“Һе-һе, ҡыҙҙар беҙгә ғашиҡ була ине инде ул. Бигерәк тә Фиданға”, – тип йылмая Әхтәм ағай, йәшлеген иҫкә алып. Алдамай ул, шулай булған да. Тик үҙе тураһындағыһын әйтеп еткермәй. Хәйер, беҙҙең халыҡҡа улай ҡаҙаныштарың хаҡында ауыҙ тултырып һөйләп ултырыу ҙа хас түгел. Әйтмәһә лә – билдәле. Уҙған быуаттың етмешенсе-һикһәненсе йылдарында театрыбыҙ сәхнәһенең романтик геройы Ғафаров булһа, ҡаһарманлыҡ образын иһә тап Абушахманов тыуҙырған ролдәр аша ҡабул итеп, замандаштары уны эпик ҡоласлы сәхнә батыры итеп хәтеренә һеңдергән.
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты, арҙаҡлы театр һәм кино актеры, билдәле режиссер, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Әхтәм Әхәт улы Абушахмановтың үҙе менән, редакциябыҙҙа самауыр йығып, аҡһаҡалдың булмышын асып, яҙмышы менән танышып, эс серҙәрен дә тыңлау бәхетенә ирештек.
Мин шәп эшҡыуар булаһы кеше инем...
Шоңҡарҙар. Һүҙҙе шунан башлайыҡ, Әхтәм ағай. Самауыр тиһәләр нимә күҙ алдығыҙға килә?
Әхтәм Әхәт улы. Ауыл. Күмерле самауыр йыры. Уның бит сәйе тәмле. Самауыр бала саҡтың, йәшлектең ҡәҙерле өлөшө. Тыуған йортомда әле лә бала сағым самауыры ултыра. Элек ҡатын-ҡыҙ сәйгә саҡырышты, тағы ашҡа алыу булды. Унда ирҙәр – бер яҡта, ҡатын-ҡыҙҙар икенсе яҡта ултырыр ине. Минең, алты йәштәрҙәге малайҙың яурынына таҫтамал һалып, ҡулға тас һәм ҡомған тоттороп, ҡунаҡтарға ҡул сайҙыртырға төшөрәләр. Бишбармаҡты ҡул менән ашайҙар. Атай ит турап ултыра. Ашап туйғас, табаҡта ҡалған бишбармаҡты һоғондороп сыға. Шунан мин тағы ҡулдарын йыуҙырып әйләнәм. Ит һеңдереп йөрөңкөрәп ингәстәр, ҡоротлап һурпа таратыла. Ҡорот баяғы тулған ашҡаҙандарҙы эшләтеп ебәрә. Ҡунаҡ саҡырғанда бер нисә самауыр ҡайнатыла. Күршеләрҙән дә алып торалар. Бына самауыр урындыҡҡа килеп ултыра, ашъяулыҡта майға бешкән йыуасалар, иретелгән май, шәкәр (уныһы беҙгә бик эләкмәй торғайны)... Тулған ҡорһаҡ өҫтөнә майлап тороп бер нисә самауыр йығыла. Ҡайһы ерҙәренә шул тиклем ашайҙар, тип аптырай инем. Хәҙер аптырамайым. Күрәһең, ҡорот ҡына түгел, ауыр эш тә ярҙам иткәндер уларға. Унан, ашау шул ҡунаҡта инде, былай ризыҡ наҡыҫ ине. Бәләкәй ҡустым үтә итәғәтле булды. Бер мәл: “Әсәй, һауытҡа һалып шәкәр ҡуйһаң, ынтыл, тип әйт әле миңә, әтеү оялып тик ултырам, ә ағайым ала ла ала”, – ти икән. Әсәйем сәй эскәндә: “Әхсән, шәкәргә ынтыл!” – тип әйткән була. Эй ҡыуанып үрелә туғаным. Элек кеше шулай тыйнаҡ ине. Атайым ватҡылап бирә ҡаты шәкәрҙе, йә булмаһа, шәкәр ҡомон алдыбыҙға берәр балғалаҡ һалып сығалар. Шуға бармаҡ төрткән булып сәй эсәбеҙ. Һуғыштан һуңғы йылдар бит. Әсәйгә инәйҙәр инһә, хәтеремдә, сәйләгәндә, сәйең быйыл һәйбәт булған тип, бер-береһен маҡтап алалар. Ҡырҙан ҡурай еләгенең япрағын тоҡлап йыйып, шуны толопҡа төрөп быҡтыралар ҙа, һоро төҫкә әйләнгәс, тегене киптереп, сәй итеп эсә инеләр. Шифаһы ла булғандыр инде. Тағы ла таҡта сәй булды. Магазинға тауар килгән көндө әсәйҙәр сират алырға китә. Бахыр бисәләр, йоҡонан тороуыбыҙға, төн йоҡламай баяғы бер таҡта сәйҙе дүрткә бүлеп алыр өсөн, мыҫҡал тотоп, беҙҙең өйҙә ултырыр ине. Таҡта тигәндәре ул грузин сәйе. Ҡытай сәйе лә килде һирәкләп, уны “аҡҡойроҡ сәй” тигән булып, ҡәҙергә тоттолар. Һауытын асһаң, аҡ япраҡтар ҙа күренә ине. Бына ошондай сәйҙәй ҡайнар иҫтәлектәр уята “самауыр” тигән һүҙ.
Шоңҡарҙар. Бала сағығыҙҙы һағынаһығыҙмы? Нимәһе менән нығыраҡ иҫтә ҡалған?
Әхтәм Әхәт улы. Бала саҡ ауыр булды, шуға бик һағынам, тип тә әйтә алмайым. Йәш сағымды һағынам. Әле уйлап ултырам, мин бит тәүге аҡсаны алты йәштә эшләнем. Баш бала булғас, ҡул араһына иртә индем. Бер көн атай урманға алып китте. Ҡыуыш ҡорҙоҡ, шунда ятып ағас әҙерләйбеҙ. Колхозғамы, совхозғамы ялланғандыр инде. Утындың кубометры бер һум да егерме тин ине. Ә ҡарағай бүрәнәләрҙе үлсәм менән ҡырҡабыҙ, уныһы ике һум. Минең өсөн иң ауыры ҡырын бысыу: ҡайындың төбө шул тиклем ҡаты, бала кешенең хәле етмәгәндер инде, шуға ҡул арымаһын өсөн ике ҡуллап быса торғайным. Нисәлер көн яттыҡ шунда, бер мәл атай, ағастарын тапшырғандыр инде: “Улым, мә, һинең хеҙмәт”, – тигән булып, миңә ун тәңкә аҡса бирҙе. Бик ҙур аҡса ине ул. Ауылдаштарым, әгәр ҙә бөгөнгө заманда тыуған булһа, беҙҙең Әхтәм көслө бизнесмен булыр ине, тиҙәр. Ысынлап та, барым булғандыр, яҙға табан талдан ҡаҙ ояһы әҙерләп һаттым. Ҡустылар тал ташый, мин үрәм, ул илле тингә осоп ҡына торҙо. Көҙгә табан тубырсыҡ йыйыуға күсәм. Баҙарҙан атай бейек тимер сана алып ҡайтҡайны, шуға тоҡ ырғытам да, билгә бәләкәй генә балта ҡыҫтырып, уҡыуҙан һуң урманға һыпыртам. Көн һайын бер тоҡ тубырсыҡ алып ҡайтам. Беҙҙән ун биш саҡрым ауылда тубырсыҡты киптереп орлоғон ала торған цех булды. Бер арба йыйылһа, атай тейәп шунда алып китә. Ҡарағас тубырсығының килоһы 46 тин ине, сөнки ул еңел, ә ҡарағайҙыҡы 35 тин самаһы. Аҡсаһын алып ҡайтып бирә. Мин шуға спорт ҡорамалдары ала инем. Саңғы-фәлән, етенсе кластарҙа иһә фотоаппараттар, радио ла йүнләнем. Сетевой радио һымаҡ нәмә лә юҡ ине бит беҙҙең тау-таш араһында, бик көслө радиоалғыстар ғына тота ине. Бизнес менән шөғөлләнеп, посылторгтан үҙем радио яҙҙырып алдым. Теүәл фәндәрҙән шәп өлгәшә инем. Физика уҡытыусыһы: “Йәшен ҡайтарғыс ҡуйығыҙ, өйөгөҙҙө йәшен атмаһын”, – тигәс, уныһын да әтмәләп ҡуйҙым. Бер ап-аяҙ көндө шарт итеп ҡалды, малай, өйөм һелкенеп кире ултырҙы, нимәләрҙер дөбөр-дөбөр килә. Сыҡһам, күрше ҡыҙыҡай: “Әхтәм, һеҙҙең өйгә йәшен инеп китте”, – ти. “Һинең шул нәмәң арҡаһында мейес торбаһы емерелгән”, – тип әсәй әрләй. Ике рәт шулай булғас, алып ташланым мин уны, ә радионы тыңланыҡ инде. Етенсе класта иһә, баяғы эшҡыуарлыҡ менән егерме ике тәңкә аҡса йыйып, бер ағайҙан мылтыҡ һатып алдым. Тейен, сел, ҡуян атып йөрөнөк.
Шоңҡарҙар. Бәләкәстән йүнсел булғанһығыҙ бит, Әхтәм ағай.
Әхтәм Әхәт улы. Шулай. Ул оҫталыҡ ҡорамалдары, йышҡы-бысҡылар йыйҙым, сөнки минең атай ул яҡтан моҡом ине. Ғүмер баҡый парторг та, председатель булып йөрөп эш рәтен бик белмәгән. Ә әсәйем ныҡ оҫта булды. Ул һуғыш йылдарында комбайнерлыҡҡа уҡып, комбайнер ярҙамсыһы булып тимер-томор араһында йөрөгән кеше. Атай бер нәмә эшләй башлаһа, “Рауҙааа!” тип ҡысҡыра ине. Бынау ағасты нисегерәк сабайым икән, тип кәңәш һорай. “Бына шулай”, – тип тегене үҙе сабып биреп инеп китә ине. Әсәйем арҡаһында беҙ бик асыҡманыҡ. Ул балаҫтар һуғыр ине, әммә бөтә кешегә лә һуҡмай. Уға сират торалар, файҙа булырлыҡ кешеләрҙе ҡарай. Әйтәйек, заготовитель бисәһенә шәлдәр һуға, камзулдар тегә, сөнки заготовителдә һинд сәйҙәре була. Үәт, шуның һымағыраҡтарҙы һайлай, сөнки өйҙәге туғыҙ кешене ашатырға ла кәрәк. Колхозға икмәк бешерҙе. “Ваҡытым юҡ”, – тип баш тартһа, сәсеү йә ураҡ ваҡытында: “Рауза апайҙың икмәге тәмле, ул бешерһә генә эшләйбеҙ”, – тип тракторсылар бунт күтәрәләр ине. Эй, килеп инәлә инде бригадир әсәйемә. Бер лист икмәкте тракторсыларға һалһа, береһе беҙгә лә ҡала бит инде – файҙаһы ла тейгән. Алты баланан хәҙер өсәү ҡалдыҡ инде. Ҡалғандары мәрхүм. Атайымдың әсәһе менән йәшәнек. Ул туҡһан алты йәштә үлде. Уны ла ҡарай бит инде әсәй, һуңғы ваҡыттарҙа өләсәй ятып ҡына торҙо.
Тимерсе Ғиниәт ағай бер ҡыҙыҡ һөйләне. “Әсәйең хәтәр икән, – ти, – бер көндө атымдың алғы ике тояғын ғына дағалап бир әле, тип атайың килде, ваҡытым юҡ, тигәс, ҡарап торҙо ла, атын етәкләп ҡайтып китте. Тиҙҙән тағы килде, әсәйеңде эйәрткән. Атын станға индереп, тояғын бәйләне. Дағалай башланы ла, йүн сығара алмай. Шунан әсәйең: “Ҡана, ситкәрәк тор әле”, – тип сүкеште алды ла, шарт-шорт дағаланы ла ташланы, шаҡ ҡаттым, – ти тимерсе.