Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Самауырҙы йыҡҡансы
3 Сентябрь 2019, 14:27

«Минең өсөн һәр йыл – Кино йылы»

Насар актер юҡ. “Үҙенең” ролен башҡармаусылар ғына бар. Шуға күрә кастингта билдәләнгән ролгә тәғәйен актер һайлап алыуы ла үҙенә күрә ҙур эш ул. Тормошта бит һәр кешегә айырым роль бирелгән. Үҙ юлыңды таптың икән, уңышҡа өлгәшәсәкһең. Тапмаһаң, ғүмере буйы бәрелеп-һуғылып йөрөйәсәкһең.#Шоңҡаржурналы #Самауырҙыйыҡҡансы

Ихластан иркенләп һөйләшергә мөмкинлек биргән иң ҡунаҡсыл рубрикабыҙҙың бөгөнгө геройы – кинорежиссер Айнур Асҡар. Шыжлап ултырған самауыр янында тәмлекәстәр менән һыйланып, ҡайнар сәй эскән арала кино сәнғәте, режиссерлыҡ оҫталығы, тамашасының зауығы хаҡында әңгәмәләштек.

Бала саҡтағы шытымдар

“Шоңҡар”ҙар: Йолабыҙ буйынса, тәүге һорауыбыҙ түбәндәгесә яңғырар: самауыр тигәс, күҙ алдыңа нимә килеп баҫа?
Айнур Асҡар: Самауыр менән минең һуңғы “осрашыуым” “Әсә” фильмындағы самауырлы күренеште төшөргән мәлдә булды. Был кадрҙар менән оҙаҡ ҡына хитланырға тура килде. Ысын ҡайнап ултырған күмерле самауыр. Һәр дубль һайын уның бер иш төтәүе зарур ине. Ә ел төтөндө уйнатып ҡына торҙо. Фильмда олатай ролен уйнаусы Азат Йыһаншин уның эргәһендә генә ултыра. Етди ҡиәфәттә: “Ҡыҙым, һин бит әсә кеше”, – тип әйткән бер дублдә ҡапыл самауырҙың ауыҙынан дөрләп ялҡын бәреп сыҡмаһынмы! Ярай әле Азат Надир улы янтайып өлгөрҙө.
Йәнә, самауыр тигәндән, иҫкә һәр саҡ көләмәс килеп төшә. Башҡорт менән татар сәй эсеп ултыра, ти. Татарға һый бик оҡшай төшкәндер, ул башҡортҡа ярарға тырышыпмы инде, эй, һамауыр сәйе тәмле, ти икән. Һамауы-ыр, башҡортса әйтте булды был. ☺
“Шоңҡар”ҙар: Ә бала сағыңда самауырҙан сәй эсә инегеҙме?
Айнур Асҡар: Әлбиттә! Хәйбулла районының Әбеш ауылында олатай-өләсәйем эргәһендә үтте бала сағым. Бесәнгә самауырһыҙ бармайбыҙ. Их, унда яланда эскән сәйҙәрең! Яңы сабылған бесән еҫе, төрлө ҡоштарҙың һайрауҙары, сиңерткәләрҙең сырҡылдашыуы аҫтында сәй эсеү – ожмахың алыҫ торһон! Бесәндән ҡайтҡас та тәндәрҙе яҙлыҡтырып, ишек алдында ҡараңғы төшкәнсе мөңгөр-мөңгөр килеп самауыр алдында һөйләшеп сәй эсәбеҙ. Өҫтөбөҙҙә тоноҡ ҡына лампа яна, унда күбәләктәр йыйылып китә. Шуға самауыр ғаилә берҙәмлеге, табын йылылығы, күңел тулылығы менән ассоциациялана минең өсөн.
“Шоңҡар”ҙар: Эйе, башҡорттоң ҡунаҡсыллығы, күңел киңлеге, ихласлығы сағыла самауырҙа. Кескәй сағыңдан белеп үҫкән, туплаған ошо сифаттар эшеңдә булышлыҡ итәме?
Айнур Асҡар: Эшләгәндә былар хаҡында артыҡ уйлап тормайһың инде. Маҡсат ҡуйҙың икән, ең һыҙғанып тотон, урын-еренә еткереп башҡар! Хәйер, бөтә нәмә тәрбиәнән килә. Күңелеңә бала сағыңда һалынған орлоҡтар шытым бирә. Уларҙы нисек итеп үҫтереүең артабан үҙеңдән тора. Үҫентегә һыу һипмәһәң, ул ҡорой, кибә бит. Ә һыуға, ҡояш нурҙарына ҡойондороп торһаң, сәскә ата. Һәр кеше үҙен шәхес итеп үҫтерһен. Ә бала саҡта ҡыҙыҡһыныуҙарың, шул рәүешле мажараларың күберәк булған һайын, киләсәктә төрлө өлкәлә үҙеңде һынап ҡарауҙа, төрлө кешеләр менән аралашыуҙа файҙаға ғына бит.
“Шоңҡар”ҙар: Бала сағың, тимәк, ауылда үтте?
Айнур Асҡар: Беҙ үҙебеҙ олатай-өләсәй эргәһенә атлығып торҙоҡ! Йәйге каникул башланыу менән беҙ – Әбештә. Август аҙаҡтарында ғына килеп ала торғайнылар. Халыҡ әйтмешләй, мәктәп баҙарына: костюм-күлдәк, спорт кейемдәре, дәфтәр-ҡәләм алырға юлланабыҙ. Үҙенә күрә был байрамды ла түҙемһеҙләнеп көтөп ала инек.

Һөҙөмтә бар икән, әйҙә тырыш!

“Шоңҡар”ҙар: Үткән быуаттың 90-сы йылдарында һинең атайың Юлай Асҡаров етәкләгән “Рух” төркөмөн иҫкә төшөрәм дә, уларҙың ижадында ла, үҙҙәрен тотошонда ла сикһеҙ иркенлек тойғанын күҙ алдына баҫтырам. Хәйбуллалар, дала ерендә үҫкәндәр ысынлап та шулай иреклеме, был тормошоңа йоғонто яһанымы?
Айнур Асҡар: Сибай сәнғәт училищеһына уҡырға килгәс, шуға иғтибар иттем. Башҡаларҙан айырмалы рәүештә беҙ, хәйбуллалар, үҙебеҙҙе иркенерәк тотабыҙ, баҡһаң. Ул-был мәсьәләлә юғалып ҡалмайса, тартынмайса эшкә тотонабыҙ һәм еңелерәк атҡарып та сығабыҙ. Шул уҡ ваҡытта башҡортса ла, русса ла тап-таҙа һөйләшәбеҙ. Хәйбулла – сиҙәм ер бит, бында төрлө милләт кешеләре төпләнгән. Татыу йәшәп, ихлас аралашабыҙ. Шунан киләлер был күркәм сифаттар. Маҡан ауылында ике ҡатлы йортта торҙоҡ. Ошонда ғына ла әллә күпме милләт вәкилдәре йәшәне: урыҫ, татар, поляк, немец, чечен, мариҙар. Һис ҡасан низағ ҡупманы. Ниндәй байрам булмаһын, беҙҙеке түгел тип, ятһынып ҡараманыҡ: Ҡорбан ғәйете булһа, бер-беребеҙгә: “Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!” – тип өндәштек. Пасха көнөндә ихласлап: ”Христос воскрес!” – ти торғайныҡ. Татыу йәшәүгә ни етә?!
Өфөлә, бигерәк тә Санкт-Петербургта кешеләрҙе айырып ҡарауҙарына ғәжәпләнгәйнем. Теге йәки был урында башҡортто йә татарҙы эшкә алмайҙар, тигәнде ишетергә тура килә. Үҙем бынан тулыһынса азатмын, толерантмын: барыһына тиң ҡарайым.
“Шоңҡар”ҙар: Шул уҡ ваҡытта бөтәһенә бер тигеҙ ҡарау халҡыңа хеҙмәт итмәү тигәнде аңлатмай бит.
Айнур Асҡар: Әлбиттә. Һүҙ бөтөнләй был хаҡта түгел. Тәү сиратта, халҡына, Ватанына хеҙмәт итеү маҡсаты менән кеше үҙен шәхес булараҡ тәрбиәләй. Һәм, ниндәй генә хәл-ваҡиғалар килеп тыумаһын, ғүмер буйы ошо изге маҡсатына тоғро ҡала.
Әммә һәр халыҡта, беҙҙә бигерәк тә “ҡәрҙәшлек” тигән төшөнсәнең таралыуы эсте бошора. Шул уҡ хеҙмәткәрҙәрҙе лә, эшләй белмәһә лә, үҙебеҙҙең кеше бит, тип һайлаған осраҡтар булғылай бит. Шәхсән үҙемдең маҡсатым – эшләргә, эшләргә һәм эшләргә. Башҡарған хеҙмәтемде милләтем буйынса баһаламаһындар ине. Һөҙөмтә, ҡаҙаныштар бар икән, әйҙә, тырыш, һиңә юлдар асыҡ, тиһендәр.
“Шоңҡар”ҙар: Фәҡәт үҙеңә ҡәрҙәшлек менән осрашырға тура килдеме?
Айнур Асҡар: Ни әйтәһең, тура килде. Яҡшы таныш директорҙар араһында ла асыҡтан-асыҡ: “Яңы команда йыям. Ике башҡорт, ике рус милләте вәкилдәре кәрәк ине”, – тигәндәре бар. “Барыбер түгелме ни? Эш даирәһендә белгес булыуҙары мөһимерәк тә инде”, – тип ҡаршы килеүҙәремә үҙ һүҙҙәрендә торҙолар. Талаптар шундай, йәнәһе. Ҡайҙан киләлер был талаптар? Яһалма толерантлыҡ шулай тыуалыр, ахыры.
“Шоңҡар”ҙар: Америка хәленә төшөп барабыҙҙыр…
Айнур Асҡар: Ләкин “толерантлыҡ” һүҙен “дуҫлыҡ” менән алыштырырға кәрәктер, моғайын. Дуҫтарҙы айырып ҡарамайһың бит. Бына әле грантҡа “Из Уфы с любовью” фильмын әҙерләйем. Бында башҡорт, татар, урыҫтың дуҫлығы сағылыш табасаҡ. Беҙ көн дә бер-беребеҙ менән осрашабыҙ, аралашабыҙ. Ә милли колоритыбыҙ һаҡланып ҡала: һәр беребеҙҙең тормош рәүешебеҙ, донъяға ҡарашыбыҙ, эш алымыбыҙ үҙенсәлекле. Шул уҡ ваҡытта инде нисә быуаттар буйы дуҫлыҡ дауам итә. Бындай фильм тамашасының күңеленә хуш килер тип уйлайым: заманса ҡоролған сюжет, юморға, шаяртыуҙарға бай булыр. Төрлөлөк коньюктураһын сәнғәттең һәр төрөндә ҡулланыу зарур бит. Һиҙмәһәк тә, норма булып нығынған, ғәҙәти күренешкә әүерелгән ул. “Голливуд”та ла шулай бит: “аҡ полицеский” эргәһендә мотлаҡ “ҡара”һын осратырға була. Америка был этап аша үткән. Күп милләтле ил булһа ла, унда итальянмы-французмы, мин шул милләт кешеһемен, тимәй. Ул, мин американ, тиер. Хәҙер беҙ ошо һыҙыҡҡа килдек. Илдә бер Президент. Әммә “Башкирия” түгел, Башҡортостан булып ҡалғы килә. Иң тәүҙә быуаттар буйы булдырылған үҙ йөҙөбөҙҙө һаҡлайһы бар. Үҙенсәлекте, йолаларҙы. Әлбиттә, хөкүмәткә бер сәйәсәтте алып барыу күпкә отошло. Ләкин беҙ, милләттәр, нәҡ үҙенсәлегебеҙ менән көслөбөҙ ҙә! Тимәк, Рәсәй төрлөлөгө менән көслө. Ошоноң кеүек мәсьәләләр минең өсөн дә бик сетерекле. Һәм киноларым аша шуларҙы еткергем килә. Тәүҙә тамашасының заказ буйынса эшләнгән тип ҡабул итеүе ихтимал. Ләкин фильмды тулыһынса ҡарап бөткәс, ул үҙенсәлеге менән – кеше, дуҫлығы менән халыҡтар көслө булыуын, ошо юғарылыҡтың аңлау кимәленә күтәрелер тип ышанам.
Ҡабартып күрһәтеүҙе маҡсат итмәгәнмен. Яман күренһен, ләкин дөрөҫлөктө сағылдырһын фильмдарым. Уйҙарҙың төрлөһө килә башҡа. Мәҫәлән, башҡорт мафиозы тураһында. Йәнәһе, эре кешеләрҙән ҡалышмай, ул күн креслолы “Volkswagen Transporter”ҙа йөрөй. Ҡурай түңәрәгендә шөғөлләнә. Берәй автоматтың көбәгенән ҡурай эшләп алған. Кәрәге сыға ҡалһа, ошо ҡоралы менән дошмандарын дөмбәҫләй, ти. Был миҫал ғына. Ошондай юл менән дә милли колоритты биреп була, тип әйтмәксемен.

Хыялға – һөйөү менән

“Шоңҡар”ҙар: Айнур, һин бер кемдең дә фекеренән, шелтәһенән ҡурҡмайһың. Ҡайҙан килә һиндә был көслө сифат?
Айнур Асҡар: Бәлки, шулай күренәлер. Һәм был яҡшылыр ҙа. Дөрөҫөндә, башҡалар кеүек үк, мин дә уйланам, борсолам, нахаҡ һүҙҙәр ишетеп рәнйейем. Күптән түгел, фильмды урлайһың, тип ғәйепләнеләр. Тик эшем шул: кино проекты тәҡдим иттеләр, һәм мин уны төшөрөргә ниәтләнем. Бер үҙем түгел, командам бар. Ҡул ҡаушырып ултырып булмай, уларға эш кәрәк. Саф конкуренция һәр ерҙә бар. Ә йәлләп, йә, һин эшлә, тип әйтә алмайым. Әйттем бит: әле нәҡ ижад итә, эшләй торған сағым. Мөмкинлек сыҡҡанда, мин уны ҡулымдан ысҡындыра алмайым.
“Шоңҡар”ҙар: Атайың билдәле музыкант, әсәйең клуб методисы булып эшләне. Ә һин кино сәнғәтенә нисек килдең?
Айнур Асҡар: Әсәйем ғүмер буйы клуб методисы вазифаһын башҡарыу менән бер рәттән халыҡ театры режиссеры ла булып йөрөнө. Хәҙер икеһе лә үҙ шөғөлдәре менән мәшғүл.
Һүҙемде IX кластан башлайым. Уға тиклем бөтәһе лә мине хулиган, тыңлашмаҫ, тиктормаҫ тип белде. Ысынында ундай түгел инем. ☺ Яҙға ҡарай атай-әсәйемә класс етәксем: “Зинһар өсөн, улығыҙҙы X класҡа бирмәгеҙ инде. Мәктәп өсөн шулай яҡшыраҡ булыр”, – тип ялбара башланы. Хатта һүҙе үтһен өсөн өйгә лә килгеләне. Эйе, егеттәр араһында беҙҙең үҙебеҙҙең компания булды. Тик башлығы мин түгел инем. Киреһенсә, күп осраҡтарҙа дуҫтарҙы миңә тыйып, ҡарап йөрөргә тура килде. Әллә йөҙөм, әллә харизмам өсөн мин иң яманы булып күрендем, буғай.
IX класты тамамлағас, ысынлап та Стәрлетамаҡҡа химия-технология йүнәлеше буйынса уҡырға китергә ниәтләнгәйнем. Атайым: “Унда элекке танышым эшләй, ул ярҙам итер”, – тип тә әйткәс, ныҡлы ҡарар ҡабул иттем. Машинаға ултырып сығырға ғына ҡалды. Такси килде, әйберҙәр тейәлде. Шул ваҡыт әсәйем: “Юҡ, Айнур бер ҡайҙа ла китмәй!” – тип ҡырт киҫте. Һәм мин X класҡа уҡырға туған мәктәбемә барҙым.
Өлкән кластарҙа КВН кеүек эшмәкәрлек менән шөғөлләндем. Ҡараштар ҙа, донъяға маҡсаттар ҙа етдиләнде. 2004 йылда мәктәпте тамамлағас, бөтә класташтарым Өфөгә юлланды. Мин генә Сибайға сәнғәт колледжына, актерлыҡ факультетына уҡырға индем. Конкурс ҙур булманы, егеттәр әҙ килгәйне. Һәм беҙҙе, өс егетте, ҡабул иттеләр. Дәрестәр башланды. Әммә мин актер булырға теләмәүемде аңланым. Был мәлгә фотокамерам бар ине. Тәүҙә фото сәнғәте менән мауыҡтым. Күп тә тормай, видеокамералы булдым. Ҡыҫҡа сюжетлы күренештәрҙе төшөрҙөм. Быларҙың барыһы ла режиссер һөнәрен һайларға этәргес бирҙе. 2007 йылда техник булып Таңсулпан Бураҡаеваның “Минең йондоҙом” фильмын төшөрөүҙә ҡатнаштым. Иғтибар итһәгеҙ, ҡайһы бер эпизодтарында үҙем дә күренгеләп ҡалам. Шуныһы ҡыҙыҡ, кино төшөрөү артыҡ ҡатмарлы түгел кеүек күренде. Мауыҡтырғыс та, ҡыҙыҡ та өлкә икән. Ошонан һуң, ниңә үҙемде режиссерлыҡта һынап ҡарамаҫҡа, тигән уй тыуҙы.
Әлбиттә, махсус белемһеҙ тота килеп кино төшөрөү мөмкин түгел. Бының өсөн миңә ике ҡаланың берәүһен һайларға кәрәк ине: йә Мәскәү, йә Питер. Һис шикһеҙ, Питерға юл тоторға тейешлегемде аңлайым, сөнки һөйгән ҡыҙым шунда йәшәй. Был мәлгә беҙ оҙаҡ ҡына дуҫлаша инек, һәм бергә булмаһаҡ, мөнәсәбәтебеҙ һүрелеүе лә ихтимал. 2008 йылдың 26 июлендә колледжда сығарылыш кисәһе үтте. Мин ҡыҙыл диплом алдым һәм, банкетҡа ҡалып та тормайса, поезға ултырып, төньяҡ баш ҡалабыҙға, Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидение институтына, юл тоттом.
Бындағы мажараларҙы айырым һөйләргә кәрәк. Килеп еттем дә ул, тик Рәсәй кинематографияһы хаҡында урыҡ-һурыҡ ҡына беләм. Тарихын һорап та тормағыҙ тигәндәй… Фильмдар менән бик аҙ танышмын. Мәҫәлән, “Броненосец “Потемкин”ды поезда килгәндә өҙөкләп ҡараным. “Сталкер” хаҡында ишетеп кенә беләм. Сөнки ошондай исемле уйын бар ине… Ошондай һай багаж менән һынау тоторға батырсылыҡ иткәнмен бит, әй, үҙем дә. “Уйын” факультетына инмәнем. “Телевидение”ға үткәрмәнеләр: “Рәсәй кинематографияһы былай ҙа маҡтанырлыҡ түгел, һеҙҙең менән ул күтәрелеп китмәҫ. Ваҡытығыҙҙы бушҡа сарыф иткәнһегеҙ. Һау булығыҙ”, – тинеләр. “Документаль кино” бүлегенә килдем. Атаҡлы Виноградов ултыра. “Фамилияң нисек?” – тип һораны. Кем икәнлегемде әйткәс: “Мин һине исемлектән һыҙып ҡуйҙым инде”, – ти. Ә өҫтәлендә ижади эш папкалары ята. Үҙемдекен сығарып, асып, алдына һалдым: “Минең өсөн артҡа юл юҡ. Эштәремде ҡарағыҙ”, – тип ныҡыштым. Күҙ йүгертеп сыҡты ла: “Ярай, исемлеккә кире беркетәм. Тик артабан һынатма”, – тине. Бер минутҡа һуңлаһам, өлгөрмәй ҡалыр инем бит. Тәүге имтихан-коллоквиумды артыҡ ауырлыҡһыҙ тапшырҙым. Сығып барғанда Виноградов мине туҡтата: “Нимә төшөрөргә уйлайһың?” – тип һорай был. “Мин – башҡорт. Аттарҙы яратам”, – тинем. “Минең һәр киномда – ат!” – тип ул бер һүҙ менән хупланы. Уҡыуҙар башланды. Тик “бишле”гә уҡырға тигән маҡсат ҡуйманым алдыма. Фантазияны егергә генә ҡалды. Иншалар, сценарийҙар яҙҙыҡ. Төп көсөмдө практикаға йүнәлттем. Төшөрөү алымдарын өйрәндем, оҫталыҡты арттырырға тырыштым. Ысынлап та күп төшөрә инем. III курста приздар ҙа ала башланым. Шуның өсөн фотом гел “Почет таҡтаһы”нда торҙо. Дөрөҫөн әйткәндә, студенттар ”Хурлыҡ таҡтаһы” тип атай торғайны, сөнки уны башлыса “бишле”гә өлгәшкән, ләкин бер ни ҙә төшөрмәгәндәр, эшкинмәгәндәр “биҙәй” ине. Минең портреттан һуң ул таҡтаның бер сама почеты артты. ☺

Рәсәйҙә кино бизнес булып үҫешмәгән

“Шоңҡар”ҙар: Уҡыу йылдарында ниндәй проекттар өҫтөндә эшләнең?
Айнур Асҡар: Күп улар. I курста тик фото төшөрөү менән шөғөлләндек. Ҡайҙа йөрөһәм дә, фотоаппарат үҙем менән булды. Һуңынан төшөргәндәреңдән фотофильм, диктофонға яҙҙырып алған тауыштар йә көй менән оҙатылған слайдшоуҙар әҙерләнек. Бер ниндәй аппаратура бирелмәне, барыһы ла үҙебеҙҙеке булды. Йәйгеһен төҙөлөштә эшләп, яҡшы сифатлы көҙгөлө фотоаппарат алғайным. Тора-бара видео төшөрөүгә күстек. Бының өсөн мин ул мәлгә ап-аруҡ ҡыйбат торған, әммә HD форматта, секундына 24 кадрҙа төшөргән “Nikon D90” моделлеһен алдым. Нимәһе ҡыҙыҡ: туйҙа төшкән аҡсаға! II курсты тамамлауыма туй үткәрҙек. Кәләшем Анастасияға теләгемде әйткәйнем, ул ҡаршы килмәне, аңланы, һиңә эшләргә кәрәк, тине. Тормошомда иң ҙур терәгем ул. Рәхмәт үҙенә!
Нәҡ ошо камера менән ысын кинолар төшөрөргә өйрәндем. Был йүнәлештә лә уҡыу процесында төрлө проекттар бирелде. Нимә, нисек төшөрөүең – үҙеңдең фантазиянан торҙо. “Документалка”ларымдың тәүге ҡоймаҡтары: “Дама с собачкой”, “Широкая Масленица”. Репортажлыларынан: “Профессия – художник”, “Москва- Питер”, “Ночной экспресс”… Барыһын да һанап бөтөп тә булмаҫ, ахыры, ҡайһыларын кино тип атау ҙа килешмәҫ. Кәйеф-торошто бирергә, уникаль деталде тоторға, монтажларға өйрәнеү һ. б. – тәүмаҡсат булды ул саҡ. Курс эштәренән “Дама с собачкой”, “Мы не рабы”, “Еңмеш” ҙурҙарынан һанала. “Әсе бал” иһә – диплом эше.
“Шоңҡар”ҙар: Күңелеңдә хеҙмәтеңдән иң ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо ҡалдырған фильмың?
Айнур Асҡар: “Әсе бал”. Билдәләп үтергә кәрәк: ул документаль кино. Кем нимә генә тимәһен, нисек кенә шелтәләмәһен, һәр заманда ҡарарлыҡ бөгөнгө көндөң архивы, бер документы. Бында солоҡсолоҡтоң технологияһы ғына бирелеп ҡалмай, быуындар аша күсеп килгән ҡиммәттәр сағыла. Нәҡ рухи байлыҡты еткергән кинолар төшөрөп, тарихта ҡалдырғым килә минең. Киноға күңел асыу сараһы итеп ҡарамайым. “Әсе бал”ға оҡшаш “Башҡорт балаҫы” проектын да әҙерләйбеҙ бөгөн. Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылындағы балаҫ һуғыу оҫтаһы – уникаль яҙмышлы ҡатындың бер көнөн күрһәтергә теләйем.
“Шоңҡар”ҙар: “Әсә” фильмында көҙгөнө ысынлап ваттығыҙмы?
Айнур Асҡар: Әлбиттә. Эффекты бөтә тулылығында бирер өсөн секундына 120 кадр төшөргән камера ҡулландыҡ. Өс көҙгө алып ҡуйғайныҡ. Төрлөсә ҡыландырып ҡараныҡ, ә һөҙөмтәлә барыбер беренсе дублде һайланыҡ. Көҙгө ватылыу хәйерлегә түгел тигән юрауҙы тамашасыға еткерә алдыҡ, тип ышанғы килә.
“Шоңҡар”ҙар: Ә кино аҙағында Азат Йыһаншиндың дала буйлап атта сабыу күренеше бигерәк шәп бит!
Айнур Асҡар: Башҡорт холҡона хас ҡылыҡ. Тәбиғәт йәнле башҡорт ярһыуын киңлектәрҙә, ҡыҙыу арғымаҡтарҙа ел менән ярышып барғанда баҫҡан бит. Дөрөҫөн әйткәндә, күренеш эш процесында тыуҙы. Сценарий буйынса, уның урынына 40-лаған аттан торған өйөр дала буйлап сабып үтергә тейеш ине. Уртала һыбайлы ошо аттарҙы һыҙыра. Ҡыҙыулығы баҫылғансы өйөрҙө улай-былай ҡыуалап йөрөй. Ошо вариантты 3 көн буйы төшөрөп ҡараныҡ. Килеп сыҡмай бит, әй: өйөр тыңлашмай, үҙ белдеге менә теләгән яғына ҡайырыла ла китә. Бер саҡ хатта аттарҙы юғалттыҡ. 30 саҡрым алыҫлыҡтағы ауыл эргәһенән табылдылар. Инде нисек төшөрөргә икән, тип башҡа йәбешкәндә, ҡапыл олатай ролен башҡарған Азат Йыһаншин атта сабып сығып китмәһенме! Беҙгә ни бары камераға тотоп өлгөрөргә генә ҡалды. Бына ҡайҙа актер оҫталығы! Башҡорт халҡының асылы күренеп тора үҙендә.
“Шоңҡар”ҙар: “Мы не рабы” ҡыҫҡа метражлы фильмыңды бер кем дә тыныс күңел менән ҡарамағандыр. Уны төшөрөү тарихы менән таныштырып үтһәңсе.
Айнур Асҡар: Ят ҡалала (физиономиям арҡаһында унда бер ҡасан да үҙ кеше булмаясаҡмын ☺ көсөмдө һынап ҡарағым килде. 100 мең һумдан артыҡ бюджет менән (60 меңде институт бүлде, үҙемдән 30 мең өҫтәнем, 20 меңе – спонсорҙарҙан) ул саҡта студенттар менән бөтөнләй хеҙмәттәшлек итмәгән “Ленфильм” киностудияһына мөрәжәғәт иттем. Унда ла ҡойма аша төшөп, артҡы ишектән индем. Директорға үтеп, һуғыш йылдарындағы кейемдәр, реквизит-аксессуарҙар кәрәк ине, тим. Ул миңә аптырап ҡараны ла, һин ҡайҙан индең, тип һораны. “Черный вход”тан, миңә бик кәрәк, тип күҙенә ҡараным.
Ныҡышмалығым һөҙөмтәһеҙ ҡалманы. Ике “ГАЗель” тулы декорациялар менән ҡайтып, эш башланыҡ. Мәктәп менән килештек, уҡыусылар ҡыуанып ризалашты. Эш көнө ҡыҫҡа: Петербургта көн яҡтылығы ни бары 4 сәғәткә генә һуҙыла. Һәм 4 көн эсендә тарихи дөрөҫлөккә тап килгән яҡшы кино төшөрҙөм тип уйлайым.
Миңә күп тапҡырҙар, ҡаҙаҡтарҙыҡы һымаҡ башҡорт фильмын төшөрһәңсе, тигән теләк еткергәндәре бар. Ҡаҙағстан – айырым дәүләт, ә Башҡортостан (үкенескәме әллә бәхеткәме) – Рәсәй Федерацияһындағы субъект. Улар һымаҡ беҙ позициябыҙҙы асыҡтан-асыҡ белдерә алмайбыҙ. Тәү сиратта беҙ – Рәсәйле. Хөкүмәттән, бюджеттан аҡса алып, бөгөн “Урал батыр”ҙы төшөрөү мөмкин түгел. Был маҡсатҡа бөтөн башҡорттар йыйылышып ҡына тормошҡа ашыра һәм: “Белегеҙ, бар донъя Уралдан башланған!” – тип оран һала алабыҙ.
Бер ыңғай “Еңмеш”те төшөргәндәге ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлде һөйләп үтке килә. Хәйбулла районының Әҙел ауылында мәктәптә урынлашып, эш башланыҡ. Күп тә торманыҡ, ҡара костюмдағы әҙәмдәр килеп, беҙҙе ҡыуырға тотондо. Ауыл халҡының насар йәшәгәнен төшөрөп йөрөйһөгөҙ, йәнәһе. Художестволы фильм өҫтөндә эшләүебеҙҙе белдерһәк тә, һөҙөмтә бирмәне. Иптәшем район хаҡимиәте башлығына барып хәлде аңлатҡас ҡына, бер нисә көн үткәс кенә эшебеҙҙе дауам итә алдыҡ. Беҙҙә һәр нәмәгә рөхсәт кәрәк, һин ирекле түгел.
Инде байтаҡ тәжрибә туплағас, фильмды оҙаҡ төшөрөргә кәрәкмәй, тигән һығымтаға килдем. Мәҫәлән, “Урғалы”ны 2 ай эсендә төшөрҙөк. Шәп килеп сыҡты. Премия ла байтаҡ булды. Ә процесс һуҙылһа, дәрт-илһам да юғала, килеме лә проект тарафынан йотола.
“Шоңҡар”ҙар: Рәсәй кимәлендә ниндәйерәк киноларға аҡса бүленә? Кемдәр бүлә?
Айнур Асҡар: Мәҙәниәт министрлығы, Кино фонды. Шәхси бағыусылар менән бик һирәктәр эш итә. Рәсәй кимәлендә күпмелер аҡса бүленә икән, ул үҙ ҡуласаһы эсендә ҡала. Бер саҡ милли киноға грант иғлан ителгәйне. Һөҙөмтәлә рус телендәге проект еңеп сыҡты. Дөрөҫмө был? Шуға, Рәсәй киноһының хәле маҡтанырлыҡ, тип әйтеп булмай. Мәҙәниәт йылында клубтар ябылды, Әҙәбиәт йылында – китапханалар. Кино йылында киностудияларҙы ябырға ғына ҡалды. Был процесс “оптималләштереү” тип атала. Тик эстәлеген раҫламай.
Милли кино сәнғәте бизнес булып үҫешмәгән. Уны мин түтәл менән сағыштырыр инем. Үрҙәгеләр ҡоро ергә орлоҡ бөртөгөн ташлап, ниңә үҫмәй, тип зарланған кеүек. Эшкәртелмәгән, ашланмаған, һуғарылмаған ерҙә нисек үҫһен ул? “Башҡортостан” киностудияһы режиссерҙарын себер ҡайынына тиңләр инем. Бөтөнләй шарттар булдырылмаған урында тамыр йәйеп, нисек тә булһа үҫергә тырышып, яҡтыға ынтылғандай.
“Шоңҡар”ҙар: Ә сит илдән продюсерҙар йәлеп иткәндә?
Айнур Асҡар: Продюсер – кеҫәһе ҡалын кеше тигәнде аңлатмай. Уның блокноты ҡалын. Теге йәки был мәсьәләне таныштары аша хәл итә ул. Сит илдән, эйе, продюсер тапҡаным бар. Тик улар проектты бер һыҙыҡтан алып барырға тырыша. Үҙенең һүҙе, инициативаһы үтһен, тиҙәр.

Режиссерлыҡҡа өйрәтеү мөмкин түгел

“Шоңҡар”ҙар: Булмышың режиссерлыҡ икәнен институтта ғына аңланыңмы?
Айнур Асҡар: Йәшермәйем – был тойғо миндә бөгөн дә юҡ. Әле лә кино төшөрөргә йыйынғанда, тәүге тапҡыр тотонғанмын кеүек. Административ тәжрибә тупланған: ҡайҙа, кемгә, нисегерәк хат яҙырға, смета тултырырға – уныһы артыҡ ҙур мәсьәлә түгел. Ә ижад – бөтөнләй башҡа төрлө донъя. Ваҡыт менән эш итә белеү – режиссерлыҡ. Ике кадрҙы, бер постановкалағы ике дублде берләштереү, шул рәүешле бер идеяны килтереп сығарыу оҫталыҡ талап итә. Һәр эшем тәүгеһе һымаҡ тойола.. Режиссерлыҡҡа өйрәтеү мөмкин түгел. Тояһың икән, әйҙә, алға! Тоймайһың икән, ғәфү ит, үҙеңдең юлыңды тап.
Әлеге мәлдә мәғлүмәти ҡытлыҡ кисерәм. Ҡарашымды киңәйтергә, белемемде арттырырға кәрәклекте бөтә булмышым менән тоям. Күпләп китап уҡығы, барлыҡ классиканы ҡарап сыҡҡы килә. Ниҙер уйлап табырға кәрәк, тик мин күңелемдәге бушлыҡҡа, юҡтан бар булған рамка-кәртәләргә килеп төртөләм. Ә ваҡыт ашыҡтыра, ижад итмәйенсә булмай. Үҙемде аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ҡалғандай хис итәм ошондай саҡтарҙа. Шуныһы бошондора.
“Шоңҡар”ҙар: Ә яңы сыҡҡан кинолар менән танышып бараһыңмы? Яратҡан режиссерҙарың кемдәр?
Айнур Асҡар: Күп улар. Тегеһе йәки быныһы нығыраҡ оҡшай, тип ҡапылғара әйтә лә алмайым. Фильмдарҙы белгес һымаҡ түгел, ябай тамашасы булараҡ ҡарарға тырышам. Һуңғыларҙан “Жизнь Пи” күңелемә хуш килде. Бына минең кино, мин ошондайҙы эшләр, төшөрөр инем, тип әйтә алам. Ҡат-ҡат ҡараһам да, ялҡмайым. Шулай уҡ Сергей Дворцевойҙың “Тюльпан”, Василий Сигаревтың “Жить”, “Волчок” фильмдарын айырып үтер инем. “Страна Оз” жанры менән комедия булһа ла, моңһоулыҡ кисереп ҡараным. Бөгөнгө заманға фарс һымаҡ ҡабул иттем. “Выживший” бөтөнләй оҡшаманы. 10 минутҡа һыйҙырырлыҡ сюжетты эй һуҙалар, эй һуҙалар. Бының өсөн шунсама ваҡыт, аҡса әрәм итергә кәрәк булдымы? Ди Каприоға “Оскар” бирһендәр өсөн төшөрөлгән фильм. Айыу менән алышыу күренеше бөтөнләй үҙен аҡламай. Гример һәм сиджейҙың эше бары. Ә бына йылыныр өсөн атты тунап, тиреһенә уралыуы эмоциональ яҡтан тамашасыға нығыраҡ тәьҫир итә.
“Шоңҡар”ҙар: Режиссерға бөгөн компьютер технологияларын да бик яҡшы белергә кәрәк, тимәк?
Айнур Асҡар: Һис шикһеҙ. Минең дә махсус эффектар менән тулыландырылған кино төшөрәсәкмен, барыһы ла хайран ҡалыр, тип әллә нисә тапҡыр хыялланғаным булды. Сафсата! Бында ла үҙенә күрә сере бар. Идея менән нығытылмаған махсус эффект – буш нәмә. Тамашасының иҫе китмәйәсәк. 5 секунд үтерме, уны онотасаҡ та. Шул уҡ айыу менән алыш сәхнәһе хәтеремдә ҡалманы. Махсус эффект та мәғәнә бирергә тейеш, тимәксемен. Ниңә “Ютуб”тағы ябай кешеләр тарафынан төшөрөлгән роликтар меңләгән ҡараусы йыя? Сөнки тормош нисек бар, шул килеш бирелә: уларҙа эскерһеҙлек, ябайлыҡ һаҡлана. Яһалмалыҡтың эҙе лә юҡ. “Трансформер”ҙар бөгөн популяр, иртәгәһенә онотолоп та ҡуя. Форма ҙур булып та, идея семтем генә, йә, киреһенсә, форма семтем генә, ә үҙе шундай ҙур мәғәнә йөкләүен онотмаҫҡа кәрәк. Идеаль вариант, әлбиттә, үлсәү тигеҙ торған саҡ. Ошо “алтын урталыҡ”ты ижадымда ла, тормошомда ла һәр саҡ эҙләйем.

Һәр кешенең тормошта үҙ роле

“Шоңҡар”ҙар: “Соммерсби”, “Пианино” кеүек фильмдарҙа геройҙың эске донъяһы менән процесс барыуына ҡарашың? Кино тамамланғас ҡына герой кисергәнде үҙең кисергәндәй булаһың, һорауҙарға яуап алаһың.
Айнур Асҡар: Психологик драмаларға ыңғай ҡараштамын. Һәр режиссер уны төшөрә алмай. Әлбиттә, компьютер графикаһы юҡ, техник яҡтан улар ҡатмарлы түгел һымаҡ күренә. Ләкин бында “кадрҙың психологик хәрәкәте” тигән алым эшләй: персонаж ҡымшанмай ҙа. Тик күҙҙәрен ҡыҫып йомоуы, ирендәрен тешләүе аша, мәҫәлән, уның күңел кисерештәре бирелә.
“Шоңҡар”ҙар: Быларҙы башҡарырға актер табыуы ла ҡыйындыр?
Айнур Асҡар: Ғөмүмән, насар актер юҡ. “Үҙенең” ролен башҡармаусылар ғына бар. Шуға күрә кастингта билдәләнгән ролгә тәғәйен актер һайлап алыуы ла үҙенә күрә ҙур эш ул. Тормошта бит һәр кешегә айырым роль бирелгән. Үҙ юлыңды таптың икән, уңышҡа өлгәшәсәкһең. Тапмаһаң, ғүмере буйы бәрелеп-һуғылып йөрөйәсәкһең.
“Шоңҡар”ҙар: Ә һин, үҙемдең юлымды таптым, тип әйтә алаһыңмы?
Айнур Асҡар: Тормошомдоң әлеге һыҙығынан ҡарағанда, 60%-ҡа ныҡлы итеп, эйе, тип әйтә алам. Ҡай саҡ, бәлки, минең булмышым бүтән йүнәлештәлер: башҡорт киноларын режиссерлау түгел, ә продюсерлау менән шөғөлләнергә кәрәктер, тигән шик тә тыуып ҡуя. Әлегә тиклем 80% эшмәкәрлегем нәҡ төшөрөр майҙан, техника эҙләүгә, килешеүҙәр төҙөүгә, фильмды таратыуға һ. б. йүнәлтелгән. Республикабыҙҙа, үкенескә, кино сәнғәтенә мөкиббән киткән продюсерҙар юҡ. Шул яҡтан ҡарағанда, мин һуҡмаҡтарҙы таҡырайтып бөткәнмен һәм башҡаларға ярҙам итергә теләр инем.
“Әсә” фильмын әҙерләгәндә Фәнил Ғәлимов менән хеҙмәттәшлек иттек. Ысынлап янып-дәртләнеп эшләне, ошо ялҡынды башҡаларҙа ла ҡабындыра алды. Әммә миҙалдың икенсе яғы: продюссерлыҡ серҙәрен аңлаусылар бик әҙ. Яҡындарың да һинең был йәһәттән хеҙмәтеңде аңламауы бар, бушты бушҡа ауҙарыу кеүек күрә, сөнки көткән һөҙөмтә әллә килеп сыға, әллә юҡ. Әлбиттә, бындай баҫым аҫтында ялҡын һүнә, дәрт юғала. Ҡыҙғаныс: бик-бик күптәр әле башҡорт киноһын төшөрөү – юҡ менән булышыу тип ҡабул итә.
Был яҡтан үҙемде бәхетле итеп һанайым: тормош иптәшем Анастасия аңлай, ҡаты талаптар ҡуймай. Көньяҡ илдәргә, диңгеҙгә алып бармайһың, тундар һатып алмайһың, тип үпкәләмәй. Башҡорт киноһын күтәргең килә икән – тырыш; уңыш ҡаҙанғас, йөрөп өлгөрөрбөҙ, тип киләсәккә позитив ҡарай. Форсат менән файҙаланып, тағы берҙе рәхмәт белдергем килә үҙенә.
“Шоңҡар”ҙар: Айнур, һин ил кимәлендә күренергә тырышаһың, төрлө фестиваль-конкурстарҙа ҡатнашаһың. Уның ойоштороусылары үҙҙәре саҡыралармы?
Айнур Асҡар: Беҙҙең халыҡта “Иламаған балаға имсәк ҡаптырмайҙар” тигән тапҡыр әйтем бар. Үҙең йөрөмәһәң, бер кем һинең урынға эшләмәй. “Еңмеш” фильмын төрлө сараларға “йөрөтөп” ҡараным. Һуңынан тағы бер нисәүҙе. Хәҙер ойоштороусылар үҙҙәре үк, һеҙҙең яңы киноғыҙ юҡмы, тип мөрәжәғәт итә. Дөрөҫөн әйткәндә, юғары кимәлдәге фестивалдәр бармаҡ менән һанарлыҡ. Ошо талап үҙе үк ижад итергә, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәгән бына тигән кино төшөрөргә этәргес көс булып тора. Шөкөр, фильмдарым үҙ-үҙҙәрен “йөрөтә”.
Асылда иһә бер ниндәй фестиваль тамашасы рәхмәтен алмаштыра алмай. “Әсә” фильмының премьераһында быға тулыһынса инандым. “Родина” кинотеатры беҙҙең аудитория барлығын белә һәм киноларыбыҙҙы ала, күрһәтә. Һәм ота ла, башҡорт киноһына тамашасы сиратҡа баҫып ҡараны. Ысынлап, кинотеатр “Әсә”нән ҙур ғына килем алды. Хатта “Голливуд” киноларынан юғарыраҡ. Һуңғы тапҡыр халыҡ “Титаник”ка шулай ағылып килгән. Ә республиканың бөтә кинотеатрҙары прокатты ҡабул итһә, һүҙ бөтөнләй бүтән дәүмәлдәрҙә барыр ине. Дүртенсе-бишенсе сеанстарға ла сиратҡа тороп билет алыуҙары аңлатып бөткөһөҙ бәхет бирҙе. Халыҡ милли киноны күрергә теләй, уға оло һөйөнөс менән бара, кинәнеп ҡарай, теленән төшөрмәй оҙаҡ һөйләп йөрөй һәм тағы һорай. Шулай булғанда, ниңә ең һыҙғанып эшләмәҫкә, ти?!
“Шоңҡар”ҙар: Үҙебеҙ үҙебеҙҙе күтәрмәһәк, халҡыбыҙ үрҙәр яулай алмаҫ. Башҡорттар ҙа кинотеатрҙарға йөрөмәһә, милли кино төшөрөүҙән фәтүә булмаҫ…
Айнур Асҡар: Кино сығарыуҙа реклама хаҡында онотмаҫҡа кәрәк. Мәғлүмәт таратыуҙа ҙур ҡорал бит ул. Аҡса йәлләмәй, ҡала буйлап банер-афишалар элеп сығырға мөмкин. Үҙен аҡлай был алым. Һәм киләсәктә пиар эшен дә тейешле кимәлдә алып барырбыҙ.

Һәр нәмәнән һығымта яһай белергә кәрәк

“Шоңҡар”ҙар: Драматургияла пьеса иң мөһиме булғандай, кинола ла сценарийҙар ҙур роль уйнайҙыр. Яҙыусылар йә һәүәҫкәрҙәр араһында уны яҙырға өйрәтеү буйынса семинарҙар үткәрһәгеҙ, яҙыҡ булмаҫ ине.
Айнур Асҡар: Яҡшы сценарий менән эшләүе, әлбиттә, рәхәт. Урын-еренә еткерергә тип үҙеңә ултырырға тура килмәй. Төшөрөү майҙанында ла артыҡ тауышланырға, һәр актерға, шулай уйнарға тейешһең, тип өйрәтергә кәрәкмәй.
Кино сценарийын тота килеп яҙып булмай. Бында, прозанан айырмалы рәүештә, хәрәкәтте ҡоро телдә һүрәтләйһең бит: ултыра, күрҙе, торҙо, һыу уртлап алды, аҙым эшләне, кемгәлер ниҙер әйтте һ. б. Аҙаҡтан, хәрәкәттә ошо һүрәтләүҙәр йәнләнә. Хаҡ, тәжрибәле яҙыусылар менән хеҙмәттәшлек итеү эште күпкә еңеләйтер, үҫтерер ине. Семинарҙар ойоштороу, минеңсә, ике яҡ өсөн дә отошло булыр. Рәсәйҙә вебинар рәүешендә улар булып тора. Мәҫәлән, күптән түгел Олег Богатовтыҡы үтте. Республикала ла башҡорт аудиторияһы өсөн ошондай дәрестәр тергеҙелер тип ышанам.
“Шоңҡар”ҙар: Шәхсән үҙеңә сценарийҙар күп киләме?
Айнур Асҡар: Байтаҡ ебәрәләр. Ләкин уңышлылары алтын бөртөктәрендәй. Йә шылтыратып: “Әйҙә осрашайыҡ, минең шундай шәп идеям бар!” – тип фәстерәләр. Көтөп тор, һин тәүҙә ошо идеяңды ҡағыҙға төшөр, мин ҡарайым, шунан һөйләшербеҙ. Минең өсөн һүҙ түгел, башҡарылған эш – төп критерий.
“Шоңҡар”ҙар: Тормоштар бер көйө генә бармай. Стресс, апатия кеүек күңел тороштарынан нисек сығаһың?
Айнур Асҡар: Ғәҙәти тормош ағымынан арынып торам. Бүтән шөғөл менән әүрәтәм үҙемде. Көн дә бер төрлө эш йонсота бит ул. Иң мөһиме, йомолмаҫ кәрәк. Хәлемдән килмәй, минән бер ни килеп сыҡмай, тип ҡулдарҙы һәлендерергә кәрәкмәй. Дуҫтар менән аралаш, улар һине элекке хәлеңә ҡайтарыр. Шәхсән үҙемдең бер мәлдәге күңел кризисынан дуҫым, оператор Илсур Ишаев сығарҙы. Уға: ”Донъяла көн дә әллә күпме үҙгәрештәр булып тора. Әйтер һүҙ, еткерер идеялар күп, әммә мин нимә хаҡында кино төшөрөргә белмәйем”, – тигәйнем, асылып. Яуабы тапҡыр булды. “Улайһа, үҙеңде нимә борсой, күңелеңде “тырнай”, шул хаҡта төшөр”, – тине. Ысынлап та шулай. Мин бит шундай “текә”, барыһы ла “аһ” итерлек кино төшөрөргә йыйынмайым. Заман һулышын тойоп, халыҡ мәнфәғәтен ҡәнәғәтләндерерлек фильм сығарырға кәрәк. Һәм темалар үҙҙәре алға “һикереп” сығып тора.
“Шоңҡар”ҙар: Идеяға, шәп фекерҙәргә илһамды ҡайҙан алаһың?
Айнур Асҡар: Күп осраҡта музыка тыңлайым. Машина йөрөткәндә уйланырға яратам. Кистәрен дуҫтар менән ултырып, эскерһеҙ аралашып, ул-был мәсьәләне уртаға һалып һөйләшкәс, зиһендәге ебәрмәй торған төйөн сиселә. Ғөмүмән, күберәк йөрөргә, аралашырға, тыңларға, күҙәтергә һәм, иң мөһиме, һәр нәмәнән һығымта яһай белергә кәрәк. Ҡайһы саҡ ниндәйҙер кино ҡарағанда етешһеҙлектәрен күргәс, үҙемдең идеяларым тыуа. Иң шәбе – китап уҡып илһамланыу. Башҡортса яратып уҡыйым, Мостай Кәримдең шиғырҙары күңелемә яҡын. “Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде, тиһең…” шиғыры, бигерәк тә:
Ауһам ине шул, саҡ бәйгеләрҙә
Йөрәге ярылып үлгән ат һымаҡ, –
(шиғырҙы тулыһынса яттан һөйләне) ошо юлдары булмышыма ауаздаш кеүек. Эйе, лайыҡлы йәшәргә кәрәк. Һуңғы һыҙыҡҡа үкенестәр түгел, уңыштар һәм ҡыуаныстар тейәп етергә яҙһын.
Ә төп илһам сығанағым – әлбиттә, ғаиләм.

Иректә генә һәләттәр асыла

“Шоңҡар”ҙар: Ошо урында ғаиләң менән таныштырып үтһәңсе. Кәләшең менән ҡасан ҡайҙа осраштығыҙ?
Айнур Асҡар: Өйләнгәнгә ҡәҙәр Анастасия менән ун йыл буйы дуҫлашып йөрөнөк. Атай-әсәйҙәребеҙ бала саҡтан беҙҙе бергә күреп өйрәнгәйне инде. Ҡатыным Санкт-Петербург ҡалаһынан, тиһәм, беҙҙе уҡыған саҡта тап булышҡан тип уйлайҙар. Әммә беҙ Аҡъярҙа, дискотекала таныштыҡ. 2003 йылдың 30 июлендә “официаль” рәүештә “йөрөй” башланыҡ: ошо кис дуҫлашырға тәҡдим иттем.
“Шоңҡар”ҙар. Хулиган, бандит булып йөрөгән сағыңдамы ни?
Айнур Асҡар. Шулай була инде. Ана шул хулиганлыҡ, тәүәккәллек ярҙам итте лә инде. Был сибәр ҡыҙға күҙ һалыусылар әҙ ине тиһегеҙме? Һин минең ҡыҙ буласаҡһың, тигәс ул аптырап китте лә: “Ҡалай ҡыйыу!” – тине. Шул ҡыйыулыҡты үҙ итте шикелле тәүҙә. Тәү ҡараштан тоҡанған һөйөү хисе һаман да һүнмәй, һүрелмәй. Уның атаһы Хәйбулла районынан, башҡорт. Йыш ҡына ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөнөләр. Әйткәйнем бит: минең Санкт-Петербургка уҡырға барыуыма Анастасия сәбәпсе булды. Оҙон-оҙон хаттар яҙышып, телефондан һөйләшеп арығайныҡ инде, бергә булырға теләк ҙур ине, мин юғары белем алыу өсөн ВГИК-тан баш тартып, уның янына юлландым. Уңыштарым өсөн ҡатыныма рәхмәтлемен. Тәүлектең 24 сәғәтен кино тураһындағы уйҙар менән үткәрәм: нимә, кемде, нисек, ҡайҙа төшөрөргә – шул турала баш ватам. Ә бала тәрбиәләү, йортто ҡарау кеүек мәшәҡәттәрҙе ул үҙ өҫтөнә алған. Һөнәре буйынса инженер, әммә әлеге ваҡытта минең ярҙамсым булыуҙы өҫтөн күрҙе. Ҙур ҡалала тыуып үҫһә лә, Өфөгә ҡайтыуҙан баш тартманы, хатта Аҡъярға йәки Әбеш ауылына ҡайтып йәшәргә уйлаһам да, минең янымда буласаҡ. Өс йәшлек Айлин исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ.
“Шоңҡар”ҙар: Өфөлә төпләнергә ҡарар иттегеҙме?
Айнур Асҡар: Тыуған яҡ үҙе көс бирә бит ул. Ләкин тормош юлының киҫкен боролоштан да тороуын онотмаҫҡа кәрәк. Ваҡыт барыһын хәл итер. Әлегә пландар Өфө менән бәйле. Бында фатир “снимать” итәбеҙ.
“Шоңҡар”ҙар: Ҡыҙыңа “башҡорт тәрбиәһен” бирәһеңме?
Айнур Асҡар: Ошо һорау үҙем өсөн дә сетерекле. Минеңсә, беҙҙең халыҡ балаларын артыҡ тыйып үҫтерә. Уныһы ярамай, быныһы ярамай, унда барма, ниңә әсәйеңде тыңлашмайһың?.. Шул рәүешле бала өсөн донъяны ус төбөндәгеләй генә итеп ҡыҫырыҡлап ҡуялар. Мөмкинлек бирелмәгәнлектән баланың йомолоп ҡалыуы ихтимал. Иректә кешенең һәләттәре асыла бит.
Миҫалға: ҡунаҡ килеү менән, аяҡ аҫтында буталып йөрөмә, тиеп, баланы бүлмәһенә индереп ултыртып ҡуялар. Һуңынан табындан нимә ҡалған, шул һыйҙы ғына тәмләп ҡарарға рөхсәт итәләр. Ә Кавказ халыҡтарында тәүҙә балалар һыйлана, шунан ғына ололар өҫтәл артына ултыра.
Юҡ, тыйыуҙар бөтөнләй булмаһын, тимәйем. Һәр нәмәлә сама кәрәк. Әгәр ҙә атай-әсәйем мине мәлендә тыймаһа, бәлки, башҡа юлдан китер инем. Айлинды башҡорт рухында тәрбиәләйбеҙ.
“Шоңҡар”ҙар: Режиссер һөнәрен һайлаусыларға ниндәй кинолар ҡарарға тәҡдим итер инең?
Айнур Асҡар: Бер һүҙһеҙ – классиканы. Кино тарихы менән таныш булыу мөһим. Кәрәк булғандан ғына түгел. Бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алаһың. Һынлы сәнғәттән, музыканан, әҙәбиәттән айырмалы, кинематография йәш бит. 120 йылға байҡау яһау артыҡ күп ваҡыт та талап итмәй. Рухи багажың ни тиклем ауыр икән, ижадың да байыраҡ буласаҡ. Икенсенән, үҙеңә күп төшөрөргә кәрәк. Хәҙер технологиялар хәтәр алға киткән, смартфондар менән дә рәхәтләнеп төшөрөп, монтажлап, кино әҙерләргә мөмкин. Шуға буласаҡ режиссерҙарға, теләгең бар икән, әйҙә, тәүәккәллә, тиергә генә ҡала.
Хәйер, режиссер һөнәре бик ҡыҙыҡлы бит ул! Камера, төҫтәр, яҡтылыҡ, тауыш, хәрәкәт менән әллә ниҙәр ҡыландырырға була. Барыһы фантазиянан һәм эшләү алымдарын ҡуллана, төрләндерә белеүҙән тора. Ошондай осраҡтарҙа гел миҫалға “Форсаж” фильмын килтерәм. Төп герой Вин Дизель уйнамай ҙа тиерлек, уның өсөн барыһын видеокамера башҡара. Ул етди ҡиәфәттә тора, ҡапыл ниҙер ҡолай: камера уға яҡынлаша. Был тертләүҙе аңғарта. Йәки һыны буйлап “йөҙөп” үтә: геройҙың һағышланыуын аңлайбыҙ. Тик бөтә фильм буйы уның йөҙө бер төрлө. Киноның үҙенсәлеге – мөмкинлектәренең сикһеҙ булыуында. Монтажлағанда иһә фильм бөтөнләй башҡа форма алыуы ла ихтимал. Режиссер ошо алымдар менән эш итә белергә тейеш.
Ваҡытында В. И. Ленин: “Беҙҙең өсөн сәнғәттең мөһимдәренән кино һанала”, – тип әйткән бит. Ысынлап та, кино – киләсәк сәнғәте. Кеше аңына бик ныҡ тәьҫир иткән ҙур ҡорал булғанлығын да оноторға ярамай. Шуға күрә шаҡшыны түгел, ә яҡшыны күрһәткән, кешелеклелекте, изгелекте порпагандалаған киноларҙы күберәк төшөрөргә тейешбеҙ.
“Шоңҡар”ҙар: Кино йылынан ниҙәр көтәһең?
Айнур Асҡар: Минең өсөн һәр йыл – Кино йылы.
“Шоңҡар”ҙар: Рәсәй кимәлен, хатта “Голливуд”ты яуларға теләк юҡ түгелдер?
Айнур Асҡар: Ижад иткәндә юғары маҡсаттар ҡуйып эшләргә кәрәк. Тик мин әлегә республикама кәрәкмен. Мин башҡорт, улай ғына түгел, Башҡортостан киноһын үҫтерергә тейешмен. Киләсәктә Рәсәй кимәлендә билдәле шәхестәрҙе киноларымда йәлеп иткем килә. Бер ни үҙгәртмәйенсә, әйҙә, үҙҙәрен уйнаһындар. Эпизодтарҙа ғына булһа ла. Ләкин шул сәхнәләр республиканың йөҙөн билдәләр. Шундай күренеш: Өфөнөң бер ихатаһына инәһең, оп-па, унда Шевчук менән Земфира гитарала уйнап ултыра. Теләк: ҡара, Өфө бына ниндәй икән, тиһендәр. Радик Юлъяҡшинды күрһәтеп, ул “Инстаграм”да, мин шул-шул кинола ҡатнаштым, тип яҙып элһә, халыҡ кинотеатрға ағыласаҡ. Фильмды ҡайһы ерлектә төшөрөү артыҡ мөһим роль уйнамай. Донъя бөгөн сикле түгел, тик мөмкинлектәр генә төрлөсә. Ниңәлер беҙҙең илдә ҡунаҡтарҙы ғына ҡолас йәйеп ҡаршы алалар, ә үҙ халҡына юлдарҙы кәртәләп ҡуялар. Шуныһы ғына ҡамасаулай. Ә эшләргә теләк, таһыллыҡ һәм көс-дарман бар!
Читайте нас: