Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн радиожурналист, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаева тыуған көнөн билдәләй.

“Шоңҡар”ҙар. Тәнзилә апай, һеҙҙең менән һөйләшкәндә, тормош иптәшегеҙ, легендар диктор Әхәт Мортазинды телгә алмау мөмкин түгел. Һеҙҙең осрашыу тарихы нисегерәк булды?Тәнзилә Үлмәҫбаева. Осрашыу тарихы бик ғәҙәти булды. Мин БДУ-ға килгәндә, ул филология факультетының икенсе курсында уҡый ине. Минең менән бер бүлмәлә уның төркөмдәш ҡыҙҙары йәшәне. Улар шул тиклем дәртле, шул тиклем ихлас.

Бөгөн радиожурналист, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаева тыуған көнөн билдәләй.
Бөгөн радиожурналист, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаева тыуған көнөн билдәләй.

Ул ҡыш тәңреһе менән йәй тәңреһе осрашып алышҡан мәлдә, ҡапылдан хасил булған аҡман-тоҡман бураны ажғырған саҡта донъяға килә. Уның булмышы ла ошо яҙ буранылай: талапсан, киҫкен холоҡ, едти ҡиәфәт, ҡыйыу фекерләү менән йомшаҡ күңел, бай эске донъя, хисле һәм тыныс йөрәк һыйышҡан.
“Самауырҙы йыҡҡансы” рубрикаһының был ҡунағын шулай һүрәтләр инем. Үҙ елкәһендә ҙур яуаплылыҡ тартҡан ҡатын-ҡыҙ башҡа төрлө булмайҙыр ҙа. Был юлы беҙ Телеүҙәккә юлландыҡ. Унда беҙҙе танылған журналист, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты Тәнзилә ҮЛМӘҪБАЕВА көтә. Ул тиҫтәләгән йылдар радиоға тоғро хеҙмәт итә, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында радиотапшырыуҙар буйынса директор урынбаҫары вазифаһын үтәй.
Самауыр артына йыйылып, йәнле аралашыу барышында Тәнзилә Абдулла ҡыҙын беҙ һәләтле етәксе итеп кенә түгел, хәстәрлекле әсәй, яғымлы өләсәй, ҡатын, ҡәйнә булараҡ та астыҡ.

 

“Шоңҡар”ҙар. Тәнзилә Абдулла ҡыҙы, әңгәмәне һәр саҡтағы һорау менән башлап китәйек: самауыр тигәс, нимәләр иҫегеҙгә төшә, нимәләр күҙ алдына килеп баҫа?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Бала саҡ иҫкә төшә. Күҙ алдына беҙҙең өйөбөҙ, ғаиләм килеп баҫа. Беҙҙең ғаилә ҙур ине: атай, әсәй, ике апайым, һеңлем, ике ҡустым һәм ҡартәсәйем. Ҡартәсәй беҙҙең менән йәшәне, шуға лә беҙҙә һәр саҡ балаҫ йәйелгән, йомшаҡ урындыҡ булды. Унда йоҡлай ҙа торғайныҡ, сәй ҙә эстек. Сәй эсер алдынан урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйә инек. Әле лә хәтерҙә: тәүҙә ҙур ашъяулыҡ, шуның өҫтөнә клеёнка тигәнебеҙҙе түшәйбеҙ. Артабан түргә самауыр килеп ултыра. Икмәк тә түгел, башҡа аш-һыу ҙа түгел, тап самауыр. Күмер сама­уырының шыжлауы һаман да ҡолаҡта сыңлай кеүек. Ул табын аҙағына тиклем матур итеп йырлап тик ултыра. Сәйҙең тәмлелеге, бәлки, шул самауыр йырынан булғандыр?! Беҙ бәлә­кәй саҡта ашау ҙа артыҡ булманы бит. 70-се йылдар балалары булһаҡ та, ул ҡәҙәре муллыҡ юҡ ине ауылдарҙа. Әммә халыҡ шул тиклем ихлас, дуҫ йәшәне. Күршене сәйгә әйтеү булды. Самауыр менән бәйле икенсе хәтер шул була. Әсәй йә ҡартәсәй: “Бар әле, шул-шул инәйеңә сәйгә әйтеп кил”, — тип күршеләргә ебәрәләр ине. Ошо ике күренеш — урындыҡ, урындыҡта балҡып ултырған самауыр һәм күршеләрҙе сәйгә әйтеү һағындырып иҫкә алына. Кем нисек ултырғаны, кем нисек һөйләшкәне, ихласлыҡ, күңел йылыһы самауыр тигәс тә, күҙ алдына килеп баҫа.
“Шоңҡар”ҙар. Хәҙер өйөгөҙҙә самауыр ҡайнатаһығыҙмы?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Әле баҡсала ғына бар. Күмер самауырының йыры аҫтында сәй ҙә тәмле эселә, һөйләшеүҙәр ҙә ихлас була. Юҡ-бар тураһында түгел, ниндәйҙер файҙалы, кәрәкле, тәрбиәүи яҡтан ҡыҙыҡлы нәмәләр хаҡында һөйләшәһең. Сәй эскән мәлдә әңгәмәләр, ысынлап та, үҙенә күрә мәғәнәле итеп ҡорола ул. Самауыр тормошобоҙҙоң йәме генә түгел, ә күңелебеҙ торошон көйләүсе, йәмләүсе лә тип әйтеү дөрөҫ булыр.
“Шоңҡар”ҙар. Бәләкәй саҡта самауырға һалып йомортҡа бешерә инегеҙме?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Эйе! Балалар үҙебеҙ өйҙә ҡалһаҡ, утҡа яҡын барырға ярамай бит инде. Шул саҡта марля эсенә йомортҡаны һалабыҙ ҙа, самауыр эсенә төшөрәбеҙ...
“Шоңҡар”ҙар. Тәнзилә апай, һеҙгә исем ҡушыу тарихы бик ҡыҙыҡлы тиҙәр...
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Мин ғаиләлә өсөнсө ҡыҙ бала булып тыуғанмын. Бер ваҡытта ла атайым-әсәйемдән һорағаным булманы, бәлки, ысынлап та, ул ҡәҙәрем үк көтмәгәндәрҙер. Ике ҡыҙҙан һуң малай тип өмөтләнгәндәрҙер, тип уйлайым, атай кеше айырыуса. Мин март айында, аҡман-тоҡман мәлендә, өйҙә тыуғанмын. Кендек инәйем, аҙаҡ тәүге уҡытыусым да булды, бәләкәйҙән мине ҡурсаланы. Шулай, тыуғас, бер ай тирәһе исемһеҙ ятҡанмын. Атай, был балаға барыбер исем ҡушырға кәрәк, үҙемдеке, тигәндер инде. Ибрай ауыл советына барып, тыуыу тураһында таныҡлыҡ алырға була. Ауылдан сығып барғанда дуҫы Тәлғәт ағай осрай. Тәлғәт ағайҙың шул мәлдә ҡыҙы тыуған булған. Ә уның ике малайҙан һуң ҡыҙ бала булғас, ҡыуанысын йәшермәй: “Апуш (атайымды шулай тип йөрөтәләр ине), минең ҡыҙым тыуҙы! Миңә лә таныҡлыҡ алып ҡайт!” — тип үтенесен әйтә. Атай: “Кем тип исем яҙҙырырға?” — тип һораған. Тәлғәт ағай әйтеп ебәргән инде. Атайым аптырап ҡалмаған, ауыл советында икебеҙгә лә бер исем яҙҙырып алып ҡайтҡан. Ул Тәнзилә менән беҙ ғүмер буйы әхирәт булдыҡ, әле лә аралашып йәшәйбеҙ. Икебеҙгә лә исемебеҙ оҡшай, беребеҙ ҙә үҙгәртмәнек. Беҙҙе бутаманылар ҙа, исемдәребеҙҙе ҡыҫҡартып та әйтмәнеләр, фамилия менән дә йөрөтмәнеләр. Исем,бәлки, ысынлап та, риза булмай ғына ҡушылғандыр, әммә үҙемә оҡшай һәм һәр хәлдә атайымдың яратҡан ҡыҙы инем мин.
“Шоңҡар”ҙар. Ниндәйерәк ине бәләкәй Тәнзилә?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Мин, беренсенән, ныҡ йомоҡ, икенсенән, ныҡ өлгөлө бала инем. Саманан тыш өлгөлө. Миңә шул сифат ғүмер буйы ҡамасауланы. Ҡайһы бер сиктәрҙе үтеүҙән ғәрләнә торғайным. Күп нәмәгә “Ярамай” тип ҡарау ҡартәсәй тәрбиәһе булғандыр, тип уйлайым. Тәмәке тартыу, эсеү — минең өсөн электән тыйылған әйбер. Ошо йәшкә тиклем етеп, бер тапҡыр ҙа һүгенгәнем булманы. Бәләкәй саҡта оят итеп ҡабул иткәс, хәҙер миндә ундай теләк тә юҡ. Өлгөлө булам, кемгәлер оҡшайым тип түгел, ә эске донъямда үҙемде үҙем тыйыу бар. Йомоҡ булыуым да һаман һаҡлана. Журналистикаға килеүем генә әҙерәк кеше менән аралашыуға мөмкинлек бирҙе. Ғөмүмән, дуҫтарым аҙ, серҙәштәрем бөтөнләй юҡ тиерлек. Шулай ҙа үҙемде бер ҡасан да кеше араһында кәм тип тоймайым, кәм итеп тотмайым да. Миңә нисек рәхәт, шулай йәшәйем.
“Шоңҡар”ҙар. Нимә тураһында хыяллана ине бәләкәй Тәнзилә? Үҙенең уйлап сығарған донъяһында йәшәнеме ул йомоҡ ҡыҙ?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Мин реалист. Мин хыялый түгел. Бәләкәйҙән шулай булдым. Фекерләүемдә ысынбарлыҡҡа таяныу күберәк. Хыялға бай ижадсылар донъяһына нисек инеп киткәнмендер, әле булһа аптырайым. Моғайын, шул шымбай булыуым арҡаһында яҙыша башлағанмындыр, иншаларҙы ныҡ һәйбәт яҙа инем. Күңел торошон ҡайҙа, кемгә булһа ла ауҙарырға кәрәк бит. Башҡорт теле уҡытыусылары миңә журналистикаға керергә тәҡдим итә ине. Ә мин етди фәндәргә өҫтөнлөк бирҙем. 9-сы класта физиканан республика олимпиадаһында призлы урын алдым. Мөмкинлектәремде күреп, химия уҡытыусыһы медик булырға өгөтләне. Ғәмәли фәндәрҙән уңыштарым күберәк ине. Ә ундай кешеләрҙә хыялға урын аҙ булалыр.
“Шоңҡар”ҙар. Бәләкәй саҡта һеҙ тәфтишсе булырға теләгәнһегеҙ, шикелле...
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Эйе! Холҡом менән ныҡ киҫкен кеше мин һәм, әлбиттә, киҫкен натуралар, киҫкен һүрәттәр, шундай едти формала йөрөгән етди кешеләрҙе үҙ итәм. Шуға ла бәләкәй саҡтан әҙәби геройҙарҙан Шерлок Холмс кумирым булды. Артур Конан Дойлдың бөтә әҫәрҙәрен белгәнмендер. Китаптарын һатып алырға аҙмы-күпме генә булған аҡсамды ла йәлләмәй торғайным. Ул ваҡытта әҫәрҙәре китапханала булманы, магазинда һатыла ине. Төрлө әйберҙәр тапшырып йә тинләп йыйылған аҡсама шул детективтарҙы алғанды хәтерләйем. Ул китаптар әле лә бар, әммә хәҙер бирелеп детектив уҡымайым. Тик миндә барыбер тәфтишсе булырға тигән хыялдың бер өлөш йәшәй — тәфтишселәр тураһында фильмдар ҡарайым. Ғөмүмән, киноға килгәндә, детектив һәм ҡатын-ҡыҙҙар сериалдарын ғына үҙ итәм. Башҡа фильмдарҙы берәйһе тәҡдим итһә, ҡыҙыҡ өсөн, сағыштырыр өсөн, белеп ҡалыр өсөн ҡарайым, әммә күңел ятып бармай.
“Шоңҡар”ҙар. Мәктәптә нисек уҡы­нығыҙ? Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша ине­геҙме? Староста бул­­­ма­нығыҙмы?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Мин “бишле”гә генә уҡыным. Аттестатта бер “дүртле” лә юҡ. Әйткәнемсә, йомоҡ булдым. Ә шымбай булғас, уҡыуҙан башҡаға бармағанмындыр инде. Мәктәп тормошонда әллә ни ҡатнашманым, тип әйтергә була. Өлкән кластарҙа комсорг булдым. Был бурысты бик яуаплы итеп башҡарҙым.
“Шоңҡар”ҙар. Ғишыҡ тотҡан малайҙар булдымы?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Юҡтыр, минән ҡурҡҡандарҙыр ул. Мин бит бик етди инем, ә малайҙар шуғыраҡ була, баҙнат итмәгәндәрҙер.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙ юғары белемде Мәскәүҙә алғанһығыҙ. Нисек унда барып эләктегеҙ? Ауылдан сыҡҡан ҡыҙға унда ҡатмарлы булманымы?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Мәскәүгә уҡырға китеүҙең бер ниндәй ауырлығы булманы, беҙгә ныҡ итеп ярҙам иттеләр. Ул ваҡытта мин БДУ-ның филология факультетында өсөнсө курста уҡып йөрөй инем. Республиканан студенттарҙы Мәскәү университетына уҡырға ебәреү программаһына эләктем. Беҙҙе өс кешене ебәрҙеләр — башҡорт төркөмөнән Рәшиҙә Мәһәҙиева менән мин һәм рус төркөмөнән бер ҡыҙ. Бығаса өс йыл студент һурпаһы эселгән, ятаҡта йәшәлгән, шуға ауыр булманы. Беҙҙе, милли республиканан килгәндәрҙе, бер төркөм итеп йыйҙылар. Кемдер бығаса журналистикала уҡыған, кемдер, беҙҙең һымаҡ, филологияла. Уҡып китеүе лә ауыр булманы, киреһенсә, күпкә еңелерәк булғандыр, тип уйлайым. Мин ныҡышмал кешемен, үҙемә бәләкәйҙән ышанам. Тағы ла ундағы уҡыу алымы беҙҙең Башҡортос­тандыҡынан күпкә айырыла ине. Журналистарҙы практик булараҡ әҙерләнеләр. Беҙҙең республика уҡыу йорттарында студенттарға практикаға китеү үҙе бер проблема, эшкә урын­лашам тиһәң, уҡытыусың: “Ниңә эштә йөрөйһөң, уҡымайһың”, — тип асыулана. Мәскәүҙә, кире­һенсә, практика өсөн буш көн бар ине. Уны үтеү мотлаҡ булды. Былай ғына барып, “апай, миңә ҡултамға ҡуй әле, уҡытыусы һорай”, тип түгел, дәрескә ташҡа баҫылған әйбер менән килергә тейешһең. Мәскәү кимәлендәге гәзиттәрҙә эшләп ҡарау беҙҙең өсөн бик файҙалы булғандыр, ҙур багаж менән ҡайттыҡ. Тағы ла йәй буйы практика үтергә тейеш инек. Мөмкин тиклем күберәк материал тупларға кәрәк. Сөнки, беренсенән, баһа ҡуялар. Икенсенән, практиканы яҡлайһың. Уҡытыусылар яҙған һәр мәҡәләңде ентекле ана­лиз­лай, уңыштарын, етешһеҙлектәрен күрһәтә. Ул баһа беҙҙең өсөн бик мөһим ине. Ҡайтҡас, файҙаһын ныҡ күрҙек.
“Шоңҡар”ҙар. Мәскәүҙән башҡа төрлө ҡараш менән ҡайттығыҙ инде?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Бөтөнләй икенсе ҡараштар менән! Башты әйләндереп ҡуйып, кем ул журналист, ул ниндәй булырға, кемгә хеҙмәт итергә, нимә яҙырға тейеш тигән һорауҙарға яуап алып ҡайттыҡ.
“Шоңҡар”ҙар. Мәскәүҙә ҡалырға тигән уй булманымы?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Юҡ. Беренсенән, теләк булманы. Икенсенән, беҙ бит программа буйынса барған йәш белгестәр, беҙ үҙебеҙҙе ҡайтырға тейешбеҙ тип һананыҡ, шуға башҡа ундай уй килмәгәндер. Мәскәүҙә ҡалыусылар булды, беҙҙең дә мөмкинлек булған, тимәк. Әммә беҙ үҙебеҙҙең республикабыҙҙы, уға хеҙмәт итеүҙе һайланыҡ һәм отолмағанбыҙҙыр тип уйлайым.
“Шоңҡар”ҙар. Мәскәүҙә үҙҙәренә кәләш итеп алып ҡайтам, тиеүсе икенсе милләт кешеләре булдымы?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Мин бит Өфөлә Әхәтте ҡалдырып киткәйнем. Ә былай унда беҙҙең башҡорт ойошмаһы бар ине, шуға ла сит яҡтарға китеү ҙә кәрәкмәҫ ине, башҡорттарҙы табыр инек.
“Шоңҡар”ҙар. Мәскәүҙән уҡып ҡайтҡас, Өфө нисек ҡаршы алды?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Бик һалҡын ҡаршы алды. Бөтөнләй көтмәгәйне. Өфө миңә районға, ауылға ҡайтып кит, тине. Шул ваҡытта хатта Мәскәүҙә ҡалырға кәрәк булған тип, үкенеп тә ҡуйғайным. Бында мин айҙан ашыу эшһеҙ йөрөнөм, бер ҡайҙа ла алманылар. Журналист ҡанын яҡшы ғына итеп ойотоп ҡайтарғайнылар, шул ярҙам итте. Ҡурҡып, оялып тормай, әллә күпме тупһа тапалды. Ул ваҡытта Өлкә комитетында Зөфәр Тимербулатов, Хөкүмәттә Ғәлим Хисамов матбуғат өсөн яуап бирә ине, бәлки, киреһенсәлер. Икеһенең дә ишеген асырға өйрәнеп алдым. Береһе мине: “Районға ҡайт!” – тип, илатып сығарһа, икенсеһе: “Эш табабыҙ һиңә”, — тип йыуата. Бер айҙа йөрөмәгән редакция ҡалманы, хатта завод гәзиттәренә лә барып еттем. Осраҡлы рәүештә генә, Шәүрә апай Ғилманова кеше эҙләй тигәс, радиоға барып эләктем. Радионы нимә икәнен дә белмәй инем. Ошонан ярты саҡрым алыҫлыҡта уҡып, бер тапҡыр ҙа телеүҙәккә ингәнем булмаған. Шуға аптырайым, нисек улай булғандыр? Күңел ятмағандыр инде. Холҡом буйынса мин бит гәзитсе, һөйләшеүгә ҡарағанда яҙыуға өҫтөнлөк бирәм. Гәзит минең өсөн күпкә еңелерәк, сөнки кеше менән аралашаһың да, ҡайтҡас, яйлап яҙырға була. Һәр һүҙеңде һайлап, матур әңгәмә ҡороп ултырыу кәрәкмәй. Радио-телевидениела иһә кеше менән ихлас аралашыу мөһим, миндә ундай һәләт юҡ ине. Шуны үҙемдә булдырыу өсөн оҙаҡ йылдар эшләнем.
“Шоңҡар”ҙар. Тәнзилә апай, һеҙҙең менән һөйләшкәндә, тормош иптәшегеҙ, легендар диктор Әхәт Мортазинды телгә алмау мөмкин түгел. Һеҙҙең осрашыу тарихы нисегерәк булды?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Осрашыу тарихы бик ғәҙәти булды. Мин БДУ-ға килгәндә, ул филология факультетының икенсе курсында уҡый ине. Минең менән бер бүлмәлә уның төркөмдәш ҡыҙҙары йәшәне. Улар шул тиклем дәртле, шул тиклем ихлас. Мин тыныс холоҡло булғас, ундай тормош рәүеше ятыраҡ ине. Уларға аптырап ҡарайым. Әле лә хәтерҙә, минең карауат ишек төбөндә ине, шул карауаттың ситендә генә ултырам. Улар менән артыҡ һөйләшеп тә бармайым. Яйлап-яйлап өйрәнгәс кенә, иркенләп аралаша башланым. Гөрләшә башлаһалар, ниңә шаулағандарын аңламай торғайным. Иң аптыратҡаны – улар уҡырға килгәндәр, ә уйҙарында гел байрам итеү кеүек. Был балаларҙы уҡырға ебәргәндәр, ә улар юҡ-бар менән була, тип хайран ҡала инем. Ата-әсәләре беләме икән тигән һорау тыуа ине. Аҙаҡ, өйрәнеп киткәс, күрше ҡыҙҙарымдың бер ниндәй ҙә эш боҙмағанын, йәшәү рәүеше шулай, студенттарса дәртле булыуын аңланым. Уҡыуҙары бара, эштәре бара, буш ваҡытта ни өсөн күңел асмаҫҡа? Мин уларға студент һабаҡтары өсөн бик рәхмәтлемен. Шунда Әхәт менән танышып киттек. Икенсе курста мөнәсәбәттәр күпкә йылынды. Ул йылда үҙемдең курсташтарым менән йәшәй башлағайным, мин дә үҙемде иркен тоторға, асылып китеп, ихлас булырға өйрәнә башланым. Хәҙер шулай йәшәйем, миңә әлеге торошом, булмышым оҡшай.
“Шоңҡар”ҙар. Әхәт ағай йәш сағында ниндәй ине? Оялсан булдымы, ҡыйыумы? Сәскәләр алып килә, киноға саҡыра инеме?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Әхәт бер ҡасан да оялсан булманы. Ул гел ҡыйыу ине. Әхәт гитарала уйнаны. Ҡултыҡ аҫтына гитараһын ҡыҫтырып ҡыҙҙар бүлмәһенә килеп инә лә уйнай башлай. Ундайҙар хаҡында комплексһыҙ, тиҙәр. Сәскәгә килгәндә, ҡайҙан булһын ул заманда гөлләмәләр, хәҙер генә бит ул аҙым һайын. Элек дефицит ине. Шуға сәскә хәтерләмәйем. Артабан, йәшәй башлағас, бына ошондай әйберҙәр (балдағын күрһәтә) бүләк итте. Студент саҡта күберәк театрға, киноға йөрөй торғайныҡ.
“Шоңҡар”ҙар. Мәскәүгә уҡырға киткәс, килеп йөрөнөмө?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Әлбиттә, килеп йөрөнө. Күберәк үҙем ҡайта инем. Беҙ хат яҙыштыҡ. Ул хаттар әле лә һаҡлана, барыһы ла. Бергәләп бер ултырып уҡырға ниәттәр бар ине...
“Шоңҡар”ҙар. Мәскәүҙән ҡайтҡас, өйләнештегеҙ инде?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Өйләнешеүебеҙ – үҙе бер тарих. Иң ҡыҙығы нимәлә: башымды Мәскәү ныҡ таҙартҡайны. Мин журналист ҡыҙҙар кейәүгә сыҡмай, тип ҡайттым. Шуны мейемә һеңдереп, журналист булам, кейәүгә сыҡмайым, ғаилә ҡормайым, эшкә тулыһынса биреләм тигән ҡарашта йөрөнөм. Ул фекеремдән оҙаҡ ҡына китә алманым. Журналистикаға инеп китһәм, балаларға һәм иргә ваҡыт ҡалмай, командировкалар ҙа даими була. Унда ла, бында ла ярты-йорто булғы килмәне.
“Шоңҡар”ҙар. Тимәк, Әхәт ағай ныҡышмал булған һәм һеҙҙе ныҡ һөйгән инде?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Әхәт ныҡышмаһа, мин кейәүгә сыҡмай, ғаиләһеҙ, балаһыҙ ултырып ҡалыр инем. Рәхмәт инде уға! Урыны ожмахта булһын!
“Шоңҡар”ҙар. Тәнзилә апай, беҙҙә бит кеше ниндәй генә үр яуламаһын, барыбер уның шәхси тормошо ҡыҙыҡһындыра. Туйығыҙ, атай-әсәйҙәр менән танышыу нисек үтте?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Тыуған төйәгем Күгәрсен районында, ғөмүмән, ихлас халыҡ йәшәй. Туғандарым, ауылдаштарым Әхәтте бик йылы ҡабул итте. Мине лә учалылар ситләтмәне, ҡайным менән ҡәйнәм үҙ балаһы һымаҡ күрҙе. Нисә йыл йәшәп, уларҙан бер ауыр һүҙ ишетмәнем.
Улай ҙурлап туй үткәрмәнек беҙ. Йәштәр менән рәхәтләнеп бер йыйылышып ултырҙыҡ та донъя көтә башланыҡ. Ауыр ваҡытта, 89-сы йылда, өйләнештек бит. Туй үткәрмәйбеҙ, тип һөйләштек. Беренсенән, ике яҡтан да туғандарға тиклем ара йыраҡ, юлдар юҡ. Икенсенән, икебеҙ ҙә туй тип иҫебеҙ китмәне.
“Шоңҡар”ҙар. Өйләнешкән ваҡытта Әхәт ағайҙы диктор булараҡ белгәндәрҙер инде. Кеше уны күрәйем тип инмәнеме?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Беҙҙең яҡта килделәр. Беҙҙә, ғөмүмән, күрше-күлән ҡунаҡҡа килергә ярата. Йолаһы шулай. Ҡайтып, ҡапҡаны асыу була, күршеләр йүгереп килә. Тейәнеп-тейәнеп ҡайтабыҙ, күстәнәстәрен таратабыҙ. Улар ҙа сәйҙәрен эсереп, ихлас ҡаршы ала. Кешегә күп кәрәме ни? Тыуған яҡта һине яҡташ, ауылдаш итеп тойһалар, күңел йылыһы, әҙәмсә мөнәсәбәт — шул еткән.
“Шоңҡар”ҙар. Өйләнешкәндән һуң ни өсөн үҙегеҙҙең фамилияғыҙҙы ҡалдырырға булдығыҙ?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Бергә эшләгәс, икебеҙ ҙә шулай уңайлы булыр тинек. Өгөтләү, бәхәстәр булманы. Документ алмаштырыу, табын йыйыу ғаиләнең ныҡлығына тәьҫир итмәй ул. Ике фамилия менән йөрөү арҡаһында ҡыҙыҡ хәлдәргә лә тарыған саҡтар булды. Элегерәк командировкаларға йыш сыға торғайныҡ. Район, ауыл ерендә, ғәҙәттә, Әхәт менән бер бүлмәлә туҡтайбыҙ. Урынлаштырып йөрөүселәр үҙҙәрен шул тиклем уңайһыҙ тойған осраҡтар хәтерҙә. Аҙып-туҙып йөрөмәүебеҙҙе аңлата инек ундай саҡтарҙа.
"Шоңҡар”ҙар. Һеҙ Әхәт ағай менән 30 йылдан ашыу эштә лә, өйҙә лә бергә булғанһығыҙ. Өй — эшкә, эш өйгә ҡайтҡаны булманымы?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Әхәт тә, мин дә бер ваҡытта ла өй менән эште айырманыҡ, бөтәһе бергә эйәреп йөрөнө. Журналист һөнәрендә, әйтеп киттем бит, эш менән шәхси тормош айырылғыһыҙ бер бөтөнгә әйләнә. Йәнә лә беҙҙең эш — күңел донъяһы, баш менән бәйле. Күңелеңде лә, башыңды ла йөрөгән ерҙә ҡалдырып китеп булмай. Барыһы ла, ҡайҙа йөрөһәң дә, үҙең менән. Нисек ике ижад кешеһе бер ғаиләгә һыя, тип әйтәһегеҙҙер. Беҙ бер-беребеҙҙе һәр саҡ тулыландырҙыҡ. Мин шуның өсөн дә Әхәткә ныҡ рәхмәтлемен, уның менән булған тормош бик ҡулай ине. Әхәт бик ябай, баҫалҡы, талапсан, эшһөйәр кеше булды, шул уҡ ваҡытта ул гениаль шәхес ине. Уның аҡылы, әгәр заманында дөрөҫ кенә тотонған булһалар, ҙур чиновник булырлыҡ аҡыл, тип әйтә алам. Мин хәбәрсенән етәксе вазифаһына күскән мәлдәрҙә күп кенә нескәлектәрҙе тап Әхәт аңлата торғайны. Әммә үҙе ул юғарыға, вазифаларға ынтылманы, ярай һәм яраҡлаша ла белмәне. Үҙен гел диктор тип танытты. Әхәт булмышын шул һөнәрҙә күрҙе һәм ғүмере буйы тоғро хеҙмәт итте. Диктор, алып барыусы һөнәренә, башҡортса һөйләшеү оҫталығына ул башҡа кешеләрҙе әҙерләне. Бөгөн Әхәттең мәктәбен уның уҡыусылары, беҙҙең алып барыусылар дауам итә.
“Шоңҡар”ҙар. 9 майҙа мосолман зыяратында булдыҡ. Әхәт ағайҙың да ҡәберен ҡарап киттек. Заһир Исмәғилев эргәһендә ята икән. Һеҙгә ауыр һорау булыр инде: зыяратҡа йыш йөрөйһөгөҙмө?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Эйе, Әхәт арҙаҡлы шәхестәребеҙ Мостай Кәрим һәм Заһир Исмәғилев менән йәнәш кенә ята. Мин зыяратҡа йыш йөрөйөм. Беҙҙең халыҡта күп барырға ярамай тиҙәр, айырыуса ҡатын-ҡыҙға. Тәүҙә күңел тыныслығы өсөн бара торғайным. Шунан ғәҙәткә инеп китте, шикелле. Әҙерәк ҡыйыныраҡ булһа, һөйләшергә кәрәк булһа, әйтәм бит, бөтәһе менән дә аралаша алмайым, шунда барам. Хатта уның менән ҡысҡырып һөйләшеп алам. Ситтән ҡарап торған кешегә, бәлки, ахмаҡлыҡ һымаҡтыр, минең өсөн улай түгел. Миңә ҡалһа, ул барыбер ишетә, аңлай һымаҡ.
“Шоңҡар”ҙар. Радионан беҙ Әхәт ағайҙың тауышын әле лә көн һайын ишетәбеҙ, һеҙ нисек ҡабул итәһегеҙ?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Күңелемә ҡағылмай. Тетрәндермәй ҙә, уйландырмай ҙа, һыҡрандырмай ҙа. Матур тауыш ишетеп һоҡланам һәм ғорурланам ғына. Мин уның башҡа тауышына өйрәнгәнмен, ә был тауышын радио тип кенә ҡабул итәм.
“Шоңҡар”ҙар. Әхәт Мортазин хәтеренә бағышлап, “Ашҡына ғүмер” китабын сығарҙығыҙ. Уның тарихы ниндәйерәк? Дауамы булырмы?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Икенсе һорауҙан башлап китәйем. Дауамы булырға тейеш. Әхәттең ҡаралмаған материалдары байтаҡ. Ҡапма-ҡаршы холоҡло кешеләр ҡауыша, тиҙәр бит. Беҙҙең осраҡта ла шулай ул. Мин бына бөтә нәмәне матурлап йыйып барһам, Әхәттең бөтә әйберҙәре, киреһенсә, һибелеп бөткән. Үҙе киткәс, таралып ятҡан әйберҙәрен ҡарай башлағайным, шул тиклем материалдар күп. Уны барларға әле хәлем юҡ, мораль яҡтан әҙер түгелмен. Ә китаптың тарихына килгәндә, ул тиҙ килеп сыҡты. 60 йәшен үткәрергә тигәс, төплө генә нимәлер булдырыу һәм ошо юбилейға бәйле нимәлер ҡалдырыу кәрәк ине. Оҙаҡ уйламаным. Моғайын, дуҫтарына, туғандарына әйтһәм, хәтирәләрен, уй-фекерҙәрен яҙып бирерҙәр, тинем дә тотондом. Китапҡа күп кенә әҙер материалдар инде, шуларҙы тупланым. Миңә Башҡорт энциклопедияһы директоры урынбаҫары Клара Әһлиуллина ныҡ ярҙам итте. Бер ай, ай ярымда сығарҙыҡ. Әхәттең китеүенә күп тә үтмәгәйне, шуға уйлап етмәйенсә йә ҡыҙыулыҡ менән артыҡ әйберҙәр индереп ҡуйырмын, йә етмәгән урындары булыр тип ҡурҡтым. Әле ул китап сыҡҡанға өс йыл булып килә. Үкенмәйем, үҙемә был китап оҡшай. Миңә бик яҡын, сөнки Әхәт менән бәйле күңелдә ятҡан күп фекерҙәр һәм уйҙар бер урынға тупланған.
“Шоңҡар”ҙар. Беҙҙә халыҡ башлыса радио тыңлай бит инде. Бигерәк тә ауылда рәхәт: ҡуйҙың да, тыңлап тик йөрөйһөң, эшләп тә өлгөрәһең. Радиола тормош нисек бара? Кадрҙар етешәме?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Кадрҙар, дөйөм алғанда, етешә. Әлбиттә, береһе килә, береһе китә. Китеүселәр һирәк, күберәк юғарыраҡ вазифаға оҙатабыҙ. Мин йәштәрҙе үҫтереү яҡлымын, үҙебеҙҙә бикләп ҡуйып эшләтеү дөрөҫ түгел. Әҙер булыуҙарын күрһәм, яңы эшкә фатихамды бирәм. Беҙ милли кадрҙарҙы әҙерләүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тейешбеҙ тип һанайым. Радио мәктәбе — бик ҙур мәктәп, тәжрибә йәһәтенән дә, сынығыу яғынан ҡарағанда ла. Беҙ йәштәрҙе эшкә алып, тағы үҫтерә алабыҙ, ә юғарыраҡ урындарға, яуаплы вазифаларға өйрәнсектәр түгел, әҙер кадрҙар кәрәк. Әгәр ошондай система һәр ҡайҙа хуплау тапһа, беҙҙә кадрҙарға ҡытлыҡ кәмер ине. Донъя шулай ҡоролған. Мәктәп уҡыусыһын ҙур тормошҡа оҙатҡан кеүек, беҙ ҙә ил, республика кимәлендә фекерләгән белгестәр әҙерләү тура­һында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ.
“Шоңҡар”ҙар. Эшкә алғанда ниндәй талаптар ҡуяһығыҙ?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Эшкә алғанда иң тәүҙә журналист һәләтенә түгел, тормошҡа мөнәсә­бәтенә ҡарайым. Ниндәй кеше ул? Эш һорап килеүсенең булмышында, һөйләшеүендә, тышҡы ҡиәфәтендә дөйөм камиллыҡ күрмәһәм, мин уның эшләй алыу һәләтендә шикләнәсәкмен. Һәм икенсенән, әлбиттә, һөнәри әҙерлеген ҡарарға кәрәк. Әйтеп китеүемсә, бер ҡайҙа ла әҙер кадрҙар килмәй, уларҙы үҙебеҙ үҫтерәбеҙ. Әммә беҙҙә тәбиғи һәләте, тауыш үҙенсәлеге, телгә булған мөнәсәбәте бик мөһим. Өсөнсөһө — командала эшләй һәм үҙеңде тота белеү. Журналист кеше араһында йөрөй. Бында ул эшләгән ойошмаһы исеменән, бренд аҫтында сыға. Тимәк, үҙен тота, күрһәтә белергә, темала иркен йөҙөргә тейеш. Әҙерлекһеҙ булһа, яуаплылыҡ тоймаһа, ул һөнәренең абруйын төшөрә. Шул йәһәттән ныҡлы ҡарайбыҙ. Әлбиттә, камил кеше килмәй, әммә шул йүнәлештә эшләргә теләге, тырышлығы бар икән, башҡаһы ваҡыты менән килә. Кемдеңдер уңыштары мулыраҡ, кемдекелер әҙерәк була, иң мөһиме, журналист тигән исемде ғорур йөрөрлөк кадрҙар бар беҙҙә. Улар менән ихлас ғорурланам. Иң ҡыуандырғаны — йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә даими үҫеш юлында, уҡыйҙар, өйрәнәләр. Айырыуса тәжрибәле журналис­тарҙың заман талаптарына ынтылыуы ҡыуан­дыра, уларға ҡарап йәш быуын да эйәрә. Эфирҙа эшләүсе һөнәрҙәштәрем ҙур һәм яуаплы миссия алып барғаныбыҙҙы – һүҙ һәм моң менән халҡыбыҙға, телебеҙгә, тарихҡа хеҙмәт итеүебеҙҙе яҡшы аңлай.
“Шоңҡар”ҙар. Башҡортостан радиолары башҡа милли радиоларға өлгө булырлыҡ, был шаштырыу түгел. Күпме кеше тыңлай һеҙҙе? Кире бәйләнеш бармы?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Әйтәйек, “Ашҡаҙар” радиоһы – йәш радио. Ул зыялылар өсөн, бай фонд менән эшләүсе моңло радио. Беҙҙең алтын фондтағы 100 меңдән ашыу яҙманы халыҡҡа еткереү менән шөғөлләнә ул. “Ашҡаҙар”ҙың аудиторияһы бик ҙур. “Бәйләнештә”ге төркөмдә генә яҙылыусылары 20 меңдән ашыу. Үҙенә йөкмәтелгән бурысты “Ашҡаҙар” теүәл үтәп килә. “Юлдаш”ҡа килгәндә, ул башҡорт халҡының рупоры. Шулай уҡ үҙенең миссияһына ныҡ яуаплы ҡарай. Әлбиттә, башҡараһы эштәребеҙ, бурыстарыбыҙ күп. Әммә ғорурлыҡ менән әйтә алабыҙ, беҙҙең кимәлгә етеүсе милли радиолар Рәсәйҙә юҡ. Быныһын рәсми мәғлүмәттән сығып әйтәм. Аудитория йәһәтенән, беҙҙе көнөнә миллиондан ашыу кеше тыңлай. “Бәйләнештә”ге төркөмдә 75 меңгә яҡын яҙылыусы бар, башҡа социаль селтәрҙәрҙе лә әүҙем алып барабыҙ.
“Шоңҡар”ҙар. Элек радиола танышыу программаһы була торғайны. Әле ишетелгәне юҡ...
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Беҙ уны яптыҡ. Ниңә икәнен хәҙер аңлатып ҡарайым. Социаль йүнәлешле бик яҡшы тапшырыу ине. Халыҡ уны ихлас, яратып ҡабул итте. Әллә күпме яңғыҙ­ҙарҙы ҡауыштырҙы, ишле итте. Быныһы бер яҡтан. Икенсе яҡтан, беҙ уның зыянын да күрҙек. Халыҡтың бит төрлөһө бар. Бер-береһе менән шаярыусылар күбәйеп китте. Ғаиләһе булған ир исеменән, йә ирле ҡатындарҙан иғлан ебәреп, бәхәсле осраҡтар ҙа булды. Беҙ эфирға шылтыратыусының паспортын тикшереп ҡарай алмайбыҙ. Бындай осраҡтарҙан һуң ғаиләлә, әлбиттә, низағ ҡуба. Шулай итеп, ҡауыштырыу ғына түгел, бер нисә ғаилә хатта тарҡалыуға тиклем барып етте. Ит изгелек, көт яуызлыҡ тигәндәре шул була инде.
“Шоңҡар”ҙар. Үҙешмәкәр башҡарыу-­ сыларҙың “Юлдаш йыры” проекты бик фәһемле, ҡыҙыҡлы. Халыҡ ниндәйҙер наградалы артистарҙың концертына бармауы ла ихтимал, ә бында байрамға һымаҡ, эркелеп йөрөй, тыңлай. Ул кемдең идеяһы булды? Быйыл буламы?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Ул үҙебеҙҙең идея. Беҙ уны ике йылға бер үткәрергә тигәйнек, хәҙер әлеге лә баяғы пандемияға бәйле туҡтап та ҡалдыҡ. Был проект, ысынлап та, бик кәрәк. Беҙҙең халыҡ ныҡ һәләтле. “Юлдаш йыры” шул һәләттәрҙе йыйып, моңон, башҡарыу оҫталығын башҡаларға еткерһен өсөн булдырылды. Уларҙы халыҡҡа танытыу, тауыштары менән респуб­ликабыҙҙың йыр фондын байытыу, шулай уҡ үҙ-үҙендә бикләнеп йәшәмәһендәр, аралаш­һындар өсөн майҙансыҡ ул “Юлдаш йыры” фестивале. Проект йәшәү рәүешен дә үҙгәртә. Үҙеңде үҫтереү, мәҙәниәт, сәнғәт донъяһына ылығып китеү холоҡ-фиғелде лә үҙгәртә. Әйтәйек, ауыл­дарҙа насар ғәҙәттәр менән булышҡансы, клуб­ҡа йыйылып йырлау, бейеү, күпкә файҙалы һәм ҡыҙыҡ. Конкур­санттар, халыҡ йыраусылары сән­ғәт­те лә үҫтерә, үҙҙәре лә үҫешә. Йолаларҙы, ғә­ҙәт­тәрҙе һаҡлау йәһәтенән дә ошондай бәй­геләр бик кәрәк. Улар күберәк булырға тейеш.
“Шоңҡар”ҙар. Эшләгән йылдарығыҙҙа радиоға ныҡ иҫтә ҡалған хат килгәне булдымы?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Ундай хаттар килеп тора ул. Бына әле иҫләгәндәремдән. Белорет районынан шундай үтенес килеп төштө. Бер ҡыҙ “Юлдаш йыры” концертына эләгергә теләүен белдереп яҙҙы. Ул — инвалид, коляскала йөрөй. Хыялы — яңы балҡый башлаған Радик Юлъяҡшиндың сығышын күреү. Беҙ, әлбиттә, был ҡыҙ баланы ҙур сәхнәлә үткән сираттағы концертыбыҙға саҡырҙыҡ. Ул яратҡан йырсыһына сәскә бүләк итте. Хыялы тормошҡа ашты һәм бик ҡәнәғәт ҡалды. Радик аҙаҡ уның ауылына барып, хәлдәрен белеп килде. Матур күренеш булды.
Бындай осраҡтар байтаҡ ул. Беҙҙең радио­ларҙың барыһы ла социаль йүнәлештәге акция­ларҙы йыш ойоштора. Балалар йортона, ҡарт­тар йортона йөрөйбөҙ. Был эштәр үҙебеҙгә кә­рәк. Бер нәмәгә һылтанмай, шәфҡәтле, сауаплы булып ҡалыу мөһим. Булдыра алаһың икән, эш­ләргә кәрәк. Беҙгә ҡушылып, ярҙам итергә әҙер торған дуҫтарыбыҙ ҙа бихисап. Мин тәү сиратта беҙҙең бағыусыларҙы күҙ уңында тотам. Хәҙер насар кешеләр күп тиҙәр, һис кенә лә килеш­мәйем. Әлбиттә, насары ла булырға те­йеш, контраст өсөн, донъяның ҡәҙерен белеү өсөн. Ә дөйөм алғанда, ҡайҙа ла яҡшы кешеләр күберәк. Уларға таянырға кәрәк. Бағыусы­ла­рыбыҙ менән ҡулдан килгән әллә күпме изге эш­тәр башҡарабыҙ, хәл итәбеҙ. Уларға, мөм­кинлектән файҙаланып, рәхмә­тебеҙҙе етке­рәм.
“Шоңҡар”ҙар. Ә бына радиола эшләр өсөн Тәнзилә Абдулла ҡыҙына ла ярар кәрәк, тиҙәр ҡайһы берәүҙәр. Ниңә улай тиҙәр икән, әллә үҙенсәлекле берәй талаптарығыҙ бармы? Нимәнелер ҡабул итмәйһегеҙҙер, бәлки?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Тәүгә ишетәмсе. Үҙҙәренән һораманығыҙмы? Мин тәртипһеҙлекте ҡабул итмәйем. Күмәк кеше йыйылған ерҙә тәү сиратта дөйөм тәртип булыуы мотлаҡ. Бында эш эшләр өсөн килгәнеңде аңлау мөһим. Яуаплылыҡтан ҡурҡырға кәрәкмәй, эшеңде сифатлы итеп, еренә еткереп башҡарырға өйрән, һинең артыңдан бер кем дә уны эшләп ултырырға тейеш түгел... Бындай талаптар һәр ҡайҙа ла ҡуйылалыр, тип уйлайым.
“Шоңҡар”ҙар. Әгәр һеҙ әйткән талаптарға тап килмәһә...
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Ғариза инде. Әгәр бергә эшләп булмай икән, ике кешенең береһе китергә тейеш. Кемдең балаһы, кемдең туғаны булыуың мөһим түгел. Әгәр ныҡ һәйбәт белгес икәнһең, шул апайың, шул ағайың үҙенә алһын, тип аңлатам. Бында һинең өсөн бер кем дә эшләп ултырмай. Шуға ла теләге, һәләте булмаған өҫтән төшөрөлгәндәр беҙҙә оҙаҡ ҡала алмай. Етәксе, ғөмүмән, талапсан булырға тейеш. Талап ҡуймаған етәкселә тәртип булмай. Тәртип юҡ ерҙә, эш бармай. Эш юҡ урында, эш хаҡы ла юҡ.
“Шоңҡар”ҙар. Радионы үҙегеҙ көнө буйы тыңлайһығыҙмы?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Юҡ. Беренсенән, көнө буйы тыңлап булмай, баш арып китә. Икенсенән, минең елкәлә бер генә радио түгел, дүртәү. Тәнәфес эшләргә лә кәрәк. Шулай бер аҙ ял итеп алһаң, эфирҙағы хаталар ҙа асығыраҡ күренә. Әһә, был заставканы ҡуйманы, бында йырҙың аҙағын өҙҙө, ошо урында хаталанды, тип шунда уҡ эләктереп алаһың. Беҙ эфирға сыҡҡан һәр материалдың эстәлеге, уны тыңлаусыға еткереү, тауыш, йырҙар, биҙәлеш — барыһы өсөн дә оло яуаплылыҡ тойорға тейешбеҙ.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙ, белеүебеҙсә, студент­тарҙы уҡытҡанһығыҙ. Белем биреү сис­темаһында нимәнелер үҙгәртер инегеҙме?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Ун йыл, 2000 йылдан 2010 йылға тиклем, мин студенттарҙы радио­журналистикаға уҡыттым. Башҡортос­тандың белем биреү системаһын айырып, журна­листиканы алғанда, үҙгәрештәр кәрәк, тип һана­йым. Иң тәүҙә беҙҙә үҙебеҙ өсөн әсбаптар бул­ды­рыу мөһим. Әсбаптар ерлектәге стандарт­тарға тура килмәй. Икенсенән, даими практика үтеү мөмкинлеген ҡарарға кәрәк. Әле студент­тар уҡып йөрөй. Мин, мәҫәлән, бер нисә йыл инде бер студентты ла үҙебеҙҙә күргәнем юҡ. Әгәр журналист уҡытаһың икән, уларҙың әҙер­леге 50 процент практиканан торорға тейеш. Әлбиттә, тәнҡитләү — еңел эш. Әммә журна­листика факультетында уҡытыу програм­маһын ҡайтанан ҡарап сығырға, ғәмәли итергә кәрәк. Һәм йәш журналист уҡып сыҡҡас, үҙенә эш урыны табырға тейеш. Беләһегеҙ бит, журна­листика факультетын тамамлағас, күп студенттар һөнәре буйынса эшкә урынлашмай. Ни өсөн дүрт йәки биш йыл ғүмереңде әрәм итергә, әгәр һөнәрең буйынса эшләмәһәң? Шуны аңла­майым. Диплом өсөн генә уҡыйҙармы икән? Мин, мәҫәлән, дипломға ҡарамайым, беҙҙә күп төрлө һөнәр эйәләре эшләй. Әгәр кешелә журналист сифаттары бар икән, дипломы мөһим түгел. Ә инде журналистика факультетына ингәнһең икән, ошо профессия кешеһе булырға тейешһең дә инде! Беҙҙә һөнәре журналист булған кадрҙар бик аҙ.
“Шоңҡар”ҙар. Бәлки, эш хаҡы аҙ, тип уйлайҙарҙыр...
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Килешмәйем. Матбуғат өлкәһендә аҡса эшләп була. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр аҡсаһыҙлыҡҡа үтә зарланып бармай. Журналист — аҡса эшләй ала торған һөнәрҙәрҙең береһе. Өйрәнергә һәм тырышлыҡ ҡына кәрәк. Иң тәүҙә теләк булырға тейеш, шунан һуң ысулы табыла ул.
“Шоңҡар”ҙар. Бөгөнгө көндә һеҙ нимәнән ҡыуаныс табаһығыҙ? Әлеге мәлдә нимә һеҙҙең күңелегеҙҙе йылытып тора?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Бына һеҙҙең менән ултырам — шуға ҡыуанам. Мин бит хәҙер арыу ғына йәшәгәнмен. Инде һәр иртәгә, һәр кискә ҡыуанам. Эшкә килеүемә лә, ҡайта алыуыма ла, һәр ял көнө балаларым килеүенә лә ҡыуанам. Ейәнсәрҙәрҙе күреү менән балҡып китәм. Ҡайһы саҡ илап, ҡайһы саҡ көлөп килеп инәләр. Нисек кенә булһалар ҙа, ихласлыҡтары күңелде иретә, рәхәтлек бирә. Коллегалар, дуҫтар, туғандарым менән аралашып тороу ҡыуандыра. Бәлки, береһенең проблемаһы барҙыр, хәл итергә ярҙамлашыуың да рәхәтлек килтерә. Ҡылған ғәмәлдәреңдең кемгәлер кәрәк булыуын тойоу мөһим. Шул да күңелде йылыта.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙ, Мәскәүҙән ҡайтҡас, кейәүгә сыҡмайым, бала тапмайым тип йөрөнөм, тигәйнегеҙ. Тәүге балағыҙҙы, улығыҙҙы, ҡулға алғас, нимә тойҙоғоҙ?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Уға тиклем ҡараштарым ҡырҡ тапҡыр үҙгәреп бөткәйне инде. Ауырлы кешенең донъяһы икенсе. Балаға ҡалғас та, ҡатын-ҡыҙ башҡаса фекерләй башлай. Ул үҙе өсөн генә яуап бирмәгәнен төшөнә. Бала ҡатын-ҡыҙҙы нескәрәк, нәфис­ерәк, йомшаҡ итә, тотҡан урында һындырмаҫҡа өйрәтә. Ғаилә лә шундай сифаттар тәрбиәләй. Улыбыҙ көтөп алған бала ине. Уны ҡулға алғанымды әле лә хәтерләйем. Башта аңла­майыраҡ тораһың, шунан бер кескәй бала тип ҡарайһың, шунан ғына үҙеңдеке икәненә төшө­нөп бөтәһең.
“Шоңҡар”ҙар. Балаларығыҙ тураһында һөйләп китмәҫһегеҙме?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Салауат улым Өфөлә Киров районы хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлеге етәксеһе булып эшләй. Эшен ныҡ ярата, уға яуаплы ҡарай. Ул бәләкәй саҡтан лидер ине. Улым менән бик ризамын, донъяға ҡарашы бик етди. Ғаилә ҡорған, ике балаһы бар. Киленем сығышы менән Ишембай районынан, Өфө ҡыҙы. Ҡыҙым Гүзәлиәнең үҙенең бизнесы бар. Ул да уңған, Мәскәүҙә уҡыны. Уҡып бөткәс, ҙур ойошмала эшләп ҡараны, оҡшатып еткер­мәне. Үҙ эшен асып ебәрҙе. Күтәрелеп китһә, башҡорт бизнесвумандарының береһе булып китер тип өмөтләнәм, уңыштар ғына теләйем.
“Шоңҡар”ҙар. Балаларығыҙ башҡортса матур һөйләшкәнен ишеткәнебеҙ бар...
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Матур уҡ тип әйтмәҫ инем. Һөйләшәләр, әммә ҡала балалары булыу үҙенекен итә. Уларҙың аралашыу даирәһе бик тар. Ейәнсәрҙәрем дә икмәк-тоҙлоҡ башҡортса һөйләшә. Әммә саҡ ҡына аралашмаһалар, оноталар. Быныһы, әлбиттә, беҙҙең ғаиләнең генә түгел, ә ҙур ҡаланың проблемаһы. Һәр хәлдә башҡорт икәндәрен беләләр. Ейән­сәрҙәрем, мәҫәлән, милли кейем байрамында икәүләшеп яһанып, төҙәнеп, башҡорт кейем­дәрен кейеп, ҡатнаша.
“Шоңҡар”ҙар. Ике балаға өләсәйһегеҙ инде. Уларға әкиәттәр һөйләйһегеҙме?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Юҡ, әкиәттәр һөйләмәйем, үкенескә ҡаршы. Икеһе лә әкиәт тыңламай. Әлеге лә баяғы заман балаларының психологияһы. Уларҙың ни өсөндөр әкиәткә иҫе китмәй. Фантастика яраталар. Әгәр мин уйлап, теләһә нәмә һөйләһәм, ауыҙҙарын асып тыңлайҙар. Шуларҙы булһа ла һөйләргә тыры­шам, телдәре үҫешһен тим. Ә былай аҡыл уйындарын уйнайбыҙ. Компьютерҙа, телеви­зорҙа, телефонда артыҡ ултыртмайбыҙ, был яҡтан әсәйҙәре ныҡ тәрбиәләй.
“Шоңҡар”ҙар. Килен-ҡәйнә мөнәсәбәте беҙҙең мәҙәниәттә бик ҡыҙыҡлы. Һеҙ ниндәй ҡәйнә?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Уны килендән һорарға кәрәктер, моғайын. Минең ҡәйнәм аҡыллы кеше булды. Бер-беребеҙгә ауыр һүҙ әйтмәнек. Аш-һыу тирәһендә лә, ул – миңә, мин уға өйрәтеп, бергә була торғайныҡ. Үҙемдең киленем менән дә мөнәсәбәттәр шулай көйләнгән. Ул мине “әсәй” тип йөрөтә. “Әсәй” тип өндәшкәс, миңә ҡарата шундай мөнәсәбәттә, тип уйлайым. Мин уға “балаҡайым” тием. Уны үҙ баламдай ҡабул иттем. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарым да — һәйбәт кешеләр. Байрамдарҙа ла, ҡайғыла ла гел бергәбеҙ, Аллаға шөкөр.
“Шоңҡар”ҙар. Тәнзилә апай, һеҙҙең тормош кредоғыҙ ниндәй?
Тәнзилә Үлмәҫбаева. Бер нәмәгә ҡарамай тырышып йәшәргә! Барыһы ла була, ынтылыш кәрәк. Кешесә йәшәргә. Мин әҙәм балаһы маймылдан барлыҡҡа килгән тигән тәғлимәткә бер ҡасан да ышанманым. Хоҙай Тәғәлә беҙҙе кеше итеп яралтҡан һәм был донъянан кеше булып китергә кәрәк.
“Шоңҡар”ҙар. Һөйләшеү шул тиклем ихлас һәм йәнле үтте! Бөгөн беҙ һеҙҙе бөтөнләй икенсе яҡтан астыҡ. Тәнзилә Абдулла ҡыҙы, матур әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!

Заһиҙә МУСИНА.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: