Яҙмыш маңлайға яҙыла, тиҙәр. Ә бына бәләкәй сағында Юрматы империяһының ханы булып уйнаған уйлы малай, йәшләй генә легендар Башҡорт Йәштәре Иттифағының идея авторы һәм төп идеологтарының береһе булып киткән зиһенле егет, ил өҫтөндә нәжәғәйҙәр уйнаған мәлдә Башҡортостанға суверенитет яулау хаҡына аслыҡ иғлан иткән ҡаһарман, урта ғүмерендә сабыр аҡыллы етәксе ролендә ихтыяр нығытҡан ир-уҙаман, бөгөн килеп, һис икеләнмәй ил ағаһы вазифаһына егелгән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин менән “Шоңҡар”ҙар самауыр йыҡҡан арала барған ихлас һөйләшеү күңелдә яҙмыш яҙылмай, уны яҙалар икән дәһә, тигән яҡты бер фекер ҡалдырҙы. Етмәһә, был милләт яҙмышына ла ҡағыла икән.
“Беҙҙең менталитет икенсе”
«Шоңҡар»ҙар. Башҡорт Ҡоролтайына яңы рәйес килеп, унда халыҡ йөрәген йылытырҙай хәрәкәт тойолоуы йәмәғәтселектә ыңғай үҙгәрештәргә өмөт тыуҙырҙы. Ошо ҡалҡынып килгән һағым әлеге әңгәмә аша тағы ла нығыраҡ таралһын тигән теләктәбеҙ. Беренсе һорау, самауыр тигәс, иң тәүҙә күҙ алдығыҙға нимә баҫа?
Данир Ғәйнуллин. Ауыл. Шыжлап торған самауыр, ололар. Үҙебеҙҙең олатай-өләсәйҙәргә ҡасан барма, самауырҙары борхоп ултырҙы, табындары мул булды, беҙҙе, ейәндәрен, матур итеп һыйлап ҡаршы ала торғайнылар. Ә әсәйҙәргә самауыр бик эләкмәне. Эштән ҡайтып инмәгән колхозсыларға тиҙ ҡайнаған сәйнүк таман ине.
«Шоңҡар»ҙар. Ә хәҙер үҙегеҙгә самауыр сәйе эләгәме?
Данир Ғәйнуллин. Самауыр сәйен эсәбеҙ беҙ, аманатҡа ҡалған самауырҙы килтереп ҡуйҙым. Электән шәхси йортта йәшәйем, ишек алдында башы ҡаплы урындығым бар. Йәй етһә, дуҫтар-туғандар килгәндә, шуның уртаһына самауыр ултыртабыҙ. Археологик ҡаҙыныуҙарға йөрөгәндә, башҡорт-мадьяр, башҡорт-инглиз экспедицияларын ойошторғанда ла самауырһыҙ булмай.
«Шоңҡар»ҙар. Мадьяр тигәндән, уларҙа самауыр бармы икән?
Данир Ғәйнуллин. Юҡ, ҡулланмайҙар, ашау-эсеүҙәре лә башҡа. 2002 йылмы икән, Бөрө ҡәберлеген ҡаҙҙыҡ. Йоҡлаған ер ҙә боронғо зыярат өҫтөндә, етмәһә, бер яғы кеше йөҙө һымаҡ итеп ырылған кәкре ағас та ултыра ине. Шомло йоҡлата, егеттәр, ҡорбан салайыҡ, тинем. Һарыҡ алып килгәс, венгрҙар тайҙы, мал һуйғанды күргәндәре юҡ икән, күтәрә алмайҙар. Матис тигән фотохудожник, профессор Атилла Тюрк үҙе, тағы бер-нисәүһе генә ҡалды. Ҡорбан салғанды ҡыҙыҡһынып ҡаранылар, фотоға төшөрҙөләр. Кис шешлек, былау бешерҙек. Улар, ғәҙәттәгесә, Новосибирск, Төмән, Силәбелә экспедицияла булып, шунан беҙгә килгән ине. Эх, матур йәшәйһегеҙ, башҡорттар, тинеләр. Бүтән ерҙә тушенка ла сгущенка ашаталар. Ә һеҙҙә, ҡасан килмә, ит тә һурпа, тиҙәр. Башҡа Рәсәй халыҡтары менән сағыштырғанда, беҙҙең менталитет икенсе шул.
«Шоңҡар»ҙар. Шунан йоҡо арыуландымы һуң?
Данир Ғәйнуллин. Ҡорбан салғас, йоҡо һәйбәтләнде. Аҙаҡ Николай тигән археолог һарыҡты аҫып тунаған ҡайын мариҙарҙың изге ағасы булыуын әйтте. Белһәк теймәҫ инек, икенсе яҡтан, ул шулай уҡ тәбиғәткә ҡорбан килтерә торған йола урыны булғас, зыян булмағандыр, тием.
«Шоңҡар»ҙар. Беҙҙең халыҡ мариҙарҙы сирмеш тип йөрөткән. Уларҙың да теле, венгрҙарҙыҡы һымаҡ, фин-уғыр төркөмөнә инә бит?
Данир Ғәйнуллин. Экспедицияларҙа мариҙар венгрҙарға, беҙ һеҙҙең менән ҡәрҙәш тип, килеп ҡарай, мадьярҙар уларҙы бик яҡынлатмай. Беҙгә башҡорттар нығыраҡ туған, IX-X быуатта ошо тирәлә бергә формалашҡанбыҙ, бергә Европаны яулағанбыҙ, яугирлығыбыҙ ҙа күберәк башҡорттан, тиҙәр. Хәҙер фәндә лә яңы ҡараш нығына, фин телдәрен айырым, уғыр телдәрен айырым классификациялайҙар.
«Шоңҡар»ҙар. Мадьяр, венгр, француздар менән осрашаһығыҙ. Башҡорттоң боронғо халыҡ икәнен аңлайҙармы улар?
Данир Ғәйнуллин. Аңлайҙар. Венгрҙар туғанлыҡты ла белә. Яңыраҡ Атилланан ҡыҙыҡ хат килде, боронғо венгр ҡәберлектәрендәге гаплогруппалары менән бөгөнгө башҡорт гаплогруппаһы тура килә икән. Бөтә башҡорттарҙыҡы түгел, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан көньяҡҡа, Ырымбурға төшкән һыҙат буйлап. Мин уға күптән әйтәм, бүтән ерҙән эҙләмә, тамырығыҙ — юрматы тип, ысынлап шулай булып сыҡты. Уларҙың араһында дьярматтар бар бит инде.
«Шоңҡар»ҙар. Бала саҡтан тарихсы булырға теләнегеҙме?
Данир Ғәйнуллин. Ауыл хужалығы институтын бөтөрөп, колхоз рәйесе булып ҡайтырмын да, ауылдаштарҙы рәхәт йәшәтермен тип хыялландым. Хатта Сөмбөл — баш бухгалтер, Азамат — парторг, береһе агроном, икенсеһе зоотехник булыр тип, ете класташыма ла вазифа әҙерләп бөткәйнем .
«Шоңҡар»ҙар. Шул ваҡытта уҡ стратегия булған бит! Халыҡҡа хеҙмәт итәм тип йөрөгәнһегеҙ!
Данир Ғәйнуллин. Олатайым һөйләгәндәрен тыңлай торғас, тарих менән ҡыҙыҡһынып киттем. Ауылыбыҙ эргәһендә Өсуба тигән әүлиәләр ҡәберлеге бар. Ололар һөйләүенсә, төн етһә, шунан тәңкә сылтыратып ҡыҙҙар Ашҡаҙарға һыуға төшә, таңға кире күтәреләләр, ти. Берәйһенең аты ауырыһа ла, Өсубаны, түңәрәтеп йөрөтәләр, шулайтһаң йүнәлеп китә инде. Әсәйемдәр бала саҡта ул убаларҙың метр-метр ярым бейеклектәге таш уратмаһы ла булған. Олатайым унда бик боронғо, бәһлеүән кәүҙәле батырҙар ята, ти торғайны. Ҡылыстары, ҡоралдары, алтындары менән ҡуша күмелгәндәр, ти. Ул байлыҡты алыр өсөн Өсуба уртаһына көл һибеп, нимә эҙе күренә, шуны ҡорбан итеп салырға кәрәк, ти. Көл һипкәндә һәр саҡ кеше эҙе ҡалған, мосолман кешене ҡорбан итә алмағас, бер кем дә уға яҫҡынмаған. Ә беҙҙең әллә ниңә ҡул ҡысыны. Рәмзил Ишһарин, Фәтих Ҡолһариндар, тағы бер нисә дуҫ киттек Өсубаға. Көл һибеп торманыҡ, бер убаны ҡаҙҙыҡ, һөйәктәргә еткәнсе. Көрәк менән щетка ла алғайныҡ, археолог эшен әҙерәк беләбеҙ, таҙарта ғына башлағайныҡ, елкә төбөнә “шаҡ” бер таяҡ! Ырғып торһам, егеттәр ялан буйлап таралған. Баҡһаң, ауыл ҡарттары беҙҙе аңғарып ҡалған. Ҡаҙғанды кире күмдерҙеләр, убаға бүтән яҡынламаҫҡа ҡуштылар. Арҡа арыу ғына һыҙлап торҙо инде.
«Шоңҡар»ҙар. Дөрөҫ һыҙлағандыр тип уйлайбыҙ. Әле ул тауға тейәләрме?
Данир Ғәйнуллин. Уның дауамы бар. Өфөләге беренсе һанлы интернат-мәктәпте тамамлағас, тарих факультетына индем. Унда иң беренсе археолог Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов менән таныштым. Ашханала бер оло ағай иҙәнгә төшкән асҡысын эҙләй ине, табып бирҙем. Ҡайҙанһың, ти, беренсе интернаттан тигәс, мин дә шунда уҡыным тип, кафедраһына саҡырҙы, үҙенә специализацияға алды. Бер йыл уҡығас, баяғы Өсуба иҫкә төштө. Ағайҙан шунда ҡаҙыныу эшенә ҡайтырға буламы, тип һораным. Аспирант Флорид Сөнәғәтов менән бар тигәс, курсташым Буранбай Ильясовты ла алып, киттек. Трактор менән сиҙәмен алдырттыҡ, ләхеттәр күренде, ҡаҙырға тотондоҡ. Һөлдәләрҙе сығара башлағас, ғүмерҙә күрмәгән дауыл сыҡты. Беҙ щетка менән ҡаҙып торабыҙ, ел кире күмеп тора. Флоридтың күҙенә сүп төштө. Медпунктҡа алып барып, уны саҡ сығарттыҡ, ғәрәсәт кискә генә туҡтаны. Ҡурғандан ун ике һөлдә таптыҡ. Өҫкө ҡатламда баҡыр быуат ваҡытындағы бура мәҙәниәте ҡәберлектәре булып сыҡты. Кешеләрҙе ҡырын һалып, аяғын әҙерәк бөкләп, өҫтөнә бура ҡороп күмгәндәр. Беҙҙең эраға тиклемге XII-X быуатта йәшәгәндәрҙең һөйәктәре. Тәрәнерәк төшкәс, шул уҡ ҡурғандарҙа сармат ҡәберлектәренә юлыҡтыҡ. Һирәк-һаяҡ ерек ағастары менән уратылған ҡәберҙәрҙә, ысынлап, бәһлеүәндәр ята ине. Һөйәктәренең оҙонлоғо ғына ла метр ҙа һикһән биш сантиметр тирәһе, эре, ап-аҡ һөлдәләр, тештәре лә теүәл, эргәләрендә метр ҙа егерме сантиметр оҙонлоҡтағы тимер ҡылыстар, боттары араһында баҡыр, тимер һәм көмөшләнгән уҡ-башаҡтар ята. Ҡылысты ҡаҙып алдыҡ та, һоҡланып торабыҙ. Флорид, теймәгеҙ, тиҙерәк елем менән ҡаплар кәрәк, юғиһә ыуалып төшә, ти. Юҡ инде, күтәреп алабыҙ тигәйнек, тимер ҡылыс ҡомға әйләнеп, ҡойолдо ла төштө. Баҡтиһәң, сәғәт-сәғәт ярымда тимер кислород менән реакцияға инә лә, күҙ алдында юҡҡа сыға икән. Тимер хәнйәр ҙә, ҡылыстар ҙа әрәм булды. Ә баҡыр һәм көмөш уҡ-башаҡты алдыҡ. Ҡатын-ҡыҙ ҡәберҙәре бигерәк бай булып сыҡты. Алтын сулпылар, көмөш көҙгөләр күн янсыҡтарға һалынған, хатта бәйләгән суҡтарына тиклем шул килеш. Сөнки алтын-көмөш эргәһендә әйбер нисә мең йыл ятһа ла, серемәй, мумиелана ла ҡуя. Баш остарында — хушбуйҙар, үҙҙәре яһағандары ла, Ҡара диңгеҙ яғынан килтерелгәндәре лә бар. Хәҙер беҙгә хушбуй Франциянан килә, ә улар гректарҙан алған. Һауыт эсендә еҫле майҙар, бер яғында — ҡыҙыл, икенсе яғы һары, аҡ буяулы яҫы таштар, төрлө косметика… Боронғо сармат ҡатын-ҡыҙҙарының көмөш биҙәүестәрен, унға яҡын баш һөйәктәрен йыйҙыҡ. Ғәҙәттә, һөлдәне кире күмәбеҙ, ә баштарын анализға алабыҙ. Мин уларҙы ҡапсыҡҡа тултырып, кәзәнкәгә һалып ҡуйғайным, Суфия апайым әрләй, өйгә ингән һайын ишек аҫтынан кешеләр ҡарап ятҡан һымаҡ, ти. Автобуста Өфөгә киттем. Бөтә материалдарҙы археология кафедраһына тапшырҙыҡ. Ә баш һөйәктәрен антрополог Ринат Йосоповҡа илтергә кәрәк. Бер матур ғына баш һөйәген шампунлап, щетка менән йыуып, тештәрен “Момент” елеме менән урынына ултырттым да, ятаҡ буйлап ҡыҙҙар ҡурҡытырға сыҡтым. Уйнап туйғас, Ринат ағайға алып барып, бөтәһен бергә тапшырҙым. Ике-өс аҙнанан, Данир килеп китһен тип, кафедраға шылтыратты. Лабораторияһына инһәм, теге йыуылған һөйәк башҡалары араһында ап-аҡ булып ята. Ағай ипләп кенә, Данир, яңы зыярат еренән ҡаҙманыңмы ул, яңылышманыңмы, тип һораша. Һеҙ нимә, Сармат ҡурғанынан ун ике баш килде, тием. Башҡалары менән сағыштыр әле, береһе ап-аҡ, яңыраҡ үлгән кешенекенә оҡшаған, ти. Йыуғанымды белгәс, үәт, сәбәке, ә мин уға ай буйы ҡырын ҡарап йөрөнөм, тине. Шулайтып, теге ҡурғанды ҡаҙҙым. Нимәһе аптыраҡ: олатайым унда батырҙар күмелгәнен, байлыҡтары булғанын ҡайҙан белде икән? Асып ҡарағандар тиһәң, ҡәберҙәр тейелмәгән ине.
«Шоңҡар»ҙар. Ә өрәккә ышанаһығыҙмы?
Данир Ғәйнуллин. Студент саҡта, Артур Иҙелбаевтар менән экспедицияла, Арҡайымда күргәйнем өрәкте. Унда мосолман зыяратын ҡаҙҙыҡ. Ҡайтып ятҡайныҡ, төндә килделәр миңә. Үәт, унда ҡурҡыуым! Иртәгәһенә, егеттәргә төндә минең арттан килделәр тинем дә, торҙом да йүгерҙем яланға. Беҙ ҡәберҙе ҡаҙа ла, күммәй ҡалдыра инек, ниндәй сүрә беләм, шуны уҡып, ҡәберҙәрҙе кире күмеп, көн эсендә бөтәһен дә рәтләп сыҡтым. Тик күңел тынысланманы, һорап ҡайтып киттем. Аҙаҡ күп экспедицияларҙа булдым, әруахтар башҡа борсоманы. Тормошомда осрағас, факт тип беләм, шулай ҙа өрәктән ҡурҡмайым.
“Юрматы ханы булдым...”
«Шоңҡар»ҙар. Ә ауылығыҙҙың изге урынын ҡуҙғатыу кәрәк булдымы икән?
Данир Ғәйнуллин. Сармат ҡурғандарын ҡаҙғандан һуң ата-бабаларыбыҙ бында ҡайҙандыр килмәгән, борондан йәшәгән тигән һығымта яһаным. Беҙҙең яҡтарҙа һәр ауылда бер- өс убанан торған ҡурған тора, Аллағыуат, Мостафа һәм беҙҙең ауыл эргәһендә. Уларҙан йыраҡ түгел — ауыл зыяраты. Кеше электән бер тирәгә күмгән, ул изге урын булған. Бында кешеләр баҡыр быуатта бер төрлө йәшәгән, иртә тимер быуатта сарматтар формаһында булған һәм VII-X быуаттарҙа башҡорт булып формалашҡан. Беҙҙең яҡта юрматылар йәшәй, уларҙың бер өлөшө Х быуатта венгрҙар араһына киткән, дьярмат булып, ә дьярмат һәм юрматы атамалары сарматтан килеп сыҡҡан тип самалайҙар. Тимәк, халыҡ булараҡ башҡорттар ошонда ғүмер баҡый йәшәгән. Килгән халыҡ, ғәҙәттә, урын-ергә бәйле легендаларҙы белмәй. Урыҫтар бит беҙҙәге боронғо ҡаласыҡтарҙы “Шайтан ояһы” (“Чертово гордище”) ти ҙә ҡуя. Ә беҙҙекеләр, әүлиәләр, батырҙар ята, ти. Сөнки эҙмә-эҙлелек, быуындарҙың ерлеккә бәйле меңәр йылдарға һуҙылған хәтере бар. Урал тирәләп беҙгә тиклем дә күп халыҡтар йәшәгән, печенегтар, болғарҙар, башҡалар — улар юҡҡа сыҡҡан. Күптәре исемен алмаштырған, ҡаҙаҡтар ҡасандыр ҡырғыҙ тип аталған, татарҙар үҙҙәрен болғар тигән. Ҡайһы ҡәүемдәр ҡеүәтен юғалтҡан, мәҫәлән, нуғайҙар. Нуғай урҙаһы XV—XVI быуатта ошо киңлектәрҙә иң көслөһө булған, Башҡортостан ерҙәренең дә яртыһынан күбен баҫып алған. Хәҙер улар бөтөп бара. Ә башҡорттар, дәүләтселектәре булмаһа ла, юғалмаған.
«Шоңҡар»ҙар. Дөрөҫөрәге, дәүләтселектәре классик формала булмағандыр, эйеме?
Данир Ғәйнуллин. Эйе, ул үҙенә күрә бер демократик рәүештә булған. Аҫабалыҡ хоҡуғы уникаль күренеш. Һәр башҡорт, общинаның хужаһы, хоҡуҡлы шәхес булараҡ, Рәсәй дәүләте менән мөнәсәбәтте илселәр аша ҡорған. Шул батшалар булмауы, ҡоллоҡто белмәү, һәр кемде шәхес итеп ололау, хоҡуҡлы итеп ҡарау һаҡлағандыр, бәлки, халыҡты.
«Шоңҡар»ҙар. Тормошта йүнәлеш һайлауҙа кемдең йоғонтоһо көслө булды?
Данир Ғәйнуллин. Хәйләле олатайымдың. Уҡыта башлағас, Нияз Мәжитов миңә, һине бит бер оло кеше тәрбиәләгән, “Бисмилла” тип тороп китәһең, ололар һымаҡ йөрөйһөң, ти. Тәрбиәһе ныҡ булғандыр инде.
«Шоңҡар»ҙар. Ни эшләп хәйләле олатай тинегеҙ әле?
Данир Ғәйнуллин. Исламғол олатайым ауылдың тәүге комсомолецы, тракторисы, беренсе полуторка машинаны алып ҡайтҡан шоферы. Үҙе үлгәс кенә белдек: заманында ауыл советының да, колхоздың да мисәттәрен эшләп алып, аслыҡ мәлендә күп халыҡты ҡотҡарған. Ул биргән справка менән Стәрлетамаҡҡа йә башҡа ергә китеп, үлемдән ҡалғандар. Ҡурҡмаған, шулай йөрәкле булған. Шофер булып эшләп, 1942 йылда штрафбат менән һуғышҡа киткән. Хәрби билет-фәлән юҡ, исемлек менән генә атакаға пушка ите итеп сығарғандар. Тотош эшелондан ун дүрт кенә кеше иҫән ҡалғас, Ватан һеҙҙе кисерҙе тип, хәрби билет биргәндәр. Исемлек яҙған муҡшы Рәжәпов Исламғолды Рыклов тип бутаған. 1944 йылға тиклем һуғышта йөрөп, һул ҡулын киҫтереп, бер аяғына яра алып, сикәһенә снаряд эләктереп иҫән ҡайта. Рыклов булып йәшәне. Балалары ла Рыклов булды.
«Шоңҡар»ҙар. Һәр кемдең тормошонда артабанғы яҙмышын билдәләгән ваҡиғалар була. Ябай ауыл малайының күңелендә маҡсатлы сәм ҡасан уянды?
Данир Ғәйнуллин. Бала саҡта А. Македонский хаҡында һәм башҡа тарихи китаптарҙы яратып уҡыным. Уға оҡшатып, малай-шалайҙы йыйып Юрматы империяһы төҙөп алдым. Ҡылыстар юнып, һөңгөләр эшләнек, үҙемде Данир хан итеп иғлан иттем. Дуҫтарға Рәмзил бей, Фәтих бей тигән титулдар бирҙем. Тимер банка ҡапҡастарынан әтмәләнгән кольчуга кейеп, һөңгө, ҡалҡан тотоп, шалтырлап йөрөйбөҙ. Һауынсылар күреп көлгәндәр ҙә, егеттәрҙең күңеле төшкән. Ул наҙандар тарихты белмәй, тип саҡ тынысландырҙым. Хан булып уйнағандағы батырлыҡтарҙы теркәп барабыҙ, һәр һуғыштың һүрәттәрен эшләйбеҙ, үҙебеҙ яҙған шул “Юрматы империяһының тарихы, батырҙары”н ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйбыҙ. Фантазиям уйнап торғандыр инде, ун йәш тирәһендә бәләкәйерәктәрҙе лә йыйып, себеш көткәндә, олатайым менән һуғышта бергә булдым, тип һөйләп ултыра торғайным.
«Шоңҡар»ҙар. Бей, хан тигән һүҙҙәрҙе олатайығыҙҙан ишеттегеҙме?
Данир Ғәйнуллин. Юҡ. Ул ваҡытта “Ағиҙел” журналында шәп романдар сыға торғайны, “Һауыр ҡумта”, “Думбыра сыңы”… Бала ғына килеш шуларҙы уҡығанмынсы...
«Шоңҡар»ҙар. Шунан Юрматы хан интернатҡа китте инде?
Данир Ғәйнуллин. Һигеҙенсе класты бөтөп, Өфөгә киткәндә үҙем эшләгән пушка, пулеметтарымды йыйып, Фәтихтең ҡустыһы Фәнүзгә ҡалдырҙым. Интернат тормошо бүтән, ҡыҙыулыҡты һыуыттылар, коллективизмға, сабырлыҡҡа өйрәттеләр. Спортҡа ылыҡтырҙылар. Агрономға уҡыйым тигән кеше, Марат Мөхәмәтйән улы Хафизовтың тарих дәрестәре йоғонтоһонда тарихсы булырға ҡарар иттем.
Йәшлек. Иттифаҡтың данлы эштәре
«Шоңҡар»ҙар. Барыбер тормошҡа ныҡлы ҡарашың баяғы аслыҡ иғлан иткән саҡта формалашҡандыр, моғайын?
Данир Ғәйнуллин. 1989 йылда милли хәрәкәт башланғас, Буранбай Ильясов менән төрлө ойошмаларға барып ҡараныҡ, әммә эштәренең һүҙҙән үтмәүе оҡшаманы. Үҙебеҙ тарихсыларҙы йыйырға булдыҡ. Тәүҙә Буранбай, мин, Урал Хисаметдинов, Әминә Яҡшыбаева (Уразова), Райман, Салауат Хәмиҙуллин — йәмғеһе һигеҙ кеше инек. Фәне менән булышһын тип, Артур Иҙелбаевҡа өндәшмәнек. Кемдер әйткән барыбер. Бүлмәгә Зәки Вәлидиҙең портретын элдек. Ойошманы русса “Союз башкирской молодежи” тип, шунан Буранбай тарихта “Иттифаҡ әл мөслимиә” тигән партия булған, иттифаҡ — союз, матур яңғырай тигәс, үҙебеҙсәһен “Башҡорт йәштәре иттифағы” тип атарға килештек. Гәзит мәсьәләһе баҫты. Сибайҙа типография бар тинеләр. Беренсе һанға бөтәбеҙ ҙә материал яҙҙыҡ. Әсәйең журналист, атайың филолог, әйҙә, һин бар тип, аҡса йыйылышып, Артурҙы Сибайға оҙаттыҡ. “Аҡ тирмә”нең дә, “Урал” халыҡ үҙәгенең дә баҫма матбуғаты юҡ ине, ә йәштәр ойошмаһы гәзит сығарып тарата башланы. Тематикаһы: суверенитет яулау, башҡорт тарихы, телде һаҡлау. Популярлыҡ артты, йәштәр туплана башланы. Башҡорт филологияһы факультетында Рөстәм Рәжәпов комсомол секретары ине, ул комсомол ойошмаһы тарҡалды тип сығыш яһаны, мин Башҡорт йәштәре иттифағын иғлан иттем. Яңы ойошма вуздар, райондар буйлап китте.
«Шоңҡар»ҙар. Иттифаҡ беҙгә яңы һүҙ кеүек тойолманы, шулай булырға тейеш һымаҡ ине.
Данир Ғәйнуллин. Иттифаҡ әүҙем йәштәрҙе берләштерҙе. IV-V курста тормош митингыла үтте. Карауат аҫтарында төрлө транспаранттар ятты. Мәҫәлән, береһе “Рахимов, я тебя не понял!” тип аталһа, икенсеһендә “Рәхимов менән бергә!” тип яҙылған. Ҡайһы мәсьәләлә беҙ ололарҙы ла, власты ла яҡланыҡ, ҡай саҡта ҡаршы сыҡтыҡ. Ғүмерҙә беренсе тапҡыр башҡорт президентын һайларға дәртләнгәндә, ҡапыл датаһын күсерҙеләр, был беҙҙең өсөн трагедия булды. Протест күрһәтеп, телеүҙәкте штурмларға хәл иттек. Бер кистә төрлө уҡыу йорто егеттәре БДУ ятағында йыйылып, “Башҡорт халҡына мөрәжәғәт” яҙҙыҡ. Йәнәһе, телеүҙәкте алғас, Башҡорт хөкүмәтен иғлан итеп, был власть эшләй алмай тип, идаралыҡты ҡулға алабыҙ. Мөрәжәғәтте шунда уҡ бүлмәләргә таратып, ятып йоҡланыҡ. Икенсе көндө киттек штурмға, беҙгә шунда эшләгән апайҙар “Егеттәр хоры” тигән пропуск йүнләгәйне. “Йыр яҙҙырырға” ун биш кеше инергә тейешбеҙ. Ҡоралһыҙ, бер нәмәһеҙ. Артурҙың төркөмө, илле кеше, беҙҙең арттан бәреп инеп, һаҡсыларҙы ҡулға алырға тейеш, улар артынан биш йөҙләп студент телеүҙәкте балдаҡҡа алып, Омонды үткәрмәй тип килешелгән. Барып индек, тик уйлағанса тура килтерә алманыҡ, артыбыҙса Артурҙың төркөмө үтеп, һаҡсыларҙы алып бәреп, телефондарҙы һурып ырғытҡандар, беҙ радиорубкаларға инеүгә, бәйләнеш юҡ ине, мөрәжәғәтте сәғәт берҙә башҡорт радиоһы һөйләй башлауға самалағайныҡ. Өс минут алдан инеүебеҙ арҡаһында рубильниктарҙы һүндерҙе лә ҡуйҙылар. Тап рубильник менән радиорубкаларҙы алырға тейеш инек, революционерҙар ҙа Ҡышҡы һарайҙа шулайтҡан. Мәшхәр китте, телевидениелағы апайҙар беҙҙе яҡлап, йәштәр менән балдаҡҡа торҙо. БР Юғары Советының кәңәшмәһе бара ине, унан делегация килде. “Йәшлек” гәзитенең ныҡ популяр ваҡыты, улар туҡтауһыҙ беҙҙең эшмәкәрлекте яҡтырта. Юғары Совет кәңәшмәһендә ултырған ағайҙар, беҙ штурмлаған саҡта килеп, шым ғына нисә сәғәт тора алаһығыҙ, тинеләр. Киске биштәргә тиклем тинек. Омон килеп сәнғәт институты студенттары аша үтеп маташҡан, “Карауанһарай”ҙың бер нисә егетенә ныҡ ҡына эләккән, әммә улар үткәрмәгәндәр. Ә беҙ, эфир биргәндәрен көтөп алып, мөрәжәғәтте уҡып сыҡтыҡ барыбер.
«Шоңҡар»ҙар. Хәҙерге заман булһа бөтәһен дә ябып ҡуйырҙар инеме икән.
Данир Ғәйнуллин. Тыңлайҙар ине ул мәлдә халыҡты бер төрлө. Ул хәлдәр Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә барҙы, күптәр власҡа үҙҙәре лә шулай демократия тип шаулап килгәндәр ине.
«Шоңҡар»ҙар. Бөгөнгө йәштәргә ошондай ярһыулыҡ кәрәкме?
Данир Ғәйнуллин. Ярһыулыҡ та, һалҡын ҡанлылыҡ та, аҡыл менән эш итә белеү ҙә кәрәк, сөнки бөгөнгө көндә лә күп нәмә йәштәрҙең әүҙемлегенән тора.
«Шоңҡар»ҙар. Хәтерҙә, һеҙ аслыҡ иғлан иткәс йәштәрҙең шул тиклем ныҡ рухы күтәрелгәйне. Ә аслыҡ иғлан итеү нисек килеп сыҡты?
Данир Ғәйнуллин. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Мәскәүгә барып Федератив килешеүгә ҡул ҡуйып ҡайтты. Беҙ йәнә уны митингылар менән ҡаршы алдыҡ. Мин “В случае подписания федеративного договора мы объявляем голодовку!” тигән транспарант менән торам. Ағай килде лә минең менән һөйләшә башланы, нишләп аңламайһығыҙ, һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ бит, ти. Шәпһегеҙ, беҙҙең ерҙе һатып ҡайттығыҙ, киләсәк юҡ, тип тынмайым. Һин ҡайҙан, тип һораны. Стәрлебаш районынан тием, әрләне лә инеп китте. Аҙаҡтан Юғары Советҡа барғанында Гөлфиә апай Юнысоваға, бер тырпыҡ сәсле Стәрлебаш малайы йөрөй, хәлде аңлатып ҡарайым, үҙенекен һөйләп тик тора, тигән. Ситен хәл килеп сыҡһа, аслыҡ иғлан итербеҙ тигән план бар ине алдан. Иттифаҡта йыйылып шул хаҡта фекерләштек тә, мине етәксе итеп тәғәйенләнеләр. Тиҙ генә 8-9 егеттән команда йыйҙым, Хәниф, Фәриттәр ҡушылды, пединституттан Фәнил тигән егет, Азат Хәлилов, Юлай Мәүлетҡоловтар Салауат һәйкәлендә тирмә ҡуйҙыҡ та, аслыҡ иғлан иттек. Татарстандан Рамай тигән егет килеп ҡушылды. Өс-дүрт көн үтте, яйлап хәл бөтә. Күп зыялылар килеп теләктәшлек белдерҙе. Булат ағай Рафиҡов менән һөйләшеү иҫтә ҡалған. Улым, һеҙ суверенитетты ла, башҡаһын да бер юлы алырға уйлайһығыҙ ҙаһа, ти. Әлбиттә, форсаттан файҙаланып, ҡорбан менән булһа ла, алып ҡалырға кәрәк, тинем. Йәһүдтәрҙең бер принцибын һөйләне. Улар көрәшеп ҡарағандар ҙа, булдыра алмағас, һәр йәһүд көн дә бер бәләкәй генә еңеү яуларға тейеш, һәр береһенең шул көндәлек аҙымдары халыҡты ҙур еңеүгә килтерәсәк, тип хәл иткән. Шул ысул менән яйлап үҙ дәүләттәрен ойоштороуға өлгәшкәндәр, тине. Беҙҙең үҙ юлыбыҙ, тип ҡарышып тороп ҡалдым. Асығыуҙың етенсе көнөнәме икән, беҙҙе һаҡлаған студенттар киске ашҡа киткән арала, бер ПАЗ-ик тулы егеттәр килеп, беҙгә ташланды.
«Шоңҡар»ҙар. Кемдәр булды икән улар?
Данир Ғәйнуллин. Уныһы билдәһеҙ ҡалды. Ҡаршылашырға хәл юҡ ине, тирмә һайғауы менән һуғып ҡарайбыҙ, ҡайҙан инде. Ныҡ туҡмалдыҡ, көрттә ятам, халыҡта минең ҡайғы юҡ. Мине бер ҡыҙ килеп табып алды. Тиҙ ярҙам менән 21-се дауаханаға алып киттеләр, коридорҙа ятам, ашап та, эсеп тә булмай, шешенә башланым.
«Шоңҡар»ҙар. “Йәшлек” гәзите ул ваҡиғаларҙы асыҡ яҡтырта ине.
Данир Ғәйнуллин. Шулай. Рәмис Дәүләтбаев менән Гәүһәр Батталова телевидениеға сюжет эшләп, мине Республика дауаханаһына күсерҙе. Шунан ғына табиптар иғтибар итте, унда инде ике бөйөр ҙә эшләмәй ине, күҙ алды томан, кәүҙә яйлап ағыуланған, иҫте юғалтҡанмын. Оло Теләк фажиғәһенән һуң килтерелгән гемодиализ аппаратына тоташтырып (уға тиклем ул булмаған), ҡанымды таҙартҡандар. Тәүлек ярым йоҡлағанмын. Ишектә — һаҡ, Артур ғына инә ине. Мин туҡмалғандан һуң һикһәнләп кеше аслыҡ иғлан иткән. Апрелдең аҙағына тиклем барған ул хәрәкәт. Бер ай тигәндә аяҡҡа баҫтым.
Милләт маҡсатлы булһын!
«Шоңҡар»ҙар. Йәштән халыҡ яҙмышы тип янғанһың. Тимәк, Ҡоролтай рәйесе булыуың да юҡҡа түгел.
Данир Ғәйнуллин. Ҡоролтайға рәйес булып барғас, күптәр, һеҙҙе беләм, шул ваҡыттан иҫләйем, тип яҙа. Баҡтиһәң, шул саҡтар кешеләрҙең хәтерендә, шуға ла ышаныс күрһәтәләрҙер тип уйлайым инде.
«Шоңҡар»ҙар. Ул мәлдәге ҡуҙғалыш үҙен бик аҡламаһа ла, йәштәр хәрәкәте емеш бирмәне түгел инде, “Шоңҡар”ҙың тыуыуы ла шуның һөҙөмтәһе, һүҙ ҙә юҡ.
Данир Ғәйнуллин. Һөҙөмтә ҙур булды, 20-25 йыллыҡ үҫеш. Ул республика өсөн ҙур ваҡыт. Тарихты ҡараһаҡ, Әхмәтзәки һәм уның көрәштәштәренә 1917 йылдан алып 3 йыл ғына иркен эшмәкәрлек итеп ҡалыу яҙған. Шунда ла күпме эшләп ҡалғандар. Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантайҙар ваҡыты 1920 йылдан алып 18 йыл, улар ҙа шул мәлдә тел һәм мәҙәниәтебеҙҙе үҫтергән.
«Шоңҡар»ҙар. Киләсәкте ниндәйерәк итеп күрәһегеҙ?
Данир Ғәйнуллин. Яҡшы итеп күрәм, сөнки яңы быуын шәхес булараҡ азат, аҡыллы. Улар беҙҙең ҡалыпҡа һалынмаясаҡ, ә икенсе йәмғиәттә йәшәйәсәк.
«Шоңҡар»ҙар. Ҡоролтайҙа әҙерләнеп ятҡан милли стратегия беҙгә нимә бирәсәк?
Данир Ғәйнуллин. Һәр халыҡтың, илдең стратегияһы бар. АҠШ-тың 100 йыл алға билдәләнгән, кемдәрҙер 30-50 йылға эшләй. 1995 йылда, беренсе Ҡоролтайҙан һуң, башҡорт халҡын үҫтереү программаһы ҡабул ителеп, 15 йыл эшләгән. Ләкин 2010 йылда ул өҙөлгән, ә “Башкиры РФ” программаһы 2017 йылда туҡталған. Әлеге көндә был өлкәлә бушлыҡ, һуңғы һигеҙ йылда, ғөмүмән, халыҡтың үҫеше билдәһеҙлек ҡыҫаһында торҙо. Шуға күрә, Ҡоролтай егеттәре менән кәңәшләшеп, һәр кеше һымаҡ уҡ, халыҡ та киләсәккә үҙенә маҡсат ҡуйырға тейеш, тинек. Стратегия 30 йылға буласаҡ. Беҙ Исландия моделенә эйәрҙек. Унда Конституцияны эшләгән ваҡытта, тәҡдимдәр индерегеҙ тип, халыҡҡа мөрәжәғәт иткәндәр һәм төп ҡанундарын шуның нигеҙендә эшләгәндәр. Әлеге көндә Исландия Конституцияһы иң демократик конституция һанала. Был илдең ниндәй үҫеш кисереүен күреп тораһығыҙ, футболда хатта донъяға билдәле булып киттеләр, иҡтисадтарын күтәрҙеләр. Беҙ ҙә стратегияһын халыҡ үҙе эшләргә тейеш тип уйланыҡ, күләме лә ҙур булмаһын. Мәҫәлән, шунса бала үҫтерергә тейешмен, улар башҡорт телендә һөйләшергә тейеш, уларға шундай белем бирергә, шундай иҡтисади шарттар тыуҙырырға тейешмен һәм башҡалар. Һәр башҡорттоң ҡулынан килерлек һәм ул унда ҡатнаша алырлыҡ булһын. Шул саҡта ул эшләр.
«Шоңҡар»ҙар. Төп мәсьәләләрҙән тыш, бәлки, киңәйтелгән варианты ла булыр?
Данир Ғәйнуллин. Юҡ. Уның нигеҙендә программалар ҡабул ителәсәк. Стратегия хоҡуҡи яҡтан нығытылып, халыҡтың теләгенә нигеҙләнһә, дәүләттән программаларға финанслау талап иткәндә лә, бына халыҡ теләген тормошҡа ашырабыҙ тип әйтә аласаҡбыҙ.
«Шоңҡар»ҙар. Һуңғы йылдарҙа Ҡоролтайға халыҡ ышанмай башланы. Абруйҙы күтәреү өсөн нимәләр эшләү мөмкин, анализлайһығыҙмы?
Данир Ғәйнуллин. Әлбиттә, һуңғы осор Ҡоролтай властың ҡарарҙарын һәм талаптарын халыҡҡа еткерер өсөн ҡулланылды. Ә асылда ул халыҡ мәнфәғәтен яҡлап, уның мөрәжәғәттәрен власҡа еткереүсе булырға бурыслы, функция ҡапма-ҡаршыға үҙгәреү арҡаһында халыҡ тарафынан ышаныс юғалған. Яйлап ышанысты ҡайтарып киләбеҙ. Бәләкәй генә миҫал: яңыраҡ Стәрлебаш районында ҙур таҙартыу ҡоролмаһы төҙөй башланылар, ә ул башҡорт ауылдарына һикһән метр йыраҡлыҡта, бөтә райондың ҡалдығы шунда тупланырға тейеш. Халыҡ ҡаршы сыҡты. Башлыҡҡа барып, былай ярамай, беренсенән, тәбиғәтте һаҡлау талаптары үтәлмәй, икенсенән, һаҡлау зоналарына яҡын булғас, йылғаға ағып төшә бит ул, шул йылғала һыу инәләр, шунан эсәләр, тип ҡараным, аңламайҙар. Шунан бөтә инстанцияларға, прокуратураға, башҡаһына, торлаҡ хужалығы министрына яҙып туҡтаттыҡ. Ҡарарҙы кире ҡаҡтылар, әлбиттә, урындағы власть менән һүҙгә килергә тура килде. Ул ҡоролманы төҙөргә кәрәк, әммә ауылға терәтеп түгел, урын бөткәнме ни — шуны тыңларға теләмәнеләр. Ләкин, талапты ҡуйғас, үтәнеләр. Беренсенән, бында республика етәкселегенә рәхмәт, аңланылар, күсерергә тип бик тиҙ ҡарар ҡабул иттеләр. Эйе, был бәләкәй генә еңеү, әммә быға тиклем бит шул да булманы.
«Шоңҡар»ҙар. Әле төрлө йүнәлештәге йәштәр ойошмалары күбәйеп китте, уларҙың бер-береһенә ҡаршы килеүе, диалогка ынтылмауы борсоуға һала.
Данир Ғәйнуллин. Мин быға тыныс ҡарайым. Фекер төрлөлөгө йәмғиәттә булырға тейеш. Милли ойошмаларҙың да төрлөһө кәрәк.
«Шоңҡар»ҙар. 1995 йылда Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҙур байрам булып үтте, ә бишенсе съезд нисегерәк буласаҡ?
Данир Ғәйнуллин. Беренсенән, Башҡортостандың йөҙ йыллығына арнала, икенсенән, ситтән делегаттар һайлағанда күберәк йәштәрҙе һайларға, эшлекле итеп үткәрергә тырышасаҡбыҙ, сөнки президиумдан тороп һөйләгән һүҙҙәрҙән тыш, делегаттарҙың аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, бәйләнештәр булдырыуҙары мөһим.
«Шоңҡар»ҙар. Уйлап ҡараһаң, шул уҡ Зәки Вәлидиҙәр ҙә йәш булғандар бит.
Данир Ғәйнуллин. Әле аппаратҡа эшкә йәштәрҙе алдыҡ, ҡулдарынан бөтә нәмә килә, йәштәргә ышаныс күрһәтеп өйрәнеү кәрәк. Әгәр ҙә йәшәртеп, Ҡоролтайға динамизм бирә алабыҙ икән, уның киләсәге буласаҡ.
«Шоңҡар»ҙар. Йәштәр тигәс, балаларығыҙ хаҡында һорашҡы килә.
Данир Ғәйнуллин. Улыма 25 йәш, өйләнде. Айлина ейәнсәрем бар, мин хәҙер олатай, олпат кеше. Ҡыҙым Алтынай — унынсы класта, уҡыуҙа тырыш. Үҫкәнендә улыма күберәк мин иғтибар иттем, ә ҡыҙымды әсәһе тәрбиәләй. Шуныһы ҡыҙыҡ, Тимерхан беҙҙең юрматы диалектында һөйләшә, Алтынай әсәһе Зөлфиә һымаҡ Баймаҡ-Ейәнсураларса. Беҙ “йығылабыҙ” тиһәк, улар “ҡолайбыҙ” тиҙәр. Улым үткән йылға тиклем хоккей менән шөғөлләнде. Бында студент лигаһында уйнай. Бер матч ваҡытында йәрәхәт алып, былтыр карьераһын туҡтатты. Әле БДУ-ның тарих факультетында һәм шул уҡ ваҡытта Тренерҙарҙың юғары мәктәбендә уҡый. Быйыл ике диплом ала инде.
Шүлгәнташ тип йән ата
«Шоңҡар»ҙар. Шүлгәнташ та Капова пещера булып китте, топонимик атамаларҙы урыҫлаштырыу йышая түгелме?
Данир Ғәйнуллин. Был мине лә борсой, күп нәмәне әле төҙәтеү юлындабыҙ. Шүлгәнташты бер ҡасан да халыҡ Капова тимәгән. Уны шундағы бер крәҫтиәндәр Капова тигән дә, экспедицияға килгәндәр шулай тип яҙып алған да киткән. Һүрәттәрҙе асҡан ваҡытта А.Рюмин отчетта: “Капова пещера с живописью эпохи палеолита”, — тип яҙған. Шул Мәҙәниәт министрлығының реестрына эләккән. Был сәйәсәт күптән килә. Сумған мәмерйәһен, мәҫәлән, тотҡан да пещера Ожеганова тигәндәр, Шүлгәнташ эргәһендәге бер мәмерйәне, уны башҡорттар күптән белә, исеме бар, яңыраҡ, бер мәрйә ҡыҙы барып күргән дә, Виктория тип атаған. Этноцид халыҡтың хәтерен юйып, уның ерлеккә булған дәғүәһен әҙәйтеү өсөн эшләнә. Был сәйәсәтте ООН да, Юнеско ла бик ныҡ тәнҡитләй. Әле Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығына реестрҙа Шүлгәнташтың исемен дөрөҫләтер өсөн документ әҙерләйбеҙ. Фәнни яҡтан нигеҙләп, ҡағыҙҙарҙы теүәлләп, Юнескоға номинацияға ла алдан әҙерләнгән исемлеккә, уны Шүлгәнташ палеолит һүрәттәре тип индерҙек.
«Шоңҡар»ҙар. Шүлгәнташ һүрәттәрен беҙҙең ата-бабалар төшөрҙөмө икән?
Данир Ғәйнуллин. Яңыраҡ, февралдә, Франциянан ике белгес килде, Жан-Мишель Женест менән Юг Плессон. Улар ошо мәмерйә һынлы сәнғәте буйынса ҙур ғалимдар. Шүлгәнташты күргәс, ул тиклем ҙур итеп күҙ алдына килтермәгәйнек, масштабтарын Франция мәмерйәләре менән сағыштырырлыҡ түгел, тинеләр. Үҙебеҙ аптырайбыҙ: дөйә, мамонт һүрәттәренең теүәл күсермәһен эшләткәйнек, улар ғәмәлдә бик ҙур икән, мәмерйәлә бит алыҫтан ҡарайһың, шуға бәләкәй күренә. Ғалимдар Шүлгәнташты тикшереп, һүрәттәре Европа традицияларының дауамы тигән фекергә килде.
«Шоңҡар»ҙар. Гаплогруппа анализдары ла Европа менән Урал халҡының туғанлығын һөйләй түгелме?
Данир Ғәйнуллин. Әйтеүе ҡыйын, әммә был һүрәттәрҙе төшөргән кешеләрҙең 19-17 мең йыл элек, боҙлауыҡ дәүерендә, Европанан беҙҙең яҡҡа миграциялағаны иҫбатланған. Боҙлоҡ бит Татарстан майҙанына етеп, Пермь тарафынан Силәбе яғына төшкән, ә Уралға ҡағылмаған. Урал оазис булып тороп ҡалған.
«Шоңҡар»ҙар. “Урал батыр”эпосында ла шулар һөйләнелә бит.
Данир Ғәйнуллин. Эйе, бында шарттар һәйбәт булған, дым, йәшеллек, шуға эре хайуандар рәхәтләнеп үрсегән. Ат, мамонт, носорог, бизон һүрәттәре Европалағы иллеләп мәмерйәлә лә бар. Ә бына яңыраҡ дөйәне асҡас, ул Шүлгәнташты уникалгә әйләндерҙе. Был донъялағы иң боронғо дөйә һүрәте. Ундай һүрәт бер ҡитғала ла юҡ. Тимәк, бында шул осорҙа дөйәләр йәшәгән, уларҙы һунарсылар күргәндәр, шуны төшөргәндәр. Ул ваҡытта Башҡортостан территорияһы тундралы дала булған, Бөрйән урмандары булмаған. Дөйәләр әлеге ваҡытта ҡырағай рәүештә Монголияның Гоби сүллегендә генә һаҡланған. Унда ҡыш көнө 45 градус һыуыҡ, йәйгеһен 45 градус эҫе. Тимәк, бында ла шундай климат булған.
«Шоңҡар»ҙар. Трапециялар ҙа Европала бармы?
Данир Ғәйнуллин. Беҙҙең мәмерйәлә тап геометрик һүрәттәр күп. Европала күберәк художестволы йәнлек һындары. Шул яҡтан ҡарағанда беҙҙең рәссамдарҙың абстракт фекерләүе нығыраҡ үҫешкән булған. Улар һүрәтте генә күрһәтеп түгел, ә ниндәйҙер геометрик формаларға мәғәнә һалып төшөргәндәр, образлы фекер йөрөткәндәр. Өсмөйөш, дүртмөйөш, өс тырнаҡлы һәнәктәр беҙҙә күп, мәғәнәһен бер кем дә аңлата алмай. Шул яҡтан да уникаль Шүлгәнташ.
«Шоңҡар»ҙар. Хәҙер Шүлгәнде донъяға танытыумы маҡсат?
Данир Ғәйнуллин. Сәфәрҙә саҡта беҙҙән Франция радиоһы интервью алғайны. Әле Францияның Мәскәүҙәге илсеһе бәйләнешкә сыҡты, шул тапшырыуҙы тыңланым, килеп Шүлгәнташты күргем килә, ти. Ул ниндәйҙер иҡтисади бәйләнеш артынан түгел, ә шул һүрәттәр өсөн килә.
«Шоңҡар»ҙар. Шүлгәнташ республикаға туристарҙы йәлеп итер өсөн шәп мәрәй, тик был ажиотаждан мәмерйә зыян күрмәҫме?
Данир Ғәйнуллин. Юҡ. Беренсе июндән Шүлгәнташтың әлеге күргәҙмәһен Францияға алып китәбеҙ. Унда йылына биш йөҙ мең турист булған Халыҡ-ара палеолитик үҙәктә күргәҙмә өс ай торасаҡ. Унан һуң, бер-ике айға күргәҙмә Испанияның халыҡ-ара Альтамира музейына китәсәк. Был беҙгә пропаганда өсөн кәрәк. Шүлгәнташ күргәҙмәһен солоҡсолоҡ темаһы менән тулыландырып, боронғо башҡорт хазинаһы тип, икеһен бергә алып барырға уйлайбыҙ.
«Шоңҡар»ҙар. “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы икәүме ул әллә?
Данир Ғәйнуллин. Эйе, “Шүлгәнташ” тәбиғи ҡурсаулығының бурысы башҡорт бал ҡортон һаҡлау, ә беҙҙең “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни ҡурсаулығы мәмерйәне һәм уның һүрәттәрен һаҡлау өсөн ойошторолған.
«Шоңҡар»ҙар. Ә Шүлгән эргәһендәге матур йорттар һеҙгә ҡараймы?
Данир Ғәйнуллин. Бер өлөшө беҙҙеке. Беҙҙең әлегә төп маҡсат — ҙур музей комплексын булдырыу. Төҙөлөш былтыр башланды, быйыл дауам итәсәк, сама менән 350 миллион һумлыҡ музей, һәм яҡынса 120 миллионлыҡ экспозицияһы буласаҡ. Мәмерйә һүрәттәренең күсермәләре, мәктәп балалары килеп шөғөлләнерлек балалар фәнни үҙәге, кафеһы, һаҡлау биналары, лабораториялары булған ҙур фәнни үҙәк төҙөйбөҙ. Газпром шул тирәгә 300 миллион һум самаһына газ үткәрә, Шүлгәнташҡа килеп еткәс, бөтә яҡын ауылдарға газ тараласаҡ.
«Шоңҡар»ҙар. Ә юл бармы әле?
Данир Ғәйнуллин. Шүлгәнташҡа тиклем юлды асфальтлауға 230 миллион һум аҡса бүленде, бына ҡыш ҡырсын һалдылар, йәй асфальт түшәйәсәктәр. Тиҙлекле интернет та үткәрттек, бөтә төр кәрәҙле бәйләнеш бар.
«Шоңҡар»ҙар. Ә туристар шул 3 D-ны ҡараясаҡтармы, әллә мәмерйәгә инеү дауам итәсәкме?
Данир Ғәйнуллин. Мәмерйәгә йөрөтәсәкбеҙ, төптәге һүрәттәрҙе күрмәһә лә, кеше мәмерйәнең дәүмәлен күреп, һоҡланып сығырға тейеш. Ә инде теүәл күсермәләре музейҙа күрһәтеләсәк. Йылҡысыҡҡан эргәһендә быйыл Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ. Моделен Өлфәт Ҡобағошов эшләне. Ғөмүмән, музей комплексы төҙөү туризмды үҫтереүгә ныҡлы терәк буласаҡ. Францияла, Испанияла тап шундай объекттар урындағы халыҡтың иҡтисадын үҫтереү юлы булып тора. Әле мәмерйәгә тутыҡмай торған мәғдәндән уңайлы баҫҡыстар системаһы эшләнек, икенсе ҡатҡа хәҙер тиҙ һәм хәүефһеҙ менеп була.
«Шоңҡар»ҙар. Эш асам тигән эшҡыуарҙарға айырым майҙандар бармы?
Данир Ғәйнуллин. Ул рекрецион зона тип атала, улар билдәләнгән. Аҡбулат, Ғәҙелгәрәй, Мәҡсүт ауылдары эргәһендә урын күп.
«Шоңҡар»ҙар. Шул тирәнән ер алғандар ота инде?
Данир Ғәйнуллин. Эйе, беҙ Франциялағы Шовела туризм үҫешеүен өйрәгәйнек. Музей төҙөгәс унда 11000 урынлы ҡунаҡхана бар һәм 18000 урынлы ҡунаҡ йорто (гостевой домик) асылған. Бөрйән халҡының, уйлауымса, шундай ҡунаҡ йорттары ултыртырға мөмкинлеге бар, бөтөн кеше лә ҡунаҡхана аса алмай. Теләгән берәү өйө эргәһенә тағын берәүҙе төҙөп, шунда туристар ҡабул итеп, ҡаймаҡ-һөтө, икмәге менән һыйлап, аҡса эшләй ала.
«Шоңҡар»ҙар. 20 йылдан Шүлгән эргәһендә ҡала барлыҡҡа килә инде?
Данир Ғәйнуллин. Ҡалаһын белмәйем, әммә юлдың буйынан буйына туристик ҡасабалар буласаҡ. 2020 йылда Шүлгәнташ тирәһендә буш бер метр ер ҙә тапмаясаҡһығыҙ. Ҡунаҡхана һымаҡ нәмәләр төҙөп бөтәсәктәр, сөнки бизнес килемгә һиҙгер.
«Шоңҡар»ҙар. Шүлгән әле Башҡортостанда иң перспектив йүнәлеш инде… Тағы ниндәй урындар бар?
Данир Ғәйнуллин. Әлегә фәнни яҡтан ныҡлы өйрәнелгән, халыҡ-ара кимәлгә күтәрелгәне Шүлгән генә. Беҙ Шүлгән менән ныҡ шөғөлләндек. 2012 йылдан алып эшләп, саҡ музей төҙөй башланыҡ, инде дүртенсе йыл халыҡ-ара симпозиумдар үткәрәбеҙ. Гел яңы экспедициялар килеп тора. Мәмерйәлә 3 D сканерлау үткәрҙек. Күргәҙмәбеҙҙе Францияға алып барғайныҡ, беҙҙең 3 D сканерлау технологияһы уларҙыҡынан алдынғыраҡ булып сыҡты.
«Шоңҡар»ҙар. Шүлгәнгә 2016 йыл барҙыҡ, былай индерәбеҙ тиҙәр ине, әммә Бөрйән ҡаҙнаһына әҙ булһа ла аҡса инһен тип түләп керҙек, ҡараһаҡ — билетта Рәсәй Федерацияһының тәбиғәт ресурстары министрлығы тип яҙылған.
Данир Ғәйнуллин. Әлеге көндә ул территорияла “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы федераль учреждениеһы билет һата һәм бөтә килеме Мәскәүгә китеп тора. Бөрйән районына файҙаһы юҡ. Илдең 73-сө федераль законы буйынса бөтә археологик ҡомартҡылар ҙа федераль милеккә инә, тик ул Мәскәүгә ҡарай тигәнде аңлатмай, полномочиелары республикаға тотторолған. Дөйөм реестрға индерелгән, ә һаҡлау, уны ҡулланыу хоҡуғы беҙгә бирелгән. Беҙ әле шул хоҡуҡты, күрше ҡурсаулыҡ менән судлашып, яйға һалып киләбеҙ. Мәмерйәне беҙ ҡайғыртмаһаҡ, Мәскәү ҙә ҡарамаясаҡ. Әле Рәсәй бер тин дә аҡса бирмәй. Бөтә бөгөнгө яҡшылыҡтар республика ҡаҙнаһынан эшләнә.
«Шоңҡар»ҙар. Шүлгәндән Бөрйән ниндәй файҙа күрәсәк?
Данир Ғәйнуллин. Музей төҙөһәк, ул Башҡортостан мәнфәғәтендә буласаҡ, икенсенән, бөтә килгән туристар кафеларҙа, отелдәрҙә күпмелер аҡсаһын ҡалдырасаҡ. Уларҙы хеҙмәтләндереүсе эшҡыуарҙар һалым түләп, район ҡаҙнаһын тулыландырасаҡ.
«Шоңҡар»ҙар. Тағы эшҡыуарҙар байыясаҡ, ә Бөрйән түгел?
Данир Ғәйнуллин. Шул эшҡыуарҙар Бөрйән халҡынан булырға тейеш. Халыҡты көсләп байытып булмай, әммә теләк булғанда улар быны эшләйәсәк.
“Миссияма тоғро ҡалам”
«Шоңҡар»ҙар. Археолог булып та соҡонғанһығыҙ, ендәр менән әллә нәмәләр бүлешкәнһегеҙ, әле яҙмыш тағы серле урынға, Шүлгәнгә алып килеп бәйләнгән һеҙҙе.
Данир Ғәйнуллин. Миссиямдыр ул. Йәш саҡта Мәҙәниәт министрлығына ярҙамсы булып эшкә килдем, шунан хөкүмәткә киттем, торараҡ Республика халыҡ үҙәгенә директор булып барҙым. Һәр ерҙә уйлай инем: бына бит иң ҡыҙыҡ эш бында тип. Өс йылдан филармонияға күсерҙеләр, ул ныҡ ауыр хәлдә ине. Һигеҙ йыл шунда директор булып, профессиональ сәнғәттә сумып эшләгәндә, тәғәйенләнешем ошо тинем. Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге лә мин эшкә килгәндә артта ҡалған, бюджет аҡсаһы менән генә йәшәгән ойошма ине. Килгәс тә егеттәргә, әйҙәгеҙ, Шүлгәнташ темаһын алып, шуны миссияға әйләндерәбеҙ, тинем. Беҙ уны донъя кимәленә күтәреп, Юнескоға индерергә тейешбеҙ тигән маҡсат ҡуйҙыҡ, ысынлап та, кешеләр талпынып эшләй башланы, юлдар асылып китте, үҙебеҙҙең археологтар яҡшы белгестәргә әйләнде.
«Шоңҡар»ҙар. Археология буйынса милли кадрҙар бармы?
Данир Ғәйнуллин. Беҙҙең үҙәктә эшләгән йәштәр башлыса Урал аръяғынан, һәйбәт белгес булған археологтарҙы, архитекторҙарҙы, этнографтарҙы, менеджерҙарҙы, инженер-конструкторҙарҙы йыйҙым. Бөгөн фәнни үҙәгебеҙ — мәҙәниәт өлкәһендә уңышлы эшләгән, белгестәрен лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин иткән учреждение. Хеҙмәткәрҙәргә маҡсат ҡуйыу, бюджет аҡсаларын ойошторғандан һуң, белгестәрҙе һайлап алыу матур һөҙөмтә бирҙе. Хәҙер халыҡ ижады үҙәге һәм филармонияла эшләгән йылдарым әлегемә әҙерлек кенә булған икән тип уйлайым, был минең иң яратҡан эшем.
«Шоңҡар»ҙар. Бәлки, бер ун йылдан тағы ҡарашығыҙ үҙгәрер?
Данир Ғәйнуллин. Белмәйем, иң мөһиме һәр эшләгән урыныңда был минең төп миссиям тип йәшәүҙер.
«Шоңҡар»ҙар. Ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә үҙегеҙҙең олатайығыҙ һымаҡ олатай була алыр инегеҙме икән?
Данир Ғәйнуллин. Ул яҡҡа даланым бар, бәләкәйҙән үк балалар ылыға ине миңә. Кешене ышандыра ла белер кәрәк, йәштәр иттифағын ойошторғанда шул тиклем күп йәштәрҙе ошо идеялар дөрөҫ тип ышандыра алмаһам, берәү ҙә эйәрмәҫ ине.
«Шоңҡар»ҙар. Йәштәрҙе ошо тарихыбыҙға йәлеп итеү өсөн программалар уйламайһығыҙмы?
Данир Ғәйнуллин. Шүлгәнташта музей төҙөлгәс, яңы белгестәр күп кәрәк буласаҡ. Әле БДУ менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, унда белгестәр әҙерләйбеҙ, Р. Ғарипов исемендәге беренсе республика гимназияһында архитектура һәм археология буйынса түңәрәк асырға уйлайбыҙ. Реставрация-архитектура буйынса ла белгестәр кәрәк, ул да яҡшы йүнәлеш. Хәҙер Бөрйән районынан киләсәктә шунда эшләй алырлыҡ кадрҙар эҙләйбеҙ.
«Шоңҡар»ҙар. Шүлгәнташты донъя кимәленә сығарып, башҡорттоң боронғолоғон иҫбатлаһағыҙ — миссияғыҙ үтәләсәк. Хәҙер инде Ҡоролтай рәйесе лә булғас, халыҡ һеҙгә ныҡ ышана инде, һиҙелә.
Данир Ғәйнуллин. Шөкөр, бөгөн республика етәкселеге тарафынан Ҡоролтайға иғтибар ҙур, проекттарыбыҙҙы хуплайҙар, күп гранттарҙа ҡатнашабыҙ, иң мөһиме инициативалы йәш кадрҙар бар.
«Шоңҡар»ҙар. Яңы Ҡоролтайҙан ниндәй яңырыш көтә алабыҙ?
Данир Ғәйнуллин. Ҡабул ителәсәк стратегияны иҫәпкә алып, дөрөҫ маҡсаттар ҡуйырға һәм шуға ынтылырға! Бөгөн иң ҙур проблемаларҙың береһе — ситтә йәшәгән башҡорттарҙың мәнфәғәтен яҡлау. Силәбе өлкәһендә 162 мең башҡорт. Уларҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу — беҙҙең бурыс. Пермь өлкәһендәге Барҙа башҡорттарын бөтөнләй ташлағанбыҙ.
«Шоңҡар»ҙар. Сит өлкәләрҙә һабантуйҙарҙы ла, туғандаш халыҡтар тип, ике милләттекен ҡушып үткәргәс, байтаҡ ғәҙелһеҙлектәргә юл ҡуйыла.
Данир Ғәйнуллин. Хәҙер ситтә йәшәгән ватандаштарҙың мәсьәләләре лә хөкүмәтебеҙҙең иғтибар үҙәгендә, сит өлкәләрҙә милли байрамдарыбыҙҙы үткәреүҙә ярҙам дәүләт кимәлендә башҡарыласаҡ. Республикабыҙға яңы етәкселек килгәс, башҡорт теленә, милли берләшмәләргә ҡараш ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Дәүләт учреждениеларына ғына түгел, хатта йәмәғәт ойошмаларына ла ең һыҙғанып эшләү бурысы ҡуйылды, ҙур мөмкинлектәр асылды. Шуға Ҡоролтайҙа ла беҙ бөгөн яңы алымдар ҡулланып, тырышып эшләргә бурыслыбыҙ.
«Шоңҡар»ҙар. Ә ситкә киткән башҡорттарға ҡарашығыҙ нисек?
Данир Ғәйнуллин. Ҡайҙа ла беҙҙең кешеләр булырға тейеш. Хәҙер бит донъя сикһеҙ. Балаларыма ла әйтәм: белем алырға ситкә китергә мөмкин, ә тормош көтөү өсөн үҙ ереңә әйләнеп ҡайтырға кәрәк. Беҙҙең халыҡтың бер һәйбәт яғы бар, ул тамырынан айырылып ситтә “сәскә атып” оҙаҡ йәшәй алмай, уны барыбер тыуған ере, рухы тартып тора.
«Шоңҡар»ҙар. Сит яҡта юғалмаһындар өсөн үҙебеҙҙең халыҡтың бәҫен күтәреү өҫтөндә эшләргә кәрәктер тәү сиратта.
Данир Ғәйнуллин. Дөрөҫ. Асылда үҙебеҙҙә лә шулай лайыҡлы итеп йәшәргә була. Тырышлыҡ кәрәк. Бөтәбеҙгә лә!
«Шоңҡар»ҙар. Ихлас әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Данир Әхмәҙи улы! Дарманығыҙ һәр саҡ әлегеләй ташып торһон. Иңегеҙгә алған яуаплылыҡты лайыҡлы күтәрергә Хоҙай көс-ҡөҙрәтен бирһен!
Кеше эше менән матур! Данир Әхмәҙи улының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгендә етәксе булараҡ алып барған эшмәкәрлегенең масштабы иҫ киткес киң. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындағы вазифаһы ла — олонан-оло бурыс. Тағы ла Башҡортостан тарихында үҙ эҙен ҡалдырған йәмәғәтсе, ғаилә башлығы, атай һәм башҡа ролдәрен дә намыҫ менән башҡара килә ул. Уның ише эшмәкәр дан ирҙәр булғанда Башҡортостандың яҡты киләсәгенә лә өмөт ҙур!
Әңгәмәне Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА яҙып алды.
2019 йыл.