“Һе-һе, ҡыҙҙар беҙгә ғашиҡ була ине инде ул. Бигерәк тә Фиданға”, – тип йылмая Әхтәм ағай, йәшлеген иҫкә алып. Алдамай ул, шулай булған да. Тик үҙе тураһындағыһын әйтеп еткермәй. Хәйер, беҙҙең халыҡҡа улай ҡаҙаныштарың хаҡында ауыҙ тултырып һөйләп ултырыу ҙа хас түгел. Әйтмәһә лә – билдәле. Уҙған быуаттың етмешенсе-һикһәненсе йылдарында театрыбыҙ сәхнәһенең романтик геройы Ғафаров булһа, ҡаһарманлыҡ образын иһә тап Абушахманов тыуҙырған ролдәр аша ҡабул итеп, замандаштары уны эпик ҡоласлы сәхнә батыры итеп хәтеренә һеңдергән.
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты, арҙаҡлы театр һәм кино актеры, билдәле режиссер, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Әхтәм Әхәт улы Абушахмановтың үҙе менән, редакциябыҙҙа самауыр йығып, аҡһаҡалдың булмышын асып, яҙмышы менән танышып, эс серҙәрен дә тыңлау бәхетенә ирештек.
Мин шәп эшҡыуар булаһы
кеше инем...
Шоңҡарҙар. Һүҙҙе шунан башлайыҡ, Әхтәм ағай. Самауыр тиһәләр нимә күҙ алдығыҙға килә?
Әхтәм Әхәт улы. Ауыл. Күмерле самауыр йыры. Уның бит сәйе тәмле. Самауыр бала саҡтың, йәшлектең ҡәҙерле өлөшө. Тыуған йортомда әле лә бала сағым самауыры ултыра. Элек ҡатын-ҡыҙ сәйгә саҡырышты, тағы ашҡа алыу булды. Унда ирҙәр – бер яҡта, ҡатын-ҡыҙҙар икенсе яҡта ултырыр ине. Минең, алты йәштәрҙәге малайҙың, яурынына таҫтамал һалып, ҡулға тас һәм ҡомған тоттороп, ҡунаҡтарға ҡул сайҙыртырға төшөрәләр. Бишбармаҡты ҡул менән ашайҙар. Атай ит турап ултыра. Ашап туйғас, табаҡта ҡалған бишбармаҡты һоғондороп сыға, ҡоротлап һурпа таратыла Шунан мин тағы ҡулдарын йыуҙырып әйләнәм. Ит һеңдереп йөрөңкөрәп ингәстәре, урындыҡҡа самауыр килеп ултыра, ашъяулыҡта майға бешкән йыуасалар, иретелгән май, шәкәр (уныһы беҙгә бик эләкмәй торғайны) теҙелә... Тулған ҡорһаҡ өҫтөнә майлап тороп бер нисә самауыр йығыла. Ҡайһы ерҙәренә шул тиклем ашайҙар, тип аптырай инем. Хәҙер аптырамайым. Күрәһең, ҡорот ҡына түгел, ауыр эш тә ярҙам иткәндер уларға. Унан, ашау шул ҡунаҡта инде, былай ризыҡ наҡыҫ ине. Бәләкәй ҡустым үтә итәғәтле булды. Бер мәл: “Әсәй, һауытҡа һалып шәкәр ҡуйһаң, ынтыл, тип әйт әле миңә, әтеү оялып тик ултырам, ә ағайым ала ла ала”, – ти икән. Әсәйем сәй эскәндә: “Әҡсән, шәкәргә ынтыл!” – тип әйткән була. Эй, ҡыуанып үрелә туғаным. Элек кеше шулай тыйнаҡ ине. Атайым ҡаты шәкәрҙе ватҡылап бирә, йә булмаһа, шәкәр ҡомон алдыбыҙға берәр балғалаҡ һалып сыға. Шуға бармаҡ төрткән булып сәй эсәбеҙ. Һуғыштан һуңғы йылдар бит. Әсәйгә инәйҙәр инһә, хәтеремдә, сәйләгәндә, сәйең быйыл һәйбәт булған тип, бер-береһен маҡтап алалар. Ҡырҙан ҡурай еләгенең япрағын тоҡлап йыйып, шуны толопҡа төрөп быҡтыралар ҙа, һоро төҫкә әйләнгәс, тегене киптереп, сәй итеп эсә инеләр. Шифаһы ла булғандыр инде. Тағы ла таҡта сәй булды. Магазинға тауар килгән көндө әсәйҙәр сират алырға китә. Бахыр бисәләр, йоҡонан тороуыбыҙға, төн йоҡламай баяғы бер таҡта сәйҙе дүрткә бүлеп алыр өсөн, мыҫҡал тотоп, беҙҙең өйҙә ултырыр ине. Таҡта тигәндәре ул грузин сәйе. Ҡытай сәйе лә килде һирәкләп, уны “аҡҡойроҡ сәй” тигән булып, ҡәҙергә тоттолар. Һауытын асһаң, аҡ япраҡтар ҙа күренә ине. Бына ошондай сәйҙәй ҡайнар иҫтәлектәр уята “самауыр” тигән һүҙ.
Шоңҡарҙар. Бала сағығыҙҙы һағынаһығыҙмы? Нимәһе менән нығыраҡ иҫтә ҡалған?
Әхтәм Әхәт улы. Бала саҡ ауыр булды, шуға бик һағынам, тип тә әйтә алмайым. Йәш сағымды һағынам. Әле уйлап ултырам, мин бит тәүге аҡсаны алты йәштә эшләнем. Баш бала булғас, ҡул араһына иртә индем. Бер көн атай урманға алып китте. Ҡыуыш ҡорҙоҡ, шунда ятып ағас әҙерләйбеҙ. Колхозғамы, совхозғамы ялланғандыр инде. Утындың кубометры бер һум да егерме тин ине. Ә ҡарағай бүрәнәләрҙе үлсәм менән ҡырҡабыҙ, уныһы ике һум. Минең өсөн иң ауыры ҡырын бысыу: ҡайындың төбө шул тиклем ҡаты, бала кешенең хәле етмәгәндер инде, шуға ҡул арымаһын өсөн ике ҡуллап быса торғайным. Нисәлер көн яттыҡ шунда, бер мәл атай, ағастарын тапшырғандыр инде: “Улым, мә, һинең хеҙмәт”, – тигән булып, миңә ун тәңкә аҡса бирҙе. Бик ҙур аҡса ине ул. Ауылдаштарым, әгәр ҙә бөгөнгө заманда тыуған булһа, беҙҙең Әхтәм көслө бизнесмен булыр ине, тиҙәр. Ысынлап та, барымым булғандыр, яҙға табан талдан ҡаҙ ояһы әҙерләп һаттым. Ҡустылар тал ташый, мин үрәм, ул илле тингә осоп ҡына торҙо. Көҙгә табан тубырсыҡ йыйыуға күсәм. Баҙарҙан атай бейек тимер сана алып ҡайтҡайны, шуға тоҡ ырғытам да, билгә бәләкәй генә балта ҡыҫтырып, уҡыуҙан һуң урманға һыпыртам. Көн һайын бер тоҡ тубырсыҡ алып ҡайтам. Беҙҙән ун биш саҡрым ауылда тубырсыҡты киптереп орлоғон ала торған цех булды. Бер арба йыйылһа, атай тейәп шунда алып китә. Ҡарағас тубырсығының килоһы 46 тин ине, сөнки ул еңел, ә ҡарағайҙыҡы 35 тин самаһы. Аҡсаһын алып ҡайтып бирә. Мин шуға спорт ҡорамалдары ала инем. Саңғы-фәлән, етенсе кластарҙа иһә фотоаппараттар, радио ла йүнләнем. Сетевой радио һымаҡ нәмә лә юҡ ине бит беҙҙең тау-таш араһында, бик көслө радиоалғыстар ғына тота ине. Бизнес менән шөғөлләнеп, посылторгтан үҙем радио яҙҙырып алдым. Теүәл фәндәрҙән шәп өлгәшә инем. Физика уҡытыусыһы: “Йәшен ҡайтарғыс ҡуйығыҙ, өйөгөҙҙө йәшен атмаһын”, – тигәс, уныһын да әтмәләп ҡуйҙым. Бер ап-аяҙ көндө шарт итеп ҡалды, малай, өйөм һелкенеп кире ултырҙы. Сыҡһам, күрше ҡыҙыҡай: “Әхтәм, һеҙҙең өйгә ут инеп китте”, – ти. “Һинең шул нәмәң арҡаһында мейес торбаһы емерелгән”, – тип әсәй әрләй. Ике рәт шулай булғас, алып ташланым мин уны, ә радионы тыңланыҡ инде. Етенсе класта иһә, баяғы эшҡыуарлыҡ менән егерме ике тәңкә аҡса йыйып, бер ағайҙан мылтыҡ һатып алдым. Тейен, сел, ҡуян атып йөрөнөк.
Шоңҡарҙар. Бәләкәстән йүнсел булғанһығыҙ бит, Әхтәм ағай.
Әхтәм Әхәт улы. Шулай. Ул оҫталыҡ ҡорамалдары, йышҡы-бысҡылар йыйҙым, сөнки минең атай ул яҡтан моҡом ине. Ғүмер баҡый парторг та, председатель булып йөрөп, эш рәтен бик белмәгән. Ә әсәйем ныҡ оҫта булды. Ул һуғыш йылдарында комбайнерлыҡҡа уҡып, комбайнер ярҙамсыһы булып тимер-томор араһында йөрөгән кеше. Атай бер нәмә эшләй башлаһа: “Рауҙааа!” – тип ҡысҡыра ине. “Бынау ағасты нисегерәк сабайым икән?“, – тип кәңәш һорай. “Бына шулай”, – тип тегене үҙе сабып, инеп китә ине. Әсәйем арҡаһында беҙ бик асыҡманыҡ. Ул балаҫтар һуғыр ине, әммә бөтә кешегә лә һуҡмай. Уға сират торалар, файҙа булырлыҡ кешеләрҙе ҡарай. Әйтәйек, заготовитель бисәһенә шәлдәр һуға, камзулдар тегә, сөнки заготовителдә һинд сәйҙәре була. Үәт, шуның һымағыраҡтарҙы һайлай, сөнки өйҙәге туғыҙ кешене ашатырға ла кәрәк. Колхозға икмәк бешерҙе. “Ваҡытым юҡ”, – тип баш тартһа, сәсеү йә ураҡ ваҡытында: “Рауҙа апайҙың икмәге тәмле, ул бешерһә генә эшләйбеҙ”, – тип тракторсылар бунт күтәрәләр ине. Эй, килеп инәлә инде бригадир әсәйемә. Бер лист икмәкте тракторсыларға һалһа, береһе беҙгә лә ҡала бит инде – файҙаһы ла тейгән.
Алты баланан хәҙер өсәү ҡалдыҡ инде. Ҡалғандары мәрхүм. Атайымдың әсәһе менән йәшәнек. Ул туҡһан алты йәштә үлгән. Уны ла ҡарай бит инде әсәй, һуңғы ваҡыттарҙа өләсәй ятып ҡына торҙо.
Тимерсе Ғиниәт ағай бер ҡыҙыҡ һөйләне. “Әсәйең хәтәр икән, – ти, – бер көндө атымдың алғы ике тояғын ғына дағалап бир әле, тип атайың килде, ваҡыт юҡ, тип кире борҙом. Тиҙҙән тағы килде, әсәйеңде эйәрткән. Атын станға индереп, тояғын бәйләне. Дағалай башланы ла, йүн сығара алмай. Шунан әсәйең: “Ҡана, ситкәрәк тор әле”, – тип сүкеште алды ла, шарт-шорт дағаланы ла ташланы, шаҡ ҡаттым“, – ти тимерсе. Бына шундай ғаиләлә тәрбиәләндек беҙ. Әсәйгә ауыр булғас, эште бүлешеп алдыҡ. Мин һыу ташыным, ә йылға алыҫ. Спорт менән шөғөлләнгәс, нисек тә ике биҙрәне ултыртмай алып ҡайтып еткерергә тигән маҡсат ҡуйып алдым. Минән бәләкәй ҡусты мал тиҙәген таҙалай, башҡалар шунда ярҙам итә, иҙән дә йыуҙыҡ. Кер тау булып өйөлә, ул ваҡытта бит кер йыуыу машинаһы юҡ. Кер һабыны менән бер өйөмдө – әсәй, бер өйөмдө мин йыуа торғайныҡ. Йәнә колхозға бесән әҙерләп бирергә кәрәк. Өй башына 125 центнер план һалалар. Ҡот осҡос бит. 125 күбәне колхозға тапшыраһың, шунан йөҙҙән ашыуҙы үҙеңә эшләп алаһың.
Шоңҡарҙар. Шул ваҡытта алты малай булыуы шәп инде уның…
Әхтәм Әхәт улы. Ҡустылар бәләкәй ине шул әле. Шуға ла алты йәшемдән бесән сабырға тура килде. Атай, начальник булғас, гел эштә, бесәнгә әсәй менән икәү йөрөй торғайныҡ. Унда ла ҡыҙыҡ: бесән йыйылышы тигән нәмә була. Шуға тиклем бер кем дә бесәнгә төшөргә тейеш түгел. Әсәй миңә, бәләкәй генә салғыны тоттороп, шым ғына: “Беҙ бесән йыйылышына киттек, һин Бәшәр төбәгенә бар ҙа бер егерме бакуй сабып ҡайт. Бәләргә кәрәк, шунан салғыңды йәшер”, – ти. Мин барып, уртаһынан егерме бакуйҙы сабам. Ә бесән йыйылышынан алда бесәнгә төшкән кешеләрҙе эштән сығаралар. Йыйылыш көнө буйы бара, талаш, сөнки һәр кем яҡындан бесән ере алып ҡалырға тырыша. “Бәләү” – ул беҙҙә ерҙең хужаһы бар икәнен аңғартып билдә һалыу, тимәк, кемдер төшкән, башҡа кеше тейә алмай. Хәҙер бәләп, ҡулды һелтәп ҡайтып килһәм, Вәғиз тигән ағай һыбай осраны. “Анауында егермеләп бакуй сабылған, кемдең эше икән?”, – ти. “Әллә”, – тиһәм, “Һинеке шәттә”, – ти. “Эйе”, – тигәс, “Эргәһендә бәләкәйерәк төбәк бар, шуны беҙ сабайыҡмы?”, – тимәһенме. “Сабығыҙ”, – тинем бит шунда, ҡайтҡас әсәйҙән эләкте.
Уйламағандан артист
булып киттем
Шоңҡарҙар. Бала сағығыҙҙы тыңлап ултырып, бөтөнләй театр кешеһе булырға тейеш түгелһегеҙ, тигән фекер ҙә тыуа.
Әхтәм Әхәт улы. Ауылдағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамланым. Хыялым техника ине. Велосипедты үҙгәрттем, хатта аэросамолет эшләргә лә теләк бар ине. Сөгөлдөр турарға ла ҡоролма йүнләп бирҙем. Кино ҡуйыу менән ҡыҙыҡһына инем, киномеханик эргәһендә йөрөнөм, уға һыу ташыным, электр юҡ, мотор менән күрһәтә ине. Шуға күрә документтарымды Бәләбәйҙең электромеханика техникумына ебәрҙем. Саҡырыу көтөп ятам. Ауыл советына барҙым. Ул саҡта бит колхозсы крепостной хәлендә ине, паспорт юҡ. Барып ҡайтырға справка кәрәк, шуны һорап барғайным: “Саҡырыу килдеме?” – тиҙәр. “Юҡ”, – тигәс, “Саҡырыу алғас, килерһең”, – тип, кире борҙолар, уларға ла колхозсыларҙы ситкә ебәрмәү зарур. Саҡырыу килмәгәс, атай мине Асҡарға туғыҙынсы класҡа алып барҙы. Интернат һыуыҡ, шарттар юҡ, бер мәл сирләп киттем. Шунан мине атай, Белорет дауаханаһында тикшертеп: “Ярай, Асҡарға ҡабат йөрөмә, йә хәлең тағы мөшкөлләнер”, – тине. Хәҙер ауылдамын, клубта, киномеханик эргәһендә йөрөгән булам. Тиҙҙән: “Нисә ай эшләмәйһең әле?” – тип килеп тә еттеләр. “Бер ай”, – тием. “Өс айҙан һуң тунеядец булаһың, райкомға саҡырабыҙ”, – тинеләр. Клуб мөдире булып урынлаштым, киномеханик ярҙамсыһы итеп тә теркәп ҡуйҙылар. Киномеханик, үҙе техниканы бик белмәгәс, мине ярата ине. Аппараттарын ремонтлап, мотор клапандарын да яйлап биреп йөрөнөм электән. Йәйгелеккә өҫтәлмә эш тә бирҙеләр. Ике генә машина бар ине колхозда. Шуның береһендә Мәүлит тигән ағай менән ҡырҙағы ферманан ауылдағы сепараторға һөт ташыныҡ. Һигеҙенсе класта ҡыҙыҡ хәл булды. Гер күтәреү буйынса ярышҡа әҙерләндем. Имтиханды бирҙем дә һабантуйға йүгерҙем. Тоҡ менән һуғышҡандарын ҡарап торам. Йәшлек шауҡымы инде, үҙем дә барып мендем дә киттем. Береһен бәреп осорҙом, икенсеһен йыҡтым, өсәү генә ҡалдыҡ. Күрше ауылдың бер матросы менән еңешә алмайбыҙ, өсөнсөгә һуғам тигәнсә, теге тоҡто биткә бәрҙе, тоғо төшөп китте, “әһә” тип яйлап килтереп башына һуғайым тигәйнем, теге эйелеп ултырҙы ла ҡуйҙы. Тоҡ үтеп китте лә, мине лә һөйрәне. Барып төштөм, ҡул һынып китте. Фельдшер һатыусыларҙан ике таҡта алып ҡулды бәйләп ҡуйҙы, кәйеф китте. Гер күтәреп булмай хәҙер. Ҡул һулҡылдап һыҙлаһа ла, гер күтәргән ергә барҙым. Әсенеп торам. Күрше Һиммәт ағай кисереште һиҙгәндер инде: “Әхтәм, әллә күтәреп ҡарайһыңмы?” – ти. Тоттом да сыҡтым. Һыңар ҡул менән ике ботлоҡ герҙе ун дүртте күтәрҙем. Күрше ауылдан Дәрес тигән егет ун туғыҙҙы күтәргән. Минеке икенсе урында тиһәм, Исхаҡтан баһадир бер матрос та ун дүртте күтәргән, имеш. Судья: “Ҡулы ла һынған, йәш малай, әйҙә уға икенсене, һиңә өсөнсөнө бирәйек”, – ти. “Юҡ”, – тип ҡарышты бит, яңынан күтәрергә булдыҡ. Жим түгел, шундуҡ бросок. Теге күтәргәс, асыу килеп мин сыҡтым. Нисек тә үтер кәрәк бит, иҫәпләй торғас, буталдым. Үтеп булмайҙыр инде тип әйҙә күтәрәм, әйҙә күтәрәм. Һиммәт ағай: “Уҙҙың, ташла инде”, – ти. Һынған ҡул менән икенсе урын алған тип йәштәр араһында дан китте. Иртәгәһенә Асҡарға киттем, гипслап ҡайтарҙылар. Саҡ ҡына дөрөҫ уңалмаған инде, яңынан һындырып төҙләйекме тигәйнеләр ул, баш тарттым.
Шоңҡарҙар. Ә театр донъяһына нисек барып индегеҙ шулай ҙа?
Әхтәм Әхәт улы. Һигеҙ класс ҙур уҡыу ине ул саҡ, сөнки беҙҙе ете класлы уҡытыусылар уҡытты. Клуб мөдиремен бит инде. Шул клубтың бәҙрәфе юҡ ине, шуны эшләргә булып киттем, йәштәр килеп ҡарап торалар, ярҙам итмәйҙәр. Мин иғтибар итмәйем: ҡаҙам да ҡаҙам. Шунан бәғзе берәүҙәр ярҙамға ҡушылды. Колхоздан таҡта яҙҙырып алдыҡ, эшләп ҡуйҙыҡ. Мәктәптә йәштәр уҡыта ине, шуларҙы йыйып, спектаклдәр ҡуя башланыҡ, концерттар. Мин – алып барыусы. Нишләп йәштәр уйнай, ә беҙ, ҡарттар, кемдән кәм тип, оло уҡытыусылар “Ай тотолған төндө”не ҡуйҙы. Китте ярыш.
Колхоздан машина алып, райүҙәккә спорт ярыштарына ла йөрөйбөҙ. Үҙешмәкәрлектән дә алға барып сыҡтыҡ. Ул саҡ, Хрущев заманында, колхоздарҙы эреләттеләр. Беҙҙең урман-тау яғын да 60 саҡрым алыҫлыҡтағы бер хужалыҡҡа көслөк менән ҡушып ҡуйҙылар. Унда иген үҫтерәләр, беҙҙә ағас ҡырҡалар. Бына шул бер йыйылышта йәштәр мине колхоздағы комсомол секретарының беҙҙең зоналағы урынбаҫары итеп һайланы ла ҡуйҙы. Колхоздың комсомол секретары Бижанов тигән кеше Свердловскиға (Екатеринбургка) партияның юғары мәктәбенә уҡырға киткәс, уның урынына мине ҡоҙаланылар, райкомға саҡырттылар, мин риза түгел. Ауылдан алтмыш саҡрым китергә кәрәк, ҡайҙа йәшәйем. “Киномеханиктан ҡыуабыҙ, эшһеҙ ҡалаһың”, – тип ҡыҫып, ҡалай ҙа барырға мәжбүр иттеләр. Ауылдар күп, ат менән йөрөйөм. 1966 йыл был, алда Октябрь революцияһының илле йыллығы тора. Комсомол билеттарын алыштырыу кампанияһын ҡуштылар, иң ауыр эштәр. Һәр бер бригадаға, комсомолдарға концерт әҙерләргә ҡуштым. Ниәтем – колхоз үҙәгендә фестиваль һымағыраҡ нәмә ойоштороу. Комсомол билеттарын алмаштырыуға һәр бер комсомолды кәртешкәгә төшөрөргә кәрәк бит әле. Хәҙер атҡа ултырып сығып китәм, комсомолды ҡайҙа осрай, шунда “шарт” төшөрәм дә, артабан юлланам. Кәртешкәләрҙе эшләп, комсомолдың район комитетына алып барып ауҙарҙым. Ҡаранылар ҙа, тәгәрәп көлә башланылар. “Кем төшөрҙө”, – тиҙәр. Артҡы фонда йә һыйыр тиҙәге, йә һыйыр үҙе тигәндәй, ярай ҡағыҙы матовый, райкомдың инструкторҙары менән лезвие алып, йәмһеҙ фонды ултырып ҡырҙыҡ. Башҡа сара юҡ: тегеләрҙе бит яңынан табып булмай. Колхозда концерт шәп үтте, районда смотрҙа еңеп сыҡтыҡ, баян бүләк иттеләр.
Өфөлә сығыш яһауға иң шәптәрен һайлап алдылар. 1966 йылдың аҙағы ине был, баш ҡаланы тәү күреүем. Поезд менән килдек, концертты мин алып барҙым. Тамашаның иртәгәһенә мине жюри рәйесе, мәҙәниәт министры урынбаҫары Абдулла Абдрахман улы Ғиләжев саҡырта, тинеләр. “Уҡырға теләгең юҡмы? Әйҙә, беҙгә артислыҡҡа уҡырға кил”, – ти. Ә минең артислыҡҡа уҡыталар икән тип башҡа ла килгәне юҡ. Бала саҡта кино ҡарағанда ла, быны, моғайын, йәшереп төшөрәләрҙер, тип уйлай инем. Аптырап: “Атай-әсәй менән кәңәшләшергә кәрәк”, – тигән булдым. “Башҡалар бер семестр уҡыны инде, риза булһаң, икенсе семестрҙа ҡушыл”, – тип оҙатты. Мин ҡайтып еткәнсе хәбәр таралған, атай-әсәйҙе ризалаштырғандар. Атай ҡайҙандыр йөҙ тәңкә аҡса тапты, быйма кейеп, ҡышҡы каникулдан һуң уҡырға килдем. Ғиләжевты таба алмай, бер төн вокзалда йоҡланым. Күрешкәс, мине әлеге сәнғәт институты бинаһында ултырған директор урынбаҫарына алып барып, ятаҡтан урын бирергә ҡушты, шунан класҡа индерҙе лә үҙе юҡҡа сыҡты.
Ҡурсаҡ театрының Ғәҙелшин тигән баш режиссеры уҡыта ине. “Йырлай, шиғыр һөйләй беләһеңме?” – тип һораша башланы, минең йыр яғы самалы бит инде. Бер айҙан егеттәр-ҡыҙҙар стипендия ала, миңә юҡ. Ҡабул итеү имтиханы бирелмәгәс, исемлектә юҡмын икән. Халиҡ Заимов тигән хәтәр директор ине, уға инеп: “Ағай, стипендия бирмәйҙәр бит әле”, – тинем. Шулай итеп, килеүемә бер ай тигәндә минән, рус теленән диктант яҙҙырып, имтихан алдылар. Диктантты өскә яҙып, ҡабул ителдем.
Уҡыуы ҡыйын булды. Һуңлап килгәс, әлифбаның А-һынан башланмаған бит инде: тегеләр инде артист булып бөткән, ә мин этюд эшләй алмайым. Этюдты аңлаттылар ул, тик әҙерләп алып килһәм Ғәҙелшин юҡҡа сығара ла ҡуя, ә бүтәндәр һуғыш уйынын күрһәтә. Мин ни, һунарсы булғас, “Браконьер һәм егерь” тигән этюд уйланым, өйрәк атыу тураһында. Бейеүҙән имтихан бирҙем – минус өс, сөнки килгәндә туҡһан кило инем, эс бер ерҙә, арт яҡ бер ерҙә бейей. Сәхнә хәрәкәтенән дә өс инде, ярай. Ауыл һағындыра, хат яҙам, был егет дәрес тыңламай, хат яҙып тик ултыра, тип тәнҡитләйҙәр. Һуңғы, иң мөһим имтихан актерлыҡ оҫталығынан ине, шул хәл итә. Имтиханға Ғабдулла ағай килде, ул ансамблде етәкләп Африка илдәренә сығып киткән дә, һары ауырыуы эләктереп ҡайтып, шуға юҡҡа сығып торған икән. Ә беҙ уның курсы, ул юҡта ике төркөмдө бергә ҡушып уҡыттылар. Бәрәкәт, бер миңә бишле булды. Барыбыҙ ҙа аптыраныҡ. Ғиләжев Ғәҙелшинды бешкән: “Нимә эшләп ятаһың һин, берҙән-бер Абушахмановтың этюды үҙе кисергән-белгән нәмәгә нигеҙләнгән, ә ҡалғандар һуғышта булғанмы ни, һуғыш уйнап яталар”, – тигән. Ул, аҡыллы кеше булараҡ, уҡытыусыларҙың миңә ҡарата был уҡый алмаҫ тигән мөнәсәбәтен үҙгәртер өсөн генә, бәлки, шулай иткәндер. Икенсе курста беҙ инде өҙөктәр эшләй башланыҡ. Берәү үҙенең өҙөгөн күрһәтһә, Ғабдулла ағай әйләнә лә: “Йә, кемдә ниндәй фекер бар, Абушахманов, ни әйтерһең?” – ти, юрый. Миңә студенттар наҙаныраҡ тип ҡарағанды һиҙгән дә ул, был хәлде төҙәтергә уйлаған. Ә минең бит спектакль ҡуйған тәжрибәм бар: “Бына шулайыраҡ”, – тиһәм, “Дөрөҫ әйтә, әйҙә шулай эшләйек”, – тип ебәрә. Хәлдәрем һәйбәтләнеп китте, өсөнсө курстарҙа, ярҙам ит, тип арттан ҡыҙҙар йөрөй башланы. Һуңғы курсҡа яйлап уҡыуҙы яҡшы билдәләренә әйләндереп алдым. Староста булып киттем. Киләһе йыл, икенсе ятаҡҡа күскәс, столяр булып урынлашып алдым, бер дуҫ егетте урам һепереүсе иттереп, икәү бер бүлмәлә йәшәнек. Шулай уҡып бөттөк. Ул ваҡытта Башҡорт дәүләт академия драма театрында (Мәжит Ғафури исеме юҡ ине әле) йәштәр әҙ ине. Мине шунда алдылар. Кемдәрҙер Сибай, Салауатҡа китте. Ул саҡта тәртип бүтән ине. Мәҙәниәткә айырым бер иғтибар булды. Курс сыға икән, уның диплом эшен мотлаҡ мәҙәниәт министрлығынан килеп ҡарайҙар. Башҡорт төркөмө сыҡҡанда бөтә башҡорт театрҙарынан режиссерҙар, директорҙар саҡырылды. Иң башта Башҡорт дәңләт академия театры һайлап ала, унан башҡалар. Беҙ А. Ғәлиевтың “Энә һәм штык”, Б. Бикбайҙың “Аҡҡош йыры”, А. Островскийҙың “Төшөмлө урын” әҫәрҙәрен сәхнәләштерҙек. Хәҙер артистар пенсияла булһалар ҙа, эштән китмәй, бөгөн был ауыр проблема. Ә ул ваҡытта аңлы, уйлы булғандар, улар ҙа ҡарай ине бит инде диплом спектаклдәрен. Сәхи ағай Сәйетов та ҡараған да: “Һәйбәт йәштәр бар икән”, – тигән. Шунан ҡатыны менән икәүләп, урыныбыҙҙы бушатабыҙ, йәштәрҙе алығыҙ, тип ғариза яҙғандар. Беҙ шулай инеп киттек эшкә. Мин театрға килгәндә унда 170 кеше эшләй ине, бөгөн – 320. Өфөлә театрҙа алты кеше ҡалғайныҡ, бөгөнгө көндә алтыбыҙҙың береһе лә сәхнәлә түгел. Бына шундай тарих.
Шоңҡарҙар. Мәжит Ғафури исемендәге театрҙа нисә йыл эшләнегеҙ?
Әхтәм Әхәт улы. Ун туғыҙ йыл.
Шоңҡарҙар. Иң емешле осор тип шул мәлдәрҙе әйтер инегеҙме?
Әхтәм Әхәт улы. Шулай инде. Сәхнә яҙмышым емешле булды. Яратмаған режиссерҙар ҙа мине ала ине, сөнки улар менән бәхәсләшеп-нитеп ниндәйҙер бер һөҙөмтәгә алып килә инем. Лек Вәлиевич: “Һин – демагог”, – тип мине әрләп тә ташлай торғайны. Уның бер ғәҙәте бар ине: эш башлағас, авторҙарҙы репетицияға яҡын юлатмай. Ә ҡайһы режиссерҙар яҙыусыны эргәһенә ултыртып ҡуя. Ә был тулыһынса үҙе төҙәтә (үҙе лә драматург бит инде): ҡайсы менән ҡырҡҡыслап, йәбештереп сыға ла, шунан, инде: “Спектакль бар, әйҙә, эшләйек”, – тиер ине. “Ҡыҙыл Паша”ның репетицияһын да шулай башланыҡ, 103 бит ине башта, Асанбаевтың әҫәрҙәре оҙон. Заман менән барыһы ла үҙгәрә. Элекке драматургтар пьеса 70 бит булырға тейеш ти торғайны, ә хәҙер 35 тә еткән тип баралар.
Шоңҡарҙар. Иң һәйбәте 33 тиҙәр әле ул.
Әхтәм Әхәт улы. Эйе. Әүәл бит гонорар түләйҙәр ине, шуға күләмле яҙҙылар. Әҫәрҙе мәҙәниәт министрлығы һатып алды. Ул һатып алған аҡсаға, ике мең ярым – иң ҙур хаҡы, тағы бер мең ҡушһаң, “Москвич” машинаһы алып була ине. Ни өсөн драматургия бөгөн юҡ хәлендә?
Шоңҡарҙар. Әҫәр булһа ла, алыусыһы юҡ.
Әхтәм Әхәт улы. Дөрөҫ, ҡайһы берәүҙәр утыҙ мең һум түләгән булалар. Ул нимә инде, артистың ярты айлыҡ эш хаҡы. Бөгөнгө драматургия, әҙәбиәтебеҙ өсөн борсолам. Күптән түгел Мәҙәниәт көнөндә Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашыу булды. Шунда: “Яҙыусылар союзын күтәрмәһәк, мәҙәниәтебеҙ ҙә булмаясаҡ, сөнки һәр сәнғәттең нигеҙендә әҙәбиәт, һүҙ ята”, – тинем. Ә һүҙ нимә? Ул аңды еткереүсе ҡорал. Бөгөн беҙҙә ижади йәмәғәт ойошмаларын субсидиялау иң артта. Бына, күршеләрҙе ҡараһаң, Театр эшмәкәрҙәре союзына Татарстан етәксеһе 16 миллион һумлыҡ грант бирә. Ул суммаға бит бик күп нәмәләр ойошторорға мөмкин. Ә беҙгә өс тин аҡса бүленә, шунда ла, яйын табып, быйыл драматургтар бәйгеһе иғлан иттек. Әле эштәр килгеләй. Әҙәбиәтте бәйгеләр генә күтәрмәй, мин юрый баһалама ағзаһы итеп йәш режиссерҙарҙы алдым, сөнки режиссерҙар драматургия менән шөғөлләнмәһә, драматургия үҫмәй.
Йәш кенә саҡта әле, бер хәлгә аптыраным. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Вәли Ғәлимов театрҙа 22 йыл баш режиссер булып, ойошманың ижадын етәкләне. Беҙ килгәндә лә эшләй ине әле. Үәт, шул Наполеон ише бәләкәй генә Вәли ағай юбилей үткәрҙе. Уны ҡотларға драматургтар сыҡты. Әле лә күҙ алдымда, Яҙыусылар союзы рәйесе Әсғәт Мирзаһитов, оҙон, ыздарауай, уның артынан Әнғәм Атнабаев, ул да оҙон, унан килә Нәжиб Асанбаев, һәм иң бәләкәйҙәре, ул да буйсан, Ибраһим Абдуллин: “Һин беҙҙән драматург эшләнең, һин булмаһаң, беҙҙең ижад та булмаҫ ине”, – тип баш эйҙеләр.
Режиссерһыҙ айырым драматургия була алмай, бергә ижад итергә кәрәк. Бөгөн ни өсөн айырым-айырым йәшәйбеҙ, сөнки сәнғәт донъяһында эшләп сығарыусы ауыр хәлдә. Башҡарыусы түгел, эшләп сығарыусы, тауарҙы етештереүсе. Кем ул тауарҙы етештереүсе? Режиссер. Ә режиссер иҡтисади яҡтан ауыр хәлдә. Хәҙер, ғөмүмән, театрҙарҙы байыттылар, артистар арыу йәшәй. Ә режиссерҙар – хөртөрәк. Автор хоҡуғы бирҙеләр ҙә, рәссам, бейеү ҡуйыусы, композитор гонорар ала, ә режиссерға яҙмайҙар. Ә бер уйлаһаң, уларҙың барыһы ла режиссерҙың образлы фекерләүенә, ижадына таяна, яраҡлаша. Уның ҡушыуын үтәй. Советтар заманында баш режиссер директор һымаҡ 250 һум ала ине, министр – 300 һум, ә ябай режиссерҙың эш хаҡы – 170, артист бахырҙыҡы 75 тәңкә ине. Бына мин 75 тәңкәгә эшләй башланым. Бөгөн иһә беҙҙең өлкәлә иҡтисади сәйәсәт ғилми яҡтан нигеҙләнмәгән.
Шоңҡарҙар. Советтар Союзында ғәҙелерәк булған, тип әйтмәксеһегеҙме?
Әхтәм Әхәт улы. Бөтөнләй ғәҙел булмаған, тик ул саҡта иҡтисади сәйәсәт тигән нәмә бар ине. Әммә артист унда бигерәк меҫкен хәлдә булды. Әйтәйек, Чехословакияла артистарға шахтерҙарҙың эш хаҡындай итеп түләйҙәр ине. Беҙҙең ул саҡта эш хаҡы ашауға ғына таҡы-тоҡо етеп торҙо, гонорарҙар ҡотҡарҙы. Мин радиоға, телевидениеға барып уҡый инем, киноны башҡортсаға әйләндереүҙә ҡатнаштым. Шул аҡсаларға өҫ кейеме, ниндәйҙер тауарҙар алдыҡ.
Кино төшөү үҙе бер көрәш икән
Шоңҡарҙар. Әхтәм ағай, сит илдә илсе Кәрим Хәкимовтың балалары менән осрашыуығыҙ хаҡмы?
Әхтәм Әхәт улы. Осраштым, ҡатыны менән.
Шоңҡарҙар. Ысынлап та, Кәрим Хәкимовҡа оҡшағанһығыҙ, тип әйттеләрме?
Әхтәм Әхәт улы. Мин башты тығып ишектән ҡарағайным, ҡатыны: “Оҡшаған”, – тип илап ебәрҙе. Хәҙер береһе лә ҡалмаған. Осрашҡанда ҡатынына – 84, ҡыҙына – 64, ейәнсәренә 24 йәш ине, барыһы ла үлгәндәр. Бына нисек була.
Шоңҡарҙар. Сәғүд Ғәрәбстанында ҡуйҙығыҙмы уны?
Әхтәм Әхәт улы. Юҡ, Сүриәлә. Әммә Хәкимовтың хеҙмәте Сүриәлә бик күп булмаған, күберәк Сәғүд Ғәрәбстанында, Мысырҙа, ул күп кенә илдәрҙә эшләгән. Сәғүд Ғәрәбстанында король үҙе уға эш хаҡы билдәләгән. Шул спектаклде уйнағас, бер ғәрәп миңә: “Шул аҡса әле лә күсеп бара ул”, – тине. Ҡайҙалыр йыйылып ятамы икән... Уларҙа тәртип шулай бит: бала тыуа – иҫәп асыла, түләнә башлай. Беҙҙә генә нефттәр әллә ҡайҙа китә.
Шоңҡарҙар. Ауыл тормошон һәйбәт белгәнһегеҙ, “Һарығолаҡ”та төп геройҙы, Һиммәтте уйнауы бик ауыр булмағандыр?
Әхтәм Әхәт улы. Юҡ. Мин бит уны инде профессионал кинола төшөп ҡайтҡас уйнаным. Ҡаҙағстанда “Алатауҙың көмөш мөгөҙө” тигән фильмда төштөм мин. Бында, беҙҙәге кино үҙешмәкәрлек ине бит ул саҡта.
Шоңҡарҙар. Ә ҡаҙаҡ фильмына нисек эләктегеҙ? Белеүебеҙсә, һеҙ ҙур совет киноһында төп роль уйнаған тәүге башҡорт артистарының береһе. Шундай уңыштан һуң һеҙҙең менән Союз кимәлендәге башҡа таҫмалар ҙа сығыу дауам итергә тейеш кеүек, ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ бар бит бында?
Әхтәм Әхәт улы. Ул былай булды. Һәр даирәнең үҙ нескәлектәре бар. Башҡортостанда беҙ, ни эшләптер, үҙ шәхестәребеҙҙе күрә, күтәрә белмәйбеҙ. Бына Татарстан күрә белә, Айратты ла бит Шәймиев заманында үҙе шәхсән саҡырып ҡараны. Иң ҡурҡынысы шунда, һин патриот икәнһең, милләтсе тигән ярлыҡ та тағыла, сөнки ул төшөнсәләр араһында сик юҡ. Был милли республикалар өсөн айырыуса ҡырҡыу мәсьәлә. Үҙ республикаң, халҡың өсөн янып эшләүсене милләтсе ти башлайҙар. Мине әллә күпме яҙҙылар инде заманында. Бына шундай хәл. Беҙҙә киностудия булмағас, байтаҡ милли белгестәребеҙ Ҡаҙағстанға китеп эшләне.
Шоңҡарҙар. Режиссер Малик Яҡшымбәтов, мәҫәлән.
Әхтәм Әхәт улы. Әйе, тик ул ниңәлер унда ла бик асылып китә алмаған. Ә бына Ҡаҙағстан киностудияһында эшләгән Әсғәт Әшрәпов тигән милләттәшебеҙ донъя кимәленә сыҡҡан атаҡлы оператор ине. Ҡаҙағстандың республика дәүләт премияһын ике тапҡыр алған кеше. “Кыз-Жибек”, “Первый учитель”, “Там, где горы белые”, “Гонец атаман” кеүек 32 билдәле фильмды төшөргән оператор, ҡайһыларының режиссеры ла. Ишембай районы Ҡыяуыҡ ауылынан ине ул. Ҡаҙаҡ туғандарға Башҡорт дәүләт академия театры менән гастролгә барғанда танышыу бәхете тейҙе уның менән.
Шоңҡарҙар. Тимәк, ҙур киноға эләгеүегеҙҙә Әшрәповтың да булышлығы бар?
Әхтәм Әхәт улы. Әлбиттә. Шул яҡташ зыялылар беҙҙең гастроль ваҡытында спектаклдәрҙе ҡаранылар. Киностудиянан дуҫтарын да алып килделәр. Әсғәт Әшрәпов Пусурманов тигән режиссерҙы эйәрткән ине. Шунан байтаҡ артистарҙы киностудияларында фотопробаға төшөрөп алдылар. Һуңғараҡ мине кинопробаға саҡырҙылар. Барҙым. Иҫ китте, киноға эләгеү өсөн дә көрәш ғәләмәт була икән. Асанали Ашинов тырышып йөрөй, уның ышаныс ҙур, Шәкен Аймановтың кейәүе бит инде ул. Шәкен Айманов исемендәге киностудия бит, унан тыш та күп ине теләүселәр төп ролгә. Теге Әсғәт ағай менән режиссер мине тығырға итәләр инде. Режиссерҙың ҡатыны менән төшөп ҡараныҡ, ул үтмәне, ә минең хаҡта бәхәс булған. Шунан режиссер, хәйләле аҙымға барып, мине киностудияның генераль директорының һөйәркәһе менән парлап пробаға сығарҙы. Был ысул үҙен аҡланы бит, малай. Үттек.
Шоңҡарҙар. Үәт, тормош… Артабан нисек булды?
Әхтәм Әхәт улы. Генераль директор, фильмға тотонорға тип, ҡултамға ҡуйғас, төп геройҙың ҡатыны роленә, раҫланған теге ҡыҙҙы һыҙып ташлап, Арина Аринбасарованы алып килделәр. Аринбасарова юғары категориялы киноактриса булғас, пробаһыҙ ҙа ролгә үтә ала икән, шуны файҙаландылар. Етмәһә, ул Ҡаҙағстандың кино министрының туғаны ла ине, ул да ярҙам иткәндер. Бына ниндәй көрәштәр бара унда. Театр көрәше нимә ул, тип уйланым шул саҡ. Кинопробаға артистар йөрөй, минең тәжрибә юҡ, ә тегеләр өйрәнеп бөткәндәр: режиссерҙың исем-шәрифен ҡабатлап, эргәһендә йылмайып ҡына йөрөйҙәр. Ә инде баяғы исемлек раҫланыу менән режиссер юҡ уларға, инде ҡуйыусы оператор эргәһендә йылмаңлайҙар. Ни өсөн тиһәң, әгәр ҡуйыусы-оператор һине яратманымы, осаңды ғына күрһәтә лә ҡуя ул, бөттөң. Ә яратҡан артисын ул шундай матур итеп аса, иҫең китер. Сөнки кино сәнғәте ул – йәнле һүрәт. Ете ай барҙы ул киноның съемкалары.
Шоңҡарҙар. Гонорары һәйбәт булдымы һуң?
Әхтәм Әхәт улы. Юҡ инде, 25 һум алдым. Аринбасарованың 75 һум ине, әммә 25 һум әле ул кинола түләнгән артистарҙың иң юғары ставкаһы. Утыҙ өс метр файҙалы таҫмаға төшһәң – 25 һум. Ул ваҡытта кинопленка ине. Уның файҙалы өлөшө сценарий буйынса иҫәпләнә. Кинола шундай йола бар: ролен уйнап бөткәс, актер ҡуйыусы төркөм менән, табын эшләп, һыйлап хушлаша. Ә мин, төп геройҙы уйнағас, иң аҙаҡҡа ҡалдым. Йыйырға артист ҡалмағас, операторҙы, режиссерҙы ҡатындары менән, йәнә генераль директор Әзербайжан Мамбетовты саҡырҙым. Шунда Әзербайжан Мамбетов: “Башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығын яҡшы беләм, улар менән бергә уҡыным. Бына Әхтәмдең ҡайтып етергә аҡсаһы ҡалдымы-юҡмы икән, уныһы билдәһеҙ, ә ниндәй табын ҡорған ул ресторанда”, – тине. Мин дә үҙемсә шулай уйланым, башҡортто ҙурлап хәтерләһендәр тинем…
Шоңҡарҙар. Фильм шәп булһа ла, яҙмышы ҡатмарлы булған ахыры?
Әхтәм Әхәт улы. Прокатҡа шарт менән сыҡты ул, сөнки хәүефле фильм иҫәпләнде. Мин уны аҙаҡ аңланым. Үҙгәртеп ҡороуҙан һуң ғына күрһәтелде ул. Төшкәндә режиссер фильмға ниндәй фекер һалғанын белеп тормайһың бит, ул – сер. Баҡтиһәң, кинәйәһе былай булып сыҡҡан: ғәҙел кешегә ҡалала ла, урманда ла урын юҡ. Социализмға ҡаршы бара тип, уның съемкаһын да туҡтата яҙҙылар. Сценарисы Рудольф Тюринды баштан, “Бунт на коленях” тип аталған диплом сценарийын яҙғас та, күҙәтеүгә алғандар. Ошо, мин төшкән киноһы беренсе мәртәбә сыға уның экранға. Л. Брежневтың “Вкус хлеба” тигән телесериалында дүртенсе сценарист булып ҡатнаша ла, шунан һуң, инде ышаныс яуланы тип, рөхсәт биргәндәрҙер инде. Режиссер Виктор Пусурманов Тюринға кәртешкәләрҙе күрһәткәс, ул, минең фотоға күрһәтеп: “Ошо егетте саҡыр, ҡараштары башбирмәҫ, ҡарышҡыр кешенекенә оҡшаған”, – тигән. Әйе, холоҡта бар минең азатлыҡҡа ынтылыш, үҙһүҙлелек.
Шоңҡарҙар. Башҡортостанда күрһәттеләрме һуң?
Әхтәм Әхәт улы. Беҙҙә былай булды. Ул ваҡытта “Актерҙар йорто”нда хөкүмәткә бер сеанс, артистарға бер сеанс күрһәтәләр ине. Шуны ойошторҙолар ҙа, туҡтаттылар. Тиҙ генә Т. И. Ахунйәнов “Всадник на золотом коне” тигән әкиәттең копияһын килтертә. Быны онотторор өсөн, шаулап, шуның премьераһын үткәрҙеләр. Минеке туҡталды. Ни ғәжәптәндер, бер көнгә “Родина”ға, тағы бер нисә кинотеатрға экранға сығарҙылар шулай ҙа. Афишалар ҡулдан яҙылған ине. Шунан мине “Победа” кинотеатрында герой менән осрашыуға саҡырҙылар. Машина менән Черниковкаға килеп төштөк. Директорҙар инеп китте, мин ҡарап ҡалдым. Ғәжәп: ҡайҙандыр фильмдың рекламаһы сыҡҡан буклетты тапҡандар, оло афиша ла тора, төп герой менән осрашыу була тигән иғлан яҙылған. Ситкәрәк китеп тәмәке тартып торғанда, ниндәйҙер ҡараш тойоп, әйләндем. Бер балалы ҡатын боролдо ла, баяғы афишаны ҡараған була. Индек, ҡараныҡ, башта директор, шунан мин тороп һөйләнем. “Һорауҙар бармы?” – тип мөрәжәғәт иттем. Шул саҡ баяғы бала етәкләгән ҡатын микрофон алып һөйләй башланы: “Фильмды алдағы сеанста ҡараным да, осрашыу хаҡында иғланды күргәс, фекеремде әйтергә тип кире индем. Минең күңелем төштө, беҙҙә шундай кешеләр бармы ни ул? Булған хәлдә лә, ниңә ундайҙарҙы экранға сығарырға, һеҙгә һүҙем юҡ, әммә бына таҫманың режиссеры”, – тине лә мәғәнәле тынып ҡалды. Был осрашыуҙың махсус ойошторолған спектакль икәнен аңланым. Уйлап алыр кәрәк бит инде, шуға тағы: “Һорауҙар бармы?” – тигән булам. Шунан икенсе берәү тороп милли киноға бәйле провокацион һорау бирҙе. Булған оҫталығымды йыйып: “Милли киностудия юҡ, тип әйтеп булмай. Беҙҙең зона мәнфәғәттәрен ҡәнәғәтләндерер өсөн Свердловск киностудияһы булдырылған”, – тип йомшаҡ ҡына итеп яуап бирҙем. Ә теге ҡатынға: “Кеше күңеле төрлө була, был фильмда ҡан ҡойош юҡ, ә үлтереш булған таҫмаларҙы нисек ҡарайһығыҙ инде”, – тип яуапланым. Минән бүтән төрлө яуап көткән кешеләр, провокациялары ҡыйралып, мине милләтселектә һәм башҡа нәмәлә ғәйепләй алмағас, осрашыуҙы тамамларға ашыҡты. Әммә азат фекер йөрөткән режиссер төшөргән фильмдың юлы ябыҡ икәнен самаланым.
Шоңҡарҙар. Ә Пусурмановҡа ни булды?
Әхтәм Әхәт улы. Пусурмановҡа ла был фильмдан һуң дүрт йыллап эш бирмәйҙәр. Был съемкалар миңә күп фәһем бирҙе. Башта бер нисә ай киноға өйрәнә алманым. Режиссер менән оператор мине аңланы, шуға күрә улар был кино донъяһына инһен әле тип, башта дөйөм планды ғына төшөрҙөләр. Шунан ғына яйлап эре планға күстеләр – иң ҡурҡынысы шуныһы. Унда мәғәнәле күҙ ташлау ҙа етә. Театрҙа икенселәй: баштан алып аҙағына тиклем бер юлы уйнайһың, ә кинола ҡайһы өлөшө кәрәк, шуны төшөрөп тик йөрөйҙәр, ә һин алдан шул образды башыңда тоторға тейеш. Ә миндә ул тәжрибә юҡ, ялғанмай ҙа ҡуя. Шунан ҡаралама монтажды күрһәттеләр, бөтә Ҡаҙағстан киностудияһы шунда, эй, енләнеп ҡараным. Шунан фильм бөттө. Ҡараһам, пиротехник илап бөткән. Оператор Әсғәт ағай: “Йә, нисек”, – ти. Мин әйтәм: “Ағай, бынан кино килеп сыҡмаҫ, ахырыһы”. “Һе-һе, сыға, иң мөһиме материал бар”, – тине. Һәйбәт монтажер ғына саҡырырға ҡалды. Фильмдың уңышы монтаждан да тора икән ул. Советтар Союзы ваҡытында, беҙҙең киноларҙы алып, капиталистик илдәр хатта, бер нәмәһен дә алып ташламайынса, беҙгә ҡаршы кинолар монтажлағандар. Бына нисек ул монтаждың ҡөҙрәте.
Шоңҡарҙар. Әтеү “Һарығолаҡ”та һеҙ үҙегеҙ аңлатып ултырҙығыҙ инде, эйеме?
Әхтәм Әхәт улы. “Һарығолаҡ”тың съемкалары бер аҙ бәхәсле булды ул. Әнүәр Нурмөхәмәтов: “Берәй яҙма юҡмы шунда, кино төшөрөргә хыял бар”, – тигәс, Рамазан Өмөтбаевтың “Һарығолаҡ” әҫәрен тәҡдим иттем. Оҡшатҡан да сценарий яҙған. Әммә Әнүәр ағай театр режиссеры, телевидениела эшләне, кино серҙәренә бик төшөнөп бөтмәй ине. Үҙе шул тиклем үҙ һүҙле булды. Әгәр шул әҫәрҙе профессионал киностудия төшөрһә, ул донъя кимәленә китер ине. “Белый Бим, черное ухо” бар бит, шуның тиңендә. Ә беҙҙеке, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, күбеһенсә үҙешмәкәрлек. Уны ныҡ ҡыҫҡартып, һәйбәт итеп күрһәтеп булыр ине. Беҙҙә ни өсөн кино үҫмәй? Сөнки артистар театрҙағы кеүек уйнай.
Шоңҡарҙар. Әтеү һеҙ “Һарығолаҡ”тағы эшегеҙ менән ҡәнәғәт түгелһегеҙ инде?
Әхтәм Әхәт улы. Юҡ, мин үҙемдең эш менән әҙерәк ҡәнәғәт. Режиссураһын ҡабул итә алманым. Кино төшөргән саҡта Әнүәр Нурмөхәмәтовҡа режиссер-каскадер тип исем дә таҡтым. Бер шурф тапҡан да: “Бына ошонда һикерәһең”, – ти. “Ҡар яуған, – мин әйтәм, –нимә, аяҡты һындырайыммы ни?” – тим. “Нишләп һынһын инде, бына ҡара, ошолай”, – тип барып төштө лә йығылды. Район үҙәгенә, дауаханаға алып барып гипслатып килделәр. Миңә был хәлдең файҙаһы тейҙе: Әнүәр хәҙер пульт эргәһенә инеп ултырҙы. Ә операторҙар күҙаллауҙы белә, улар менән һөйләштек тә, тиҙ генә төшөрҙөк тә бөттөк. Киноның бит мөмкинлектәре икенсе. Кино кадрҙарҙан тора, ә кадрҙарҙы хәл итеү режиссер менән операторҙың эше. Ә беҙҙә төшөрә лә төшөрәләр, эт эсәге. Унан бит кино аҡса түләп килеп ҡарай торған нәмә, ритмы шәп булырға тейеш. Шул саҡта ғына беҙ донъя ҡыуып йөрөгән бәндәләрҙе тамаша залдарында тота аласаҡбыҙ.
Һәйбәт драматургтар юҡ,
беҙҙә лә…
Шоңҡарҙар. Ә бөгөнгө башҡорт драматургияһында иң һәйбәт драматург тип кемде иҫәпләйһегеҙ?
Әхтәм Әхәт улы. Юҡ ул.
Шоңҡарҙар. Улайһа рус әҙәбиәтендә?
Әхтәм Әхәт улы. Рус әҙәбиәтендә лә ҡытлыҡ. Екатеринбургта Николай Коляда бар. Төп театрҙарынан уны эскән өсөн ҡыуғайнылар, шәхси театр асып ебәрҙе. Ул хәҙер драматургтар уҡытып сығара башланы. Драматургияла ҡытлыҡ булғанға күрә, уларҙың хәҙерге тормошто, бөгөнгө кеше кисерештәрен күрһәтеүҙәренә тамашасы ҡыҙыға былай. Әммә уларға ла донъя кимәленә етер өсөн эшләргә лә эшләргә әле. Совет заманында һәйбәт ете драматург булды. Шулар араһында беҙҙең Мостай Кәрим менән Азат Абдуллин да бар ине. Уларҙың әҫәрҙәрен бөтә Союзда ҡуйҙылар.
Шоңҡарҙар. Һуңынан Флорид ағайҙыҡын ҡуйҙылар бит.
Әхтәм Әхәт улы. Эйе, торараҡ Флорид килеп сыҡты. Әҙерәк мосолман диненә лә ҡаршы яҙғас, уны тиҙ күтәреп алдылар. Бына шундайыраҡ нескәлектәре бар уның. “Шайморатов генерал” тигән пьесаһын да яратып бөтмәйем, ул геройыбыҙҙы әҙерәк бысратты. Нисек кенә тип әйтмәйек, М. Шайморатов, әле бына һәйкәл ҡуябыҙ тип тә тырышалар, беҙҙең батырлыҡ символына әүерелгән шәхес, уны улайтып яҙыу дөрөҫ түгел. Ә кемдәргәлер был бик хуш килде. Минең фекер шулай.
Минән ҡасып,
сәнғәт юлын һайланы
Шоңҡарҙар. Ә улдарығыҙҙың ижад юлынан китеүе һеҙҙең булышлыҡмы, әллә үҙҙәренең һайлауымы?
Әхтәм Әхәт улы. Был юлдың ни тиклем ауыр һәм ҡатмарлы икәнен бик яҡшы белгәнгә күрә, оло малайым Айратты нисек тә унда ебәрмәҫкә тырыштым. Мин уны медицинаға ҡотортоп, унда һөйләшеп ҡараным, тарихты шәп уҡый ине, БДУ-ның тарих факультетына ла бар тинем, риза булғандай йөрөнө. Юҡ бит, малай, ҡасып барып сәнғәткә инеп киткән. Шуға күрә, уға мин күргәндән дә яманыраҡты күрһен тигәндәй, ҡыҫылмайым (рәхәтләнеп көлә).
Шоңҡарҙар. Айраттың сәхнәлә уйнаған саҡтарын иҫләйбеҙ, шәп актер ине ул.
Әхтәм Әхәт улы. Эйе, һәйбәт актер ҙа булыр ине, бәлки. Ә бына бәләкәй улымды балетҡа мин алып барып индерҙем.
Шоңҡарҙар. Нисек булды һуң? Үҙегеҙ бөтөнләй бейей белмәгәнһегеҙ…
Әхтәм Әхәт улы. Сәхнәлә бер бейенем мин. Һунарсы бейеүен, ҡабат һорап сығарып бейеттеләр. Шунан, театрҙа эшләй башлағас, Фәйзи Ғәскәров ансамбленә саҡырып ыҙалатты. “Бейей белмәйем”, – тип ҡарайым, “Салауатты уйнағаныңда күрҙем, һиндә пластика бар”, – ти ҙә ҡуя. Хисбулла Зөбәйҙуллин иң оҙон солисы ине, ул пенсияға китә, шуның урынына кеше кәрәк, тип ҡоҙаланы. Барманым.
Айратты бал бейеүҙәренә яҙҙырҙым. Мәктәптән сыға ла шунда йүгерә ине. Бейеү бит ул еңел эш түгел: арып ҡайта ла урамда йөрөргә хәле ҡалмай. Вальс буйынса лауреат та булып алды. Ҡатыным Зәлифә бала сағында балерина ише, аяҡ осонда өйөрөлөп бейергә яратҡан. Шуға миңә: “Әйҙә, малайҙы хореография училищеһеның балет бүлегенә бирәйек”, – тине. Алик Бикчурин директор ине. Һәләте бармы икән тип күрһәтергә алып барҙым. Күҙәтеп тороп, йәлләй башланым, ҡайыра малайҙы, әллә нимәләр эшләтә, һикертә, бора, ауыртмай микән, тип торам. Шунан килде лә: “Һығылмалылыҡ бар, ырғыуы бейек, тотоноп ҡараһын”, – тине. Өсөнсө класта уҡый инеме икән. Малайҙы ризалаттылар, һынау биреп йөрөйҙәр. Бер ваҡыт борсола башланы бит был. Тегендә бит ниндәйҙер түңәрәктә классиканы өйрәнгән балалар бара, конкурс ҙур. Бейеү буйынса алдан шөғөлләнмәгәс, бирә алмай, шуны һиҙенә. Ул саҡта популяр булған ламбаданы ғына ағаһынан өйрәнеп алған ине. Шунан: “Улым, иртәгә һуңғы имтиханығыҙмы?” – тим. “Эйе, мин бит бейей белмәйем”, – ти. “Ә һин белмәйем, тип әйтмә!” – тим. “Ә нисек, алдарғамы ни?” – ти был. “Нисек алдарға, ламбаданы бейейем, тип әйт!” Бының кәйеф күтәрелде. Тегендә кем илап, кем шатланып сығып тора икән, былар өс малай ҡалған. Белеп торалар бит инде уларҙың бейей белмәгәнен. Жюри рәйесе РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы Ф.М. Нафикова: “Йә, ҡайһығыҙ ламбада бейеүен белә?” – тигән. Был һикереп торған, пианино уйнап та ебәргән, киткән уйнаҡлап. “Үәт, шәп!”, – тип ҡысҡырып ебәргән Нафикова, шулайтып инеп китте ул. Әммә мин уны әле лә йәлләйем. Айратты йәлләмәйем, кинйәне йәлләйем. Балет – ат эше. Бахыр көнө буйы уҡый ине, ҡайтып инә лә стенаға һөйәлә. “Улым, арыныңмы?” – тием, ул – илай. Һуңғы курстарҙа ҡарайым, был инде деформацияланып бөткән, һөйәктәре әҙәмсә түгел. Инде бик иждиһад бирмәй йөрөй үҙе, ярар, бәлки ансамблгә барыр, тип уйлаштырам. Бер ваҡыт төп эшенән пенсияға сыҡты ла, быларҙы һәләт эйәһе булған Юлай Ушанов уҡыта башланы. Ә уның атаһы ниндәй талант ине? Тоҡанды минең малай, янып китте. Лидерға әйләнде. Капустниктар, төрлө ижади нәмәләр ойоштора башланы. Шунан бер ваҡыт Юлай Ушановты эштән ҡыуырға булғас, курс менән баш күтәргәндәр. Ҡотортоусылары Ринат булған. Уны ла ҡыуырға маташып бөттөләр шунан. Был хәлдең әтнәкәһе тәрәнерәктә, төрлө династияларҙың ярышында ята. Шул хаҡта А.С. Пушкиндың “Моцарт һәм Сальери”һы нигеҙендә хикәйә лә яҙа башлағайным әле “Нисек генийҙы ашап ҡуялар” тигән. Уҡып бөттө, бейей башланы, солист булып китте шунан кинйәм.
Шоңҡарҙар. Хәҙер ул беҙҙең Опера һәм балет театрында эшләйме?
Әхтәм Әхәт улы. Эйе. Бер көндө мине премьераһына саҡырҙы. Барҙым, был үҙенең мөхәббәте менән бейей ине, ғәҙәттә, балетта шулай була инде ул. Аҙағынан, ҡотлайым тип, ҡосаҡлаһам – лыҡа һыу. “Костюмың һыу бит”, – тиһәм, “Әй атай, дүртенсе костюм инде”, – тине. Һәр бер картинаға шул уҡтан бер костюм тегәләр икән. Партнерҙы күтәреп бейеү еңел түгел.
Шоңҡарҙар. Ә Айрат Абушахмановтың спектаклдәрен ҡарағанда ниндәйерәк тойғолар кисерәһегеҙ?
Әхтәм Әхәт улы. Әлбиттә, борсолаһың инде.
Шоңҡарҙар. Атай булараҡмы, әллә режиссер йә актер булараҡмы?
Әхтәм Әхәт улы. Өсөһө бергә. Режиссер булараҡ тәнҡит күҙлегенән ҡарайһың, атай булараҡ йәлләйһең, борсолаһың, артист булараҡ артистарҙы тикшерәһең.
Ҡыҙыҡ инде ул, беҙ үҙ ҡәҙеребеҙҙе үҙебеҙ белмәйбеҙ. Ринат үҙебеҙҙең Опера һәм балет театрында эшләп йөрөй ине, бер көн сумаҙан тултыра. Санкт-Петербургка, курсташтары янына барып ҡайтмаҡсы икән. Әле өйләнмәгән ине әле, “А.Я. Ваганова исемендәге хореографик училищеһына ла инеп сығам, бәлки, имтихан биреп ҡарармын, әлбиттә, балетмейстерлыҡҡа шундуҡ инеп булмай инде ул, бер өс-дүрт барып, дүртенсегә, бәлки, инеп китермен”, – ти. Аҙна-ун көндән ҡайтты. Билет күрһәтә. Ҡараһам, “А.Я. Ваганова исемендәге хореография училищеһының балетмейстерҙар бүлеге студенты” тиелгән. Шаҡ ҡаттыҡ. Баҡтиһәң, тегендә, Г.Д. Алексизе тигән грузин йәһүҙиһе, көслө династиянан булған профессор-балетмейстер, эксперименталь курс йыя икән. Ринат имтихан биргәс, уға ингән. Ҡарап ултырған да профессор: “Һин, башҡорт малайы, “Урал батыр” эпосын беләһеңме һуң?” – тигән. “Ишетеп беләм, тик уҡыманым”, – ти икән был. “Нисек? Ә “Аҡбуҙат”ты? Һиңә нисек оят түгел. Үҙ фольклорыңды белмәй тороп, миңә уҡырға килгәнһең! Бына ҡайҙа ята һеҙҙең балеттарығыҙ! Беләһеңме, башҡорттар донъяла фольклорға иң бай халыҡ, икенсе урында ҡаҙаҡтар”, – тип ҡаты итеп әрләгән. Шунан, уйланып ултырған да: “Йә ярай, мин һине уҡырға алам. Тик, көҙгөлөккә фольклорығыҙҙы тулыһынса өйрәнеп килмәһәң, шундуҡ ҡыуып сығарасаҡмын, ишет уны! Бер башҡорт йырына балет эшләп әҙерләп кил”, – тип эш биргән. Малай быны, әлбиттә, миңә шундуҡ өндәшмәне. Әммә тиҙҙән китапхананан ҡосаҡ-ҡосаҡ китап ташый башланы. Бына әле, ысынлап та, фольклорға таянып, бер нисә эш эшләне. “Атай, “Урал батыр” эпосының мәғәнәһен беҙҙең ғалимдар әле аңлап бөтмәй икән”, – ти. Бына нисә тапҡыр ҡуйҙылар, ысынлап та, уның әтнәкәһе тулыһынса асылманы әле. Шуның фәлсәфәһен асып күрһәтәм”, – тип Ринат нисә тапҡыр ғариза бирҙе, юҡ, “Урал батыр” балетына грант бирмәнеләр. “Был эпос бит беҙҙең тәбиғәт балаһы булыуыбыҙҙы аса, бәлки, шуға ла рөхсәт итмәгәндәрҙер, ирекле тормошҡа әйҙәгән әҫәр”, – тине улым.
Ысын талант алйот та булыуы мөмкин
Шоңҡарҙар. Башҡортостан театрҙарының эшмәкәрлеген шул уҡ сифат, килем килтереү, тамашасы йыйыу буйынса үҙегеҙсә нисек баһалайһығыҙ?
Әхтәм Әхәт улы. Уның эшмәкәрлеген төрлө яҡлап күтәрергә кәрәк. Шул уҡ драматургиянан башларға була. Бөгөн хөкүмәт театрҙарҙы шаштырҙы.
Шоңҡарҙар. Ни мәғәнәлә?
Әхтәм Әхәт улы. Аҡса мәғәнәһендә.
Шоңҡарҙар. Аҡса эшләһәң, ул кәсепселеккә әйләнмәйме һуң?
Әхтәм Әхәт улы. Ниңә, Советтар Союзы ваҡытында кәсепселеккә әйләнмәне ләһә. Унда 50 процент килем эшләй алмаһаң, театр бөттө тигән һүҙ.
Шоңҡарҙар. Ишетеп, уҡып торабыҙ, мәҫәлән, Мәскәүҙең ҡайһы бер театрына йылына 240 миллион һум аҡса бүләләр.
Әхтәм Әхәт улы. Өс миллиард алыусы “Ҙур театр” ҙа бар (көлә). Ә күпме гранттар?
Шоңҡарҙар. Улар менән сағыштырғанда, беҙҙекеләр ни эшләп шашһын инде. Әйҙә, исмаһам, артистар һәйбәт йәшәһен, тип ҡыуанайыҡ.
Әхтәм Әхәт улы. Артистар һәйбәт йәшәү менән, һәйбәт уйнамаһа…
Шоңҡарҙар. Эйе, уларҙың алдында, ысынлап та, ҙур бурыстар тора. Шул уҡ башҡорт драматургияһын, башҡорт донъяһын сәхнәгә сығарырға кәрәк. Беҙҙә ул нәмә һуңғы мәлдә хөрт бара.
Әхтәм Әхәт улы. Әлбиттә. Бына мин опера театрын “копировальный фабрика” тип йөрөтәм.
Шоңҡарҙар. Гел ҡайҙалыр ҡуйылған нәмәләрҙе ҡуялар, эйеме?
Әхтәм Әхәт улы. Шулай. Әлеге лә баяғы Ринат улым хореография училищеһына диплом спектакле итеп “Заятүләк менән Һыуһылыу”ҙы ҡуйҙы, фестивалдә ҡатнашты. Шунда балет белгестәре, “Баҡтиһәң, яңылыҡ периферияла ята икән”, – тип аптырайҙар, ти. Ә беҙ фольклорыбыҙҙы күтәрә башлаһаҡ, унда бит ниндәй генә хазина юҡ. Ғәҙәттәгесә, ниндәйҙер төркөм аҡса эшләй. Шул “Заятүләк менән Һыуһылыу”ҙы Ринат, мәҫәлән, композитор яллап әле ул, 300 мең һумға ҡуйҙы, ә кемдер копияны ун миллионға ҡуя. Айырма бармы? Халҡың өсөн опера һәм балет театры төҙөгәнһең икән, һин бит үҙеңдең республикалағы халыҡтың аңын һәм хис кимәлен күтәреү өсөн эшләргә тейеш. Үҙебеҙҙең композиторҙарҙы табырға кәрәк, ерлеккә бәйле, йолаларға таянған либреттоларҙы булдырыу мөһим. Классиканы бөтөнләй инҡар итергә тимәйем. Әммә ниндәйҙер баланс булыуы шарт: классиканы үрнәк итеп, үҙебеҙҙекен булдырырға.
Шоңҡарҙар. Хәҙер репертуар сәйәсәте юҡ инде, тимәк?
Әхтәм Әхәт улы. Юҡ, театр үҙе хәл итә, дөрөҫөрәге, ундағы сәйәсәтте уйлап еткермәгән кешеләр хәл итә күп осраҡта. Театр бит ул асылда сәйәси донъя. Уның үҙенең төплө, аҡыллы сәйәсәте булырға тейеш.
Шоңҡарҙар. Һеҙҙеңсә, әлеге йәш режиссерҙар, актерҙар араһында таланттар бармы? Гөлли Мөбәрәкова, Заһир Вәлитовтарға алмаш киләме?
Әхтәм Әхәт улы. Таланттар һәр ваҡыт бар, уларҙы табып үҫтерергә генә кәрәк. Талантты һаҡлау, үҫтереү дәүләт кимәлендә хәл ителергә тейеш. Бына бер миҫал килтерәм. Зыя Нуриев заманында Рифҡәт Абдулла улы Вәлиуллин тигән Туймазы егете ГИТИС-ты бөтөрә, музыкаль режиссер дипломын яҡлар өсөн Өфөгә килә. “Рөхсәт бирһәгеҙ, Опера һәм балет театрында спектакль ҡуйып, диплом яҡлайым”, – ти. “Юҡ”, – тигәстәре Ҡазанда ҡуя, премьера шаулай, шунда уҡ эшкә алалар. Быны Зыя Нурый улы ишетеп ҡалып, ҡул аҫтындағыларҙы саҡырта: “Нимә эшләп беҙҙең егет Ҡазанда, бында ундай белгестәр мунса ташы кеүекме ни? Кисекмәҫтән алып ҡайтығыҙ!” Министр урынбаҫары йәшерен барып, урлап алып ҡайта. Әйберҙәрен дә йыйып өлгөрмәй, һуңынан барып ала егет. Быны ҡайтыу менән баш режиссер итәләр. Ул осорҙа ҡуйылған оптимистик трагедияларҙы, яңы һулыш менән эшләп киткән опера театрын яҡшы иҫләйем. Аҙаҡ уны эштән ҡыуып әрәм иттеләр, унан һуң Опера һәм балет театры оҙаҡ йылдарға торғонлоҡҡа инде. Талантлы шәхестең бәхетһеҙлеге нимәлә? Ул яраҡлаша белмәй. Шәхес ул алйот та булырға мөмкин, беҙҙең донъяла шулай күренеүе бар һәр хәлдә: һәр талант аҡыллы була алмай, уны ла аңлай белергә кәрәк. Һәр аҡыллы талант та була алмаҫҡа мөмкин. Бөтә нәмәне аҡса хәл итә, тигән инаныу мәҙәни аңдың үҫешен тотҡарлай бөгөн. Ә мәҙәни аң булмаһа, иҡтисади аң беҙҙе һәләк итеүе бар. Әҙәм нәфсеһе сикһеҙ.
Шоңҡарҙар. Тормошта иң ҙур үкенесегеҙ нимә булды?
Әхтәм Әхәт улы. Үкенестәр күп инде ул. Әсәйем 90 йәштә үлеп китте. Тағы ла әҙерәк йәшәр ине ул, шуны алып килеп табиптарҙан тикшертер кәрәк булған, тигән үкенес бар. Атай мин икенсе йыл эшләгәндә үк вафат булды.
Шоңҡарҙар. Артислыҡ һөнәренә барыбер ҙә осраҡлы рәүештәрәк килеп ингәнһегеҙ, шуны атай-әсәйегеҙ нисегерәк ҡабул итте?
Әхтәм Әхәт улы. Атай уңыштарымды бик күреп өлгөрмәне. Ул, ғүмер баҡый парторг та рәйес булғас, алтыла тороп эшкә киткән дә, төнгө ун икеләрҙә ҡайтҡан. Мин йоҡларға ярата инем. Әсәй ҙә һәйбәт йоҡлай ине, уға оҡшағанмын. “Атай, йоҡламай нисек түҙәһең ул?” – тием. “Төшкө ашҡа ҡайтып сәй эсәм дә, ун биш минут ҡына серем итәм, шул мине тота ине”, – ти. Уны бөгөн медицина ла иҫбатлай. Ул пенсияға сыҡҡас әле, мин клуб мөдире саҡта, һуң ҡайтам, иртән йоҡлайым, ә атай алтынан тороп малға сыға. Шунан сәйгә инә лә, “Рауҙа, анау малай йоҡлаймы шул?” – ти. “Йоҡла-а-й, һуң ҡайтты бит”, – тигән була әсәй. “Булманы был малайҙан, булманы, быға тиклем йоҡлағас, кеше сыҡмай унан”, – тип һуҡрана. Артист булып киткәс тә, йыл да бесән эшләшергә ҡайтҡанда шул уҡ хәл: “Рауҙа, теге малай йоҡлаймы шул?”, – тиһә, әсәй: “Йоҡлай, йоҡлай”, – тип яуаплай. “Үәт бит әй, мин унан эш сыҡмаҫ, тип уйлағайным, йоҡоһона күрә эшен дә табып алды бит”, – тип көлә атайым.
Шоңҡарҙар. Ә әсәйегеҙ нисек? Һеҙҙең уйнағандарҙы күргәндер инде ул?
Әхтәм Әхәт улы. Күрҙе, минең 50, 60 йәшлек юбилейҙарға килеп шатланып ҡайтты. Эшләгәндең икенсе йылымы икән, гастролгә сығып киттек. Электрлы сепаратор сыҡҡан ваҡыт, Борай магазинында ултыра бит, илле тәңкә. Әсәйемдең ҡул сепараты боҙолған да, эт була ине. Кассирҙан аҡса яҙҙырып, тегене һатып алып, почта аша ебәрҙем. Әле бит гастролдең башы ғына, ике ай ярым йөрөйбөҙ, бара торһон, тинем. Бер мәл атай хат яҙҙырған: “Улым, әсәйең ҡыҙыҡ булды, һин ебәргән сепаратты тоҡандыра ла, тауышына эргәһендә бейеп йөрөй. Рәхмәт, ҡыуандырҙың әсәйеңде”, – тигән булған.
Шоңҡарҙар. Әхтәм ағай, һеҙ “Алатауҙың көмөш мөгөҙө”ндә уйнаған Кайсарығыҙ кеүек ғәҙелһеҙлектәргә күнә алмаған шәхес булғанға ла һәр ваҡиғаға, һәр күренешкә үҙ фекерегеҙҙе йәшермәй белдереп бараһығыҙ. Ә театр эшмәкәрҙәре союзындағы эшегеҙҙән ни мәғәнә табаһығыҙ? Уның тәғәйенләнеше әлеге көндә нимәлә?
Әхтәм Әхәт улы. Уның әһәмиәте Советтар Союзы ваҡытында ҙур булған. Шул берләшмә аша коммунистар театрҙарҙы тотҡандар, шуға күрә уларға ярҙам да иткәндәр. Ижади яҡтан харап итергә теләгәндәрҙе шул ойошма аша харап иттергәндәр, күтәрергә теләгәндәрҙе күтәргәндәр, ул идеология йүнәлешен тотҡан. Ә бөгөн уның роле фәҡәт шул профессионал кимәлде нисектер арттырыу мәсьәләһенә ҡайтып ҡала. Бөгөн Театр эшмәкәрҙәре союзы, Яҙыусылар союзы хөкүмәткә нишләптер кәрәкмәҫ булды. Беҙҙең Театр эшмәкәрҙәре союзының әһәмиәте – артистарҙы яҡлау, ижади кимәлен үҫтерергә ярҙам итеү ниәтенән лаборатория, семинарҙар, фестивалдәр ойоштороу. Режиссерҙар мәңге уҡырға тейеш. Йылына ике тапҡыр уларҙы илдәге билдәле режиссерҙарға беркетеп, ебәреп уҡытып торабыҙ. Артистарҙы халыҡ-ара лабораторияға ижади командировкаға ебәрәбеҙ, айына бер урын бар. Иң мөһиме хәҙер социаль ярҙам.
Шоңҡарҙар. Ул үҙенә күрә актерҙарҙың профсоюзы һымағыраҡ та булып тора инде.
Әхтәм Әхәт улы. Эйе, һәләте булмағанды уҡытырға ярамай, булғанды тырыштырырға кәрәк. Былтыр бына өс миллион ярым һумлыҡ социаль ярҙам алдыҡ. Советтар Союзы осоро менән сағыштырһаң, бөгөн театр шул тиклем шәп йәшәй, хөрт эшләй. Ә элек хөрт йәшәнеләр меҫкен артистар, шәп эшләнеләр. Сөнки уларҙы һәр бер ҡуйған спектаклдәрен тикшереп, йәмәғәтселек аша гел туҡмап торҙолар. Хәҙер бит ижади азатлыҡ тигән булып, ҡыҫылмайҙар. Асыҡ цензураны хуплайым мин, кәрәк ул. Тәнҡитләнгән кеше үҫә.
Шоңҡарҙар. Союздың рычагы юҡ инде хәҙер. Үҙебеҙҙең авторҙарҙың әҫәрҙәрен ҡуйыу һымағыраҡ юҫыҡтарҙа, мәҫәлән.
Әхтәм Әхәт улы. Юҡ, ундай рычаг юҡ, әммә суд аша ғәҙелһеҙ ҡыуылған актерҙарҙы кире ҡайтарыу рычагы бар.
Шоңҡарҙар. Үҙегеҙ режиссер булһағыҙ, кемдең әҫәрен ҡуйыр инегеҙ?
Әхтәм Әхәт улы. Мин заманында “Нур”театрында өс спектакль сығарҙым, ете йыл барҙы улар аншлаг менән. Ҡол-Дәүләттең “Шартлатҡыс”, З. Хәкимдең “Күрәҙәсе”, И. Йомағоловтың “Мөхәббәт ҡоштары” пьесалары буйынса, хәйер, аҙаҡҡыһын асылда аҡса эшләргә тип ҡуйғайным. Милли йәштәр театрында эшләгән осоромда ла режиссураға мөрәжәғәт итеп алдым. Беҙҙә хәҙер режиссура ла үҙгәрҙе. Режиссер спектаклдәре ҡуялар, актерҙыҡы түгел. Режиссер тарафынан актерға иғтибар бөттө. Һуң, нисек кенә тимәйек, тамашасы хистәрҙе артист менән кисерергә тейеш бит. Ә театрҙа үҙгәрештәргә тотонор булһалар, иң башта балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҫәрҙәргә иғтибар итһендәр ине, тип теләйем. Ул – нигеҙ.
Шоңҡарҙар. Әхтәм ағай, ҙур рәхмәт һеҙгә, ихлас һөйләшеп ултырҙыҡ. Һеҙҙе яңы яҡтарҙан астыҡ, ябайлыҡ, ихласлығығыҙға һоҡландыҡ. Киләсәктә лә самауыр яндарында именлектә осрашып, серҙәр бүлешергә яҙһын!
Бер ыңғай ике ҡаҙанда ҡайнап булмай, бер юлы ике тарафҡа ҡарап булмай. Йә үҙеңә тоғро булаһың, йә тормошҡа яраҡлашып йәшәйһең! Осһоҙ ялтырауыҡтарҙан баш тартып, асылың ынтылғанды һайлау оло батырлыҡ талап итә. Үҙе төшкән атаҡлы фильмдағы тәбиғәт саҡырыуы булып яңғыраған Алатауҙың көмөш мөгөҙ сыңына эйәргән Кайсар һымаҡ, Әхтәм Абушахманов та тамырынан айырылмай, булмышына тоғро булып ҡалған ҡаһармандарҙың береһе ул.
Әңгәмәне Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА
яҙып алды.
2019 йыл.