Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

"Атайымдың юлын дауам итергә тырышабыҙ..."

Әлфиә Кәримова: "Бала – бала инде. Әйтәм бит, башта атайымды бөтөнләй танымай маташҡан ул. Ә инде аҙ ғына уҫаллыҡ күрһәтһә: “Һуғышыңа кире ҡайт бар!” – тип тә әйтеп һалған. Илгиз ағайым, ғөмүмән, үҙ һүҙле булды. Атайым менән йыш бәхәсләшә инеләр. Юҡ, яман итеп бәхәсләшмәне улар. Яҡшы, дөрөҫ бәхәс ҡорҙолар. Атай менән ул араһында ундай һөйләшеүҙәр булырға тейештер ҙә..."

Самауырҙы йыҡҡансы
Әлфиә Кәримова: “Атайымдың юлын дауам итергә трырышабыҙ...”
Сир-зәхмәттәр үткәнсе тип, байтаҡ ваҡыт “самауыр йыҡмай” торҙоҡ. Әммә йөрәгендә халыҡҡа еткерер һүҙе булған шәхестәр менән йәнле аралашыуҙар, һис шикһеҙ, кәрәк. Шуға ла, оҙаҡҡа һуҙмай, журналдағы был бушлыҡты тултырып ҡуйырға ниәтләнек. Рубрикабыҙҙың бөгөнгө геройы ла ябай ғына заттарҙан түгел, бөйөк Мостайҙың һөйөклө ҡыҙы, башҡорт теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте үҫешенә йоғонто яһау ниәте менән булдырылған Мостай Кәрим исемендәге Фондтың етәксеһе Әлфиә Кәримова үҙе.
Ғәҙәттә, “самауыр йығыу” редакцияла үтә торғайны, был юлы үҙебеҙ Фондҡа килдек. Мостай Кәримдең һәйкәле ҡаршыһында урынлашҡан офис айырыуса күркәм икән. Яҙыусының ижады һәм тормошо менән бәйле күп нәмәләр ошонда һаҡлана. Мостай рухы йәшәй бында... Баҫҡыстан күтәрелгәндә үк ижадсының дуҫы, талантлы башҡорт рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың картинаһы әйҙүкләп тора. Ә офистағы төп төҫ – аҡ төҫ. Барлыҡ йыһаздар ҙа, хатта эш өсөн кәрәкле техник ҡорамалдар ҙа ап-аҡтан. Мостай Кәримдең яратҡан төҫө булған икән ул, баҡһаң. Әйткәндәй, күптән түгел олуғ шәхесебеҙҙең йәнә бер бүләсәре, Әлфиә ханымдың ейәнсәре донъяға ауаз һалған. Сабыйға Мәрйәм тип исем ҡушҡандар. Ошо уңайҙан ап-аҡ раузалар гөлләмәһе лә алып килгәйнек. Әлфиә Мостай ҡыҙы бүләгебеҙҙе ихлас ҡабул ҡылды. “Мәрйәмебеҙ, Хоҙай насип итһә, бәлки, даланлы булып, ҡарт олатаһының данлы юлын да дауам итер әле”, – тип юрап ҡуйҙы ул. Һөйләшеүебеҙ иһә самауырлы йәмле сәй табыны артында барҙы.
“Шоңҡар”ҙар. Әлфиә Мостай ҡыҙы, әңгәмәбеҙҙе, ғәҙәттә, шундай һорауҙан башлап ебәрәбеҙ: самауыр тигәс, күҙ алдығыҙға ниндәй хәтирәләр баҫа, күңелегеҙҙе ниндәй уйҙар биләй?
Әлфиә Кәримова. Самауырыбыҙ бар беҙҙең. Атай-олатайҙарыбыҙҙан ҡалған торбалы, ып-ысын, ҙур ғына еҙ самауыр... Әле ул дачабыҙҙа һаҡлана. Тотош ғаилә менән йыйылған ваҡытта шул самауырҙан сәйҙәр эсәбеҙ. Көн дауамында ҡайнар килеш ултыра. Үкенескә күрә, хәҙер тотош ғаилә менән (Илгиз ағайымдарҙың ғаиләһен дә күҙ уңында тотам) элеккесә йыш йыйылып булмай. Шулай ҙа мәле тура килгәндә ундай изге йоланы үтәмәй ҡалдырмайбыҙ. Ә атайым менән әсәйем иҫән саҡта бала-сағалар, ейән-ейәнсәрҙәр менән самауырлы табын артына йыйылыу ғәҙәти хәл булды. Элек самауырҙа хатта йомортҡа бешереүҙәре лә хәтерҙә. Мәскәүҙә йәшәүсе Илгиз ағайымдар ҙа, бала-сағалары менән йәйгеһен гелән атай йортона ашығыр ине. Шуға ла самауыр төшөнсәһе мине атайлы, әсәйле саҡтарыма алып ҡайта, тип әйтә алам. Ғаиләне бер ҡорға йыя торған серле әйбер ул самауыр тигәндәре. Бала саҡтың, йәшлектең айырылғыһыҙ бер өлөшө.
Йәнә ыңғай энергияны үҙҙәрендә һаҡлап, тирә-йүндәгеләр менән йомарт бүлешеүсе самауыр һымаҡ ҡайнар йөрәкле кешеләр ҙә була... Атайым да шундайҙарҙан ине...
“Шоңҡар”ҙар. Бала сағығыҙҙа олатай-өләсәйҙәрегеҙгә ҡунаҡҡа йыш ҡайта инегеҙме?
Әлфиә Кәримова. Үкенескә күрә, ауылда төбәп кенә ҡайтыр кешебеҙ булманы. Шуға улай уҡ йыш та түгел. Мин иҫ белә башлағанда Ильяс ағайым йорт төҙөп, өләсәйемде (атайымдың Кесе инәһен) Өфөгә күсереп алып килгәйне инде. Өйҙәре Салауат һәйкәле урынлашҡан яр аҫтында ине. Бормалы-бормалы юлдарҙан төшөп, уларға бара, унан көс хәл менән күтәрелеп ҡайта торғайныҡ. Яҙғы тайғаҡ мәлдәрҙә бигерәк тә хәүефле ине. Ҡышҡыһын шул тауҙа сана шыуған саҡтар хәтерҙә...
“Шоңҡар”ҙар. Бөйөк башҡорт әҙәбиәте классигының һөйөклө ҡыҙы һеҙ. Бала сағығыҙҙа атайығыҙҙың ниндәй шәхес икәнлеген аңлай инегеҙме?
Әлфиә Кәримова. Һис шикһеҙ, ғәжәйеп кеше ине ул минең өсөн. Әммә беҙҙең өйҙә шундай шәхестәр йыйыла торғайны: барыһы ла үҙенсәлекле, һәммәһе лә бөйөк булды. Атайым улар араһында иң-иңелер тип уйламай инем. Тормошомдағы шундай бер ваҡиға ла хәтеремдә: ул саҡта атай-әсәйемдән айырым йәшәй инем инде. Бер килгәнендә атайым китап кәштәмә иғтибар итте лә: “Ниңә бер ҙә минең китаптар күренмәй әле бында, ҡыҙым?” – тип һорап ҡуйҙы. “Нисек булмаһан, бар улар”, – тип аҫҡы кәштәгә ымлап күрһәттем дә уңайһыҙланып киттем. Ошо хәлдән һуң атайымдың китаптарын гелән үргә ҡуйыр булдым.
Үкенескә күрә, мин башҡорт мәктәбендә уҡыманым. Атайымдың ижады менән башҡорт телен ныҡлап өйрәнә башлағас ҡына тулыһынса танышып сыҡтым. Ә былай атайым өйҙә беҙҙең менән башҡортса аралашты. Әсәйем үҙ туған телендә һөйләшә торғайны. Тик ул саҡтағы ҡала мөхите үҙенекен итте. Башҡортса аңлай инек, әммә һөйләшеп барманыҡ. Шуға башҡорт мәктәбендә уҡып, бала сағынан уҡ телдең нескәлектәрен үҙләштереп үҫкәндәрҙән бер аҙ көнләшеп тә ҡуям мин. Аңлайһығыҙҙыр, рус телендә лә, башҡорт телендә лә берҙәй камил һөйләшкәндәрҙе күҙ уңында тотам.
Бала саҡта ғаиләбеҙ менән Учалы районының Өргөн ауылына йыш бара инек. Башҡорт теленең диалекты булған үҙенсәлекле телдә аралаша торғайны шул ауылдың халҡы. Атайымдарҙың ауылында ла шундай уҡ һөйләш ине. Дим буйы башҡорттарының теле үҙенсәлекле бит ул. Иғтибар итһәң, Келәштәге барлыҡ ғөрөф-ғәҙәттәр ҙә
башҡорттарҙыҡы. Әммә яйлап татарлашҡан инде улар. Шулай ҙа бөгөн дә үҙ тамырҙарын онотмаусылар бар унда. Атайымдың ике ҡатынлы ғаиләлә үҫеүе генә лә уның башҡорт милләтенән икәнлеге хаҡында һөйләй. Күп ҡатынлылыҡ ул йылдарҙа башҡорттарҙа ғына булған бит.
“Шоңҡар”ҙар. “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”та ла бит башҡорттоң ғөрөф-ғәҙәттәренең, халыҡтың психологиһының көслө сағылыуын күрергә була. Бындай әҫәрҙәрҙе тик үҙ халҡын яратҡан рухлы кеше генә яҙа ала...
Әлфиә Кәримова. Эйе, ысынлап та, шулайҙыр... Әйткәндәй, осрашыуҙарҙа йыш ҡына тормош иптәшемдең ниндәй милләттән булыуы хаҡында ла һорайҙар. Мин иһә: “Ул башҡорт та, хатта татар ҙа түгел...” ‒ тип яуап бирәм. Унда бик күп милләт ҡаны ҡатнашҡан. Атаһы йәһүд ине, әсәһе – рус милләтенән. Өфөгә Украинанан күсеп килгәндәр. Бик уҡымышлы, интеллигент ғаилә ине улар. Кешене милләтенә ҡарамай ихтирам итә, ҡәҙерләй белделәр. Беҙ өйләнешкәндә иптәшемдең өләсәһе Александра Васильевна ла иҫән ине әле. Бик белемле ҡатын булды ул. Үҙ мәлендә гимназия тамамлаған. Иҫ киткес шәп хужабикә лә үҙе. Кискеһен телевизорҙан башҡорт телендә спектаклдәр ҡарай торғайны. Ул саҡта субтирҙар ҙа юҡ әле. “Нимә тураһында һүҙ барыуын аңламайһығыҙ бит”, – тинем бер мәлде уның донъяһын онотоп телевизорға текләп ултырыуын күреп. “Яҡшы уйнайҙар бит, ә! Әгәр ҙә йәшерәк булһам, һис шикһеҙ, башҡорт телен өйрәнер инем“, – тип яуапланы ул.
Дауамын "Шоңҡар" жураналының июнь һанында уҡый алаһығыҙ.
Читайте нас: