Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Самауырҙы йыҡҡансы
14 Август 2019, 13:53

Юлай Ғәйнетдинов: «Ҡурайҙың коды бар…»

Күптән түгел “Шоңҡар”ҙың ҡунаҡтарҙы арбау көсөнә эйә тәмле сәй табыны артында йәнә бер бик йәнле һөйләшеү булып үтте...

Күптән түгел “Шоңҡар”ҙың ҡунаҡтарҙы арбау көсөнә эйә тәмле сәй табыны артында йәнә бер бик йәнле һөйләшеү булып үтте. Рубрикабыҙҙың сираттағы ҡунағы, арҙаҡлы ир-уҙаман Юлай Ишбулды улы Ғәйнетдинов үҙе өс сәғәт дауамында, тәмләп-тәмләп, “һигеҙенсе мөғжизә”беҙ, Аллаһы Тәғәләнең башҡорт халҡына инселәп биргән ҡөҙрәтле лә, изге лә бүләге булған ҡурай һәм халыҡ ижадының көсө, хикмәте хаҡында бәйән ҡылды. Башҡорт халыҡ сәнғәте, ижады ҡомартҡыларын уның һымаҡ та нығыраҡ яратҡан, ҡәҙерләгән, башҡаларҙан да һаҡсыл мөнәсәбәт талап иткән кеше, бәлки, юҡтыр ҙа… Әңгәмәне уҡып сыҡҡас, һеҙ ҙә ошоға инанырһығыҙ, моғайын…

“Шоңҡар”ҙар. Юлай ағай, һеҙҙе, халыҡ ижадын бөтә йөрәге менән һөйгән, тоғролоҡло, рухлы һәм, ғөмүмән, һәр яҡлап та ҡыҙыҡлы ир-уҙаманды, мәртәбәле шәхестәр менән күңелдәр булғансы кинәнеп аралаша торған махсус рубрика ҡунағы рәүешендә күрә алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Һәм һеҙҙе, һис икеләнмәйенсә, халҡыбыҙҙың ғүмерен оҙайтыусылар иҫәбенә индерә алабыҙ…
Юлай Ғәйнетдинов. Баймаҡтар әйтмешләй, иң тәүҙә әҙәмгә һанап саҡырғанығыҙ өсөн рәхмәт! Беҙҙең халыҡта саҡырылыу тураһында бик матур һүҙҙәр бар. Шуларҙың береһе – саҡырғанда бармаһаң, саҡырылыуға зар булырһың. Саҡырыуҙың ҡәҙерен белергә кәрәк. Үҙең хөрмәт иткән кешеләр саҡыра икән, кире ҡағырға ярамай, тигән фекерҙәмен…
“Шоңҡар”ҙар. Ғәҙәти һорауыбыҙҙы бирәбеҙ: самауыр тигәс, күҙ алдығыҙға нимәләр килеп баҫа?
Юлай Ғәйнетдинов. Әлбиттә, бала сағым, тыуып үҫкән йорт, атай-әсәйем, ҡартәсәйем, туғандарым... Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәнек. Атайым колхозда механик булып эшләне. Әсәйем – мәктәптә уҡытыусы. Ҡартәсәй күберәк беҙҙең менән йәшәне. Шулай күмәкләшеп самауыр сәйе эсеүебеҙ күҙ алдына баҫа. Атайым командировкаларға йыш йөрөнө. Колхоз транспортына алмаш өлөштәр эҙләп хатта Ҡаҙағстан яҡтарына ла йыш барып ҡайта ине. Ул саҡта еңел машина юҡ. Водитель менән “ГАЗ-53”-кә ултырып сығып китәләр ҙә өс-дүрт көндән һуң ғына әйләнеп ҡайталар. Атайҙың иҫән-имен йөрөп ҡайтыуы беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс. Шундай күренеш хәтерҙә: күмәкләшеп самауыр табыны артында ултырабыҙ. Атай беҙҙе һағынырға өлгөргән, алмаш-тилмәш арҡабыҙҙан һөйөп ала, күстәнәстәр ҙә алып ҡайтҡан. Әсәй табын тирәләй йүгереп йөрөй. Һәм атай ипләп кенә “Шәүрә”не йырлап ебәрә. Әсәйемдең исеме – Шәүрә…
Атайым да, әсәйем дә оҙон көйҙәрҙе ифрат ныҡ яратты. Икеһе лә йәтим үҫкәндәр. Атайым 17 йәшендә генә һуғышҡа алынып, 50-се йылда ғына хеҙмәттән ҡайта. Күп тә үтмәй әсәйгә өйләнә. Шулай донъя көтөп алып китәләр. Әсәйем Темәстән. Атаһы – Кәлимулла Исҡужин ‒ сәйәси золом ҡорбаны. 30-сы йылдарҙа Темәстән 66 кешене алып киткәндәр. Шуларҙың бишәүе Исҡужиндар араһынан, йәғни беҙҙең нәҫелдән булған. Ғөмүмән, был аранан данлыҡлы кешеләр күп сыҡҡан. Ул урам бөгөн Әҙеһәм Исҡужин исемен йөрөтә.
Бына шундай араға әсәй мәрхүмә мине ебәреп, бәләкәйҙән шул Таулылар араһының нисек йәшәгәнен күреп үҫтем. Бабайҙары йә һуғышта ҡалған, йә сәйәси золом ҡорбандары. Әбейҙәре ни хәтлем яҡын әхирәттәр. Бер-береһен яҡын күреп, һәйбәт йәшәнеләр. Уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте бөгөн дә күҙ алдымда. Әҙеһәм ағай, әйтәйек, әрменән әсәһе Ғәлимә инәйгә посылка ебәрә икән, ул шуны бөтәһенә лә өлөш сығарып, тарата. Бына ҡарағыҙ, ниндәйен үҙ-ара татыулыҡ!
“Шоңҡар”ҙар. Әҙеһәм Исҡужин һеҙҙең ағайығыҙ булып сыға инде?
Юлай Ғәйнетдинов. Әсәйҙең ике туған ҡустыһы. Уның атаһы Динислам менән минең әсәйҙең атаһы Кәлимулла – бер туғандар. Ҡунаҡҡужаның уландары. Әҙеһәм ағайҙы бәләкәйҙән күреп үҫтем. Хәрби летчик булды. Отпускы ваҡытында Баймаҡҡа ҡайтһа, мотлаҡ беҙгә Таулыҡайға килә ине. Минең атай менән әсәйҙе яҡын күрҙе.
“Шоңҡар”ҙар. Ғаиләлә нисә бала үҫтегеҙ?
Юлай Ғәйнетдинов. Өс бала үҫтек. Ә былай дүртәү инек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Батыр исемле ҡустым биш кенә йәшендә фажиғәле һәләк булып ҡалды. Уны әле лә онотмайым. Әлфиә һеңлем әсәйемдең юлын дауам итә, уҡытыусы булып эшләй. Ағайым Салауат 2004 йылда вафат булып ҡалды.

Математик булып китеүем

“Шоңҡар”ҙар. Атай-әсәйегеҙ һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә уҡытырға тырышҡан инде?
Юлай Ғәйнетдинов. Эйе. Беҙҙә ижади мөхит хөкөм һөрҙө. Әсәй ҡыҙыҡтыра белә торғайны. Ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныуың барлығын күрһә, шуны үҫтерергә булышлыҡ итә. Ысын педагог булды ул. Атай инде күп һөйләмәй. Ләкин уның бер маҡтау һүҙе бик ҙур дәрәжәгә тиң ине.
Мәктәптәге уҡытыусыларым ысын шәхестәр булды. Тыуған ауылымда һигеҙенсене тамамлағас, Өфөнән комиссия килеп, беренсе интернат-мәктәпкә уҡыусылар һайлауҙары хаҡында ишетеп ҡалдыҡ. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, шунда уҡырға инеп киттем. Интернатта уҡыған йылдарҙы, класташтарҙы бик һағынып иҫкә алам.
“Шоңҡар”ҙар. Шулай ҙа мәктәпте тамамлағас, ни өсөн нәҡ математика йәүнәлешен һайларға булдығыҙ?
Юлай Ғәйнетдинов. Математиканы бала саҡтан яраттым. Әсәйем дә теүәл фәндәргә һәләтемде тойғандыр инде, уйынлы-ысынлы итеп: “Бына, улым, мин уҡытҡан дәүерҙә генә грамматиканан әллә күпме үҙгәреш булды, ә математикала бер нәмә лә үҙгәрмәй”, ‒ тип әйткеләп ҡуя ине. Математика еңел бирелде. Әйткәндәй, мәктәпкә йөрөй башлауым да бик ҡыҙыҡ булды. 54-се йылғымын. 60-сы йылда минең менән бергә уйнап йөрөгән 53-сө йылғы малайҙар бөтәһе лә мәктәпкә китте. Мин тор ҙа ҡал. Күңелһеҙ килеп тороп. Ҡайтам да тауыш күтәрәмдер инде. Мин бөтөнләй мәктәпкә әҙерләнмәгәнмен, кейем дә, портфель дә юҡ, тигәндәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ныҡыша-ныҡыша октябрь айында иптәш малайҙар янына уҡырға киттем. Эш былайыраҡ булды: роно инспекторы Һибәт Сәхи улы Ҡотлогилдин беҙҙең ауылда йәшәй ине, дуҫ булдыҡ. Балыҡҡа йөрөргә яратты. Һуңыраҡ өйләнгән дә бала-сағаһы юҡ әле. Шуғалыр инде, ҡыҙыҡ күреп, мине үҙе менән эйәртеп алып китә торғайны.
“Шоңҡар”ҙар. Кем менән дуҫлашырға белгәнһегеҙ тағы?
Юлай Ғәйнетдинов. Эйе, мин баяғы шул “блат”ты файҙаланып, октябрь уртаһында беренсе класҡа барҙым. Барыуын-барҙым да, тик уҡығы килмәй бына. Унда ултырырға кәрәк бит. Икенсе сменаға йөрөйбөҙ. Бер мәлде шундай ғәҙәтем барлыҡҡа килде: дәрес башланыр алдынан өйҙән сығып ҡасам. Әсәй ҡысҡыра-ҡысҡыра мине эҙләй. Ҡайҙа ҡасырға беләм. Өй эргәһендә бейек тирәк бар. Шунда менәм дә йәшенеп ултырам. Әсәй кәнфит бирәм тигәс кенә, шуға алданып, килеп төшәм. Тәмле нәмәне ярата торғайным былай. Шул глюкоза математиканан ярҙам иткәндер ҙә, бәлки. Ҡыш үткәнсе уҡыуым шулайыраҡ барҙы: әсәй минең өсөн дәресте үҙе әҙерләй. Уҡытыусым Рәйсә апай, әйткәндәй үҙе әсәйемдең уҡыусыһы, үҙең эшләнеңме тип һорай, мин иһә, эйе, үҙем, тигән булам. Бына шулай ярты йыл үткәйне, уҡыуға ҡыҙыҡһыныуым уянып китте. Икенсе-өсөнсө кластарҙа математиканан ике-өс һандан торған һандарҙы ҡағыҙҙа яҙмай, башта ғына ҡуша, ала торғайным. Уҡыуы еңел булды. Ҡыҫҡаһы, бик көслө уҡытыусыларҙа белем алып, әҙерлекле сыҡтыҡ. Математика факультетына барыу минең өсөн тәбиғи ине. Бөтә имтихандарҙы ла “бишле”гә тапшырҙым.
Университетты тамамлағанда Хәйрулла Хәбибулла улы Мортазинда диплом яҙҙым. Талантлы математик, фән докторы, үҙе бына тигән йыраусы, бына тигән бейеүсе ине ул. Яҙмыш беҙҙе юҡҡа ғына осраштырмағайны, ахыры. Хәйрулла Хәбибулла улы бар йәһәттән дә ысын остаз булды, уның вафатынаса яҡын ҡатнаштыҡ.
“Шоңҡар”ҙар. Математикаға ҡыҙыҡһыныуығыҙ көслөрәк, ә ҡурай һеҙҙең хоббиғыҙ ғына булдымы, тимәк?
Юлай Ғәйнетдинов. Эйе, математика ныҡ ылыҡтырҙы. Әммә ҡурайҙан һис айырылманым. Университетта уҡыған йылдар һиҙелмәй генә үтеп тә китте. Ул заманда сығарылыш студенттарын йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрәләр ине. Мине нефть институтына юғары математика кафедраһына уҡытыусы итеп ебәрергә булдылар. Шуныһы ҡыҙыҡ, ана шул ҡурайҙа уйнауым да булышлыҡ иткәндер инде, өлкән курстарҙа уҡығанда университеттағы уҡытыусылар мине нисектер үҙҙәренең даирәһенә индергән. Хатта мәжлестәргә саҡыра торғайнылар.
“Шоңҡар”ҙар. Бына һиңә… Йәнә “блат” килеп сыға түгелме?..
Юлай Ғәйнетдинов. Шунда БДУ-ла матанализ кафедраһынан бер уҡытыусы хаҡлы ялға сыға икән, Юлайҙы үҙебеҙҙә ҡалдырайыҡ әле, тип, Нефть университетына барған ерҙән кире саҡырып ҡайтарҙылар. Шулай итеп, үҙебеҙҙең университетта өс йыл уҡыттым.

Математика белгесенең ҡурайсылар бәйгеһендә Гран-при яулауы

“Шоңҡар”ҙар. Ҡурайға һаман да әллә ни иғтибар итмәй генә йөрөүегеҙҙе дауам итәһегеҙ инде?
Юлай Ғәйнетдинов. Иғтибар итмәй тип, эштән бушаған арала, гел ҡулымда ҡурай булды. Бәләкәйҙән оҙон көйҙәргә мөкиббән булып үҫкән кеше, белмәгән көйҙәрҙе эҙләйем, өйрәнәм. Бөгөн дә был шөғөлөм дауам итә. 1978 йылда Йомабай Иҫәнбаев исемендәге тәүге республика ҡурайсылар бәйгеһе ойошторолдо. Унда ҡатнашырға тип төрлө төбәктән 46 ҡурайсы килгән. Улары ла ниндәй ҡурайсылар бит әле! Сәйфулла Дилмөхәмәтов, Талип Латипов, Дәүләтбай Рәхмәтуллин һ.б. Жюри рәйесе – Заһир Исмәғилев үҙе. Ҡурҡыу тигән нәмә юҡ ине, уны-быны уйламай, ҡатнашырға ниәт ҡылдым. Шул уҡ ваҡытта сәнғәт училищеһын тамамлаған дүрт сығарылыш курсы вәкилдәренең береһе лә ҡатнашырға баҙнат итмәне. Залда ҡарап ултырҙылар. Барыбер Сәйфулла ағайҙы уҙып булмаҫ тип уйлағандарҙыр инде. Әммә шулай килеп сыҡты − “Гран-при” миңә эләкте лә ҡуйҙы. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бында күп нәмә ҡурайҙан да тора. Сәйфулла ағай ғәйрәтләнеп уйнап ебәрергә теләгәйне, ҡурайы ярылған булыуы асыҡланды. Элек үлән ҡурайҙа уйнай инек. Шул ярылған урынын еүешләп кенә уйнаны ағай. Әммә бөтә ғәйрәте менән уйнарға әлеге шул ярылған ҡурайы мөмкинлек бирмәне. Шундай хәлдә лә һис тә төҫө боҙолманы, кәйефе төшмәне. Һөҙөмтәләрҙе иғлан иткәс, Сәйфулла ағай, эргәмә килеп, ҡустым, киләсәгең бар, тип минең ҡулды ҡыҫты. Бына ниндәй оло йөрәкле кеше!
“Шоңҡар”ҙар. Ошо конкурста еңеүсе булғас, яҙмышығыҙ үҙенән-үҙе хәл ителде лә ҡуйҙымы?
Юлай Ғәйнетдинов. Эйе, был хәл мине ныҡ уйландырҙы. Хәйрулла ағай ҙа, бындай ынтылыш булғас, етди тотоноу, музыкаль белем алыу кәрәк, тип ҡеүәтләне. Мин шул арала йәһәт кенә сәнғәт училищеһында белем ала һалып сыҡтым. Уныһы ла ҡыҙыҡ булды. Ул йылы ситтән тороп уҡыуға ҡабул итеү булманы. Фольклорсы Фәрит Камаев мине бик ныҡ хөрмәт итә ине. Әйҙә, СССР халыҡ контроленә яҙып ҡарайыҡ, көндөҙгө бүлеккә алырға рөхсәт бирерҙәр, моғайын, тип ярҙамға ашыҡты. Мин эштән айырылмайынса ғына көндөҙгө бүлектә уҡып сыҡтым. Ул осорҙа статистика идаралығында инженер-программасы булып эшләп йөрөйөм. Сөнки 1978 йылда атай мәрхүм булып ҡалғас, әсәйгә матди ярҙам булһын тип, университеттан шунда күсергә тура килгәйне. Ул осорҙа әсәй 45 һум пенсия ала, һеңлем уҡып йөрөй. Университетта 125 һум эш хаҡы ала инем. Бында килһәм, шунда уҡ 180 һум түләйәсәктәр. Шуға, матди йәһәтте ҡайғыртып, статистика идаралығына эшкә күстем. Һәм шул осорҙа сәнғәт училищеһында ла уҡып сыҡтым. Уҡыған урын менән эш араһы яҡын ғына. “Перекур” мәлендә йүгереп кенә барып берәй имтихан йәки зачет тапшырып киләм. Эшләгән урында минең уҡығанды белмәнеләр ҙә хатта. Ә уҡымай булмай ине. Оҙон көйҙәр тураһында мәҡәләләремдә нотаһын яҙыр өсөн музыкаль белем кәрәк. Беҙҙең оҙон көйҙәрҙең метроструктураһы ҡатмарлы, уның пульсын тотоп алыуы, эләктереп алыуы анһат түгел, был һәләт һәр кемгә лә бирелмәй. Һәйбәт ишетеү, эшкә яуаплы ҡарау кәрәк. Үкенескә күрә, бөгөн бәйгеләрҙә илке-һалҡы яҙылған ноталарҙы уйнаусыларҙы ла, һәйбәт сығанаҡтарҙан өйрәнеп тә илке-һалҡы уйнаусыларҙы ла тыңларға тура килә.
“Шоңҡар”ҙар. Был осраҡта халыҡ ижадына хилафлыҡ килмәйме һуң?
Юлай Ғәйнетдинов. Шуға юл ҡуймаҫҡа тырышабыҙ инде. 2006 йылда республика ҡурайсылар бәйгеләренең икенсе турына билет системаһын индерҙек. Сөнки ҡайһы бер ҡурайсыларға, дөрөҫөрәге, ҡурайҙа уйнаусыларға (бөгөн мин ҡурайсы тигән һүҙҙе бик һаҡ ҡулланам) ысын ҡурайсы булыу өсөн эшләргә лә эшләргә әле. Күптәрҙең оҙон көй репертуары һай, тарихтарын белмәйҙәр. Тарихын белмәгәс, көйҙө бөтә нескәлегендә яңғырата ала алмайҙар. 50 билеттан башлағайныҡ, хәҙер уларҙың һаны 100-гә етте. Башта етди ҡараманылар. Әммә билет системаһының уйын түгел икәнлеген тиҙ арала төшөндөләр. Ҡурайсы ул ҡурай моңо аша халҡының тарихын һөйләүсе. Киләсәктә 200, 300 көйгә лә барып етербеҙ, Алла бирһә.

Моң академияһы тамамлауым


“Шоңҡар”ҙар. Әлегә бәйгелә ҡатнашҡан ҡурайсы мотлаҡ рәүештә 100 көйҙө белергә тейеш инде… Ә һеҙ кемдәрҙе үҙегеҙҙең остазым тип иҫәпләйһегеҙ?
Юлай Ғәйнетдинов. Эйе, мотлаҡ белергә тейеш. Үҙемә килгәндә, минең менән бер кем дә, бер ваҡытта ла ҡурай өйрәтәм тип махсус шөғөлләнеп ултырманы. Ләкин ике кешене остазым тип һанайым, береһе – Әҙеһәм Исҡужин, икенсеһе – Кәрим Дияров. Әҙеһәм ағай интернатта ҡурай мөхитен булдырған кеше. Ә мөхит кешене үҙе тәрбиәләй. Килгәйнем, һәр өсөнсө, дүртенсе малай ҡурайҙа уйнай. Ә мин һыҙғырта ла белмәйем. Шулай ҙа, теләк булғас, артыҡ ауырлыҡһыҙ ғына өйрәнеп китә алдым. Бала саҡта мин гармунсы инем. Ауылда гармунда уйнап, кустовой смотрҙарҙа мәктәптең хорын йырлатып ултыра торғайным.
“Шоңҡар”ҙар. Хәҙер гармунда уйнамайһығыҙмы?
Юлай Ғәйнетдинов. Эләкһә, ҡыҙыҡ өсөн уйнап алам. Баяндан айырмалы рәүештә, гармундың теләһә ҡайһы теленән теләһә ниндәй көйҙө уйнап булмай. Уның үҙенең музыкаль төҙөлөшө бар. “Строй” тип атала ул. Ҡурайҙың үҙ төҙөлөшө. Гармунда уйнаған кешегә ҡурайҙың көйләнешен тойоп алыу ауыр бирелмәне. Белгән көйҙәрҙе шунда уҡ рәхәтләнеп уйнай ҙа башланым.
Остаздарым хаҡында һүҙҙе дауам итәм: 1974 йылда Таулыҡайға ҡайтҡанда, мотоциклға атланып, танышыу ниәте менән, Ниғәмәткә Кәрим ағай Дияровҡа барҙым. Мин уны ишетеп тә, күреп тә белә инем былай. 65-се йылда Таулыҡайҙа смотр булырға тейеш ине. Шунда Ниғәмәт ауылы ҡурайсылары беҙгә килеп репетиция яһаны. Төркөм менән сал сәсле бер олпат ағай матур итеп етәкселек итә. Ҡурайсыларҙы әҙерләп бөткәс, әбейен йырлатып алды. Тауышы иҫ киткес матур ине. Әсәйем менән атайымдың уларҙы хөрмәт менән Фәрзәнә һәм Кәрим Дияровтар тип әйтеүе иҫтә ҡалған.
“Шоңҡар”ҙар. Ул саҡта һеҙ ҡурайҙа уйнай белмәйһегеҙ әле?
Юлай Ғәйнетдинов. Уйнай белмәйем. Әммә ҡурай моңон яратам. Ул минең өсөн изге бер моң ине. Ҡурай тауышын ишетһәм, шунда уҡ туҡтап ҡала торғайным.
“Шоңҡар”ҙар. Әсир итә лә ҡуя инде...
Юлай Ғәйнетдинов. Эйе. Әле лә шулай. Оҙон көй оҫтаһы уйнаһа, йырлаһа, тыныс тыңлай алмайым. Яҙмаларым күп, мөмкинлек булғанда тыңлайым. Күптәр юҡ инде. Күҙ йәштәре менән тыңлайым. Йөрәккә үтеп инә бит. Бынан тыш был ағайҙарҙың, апайҙарҙың яҙмышы ла мәғлүм. Ҡайҙан килә был моң ‒ шуны беләм. Бына шул ныҡ тәьҫир итә…
Кәрим ағай хаҡында: ул ҡурылдай астмаһы менән сирләй ине. Мин килгәндә өйәнәк тотҡан мәле булған. Индем, күрештем. Бына ‒ оло кеше: кем балаһы булыуымды ғына һораны. Шәүрә менән Ишбулды Ғәйнетдиновтарҙың улымын, һеҙҙең менән танышырға тип килдем, тим. Дүрт тояҡлы “Днепр” магнитофонына ҙур катушканы ҡуйҙы ла әйләндереп ебәрҙе был. Үҙе уйнай алманы, яҙмаларын ғына тыңлатты. Береһе бөтһә, икенсеһен ҡуя. Дүрт сәғәт ҡымшанмай ғына тыңлап ултырҙым. Хәҙер мин шуны аңлайым ‒ ул мәлдә Кәрим ағай мине һынаған. Шунда ул был хазинаны кемгә ҡалдырырға икәнлеген күргән. Һәм көҙгөһөн миңә посылка килеп төшөүе хаҡында хәбәр килде. Барһам, Кәрим ағай теге яҙмаларын һалған. Хат та ебәргән. Ялтырауыҡ һүҙҙәр юҡ. Ябай ғына итеп көйҙәрҙе нисек дөрөҫ өйрәнеү хаҡында кәңәштәрен теркәгән.
“Шоңҡар”ҙар. Ул таҫмаларға үҙе уйнаған көйҙәр яҙҙырылған инде?..
Юлай Ғәйнетдинов. Үҙе уйнап, тарихын һөйләп, йырлап һәм әбейе йырлап яҙылған таҫмалар. Тарихтары менән 114 көй.
“Шоңҡар”ҙар. Хәтәр ҙур байлыҡ та баһа был!..
Юлай Ғәйнетдинов. Эйе. Быны мин нимәгә һөйләнем? Шунда дүрт сәғәт тыңлап ултырыу минең өсөн моң академияһы булды. Шуға ла хаҡлы рәүештә Кәрим Дияровты остазым тип әйтә алам. Ул миңә моң академияһы бирҙе. 1978 йылда Йомабай Иҫәнбаев исемендәге тәүге бәйгелә Кәрим ағайҙың яҙмаларынан өйрәнгән “Күбәташ” тигән көйҙө һәм “Боронғо Ҡарабай”ҙы уйнаным. Һис тә шаштырыу түгел ‒ Заһир ағайҙың йөрәген тотоп тыңлағанын күрҙем. Иң беренсе ҡотлау телеграммаһын Кәрим ағай ебәрҙе шунда. Әгәр бәйгегә Кәрим Дияров үҙе килгән булһа, Гран-при кемдеке була ине!? Ул өйәнәге тотмаған саҡта үлгәнсе көслө уйнаны. 1978 йылда Өфөгә килгәнендә аҙна буйы ятаҡта минең бүлмәлә йәшәне. Мин уны Башҡортостан радиоһына алып барҙым. Шунда көйҙәрен уйнап яҙҙырҙы. Улар бөгөн фондта һаҡлана. Ул мо-о-оң, ты-ы-ын! Тауышы гөрләп тора ине. Бәйгелә Кәрим Дияровтың илсеһе булып, шул бүләкте алғанмындыр инде тип тә уйлап ҡуям хатта.
“Шоңҡар”ҙар. Кәрим Дияров, Ғата Сөләймәнов, Ишмулла Дилмөхәмәтов кеүек мәшһүр ҡурайсылар булған бит инде. Бөгөн улар кеүек юғарылыҡҡа етеүселәр бармы? Әллә улай сағыштырыу дөрөҫ түгелме?
Юлай Ғәйнетдинов. Кәрим Дияров заманында: “Үҙ ғүмеремдә (ул 1910 йылғы ине, 1986 йылда вафат булды) Хәмит Әхмәтовтай ҙа көслө ҡурайсыны белмәйем” − тине. Ә Хәмит Әхмәтовтың мәшһүрлеге ҡайҙан килә? Ул Бирғәле ҡурайсының дауам итеүсеһе. Сәсән дә булған ул. Күсей ауылынан. Уның хаҡында Сергей Рыбаковтың 1894 йылғы яҙмалары бар. Ул ҡурайҙы шул тиклем оҫта яһаған һәм ғәйрәтле уйнаған. Ә ғәйрәтле уйнар өсөн тын, рух менән бергә ниндәйҙер бер ҡөҙрәт кәрәк! Ниндәйҙер бер ҡөҙрәт!.. Хәмит Әхмәтовтың яҙмаларын тыңлағанда был асыҡ ишетелә.
“Шоңҡар”ҙар. Хоҙай биргән…
Юлай Ғәйнетдинов. Эйе. Бына шул ҡөҙрәт Бирғәле ҡурайсынан Хәмит Әхмәтовҡа күскән. Кәрим Дияров шуны ишеткән кеше. Ишмулла Дилмөхәмәтов та 1943-1949 йылдарҙа Хәмит Әхмәтов эргәһендә үҙе бер мәктәп үтә. Ишмулла ағайҙың ғәйрәтле уйнауында атаһы Ишҡәле Дилмөхәмәтов та, Хәмит Әхмәтов та, Бирғәле ҡурайсы ла бар. Мин уларҙы традицион ҡурайсылар тип атайым. Ә бына бөгөнгө көндә беҙ, үкенескә күрә, ана шул традицион башҡарыуҙы юғалтып барабыҙ. Ҡурайҙа уйнаусылар күп тә бит, тик традицион башҡарыусылар аҙ. Күптәр еңел юл менән барыуҙы хуп күрә шул хәҙер…

Ҡурайлы һәм ҡурайсылы халыҡ булыу шарттары

“Шоңҡар”ҙар. Синтезаторға, оркестрға ҡушылып уйнауҙы һеҙ еңел-елпелек тип ҡабул итәһегеҙ, тимәк?
Юлай Ғәйнетдинов. Симфоник оркестрҙар менән уйнаһындар. Был бит ҡурайҙың данын күтәрә. Әйтәйек, беҙҙең Роберт Юлдашев Владимир Спиваковтың “Мәскәү виртуоздары” оркестры менән сығыш яһай икән, иҫ киткес бит! Спиваков та бит Роберттан теләһә нәмәне һорамай! “Сыңрау торна”ны уйнауын теләй! Роберт “Сыңрау торна”ны уйнай. Оркестрға бик талантлы, көслө музыканттар йыйылған. Улар ҡурайға ярҙам итә. Ҡурай нисек теләй, шулай яңғырай. Мин Роберттың үҙенә: “Һинең өсөн ҡыуанам, әммә көйҙәрҙе боронғо ҡурайсылар кеүек уйнарға өйрәнеүеңде дауам ит, ‒ тип кәңәш бирәм. ‒ Әгәр ҙә шуларҙы уйнаһаң ғына ысын ҡурайсы булаһың”, ‒ тим. Ысын ҡурайсы ‒ ул иң тәүҙә башҡарыу традицияларының үҙенсәлектәрен һаҡлаусы, боронғо ҡурайсылар һымаҡ боронғоса уйнаусы һәм, иң мөһиме, тарихсы.
“Шоңҡар”ҙар. Баяғы һорауға әйләнеп ҡайтҡанда, сағыштырыу бер үк ваҡытта бик үк дөрөҫ тә түгел инде?..
Юлай Ғәйнетдинов. Дөрөҫ түгел. Тағы ла ҡабатлайым, бөгөн ҡурайсыларға ҡарағанда ҡурайҙа уйнаусылар күберәк. Сөнки элекке талаптан ҡарағанда, ҡурайсы кимәленән алыҫыраҡ торалар. Бына ҡарағыҙ әле, ҡурайсылар бәйгеһе тураһында 1944 йылда Ғиниәт Ушанов Ғата Сөләймәновҡа нимәләр һөйләгән? Ғата ағай шуны теркәп ҡуйған. Ҡурайсыларҙың бәйгеһе нисек үтә? Улар нимә теләй, шуны уйнамай, ә баһалаусы нимәне һорай, шуны башҡарып ишеттерә. Башҡа берәй көйҙөң тарихын һорауҙары ла ихтимал. Икенсе баҫҡыста һынау тағы ла ҡатмарлана төшә. Әйтәйек, ике көйҙө уйнап ишеттерә, ике көйҙөң тарихын һөйләй. Шуларҙы үтәһә – өсөнсө турға сыға. Ә уныһы инде – иң ҡатмарлыһы. Ҡурайсының көйҙө, тарихты ғына белеүе аҙ. Уның ғәйрәтле уйнай белеүе мөһим. Тауышы ел ыңғайына билдәле бер алыҫлыҡҡа ишетелергә тейеш. Бына ошоларҙы башҡара икән, төп приз – ҡонан ат – ҡурайсыныҡы.
Бөгөн беҙ билеттар һанын 100-гә еткерҙек тип әйттем бит инде. Жюриҙа ултырыусылар был көйҙәрҙе мотлаҡ белергә тейеш. 100 көйҙө белеү анһат түгел бит ул. Жюри араһында көйҙө белгәне, белмәгәне бар, ти. Белмәгән кешенең баһалап ултырыуы ҡатнашыусының йөрәгенә теймәйме ни?! Көйҙө белмәйенсә, нисек дөрөҫ баһа бирә ала ул?! Шуға ҡурайсылар, икенсе тур алдынан, баһалаусылар үҙҙәре лә билет алып уйнап күрһәтһен, тигән талап ҡуя башланы. 2006 йылдан алып үҙем, ҡайҙа баһалау ағзаһымын, шунда икенсе тур алдынан билет алып, уйнап күрһәтәм. Беренсенән, шулай булыуы дөрөҫ. Икенсенән, бәйгесегә мораль йәһәттән ярҙам. Юлай ағай ҙа һынауҙы үтте бит әле. Уның да көйҙө онотоуы, иҫенә төшөрә алмауы мөмкин ине бит, ә бына ҡурҡмай сыҡты ла билет алды, тип уйлай улар… Шулай ҙа инде…
“Шоңҡар”ҙар. Үҙегеҙ шул 100 көйҙөң бөтәһен дә беләһегеҙҙер инде?..
Юлай Ғәйнетдинов. Аллаға шөкөр! Бәлки, күберәк тә беләмдер! 2009 йылда ҡурайсы кодексы ҡабул итек. Быға ҡайһы берәүҙәр сәйерһенеп ҡараны. Ләкин был кәрәк ине. Ул мәсьәләне иң тәүҙә Әҙеһәм ағай Исҡужин күтәреп сыҡты. 1999 йылда “Башҡортостан” гәзитендә уның “Ҡурайсы намыҫы” тигән мәҡәләһе баҫылды. Бына шунда ул ҡаты ғына итеп: ”Ҡурай – ул беҙҙең рухи байлығыбыҙ, ҡомартҡыбыҙ. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа аҡса өсөн рухи ҡомартҡы менән кәсеп итергә әҙер булыусылар юҡ түгел”, – тип яҙҙы. Ысынлап та, бөгөн күрше халыҡтарға барып, аҡсаға ҡурайҙа уйнарға өйрәтеүселәр бар. Рухи байлығыбыҙҙы аҡсаға һатырға мөмкинме һуң?! Бына шуға ҡабул иттек был кодексты. 2016 йылда һуңғы съезда “Ҡурайсы кодексы”н яңынан ҡарап, бер пунктты көсәйттек: Ҡурай – башҡорт халҡының милли ҡаҙанышы, хазинаһы, Башҡортостан Республикаһының дәүләтселек символы. Уны ситтәрҙең үҙләштереүенә юл ҡуймаҫҡа!
“Шоңҡар”ҙар. Әммә үҙләштерәләр бит!..
Юлай Ғәйнетдинов. Үҙегеҙ күрәһегеҙ, хәҙер “Ҡурайсылар ҡурай уйнамаҫ, татар ҡурайҙары булмаһа”, − тиеүҙән дә тартынмайҙар.
“Шоңҡар”ҙар. Уларҙың үҙҙәренең ҡыҫҡа ҡурайҙары, йәғни һыбыҙғылары бар түгелме?
Юлай Ғәйнетдинов. Эйе, башта һыбыҙғыларын ҡурай тип атап маташтылар. Ләкин бөгөн улар беҙҙең ысын ҡурайға ынтыла… Үкенескә күрә, ҡурайға күҙҙәре ҡыҙып йөрөүселәр тағы бар.
“Шоңҡар”ҙар. Ҡаҙаҡтарҙың да ҡурайға “күҙе төшкән” тип әйтмәксеһегеҙме әллә?
Юлай Ғәйнетдинов. Эйе. Тәлғәт Муҡышевты уҡытып ҡайтарҙылар ҙа, хәҙер ул консерваторияла ҡурай буйынса дәрестәр бирә… Әммә һәр халыҡ музыка ҡоралының үҙенең репертуары була. Ҡурай беҙҙең башҡорт халҡының ҡаҙанышы бит инде, табышы. Беҙҙең тарихи көйҙәр – һәммәһе лә ҡурайсылар сығарған көйҙәр. Тик ҡурайҙа ғына башҡарыла торған көйҙәр барлығын белеп тораһығыҙ бит. “Сыңрау торна”, мәҫәлән. Ә ҡаҙаҡтарҙың, ҡурайҙары булмағас, ҡурай менән уйнарлыҡ көйҙәре лә юҡ. Уның ҡарауы, ҡаҙаҡтар өләң башҡарырға, думбыра сиртергә маһир. Ҡурайҙы ысын көсөндә яңғыратыр, конкурстарҙа ҡатнашыр өсөн улар беҙҙең көйҙәрҙе башҡара.
“Шоңҡар”ҙар. Ә беҙҙең көйҙәрҙе башҡарыуы насармы ни?
Юлай Ғәйнетдинов. Башҡорт халыҡ көйөн башҡара ла, ҡаҙаҡ халыҡ көйө тип иғлан итә шул. Бына эш нимәлә тора! Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәлдәр шулайыраҡ. Беҙ үҙебеҙҙең боронғоса уйнауҙы һаҡлап ҡына ҡурайлы һәм ҡурайсылы халыҡ булып ҡала алабыҙ.
“Шоңҡар”ҙар. Кире осраҡта ҡурайҙа уйнаусылар күбәйәсәк, ҡурайсылар булмаясаҡ инде?
Юлай Ғәйнетдинов. Эйе. Бөгөн Өфө дәүләт сәнғәт институтында традицион башҡарыу кафедраһы эшләй. Исемде дөрөҫ ҡуйыуын-ҡуйғандар ҙа бит. Әммә шуға ынтылалармы икән?! Ҡайһы берҙә быға шикләнеп тә ҡуям, сөнки бәйгеләрҙә баһалау комиссияһында ошо институт студенттарының бәғзеләрен тыңлап ултырһаң, береһенән береһен айырып булмай. Бер ҡалыпҡа һалынған. Ә элекке, боронғо традицион ҡурайсыларҙың һәр береһенең үҙенең моңо булды. Хатта бер үк көйҙө бер үк төбәктә төрлө варианттарҙа уйнанылар. Беҙ уларҙы күрҙек, ишеттек.
“Шоңҡар”ҙар. Һәр студенттан ундай оҫталыҡты талап итеү, бәлки, дөрөҫ тә түгелдер, һайлап алған бер кешегә генә бирелә торған һәләттер ул, моғайын, ысын ҡурайсы булыу…
Юлай Ғәйнетдинов. Дөрөҫ әйтәһегеҙ. Ошо темаға һүҙ сыҡһа, Заһир Исмәғилев та: “Юлай, ҡурайсы – ул “штучный тауар”, ‒ тиер ине.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙ конкурстарҙа ҡурайсыларҙы күп күрәһегеҙ. Күҙегеҙгә боронғоса ғәйрәтле итеп уйнай алғандар ҙа салынмай ҡалмайҙыр, моғайын?..
Юлай Ғәйнетдинов. Салына, әлбиттә. Әйтәйек, бөгөн Красноусол ҡасабаһында йәшәүсе Буранбай сәсәндең туранан-тура нәҫеле булған Рәмил Мостафа улы Ҡотдосовҡа ҙур өмөттәр бағлайым. Бына ошо егеттә мин киләсәктә ысын халыҡ ҡурайсыһын һәм йыраусыһын күрергә теләйем. Рәмилдең тәүге остазы ҡурайсы, йыраусы, бейеүсе Фәттәх Аралбаев та әсәһе Таңһылыу еңгәй яғынан Буранбай сәсәндең туранан-тура нәҫеле. Рәмилдең икенсе остазы ҡурайсы Нурғәле Ҡайыҡбирҙиндың уҡыусылары һуңғы йылдарҙа ҡурайсылар бәйгеләрендә даими Гран-при яулай. Нурғәлегә үҙенең уҡыусылары менән ярышырға тура килә, һәм остаз бирешмәй, был ҡыҙыҡ та, һоҡланғыс та. Шулай уҡ заманыбыҙҙың мәшһүр ҡурайсыһы, традицион башҡарыу оҫталығына эйә Мөхәммәт Усман улы Түләбәев иҫән. Ул Белорет районы Шығай ауылында йәшәй.

Боронғолоҡтоң ауаздары уртаҡ…

“Шоңҡар”ҙар. Бына әле татар йәки ҡаҙаҡ ҡәрҙәштәрҙең беҙҙең ҡурайға “күҙҙәре төшөп”, уны үҙләштерергә тырышыуҙары хаҡында телгә алдығыҙ. Ә бит ҡурайҙы тап башҡорттоҡо тип һанаған, ысын мөғәнәһендә хөрмәт иткән, уға ҡарата шул тиклем һаҡсыл мөнәсәбәттә булған халыҡтар ҙа юҡ түгел. Әйтәйек, мәҫәлән, һеҙҙең япондар менән булған дуҫлығығыҙ хаҡында ла ишетеп беләбеҙ…
Юлай Ғәйнетдинов. Япондарҙа ла оҙон көй бар. Ойвакэ тип атала улар. 1990 йылда япондар беҙҙе үҙҙәрендә үткән халыҡ-ара оҙон көй фестиваленә саҡырҙы. Әйткәндәй, уларҙың оҙон көйҙәре сакухати тип исемләнгән тынлы музыка ҡоралы оҙатыуында башҡарыла. Һәм ул беҙҙең ҡурайҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай тиерлек. Биш тишекле. Оҙонлоғо ла ҡурайҙыҡы ише. Тауыш сығарыу ысулы ғына башҡаса. Һәм ул бамбуктан яһала. Төҙөлөшө бөр төрлө булғас, тембрҙары ла тап килә.
1990 йылда “Эн-Эйч-Кей” телекомпанияынан беҙгә ике япон егете килгәйне. Ҡайтҡан саҡтарында оҙон көйҙәре яҙҙырылған кассета бүләк иттеләр. Уларҙы тыңлап ҡарағас, беҙҙең халыҡ көйҙәренә яҡын булыуына хайран ҡалдым. Хатта ҡайһыһындалыр “Ғилмияза”ның, “Ғайса ахун”дың бер өлөшөн ишеткәндәй булдым. Һәм уларҙың “Макуото эсаши” тигән көйҙәрен ун биш минут эсендә отоп та алдым. Ә фестивалгә эләгеүебеҙ нимәгә бәйле? Япондар оҙон көйҙө бөйөк ебәк юлы халыҡтарының мәҙәниәтендәге уртаҡ бер сағылыш тип иҫәпләп, шул халыҡтарҙы бергә тупларға теләгән. Беҙ унда йыраусы Ғилман Сәфәрғәлин менән барҙыҡ. Беҙҙән тыш Венгриянан, Ҡаҙағстандан, Монголиянан, Кореянан да ҡунаҡтар бар ине. Ул көндәрҙә фестиваль барған ҡала иртәнән-кискә саҡлы оҙон көй менән йәшәне. Япондарҙың оҙон көйө күпме тыңлаһаң да биҙҙермәй, “тәмле” яңғырай. Бәйге ҙур залда бара. Һәммәһе лә иҙәнгә түшәк йәйеп, аяҡтарын салып ултырып, 4-5 сәғәт дауамында кинәнеп ойвакэ тыңлай. Бер көндө ҡаланың мэры үҙендә ҡабул итеү ойоштоҙо. Унда мине лә саҡырҙылар. Үҙебеҙҙең республика, ҡурайыбыҙ хаҡында русса сығыш яһаным. Тәржемәсе ҡыҙ японсаға тәржемә итте. Үлән ҡурай алып барғайным, шуны яһап торам, һөйләп торам. Яһап бөткәс, үҙебеҙҙең оҙон көйҙө уйнап ишеттреҙем дә артабан “Макуото эсаши”ны уйнап ебәрҙем. Башлауым ғына булды, бер япон егете халыҡ араһынан атылып килеп сығып, ҡушылып йырлап та ебәрҙе. Халыҡ зыҡ ҡубып ҡул саба. Фестивалде ябыу тантанаһында үҙебеҙ сығыш яһағандан һуң, баяғы етег менән йәнә ҡурай оҙатыуында теге япон көйөн башҡарып ишеттерҙек. Ул – Нискава-сан – ресторан хужаһы, ҡаланың абруйлы кешеһе икән. Фестивалгә бағымсы булараҡ саҡырылған, күрәһең. Һуңынан ресторанына саҡырып та һыйланы. Шунда караокеға ҡушылып япон оҙон көйҙәрен башҡарҙылар. Япондар ҡунаҡтың күңелен күрә, һыйлай белә. Сакелары йомшаҡ ҡына булһа ла үҙенекен эшләгәндер инде, мин дә, шәп кеше, йәнәһе, башҡорт көйө юҡмы бында тип һорап ташланым. “Юҡ, әммә киләһе килеүегеҙгә булыр”, ‒ тинеләр. “Ҡайҙа ғына барма, дуҫ-иш кәрәк, ҡаршы сығып атың бәйләргә”, ‒ тип мин дә үҙебеҙҙең халыҡ йырын йырлап ишеттерҙем шунда. Һуңынан уларға был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен дә аңлатып бирҙем.
“Шоңҡар”ҙар. Япон моңо менән башҡорт моңоноң ауаздашлығы нимәгә бәйле икән? Боронғолоҡтоң ауаздашлығы уртаҡмы икән әллә?
Юлай Ғәйнетдинов. Башҡорттоң оҙон көйҙәре ҡурай моңо менән һуғарылған, япондыҡы - сакухатинан. Был тынлы музыка ҡоралдарының тембры яҡын икәнен әйтеп үттем инде. Һорауығыҙға үҙегеҙ үк яуап биреп тә ҡуйҙығыҙ. Япондар ҙа, башҡорттар ҙа бик боронғо халыҡ бит. Һәм ауаздарҙың яҡынлығында боронғолоҡ та сағылалыр.

Һөйгәнем, ҡыҙым, ейәндәрем

“Шоңҡар”ҙар. Шәхси һорауҙар ҙа бирергә мөмкиндер?
Юлай Ғәйнетдинов. Билдәле бер сиктәрҙән сыҡмаһағыҙ, ярай.
“Шоңҡар”ҙар. Балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ хаҡында һорарға ине…
Юлай Ғәйнетдинов. Рәхмәтулла ағай Бүләкәнов әйтмешләй, бәхетебеҙ балаларҙа инде. Ул, мәрхүмкәй, шундайын мәғәнәле кеше ине. Яңғыҙ йәшәне. Һуғыш алдынан Өфөгә киткәс, ҡатыны башҡа кешегә тормошҡа сыҡҡан. Балаһы үлгән. Бүтән балаһы булмаған. Юлай ҡустым, балалар – донъя сәскәһе, тип әйтә торғайны. Шул сәскәләргә ҡыуанып йәшәйбеҙ инде…
“Шоңҡар”ҙар. Ысынлап та, сәскә кеүек матур ҙа, аҡыллы ла ҡыҙ үҫтергәнһегеҙ. Шулай ҙа күберәк бала теләмәгәйнегеҙме?
Юлай Ғәйнетдинов. Барыһы ла теләкккә генә бәйле булмайҙыр шул. Хоҙайҙың биргәненә шөкөр. Ейәндәребеҙ, бәлки, беҙҙе был йәһәттән күберәк шатландырыр. Аллаһы Тәғәлә оҙон ғүмер насип итеп, бүлә-бүләсәләр һөйөргә лә яҙһа ине тип теләйбеҙ.
“Шоңҡар”ҙар. Өйләнеүегеҙ нисегерәк булды?
Юлай Ғәйнетдинов. Статистика идаралығының хисаплауҙар үҙәгендә өлкән инженер-программасы булып эшләп алыуым хаҡында әйткәйнем бит. 1979 йылдың 23 мартында шул саҡтағы Рус драма театры бинаһында БАССР-ҙың 60 йыллығына арналған кисә ойошторолдо. Шунда Александров Александр Александрович тигән бик шәп удмурт кешеһе: “Егет булһаң, егет бул, әйҙә, отделдан ҡалма, һин дә шунда бар”, – тип мине лә дәртләндерҙе. Ана шул Александр Александрович минең яҙмышты хәл итте лә инде. Беҙҙең бүлек бик татыу ине. Әсхәт Мирзаһитовтың “Бәхтигәрәй” тигән пьесаһын яҙа-йоҙа ҡараныҡ. Шулай ҙа буфет тирәһендә күберәк уралдыҡ. Өҫтәлдәр һый менән тулы, “тахил шарабы” ла мул ғына. Спектакль бөткәс, күңел асыу, бейеүҙәр башланды. Ундай кисәләрҙә парлы бейеүҙәрһеҙ ҙә булмай. Талғын көй башланғас тирә-яҡҡа күҙ һалдым… һәм шунда уҡ буласаҡ кәләште күрҙем. Сөнки иғтибарҙы йәлеп итерлек ине шул...
“Шоңҡар”ҙар. Тәү ҡараштан уҡмы?..
Юлай Ғәйнетдинов. Эйе. Тәү ҡараштан уҡ… Бейеүгә саҡырҙым. Башта русса аралаштыҡ. Талғын көй бөткәс, урынына оҙатып ҡуйҙым. Бер ни тиклем ваҡыттан йәнә талғын көй… Йәнә теге һылыуҙы саҡырҙым. Минең хәтер һәйбәт була торғайны. Телефон номерҙарын яҙып та тормайынса иҫтә ҡалдырам. Ул саҡта Өфөнөң телефон һандары ла бишәүҙән генә тора ине. Икенсе тапҡыр бейегәндә исемен, телефон номерын һораным, ҡайһы район ҡыҙы булыуы менән ҡыҙыҡһындым. Ә ул Өфөнөкө булып сыҡты. Шуға аптыраным: Өфөлә тыуып үҫеүенә ҡарамаҫтан, ауыл ҡыҙы һымаҡ ябай, мәҙәниле, һауалылыҡтың әҫәре лә юҡ, үҙен матур тота белә. Шуныһы менән дә күңелгә ятты. Был бейеүҙән һуң да матур ғына итеп урынына оҙатып ҡуйҙым. Артабан беҙ бүлек менән нығыраҡ “мауығып” киттек. Мин уны оноттом. Оҙатыу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Иртән уянғас, ниндәйҙер бер яҡтылыҡ тоям. Ҡайҙан был яҡтылыҡ? Кисәге ваҡиғаларҙы күҙҙән уҙғарам. Туҡта, мин бит кисә бер ҡыҙ менән таныштым. Телефон номеры ла, исеме лә иҫтә. Бәйләнеш башланды. Ысынлап та мин эҙләгән ҡыҙ булып сыҡты бит был һылыуҡай. Дуҫлығыбыҙ бик әүҙем барҙы. Мин әүҙемлек күрһәттем. 8 июнь тыуған көнө ине. Яҡын дуҫтарын, әхирәттәрен, туғандарын саҡырҙы. Шунда мәжлес мәлендә ҡотлау һүҙе әйтергә тип баҫҡан урында, тоттом да, буласаҡ кәләштең атаһына: “Әгәр ҙә ул риза булһа, ҡыҙығыҙҙың ҡулын һорайым”, ‒ тип мөрәжәғәт иттем. Барыһы ла шаҡ ҡатты ла ҡуйҙы. Шунда кәләштең бер туған ағаһы Мөҙәррис ҡайнаға, мәрхүм, өҫтәл аша миңә: “Кейәү!” ‒ тип ҡул һуҙа. Кәләш иһә, мин риза, тип ҡысҡырып ултыра алмай бит инде. Айрат ҡәйнеш тә: “Риза ул, риза, риза”, ‒ тип нығытып ҡуйҙы. Бөтәһе лә шулай еңел генә хәл ителде лә ҡуйҙы. Ҡайтып әсәйгә һөйөнсөләй һалдым да, 3 ноябрҙә яҙылышып, туй үткәрҙек. Быйыл бергә йәшәгәнгә 39 йыл була. Иң аптыратҡаны шул: ул нисек минең менән шул сама йәшәй алды икән? Минең ауыр холоҡҡа нисек түҙә икән? Хәйер, башҡа кеше булһа, мин дә тора алмаҫ инем…
“Шоңҡар”ҙар. Тәүәккәл кеше икәнһегеҙ шулай ҙа…
Юлай Ғәйнетднов. Тәүәккәллек тә, ныҡышмалылыҡ та, арҡырылыҡ та бар. Ауылда атайҙың ҡушаматы – кәрше ине. Ул арҡырының да арҡырыһы тигәнде аңлата. Кәләш алғандағы тәүәккәллек ана шуның менән дә бәйлелер. Бәләкәйҙән ҡурҡыу белмәү тигән бер сифатым булды. Ныҡышмалылығым, принципҡа тоғролоғом бер аҙ ҡамасаулап та ҡуя, әлбиттә. Ундай кешенең дошмандары ла күберәк була. Әммә үҙ принциптарыңа хыянат итеүҙән, үҙ-үҙеңде һатыуҙан ни мәғәнә?!
“Шоңҡар”ҙар. Арҡырылығығыҙ шәхси тормошта нығыраҡ ҡамасаулаймы, әллә эштәме?
Юлай Ғәйнетдинов. Әйттегеҙ тағы! Ҡатын-ҡыҙҙан да арҡырыраҡ зат бармы был донъяла?! Һин ниндәй генә арҡырының арҡырыһы булма, ҡатының барыбер арҡырыраҡ була. Мәшһүр йыраусы, хәҙер инде мәрхүм Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев (беҙ бик яҡын дуҫ булдыҡ) бер йәшенән ҡартатаһы тәрбиәһендә үҫкән. Ҡартатаһы мулла, ҡартәсәһе абыстай булған. Тәрән аҡыл эйәләре тип иҫләне уларҙы һәр саҡ. Эш шунда, элек башҡортта ҡанбаба тәрбиәһе тигән төшөнсә булған. Ғаиләлә яңғыҙ ҡыҙ үҫһә, уның өлкән улын атаһы менән әсәһе тәрбиәләгән. Мөхәмәтйән ағай шундай тәрбиә алған кеше. Уның оҙон көйҙәрҙе, мөнәжәттәрҙе тәрәндән белеүе ана шул ҡанбаба тәрбиәһенән килә лә. Мөхәмәтйән ағай хаҡында телгә алыуым был осраҡта шуға бәйле. Уның әсәһе лә, өләсәһе лә: “Донъялағы иң ахмаҡ ир генә ҡатынымды еңдем тип әйтә ала”, ‒ тиер булған икән.
“Шоңҡар”ҙар. Ейәнегеҙ Азамат та ҡурайҙа уйнайҙыр әле?..
Юлай Ғәйнетдинов. Ҡурайға ҡыҙыҡһыныуы бар. Ләкин мин уға көсләп таҡмайым. Кеше башта күңеле менән өлгөрөргә тейеш. Мин үҙем, ҡурайҙа уйнарға ун дүрт-ун биш йәштә генә өйрәнгән кеше, уға тотоноу бер ваҡытта ла һуң түгел, тип иҫәпләйем. Ейәнем бәләкәй генә булһа ла рухлы ул. Минән “Азамат” йырын өйрәнеп алып, тыуған көнөмдә башҡарып ишеттерҙе. Ейәнсәребеҙ Мәликә лә отҡор, аҡыллы бала. Ейәнгә – 10, ейәнсәргә 5 йәш. Әйткәндәй, ейәнем төҫкә миңә оҡшаған: ап-аҡ йөҙлө, күк күҙле. Ейәнсәрем өләсәһенә тартҡан.

Халыҡ мираҫы ‒ сакраль әйбер

“Шоңҡар”ҙар. Был һөйләшеүҙә оҙаҡ йылдар дауамында һеҙ әҙерләп алып барған “Хазина” тапшырыуы хаҡында телгә алмау мөмкин түгел, әлбиттә… Нисегерәк башланып китте был эш?
Юлай Ғәйнетдинов. Ул рәсми рәүештә 1991 йылдың 21 июлендә башланды тип әйтергә мөмкин. Шул көн мин телевидение штатына эшкә килдем. Элегерәк тә халыҡ ижадына бәйле тапшырыуҙар аҙ икәненә иғтибар итә торғайным. Был хаҡта “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының ул саҡтағы генераль директоры Салауат Әмирхан улы Килдинға әйтмәй булдыра алманым. Ул миңә ышанысын белдереп, йәшел ут бирҙе. “Хазина” ижад берекмәһе шулай барлыҡҡа килде. Иң тәүге тапшырыуҙы Сөләймән Абдуллиндан башланым. Оло йәштәге халыҡ ижады маһирҙары менән тапшырыуҙар эшләп өлгөрөү маҡсаты тора ине минең алда. Хоҙайға шөкөр, байтаҡ шәхестәребеҙҙе мәңгеләштереп ҡалыуға өлгәштек. 300-ҙән ашыу яҙма телевидение фондында һаҡлана хәҙер. Улар цифрлаштырылған. Ютубта ла бар. Алға китеп шуны әйтәм. Был эште бөгөн дә дауам итергә иҫәп тотам. Ул осорҙа күп нәмәләр хаҡында әйтергә ярамаған, шул сәбәпле шәхесте тейешле кимәлдә аса алмаған саҡтар булды. Бөгөн уларҙы әйтергә мөмкин. Шуға ла күптән түгел Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы директоры Шамил Булат улы Ишемйәровҡа “Хазина”ла “Хазина” хаҡында” тигән цикл өҫтөндә эшләргә теләүемде белдереп мөрәжәғәт итеп, ыңғай яуап алдым. Был цикл хәҙер эфирға сыға башланы ла инде.
Башҡорт халыҡ ижадын тергеҙеү, уны халыҡҡа еткереү хыялы күңелгә һис тә тынғы бирмәй. Мин, хыялый, берәй мөғжизә килеп сығып, ваҡыт арауығын үтеп, Буранбай, Ғәбит сәсәндәр, Мөхәмәтша Буранғоловтар менән “Хазина” тапшырыуы эшләп булһа ине тип тә уйлап ҡуям. Беҙҙең халыҡ ижады өлгөләрен быуындан-быуынға тапшыра килгән шәхестәр ‒ ябай ғына кешеләр түгел бит. Хоҙай бәндәләре, йәғни шул миссияны тормошҡа ашырыр өсөн тыуған заттар бит улар. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, Ғәбит сәсән “Урал батыр”ҙы һөйләгәндә, туҡтаһа, ары дауам итә, шул ваҡиғалар шауҡымынан сыға алмаған. Оҙаҡ ҡына һалҡын һыу эскән. Шунан ҡурайын ҡулына алған, әллә күпме көй уйнағас ҡына йөрәге баҫылған. Быны ул күңеле менән ундағы герой ҡайҙа − шунда йөрөүе, йәғни шундағы ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнауы, шул тойғоларҙы кисереүе менән аңлатҡан. Был үҙе бер мөғжизә түгелме ни?!
Ә тыңлаусы Мөхәмәтша Буранғолов та яҙып ала алмай. Ғәбит сәсән менән бергә ваҡиғалар уртаһында ҡайнай, әҫәрләнеп ултыра. “Урал батыр”ҙы дүрт ай дауамында тыңлап, күңеленә һеңдерә лә һуңынан ғүмер буйы тиерлек күңеленән сығарып ҡағыҙға теркәгән. Ә бит Ғәбит сәсән теләһә кемгә түгел, үҙенең лайыҡлы алмашсыһы булырҙай кеше булғанға ғына ла “Урал батыр”ҙы тап Мөхәмәтша Буранғоловҡа бәйән иткән. Улар араһында рухи бәйләнеш булған тигән һүҙ был. Халыҡ ижады ҡомартҡылары билдәле бер кешенән билдәле бер кешегә тапшырыла торған мөғжизә шул бына. Тапшыра торған кеше кәрәк. Ул изге, хәҙергесә әйткәндә, сакраль әйбер. Ундай мираҫты кәрәкле урында, кәрәкле мәлдә, кәрәкле кешегә генә тапшырыу талап ителә. Бына шуның арҡаһында ла “Урал батыр” беҙгә килеп еткән.
Һәм ҡурай менән дә шул уҡ хәл. Ысын ҡурайсы, боронғо ҡурайсылыҡ оҫталығы ла шәхестән шәхескә тапшырыла. Ҡурайҙың коды бар. Уны тота килеп кенә уйнап булмай. Ул код – һинең ҡаныңда, башҡорт рухлы булыуыңда. Ысын башҡорт рухы юҡ икән – ҡурайсы ла юҡ.
Халыҡ йырҙары менән дә шул уҡ хәл. Ә инде беҙҙең иң ҡатмарлы йырыбыҙ – “Урал”. Уны анһат ҡына йырлап була, “Буранбай” түгел дә инде, тиеүселәр яңылыша. “Урал”ға башҡорт халҡының тарихы һыйған. Әҙеһәм Исҡужин, Сөләймән Абдуллин, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Иншар Солтанбаевтар башҡарыуында “Урал”ды күҙ йәше менән тыңлайым. “Урал”дың да коды бар! Уны теләһә кем йырлай алмай, йырлауын йырлар ҙа тик “Урал” булмаҫ.
“Шоңҡар”ҙар. Ул кодтың гендар аша сит тарафтарҙа йәшәп ятҡан берәй башҡорт егетенә йә ҡыҙына бирелеүе лә ихтимал да инде?...
Юлай Ғәйнетдинов. Бик мөмкин. Был хаҡта Назар Нәжми “Урал” поэмаһында: “Башҡортлоҡ ул милләт кенә түгел, ҡурай кеүек ябай, ҡатмарлы. Әгәр ҙә һин ысын башҡорт булһаң, йырлап күрһәт миңә “Урал”ды!” тип яҙҙы лаһа! Назар ағайҙың башҡортлоҡто, “Урал”ды, ҡурайҙы шул тиклем дә нескә тойоуына хайран ҡалырлыҡ бит!
Алыҫ йөрөйһө түгел. Туймазыла “Оҙон көй” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара бәйгеһендә күрше төбәктәрҙә, үҙебеҙҙең көнбайыш, төнъяҡ-көнбайыш райондарҙа йәшәүселәр араһында башҡорт халыҡ йырҙарын ни тиклем оҫта башҡарыусыларҙы күрергә насип булды. Шуларҙың береһе ‒ Светлана апай Вәлиева. Ундағы рух! Сығышы менән Татарстандың Аҡтаныш районы Ямаҙы ауылынан. Башҡортлоғон белә. Бала саҡта шундай таҙа итеп башҡорт телендә һөйләштек, рәхәтләнеп башҡорт көйҙәрен башҡарҙыҡ, ти. Башҡа тарафтарға барһаҡ, “Ана, башҡорт районынан килгән, әйҙә, башҡорт йырын йырлап күрһәт,” ‒ тип һорап-һорап йырлата инеләр, ти. Светлана апай вафатынаса оҙон көйҙәр башҡарҙы, халҡының патриоты булды. Бындай миҫалдар күп. Сит тарафтарҙа көн күргән йәки үҙебеҙҙәге татар районы тип иҫәпләнгән райондарҙа йәшәүсе башҡорттарҙың күбеһе ниндәй ырыуҙан булыуын да белә. Бына Борай районының Оло Баҙраҡ ауылында Советтар Союзы геройы Тажетдин Ғиләжетдинов хаҡында тапшырыу төшөрҙөк. Паркинсон ауырыуы менән түшәктә ята ине. Беҙ килгәс, саҡ ҡалҡынып: “Беҙ Эске йылан ырыуы башҡорттарыбыҙ”, ‒ тигәйне, илап ебәрә яҙҙым.
Ана шулай, башҡортлоҡто баҫым, сит-ят йоғонто менән генә оноттороп булмай, етди кешеләр барыбер үҙ тамырҙары менән ҡыҙыҡһына, тарихын, шәжәрәһен өйрәнә, белә. 1912 йылда Фазыл Туйкин үҙенең “Ҡурай” тигән шиғырында: “Ҡыҙҙар ҡурай уйнай келәттә”, ‒ тип яҙған бит. Хәҙерге Татарстан Республикаһы Лениногорский районы Зәй-Ҡаратай ауылында тыуып үҫкән Юрмый ырыуы башҡорто ул. Көнбайыш, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары араһында ҡурайҙа күберәк ҡатын-ҡыҙҙар уйнаған. Краснокама районының Әшит ауылынан Ғилминур тигән ҡурайсы булған. Уның ейәнсәре Рәшиҙә Мостафина оҙон көй бәйгеләрендә лауреат булып йөрөй хәҙер. Һәм оҙон көй башҡарыуым өләсәйҙән килә, ти. Хәтәр бит! Быларҙың барыһы ла мин бая телгә алған кодтың барлығын дәлилләй түгелме ни?!
“Шоңҡар”ҙар. Башҡорт халҡы, уның ижады, рухи ҡомартҡылары, ысынлап та, үҙе бер мөғжизә инде. һеҙҙе тыңлайһың да, шул милләттең вәкиле булыуыңа ғорурланып, һөйөнөп ултыраһың. Ә һеҙ ‒ шул изге ҡомартҡыларҙы халыҡҡа ҡайтарып биреүсе. Хоҙай һеҙгә оҙон ғүмер бирһен, Юлай ағай! Ошо изге миссияғыҙҙы артабан да дауам итергә, халҡыбыҙ хазиналарын киләсәк быуынға ла түкмәй-сәсмәй еткерергә яҙһын! Ғәйрәтле ҡурайсылар, рухлы аҫыл ир-уҙамандар яңынан тыуып торһон, Алла бойорһа!
Юлай Ғәйнетдинов. Яҙмыштыр, күрәһең. Шулай тура килде: ғүмерем башҡорт моңон һаҡлаусылар янында үтте һәм дауам итә. Һәм мин шуның менән бәхетлемен дә…
Хикмәт эйәһе, әүлиә Лоҡман-Хәким, күпме йәшәнең, тигән һорауға: “Мең йыл, сөнки һәйбәт кешеләр менән күрешеп ултырыуыҙы бер ғүмергә һананым”, ‒ тигән бит. Мин дә һеҙҙең менән бер ғүмер йәшәнем. Күңелем бушап ҡалды. Рәхмәт!
Читайте нас: