ мең һум. Ләкин һәр табип шунса эш хаҡы ала тип аңларға ярамай. Был оклад ҡына түгел. Һәр береһе төнгө дежурлыҡ итә, икенсе табип өсөн эшләй. Шулай уҡ, йәшерен-батырыны юҡ, һәйбәт табипты халыҡ та ҡарай бит әле (йылмая). Үҙ эшенең оҫтаһы булған табип лайыҡлы йәшәй ала. Фекерҙе дөйөмләп, шуны әйтергә теләйем: табиптың эш хаҡы элекке йылдар менән сағыштырғанда юғарыраҡ, кәмеүгә табан бара, тип әйтеп булмай.

“Шоңҡар”ҙар: Йыш ҡына анализдар өсөн күпмелер аҡсаңды сығарып һалырға тура килә. Ирекһеҙҙән, медицина түләүлеме икән, тигән уй тыуа…

Р. Ш: Ҡайһы берҙә юғары белемле кешеләр ҙә үҙ хоҡуҡтарын белмәй. Теге йә был хеҙмәттең ни өсөн түләүле икәнлеген белешергә, ҡыҙыҡһынырға кәрәк. Яуап бирергә теләмәйҙәр икән, тыңлата, аңлата, һөйләшә белеү мөһим. “Граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса дәүләт программалары гарантияһы”нда барыһы ла яҙылған. Үҙегеҙ мәғлүмәтле булырға, хоҡуҡтарығыҙҙы белергә бурыслы. Әгәр аңламаһалар, бүлек мөдире, баш табип урынбаҫары, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бар. Мөрәжәғәт итегеҙ, яҙығыҙ. Миңә, табип аҡса һораны, тигән ялыу менән килгәндәре бар. Әммә кем икәнлеген йәшерәләр. Әйткәндәй, табиптарҙы халыҡ үҙе боҙҙо. Сөнки һәр кем үҙенә айырым мөнәсәбәт өмөт итте. Аҡса бирһәм, яҡшыраҡ ҡарарҙар, арыуыраҡ мөғәмәлә итерҙәр, тип уйланы. Һәр хирург операцияны бөтә таҫыллығы менән яһай, эшенең һөҙөмтәле булыуы уның өсөн ҙур ҡәнәғәтлек, шатлыҡ тыуҙыра. Хирургҡа “арҡаланып” “аҡса эшләүсе” ләрҙе лә таный белергә кәрәк, әлбиттә.

“Шоңҡар”ҙар: Поликлиникаларҙа пациентты ни бары ун биш минут эсендә генә ҡарап сығаралар. Сирҙе асыҡлау, дөрөҫ йүнәлтмә биреү өсөн был ваҡыт етәме икән һәм уны оҙайтыу сараһы юҡмы?

Р. Ш: Етмәй. Үҙегеҙ беләһегеҙ, хәҙер һәр өлкәлә оптималләшеү бара. Аҡса һанайбыҙ барыбыҙ ҙа. Аҙыраҡ сарыф итһәк, яҡшыраҡ буласаҡ, тибеҙ. Электрон яҙылыу, һәр табип алдында компьютер, уныһы ла ваҡытты ала. Әгәр һеҙҙән йәшерәктәр һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә килһә, уларға еңелерәк буласаҡ. Әлеге ваҡытта табиптарҙың илле проценты пенсия йәшендә. Ә ололарҙы компьютерға өйрәтеүе еңел түгел.

“Шоңҡар”ҙар: Яңы быуын табиптарының әҙерлек кимәлен нисек тип иҫәпләйһегеҙ?

Р. Ш: Ҡыҙғанысҡа күрә, түбән тип һанайым. Элеккегә ҡарағанда күпкә ҡайтыш. Осраҡлы белгестәр артты. Бөгөнгө йәштәрҙе үткән замандыҡылар менән сағыштырыу мөмкин түгел. Берҙән, элек социаль яҡланғанлыҡ булды. Белгес уҡып бөтөүгә, уны эшкә тәғәйенләйҙәр. Фатир мәсьәләһе лә уйланылған ине. Ауыл еренә барған табип өсөн был мәсьәлә тәүге алты айҙа хәл ителде. Ә хәҙерге ваҡытта күп студенттар ҡайҙа эшләрен белмәй. Күбеһе үҙен был һөнәр эйәһе итеп тә күрмәй. Хәҙерге юғары белемде мин, русса әйткәндә, “массовое высшее образование” тип һанайым. Һөҙөмтәһе асыҡ ярылып ята: бөгөн беребеҙ ҙә һәйбәт юрист, иҡтисадсы таба алмай. Сөнки күбеһе алған һөнәре буйынса ғүмерҙә лә эшләмәҫтәрен белә, “ҡатырға” өсөн генә йөрөй. Икенсенән, уҡыу методикаларында ла үҙгәрештәр бар, әлбиттә. Профессор элек студенттар менән дауаханаларға барып, нисек дауаларға кәрәклеген күрһәтеп, пациенттарҙың эсен баҫып ҡарап, эске ағзаларының ҡайһы урында икәнлеген өйрәтеп йөрөй ине. Хәҙер симуляция үҙәктәре ярҙамында уҡыйбыҙ. Тик ятҡан муляжға ҡарап өйрәнәбеҙ. Ә элек ауырыуҙы беҙҙең ҡарамаҡҡа тапшыралар ине. Пациенттар нисек ҡаршы булмағандыр!? Улар менән һөйләшергә, мөнәсәбәт булдырырға, конфликттарҙы, сетерекле осраҡтарҙы хәл итергә өйрәнәһең. Мине (икенсе курстан һуң) горчичник ҡуйырға бер бабай өйрәтте (көлә). Дөрөҫ ҡуйманың, тип, өлкән шәфҡәт туташын саҡырттырып, ике тапҡыр ҡуйҙыртты (көлә).

ИҢ ОТОШЛОҺО – АУЫРЫМАУ…

“Шоңҡар”ҙар: Аптекаларҙа илле процент дарыу яһалма, тиҙәр. Һеҙҙә бындай мәғлүмәт бармы?

Р. Ш: Аптекаларға сығарылған препараттарҙы дарыу сифатын билдәләүсе ойошма контролдә тота. Әммә һәр таблетканы тикшереп бөтөп булмай.

“Шоңҡар”ҙар: Улайһа, дарыуҙарҙың үҙебеҙҙә етештерелгән аналогын алыу отошло түгелме? Ике йөҙ һумлыҡ яңы дарыу урынына ун биш һумлығы ла бына тигән итеп ярҙам итә.

Р. Ш: Киреһенсә, ныҡ ҡиммәт дарыуҙы күп кеше һатып алмағанға күрә, тауар әйләнеше бәләкәй һәм уларҙы яһалма итеүҙә мәғәнә юҡ, минеңсә.

“Шоңҡар”ҙар: Халыҡ табиптары, әүлиәләргә ышанаһығыҙмы?

Р. Ш: Ышанмайым, тип әйтә алмайым. Кешенең уларға ышаныуы ҙур булһа, “психосоматик” сирҙән арыныуы ихтимал. Бөйөрөңдә таш булһа, медицина белгестәре генә ярҙам итә ала. Хоҙайҙан бирелгән һәләтле әүлиәләрҙән тыш, аҡса өсөн генә алдап дауалаған сихырсылар ҙа бар бит әле. Ҡайһы ғына гәзитте асма, рекламалары тулған. Ана шуларҙан һаҡ булыу фарыз. Ысын бағымсы, әүлиә бик һирәк күренеш һәм улар үҙе хаҡында ҡысҡырып та йөрөмәй. Мөжәүир хәҙрәтте генә иҫкә төшөрәйек…

“Шоңҡар”ҙар: Салауат ҡалаһында яңы тыуған сабыйҙы сүп араһына ырғытып киткәйнеләр бит әле. Ул ятҡан дауахананан халыҡҡа кем, нисек ярҙам ҡулы һуҙа ала, тип мөрәжәғәт иттеләр. Беҙҙә ташландыҡ балаларға күпме аҡса бүленә?

Р. Ш: Был – социаль һорау. Ташландыҡ бала приютҡа алып барылырға тейеш. Әммә уны дауаханаға килтерәләр, ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, диагноз ҡуйып, дауалайбыҙ. Диагнозһыҙ тота алмайбыҙ. Памперс, кейем кеүек кәрәк-яраҡтар бөтәһе лә Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды аҡсаһы иҫәбенә алына. Әлеге көндә һаулыҡ һаҡлау финанс яҡтан Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды системаһы аша тәьмин ителә. Наркология, психиатрия, туберкулез кеүек өлкәләр иһә бюджетта тора.

“Шоңҡар”ҙар: Дауаланыу өсөн күп аҡса талап ителгән ауырыуҙарға бюджеттан аҡса бүленмәйме? Юғиһә яман шеш кеүек ҡаты сирлеләр өсөн сит илгә сығырға аҡса йыйыусылар күп.

Р. Ш: Улар өсөн бюджеттан аҡса бүленә. Хат менән мөрәжәғәт итеп ярҙам алыу - сылар байтаҡ. Әммә Мәскәүгә барыр өсөн табиптар комиссияһының һөҙөмтәһе кәрәк. Израиль, АҠШ кеүек илдәрҙә дауаланыу ҡарары Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аша хәл ителә. Шулай уҡ был илдәрҙә дауаланыуҙан тыш, йәшәү сығымдарын да ҡапларға кәрәк. Ҡайһы бер пациенттар сит илдә дауаланыуҙы үҙ маҡсаты итеп ҡуя (үҙебеҙҙең илдә тейешле кимәлдә ярҙам итә алған осраҡта ла). Кешеләрҙән аҡса йыйыуҙы йәшәү рәүешенә әйләндергәндәр ҙә бар.

“Шоңҡар”ҙар: Бәлки, ул аҡсаны юллап алыу бик оҙаҡҡа һуҙылалыр?

Р. Ш: Беҙҙең психология шундай – проблемаларҙы улар тыуғас ҡына хәл итәбеҙ, иҫкәртә белмәйбеҙ. Эш уҙғас йүгереп йөрөмәҫ өсөн, һәр кем ваҡытында үҙ һаулығын ҡайғыртһын ине. Йыл һайын табиптарҙан ҡаралып, хәлеңде тикшертеп торорға кәрәк. Күптәр сирен белеп ҡалыуҙан ҡурҡып һуҙып йөрөй. Ауылдан килгән бер ҡатындың аналыҡ миомаһы алты айлыҡ ауыр кеүек үҫеп киткән. Әмәлиәт (операция) эшләнек. Алданыраҡ килергә ҡурҡҡан, һыйырын ҡалдырып китә алмаған. Кеше, донъя мәшәҡәттәренә һылтанып, үҙен үҙе алдай, сәләмәтлеге хаҡында уйламай. Психология фәнендә өс һигеҙ законы билдәле. Йәғни тәүлектәге егерме дүрт сәғәттең һигеҙ сәғәтен йоҡлап үткәрһәк, һигеҙ сәғәт эшләһәк, үҙебеҙ өсөн йәнә һигеҙ сәғәт ваҡыт ҡала. Уны нисек файҙаланыу беҙҙән тора. Спорт менән шөғөлләнеү, театрға йөрөү, йә эсеп-тартыу һәм ғәйбәт һөйләүме – кеше үҙе хәл итә. Бер кем дә, ваҡытым юҡ, тип әйтергә тейеш түгел. Теләге булғандар өлгөрә ул. БӨТӘҺЕ ЛӘ ҮҘЕБЕҘҘӘН ТОРА…

“Шоңҡар”ҙар: Балаларығыҙҙы нисегерәк тәрбиәләнегеҙ? Өфөлә үҫһәләр ҙә, икәүһе лә матур итеп башҡортса һөйләшә.

Р. Ш: Баланың туған телгә һөйөүе ғаиләнең үҙенән генә тора. Инглиз мәктәбендә уҡып та телеңде белеп була. Әммә үҙ-ара аралашыу менән генә сикләнергә ярамай. Бәләкәйҙән бергәләп китап уҡыу, йыр йырлау ғәҙәткә инһен ул. Кескәй саҡтан үҙ теленә, халҡына ҡарата хөрмәт уянһын. Ул шул ваҡытта үҙен дә хөрмәт итәсәк. Ә үҙен хөрмәт иткән башҡаларҙы ла һанлай. Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуға ҡаршы сығып шаулаусылар бар. Ни өсөн бындай хәл килеп сыҡты тип уйлайһығыҙ? Дәрестәр бик юғары кимәлдә үткәрелергә тейеш ине. Ҡыҙыҡлы итеп уҡытылғанда, башҡорт дәүләт теленән йәһүд тә, урыҫ та, татар ҙа баш тартмаҫ ине. Балаһы уҡытыусыға тартылып торһа, белем кимәле көндән-көн артһа, яңы үрҙәргә ынтылһа, ниндәй ата-әсә ҡаршы килһен? Мин ауыл мәктәбен бөткән башҡорт теле уҡытыусыларының ҡала мәктәбендә лайыҡлы кимәлдә белем бирә алыуҙарына ҙур өмөт бағламайым. Ауыл балаһы менән ҡала балаһының менталитеты төрлө. Өҫтәүенә, социаль проблемалар – торор урын юҡлығы, аҡса етмәү, нәзәкәтле итеп кейенә, биҙәнә алмау… Аһ-зарҙары күп булған кешенең эшкә мөнәсәбәте лә үҙгәрә. Етмәһә, беҙ русса ауыр һөйләшәбеҙ. Ҡала балаһында телгә һөйөү уятыусы, башҡорт теленән тыш, рус һәм инглиз телдәрен яҡшы белһен, киң фекер йөрөтһөн. Хәҙерге Өфө балаһы күп кенә сит илдәрҙе күргән, белмәгән нәмәһе юҡ. Ә башҡорт теле уҡытыусыһы районындағы ауылдан башҡа бер ер күрмәгән икән, нимә хаҡында һөйләй ала? Уҡытыу методикаһы ла күп һорауҙар тыуҙыра. Ҡала балаһы өсөн ул бөтөнләй икенсе булырға тейеш. Шулай уҡ үҙ балаларыбыҙ ҙа башҡорт телен ихлас өйрәнеүе шарт. Юғиһә күптәребеҙ рус мәктәптәрен һайлай. Ғөмүмән, беҙҙең халыҡҡа мәҙәниәтле, мәғлүмәтле булыу етмәй. Гәзит-журналдарға яҙылмайбыҙ, театрҙарға йөрөмәйбеҙ икән, ниндәй кимәл тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин? Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора. Һөйләшә белеү, сетерекле хәлдәрҙән сыға белеү, дипломатия, этика ҡанундарына битараф булмау уңыш асҡыстарының берәүһе. Башҡорт булған өсөн генә бөтәһе лә ҡолас йәйеп торорға тейеш түгел инде. Һәр кем үҙенә үҙе юл һалырға тейеш. Рух көсө, ҡаршылыҡтарҙы еңә белеү, олоно – оло, кесене кесе итеп таныу, кешеләргә хөрмәт күрһәтеү, аҡыллы һәм көслө булыу – үҫеш өсөн бик мөһим һыҙаттар. Иртәгә тип йәшәргә ярамай. Бөгөн уңышлы, бөгөн бәхетле булырға кәрәк. Көстө бушҡа сарыф итмәҫкә, кеше менән булмаҫҡа… Йәшәй-йәшәй, ҡайһы бер нәмәләргә бөтөнләй хафаланырға кәрәкмәгәнлеген, юғалтыу тигәнең табыш икәнен аңлайһың.

“Шоңҡар”ҙар: Рәлиҙә Муса ҡыҙы, ғүмерегеҙ эсендә йөҙ йәшкә еткән кеше менән осрашҡанығыҙ булдымы? Оҙон ғүмерле булыу өсөн ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

Р. Ш: Ундайҙар бар икәнен беләм, әммә күрешкәнем юҡ. Мостай Кәрим: “Оҙаҡ йәшәйһе ине, ҡартаяһы килмәй”, тип әйткәйне бит әле. Кешегә лайыҡлы йәшәү мөһим. Йөҙ ҙә биш йәшкә етергә, һау-сәләмәт, көслө рухлы булырға маҡсат ҡуйғандар – эсмәҫ, тәмәке тартмаҫ, ВИЧ-тан һаҡланыр, уҡымышлы, мәҙәниәтле, аңлы булыр. Сәләмәт йәшәү рәүеше дөрөҫ туҡланыуҙан да ғибәрәт. Үҙеңде физик яҡтан сыныҡтырыу, аҡыл көсөргәнешен тәьмин итеү ҙә мөһим. Шул саҡта ғына кеше алға бара. Барыһы ла беҙҙең үҙебеҙҙән тора. Оҙаҡ йәшәү нәҫелдән дә килә. Ҡарағай ағасынан әфлисун тыумай, тиҙәр бит әле.

“Шоңҡар”ҙар: Бик күп аҡыллы китаптар уҡыйһығыҙ шикелле. Сер булмаһа, әйтегеҙ әле.

Р. Ш: Аҡыллы китаптарҙы хәҙер уҡымайым, ундайҙарҙы үҙем яҙырлыҡ йәшкә еттем инде (көлә). Эш буйынса күп уҡырға тура килә. Бала менән әсә һаулығында күп кенә сетерекле хәлдәр килеп сыға, бөтәһе лә табиптан ғына тормай. Гәзит-журналдарға яҙылам, башҡорт ҡатын-ҡыҙ шиғриәтен яратам.

“Шоңҡар”ҙар: Рәлиҙә Муса ҡыҙы, саҡырыуыбыҙҙы ҡабул итеп килеп, ихлас һөйләшеп ултырғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һау-сәләмәт булығыҙ, уңыштар һеҙгә!
Читайте нас: