Яйы сыҡҡан һайын журналыбыҙҙың самауырлы табынына халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәрен саҡырып, сәй артында туйғансы әңгәмәләшеп, эс серҙәрен уртаҡлашып, көлөшөп тә, ҡайһы ваҡыт күҙгә йәш алып та ултырырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Бөтөн әҙәм интернетҡа мөкиббән киткән заманда ошолай күҙмә-күҙ ҡарашып, сәғәттәр буйы һөйләшеү үтә лә әһәмиәтле.
Бөгөнгө ҡунағыбыҙ – йәшенә лә, ҡартына ла таныш, инде нисәмә йыл башҡорт сәхнәһенең йөҙөн тотҡан билдәле артистарыбыҙҙың береһе, М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Ғаззали улы ҮТӘШЕВ.
“Көрәш майҙанында арҡам ер күрмәне”
“Шоңҡар”ҙар. Ҡиммәтле ваҡытығыҙҙы бүлеп беҙгә килеп еткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Ниһайәт, һеҙҙең менән дә осрашырға яҙҙы. Ғәҙәттә, тәүге һорауыбыҙ ошолай яңғырай: самауыр тигәндә күҙ алдығыҙға нимә килеп баҫа?
Хөрмәтулла Үтәшев. Самауыр тигәндә ғаиләбеҙ менән күмәкләшеп шыжлап ултырған самауыр тирәләп сәй эсеү хәтергә төшә. Өй тулы туған-тыумаса: һигеҙ бала үҫтек, атайымдың бер туған һеңлеһе Тайба апай ҙа беҙҙең менән йәшәне. Тайпай тип йөрөтә инек уны. Апайымдың үҙенең айырым тарихы бар. Аҙағыраҡ һорарһығыҙ әле.
Элек бит хәҙерге кеүек һәр кем эштән ҡайтыу менән йылытып ашай башламаны. Ҡаҙан ашы бешеп сығып, самауыр ҡайнау менән ғаилә табынға йыйыла. Был йәһәттән тәртип ныҡ булды. Теүәл генә сәғәтен белмәһәк тә, һуңлау, бөтәһе лә йыйылмайынса ашау юҡ ине.
Сығышым менән Хәйбулла районы, данлыҡлы йырҙа йырланған Таштуғай ауылынан булһам да, тамырҙарым менән Түңгәүер ырыуы егетемен. Йылайыр районы Исҡужа ауылы эргәһендә төйәк иткән минең ата-бабаларым. Үтәш бай йылҡыһын урман эсендәге аҡланға ебәргән дә, ул туп-тулы булһа малы теүәл тип иҫәпләгән. Бер заман уның бер өйөр йылҡыһы юғалған, тапмағандар. Барымта-ҡарымта заманы булғанға күрә, ҡаҙаҡтар алып киткәндер, тип уйлағандар. Ҡыш көнө һунарсылар бүре ҡыуып барып сыҡҡанда бер өйөр йылҡы күреп ҡайтып, Үтәш байға тәфсирләп һөйләгән һәм ул үҙенең малын таныған. Йылҡылар бер йыл эсендә ишәйеп үк киткәндәр, ти. Малдың шул яҡҡа ерһенеүен һиҙеп, яҙ сыҡҡас күсенербеҙ, тип хәл иткәндәр. Әммә Үтәш бай үлем түшәгенә ята һәм Кәрим тигән улын саҡырып алып васыятын әйткән. Улы үҙенең араһы менән күсенә, ә төйәк иткән урынға Кәрим тигән атама бирелә. Ауыл халҡына ҡыр эштәре менән һәр ваҡыт йылға аша Таштуғайға сығып йөрөргә кәрәк булған. Етмәһә, яҙғыһын ташҡын мәлендә һыу баҫыуҙан йонсоғандар. Шуға күрә, һуғыштан һуң бөтөнләй Таштуғайға күсенгәндәр.
“Шоңҡар”ҙар. Ир баланың нисек үҫеп етеп, шәхес булып етешеүендә атайҙың роле ҙур. Һеҙҙең атайығыҙҙың данлыҡлы көрәшсе булғанлығын ишетеп беләбеҙ…
Хөрмәтулла Үтәшев. Атайым, Ғаззали Ғимаҙетдин улы Үтәшев 1909 йылдың 10 февралендә Хәйбулла районы Кәрим ауылында өсөнсө бала булып донъяға килә. Туғыҙ йәше тулғанда ата-әсәһе, бәләкәй генә биш баланы йәтим итеп, тәүлек арауығында бер-бер артлы донъя ҡуя. (Олатайым шул төбәктең старостаһы була. ) Ауыл халҡының төрлөһө бар. Олатайымдың бына тигән байлығын таратып ала башлайҙар. Һуғымлыҡтары, өйөр-өйөр йылҡылары юҡҡа сыға. Ә балаларға артабан нисек тә йәшәргә, көн итергә кәрәк. Ауыл ҡарттары иң оло малай өйләнергә тейеш тигән ҡарарға килә. Ни хәл итһендәр, ун бер йәшлек олатайыма Йылайыр районынан ун өс йәшлек ҡыҙҙы кәләш итеп алып бирәләр. Был икәү беҙгә эйәреп тышҡа тау шыуа сығып китерҙәр ине, тип һөйләй торғайны атайым. Балалары булмай. Хужәхмәт олатайым һуғыштан иҫән ҡайтмағас, инәй икенсе кешегә кейәүгә сыға.
Алға китеп бер ҡыҙыҡлы ваҡиғаны һөйләге килә. Театрҙа эшләп йөрөйөм, Дим биҫтәһендә фатир алып йәшәп ятҡан осор. Кемдер миңә былай ти: “Ошо тирәлә һеҙҙең туғанығыҙ йәшәй”. “Булмаҫ”, – тием. Икенсе ваҡыт тағы шул һүҙҙәрҙе ҡабатлай, туғандың исемен дә белә. Ул саҡта әсәйем беҙҙә ине. Туҡта, шул ваҡытта Хужәхмәт олатайыңа сыҡҡан ун өс йәшлек апай булырға тейеш, ти. Барһаҡ, ысынлап та, ул! Туҡһан биш йәштә, үҙенең балалары булмаған, һуғыштан һуң кейәүгә сыҡҡан кешенең балаларын ҡарап үҫтергән һәм әле береһендә ҡунаҡта икән. Баҡһаң, ун өс йәшлек бала атайымды оло улым тип кенә өндәшкән булған.
Ауыл осонда ибәтәйһеҙ бер таш ята ине. Кем уны күтәрә ала, шул ғына көрәштә ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған. Әлеге һымаҡ ауырлыҡ категорияларына, йәш буйынса бүленеү тигән нәмә юҡ. Бер сыҡҡанда рәттән ун биш-ун алты кеше менән көс һынашҡандар. Майҙанға сыҡҡанһың икән, йығылғансы тораһың. Атайым үҫмер сағында уҡ тәжрибәле көрәшселәр бәйгеләрендә ҡатнашып бер ваҡытта ла алдынғылыҡты бирмәй. Ҡарттар: "Был баланы бағырға кәрәк!" – тип уға иғтибар бүлә башлайҙар. Ғаззали батырҙың даны Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ яҡтарына, Ырымбур тарафтарына тарала. Ун алты йәшлек сағында бер ҙур йыйында көрәшеп, майҙанға сыҡҡас бер-бер артлы 15 көрәшсене еңә. Майҙанға йыйылған халыҡ: "Был ниндәй ғәйрәтле бала?!" – тип хайран ҡалғас, туғандары күҙ теймәһен тип, йәш көрәшсене кейеҙгә төрөп, " халыҡ күҙенән" йәшереп һалып ҡуя.
1930 йылда атайым Аҡъярҙан Ҡоҙабаева Миңлебикә исемле ҡатынға өйләнә, ҡыҙы тыуа. Ләкин һуғыш ваҡытында ҡатыны ауырып үлеп ҡала. 1932 йылдан 1935 йылға тиклем армияла (кавалерияла) хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың 24 июнендә һуғышҡа китә. Һуғышта бер нисә тапҡыр яралана, контузия ала, госпиталдә ята. Һауыҡҡас тағы ла фронҡа китә. 1946 йылдың яҙында түшен тултырып миҙал тағып, тыуған яғына ҡайта.
Һуғыштан һуң атайым Ҡалтай (Сәғит ) ауылынан Мәмбәтова Зәйнәп исемле ҡатын менән ғаилә ҡора һәм 8 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Һуғыштан һуң Ғаззали батырҙың иңенә ауылды аяҡҡа баҫтырыу эше төшә: оҙаҡ йылдар бригадир булып эшләй. Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү эшен һөҙөмтәле атҡарып сығарған бригадирҙың хөрмәтенә ауылдаштары уның исеме менән яңы һөрөлгән сиҙәм ерҙе атай, ул ерҙәрҙе бөгөн дә "Ғаззали ере" тип йөрөтәләр.
Атайым һуғышта кисергән ауырлыҡтарҙы, ниндәй михнәттәр аша үткәнлеген бик һөйләп барманы. Һабантуйҙа көрәшеп ҡабырғаһын һындырып, (“больничный” алыу тураһында уйлау ҙа юҡ!) мал көткәндә атта һыбай йөрөй алмағас, 10 йәшлек малайҙы – мине үҙе менән иптәшкә өсәр көнгә йәйләүгә алып китер булды. Таңғы сәғәт дүрттә үк, таң һарыһынан һарыҡтар, ятағынан тороп һыулауға ынтыла, унан ҡояш байый башлағас ҡына туйынып кире ҡайтып ята. Мин һыбай, ә атайым йәйәү тегеләрҙән тотам да ҡалмай мал көтәбеҙ. Атайым менән бына шулай өс тәүлек буйына икәүҙән икәү генәбеҙ. Ваҡыт үткәрер өсөн генә булһа ла нимәлер хаҡында һөйләшергә кәрәк бит. Бына шулай мал көткән ваҡытта, ул миңә һуғыштағы бер нисә ваҡиға хаҡында бәйән итте:
Атлы дивизия ҡамауҙан сыға... Тирә яҡта мәхшәр... Төркөм- төркөм булып алға ынтылып сабабыҙ. Минең менгән атымдың алғы аяғына мина ярсығы тейеп яраланды. Ҡан урғылып аға һәм атым ныҡ аҡһай башланы... Былай оҙаҡ сабып бара алмаҫты аңлап, нимә эшләргә икән тип уйлайым. Ҡараһам, эргәмдән бер эйәрле ат саба, ә өҫтөндә хужаһы юҡ. Мин сабып барған ыңғайы эйәр өҫтөнә аяҡ үрә тороп баҫтым да теге аттың өҫтөнә һикерҙем!!! Ҡамауҙан сыҡтыҡ ... Аҙаҡ шул асыҡланды – ҡотҡарыусым ... фашистарҙың ҡараулы, көр, йылғыр аты булып сыҡты. Эйәр ҡашына сумка тағылған, ә уның эсендә мөһим документтар... Уларҙы штабҡа тапшырам. Сумка эсенән үҙемә тип портмоне алып ҡалдым. Ул әле беҙҙең өйҙәге һандыҡ эседә ята, һин уны күргәнем бар, улым. Башҡаса мин фронттан бер нәмә лә алып ҡайтманым. Юҡһа бит төрлө хәлдәр була ине... Ҡайһы берәүҙәр үлеп ятҡан дошмандың ҡул сәғәттәрен, ваҡ-төйәк әйберҙәрен, сылбырлы кеҫә сәғәттәрен һалдырып алырҙар ине. Мин һуғыштан ни өсөн иҫән-һау ҡайта алдым? Хәйер, әллә нисә тапҡыр үлем менән күҙгә-күҙ осрашһам да… Сөнки бер ваҡытта ла фашист мәйетенең әйберенә теймәнем, ҡағылманым. Ә ҡомһоҙланып ике ҡулына ла әллә нисәшәр сәғәт таҡҡан беҙҙең һалдаттар киләһе атакала уҡ һәләк булалар ине... Сөнки мәйетте талау, уның әйберенә ороноу ярамаған эш... Ә теге портмоне бит миңә тере ат менән бергә, трофей булып төштө...
...Бер тапҡыр беҙҙе разведкаға ебәрҙеләр. Биш һалдат һәм командир... Ләкин беҙ заданиены үтәй алманыҡ, засадаға эләктек, атыш башланды. Командир һәм ике һалдат үлде, ә ҡалған өсәүебеҙ еңелсә яраланһаҡ та саҡ эҙәрлекләүҙәрҙән ҡотолоп үҙ дивизиябыҙға әйләнеп ҡайта алдыҡ. Ләкин иң ҡурҡынысы алда булған икән... Баҡһаң разведкаға барған алты һалдаттың өсәүһе – башҡорт, ә өсәүһе – рус милләтенән булған... Һәм засадала һәләк булған өс һалдат та .... урыҫ булып сыҡты! НКВД хеҙмәткәрҙәре беҙҙе ғәйепләп һорау ала башланы: йәнәһе, беҙ, өс башҡорт, дошман тылына разведкаға барыуҙан ҡурҡып, үҙ- ара һүҙ беркетеп, өс урыҫты үлтергәнбеҙ ҙә кире частҡа ҡайтып хәҙер бушты һөйләп торабыҙ. Беҙҙең дөрөҫтө һөйләүебеҙгә, дәлилдәребеҙгә бер кем ышанманы. Беҙҙе, "һатлыҡ йәндәрҙе" атырға тигән ҡарар сығарҙылар... Өсәүебеҙҙе лә атырға тип стена буйына сығарып баҫтырып ҡуйҙылар, приказды бойомға ашырыу өсөн ҡаршыбыҙға һалдаттар теҙелде... Хөкөм ҡарарын строй алдында ҡысҡырып уҡып сыҡтылар... Стройҙа торған кемдер: "Стойте, не стреляйте!" – ти. Башты ҡалҡытып ҡараһам… алыҫта, урман эсенән бер кеше сығып килә. Башта ул бер нөктә кеүек кенә күренде, ниңәлер бик әкрен атлап килә… Бер аҙҙан ул беҙгә яҡыная төштө. Бәй ! Был бит беҙҙең менән разведкаға барған һалдаттарҙың береһе! Тере!!! Командирҙар уға ҡаршы йүгерҙе. Хәлдең нисек булыуын теге яралы һалдат түмәй-сәсмәй һөйләп биреп, хәбәре беҙ һөйләгәндәр менән тап килгәс кенә ярлыҡанылар! Баҡһаң, ул ныҡ яраланған, шулай ҙа көс-хәл менән әйләнеп ҡайтҡан! Әгәр ул һалдат урмандан бер нисә минутҡа һуңлап сыҡҡан булһа... Һин тыумаған булыр инең, улым...
Мин һуғыштан үҙемдең сослоғом, таһыллығым, ауыр мәлдә лә ғәҙел булырға тырышыуым арҡаһында иҫән ҡайта алдым...
Ғаззали батыр тәүге тапҡыр көрәш майҙанына 15 йәшендә сыҡһа, ә һуңғы тапҡыр ул 62 йәшендә район һабантуйында көрәшеп, беренсе урынды яулай. Атайым 1977 йылдың 5 апрелендә 67 йәшендә вафат булды. Ҡәбер ташында шундай юлдар яҙылған: "Көрәш майҙанында арҡам ер күрмәне... "Был бер ҙә арттырыу түгел, ә ысынбарлыҡ. Һуғыштан яраланып ҡайтһа ла ул бик ғәйрәтле ине. Хәлһеҙләнеп йығылған аттың бауыр аҫтына инеп, күтәреп торғоҙғанын, косилканы күтәреп ултыртҡанын, юлда батып ултырған машинаның аҫтына һайғау тығып, водителдең тәгәрмәс аҫтына таҡта түшәгәнсе күтәреп торғанын ауыл халҡы әле лә иҫләй.
Атайымды көрәш батыры һәм һуғыш ветеранын, күптән инде гүр эйәһе булыуына ҡарамаҫтан яҡташтары онотмайҙар. 1992 йылда райондың шул саҡтағы башлығы Фәтих Мөхәмәдйән улы Ҡаҙаҡбаев атайҙың исеменә көрәш үткәреү ҡарарын сығарғайны. Шул ваҡыттан алып Ғаззали батыр призына мәктәп балалары араһында район - ара, ололар өсөн республика кимәлендә милли көрәш буйынса бәйге үткәрелә. Аҡъяр ауылының бер урамына Ғаззали Үтәшев исеме бирелде.
Миңнур олатай Салауатов – атайымдың балалыҡ дуҫы, шулай уҡ һуғыш ветераны, атайым менән йәш саҡтарында уҡ һүҙ ҡуйышҡандар: "Әгәр иҫән-һау пенсия йәшенә етһәк, Алла бирһә, икәүләп йүгереп ярышырбыҙ", – тип. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ! Бер көндө ике пенсионер ауыл халҡын ғәжәпкә ҡалдырып, ялан аяҡ, ялан баш көйө, кемуҙарҙан ауыл урамын ике тапҡыр йүгереп урап үтә. Финишҡа ла улар, ике фронтовик бергә килеп етә! Бына бит ул сәм тигәнең нимә эшләтә! Ә атайым бик тә сәмле кеше булды.
“Шоңҡар”ҙар. Атайығыҙҙың көрәшкәнен күргәнегеҙ бар инеме?
Хөрмәтулла Үтәшев. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер генә тапҡыр булды ундай осраҡ. Бала тип ҡарарға йөрөтмәгәндәрҙер. Совхоз кимәлендә үткән көрәштә ҡатнашҡанын ғына күрҙем. Иртәнсәк һыу инергә төшһәм, машиналар үтә лә үтә. Һабантуй булғанын белә инем. Йүгерҙем шул яҡҡа.
Ҡараһам, атайым ҡаҡ ергә килеп төшә, хәҙерге һымаҡ махсус түшәктәр юҡ бит инде. Хәтеремдә, бармаҡтары, ҡабырғалары һына ине. Тәбиғи, шул ваҡыттарҙа һыбай йөрөй алмай һәм көтөү көткәндә мин ат менәм. Тап шул мәлдәрҙә һуғыш осорҙары хаҡында һөйләй ине. Олатайымды телгә алғанын бер ҙә хәтерләмәйем, староста булғас, һүҙ әйтергә хафаланғандыр ҙа. Бер мәл Өфөнән атайым тураһында яҙырға тип журналист килгәйне. Әсәй күпме генә күндерергә тырышып ҡараһа ла, һөйләшмәйем, ваҡытым юҡ, тип сменаһына китте лә барҙы. “Хөрмәт ит кешене, бер-ике кәлимә әйт, сәй эсәйек”, тип тә ҡараны әсәйем, юҡ – тыңламаны. Олоғая килә генә аңланым: журналисҡа асылып китеп атаһы, уның староста булғанлығы хаҡында ысҡындырырға ҡурҡҡандыр, беҙгә күләгәһе төшөр тип тә борсолғандыр.
“Шоңҡар”ҙар. Атайығыҙ һеҙгә ниндәй мөнәсәбәттә булды?
Хөрмәтулла Үтәшев: Ҡаты ине. Уның бер ҡарауы ғына ла етә ине.
Ҡамсы ла, сыбыҡ та кәрәкмәне уға. Өрлөктә әсәйҙең генә сыбығы ҡыҫтырыулы торҙо. Сөнки өс малай гөжләшеп тә китәбеҙҙер инде, тәрбиә яғын күберәк әсәй ҡараны. Атай эшкә өйрәтергә әүәҫ булды. Бәләкәй генә бағана ултыртырға кәрәкһә лә беҙҙе эйәртеп алып бара ине. Ҡулдан килгәнсә ярҙам итешеп йөрөйбөҙ. Көсөң етмәһә лә осонан ғына булһа ла барып тотаһың, ситтән ҡарап торорға тейеш түгелһең. “Кешегә ярҙам итергә әҙер тор, үҙеңә лә ярҙам итерҙәр”, – тиер ине ул.
“Шоңҡар”ҙар: Атайығыҙҙан алған тәрбиәне улдарығыҙға ҡарата ҡулландығыҙмы?
Хөрмәтулла Үтәшев: Атайҙың вафатынан һуң ғына уның ни тиклем дәрәжәле булғанын аңлай башланым. Уйлап ҡараһаң, көрәштә еңгән өсөн бер таҫтамал ала ине, аҙаҡтан ғына һарыҡ бирә башланылар. Әммә ул бүләк өсөн бил һынашмаған. Малы ҡиммәт түгел, дәрәжәһе ҡиммәт, тиер ине. Еңеп алған һарығын һимертә лә ауыл халҡын ашҡа саҡыра. Ҡунаҡ көнө һабантуй кеүек гөжләп тора ине ауыл. Машиналарға тейәлешеп кеше килеп төшә. Ике апайымды күҙ уңында тотоп, һеҙҙә туймы әллә, тип һорайҙар. Ана шулай бер ҙә бикләнеп үҙе генә ашап ултырманы, барса халыҡҡа өлөш сығара ине. Киң күңелле, мәрәкәсел булды, бейергә яратты.
Өс улым да театрҙа байтаҡ роль уйнаны. Минең хеҙмәт емешемде, хәләл көс түккәнемде күреп, эшемдең ауырлығын да, еңеллеген дә елкәләрендә татып үҫтеләр, төрлө тарафтарға гастролдәргә лә йөрөнөләр. Шуға күрә беҙгә аңлашыуы, ирҙәрсә уртаҡ тел табыуы ла еңел.
Оло улым район тәфтиш бүлегендә, уртансы улым паспорт-виза өлкәһендә эшләй. Икеһе лә өйләнгән, ейән-ейәнсәрҙәрем бар. Бәләкәй малай Ф. Мостафина исемендәге 20-се мәктәптә туғыҙынсыла уҡый. Оло киленем шәхси эшҡыуар, кесеһе – Росреестр хеҙмәткәре.
“Шоңҡар”ҙар. Тайпай апайығыҙҙың тарихын һөйләп үтегеҙ әле. Ул ни өсөн һеҙҙең менән йәшәне?
Хөрмәтулла Үтәшев. Биш йәшендә ҡаты ауырыуҙан һуң һаңғырау булып ҡалған да, шуға тиклем туплаған һүҙлек запасы менән генә йәшәне ул. Уҡый-яҙа белмәһә лә, бер туғандарымдың барыһына ла исемде үҙе ҡушты. Дүрт ҡыҙ, дүрт малай, өҫтәүенә, тағы ике туғаныбыҙ тыуа, тик улар имсәк йәшендә вафат була. Бер нисә исем тәҡдим итһәләр, “юҡ, уныһы бармай, тағы әйт әле, эйе шул исем ярашлы уға”, тип үҙе теләгән исемдәрҙе ҡуштыра. Фәриҙә, Фәриғә, Зиннур, Рәхилә, Рәхимә, Хөрмәтулла, Хәсән, Хөсәйен атлы балалар беҙ. Кейәүгә сыға, әммә ире һуғышта үлеп ҡала. Балаһы ла тыуа, тик апай уны ныҡ итеп төрөп һалған һәм, ишетмәгәс ни, илаған-илаған да тонсоҡҡан сабыйы. Башҡаса кейәүгә сыҡманы, етмеш йәшенә ҡәҙәр беҙҙең менән йәшәп вафат булды. Сәй эскәндә хәбәргә ҡушыла ла китә торғайны, яйлап һөйләһәң аңлай ине ул.
Унда ғүмер буйы боҙолмаған бер сафлыҡ һаҡланды. Тәүге балабыҙ тыуғас, ҡарашырға килә алмаҫһыңмы, тип әсәйемә хат яҙҙым. Ул беҙгә апайым менән еҙнәмә эйәртеп Тайпайҙы ебәргән. Тайба апайым үҙе лә риза булған бит әле! Килгәндә поездың тауышын тәне менән тойғандыр инде, күршеләр төнө буйы бейеп сыҡты, тип һөйләгән була. Урамда барыһы менән дә һаулыҡ һораша. Һәр береһе менән иҫәнләшеп арып киткән бер саҡ. Был кешеләр бөтәһе лә бер ауылданмы, тип ҡыҙыҡһына. Ашағанда сусҡа ите булып ҡуймаһын тип шикләнә, алдап ашатып гонаһлы итмәгеҙ, тип хафалана. Фатир тәҙрәһенән ҡараһа, тупһаң тәпәш, өйөң бейек һинең, тип аптырай. Телевизор ҡарап ултырғанда берәй ҡыҙыҡ урынында ғына, һүндереп тор, хәҙер апайыңды саҡырам, күрһен, тигән була ла, аҙаҡтан, ана, һеҙ һүндермәгәс, бөткән, тип борсолоп китә ине. Балаларса бер ҡатлы, изге күңелле булды минең Тайба апайым.
“Шоңҡар”ҙар. Күңелегеҙҙә актер һөнәренә һөйөү орлоғо ҡасаныраҡ һалынды икән?
Хөрмәтулла Үтәшев. Ауылыбыҙ соҡорҙа ултырғас, телевизор күрһәтмәне, радионы ла гел тыңламаныҡ. Уның ҡарауы, концерт килгәнен көтөп ала инек. Артист булам тигән теләкте, бәлки, үҙемә лә белдерергә ҡыймағанмындыр. Эргә-тирәмдә ундай шөғөлгә эйә кеше йәшәмәгәс, башҡа һыймаҫлыҡ та тойолғандыр. Артистарҙың гастролгә килгәнен көтөп ала алмай инек. Үҙебеҙҙе онотоп ҡарайбыҙ ҙа, оҙағыраҡ булһа ине, тип теләйбеҙ. Фәриҙә Ҡудашева, Ишмулла Дилмөхәмәтовтар, бейеүсе Мөхәммәт Иҙрисовтар беҙгә төшә ине. Минең өсөн ҡыҙыҡ – өйҙә бер төрлөләр, сәхнәлә танырлыҡ түгелдәр. Үҙем дә ҡасандыр улар һымаҡ булырмын тип һис кенә лә уйламаным.
Хәтерҙә, өстә уҡый инемме икән, Фәриҙә Ҡудашевалар килде. Малдан һуң, клуб алдында өс малай тора инек, водитель ҡысҡыра: “Егеттәр, кем автобусымды йыуыша, шуны концертҡа бушлай индерәм”. Беҙ ни, ҡыуаныстан, юл күрһәтеп кисеүгә алып киттек, йүгереп йөрөп йыуҙыҡ, кире килдек. Малайҙар инеп китте, ә мин аяҡты ҡараһам – сандалийым юҡ! Һыу буйында ташҡа ҡуйғайным, тороп ҡалған бит! Кире йылғаға йүгерҙем, күҙ бәйләнә башлаған. Килһәм, клуб шығырым тулы, инерлек түгел, кассир билет һорай. Ҡараһам: автобус тора, ә водителе юҡ. Ҡайҙан инәйем икән, тип йөрөп ятһам килеп сыҡты теге ағайым. Етәкләп индереп сәхнәнән алып төштө. Донъямды онотоп концерт ҡараным мин шул саҡта! Ниндәй бәхет – бер метрҙай ғына арауыҡта Фәриҙә апай, Бәхти ағайҙар! Етмәһә, бушлай ҡарауым, әсәйҙән аҡса һорамауым үҙе ни тора! Концертта яңғыраған көйҙәр берәр аҙна ҡолаҡта сыңлап йөрөнө әле шунан…
Ҡурайҙа уйнарға өйрәнәм тип әллә күпме саңғы таяғын әрәм иттем. Сәйфулла ағай түңәрәк ойошторғас, шунда йөрөй башланыҡ. Һыҙғыртабыҙ ғына, сәхнәләргә лә сығабыҙ. Шунда ағайыбыҙ драмтеатр тураһында, Өфөгә барған сағында ҡараған спектаклдәрен һөйләй ине. “Зәңгәр шәл” тураһындағы фекерҙәре иҫтә ҡалған. Ишмулла ағайҙың гастролдәре тураһында ла телгә ала. Үҙебеҙҙең башҡортлоҡто һаҡлап алып ҡалыу буйынса ҡараштарын белдерә ине. Итәғәтле, сәнғәт, донъяуи темаларға үҙ ҡарашы, фекерҙәре булған интеллигент кеше ине ул. Үҙе Подольскиҙа “Таналыҡ” совхозының балта оҫтаһы булып эшләй. Аҡъярҙа ла түңәрәктәр асты, балаларҙа ҡурайға мөхәббәт тәрбиәләне.
Әрмелә хеҙмәт иткәндә әсәйгә ҡурай ебәреүен үтенеп хат яҙҙым. Ҡурайҙы һыҙғыртып ебәргәйнем, башҡорт, татар егеттәре йүгерешеп килеп сыҡты. Ситтә саҡта тыуған яҡтың моңо шул тиклем нескә тәьҫир итә бит кешегә. Мине унда ла сәхнәгә сығара башланылар.
“Шоңҡар”ҙар. Әрмегә мәктәптән һуң киттегеҙме?
Хөрмәтулла Үтәшев. Һәйбәт һорау. Элек бөтә класс менән совхозға ҡалдырырға тырыша торғайнылар. Егерме бишенсе май – һуңғы ҡыңғырау көнөндә үк совхозға эшкә ҡалыу өсөн ғариза өлгөһө яҙып элделәр. Бөтәбеҙҙең дә механизатор таныҡлығы бар ине. Эшсе көстәр әҙер, өгөтләргә генә кәрәк. Шул көндө үк хеҙмәт кенәгәһе астылар. Мин мал көтөргә булдым, йөҙ баш бирҙеләр, шуларҙы һимертеп тапшырырға тейешмен.
Күмәк ғаиәлә үҫкәс, бушҡа ашап йәшәге килмәй. Төндә йылҡы көтәм дә, көндөҙ әҙерәк йоҡлап алғас, бейә һауышырға китәм. Был ваҡытта ир-аттың булыуы шарт. Шунан һуң бейәләрҙе бәйләйбеҙ, ҡолондарынан айырабыҙ. Кейемдән ат һәм ҡымыҙ еҫе генә килә. Саф һауа, тәбиғәт, һыу инәбеҙ, ҡымыҙ һемерәбеҙ, һыбай йөрөйбөҙ – шундай ҡыҙыҡ, романтик осор булған. Ғөмүмән, мин иҫ белгәндән алып ат тирәһендәмен.
Шулай итеп, малды һимертеп тапшырған өсөн өс йөҙ илле һум аҡса түләнеләр, әсәйгә бирҙем уларҙы.
Әрмегә барыу тураһында һүҙ сыҡҡайны, әсәй военкоматҡа бармаҫҡа өгөтләй башланы, һин ғаиләлә “кормилец”, ти. Ул заманда әрмелә хеҙмәт итмәү башҡа һыймаҫлыҡ хәл ине, ҡыҙҙарҙың күҙенә нисек ҡарайһың? Ризалашманым.
Һарытау химия ғәскәренә эләктек. Был химик ағыулай торған газдар менән эшләгән урын булып сыҡты. Ҙур полигон, картала ла күрһәтелмәгән йәшерен ҡала. Төрлө һынауҙар, противогаздар... Ҡайҙан ғына килдем тип үкендем. Ағыуҙан һаҡлай торған махсус кейемдә ҡыш өшөтә, йәй мунсалағы кеүек эҫе, тирләтә. Беҙгә, тыныс ваҡытта хәрби бурыс үтәйһегеҙ, тип аңлаттылар. Балам булмаҫ, тип уйлағайным. Аллағашөкөр, хафаланыуҙарым бушҡа булған. Юғиһә күп офицерҙарҙың был йәһәттән “алтынсы ярты” ине.
Әрменән ҡайтырға ваҡыт етә башлағас, артабан мине нимә көтә, тип етди уйланырға тотондом. Ауылға ҡайтһам, көтөүсе эше билдәле, алһыҙ-ялһыҙ, алмашсыһыҙ эшләйһең. Етмәһә, йәш кешегә ауылда бөтөнләй күңелһеҙ икәнлеген дә беләм. Йөрәк ҡайҙалыр талпына бит! Аралашыуға һыуһап, юл ыңғайы молоковоздың өҫтөнә тотоноп ултырып булһа ла Аҡъярға барып килгәнем булғыланы. Шунда магазиндарға инеп, китаптар ҡараштырып ҡайтаһың да – бөттө. Ярай, ауылда кино ҡарарға мөмкин. Тағы нимә менән шөғөлләнергә? Яҙышырға барымым юҡ. Шуларҙы уйланым да, ауылға ҡайтмаҫҡа ҡарар иттем. Мин уҡырға тейеш! Ҡайтҡас, Сибайҙа рабфакта егеттәр етмәгәнен ишетеп ҡалдым. Уҡыуҙар башланһа ла барып килергә тәүәккәлләнем. Сит телдәр факультетына алдылар, ике ятып бер төшкә инмәгән француз телен һайланым.
Әммә элекке урындан характеристика кәрәк икән. Хеҙмәт иткән еремә запрос ебәрҙеләр. Мин һәүетемсә генә уҡый башланым, төштән һуң ҡурайҙа уйнайбыҙ, әммә сит тел өйрәнергә бер ҙә дәрт төшмәй. Бер аҙ ваҡыт үткәс ректор йәнә саҡыртып, әрменән ҡылыҡһырлама килеүе тураһында әйтте. “Рядовой Утяшев не достоин учиться в высших учебных заведениях СССР” тип яҙылған икән унда. Командир менән борсаҡ бешмәгәйне шул. Бәләкәй генә буйлы булыуына ҡарамаҫтан, кешене бөгөргә, буйһондорорға маташа, ә беҙ бер ҙә бирешә торғандарҙан түгел. Үс һаҡлаған икән, баҡтиһәң. Ректор, исмаһам, ауылда эшләгән урындан килтер, тине. Унда ла, хеҙмәт стажың ике йылға тулмай, тип бирмәнеләр. Ректор мине ебәрергә мәжбүр булды.
Артабан Рәсүл дуҫым менән сталевар, йәғни ҡорос иретеүсе булырға ҡарар иттек. Киттек Магнитогорск ҡалаһына. Бында өс ай уҡырға кәрәк икән. Һаулыҡ торошо буйынса справка ғына талап ителә. Һабантуйҙар, көрәш осоро ине. Еңеүҙе “йыуып” йөрөү арҡаһында ҡан баҫымыбыҙ юғары булып сыҡты. Ҡайтырға тура килде. Шулай йөрөй торғас, дуҫым кәләш алырға булып китте, минең бурыс – кейәү үңгәре. Онотолдо был теләгебеҙ. Стәрлетамаҡҡа мәҙәни-ағартыу училищеһына юл алдым. Ҡурай бүлеге булмағас, баян буйынса уҡый башланым. Курстың старостаһы булып киттем, дәрестән һуң төрлө түңәрәктәргә йөрөйөм, бассейнда йөҙәм. Әммә белем алырға ваҡыт юҡ. Башҡаларға стипендия бирәләр, ә миңә юҡ. Совхоз йүнәлтмәһе менән уҡырға ингән өсөн түләнмәгән икән. Әсәй елкәһендә ятыуы оят – балта оҫтаһы булып эшкә урынлаштым. Йә ишек, йә тәҙрә ваталар, йүнәтеп кенә өлгөр. Йәнә уҡырға ваҡыт ҡалмай. Бер көн килеп, өлгәшмәгән өсөн хатта педсоветҡа ҡуйҙылар. Имтихандарҙы каникулдан алдараҡ килеп тапшырырға ҡуштылар. Килдем дә бер туҡтауһыҙ уйланып ята башланым. Ни эшләргә? Бер тәүлек ятам, ике тәүлек, өс тәүлек … Минән һарыҡ көтөүсеһе генә сығырмы инде ни, тип көйәләнәм. Көрсөккә килеп терәлгәнемә үҙем генә ғәйепле! Әммә артабанғы яҙмышым тап ошо мәлдә хәл ителде лә инде. Ана шулай ята торғас, ауылда күңелһеҙ мәлдәрҙә спектакль ҡуйған ваҡыттар иҫкә төшөп китте. Балта оҫтаһы булғанымда декорациялар эшләшкән саҡтарҙы, театр бүлегенең репетицияларын ҡарап ултырған көндәрҙе уйлай башланым. Үҙем дә һиҙмәҫтән, шунда барырға теләгәнемде аңлап ҡалдым. Директор ризалыҡ бирҙе. Улар ситтән тороп ҡына уҡыйҙар ине, шулай ҙа ауылға ҡайтып торманым, Салауат театрына бутафор-декоратор булып эшкә индем. Бында иһә гел бишлеләр китте, баян уҡытыусылары, һине тегендә маҡтайҙар бит, тип аптыраны. Күпмелер ваҡыт үткәс, сәнғәт институтына студенттар йыйғандарын белеп ҡалып, Өфөгә юл алдым.
Көн алдан барып имтихандар барышын күҙәтеп йөрөйөм. Яныма бер ҡыҙ килеп баҫты ла, уҡырға инергә килдеңме, тип ҡыҙыҡһынды. Эйе, тигәс артынан эйәртеп ҡайҙалыр алып китте. Ул уҡытыусы, әлеге көндә профессор Суфия Кусимова булып сыҡты. Етәкләп тигәндәй индереп комиссия алдына баҫтырҙы. Буй-һыны бар, иртәгә килмәй ҡуйыр, тип тә уйлағандыр инде. Һөйләтеп ҡарағандан һуң, алда икенсе, өсөнсө тур торһа ла, бөтәһе бер һүҙҙән уҡырға алабыҙ тинеләр. Тик бер уҡытыусы ғына, был егет булдыра алмаясаҡ, тип сәмләндерҙе. Уҡый алырмын, мин быны иҫбат итәсәкмен тип һүҙ бирҙем.
Беҙҙең ғаиләлә артист һөнәренә етди ҡараманылар. Атайымдың кемделер һөйләгәне хәтерҙә уйылып ҡалған. “Артисмын ти ҙә һөйләй, ул да булдымы һөнәр”, – тип һуҡранғаны иҫемдә. Шуға күрә лә был теләгем күңелдә йәшерен генә йәшәһә лә, хыялланырға ла баҙнат итмәгәнмендер. Ауылда иплерәк, баҫалҡыраҡ булырға кәрәклеген һеңдереп тыйыбыраҡ үҫтерәләр бит. Ана шул үтә тыйнаҡлыҡты, оялсанлыҡты еңеүе бигерәк ауыр булды. Институтта тәүге ике курсым үҙ-үҙем менән көрәшеп үтте тиһәм, һис тә хата булмаҫ.
“Шоңҡар”ҙар. Кеше һөнәрҙе һәм тормош иптәшен дөрөҫ һайлаһа бәхетле, тиҙәр. Ниһайәт, үҙ юлығыҙҙы тапҡанһығыҙ, ә мөхәббәт?
Хөрмәтулла Үтәшев. Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы мине ҡыҙҙар менән йөрөп, башҡа шөғөлдәр менән мауығып китеп уҡымай ҡуйыр тип сәмгә тейгән икән. Шуға күрә, өс ай буйы бер ҡайҙа ла сыҡмай, баш баҫып уҡып ултырған саҡ.
Ял көнө ишек асылып китте лә, Мәскәү ҡыҙы Наташа килеп инде. “Хурмат, я тебя люблю, без тебя жить не могу”, – тип әйтеп сыҡты ла китте. Мин шаҡ ҡатып ултырып ҡалдым, тора-бара көлә башланым. Күрешкән сағыбыҙҙа һирпелеп кенә ҡарай ҙа, үтеп китә. Мин дә бер нәмә лә өндәшмәйем. Көндәрҙән бер көндө тыуған көнөнә саҡырҙы. Бүлмәләге егеттәр менән кәңәшләшәм. Ҡыҙға әсәһе Мәскәүҙән төрлө колбасалар, шарап ебәргәнен күрҙеләр бит инде – барғылары килә. Мин нимә хәл итергә белмәй аҙапланам, ә егеттәрҙә тамаҡ ҡайғыһы. Барҙыҡ. Хужабикә бүлмәһен матур итеп биҙәгән, музыка уйнай, өҫтәлдә нимә генә юҡ. Шул ваҡыт аҡ борсаҡлы күлдәк кейгән ҡыҙ күҙгә ташланды. Бейергә саҡырҙым, исеме Ләлә икән. Наташа менән уртаҡ лекцияларҙа танышҡандар ҙа, табын әҙерләшергә ярҙамлашыр өсөн әхирәт булып килгән. Тыуған көн сәбәпсеһе менән күңел өсөн булһа ла бейенемме-юҡмы – иҫләмәйем. Ләлә менән бер йыл дуҫлашып йөрөп өйләнештек.
“Шоңҡар”ҙар. Ҡасан билдәле булып уянғанығыҙҙы иҫләйһегеҙме?
Хөрмәтулла Үтәшев. Улай тип анһат ҡына әйтеп булмай ул. Туҡһанынсы йылдарҙа театрҙан Фидан Ғафаров, Илшат Йомағолов, Әхтәм Абушахманов, Олег Хановтар китте, ә беҙҙең быуын нығынып ҡына килә ине әле. Фидан ағай шәхси театр асырға булғас, “Ғәлиә” спектаклендә мине уйнатырға хәл иттеләр. Заһир роле фонограммаһы аҫтында уйнарға кәрәк булды. Шул осор иң ауыр йылдар булып хәтергә уйылып ҡалды. Кеше араһына шәрә килеш сыҡҡандай хис итәһең үҙеңде. Психологик яҡтан бик ҡатмарлы ине, сөнки кешенең урынын алған кеүек тойолдо. Яныма киләләр ҙә, Фидан, тип өндәшеп рәхмәт белдерәләр, әйтеп ҡарайым, аңларға ла теләмәйҙәр. Спектаклде төшөрөп ҡалдырыу тураһында һүҙ ҙә юҡ, сөнки заманында иң күп аҡса йыйған, халыҡ эркелеп йөрөгән тамаша ине. Туҡһанынсы йылдарҙа “Диләфрүзгә дүрт кейәү”, “Еҙнәкәй” кеүек спектаклдәрҙә төп ролдәр уйнай башланым. Бер туҡтауһыҙ эшләнек, ҡасандыр ял булыр тигән өмөт тә, ышаныс та юҡ. Етмәһә, тәнҡитселәр сәхнәлә биш минут күренгәнде маҡтайҙар, ә ике сәғәт буйы төп роль уйнағанды өндәшмәйҙәр. Шул хәтлем мораль яҡтан арыным бер мәл – сығам да хәлһеҙ килеш паркта ултырам. Ятаҡта йәшәгән осор. Ярай әле, бер аҙ ваҡыт үткәс ҡала аша Дим биҫтәһенән фатир алдым. Унан йөрөүе ауыр булғас, үҙәктәге фатирға алмаштырҙым.
“Шоңҡар”ҙар. Иң яратып башҡарған ролдәрегеҙ ниндәй?
Хөрмәтулла Үтәшев. Ф. Бүләковтың “Шайморатов генерал”ындағы төп роль һәм Н. Абдыҡадыровтың “Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге” спектаклендәге Темуджин роле ныҡ күңелгә ятты. Ошо ролдәр һәм “Ҡатынымдың исеме Морис”та уйнағаным өсөн Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булдым. “Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге” спектаклен ҡырғыҙ режиссеры һәм авторын саҡыртып ҡуйҙыҡ. Ҡырғыҙҙар быуындан быуынға күсереп уйнайҙар был әйберҙе. Герой шул ваҡыттағы булмышыма ла тап килә ине. Ҡазанда “Науруз” фестивалендә иң яҡшы ир- ат роле исемен алды, Ҡырғыҙстанда ла иң яҡшы ир-ат роленә лайыҡ булды, тәнҡитселәр тарафынан аҡсалата махсус приз да бирелде. Уйнауым бүләк өсөн дә түгел, ә эске ҡәнәғәтлек тойғоһо, күңел кинәнесе өсөн. Мин быны килтереп сығарҙым бит, булдырҙым, тип ҡыуанаһың. Был кисереште аңлатырлыҡ та түгел.
“Шоңҡар”ҙар. Ғүмер буйы йыйылған тәжрибәгеҙҙе хәҙер балалар менән уртаҡлашаһығыҙ. Театр студиялары асыуығыҙ нисегерәк килеп сыҡты?
Хөрмәтулла Үтәшев. Ун ике йыл буйы театрҙа директор булып та, төрлө ролдәрҙә уйнап та алһыҙ-ялһыҙ эшләнем дә, артабан контракт оҙайтылмағас, күңелдә ниндәйҙер бушлыҡ килеп тыуҙы. Ниндәйҙер бер мөһим эш башҡарырға кәрәк ине. Театр студияһын “Башҡортостан” концерт залы бинаһында булдырырға теләнем. Унда йәһүдтәр тулған, төрлөсә баҫым яһап, ялыуҙар яҙып индермәнеләр. Актерҙар йортона йөрөнө балалар. Шунан һуң башҡорт мәктәптәрендә лә үткәрҙек студия дәрестәрен. Хәҙер Шамонино ҡасабаһында ғына әүҙем рәүештә шөғөлләнгән балалар һаны күп. Бында беҙ баланан мотлаҡ артист яһайбыҙ тигән маҡсат ҡуймайбыҙ. Кеше араһында үҙеңде нисек иркен тоторға, матур итеп фекереңде белдерергә өйрәтәбеҙ. Хәҙер атай-әсәйҙәр ҙә йөрөй башланы.
“Шоңҡар”ҙар. “Ҡыуанам” исемле клипта ҡатнашып йәштәр араһында үҙ кеше булып киттегеҙ. Күңелегеҙ менән һаман йәшме һеҙ? Ысынлап та скейтбордта йөрөй беләһегеҙме?
Хөрмәтулла Үтәшев. Ю-у-уҡ. Ҡоланым мин унан. Бассейнда йөҙәм дә, конькиҙа шыуам.
Клип интернетҡа сыҡҡандан һуң йәштәргә ғәләмәт асыуым килде! Бер мәл интернетта төрлө комментарийҙар китте. “ Вот дед зажигает, было бы интересно посмотреть его роли”… һәм башҡалар. Ике-өс ай буйы театрҙан сыҡмай роль өҫтөндә эшләйһең – һине бер кем дә күрмәй, ә бында бер көн эсендә генә төшөрөлгән клипта маймыл булып ҡыланғайным – дан. Һөнәребеҙҙең әһәмиәтен аңламайҙармы, баһаламайҙармы – белмәйем. Уларға маймыл кәрәк! Бында мин бер нәмә лә эшләмәнем. Ә театрҙа лимон кеүек һығылып сығаһың, көсөргәнештән саҡ арынаһың әле аҙаҡ. Нисектер ошоға ҡәҙәр эшләгәндәрем юҡҡа сыҡҡан һымаҡ булды ла ҡуйҙы. “Һылыуҡай”, “Урал моңо”, “Йәшлек-шоу” кеүек сараларҙың башланғысында ла беҙ торҙоҡ. Ул бит кисә генә башланмаған. Быны кемдер белә, кемдер юҡ.
“Шоңҡар”ҙар. Артистар мөхите – үҙенсәлекле донъя. Ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларҙан нисегерәк сығаһығыҙ?
Хөрмәтулла Үтәшев. Күңелһеҙ мәлдәрҙе тиҙ генә оноторға тырышам, эсемдә һаҡлап йөрөмәйем. Тап шул йәһәттән үҙемде бәхетле тип һанайым да. Спектаклдә ҡосаҡлашып торған кеше хаҡында алама уйлап йөрөп булмай бит инде. Театр мөхите – айырым бер утрау һымаҡ. Үҙ-ара туғандар һымаҡ булып бөтәбеҙ, барыһы ла бер-береһе менән асыҡ. Ҡосаҡлашып күрешәбеҙ, тыуған көндәребеҙҙе билдәләйбеҙ. Театрҙың үҙенең генә яҙылмаған ҡанундары бар. Ул әйтелмәгәнлекте, ябыҡ булыуҙы, йәшертенлекте ғәфү итмәй. Бында һинең өҫтөнлөклө яҡтарың да, етешһеҙлектәрең дә ап-асыҡ булып күренеп торорға тейеш. Үс һаҡлап йөрөп театрҙа эшләп булмай. Дәрәжәләр ҙә бер нәмә лә түгел. Бөгөн өлгәшкәнең иртәгә ярҙам итмәй, оят ереңде ҡапламай. Роль тыуҙырғанда беренсе тапҡыр эшләгән кеүек тырышырға тейешһең. Һәр сығышың беренсе һәм һуңғы тапҡыр кеүек булһа ғына тамашасы йөрәгенә барып етер, уға ла, үҙеңә лә ҡыҙыҡ буласаҡ.
“Шоңҡар”ҙар. Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Киләсәктә лә яңы үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ, артабан да театр данын күтәрергә яҙһын!