Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Самауырҙы йыҡҡансы
20 Август 2021, 11:10

Әлфиә Кәримова: "Атайымдың юлын дауам итергә тырышабыҙ..."

Әлфиә Кәримова.  Әсәйем һоҡланғыс кеше булды минең.  Йыр-моңдо үҙ итте. Матур йырлай ҙа, мандолинала ла уйнай ине. Беҙ музыка мәктәбенә йөрөй башлағас, нисек өлгәшеүҙе баһалар өсөн, ул да пианинола уйнарға өйрәнде. Тағы ла Илгиз ағайымдың яҡшы бейеүен теләй ине. Шуға ла уның менән бергә, партнеры булып, бейеү мәктәбенә лә йөрөнө.  Әсәйем бик матур бейей ҙә ине шул. Липси, шейк, твист – барыһын да килештерҙе. Әммә шул тиклем тыйнаҡ, йыйнаҡ итеп, интеллигент рәүештә башҡара ине ул бейеүҙәрҙе... 

Самауырҙы йыҡҡансы

Әлфиә Кәримова: “Атайымдың юлын дауам итергә тырышабыҙ...”

Сир-зәхмәттәр үткәнсе тип, байтаҡ ваҡыт “самауыр йыҡмай” торҙоҡ. Әммә йөрәгендә халыҡҡа еткерер һүҙе булған шәхестәр менән йәнле аралашыуҙар, һис шикһеҙ, кәрәк. Шуға ла, оҙаҡҡа һуҙмай, журналдағы был бушлыҡты тултырып ҡуйырға ниәтләнек.  Рубрикабыҙҙың бөгөнгө геройы ла ябай ғына заттарҙан түгел, бөйөк Мостайҙың һөйөклө ҡыҙы, башҡорт теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте үҫешенә йоғонто яһау ниәте менән булдырылған Мостай Кәрим исемендәге Фондтың етәксеһе Әлфиә Кәримова үҙе.

Ғәҙәттә, “самауыр йығыу” редакцияла үтә торғайны, был юлы үҙебеҙ Фондҡа килдек. Мостай Кәримдең һәйкәле ҡаршыһында урынлашҡан офис айырыуса күркәм икән. Яҙыусының ижады һәм тормошо менән бәйле күп нәмәләр ошонда һаҡлана. Мостай рухы йәшәй бында... Баҫҡыстан күтәрелгәндә үк ижадсының дуҫы, талантлы башҡорт рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың картинаһы әйҙүкләп тора. Ә офистағы төп төҫ – аҡ төҫ. Барлыҡ йыһаздар ҙа, хатта эш өсөн кәрәкле техник ҡорамалдар ҙа ап-аҡтан. Мостай Кәримдең яратҡан төҫө булған икән ул, баҡһаң. Әйткәндәй, күптән түгел олуғ шәхесебеҙҙең йәнә бер бүләсәре, Әлфиә ханымдың ейәнсәре донъяға ауаз һалған. Сабыйға Мәрйәм тип исем ҡушҡандар. Ошо уңайҙан ап-аҡ раузалар гөлләмәһе лә алып килгәйнек. Әлфиә Мостай ҡыҙы бүләгебеҙҙе ихлас ҡабул ҡылды. “Мәрйәмебеҙ, Хоҙай насип итһә, бәлки, даланлы булып, ҡарт олатаһының данлы юлын да дауам итер әле”, – тип юрап ҡуйҙы ул. Һөйләшеүебеҙ иһә самауырлы йәмле сәй табыны артында барҙы.

“Шоңҡар”ҙар. Әлфиә Мостай ҡыҙы, әңгәмәбеҙҙе, ғәҙәттә, шундай һорауҙан башлап ебәрәбеҙ: самауыр тигәс, күҙ алдығыҙға ниндәй хәтирәләр баҫа, күңелегеҙҙе ниндәй уйҙар биләй?

Әлфиә Кәримова. Самауырыбыҙ бар беҙҙең. Атай-олатайҙарыбыҙҙан ҡалған торбалы, ып-ысын, ҙур ғына еҙ самауыр... Әле ул дачабыҙҙа һаҡлана. Тотош ғаилә менән йыйылған ваҡытта шул самауырҙан сәйҙәр эсәбеҙ. Көн дауамында ҡайнар килеш ултыра. Үкенескә күрә, хәҙер тотош ғаилә менән (Илгиз ағайымдарҙың ғаиләһен дә күҙ уңында тотам) элеккесә йыш йыйылып булмай. Шулай ҙа мәле тура килгәндә ундай изге йоланы үтәмәй ҡалдырмайбыҙ. Ә атайым менән әсәйем иҫән саҡта бала-сағалар, ейән-ейәнсәрҙәр менән самауырлы табын артына йыйылыу ғәҙәти хәл булды. Элек самауырҙа хатта йомортҡа бешереүҙәре лә хәтерҙә. Мәскәүҙә йәшәүсе Илгиз ағайымдар ҙа, бала-сағалары менән йәйгеһен гелән атай йортона ашығыр ине. Шуға ла самауыр төшөнсәһе мине атайлы, әсәйле саҡтарыма алып ҡайта, тип әйтә алам. Ғаиләне бер ҡорға йыя торған серле әйбер ул самауыр тигәндәре. Бала саҡтың, йәшлектең айырылғыһыҙ бер өлөшө.

Йәнә ыңғай энергияны үҙҙәрендә һаҡлап, тирә-йүндәгеләр менән йомарт бүлешеүсе самауыр һымаҡ ҡайнар йөрәкле кешеләр ҙә була... Атайым да шундайҙарҙан ине...

“Шоңҡар”ҙар. Бала сағығыҙҙа олатай-өләсәйҙәрегеҙгә ҡунаҡҡа йыш ҡайта инегеҙме?

Әлфиә Кәримова. Үкенескә күрә, ауылда төбәп кенә ҡайтыр кешебеҙ булманы. Шуға улай уҡ йыш та түгел. Мин иҫ белә башлағанда Ильяс ағайым йорт төҙөп, өләсәйемде (атайымдың Кесе инәһен) Өфөгә күсереп алып килгәйне инде. Өйҙәре Салауат һәйкәле урынлашҡан яр аҫтында ине. Бормалы-бормалы юлдарҙан төшөп, уларға бара, унан көс хәл менән күтәрелеп ҡайта торғайныҡ. Яҙғы тайғаҡ мәлдәрҙә бигерәк тә хәүефле ине. Ҡышҡыһын шул тауҙа сана шыуған саҡтар хәтерҙә...   

Шоңҡар”ҙар. Бөйөк башҡорт әҙәбиәте классигының һөйөклө ҡыҙы һеҙ. Бала сағығыҙҙа атайығыҙҙың ниндәй шәхес икәнлеген аңлай инегеҙме?

Әлфиә Кәримова. Һис шикһеҙ, ғәжәйеп кеше ине ул минең өсөн. Әммә беҙҙең өйҙә шундай шәхестәр йыйыла торғайны: барыһы ла үҙенсәлекле, һәммәһе лә бөйөк булды. Атайым улар араһында иң-иңелер тип уйламай инем. Тормошомдағы шундай бер ваҡиға ла хәтеремдә: ул саҡта атай-әсәйемдән айырым йәшәй инем инде. Бер килгәнендә атайым китап кәштәмә иғтибар итте лә: “Ниңә бер ҙә минең китаптар күренмәй әле бында, ҡыҙым?” – тип һорап ҡуйҙы. “Нисек булмаһан, бар улар”, – тип аҫҡы кәштәгә ымлап күрһәттем дә уңайһыҙланып киттем. Ошо хәлдән һуң атайымдың китаптарын гелән үргә ҡуйыр булдым.  

Үкенескә күрә, мин башҡорт мәктәбендә уҡыманым. Атайымдың ижады менән башҡорт телен ныҡлап өйрәнә башлағас ҡына тулыһынса танышып сыҡтым. Ә былай атайым өйҙә беҙҙең менән башҡортса аралашты. Әсәйем үҙ туған телендә һөйләшә торғайны. Тик ул саҡтағы ҡала мөхите үҙенекен итте. Башҡортса аңлай инек, әммә һөйләшеп барманыҡ. Шуға башҡорт мәктәбендә уҡып, бала сағынан уҡ телдең нескәлектәрен үҙләштереп үҫкәндәрҙән бер аҙ көнләшеп тә ҡуям мин. Аңлайһығыҙҙыр, рус телендә лә, башҡорт телендә лә берҙәй  камил һөйләшкәндәрҙе күҙ уңында тотам. 

Бала саҡта ғаиләбеҙ менән Учалы районының Өргөн ауылына йыш бара инек. Башҡорт теленең диалекты булған үҙенсәлекле телдә аралаша торғайны шул ауылдың халҡы. Атайымдарҙың ауылында ла шундай уҡ һөйләш ине. Дим буйы башҡорттарының теле үҙенсәлекле бит ул. Иғтибар итһәң, Келәштәге барлыҡ ғөрөф-ғәҙәттәр ҙә башҡорттарҙыҡы. Әммә яйлап татарлашҡан инде улар. Шулай ҙа бөгөн дә үҙ тамырҙарын онотмаусылар бар унда. Атайымдың ике ҡатынлы ғаиләлә үҫеүе генә лә уның башҡорт милләтенән икәнлеге хаҡында һөйләй. Күп ҡатынлылыҡ ул йылдарҙа башҡорттарҙа ғына булған бит.

“Шоңҡар”ҙар. “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”та ла бит башҡорттоң ғөрөф-ғәҙәттәренең,  халыҡтың психологиһының көслө сағылыуын күрергә була. Бындай әҫәрҙәрҙе тик үҙ халҡын яратҡан рухлы кеше генә яҙа ала...

Әлфиә Кәримова. Эйе, ысынлап та, шулайҙыр... Әйткәндәй, осрашыуҙарҙа йыш ҡына тормош иптәшемдең ниндәй милләттән булыуы хаҡында ла һорайҙар. Мин иһә: “Ул башҡорт та, хатта татар ҙа түгел...” ‒ тип яуап бирәм. Унда бик күп милләт ҡаны ҡатнашҡан.  Атаһы йәһүд ине, әсәһе – рус милләтенән. Өфөгә Украинанан күсеп килгәндәр. Бик уҡымышлы, интеллигент ғаилә ине улар. Кешене милләтенә ҡарамай ихтирам итә, ҡәҙерләй белделәр. Беҙ өйләнешкәндә иптәшемдең өләсәһе Александра Васильевна ла иҫән ине әле. Бик белемле ҡатын булды ул. Үҙ мәлендә гимназия тамамлаған. Иҫ киткес шәп хужабикә лә үҙе. Кискеһен телевизорҙан башҡорт телендә спектаклдәр ҡарай торғайны. Ул саҡта субтирҙар ҙа юҡ әле. “Нимә тураһында һүҙ барыуын аңламайһығыҙ бит”, – тинем бер мәлде уның донъяһын онотоп телевизорға текләп ултырыуын күреп. “Яҡшы уйнайҙар бит, ә! Әгәр ҙә йәшерәк булһам, һис шикһеҙ, башҡорт телен өйрәнер инем“, – тип яуапланы ул.

“Шоңҡар”ҙар. Әлфиә апай, һеҙ мәктәптә уҡығанда атай-әсәйҙәр йыйлышына кем йөрөнө?

Әлфиә Кәримова. Әсәйем, әлбиттә. Бәлки, Илгиз ағайымдыҡына атайым да йөрөгән саҡтар булғандыр. Әммә минекенә барыуын хәтерләмәйем. Ул йыш ҡына эш буйынса командировкаларға, ижад йорттарына юлланыр ине. Шуға ваҡыты ла етмәгәндер инде...

“Шоңҡар”ҙар. Ә мәктәптә уҡытыусылар һеҙҙе, абруйлы кешенең балаһы тип, яҡлаша инеме?

Әлфиә Кәримова. Юҡ... Киреһенсә, күберәкте талап иткәндәрҙер әле. Икенсенән, холҡом шундай: яуаплылыҡ, сәмселлек тойғоһо көслө миндә. Беҙҙе шулай тәрбиәләнеләр. Үҙемә ҡарата айырым мөнәсәбәткә юл ҡуймаҫ та инем. Унан Илгиз ағайым да үтә тыйнаҡ, ябай кеше булды. Күп уҡыны, тәбиғәте менән интеллигент ине. Әйткәндәй, ағайым атайымдың тотош проза, драматургия әҫәрҙәрен, көндәлектәрен, мәҡәләләрен рус теленә тәржемә итте. Минең нисектер башҡаларҙан айырылып тороуымды ул да өнәмәҫ ине, моғайын. Хәйер, бүтәндәрҙән айырылып торор еребеҙ ҙә юҡ ине. Атайымдарға Киров урамындағы ябай завод хеҙмәткәрҙәре ғүмер иткән йорттан фатир биргәйнеләр. Киров исемендәге телефон аппараттары заводы йорто ине ул. Шунда үҙебеҙҙең ихаталағы балалар менән уйнап үҫтем. Уларҙан һис ни ерем менән айырылманым. Шулай ҙа бер мәлде атайым Чехиянан алһыу төҫтәге матур ғына нейлон күлдәк алып ҡайтҡайны. Шуны кейеп уйнарға сыҡҡайным, барыһы ла минән көлә башланы. Көнләшеүҙәренән шулай ҡыланыуҙары аңлашыла ине, әлбиттә. Был хәлдән һуң ихатала уйнағанда, башҡаларҙан айырылып тормаҫ өсөн, ҡупшы күлдәктәремде кеймәнем.

“Шоңҡар”ҙар. Ғаиләлә бер ҡыҙ һәм ир бала үҫкәнһегеҙ. Атайығыҙҙың тәрбиәһе нисегерәк булды: һеҙгә, ҡыҙ бала булараҡ, айырым мөнәсәбәт күрһәттеме, әллә икегеҙҙе лә тиң күрҙеме?

Әлфиә Кәримова. Берәү ҙә махсус тәрбиәләмәне беҙҙе. Икебеҙҙе лә берҙәй яраттылар. Әммә Илгиз ағайыма ҡарата, атайым ҡайһы берҙә, бәлки, бер аҙ ҡатыраҡ та, талапсаныраҡ та булғандыр. Шунһыҙ ярамағандыр ҙа. Ул ир бала бит. Етмәһә, Илгиз ағайым минән күпкә өлкән. Унан һуң атайым мине тәүге көндән үк белде. Ә ағайым менән улар һуғыштан һуң ғына танышҡан. Ағайым атайым һуғышҡа киткәс донъяға килеп, ул ҡайтҡансы байтаҡ ҡына ҙурайып та өлгөргән булған. Шуға атайымды башта бик ҡабул итеп тә бармаған, тиҙәр. Бер бөртөк булғанға артыҡ иркәләткәндәр инде үҙен. Әсәйем дә ҡаҡмаған-һуҡмаған, иремдең киҫәге тип йәндәй күргән. Ҡыҫҡаһы, өрмәгән ергә ултыртмағандар инде. Нимә теләһә – шуны ҡыланған. Келәштә яҡшы йәшәгән улар. Хужалыҡтары – ныҡлы, мал-тыуарҙары ишле булған. Үҙҙәренән ҡалған һөт-ҡаймаҡты Өфөгә алып барып та һатҡандар. Әсәйем иһә ауылда уҡытыусы булып эшләгән. Атайым һуғыштан әйләнеп ҡайтҡас, аҡыллы кеше булараҡ, малайының үҙен үтә лә ирәүен тотоуын тойоп, бер аҙ ҡатылыҡ та күрһәткәндер. Сыбыҡ эләгеүен эләкмәгән инде. Әммә үҙе юҡта артыҡ иркәләнеп үҫкән малайының ирәүенләп бармаҡтары менән ҡаймаҡҡа ынтылыуын күрһә, һаҡ ҡына ҡулына һуғып ала торғайны, тиҙәр. Бала – бала инде. Әйтәм бит, башта атайымды бөтөнләй танымай маташҡан ул. Ә инде аҙ ғына уҫаллыҡ күрһәтһә: “Һуғышыңа кире ҡайт бар!” – тип тә әйтеп һалған. Илгиз ағайым, ғөмүмән, үҙ һүҙле булды. Атайым менән йыш бәхәсләшә инеләр.  Юҡ, яман итеп бәхәсләшмәне улар. Яҡшы, дөрөҫ бәхәс ҡорҙолар. Атай менән ул араһында ундай һөйләшеүҙәр булырға тейештер ҙә. Ир заттары бит улар. Ә былай атайым менән әсәйем беҙгә бер ваҡытта ла баҫым яһаманы. Барыһын да үҙ теләгебеҙ, үҙ ризалығыбыҙ буйынса башҡарҙыҡ. Һөнәр һайлағанда ла үҙ иркебеҙгә ҡуйҙылар. Үҙемдең тәртибем менән атай-әсәйемдең кәйефен ҡырған саҡтарҙы хәтерләмәйем тиерлек. Шулай ҙа беренсе класта уҡығанда нимәгәлер йәнем көйөп, әсәйемә ниндәйҙер алама һүҙ әйтеп ташлағанымды иҫләйем. Шул хәлдән һуң ул ҡайҙалыр эш буйынса сығып китте. Әсәйем  ҡайтҡансы оятымдан ни эшләргә белмәйенсә үҙемә урын таба алмай яфаландым. Ул ҡайтып ингәс тә йүгереп барып ғәфү үтендем. Ә әсәйем был ҡылығым хаҡында онотҡайны ла инде. Атайым эш сәфәрҙәре менән йөрөгәс, өйҙә йышыраҡ әсәйем менән булдыҡ. Әммә беҙҙең йортта атай культы тәрбиәләнде. Әсәйем быны махсус рәүештә лә эшләмәне. Тик, мәле сыҡҡан һайын, ғаиләлә атай һүҙенең мөһим икәнлеген аңғарта килде. Ул ижад менән шөғөлләнгәндә ҡамасауламаҫҡа ҡушты. Атайым иһә, мөмкинлеге булғанда,  кабинетына бикләнеп, ижад итте. Ундай саҡтарҙа беҙ тынлыҡ һаҡлай инек. Әсәйем дә уны ваҡ-төйәк йорт мәшәҡәттәренән тулыһынса азат ҡылды. Юҡ-барҙан ыҙғыш сығарманы. Уның тыныс күңелле, илһамлы булыуын теләне. 

“Шоңҡар”ҙар. Ә ниндәйерәк һүҙҙәр менән иркәләй ине һеҙҙе атайығыҙ?

Әлфиә Кәримова. “Әлфиәкәй” тиер ине ул миңә йыш ҡына.  “Ҡыҙым-ҡыҙғынам минең” тип тә өндәште. Һуңынан инде, үҫә төшкәс, “Мостаевна” тип тә әйткеләне. Бер мәлде “тетушка” ла булып алдым әле. Сөнки Илгиз ағайымдар йәйгелеккә өс балаһын ҡалдырып китһә, уларҙы ҡарау минең иңгә төшә ине. Үҙ балаларым кеүек яҡын күрҙем  үҙҙәрен. Тимербулат ни, улар ни... Айырманым, барыһына ла тиң мөнәсәбәт күрһәттем. Мин һәр ваҡыт ғәҙеллек яҡлы булдым. Әле лә шулай...

“Шоңҡар”ҙар. Атайығыҙ һеҙҙең уның юлын дауам итеүегеҙҙе теләмәнеме?

Әлфиә Кәримова. Бәлки, теләгәндер ҙә бит. Тик Хоҙай Тәғәлә ул йәһәттән һәләт бирмәгәс, ни хәл итәһең инде?! Уның ҡарауы Илгиз ағайымдың яҙыусылыҡ һәләте булды. Балаларында ла ижад ҡомары бар. Айгөл дә яҙғылап тора. Нияз да ‒ ижадсы: рәссам дә, музыка ла яҙа.

“Шоңҡар”ҙар. Әлфиә апай, ә бына тормош иптәшегеҙ менән нисегерәк таныштығыҙ?

Әлфиә Кәримова. Тормош иптәшем – Олег Леонидович Балабан. Тамырҙары хаҡында үрҙә телгә алып үттем инде. Үҫмер сағымдан уҡ белә инем уны. Танышҡанда миңә – 14, уға 17 йәш самаһы булғандыр. Башта дуҫтар кеүек кенә аралаштыҡ. Улар беҙгә юл аша йәшәнеләр. Әсәһе иртәрәк китте уның. Малай ғына килеш ярты йәтим ҡалды. Шуға ла йәкшмәбе көндәрендә әсәйем уны төшкө ашҡа саҡыра торғайны. Ул мәлдәрҙә минең, оялышымдандыр инде, һылтау табып, өйҙән сығып киткән саҡтарым да булғыланы. Әсәйем Олегты бик яратты. Атайым да үҙ итте. Олоғайғансы һәйбәт дуҫтар булды улар. Иптәшем һөнәре буйынса – табип. Медицина университетында эшләне. Әммә үҙгәртеп ҡороуҙан һуң, ул эшен ташлап, тулыһынса коммерция өлкәһенә күсте.

“Шоңҡар”ҙар. Атайығыҙҙың ейәне эшҡыуар һәм сәйәсмән Тимербулат Кәримовты яҙыусы итеп тә күрергә теләгән тиеүҙәре дөрөҫмө?

Әлфиә Кәримова. Юҡ, ул был хаҡта бөтөнләй уйламаны. Әммә атайға уның һүҙ менән оҫта эшләүе оҡшай ине. Американан ҡайтҡас, Тимербулат нефть-газ баҙарында аналитик булып эш башланы. Уның комментарийҙарынан торған колонка донъя күрә торғайны. Һуңынан РЕН ТВ каналында ла йыш сығыш яһаны. Үтә лә ҡәтғи кеше ул Тимербулат. Эйе, теле бай уның. Һөйләй ҙә, яҙа ла белә. Әммә әҙәби ижад менән шөғөлләнмәне. Ә былай ейәндәребеҙҙең барыһы ла, хатта киленебеҙҙең тәүге никахынан тыуған балалары ла ижадҡа ғашиҡ. Һәммәһе лә китап уҡырға ғәҙәтләнгән. Тәүҙә төрлө шарттар ҡуйып, әҙәбиәткә уларҙы үҙебеҙ ылыҡтырҙыҡ. Хәҙер иһә шәхси ихтыяждары бар.

“Шоңҡар”ҙар. Улығыҙҙың исеме – Тимербулат. Фамилияһы –  Кәримов. Тормош иптәшегеҙ быға нисек ҡараны?

Әлфиә Кәримова. Тыныс ҡабул итте. Бының әллә ни ғәжәпләнерлек урыны ла юҡ. Беҙ аралашҡан мөхиттә, ейәндәре олаталарының фамилияһын алыуы ғәҙәти хәл  ине. Яҙыусыларҙың ижад йорттарында ял иткәндә йыш шаһит булдыҡ бындай осраҡтарға. Ғөмүмән, Мәскәү яҙыусылары ейәндәренең барыһы ла тиерлек олаталарының фамилияһына күсә йәки ике фамилия йөрөтә. Тимербулат та башта ике фамилия менән йөрөнө. Ижадсылар мөхитендә, әгәр ҙә ир балалары булмаһа, уллыҡҡа малай алып тәрбиәләүселәр ҙә  осрай торғайны...

“Шоңҡар”ҙар. Улығыҙҙың теле башҡортса асылған тигәндәре хаҡмы?

Әлфиә Кәримова. Тимербулат бәләкәстән ике телле мөхиттә үҫте. Атаһының да башҡа милләт кешеһе икәнен аңлағандыр инде. Шғуа беҙ табынға ултырыша башлаһаҡ: “Әфиә, утр, Алҡ садисъ”, ‒ ти ине. Бер ваҡыт атаһы Мәскәүҙән ҡайтты. Тимербулат унан: “Ит бий әйе” – тип ит һорай. Бер аҙҙан атаһы аңламағанын күреп: “Мәще дауай!” тип ҡатыраҡ әйткән булды.

“Шоңҡар”ҙар. Бала саҡта һеҙҙең йортҡа кемдәр ҡунаҡҡа килә ине?

Әлфиә Кәримова. Туғандар менән һәр саҡ йыйылыша инек. Ә ижадсыларҙан Кирәй Мәргән, Баязит Бикбай, Сәғит Агиш, Миҙхәт Ғәйнуллиндар йыш килде. Ибраһим Абдуллин да килгеләй ине. Талантлы композитор Заһир Исмәғилев менән дә дуҫ булды атай.  Билдәле рус яҙыусылары Константин Симонов, Михаил Дудин да булды беҙҙә. Атайымдың дуҫтары – Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев, Сыңғыҙ Айтматовтар... Әйткәндәй, Сыңғыҙ Айтматов менән мин үҙем дә тығыҙ аралаштым. Ул атайымдан күпкә йәшерәк ине. Хәтеремдә, бер мәлде Малеевкала ижад йортонда байтаҡ яҙыусылар балалары менән йыйылышып, Яңы йыл үткәрҙе. Беҙ ҙә булдыҡ унда. Шунда Сыңғыҙ  менән төнгө Мәскәү буйлап йөрөнөк. Ул мине дуҫының ҡыҙы булараҡ яҡын күрҙе. Илгиз ағайым менән дә яҡшы аралаштылар. Яҙыусылар менән дуҫлығым шуға ла бәйле ине: заманында мин СССР Яҙыусылар союзының штаттан тыш тәржемәсеһе лә булдым. Сығыштарҙы руссанан – инглизсәгә, инглизсәнән руссаға синхрон тәржемә иттем.

“Шоңҡар”ҙар. Һөнәрегеҙ буйынса һеҙ уҡытыусы, шулаймы?

Әлфиә Кәримова. Эйе, инглиз, немец телдәре уҡытыусыһы.

“Шоңҡар”ҙар. Бала саҡтан сит телдәрҙе өйрәнеүгә һәләтегеҙ булғандыр инде?

Әлфиә Кәримова. Мин инглиз мәктәбендә уҡыным. Ә былай бөтә предметтар ҙа еңел бирелде. Физиканы, математиканы, геометрияны бик яраттым. Химияны ғына артыҡ үҙһенмәнем. Башта Авиация институтына барырға теләһәм дә, Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультетына инеүҙе хуп күрҙем. Тотош класыбыҙ менән тиерлек шунда барҙыҡ. Шуға ла төркөмдәштәрем минең класташтарым булды. Һәм, шуныһы үҙенсәлекле, хеҙмәт юлым 17 йәшлек сағымда уҡ башланды. Өфө нефть эшкәртеү заводында тәржемәсе булдым.  Американан, Япониянан белегестәр йыш килә ине унда. Улар менән эшләнем.

“Шоңҡар”ҙар. Атайығыҙҙың әҫәрҙәрен инглиз теленә тәржемә иттегеҙме?

Әлфиә Кәримова. Үкенескә күрә, әҙәби тәржемә менән шөғөлләнмәнем. Фәнни мәҡәләләрҙе, монографияларҙы, техник  йүнәлештәге текстарҙы тәржемә иттем.

“Шоңҡар”ҙар. Мостай Кәрим исемендәге  Фонд Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә өлгөлө булып тора. Кем идеяһы ине Фонд булдырыу?

Әлфиә Кәримова. Рәсәйгә генә лә түгел инде ул хәҙер... Эйе, ҡулдан килгәнсә тырышабыҙ. Ә идея – Илгиз ағайымдыҡы ине. Атайым арабыҙҙан киткәс тә, ошо ниәт менән йәшәй башланы. Әммә ул, ижад кешеһе булараҡ, был эштең финанс менән бәйле мәсьәләләрен әллә ни төшөнөп тә бөтмәй ине. Офис табабыҙ ҙа, эш башлайбыҙ тип уйланы ул. Ә бит бының өсөн иң тәүҙә рәсми рәүештә теркәлеү, аренда өсөн аҡса табыу талап ителә. Унан инде һалым мәсьәләһе лә килеп ҡалҡасаҡ. Был йәһәттән беҙҙең эшмәкәрлектә бөтәһе лә үтәнән-үтә күренеп тора. Шәхсән үҙемдең дә, Тимербулаттың да эш хаҡыбыҙ юҡ. Беҙ – ойоштороусы, учредителдәр. Хеҙмәткәрҙәргә генә эш хаҡы түләнә.   Мостай Кәримдең йөҙ йыллығын да, нигеҙҙә,  Фонд аҡсаһына үткәрҙек. Хоҙайға шөкөр, тормош иптәшем менән икебеҙҙең 1991 йылдан алып эшләп килгән предприятиебыҙ  бар. Олег – директор. Ә фондты 2013 йылда теркәнек. Башта тормош иптәшем дә бик ныҡ ярҙам итте.

Фондтың хеҙмәткәрҙәре Өфөлә лә, Мәскәүҙә лә бар. Өфө филиалында – дүрт кеше. Һәр береһенең үҙ бурысы, һәр ҡайһыһы үҙ урынында. Ижади мөхит хөкөм һөрә беҙҙә. Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла Мостай Кәримдең ижады менән янып йәшәй.

“Шоңҡар”ҙар. Әлфиә апай, Мостай Кәримдең яҡын дуҫтарының  балалары менән аралашаһығыҙмы? Беҙгә лә шундай эшмәкәрлек алып барырға ине, тип ҡыҙыҡһынманылармы һеҙҙән?

Әлфиә Кәримова. Башҡорт яҙыусыларының балалары араһынан бер кем дә ҡыҙыҡһыныу белдергәне юҡ. Ә башҡа республикаларҙа бындай эшмәкәрлек әүҙем алып барыла.

“Шоңҡар”ҙар. Әйткәндәй, төрки әҙәбиәте классиктары араһынан иң күркәм  һәйкәл  Мостайҙыҡы тигән фекер ҙә йәшәй...

Әлфиә Кәримова. Ысынлап та, шулайҙыр, бәлки. Шуныһы үҙенсәлекле: һәйкәлдә беҙ Мостайҙы ҡарт кеше итеп күрһәтергә теләмәнек. Алтмышҡа етеп килгән ижадсыны һынландырҙыҡ. Ул мәлдәрҙә лә атайым ярайһы ғына һомғол буйлы булды. Сәстәре лә матур итеп бөҙрәләнеп торҙо. Һәйкәлдә беҙ уның янып эшләр, ижад итер мәлен сағылдырырға теләнек. Күп үрҙәргә өлгәшкән, әммә яуланаһы  бейеклектәре лә алда әле. Йәғни ул һаман да үҫеш күрә. Һәйкәлдең ике варианты булды. Икенсеһен, бәлки, ҡасан да булһа Келәштә ҡуйырбыҙ тигән ниәтебеҙ бар. Уныһында ла атайым ошондай уҡ ҡиәфәттә баҫып тора. Артында – Оло инәһе менән бәләкәй Кендек.  Бына шундайыраҡ образдар тап килде беҙгә. Скульптор Андрей Николаевич Ковальчук үҙе лә һәйкәл халыҡҡа мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт еткерергә тейеш, тигән фекерҙә ине. Уның янынан үтеп, яҙыусының шиғыр юлдарын уҡығас, авторҙың китабын ҡулға алыу теләге тыуһын. Ысынлап та, бөгөнгө интернет һәм кибернетика донъяһы өҫтөнлөк иткән заманда һәйкәлдәрҙең мәғлүмәтле үә фәһемле булыуы фарыз. Кешенең шәхесе ярылып ятһын унда. Шуға ла һәйкәлдәр бөгөн ҙур мәғәнәгә эйә.

“Шоңҡар”ҙар. Мостай Кәрим исемендәге теплоходтың барлыҡҡа килеүе нисегерәк булды?

Әлфиә Кәримова. Беҙҙең бәхеткә, беҙҙең уңышҡа тип әйтәйек, водоход хужаларының береһе Өфөнән. Ул мәктәп йылдарында уҡ Мостай Кәримдең ижады менән таныш булған. “Мой край возлюбленный навеки” тигән шиғыры айырыуса хәтерендә ҡалған. Лайнерҙы төҙөгәндә уны нисек атарға тигән һорау тыуған һәм бер нисә вариант та булған.  “Киләһе йылда Мостай Кәримдең йөҙ йыллығы, әйҙәгеҙ, уның исемен бирәйек” тип тәҡдим иткән ул. Хәҙер был лайнер круиздарға сыға. Әммә пандемия арҡаһында улар туҡталып та торҙо. Үҙебеҙ ҙә булманыҡ әле унда. Теплоходта бай ғына китапхана бар: атайымдың әҫәрҙәре йыйынтыҡтары, китаптары. Уларҙы үҙебеҙ һайлап бирҙек. Йәйге каникул мәлдәрендә атай-әсәйҙәре менән сәйәхәткә сыҡҡан балалар мәктәп программаһынан әҫәрҙәр уҡый алһын өсөн интернеттан классик әҫәрҙәр һатып алдыҡ. Ресторандарының береһе – “Ирәмәл”, икенсеһе “Ағиҙел” тип атала. Тимәк, был теплоходта сәйәхәт иткәндәр Башҡортостан хаҡында хәбәрҙар буласаҡ.

“Шоңҡар”ҙар. Өйҙән үпкәләп сығып китеп, ҡайһы тарафҡа юл алырға белмәй “теге яҡҡамы, был яҡҡамы” тип аптырап ҡалған ҡыҙ бала, ысынлап та, һеҙме?

Әлфиә Кәримова. Илгиз ағайымдың һүҙҙәре булған ул. Әммә атайым ул ваҡиғаны миңә күсереп яҙған. Был хәл Өфөлә атайым менән әсәйем танышҡан беҙгә туған тейешле абыстайҙың фатирында булған. Ғөмүмән, “Әлфиә хикәйәләре”ндә атайым төрлө эпизодтарҙы берләштергән.

“Шоңҡар”ҙар. Мостай Кәримдең әҫәрҙәре геройҙарының прототиптары хаҡында мәғлүмме һеҙгә?

Әлфиә Кәримова. Прототиптары бар, әлбиттә. Проза әҫәрҙәрен ижад итеүгә уны ниндәйҙер тормошсан ваҡиғалар этәргәндер. Күңелендә йөрөткән ҡайһы бер эпизодтар булышлыҡ иткәндер.   Әйтәйек, “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре геройҙары хаҡында атайымдан һорағаным бар ине. Һуғышта ундай эпизодтар осраны тип яуапланы ул. Хәрби корреспондент булғанда ишеткән был хәлде. “Өс таған”дың геройҙары – баяғы шул Өргөн балалары. Повеста шундағы мөхит, шундағы тәбиғәт сағылыш таба. Илгиз ағайым был әҫәрҙең прототиптары булған Вәзир менән дә, Гөлнур менән дә аралаша ине. Һәм, әлбиттә, әҙәби әҫәрҙә фантазияға ла урын ҡала. Яҙыусы билдәле бер ваҡиғаларҙы күңелендә үҫтерә, байыта, үҙенсә үҙгәртеп тә ебәрә. Аҡйондоҙға ла, Әсҡәткә лә оҡшаш образдар булғандыр. Барыһы ла тормоштан алынған. Шуға “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”ты хатта сит ил уҡыусылары ла тыныс ҡына уҡый алмай. Шундағы геройҙар менән бергә илай, бергә көлә.

“Ярлыҡау”ҙы алайыҡ. Геройҙар күп унда. Атайым бит Муром мәктәбендә хәрби әҙерлек үткән. Унда бик күп тарафтарҙан саҡырылғандар,  төрлө характерҙар менән тап булған. Ә һуғышты  ул Венала тамамлаған. Атайым баҡыйлыҡҡа күскәс тә, иптәшем менән Австрияға юлландыҡ. Махсус рәүештә атайымдың ошо әҫәре буйынса Вена театры ҡуйған операға билет алдыҡ. Спактаклде ҡарағанда тыйыла алмай иланым. Сөнки төп герой Йәнтимер шул тиклем атайыма оҡшағайны. Һуңынан уның Вена урманында фотоға төшкән урынын эҙләргә киттек. Ҡала ситендәрәк булған ул. Әммә таба алманыҡ. Күп нәмәләр үҙгәргәйне шул.

Поэзияһын  алғанда ла, прототиптары бар ине. Әйтәйек, “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” шиғырындағы сержант Фомин – реаль фигура.  Фоминдарҙан беҙ бик күп хаттар алдыҡ. Балалары ла, ейәндәре лә яҙҙы.

Һеҙ үҙегеҙ ҙә ҡәләм тирбәткән кешеләр, бер нәмәне лә тик торғандан ғына яҙып булмауын яҡшы аңлайһығыҙ. Ижад өсөн ниндәйҙер этәргес, күңел кисерештәре, илһам, мөхәббәт кәрәк... Атайым, әҫәрҙәрен оҙаҡ күңелендә йөрөткәнгәлер ахыры, бик тиҙ яҙа ине. Хатта пьесаларҙы ла бер-ике ай эсендә тамамланы. Ижад йортона китһә, әҙер ҡулъяҙма тотоп ҡайта торғайны. Һуңынан әсәйем уларҙы машинкала баҫа ине. Үҙемдең дә атайымдың ҡулъяҙмаларын баҫҡаным булды.

“Шоңҡар”ҙар. Ейәндәре Мостай Кәримдең әҫәрҙәре менән танышмы?

Әлфиә Кәримова. Таныш, әлбиттә. Хатта Илгиздең ҡатынының тәүге никахынан тыуған балалары ла атайымдың ижадын ихтирам итә. Коля исемле үгәй ейәнем юбилейымда уның бер шиғырын шундай хисле  итеп уҡып илатҡайны ла...

“Шоңҡар”ҙар. 90-сы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороу осоронда Башҡортостанда шундай тарихи ваҡиға булған: атайығыҙ башҡорт телен яҡлап сығыш яһаған. Һәм был республиканың артабанғы яҙмышына, һис шикһеҙ, йоғонто яһаған.

Әлфиә Кәримова. Эйе. “Президент башҡорт телен белергә тейеш”, –  тине ул. Хатта башҡорт милләтенән булмаған осраҡта ла...  Шөкөр, хәҙер ике дәүләт теле ҡабул ителде – башҡорт һәм рус телдәре. Өсәү йә дүртәү итмәҫтәр, тип өмөтләнәм. Етәкселәрҙең айырыуса аҡыллы, зиһенле, аңлы булыуы талап ителә бөгөн... 

“Шоңҡар”ҙар. Үҙгәртеп ҡороу йылдары күп интеллигенция  вәкилдәренә, шул  иҫәптән атайығыҙ өсөн дә ауыр осор булған.

Әлфиә Кәримова. Яҙыусы үҙ асылына хыянат итә аламы?! Ул тотош ил яҙымышы өсөн борсолдо. Ниндәйҙер бер әңгәмәһендә: “Нисек инде үҙ әсәңде – үҙ илеңде яратмаҫҡа мөмкин?! Ә хәҙер ул ауырыу, ә сырхау әсәне уғата нығыраҡ яратаһың, нығыраҡ йәлләйһең”,  – тине...

Эйе, был йылдарҙа атайым үҙенең яҙыусылыҡ хеҙмәте менән эшләп тапҡан байтаҡ ҡына аҡсаһын да юғалтты. Ул хәлле кеше ине. Мәскәүҙә “Нәфис әҙәбиәт” нәшриәтендә күк төҫтәге өс томлығы донъя күргәс, ейәндәремдең киләсәген ниндәйҙер кимәлдә тәьмин иттем инде, тигәйне. Эйе, яхталар, самолеттар алырлыҡ аҡса булмаһа ла, йәшәү, тамаҡ аҫрау өсөн етерлек ине. Уның пьесалары ла бик күп театрҙарҙа ҡуйылды бит. “Ай тотолған төндә”һе генә донъяның 120–150 театрында сәхнәләштерелде. Яҙыусы хеҙмәте баһалана ине шул ул заманда. Әммә атайым бер ваҡытта ла өмөтһөҙлөккә бирелмәне, һәр саҡ яҡты киләсәккә, кешеләргә ышанды.

Әйткәндәй, атайымды үҙ мәлендә СССР Яҙыусылар Союзынан депутатлыҡҡа ла тәҡдим иттеләр. Әммә ул был йөкләмәнән баш тартты.

“Шоңҡар”ҙар. Атайығыҙ – билдәле кеше. Төрлө илдәрҙә, төрлө төбәктәрҙә булған. Башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙан мөхәббәт хаттары килмәнеме? Ижадына ғашиҡ булып яҙыусыларҙан, мәҫәлән?

Әлфиә Кәримова. Килгәндер. Ижадына  ла ғашиҡ булғандарҙыр, үҙенә лә... Ул бик мөһабәт кәүҙәле, матур ҡиәфәтле ир-уҙаман ине. Атайымдың да, бәлки, кемгәлер ғашиҡ тотҡан сағы булғандыр. Шағир бит ул. Әммә был йәһәттән әсәйем үҙен бик дөрөҫ ойоштора белде. Бер ваҡытта атайымды ҡыҙғанып, үҙ дәрәжәһен төшөрмәне. “Көнләшеү – сир бит ул”, – тиер ине. Ә атайым ысын джентльмен булды.  Ғүмеренең һуңғы йылдарында ла ҡатын-ҡыҙҙарға ишек асып индерә, уларға пальтоһын кейҙерешә ине.  Ғөмүмән, беҙҙең нәҫелдә ир-аттар барыһы ла – джентльмендар. Ейәндәр ҙә шулай. Кешене мөхит тыуҙыра бит. Атайымдың булмышына, яҙмышына ла ул бала саҡтағы мөхит, ике әсәһенең мөхәббәте йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Уйлап ҡараһаң, ябай ғына ғаилә булмаған бит уларҙа. Ауырлыҡтар ҙа, аңлашылмаусанлыҡтар ҙа тыуып торғандыр. Тик атайыма ел-ямғыр ҡағылмаған. Ул һөйөлөп үҫкән ҡәҙерле бала. Мин башта олатайымдың ике ҡатыны булыуын белмәй инем. Был хаҡта мәғлүм булғас, өләсәйемдән: “Нисек йәшәнегеҙ һеҙ улай, ҡыйын булманымы?” – тип һорағайным бер мәл. “Мин һәр ваҡыт баҫыуҙа эшләнем, ул балаларҙы тәрбиәләне”, – тип кенә яуап бирҙе. Ә атайымдың Оло инәһенең балалары ниңәлер үлеп торған. Ғаиләлә улар өсәү генә булған. Һәм Оло инәһе атайымды айырыуса яҡын күргән.  Уйлап ҡараһаң, тәүге ҡатыны ярҙамында атайымдың атаһы бик ғәҙел була алған. Өлкән ағаһы Мортаза ла  яҡын күргән атайымды. Уны ихлас, йылы мөхит уратҡан. Ғаиләлә уларҙы китек сынаяҡ өсөн йәберләмәгәндәр. Беҙгә ҡарата ла, ейәндәренә ҡарата ла атайым шундай уҡ мөнәсәбәттә булды. Яза биреү тигән төшөнсәләр юҡ ине. “Минең ейәндәрем ау ҡоштары түгел, ә һайрар ҡоштар, улар менән матур итеп һөйләшә, килешә белеү кәрәк”,  –тине. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ быуындар бәйләнешен тойоп, олатаһы менән өләсәһенең мөхәббәтен күреп үҫте. Атайым менән әсәйем уларҙы кәрәк мәлдә иркәләтте, кәрәк мәлдә уҫалыраҡ була белде. Бәтә нәмәлә лә сама бар ине.

“Шоңҡар”ҙар. Һеҙ үҙегеҙ улығыҙға ҡарата талапсан әсәйме?

Әлфиә Кәримова. Америкаға тәүге тапҡыр сәйәхәт ҡылғанда Тимербулат менән  машинала ун штатты йөрөп сыҡтыҡ.  Күп һөйләштек шунда. “Бала саҡта мине яратмайһыңдыр тип тә улай торғайным,  күңел кисерештәреңде башҡаларға һиҙҙереп барманың бит ”, – тип йөрәген асып һалды улым. Әлбиттә, мин уны бик ярата инем, әле лә шулай.  Тик самаларҙан сыҡманым, хис-тойғоларымды теҙгендә тота белдем. Талапсанлығым да бар ине. Быға  уҡытыусы һөнәре лә, ғаиләлә алған тәрбиә лә йоғонто яһағандыр, күрәһең.   

“Шоңҡар”ҙар. Элек интеллигенция вәкилдәренең балалары мотлаҡ музыка мәктәбендә белем алған. Фортепиано түңәрәгенә йөрөү ҙә  модала булған. Һеҙ ҙә музыка мәктәбендә уҡығанһығыҙҙыр, моғайын?

Әлфиә Кәримова. Эйе, икенсе кластан алып музыка мәктәбендә шөғөлләндем. Әсәйем һоҡланғыс кеше булды минең.  Йыр-моңдо үҙ итте. Матур йырлай ҙа, мандолинала ла уйнай ине. Беҙ музыка мәктәбенә йөрөй башлағас, нисек өлгәшеүҙе баһалар өсөн, ул да пианинола уйнарға өйрәнде. Тағы ла Илгиз ағайымдың яҡшы бейеүен теләй ине. Шуға ла уның менән бергә, партнеры булып, бейеү мәктәбенә лә йөрөнө.  Әсәйем бик матур бейей ҙә ине шул. Липси, шейк, твист – барыһын да килештерҙе. Әммә шул тиклем тыйнаҡ, йыйнаҡ итеп, интеллигент рәүештә башҡара ине ул бейеүҙәрҙе.  

Шоңҡар”ҙар. Ә Мостай ағай табындарҙа, мәжлестәрҙә йырлай, бейей инеме?

Әлфиә Кәримова. Юҡ. Йырлауын йырламаны. Әммә моңдо тоя, ысынды яһалманан айыра белде. Ул телмәр тоторға оҫта булды. Йор һүҙе, таҡмаҡтары, эпиграммалары менән табында ҡапыл килеп тыуған тынлыҡты тултыра торғайны. Уның һәр бер осраҡ өсөн, хата һәр бер кеше өсөн тиҙ генә берәй таҡмаҡ әйтеп, табынды йәнләндерә торған һәләте бар ине. Бейеүгә әүәҫ булманы. Шулай ҙа “Сабата” көйөнә ихлас баҫа ине.

“Шоңҡар”ҙар. Атайығыҙ менән бер осорҙа байтаҡ яҙыусылар ижад иткән. Шулай ҙа Мостайҙың ижады башҡаларҙыҡына ҡарағанда юғарыраҡ та, баҙығыраҡ та, сағыуыраҡ та. Бының сере ниҙә икән? Йәнә бөгөнгө әҙәбиәт һеҙ үҫкән ваҡыттағы әҙәби мөхиттән нимәһе менән айырыла?

Әлфиә Кәримова. Эйе, бик яҡшы яҙыусылар булды беҙҙә. Әммә күбеһенең ижады соцреализмға ҡоролғайны. Был насар түгел. Әҙәбиәт йәшәйеште сағылдырырға тейеш тә. Тик тормош бер урында тормай. Йәмғиәт тә үҙгәрә. Һәм ваҡыт үткәс, билдәле бер осор өсөн әһәмиәтле булған әҫәрҙәр мөһимлеген юғалта.  Әйтәйек, элек МТС-тар, колхоздар хаҡында күп яҙҙылар. Ул әҫәрҙәрҙе хәҙер кем уҡый?! Ә атайымдың ижадын – поэзияһын, прозаһын, драматургияһын ни өсөн бөгөн дә яратып ҡабул итәләр һуң? Сөнки ул һәр саҡ  уҡыусы өсөн яҙҙы. Башҡорт милләте өсөн яҙҙы. Ләкин уның ижады барлыҡ милләт вәкилдәре өсөн дә аңлайышлы. Эйе, Илгиз ағайыма  “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”ты рус теленә тәржемә итеү анһат бирелмәне. Сөнки башҡорт халыҡына хас күп үҙенсәлектәр һалынған унда. Әммә, бик теләһәң, тәфсирләп була. Һәм ул әҫәрҙе барыһы ла аңлай.  Унан һуң “Рус түгелмен, ләкин россиянмын” тип тә яҙҙы бит атай. Уйлап ҡараһаң, фронтта бер кем дә “Советтар Союзы өсөн” тип алышмаған, “Рәсәй өсөн” тип башын һалған. Хәҙер шуны аңлайым, атайым үҙ ижадында юғарыраҡ фекер йөрөткән, тәрәнерәк мәғәнә эҙләгән. Яратҡан яҙыусылары иһә Пушкин да, Туҡай ине. “Достоевский һәйбәт яҙыусы, әммә минеке түгел”, – тине. Сараһыҙлыҡ, ҡараңғылыҡ кеүек нәмәләрҙе өнәмәүен күҙ уңында тотоп әйтә ине ул быны.

Эйе, тормош менән бергә әҙәбиәт тә үҙгәрә. Бөгөнгө заман әҙәбиәтен уҡығанда  шуны аңлайһың: күп осраҡта улар быға тиклем булғанды ҡабатлай. Оргиналлек юҡ. Башҡорт  әҙәбиәтен генә түгел, тотош донъя әҙәбиәтен алғанда ла шул уҡ хәл күҙәтелә. Хәтерегеҙҙәме, бер нисә йыл элек барыһы ла йығылып ятып Паоло Коэльоны уҡыны. Уның ижады тотошлайы менән – үткәндәргә пародия. Коэльоның әҫәрҙәре – Габриэль Гарсиа Маркестың “Сто лет одиночества”һының күсермәһе ул. Ә Харуки Муракамиҙы мин бөтөнләй уҡыманым. Хатта эстрада йондоҙҙары ла уның исемен йыш телгә ала икән, тимәк, улай уҡ ҡатмарлы яҙыусы ла түгелдер. Эйе, элек тә графоманлыҡ осраҡтары булғылай ине. Ә бөгөн ул саманан ашҡан. Күп яҙыусыларҙың идеялары ҡайҙандыр урланған. Бәғзе бер яҙыусыларҙың үҙ сюжеттары ла барҙыр, бәлки, әммә үҙенә генә хас стиле, теле юҡ. Атайым “Ҡоштар осорам” шиғырын ижад иткәндән һуң, бер нисә кеше  шундай уҡ образлы, шундай уҡ йөкмәткеле әйбер яҙған. “Минең һүҙҙәремде эпиграф итеп алһындар ине, исмаһам”, ‒ тиер ине ул. Күп уҡыны атайым. Әммә ижад иткәндә уҡырға тырышманы. Илһамлы мәлдәреңдә ижадта тәрәнәйә белеү кәрәк, юғиһә һиңә башҡаларҙың стиле йоға, тине. Шулай ҙа ғүмеренең һуңғы йылдарында ифрат күп уҡыны. Күп нәмәләрҙе аңларға теләге булды.

Ғөмүмән, беҙ барыбыҙ ҙа ҡыҙыҡһыныусанбыҙ. Һәр ваҡыт әүҙем позицияла йәшәнек. Тимербулат та бала саҡтан уҡ шундай малай булып үҫте. Мәктәп беҙҙең йорт янында ғына ине. Бер мәлде күрәм, класташы уҡыуҙан ҡайтып килә, ә Тимербулат юҡ.  “Ҡайҙа ул?” – тип һорайым был малайҙан. Ә ул уның ниндәйҙер һәйкәлгә сәскә һалырға китеүе хаҡында хәбәр итә. “Ә ниңә һин барманың һуң?” – тип ҡыҙыҡһынам. Класташы иһә: “Теләк буйынса тигәйнеләр”, – тип кенә яуаплай. Бына шулай, Тимербулаттың да, атайымдың башҡа ейәндәренең дә, Илгиз ағайымдың да, минең дә нимәнелер өйрәнергә һәр саҡ теләгебеҙ булды. Мине әле лә күп нәмәләр ҡыҙыҡһындыра. Тәүге тапҡыр Нью-Йорк ҡалаһына барғанда урамда осраған кешеләрҙән юлды һораша-һораша йөрөйөм. Тимербулат та янымда. “Былай ҙа беләһең бит, әсәй, һорамаһаң да була инде”, – тине ул. Ә мин уға: “Урындағы халыҡтың һөйләшен ишеткем килә, улым”, – тип яуаплап, ҡаршыма осраған тағы ла бер ир кешегә һүҙ ҡушам. Ул, баҡһаң, билдәле генә бер йырсы булып сыҡҡан. Һуңынан Тимербулатҡа: “Әсәйеңә рәхмәт әйт, бына бит ниндәй кеше менән таныштырҙы үҙеңде”, ‒ тип әйтеп көлөп тә алдым.   

“Шоңҡар”ҙар. Элек әҙип һүҙе тигән төшөнсә булған. Был хаҡта үҙегеҙ телгә алып үттегеҙ. Бөгөн башҡорт әҙәбиәтендә генә лә түгел, Рәсәй әҙәбиәтендә шундай халыҡ яҙмышына бәйле хәл иткес һүҙ әйтерлек   яҙыусылар бармы?

Әлфиә Кәримова. Юҡ. Сөнки заман үҙгәрҙе хәҙер. “Шағир үҙ халҡы менән булырға тейеш”, тигән принцип менән йәшәйҙәр бөгөн. Ә атайым иһә: “Шағир халҡынан күпкә алда барырға тейеш”, тип фекерләне. Сөнки шағирлыҡ – ул шундай юғары миссия. Элек һәр халыҡтың шундай миссияны йөрөткән шағирҙары булды. Әммә шул уҡ ваҡытта уларҙың үҙҙәренең генә әйтер һүҙе бар ине. Атайымдың һүҙен дә бит бер кемдеке менән дә сағыштырыу мөмкин түгел. Сөнки ул үҙ ижадында алдаманы. Быны мин хәҙер генә аңлайым. Һәм, үкенескә күрә, ундай шағирҙар, ундай яҙыусылар юҡ бөгөн.

“Шоңҡар”ҙар. Атайығыҙ төшөгөҙгә инәме?

Әлфиә Кәримова. Атайымдың да, әсәйемдең дә бөтөнләй төшкә ингәне юҡ. Бына әле һеҙгә ҡарап улытрам да, атайымды яҡындан белмәүегеҙ өсөн үкенеп ҡуям. Шулай ҙа арағыҙҙа уны күреп кенә булһа ла белеүселәр ҙә барҙыр. Эйе, Мостай менән бөгөн уның ижады аша танышырға мөмкин. Театрға барып нимәлер белеп ҡайтырға була. Хәҙер уның әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән фильмдарҙы ла ҡарай алабыҙ. Тик һеҙҙең уның тере сағына тура килмәүегеҙ йәл. Мостайҙы телмәр оҫтаһы, кешене һөйләшеүгә көйләй һәм тыңлай белеүсе булараҡ белмәүегеҙ үкенесле. Бик ябай заттарҙан булды ул. Шулай ҙа барыһын да үҙенә яҡын ебәрмәне. Кемгәлер асылды, кемгәлер – юҡ. Ул кешеләрҙе яҡшы аңлай һәм тоя ине. Кемдәр менән аралашырға, кемдәргә үҙенең йөрәген асырға кәрәклеген белде. Әммә, аралаша икән, берәүҙе лә олоһона, кесеһенә айырманы. Ябай кешеләргә лә, министрҙарға ла берҙәй ихласлыҡ күрһәтте. Хәтеремдә, бер мәлде Германияның хөкүмәт каналынан атайым хаҡында документаль фильм төшөрөргә килделәр. Мине шуныһы аптыратты: атайым улар янында һис юғалып ҡалманы. Үҙен ғәҙәттәгесә тәбиғи тотто. Ҡунаҡтар ҙа атайымды хөрмәт итеп,  нимә әйтһә шуны эшләне. Бик ҡыҙыҡлы фильм килеп сыҡты. Һуңынан уны үҙебеҙҙең кафедра хеҙмәткәрҙәре менән рус теленә тәржемә иттек.  Фильмды күрһәтеү өсөн немецтарҙан хоҡуҡи йәһәттән рөхсәт һатып алдыҡ...

Атайым хаҡында һәр саҡ арымай-талмай һөйләргә әҙер булыуымдың сәбәбе шунда: минән күберәкте көтәләрҙер, Мостай  хаҡында күберәк белергә теләйҙәрҙер һымаҡ.

 “Шоңҡар”ҙар. Әлфиә апай, һеҙгә атайығыҙың йылмайыуы күскән тип йыш әйтәләрҙер, моғайын...

Әлфиә Кәримова. Миңә генә түгел, ейәндәренә лә күскән уның ихлас йылмайыуы.

“Шоңҡар”ҙар. Атаһына оҡшаған ҡыҙ бәхетле була, тиҙәр... Һеҙ үҙегеҙҙе бәхетле тип иҫәпләйһегеҙме?

Әлфиә Кәримова. Үҙемде бик бәхетле кеше тип иҫәпләйем. Тик бәхет еңел генә бирелмәй бит ул. Бәхетте кеше үҙе тыуҙыра. Аллаға шөкөр, тормош иптәшем менән бына 50 йылдан ашыу бергә ғүмер кисерәбеҙ. Төрлө хәлдәр булды. Әммә бер ваҡытта ла бер-беребеҙгә ҡарата ихтирамыбыҙҙы, ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы юғалтманыҡ. Беҙ ир менән ҡатын ғына түгел, ысын дуҫтар ҙа. Ғаиләбеҙҙең бәхетенең сере шундалыр, моғайын. Уртаҡ улыбыҙ, ейәндәребеҙ булыуы ул бәхетте тағы ла тулыраҡ итә.

 Мин һәр ваҡыт атайым менән әсәйем янында булдым. Һәм был улар өсөн дә ҡиммәт ине. Ошоно тойоу ҙа – бәхет ул. Эйе, Илгиз ағайым ситтә йәшәне. Әммә ул – ижад кешеһе. Атайым менән уларҙы ижад берләштерҙе.

Йәнә бер бәхетем – ҡайҙа ғына хеҙмәт итһәм дә эшемде яраттым. Миндә һәр саҡ ҡомар тигән нәмә булды. Үҙем эшләгән Авиация институтын айырыуса яҡын күрҙем.

Ә атайым үҙенең бәхете хаҡында ошолайыраҡ тиер ине: “Иң ҙур бәхет минең өсөн – Еңеү көнө. Ул һәр ваҡыт күңелемдә буласаҡ. Бәхет – ул ижад та. Сөнки минең үҙ уҡыусыларым бар. Ә бәхетемдең иң юғары бейеклеге – мөхәббәт, һәм айырым бер бәхетем – балаларымдың миңә ҡайғы килтермәүе...”

“Шоңҡар”ҙар. Башҡа ҡалаға күсергә теләмәнегеҙме?

Әлфиә Кәримова. Юҡ. Оҙайлы ваҡыт ҡайҙалыр ситтә йәшәп ҡайтҡаным булды. Әммә Өфө – минең тыуған ҡалам. Мәскәүҙе лә яратам. Баш ҡалабыҙ үҙәгендә ҙур булмаған фатирым да бар. Уны ла һағынам. Тик Өфө яҡыныраҡ миңә. Сөнки атайым бында. Уның ҡәберен, һәйкәлен, үҙемдең ғүмер буйы аралашҡан кешеләремде ҡалдырып китә алмайым. Ә тыуған ерен бөтөнләйгә ташлап киткән кешеләр бәхетһеҙ ул. Улар ғүмер буйы һағыныу тойғоһо менән йәшәй.   

“Шоңҡар”ҙар. Шундай мөмкинлек бирелеп, атайығыҙ менән осрашһағыҙ, нимә тураһында һөйләшер инегеҙ бөгөн? Атайығыҙға әйтер һүҙегеҙ бармы?

Әлфиә Кәримова. Ул беҙҙең менән ҡәнәғәтме икән тип һорар инем. Шәхсән минең менән ҡәнәғәтме? Эйе, мин ҡәтғи кеше, нимәнелер көсләп тағыуҙы ҡабул итә алмайым. Ҡайһы берәүҙәргә ярҙам итә алмаһам, иғтибарһыҙ ҡалдырам. Кешеләр шуны аңлаһын ине: беҙгә пиар ҙа, билдәлелек тә кәрәкмәй. Атайымдың ижади мираҫы быға мохтаж түгел. Беҙҙең өсөн эш мөһим. Атайымдың юлын дауам итергә – башҡорт телен, әҙәбиәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ...

“Шоңҡар”ҙар. Һөйләшеү шул тиклем йәнле мөхиттә үтте. Һүҙҙәр менән генә түгел, күңелдәр менән дә аралашҡандай булдыҡ. Хатта Мостайҙың рухы ла яныбыҙҙа ғына йөрөгәндәй тойолдо. Әлфиә ханым, беҙгә ваҡыт бүлеүегеҙ һәм ифрат ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!

Һөйләшеүҙе Гөлшат Ҡаһарманова ҡағыҙға күсерҙе.   

Әлфиә Кәримова: "Атайымдың юлын дауам итергә тырышабыҙ..."
Әлфиә Кәримова: "Атайымдың юлын дауам итергә тырышабыҙ..."
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас: