Шоңҡарҙар. Йәмғиәттә ниндәйҙер күренеш пәйҙә булып, үҫеш юлы алһа, тора-бара был феномен халыҡтың ҡаҙанышына әүерелә һәм уны өйрәнеү, дөйөмләштереү дәүере яҡынлаша. Билдәле бер кимәлде яулаған Роберт Юлдашев феноменын да Башҡортостан, Рәсәй һәм, ниһайәт, донъя музыкаһы сәнғәтенә бәйләп анализлауҙың мөҙҙәте еткәндер. Хәйерле сәғәттә. Ошо йүнәлештәге әңгәмәне башлайыҡ.
Роберт Юлдашев. Әйҙәгеҙ… Хәйерле сәғәттә… Барлыҡ һорауҙарығыҙға ла ихлас яуап ҡайтарырға һүҙ бирәм.
Шоңҡарҙар. Һүҙ бирәһең, тимәк… Әйткәндәй, Роберт, һин мәктәптә уҡығанда пионер булып өлгөрҙөңмө?
Роберт Юлдашев. Өлгөрмәгән ҡайҙа? Галстуктарҙы үтекләү үҙәккә үтә ине. Шуға ла күберәк осраҡта үтекләмәй ҙә торғайным, шикелле.
Шоңҡарҙар. Ә бына үҙеңде башҡорт ҡурай сәнғәтендә пионер итеп һиҙәһеңме, юҡмы?
Роберт Юлдашев. Әлләсе, ул турала уйланғаным юҡ бит әле. Күңелгә ятышлы эш менән шөғөлләнеп тик йөрөлә инде.
Шоңҡарҙар. Шулай ҙа пионерлығыңды дәлилләгән ике күренеште билдәләргә мөмкин: 90-сы йылдар башында башҡорт эстрадаһында яңы һулыш булып балҡыған “Аманат” студияһының барлыҡҡа килеүе һәм бөгөнгө заманса кимәлдә ижад итеүсе “Ҡурайсы” төркөмөнөң ойошторолоуы…
Роберт Юлдашев. Ғәфү итегеҙ, һуңғы проектыбыҙ хаҡында аҙ ғына аныҡлыҡ индерәм. Беҙ world muzik, йәғни донъя этник музыкаһы йүнәлешенә ярашлы ижад итәбеҙ. Ябай һүҙҙәр менән әйткәндә, көй-моңдарыбыҙ аша хыялда, уйҙа дәүерҙәр төпкөлөнә сәйәхәт ҡылып, ата-бабаларыбыҙҙың йөрәк тибешен, дөңгөр тауыштарын, шул осорҙағы ир-азаматтарҙың көсөн тойоп, ижадыбыҙ аша шуларҙы сағылдырырға тырышабыҙ.
Шоңҡарҙар. Тимәк, нирвана кисерәһегеҙ...
Роберт Юлдашев. Шулайыраҡ булалыр…
Шоңҡарҙар. Нисек уйлайһың, Роберт, “Аманат”тан “Ҡурайсы” музыкаль төркөмөнә саҡлы араны үтергә кәрәк инеме? Йәғни был йылдар һиңә нимә бирҙе?
Роберт Юлдашев. Ижадымдың нигеҙе бала сағымда Әҙһәм Исҡужин, Юлай Ғәйнетдиновтарҙан алған ерлекле һабаҡтарға - ҡурайҙың тарихын, классик көй-моңдарыбыҙҙы етди үҙләштереүгә ҡайтып ҡала. “Аманат”та иһә замана ысулдары, электроник микрофондар аша ҡурайҙың ҡабатланмаҫ ауазын юғалтмайынса, уның барса матурлығын, тембрын түкмәй-сәсмәй, саф килеш еткереү өсөн музыка ҡоралының башҡарылыу нескәлектәрен, һәр боролошоноң йышлығына тиклем ентекле өйрәнергә тура килде. Һәм ошоноң өсөн “Аманат”тарға рәхмәтлемен дә. Сөнки бөгөнгө йәш ҡурайсыларҙың күбеһе микрофонға ниндәй арауыҡта баҫып уйнарға кәрәклеген дә белмәй, ҡурайҙың тембрын үҙҙәренә нисек уңайлы, шулай борғослай, һәм һөҙөмтәлә, уның тауышы колоритын юғалтып, боҙолоп яңғырай. Билдәле инде, халыҡ был тамашанан ваз кисеп ҡайта. Шуға ла мине иң тәүҙә музыканттарҙың профессиональ кимәлдәре ҡыҙыҡһындыра. Үҙемдең төркөмгә лә иң-иңдәрҙе һайлап алдым.
Шоңҡарҙар. Профессионалдарға профессиональ кимәлдә түләргә кәрәк бит әле…
Роберт Юлдашев. Шулайын-шулай ҙа. Әммә бөгөн һәр профессионалдың үҙ-үҙен туйындырырға һәләтле булыуы ла фарыз.
Шоңҡарҙар. Салауат Низаметдинов үҙен “мин - ҡыйбатлы композитор”, ти. Һәм ул хаҡлы ла. Ә бына Роберт Юлдашев үҙен “ҡыйбатлы музыкант” тип иҫәпләйме?
Роберт Юлдашев. Халыҡта нимә тиҙәр әле?.. “Гәүһәрҙе кишер менән кәбеҫтә һатылған кибеттә эҙләмәйҙәр”. Салауат ағай, ысынлап та, ифрат талантлы шәхес. Музыкаһы тәрән дә, тетрәндергес тә. Замандаштары араһында уның ижадын бөтә тулылығында төшөнөүселәр ҙә һирәктер…
Шоңҡарҙар. Аңлауыбыҙса, өҙөп кенә “мин ҡыйбатлы” тип билдәләргә ҡыймайһың, шикелле. Ысынында иһә, үҙеңдең баһаңды белеп, шул кимәлдән фекер йөрөтөүҙең һис ниндәй аламалығы юҡ.
Роберт Юлдашев. Ысынлап та, ҡайһы бер сараларға барғы килмәгән саҡтар була. Әйтәйек, идеялары оҡшамауы ихтимал. Шундай осраҡтарҙа, беҙҙең ҡатнашлыҡтан баш тартасаҡтарын һиҙемләп, арыу ғына сумманы әйтеп ташлайһың. Шуға ла “Роберттың командаһы һораған хаҡ башҡа һыйырлыҡ түгел” тигән имеш-мимештәр ҙә таралалыр. Әммә шул уҡ ваҡытта үҙем ихтирам иткән кешеләр, уҡытыусылар, табиптар алдында бушҡа сығыш яһарға ла ризамын. Ҡыҫҡаһы, төрлө мәлдәр була.
Шоңҡарҙар. Һине йышыраҡ осраҡта урыҫтар корпоратив кисәләргә саҡыра, тиҙәр…
Роберт Юлдашев. Дөрөҫөн генә әйткәндә, башҡорттар ҡурайҙы аҡса түләп тыңларға лайыҡлы музыка ҡоралы тип ҡабул итмәй. “Һин күңел асып ҡына тик йөрөйһөң. Беҙгә лә килеп уйнап кит”, - тип белдерәләр. Әйтерһең дә ҡурайҙа уйнау һауаға тын өрөүгә бәрәбәр. Башҡарыу оҫталығына өлгәшеү өсөн көндәр дауамында шөғөлләнеү талап ителеүе баштарына ла инеп сыҡмай. Ә урыҫ йәки башҡа берәй милләт вәкиле ҡурайҙың дәрәжәһен белеп, алдан уҡ билдәле бер хаҡ ҡуйып һөйләшә. Ҡурай моңон аҡса түләп тыңларға әҙер булған ике-өс башҡорт барҙыр…
Әлбиттә, бәғзе бер музыканттарҙан: “Көйшәнеп ултырған тамашасы алдында сығыш яһамайым”, - тиеүҙәрен ишетергә тура килгеләй. Шулай ҙа, шөкөр, тим, беҙ ҡурай уйнағанда барыһы ла сәнске-ҡалаҡтарын ситкә алып ҡуя.
Шоңҡарҙар. “Сығыш яһамайым”, “әрһеҙләнмәйем”, имеш… Дөрөҫөн генә әйткәндә, ялҡауҙарҙың һәм дарманһыҙҙарҙың үҙ-үҙҙәрен аҡлар өсөн файҙаланған иң ҡулай һүҙҙәре былар. Сөнки беҙҙең егеттәрҙең күбеһенә: “Шунда йөҙ һум түләйҙәр, бик булмаһа, барып эшләп ал әле”, - тиһәң: “Йөҙ һум да булдымы аҡса? Дәрәжәмде төшөрөп йөрөйәсәгем юҡ”, - тип яуаплай. Шул уҡ ваҡытта үҙе аҡсаһыҙ ултыра. Саҡыралар икән - уйна. Түләйҙәр икән - аҡсаһын ал. Шулай түгелме ни?! Әйткәндәй, Роберт Юлдашев төнгө клубтарҙа уйнай, тип ишеткәйнек…
Роберт Юлдашев. Ҡурай минең өсөн яҡтылыҡ, яҡшылыҡ ҡоралы. Халыҡтың тыңлағыһы килһен генә - ер сигенә китергә лә әҙермен. Йәшермәйем, төнгө клубтарға ла барғылайым. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһам да ғорурланып, онотолоп уйнайым. Хоҙайға шөкөр, битараф ҡалыусыларҙы осратырға тура килгәне юҡ.
Шоңҡарҙар. Ҡурай Башҡортостанда ғына үҫә, тиҙәр, шул дөрөҫмө икән?
Роберт Юлдашев. Башҡа төбәктәрҙә ҡурайға оҡшаған үҫемлектәр осрай осрауын. Әммә уларҙың быуыны бар. Шәхси күҙәтеүҙәремдән сығып, ”ысын” ҡурай Урал тауҙарында ғына үҫә тип әйтә алам. Сөнки был һорау заманында мине лә бик ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Бер нисә йыл элек, Урта Азия тарафтарын гиҙгән мәлдә, үҙенсәлекле бер легендаға тап булғайным. Унда бәйән ителеүенсә, ниндәйҙер бәйғәмбәр Аллаһы Тәғәлә менән осрашҡандан һуң, ергә ҡайтып төшә лә, эсендәге шатлығын кем менән дә булһа уртаҡлашырға теләй. Әммә халыҡтың аңламауынан ҡурҡа. Шулай, ҡәҙимге тормошта эш менән мәшғүл булып йөрөгән сағында, Аллаһы Тәғәләнең: “Һин шатлығыңды сүллектәге ҡотоҡҡа һөйлә”, - тиеүе ҡолағына салынып ҡала. Бәйғәмбәр шулай эшләй ҙә. Һәм бер ни тиклем ваҡыттан һуң әлеге урында ике метр самаһы оҙонлоғондағы эсе үтәнән-үтә ҡыуыш, быуынһыҙ көпшәле үлән үҫеп сыға. Кемдер уны киҫеп алып, уйнап та ебәрә. Ошо моң бәйғәмбәрҙең ҡыуанысы, тимәк, Аллаһы Тәғәләнең ауазы булараҡ яңғырай.
Әлбиттә, Урта Азия тарафтарында көн күргән халыҡтарҙа ҡурайға оҡшашыраҡ музыка ҡоралдары барлығы мәғлүм. Әйтәйек, төйҙөк - бамбук ағасынан, нэй персиктан эшләнгән. Әммә көпшәнән яһалғаны хаҡында бығаса ишеткәнем дә юҡ ине. “Һеҙҙең ошо легендала һөйләнелгән музыка ҡоралығыҙ ҡайҙа? Бында көпшә тураһында һүҙ бара бит?” - тип урындағы халыҡтан һораным, аҡһаҡалдарына мөрәжәғәт иттем. Әммә береһе лә әлеге үҫемлекте күрһәтә алманы. Һәм был хаҡта ишеткәндәре лә булмай сыҡты. Был хәлдән һуң мин шундай һығымтаға килдем: үрҙә атап үткән бәйғәмбәр моғайын да Урал тауҙарына төшкәндер һәм шатлыҡ-ҡыуанысын шундағы бер аҡланға һөйләгәндер. Әлеге урында Аллаһы Тәғәләнең бүләге булып ҡурай үләне ҡалҡып сыҡҡандыр.
Шоңҡарҙар. Билдәле булыуынса, ҡурайға оҡшаш музыҡа ҡоралдары төрлө халыҡтарҙа бар. Шул сәбәпле башҡорт ҡурайын башҡа халыҡтарҙыҡы менән бутамайҙармы? Юғиһә, радио тулҡындарынан Роберт Юлдашевтың Гарик Сукачев командаһы менән берлектә башҡарған композицияһынан һуң ҡурайҙы татар халыҡ музыка ҡоралы, тип иғлан иткән осраҡтар ҙа булғылай икән...
Роберт Юлдашев. Ҡыҙыҡ хәл… Әзербайжан халҡының дудук (балабан) тигән музыка ҡоралы хаҡында ишеткәнегеҙ барҙыр. Әрмәндәр ҙә уны үҙенеке тип иҫәпләй. Әммә репертуарҙарына ҡолаҡ һалһаң, әзербайжандарҙың традицион көйҙәрен уйнайҙар. Ә боронғо әрмән көйҙәрен дудукка һалыу мөмкин дә түгел. Уның ҡарауы әзербайжандарҙың төпкөлгә киткән боронғо көйҙәре, музыка ҡоралын өйрәнеү мәктәптәре, башҡарыу ғөрөф-ғәҙәттәре һаҡланған. Был осраҡта дудукты әрмән халҡыныҡы тип иҫәпләү хаҡмы һуң? Юҡ, әлбиттә. Шуның ише, ҡурайҙы ла үҙләштерергә маташыусылар табыла. Әммә башҡа халыҡтарға уның башҡортҡа ғына хас булған башҡарыу маһирлығы бирелмәгән, традициялары ла мәғлүм түгел. Башҡорт ҡурайының тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Быны беҙҙең сал мифология ла, рәсми мәғлүмәттәр ҙә дәлилләй. Шулай булғас, ҡурай татарҙыҡы, төркмәндеке, йәиһә ҡараҡалпаҡтыҡы була алмай. Төрки халыҡтар араһында бер-береһенә оҡшаш музыка ҡоралдарының барлығы уларға ҡурайға ымһыныу хоҡуғын бирмәй. Үҙемә ҡалһа, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, һәр саҡ меңәр йыллыҡ тарихы булған ҡурайҙың башҡорттоң милли ҡоралы икәнлегенә баҫым яһайым.
Шоңҡарҙар. Ҡурай һайлау ҙа еңел эш түгелдер? Музыка ҡоралдары яһаусы оҫталарҙың кемеһе менән хеҙмәттәшлек итәһең?
Роберт Юлдашев. Һис тә еңел түгел. Өс-дүрт сәғәт дауамында һайланып ултырған саҡтарым булды. 500-ләгән ҡурай араһынан бер-икәүһе генә күңелгә ятыуы ихтимал. Оҫталарға килгәндә, баштараҡ Вәкил ағайҙың ҡурайын үҙ иттем. Әммә тора-бара ул икенсе ысул буйынса эшләүгә күсте, һәм һөҙөмтәлә ҡурайҙары минең тауышҡа тап килмәне. Ансар Йәнғужин менән дә хеҙмәттәшлек иткән осраҡтарым булды. Әлеге ваҡытта йышыраҡ Күгәрсен районынан Рәмил Хөснуллин атлы оҫтаның ҡурайҙарына өҫтөнлөк бирәм. Һуңғы йылдарҙа үлән ҡурайҙарға күберәк иғтибар йүнәлтәм.
Шоңҡарҙар. Роберт, һин Рәсәй йондоҙҙары менән эшләгән дәүерҙә уларҙан нимәгә өйрәндең?
Роберт Юлдашев. Рәсәй йондоҙҙарынан?.. Бына бөгөн таңғы сәғәт алтыла ғына Өфөгә ҡайтып төштөм. Гариктың командаһы менән берлектә Санкт-Петербургта Боҙ аренаһында концерт бирҙек. Нисәмә мең тамашасы һиңә төбәлгән. Шул саҡлы кеше алдында ҡурай уйнауы үҙем өсөн тетрәндергес тә, тулҡынландырғыс та. Концерт тамамланғас, бәғзеләрҙең: “Һеҙҙе тыңлағандан һуң тәндәр семерләп китә, ҡурай моңо күңелдең төпкөлөнә үтеп инә. Шул уҡ ваҡытта был ауаз бик-бик таныш та һымаҡ. Бының сере ниҙә икән?” - тип мөрәжәғәт итеүҙәренән һуң ғорурланмаҫлыҡмы?! Ә мин иһә нәҫелдән күсә килеүсе хәтер төшөнсәһенә һылтанам: “Тимәк, башҡорт аҡһаҡалдары үҙ ваҡытында ата-бабаларығыҙҙың аңына ҡурай моңон онотолмаҫлыҡ итеп һеңдерә алған”, - тип яуаплайым.
(Авторҙан: Роберт ифрат эмоциональ шәхес. Ябай ғына бер һорауға ла тейешле интонация менән яуап бирә. Театр артистарынан һис тә кәм түгел. Уны тыңлағанда, хатта шул мәлдәге концерт залы күҙ алдына баҫа. Ҡурайҙың мөмкинлектәре, башҡарылыу үҙенсәлеге, тамашасының был моңдо нисегерәк ҡабул итеүе хаҡында һүҙ сыҡһа, айырыуса дәртләнеп, күҙҙәре осҡонланып китә... Тыңлауы ла ҡыҙыҡ. Туҡтатыуы ла уңайһыҙ. Шул уҡ ваҡытта бирелгән һорауға яуап алғыбыҙ ҙа килә. Ҡыҫҡаһы, уны бүлдерергә мәжбүрбеҙ.)
Шоңҡарҙар. Роберт, тамашасының ҡурай моңон ләззәтләнеп тыңлауы хаҡында һуңғараҡ һөйләрһең. Әлегә үрҙәге һорауға яуап бир: һин Рәсәй йондоҙҙарынан нимәгә өйрәндең?
Роберт Юлдашев. Һорауҙан ситкә тайпылыуым өсөн ғәфү итегеҙ. Нимәгә өйрәндең тиһегеҙ инде? Ике сәғәт һуҙымында дауам итәсәк, шул уҡ ваҡытта халыҡты ялҡытмаҫлыҡ, тамашасыны ылыҡтырырлыҡ юғары кимәлдәге шоу-программаны нисек ойошторорға, һәм шул кимәлгә өлгәшеү өсөн музыканттан нимә талап ителә? Рәсәй йондоҙҙары менән сығыш яһауым ошо һабаҡтарҙы үҙләштереү, тәжрибә туплау йәһәтенән һәйбәт мәктәп булды.
Шоңҡарҙар. Нисек уйлайһың, башҡорт рок музыкаһының ҡасан да булһа шундай кимәлгә етәсәгенә өмөт бармы?
Роберт Юлдашев. Һуңғы ваҡытта башҡорт рок-командалары хаҡында бөтөнләй ишеткәнем юҡ, тиһәм дә хаталанмам. Шул сәбәпле, был хаҡта ауыҙ тултырып һөйләй алмайым. Ысынлап та, “Дәрүишхан” төркөмө ижад иткән осорҙан һуң ундай күңелде йылытырлыҡ, тулҡынландырырлыҡ башҡарылыштың яңғырағаны ла юҡ, шикелле…
Шоңҡарҙар. Һин хаҡлы. Башҡорт эстрада сәнғәтендә рок-музыка төшөнсәһе юҡ кимәлендә. “Гәлсәр һандуғас” уны тамам ҡыҫырыҡланы, “үлтерҙе”. Классиканан да ваз кистерҙе. Халыҡты “гәлсәрҙән” (лирик музыканан) ҡотҡарыу, тимәк, тамашасының иғтибарын етди музыкаға йүнәлтеү алымдары хаҡында ла уйлана башларға кәрәктер (“Гәлсәр һандуғас”тың эшмәкәрлеген юҡҡа сығарыу яҡлы түгелбеҙ, һүҙебеҙ классик музыканың да пропагандалауға мохтажлығы тураһында). Әйткәндәй, классиканы популярлаштырыу хаҡында һүҙ сыҡҡас, ошондайыраҡ һорау килеп тыуҙы. Ҡайһы бер йәш елкенсәк ҡурайҙы йә аңлап етмәй, йә ҡабул итә алмай. Һинең фекереңсә, бының сәбәбе ниҙә?
Роберт Юлдашев. Күптән түгел Красноусол ҡасабаһында концерт биргәйнек. Тамашанан һуң урындағы мәктәп уҡытыусылары янға килеп: “Балаларҙың халыҡ ижадына бағышланған лекция-концерттарға йөрөргә теләге юҡ. Инеп тыңлаһалар ҙа, сырайҙарында фольклорға ҡарата ихтирам сатҡылары күренмәй, битараф ҡалалар, йәиһә йөҙҙәре һытылып сыға. Уларға “Ҡурайсы” командаһының сығыштарын күрһәтергә ине”, - тип мөрәжәғәт итте.
Йәш-елкенсәктең ҡурайҙы аңламауы, һис шикһеҙ, дәрестәрҙең эҙмә-эҙлекле алып барылмауына бәйлелер, тим. Сөнки ҡайһы бер асыҡ дәрестәргә барып, баланың алдына ҡоро нота һалып ҡына уйнарға ҡушыуҙарын күрәһең дә, хайран ҡалаһың. Бындай осраҡта баланың ҡурайҙа уйнау теләге көслө булһа ла, мауығыуы оҙаҡҡа бармаясаҡ. Уҡытыусынан иң тәүге сиратта уҡыусыла милли традицияларыбыҙға ҡарата һоҡланыу, ғорурланыу тойғоһо тәрбиләү, рухи хазиналарыбыҙҙың гүзәллеген күрһәтә белеүҙең дөрөҫ алымдарын табыу талап ителә. Остазыбыҙ Әҙеһәм ағай Исҡужин ҡурай серҙәренә төшөндөргәндә, иң башта музыка ҡоралының, халыҡ көйҙәренең борон-борондан килгән тарихын бәйән итер, һуңынан көйөн уйнап, йырын йырлап ишеттерер ине. Шул осраҡта ғына был моң күңелгә һеңеп ҡала. Йырҙың тарихын да, йөкмәткеһен дә яҡшы белгәс, үҙеңде ҡурайҙа һөйләп уйнаған һымаҡ тояһың.
Шоңҡарҙар. Роберт, һиңә шундай бер һорау-фараз: Ғата Сөләймәнов, Йомабай Иҫәнбаев, Әҙһәм Исҡужин ише маһир ҡурайсылар бөгөнгө “Ҡурайсы” төркөмөнөң сығышын ҡараһа, ни әйтерҙәр ине икән, ә?
Роберт Юлдашев. У-у-уй! (Сырайы етдиләнә, уйлана.) Бик ҡаты һорау булды был… Ай-һай, аҡһаҡалдар беҙҙең ижадты ҡабул итә алмаҫ ине, моғайын. Олораҡ ағайҙар йыш ҡына: “Ҡурай бит ул - үҙе ҡурай, ниңә уны башҡа музыка ҡоралдары менән ҡушып уйнайһың? Дөңгөр менән берлектә яңғырағанда ҡурайҙың йәме ҡалмай, моңо юғала”, - тип шелтәләп ташлай. Бындай ҡаты дәғүәгә ни тип яуап бирәһең? “Мин бит замана башҡорто, донъя этник музыкаһына ярашлы уйнайым, ҡурайҙы халыҡ араһында популярлаштырыу өсөн шоу эшләргә кәрәк, эҙләнеү юлындамын, күңелем шуны талап итә”, тиһәм, аңламаҫтар. “Иғтибар итегеҙ әле, дөңгөрҙө тыңлағандан һуң ҡапыл ғына барлыҡҡа килгән тынлыҡта ҡурай моңо тағы ла матурыраҡ сыға бит!” тим. Йәиһә: “Ҡурай дөңгөр тауышына ауаз һымаҡ яңғырай, шуны ишетеп, битарафлыҡ даръяһына сумған башҡорттар уянып китмәҫме, ижадыбыҙ аша сағылдырырға теләгән боронғо дәүерҙең ауазын тоймаҫмы, шул осорҙағы ир-азаматтарҙың көс-ғәйрәте, энергияһы уларға ла күсмәҫме, тиеүем”, - тип яуаплайым.
(Авторҙан: Роберттың телмәрендә, йөҙ-сырайында тетрәнеү ҙә, башкөллө битарафлыҡ һаҙына сумған милләттәштәребеҙ өсөн әсенеү тойғоһо ла һиҙелә ине. Унда меңәрләгән йөрәктәргә ялҡын өҫтәрлек ҡеүәт бар. Даланлы егет. Күҙ теймәһен.)
Шоңҡарҙар. Аҡһаҡалдар аңламаҫ ине, тиһең. Замандаштарыңдың теләктәшлеген, рухи, шул иҫәптән матди ярҙамын тояһыңмы?
Роберт Юлдашев (көлөмһөрәп). Профессионал үҙен-үҙе туйындырырға һәләтле булырға тейеш, тип юҡҡа әйтмәнем. Ысынлап та, кемдәндер матди ярҙам көтөп ултырыу – буш хыял ғына икән. Ә рухи ярҙамға килгәндә (уйлана, етди ҡиәфәттә)… Халыҡ-ара фестивалдәргә сығырға юл ҡуймауҙарын, төрлө тарафтарҙан килгән саҡырыуҙарға: “Юлдашев ауырып китте, әй, юҡ-юҡ, ул бөтөнләй музыканан китте”, - тип яуаплауҙы, һәр хәлдә, теләктәшлек тип атай алмайым. Тимәк, уныһы ла булмай сыға инде. Әммә ауырлыҡтар сыныҡтыра ғына. Бирешергә уйлаған да юҡ.
Шоңҡарҙар. Ә ҡурайҙы донъя кимәленә сығарыр өсөн нисә миллион аҡса етер ине?
Роберт Юлдашев (йылмая). Ой… Мин дә аҡса кәрәк икән тип күпме ваҡытты юғалттым. Баҡтиһәң, алға барыр өсөн, иң тәүге сиратта, маҡсат һәм теләк талап ителә икән. Хыялыңа табан көн һайын бер аҙым атлаһаң да, һөҙөмтә буласаҡ. Ә аҡсаһы, Алла бойорһа, ҡасан да булһа үҙе арттан ҡыуалап етер әле. Әммә аҙ ғына ярҙам итеп ебәреүсе табылһа, маҡсатыңа тиҙерәк өлгәшәһең инде.
Шоңҡарҙар. Роберт, конкрет һорау: Карнеги-холда ҡасан уйнаясаҡһың?
Роберт Юлдашев. Юлыбыҙ ҡайҙа алып барып сығара инде? Алдыбыҙға Америкала булып ҡайтыуыбыҙ мотлаҡ, тигән маҡсат ҡуймағанбыҙ. Шул уҡ ваҡытта Карнеги-холл беҙҙең өсөн тарыраҡ та. Сөнки музыкабыҙ күберәк стадион планына тартым. Шуға ла Карнеги-холл хаҡында һүҙ йөрөтә алмайым. Ә бына Бөтә донъя йырсыларының мәккәһе булған Ла Скала театрында, Хоҙай насип итһә, 13 ғинуарҙа Илдар Абдразаҡов менән берлектә сығыш яһаясаҡмын.
Шоңҡарҙар. Мәскәү, Санкт-Петербург ише ҙур ҡалаларға йыш сәфәр ҡылаһың. Шул тарафтарға күсеү хаҡында уйлағаның булманымы?
Роберт Юлдашев (урынынан һикереп үк китте). Аллам һаҡлаһын! Йоҡонан уянып урамға сыҡһаң, халыҡтың йән-фарман әле был, әле икенсе йүнәлеш буйынса сабышырға тотоноуына шаһит булаһың да, ирекһеҙҙән: “Был меҫкендәрҙең нисәлер проценты ғына булһа ла донъяға ни өсөн яралыуына төшөнә микән? Ни сәбәптән шул тиклем ашҡыныуы хаҡында уйланып ҡарағаны барҙырмы? “- тип уйлап ҡуяһың.
Шоңҡарҙар. Тимәк, һин был донъяға ниндәй маҡсат өсөн яралыуыңды яҡшы төшөнәһең?
Роберт Юлдашев (ихлас көлә). Был хаҡта журнал аша һөйләргә яраймы ул? Әңгәмә башланмаҫ борон уҡ, уҡыусыға ярарға тырышма, дөрөҫөн генә һөйлә, тип киҫәтеп ҡуйҙығыҙ бит инде. Патетик телмәр ҡуллана был тип ғәйепләй күрмәгеҙ тағы: ҡурайҙы саксафон, дудук һәм башҡа инструменттар араһында бөтә ер шарында тыңлай башлаһалар, уның аша республикабыҙ донъя кимәлендә танылыу яулаһа, шул тормош маҡсатымдың бәләкәй генә өлөшө булыр, тип яуаплайым.
Шоңҡарҙар. Мәҙәни, әҙәби мөхиттә бер-береңә ҡарата көнсөллөк ғәҙәти күренеш. Ҡурайсылар араһында ла шулаймы?
Роберт Юлдашев. Юҡсы. Бер-береңә аяҡ салып маташыу - ахмаҡлыҡ ул. Барыбыҙ ҙа уртаҡ маҡсат өсөн тырышабыҙ бит. Шулай ҙа, элегерәк олораҡ ҡурайсыларҙан: “Ҡустым, һис ҡасан да ҡурайыңды ҡалдырып йөрөмә, энә менән тишеп китәләр ҙә, сәхнәгә сыҡһаң, уйнап булмай ҙа ҡуя”, - тигән һүҙҙәрҙе ишетеп аптырай торғайным. Хоҙайға шөкөр, ундай хәлдәргә тарығаным булманы. Һәм кем тарафынандыр бындай түбәнселекте күрергә яҙмаһын, тим.
Шоңҡарҙар. Һиңә төрлө тарафтарҙа булырға тура килә. Гастролдәрҙән алған тәьҫораттарың менән уртаҡлашһаңсы? Ҡурай сит тамашасыла ниндәй кисерештәр тыуҙыра?
Роберт Юлдашев. Билдәле булыуынса, ҡасандыр, Йомабай Иҫәнбаев халыҡ алдында үләндән ҡурай яһап, уйнап күрһәтеп, Париж тамашасыһын әсир иткән. Һәм бер хәлле генә француз ҡатыны сәхнәгә йүгереп килеп менеп, ҡурайсыға алтын балдағын кейҙергән. Әлегә Йомабай ағай ише балдаҡ бүләк иттерерлек кимәлгә етмәгәнмендер, әммә ҡурай моңо аша халыҡтың аңына ниндәйҙер яҡты уй һала алғанымды тоям. Әйтәйек, Японияла, Ҡытайҙа ҡурайҙы айырыуса йылы ҡабул итәләр, тейешле кимәлдә тыңлай беләләр. Бының үҙ сәбәптәре лә барҙыр. Ни тиһәң дә, бынан бер нисә быуат элек был тарафтарҙа ҡурайға оҡшаш музыка ҡоралдары тыйылған булған. Сөнки ошо моң аша музыканттар императорға халыҡтың аһ-зарын һөйләп бирә алған. Бөгөнгө Ҡытай халҡының ҡурайҙы тәрәнгә төшөп, донъяларын онотоп тыңлай алыуҙары ошоно дәлилләйҙер, моғайын. Японияла ла тамашасы был моңдо барлыҡ кәрәк-яраҡ әйберҙәрен ситкә ҡуйып, тубыҡланып, күҙҙәрен йомоп тыңлай, медитацияға бирелә. Ошондай күренешкә шаһит булаһың да, беҙҙә ҡурайҙы ҡабул итеүҙең һәм шул уҡ ваҡытта тамашасының мәҙәни кимәленең ни тиклем түбән икәнлегенә төшөнәһең.
Шоңҡарҙар. Үҙеңә ниндәй музыка стиле яҡын?
Роберт Юлдашев. Халҡыбыҙҙың традицион музыкаһына ғашиҡмын. Нью-эйдж, джаз, поп-рок стилдәрен дә үҙ итәм. Әммә көнө-төнө нимәнелер тыңлайым, тип әйтә алмайым.
Шоңҡарҙар. Башҡа берәй музыка ҡоралында уйнай беләһеңме?
Роберт Юлдашев. Сәнғәт академияһында кларнетты үҙләштерҙем. Йәнә бала саҡта ата-әсәйем аккордеон буйынса дәрестәргә йөрөттө.
Шоңҡарҙар. Улыңдың да ҡурайсы булыуын теләр инеңме? Әллә аҡсалыраҡ һөнәр һайлаһын тиһеңме?
(Әйткәндәй, Роберт редакцияға яңы етеһен тултырған улы Сыңғыҙ менән килгәйне. Уның саф башҡорт телендә һөйләшеүе һоҡландырҙы. Сәй эскәндә шоколад тәҡдим иткәйнек, барыбыҙҙы ла шаҡ ҡатырып: “Мин талҡан яратам”, - тип хәбәр һалды. Баҡтиһәң, Юлдашевтар ғаиләһе, нигеҙҙә, башҡорт милли аш-һыуына өҫтөнлөк бирә икән. Үкенескә ҡаршы, ул саҡта беҙҙә талҡан булмай сыҡты. Хәҙер алып ҡуйҙыҡ.)
Роберт Юлдашев. Һуңғы йылдарҙа ата-әсәләр аҡсалы тип балаларын үҙҙәре теләһә-теләмәһә лә иҡтисад, юриспруденция өлкәһенә ебәрергә тырыша. Аҡыллылар араһынан берәү: “Аҡса артынан сапһаң, бер ҡасан да ҡыуып тота алмайһың”, - тип әйткән бит әле. Тормоштоң төп мәғәнәһе байлыҡта түгел ул. Яратҡан, күңеленә ятышлы эш менән шөғөлләнгәндәр генә ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә, йәшәүгә дәрт, илһам ала. Шуға ла балаларыма ниндәй ҙә булһа һөнәрҙе көсләп тағырға ниәтләмәйем. Үҙҙәрен бәхетле итерҙәй өлкәне һайларҙар, Алла бойорһа.
Шоңҡарҙар. Тимәк, үҙеңде ҡурайсы булғаның өсөн генә лә бәхетле тип иҫәпләй алаһың?
Роберт Юлдашев. Аллаға шөкөр. Көн дә ҡояш ҡалҡыуын күреп ҡыуанам. Ғаиләмде, ата-әсәйемде матди яҡтан тәьмин итерлек мөмкинлектәрем, яратҡан шөғөлөм бар. Йәнемдән артыҡ күреп ҡәҙерләгән ҡурайымды ҡулыма алып, күңелем булғансы уйнай алам.
Шоңҡарҙар. Ҡыҙыҡ күренеш. Бәғзе бер ауылдан күсеп килеп, ҡалала ике-өс йыл йәшәгән әҙәмдәрҙе ни башҡорт, ни урыҫ тип атап булмай. Ә бына Роберт үҙе Өфө егете, әммә телмәрендә бер генә урыҫ һүҙен дә ҡулланмай. Етмәһә, балалары ла тик башҡортса ғына һөйләшә. Ҡала мөхитендә тәрбиәләнеүеңә ҡарамаҫтан, нисек шулай башҡорт рухлы булып ҡала алдың?
Роберт Юлдашев. Әл-лә, ғаиләлә һәр саҡ башҡорт телендә аралаштыҡсы. Бынан тыш, йәйге каникулдарҙы Ғафури районының Бәләкәй Үтәш ауылында йәшәүсе өләсәйем янында үткәрә инем. Ауылды яратам мин. Йәнә аттарға ҡарата битараф түгелмен.
Шоңҡарҙар. Әйткәндәй, һине аттар үрсетергә ниәтләй, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?
Роберт Юлдашев. Ырымдарға ышанып бармайым. Әммә күҙ тейеү ғәләмәте көслө икән дә. Ысынлап та, ауылда дүрт атым бар ине. “ Йылҡы үрсетергә хыялланам” тигән хәбәрҙе телдән ысҡындырғайным, малҡайҙарға зыян килде. Берәүһе генә иҫән ҡалды.
Шоңҡарҙар. Балаларыңды ниндәй принциптарға нигеҙләнеп тәрбиәләйһең? Ғөмүмән, тәрбиәләйһеңме, юҡмы?
Роберт Юлдашев (ихлас йылмая). Балаларым тамам үҫте инде хәҙер. Ҡыҙым Нәркәскә - ун йәш, Сыңғыҙ улым етеһен тултырҙы. Йыш ҡына юлда йөрөргә тура килә. Шуға ла барлыҡ буш ваҡытымды ғаиләмә арнарға, мөмкинлек сыҡҡанда балаларҙы үҙем менән алырға тырышам.
Ә инде тәрбиәгә килгәндә, ҡатыным Гүзәл менән уларҙы артыҡ тыймаҫҡа тип һөйләшеп ҡуйғанбыҙ. Сөнки гелән ярамайҙан ғына һалдырһаң, артыҡ уҫал ҡыланһаң, балалар ҡурҡаҡ, баҫалҡы, өндәшмәҫ булып үҫә, үҙен түбән баһалай. Бына япондар сабыйҙарын биш йәшкә саҡлы бөтөнләй тыймай. Кавказда ла шул уҡ хәл. Балаларына күҙ һалығыҙ әле - ут һымаҡтар! Халыҡ алдында сығыш яһарға тартынмайҙар, өҙҙөрә баҫып бейейҙәр. Һәр ҡайһыһы үҙен сәхнәнең хужаһы итеп тоя. Ә беҙҙең халҡыбыҙға баҫалҡылыҡ, ҡурҡаҡлыҡ, үҙ-үҙеңә ышанмаусанлыҡ тойғоһо үтәнән-үтә һеңгән.
Шоңҡарҙар. Роберт Юлдашев идеалына ниндәйерәк ҡатын-ҡыҙҙар тап килә? Йәғни гүзәл заттарҙың ҡайһы сифаттарына өҫтөнлөк бирәһең?
Роберт Юлдашев. Мине иң тәүге сиратта ҡатын-ҡыҙҙың нескәлеге, нәзәкәтлеге, итәғәтлеге һоҡландыра. Борондан башҡорттарҙың бер нисә ҡатыны булған. Әммә көндәштәр араһынан иренә ярай алғаны, йомшағырағы, үҙен тота белгәне генә хәләленең күңелен яулай алған. Гүзәл заттың көсө тап ана шул йомшаҡлыҡта. Ир кешегә юл биреп, үҙенә арбата ла ҡуя. Ә бына мин-минлеге көслө, үҙ һүҙен бирмәҫ ҡатындар менән уртаҡ тел таба алмайым. Ғаиләлә ир кеше хужа булырға тейеш тип иҫәпләйем. Һәр хәлдә лә беҙҙең өйҙә атайҙың һүҙе өҫтөн булды
Шоңҡарҙар. Автомобилеңдең маркаһы ниндәй?
Роберт Юлдашев (ихлас йылмая). Ой… Дөрөҫөн генә әйткәндә, бишенсе сериялы БМВ-ға ултырып ҡарағандан һуң, ошоға тиклемге автомобилдәремдең “ялған” булғанлығын аңланым. Әммә “ысын” автомобилдә лә оҙаҡ елдереү бәхете тәтемәне, күптәнге бер хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн уны һатырға тура килде. Әлеге мәлдә кәләштеке менән йөрөйөм. Унан тыш, автобусыбыҙ бар.
Шоңҡарҙар. БМВ-ыңды ниндәйерәк маҡсат өсөн ҡорбан иттең һуң?
Роберт Юлдашев. Байтаҡ йылдар элек данлыҡлы бер ансамбль менән сит илгә фестивалгә сығырға тура килгәйне. Шунда бер күренеш ныҡ сәмемә тейҙе. Африкандар - африканса, бразилдар – бразилса, ә беҙҙекеләр “Гопак”ты бейейсе. Имеш, башҡорт бейеүҙәре энергетикаға тап килмәй, дөйөм фонда һүлпән күренә. Шул сәфәрҙән халҡыбыҙҙың бейеүе, башҡорт музыкаһы менән һуғарылған шоу эшләргә тигән хыял менән янып ҡайтҡайным. Маҡсатым бойомға ашты тиһәм дә була. Стәрлетамаҡ филармонияһының Риф Ғәбитов етәкселегендәге бейеү ансамбле менән башҡорт бейеүҙәренән торған ике сәғәтлек шоу-программа эшләнек. Бейеүселәргә костюмдар тектереү өсөн аҡса етмәй ине. Шунда, иш янына ҡуш булһын, тип машинаны һатҡайным.
Шоңҡарҙар. Стилист йәки имиджмейкер хеҙмәттәре менән ҡулланаһыңмы?
Роберт Юлдашев. Минең өсөн музыка Майкл Джексондан башланды, тиһәм дә хата булмаҫ. Бала сағымда, ата-әсәйем магнитофон һатып алып биргәс, ҡулға тәүгеләрҙән булып Джексондың кассетаһы килеп эләкте. Был музыка мине әсир итте. Һәм бына күптән түгел “Майкл Джексон: вот и все” тип исемләнгән фильмды ҡараным да (фильм Майкл Джексондың Лондонда уҙырға тейешле, әммә бойомға ашмай ҡалған һуңғы концертына әҙерләнеү күренештәрен сағылдыра), уларҙың техник мөмкинлектәрен күреп хайран ҡалдым. Барыһы ла автоматлаштырылған. Сәхнәләре лә күсереп йөрөтмәле. Донъяны яуларға ниәтләгән музыка төркөмө бына ниндәй булырға тейеш икән дә! Үҙебеҙҙең эшләү кимәленең түбәнлеге өсөн хатта оят булып китте. Ҡурайҙы, башҡорт традицияһын, музыкаһын донъя кимәленә сығарабыҙ тиһәк, бөгөндән заманса алымдар, мөмкинлектәр хаҡында уйларға кәрәк. Быға тиклем стилистарым булманы. Әммә ошо фильмды ҡарағандан һуң бындай хеҙмәттәр менән ҡулланыуҙың мөһимлегенә төшөндөм. Башҡорт музыкаһын донъя кимәленә сығарыуға үҙ өлөшөн индерергә теләгән, бөйөк идеялар менән янған профессионалдар менән танышырға ине.
Шоңҡарҙар. Роберт, моңһоу һорау: нисек уйлайһың, беҙ был эшкә бик һуң тотонмағанбыҙмы, йәғни Европанан мәңгелеккә артта ҡалманыҡмы икән? Бәлки, алға ынтылып тороуҙың кәрәге лә юҡтыр?
Роберт Юлдашев. Был фильмдағы шаҡ ҡатырырлыҡ күренештәргә шаһит булғандан һуң, үҙемдә лә бер нисә секундҡа ғына: “Барыһына ла ҡул ғына һелтәргәме әллә?” тигән икеле уйҙар тыуғайны-тыуыуын. Әммә мин – оптимист. Һис ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамайынса алға табан ынтылыу мотлаҡ, тигән фекергә тоғро ҡалам. Сөнки беләм, беҙҙән - бөгөнгө заман йәштәренән башҡа быны бер кем дә эшләмәйәсәк!
Шоңҡарҙар. Афарин, Роберт! Ижад ҡанаттарың талмаһын! Йөрөгән юлдарың имен, тормошоң ҡыуаныстарға, бәхеткә бай булһын! Уңыштар һиңә!
P.S. “Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер”, тиҙәр бит. Был осрашыу беҙгә онотолмаҫлыҡ минуттар бүләк итте. Һөйләшеүебеҙ көн кискә ауышҡансы дауам итеүенә ҡарамаҫтан, Роберт ҡайтып китергә ашҡынманы. “Шоңҡар” журналы хеҙмәткәрҙәре өсөн уйламаҫтан ғына мини “Ҡурай-шоу” ойошторҙо ла ебәрҙе. Халыҡ көйҙәрен дә, замансаларын да уйнап ишеттерҙе. Арабыҙҙа милләттең киләсәгенә битараф булмаған, баҫҡан урынында осҡон сәсрәтерлек “мирауай” егеттәр барлығы һоҡландырҙы беҙҙе. Рәхмәт Робертҡа.
Әңгәмәне Гөлшат ҠАҺАРМАНОВА ҡаҙығҙа теркәп ҡуйҙы.