Был юлы беҙҙең боҫорап торған «самауыр» янына башҡорт фольклорсыһы, филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, Рәсәй гуманитар фәндәр Академияһы академигы Әхмәт ағай СӨЛӘЙМӘНОВ килде. Байтаҡ йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан төҙ һынлы, көр тауышлы, йор һүҙле ғалимыбыҙ һөйләгәндәрҙе тыңлап ултырыуы үҙе бер ғүмер икән! Йәмле табыныбыҙҙың йылы сатҡыларынан һеҙгә лә өлөш сығарыу ниәтенән әңгәмәне түкмәй-сәсмәй тиерлек тәҡдим итәбеҙ, дуҫтар!
ГӘпләштерә, берләштерә самауыр
“Шоңҡар”ҙар: Әхмәт ағай, һөйләшеүебеҙҙе ошондайыраҡ һорауҙан башлайыҡ әле: самауыр тигәс һеҙҙең күҙ алдына иң тәүҙә нимә килеп баҫа?
Әхмәт Сөләймәнов: Иң элек әсәйемдең ике биҙрә һыу һыймалы самауыры иҫкә төшә. Ике ағайым ике яҡ ҡолағынан тотоп саҡ күтәреп индерә торғайны. Еңгәйҙәр, инәйҙәр уны тиҙ генә бушата. Ауылда шулай бит инде: сәй эсеү көнө буйына бара. Сөнки һөйләшеп ултырырға ул – үҙе бер стимул. Әбейҙәр, еңгәйҙәр тәһәрәт яңырта-яңырта һемерә генә сәйҙе. Бер генә сынаяҡ эстениһәләр тыйып алып булмай. Ысынлап та, самауыр артында бөтәһенең дә теле сиселә. Самауырҙың гәпләштереү генә түгел, берләштереү, кешене уртаҡ фекергә килтереү ҡеүәһе лә бар.
“Шоңҡар”ҙар: Әлеге ваҡытта өйөгөҙҙә самауыр бармы?
Әхмәт Сөләймәнов: Самауырҙарыбыҙҙы ауылдан алып килдек. Бәләкәйен улым үҙенә алды, ҙуры миндә ҡалды. Бәләкәйе Совет осороноҡо, ҙуры Николай заманынан. Самауырҙың хикмәтле яғы бар бит: унда һыу иҫкермәй. Сөнки эсе көмөш. Шуға күрә таможнянан үткәрмәйҙәр икән уны. Һирәк осрай торған ҡомартҡы һанала.
“Шоңҡар”ҙар: Үҫкән саҡта бер табын булып ултырҙығыҙмы һеҙ? Ғаиләлә күмәк инегеҙме?
Әхмәт Сөләймәнов: Мин иҫ белгәндә, егерме етенсе йылғы Бибикамал апайым, утыҙынсы йылғы Мөхәмәтзәки ағайым һәм, әлбиттә, әсәйем ашъяулыҡ тирәләй йәйрәп ултырып сәй эсә торғайныҡ. Ҡырҡ икенсе йылғы Гәүһәр ҡарындашым сәңгелдәктә ята ине (беҙҙә кесе ҡыҙ туғанды ағай кеше ҡарындаш ти, апай кеше һеңле ти, ә Хәйбулла яҡтарында ағайҙар ҙа, апайҙар ҙа һылыуым ти). Егерме дүртенсе йылғы Мөхәмәткилде ағайым һуғышта ине.
Әхмәт ағайым – өс йәштә, Мәрйәм апайым бишектә саҡта үлгән. Мәрхүм булған сабыйҙың исеме өсөнсөһөнә бер бала аша ғына ҡушылырға тейеш. Шул йола буйынса, миңә Әхмәт ағайымдың исемен ҡушҡандар. Исем тапмағандан түгел. Ҡайғы баҫырға булышһын тип.
Таҡмаҡҡа маһирлыҡ
“Шоңҡар”ҙар: Һуғыштан һуңғы осорҙарҙа киске уйындар ныҡ йәнләнгән, тиҙәр. Һеҙҙең фольклорға килеү тамырҙары шунан тип әйтеп буламы?
Әхмәт Сөләймәнов: Мин иҫ белә башлағас, бигерәк тә 46 – 47-се йылдарҙа киске уйындар, ысынлап та, шәп булды. Мәсеттәр клубҡа әйләнгән бит инде, шунда уйнайҙар ине. Әҙәм балаһына тамаша кәрәк бит. Киске уйындарҙы әбей-һәбейҙәр ҙә килеп ҡарап ултыра. Аҫтыртын ғына күҙәтәләр. Кемдең улы бейегән саҡта кемдең ҡыҙына күберәк килеп баҫа, кемдең биленән ҡосаҡлап йөрөймө шунда… Беренсе-икенсе кластарҙа уҡыйбыҙ. Уҡытыусылар индермәй беҙҙе. Беҙ скәмей аҫтына йәшенеп кенә күҙәтәбеҙ. Тыйыуһыҙыраҡ, мәгәр сос ҡына бер малай мейес башына менгән. Аңғармаҫтан, бер кирбес ярсығын мейескә арҡа терәп ултырған Хәҙисә исемле оло йәштәге өләсәйҙең башына төшөргән. Ҡанһыраған әбейҙе алып сығып киттеләр. Ә уйын дауам итә. Кемдер:
Комсомолка Хәҙисә
Килгән йәштәр ҡашына, –
тип, ироник юҫыҡта көйләй генә башлағайны, шуны:
Комсомолка Хәҙисәнең
Кирбес төшкән башына, –
тип, элеп тә алдылар. Шулайтып, киске уйындар ваҡытында үҙенән-үҙе таҡмаҡ килеп сығыуына шаһит булдыҡ.
Күрше ауылда Ғилмисафа тигән еңгәйем бар ине. Һикһән йәшендә сағында һөйләшеп ултырабыҙ. Бына уның бер хәбәре: “Ураҡ өҫтө. Төшкөлөккә туҡтағанбыҙ ҙа, ҡайынеҙнәмдең (йәғни минең атайҙың) ҡулын йыуҙырып торам. Ҡайынеҙнәм: “Килен, ҡара әле, бынауында әллә бер доға сыймаҡлағандар инде” – тигән була. Ҡараһам, һыу мискәһенең төбөнә ғәрәп хәрефтәре менән:
Имән икән был мискә,
Бер таҡтаһы ҡарағай.
Шабырлап ҡойолоп китер –
Һыу ҡойорға ярамай, –
тип яҙылған яҙыу тора. Үҙе сығарып, үҙе яҙған да, юрый һораған була”.
Атайым, ысынлап та, тегендә лә, бында ла ни күрһә, ни ишетһә, мәрәкә өсөн, шуға таҡмаҡ, шиғыр сығарған да йөрөгән.
Әсәйем һөйләгәндән: “Тумарлыҡ тигән сабын янынан үтеп барһаҡ, атайыңдың тиңдәш ҡайнағаһы Мөхәмәтзакир ағайым бесән сабып йөрөй. Ҡатыны торомбаш тотоп тора. Быны күргәс атайың:
Тумарлыҡта бесән саба
Зәкир ағай яланбаш.
Мәүҙиғаһы тотоп тора
Тәмәкегә торомбаш, –
тип әйтте лә китте”.
Һуғыш алдынан колхоз фермаһында типовой һарайҙар һала башлағандар. Күршебеҙ Сәрбиямал апай әйтә: “Һарыҡ һарайы һалғанда, Мөхәмәтвәли ағайым бер бағананы ялтырата сапҡан да оҙон итеп таҡмаҡ яҙған. Яҙа торғас, бер ярыҡҡа килеп төртөлгән дә:
Был һарайҙы беҙ төҙөнөк,
Көтөр өсөн һарыҡты.
Тағы өҫтәп яҙыр инем,
Күрмәйһеңме ярыҡты? –
тип яҙып ҡуйған. Йәнәһе, ярыҡҡа килеп төртөлгәс, дауам итергә урын юҡ”.
“Шоңҡар”ҙар: Һеҙҙең ғаиләлә таҡмаҡҡа бер атайығыҙ ғына түгел, башҡалар ҙа маһир булған, шикелле…
Әхмәт Сөләймәнов: Эйе. Мин белә-белгәндән, апайым, атайым һымаҡ, таҡмаҡ, бәйет сығарыуға әүәҫ булды. Төртмә таҡмаҡтары өсөн колхоз рәйесенән дә, бригадирҙан да әрләнгән саҡтары хәтерҙә. Армияла сағымда миңә хат яҙһа, ҡағыҙҙың бер урынын да буш ҡалдырмаҫ ине. Сәләме бөтһә, таҡмаҡ теҙә ине. Мин уларҙы блокнотҡа күсереп алғанмын. Араҡы, тәмәке мәсьәләләрендә ситләтеп кенә аҡыл өйрәтә лә: “Тәмәке менән араҡыны әйтәм дә”, – тип ҡуя. Минең өсөн апайым икенсе әсәй һымаҡ булды. Иҫ белгәнемдә, мин уның менән фермала йөрөй инем.
Оло ағайым һуғышҡа киткәндә, миңә өс йәш кенә булған. Үҙен хәтерләмәһәм дә бер сумаҙан шиғырҙары бары иҫемдә. Ул миңә сер һандығы булып тойола ине. Әсәйем менән апайым ваҡыт-ваҡыт, уны асып, оло ағайым латин хәрефтәре менән яҙған шиғырҙарҙы уҡып, илашып ултыра торғайны… Уларҙы ағайым, кириллистикаға индерелгәнсе, асылда, малай сағында уҡ яҙған булған. Сер һандығында уның рәсемдәре, акварелы, тағы әллә нимәләре һаҡлана ине. Беҙ уның бер нәмәһенә лә теймәнек. Ваҡыт-ваҡыт һүрәттәрен ҡарай торғайныҡ. Унан күрмәксеме, Мөхәмәтзәки ағайым да, мин дә һүрәт төшөрөргә әүәҫ булдыҡ. Өлкән ағайым һуғыштан имен-аман ҡайтты һәм ғүмеренең ахырына тиклем яҙышты. Район гәзитендә шиғырҙары, хикәйә, очерктары йыш баҫылды. Шәриф Бикҡол, Муса Ғәле, Сәғит Агиштар менән хат алышып торҙо. Әйткәндәй, һуғышҡа киткәнгә тиклем ул Сәрмән педучилищеһына ингән ерҙән, йонсоп, ҡасып ҡайтҡан. Уҡыһа, шунда уҡытҡан Сәғит Агиштан һабаҡ алған булыр ине.
Йәшлек хыялы
“Шоңҡар”ҙар: Мәктәп тамамлағанда, ниндәй юл менән китерегеҙҙе белә инегеҙме?
Әхмәт Сөләймәнов: Мин Байназар урта мәктәбен тамамланым. Бәхетемә, беҙ туғыҙынсыла уҡығанда, танылған журналист һәм фронтовик Айҙар Буранғолов кәләше менән уҡытырға килде. Әҙәби кисә нимә? Ул хаҡта беҙҙең төшөнсәбеҙ ҙә юҡ ине. Улар икәүләшеп әҙәби кисәләр үткәрә башланы. Дәрестә пьеса өйрәнәбеҙ икән, Буранғолова апай етәкселегендә, уны сәхнәләштерә инек. Ул заманда берәү ҙә профориентация тигән нәмә менән булышманы. Бишенсе класта сағыбыҙҙа арифметиканан уҡытҡан Мәрхәбә апай ғына: “Уҡымаһағыҙ, колхозник буласаҡһығыҙ. Сыбыртҡығыҙҙы һөйрәп, сабата кейеп, көтөүсе булып йөрөрһөгөҙ шунда!”, – тип көйә торғайны, беҙ ялҡауланһаҡ. Унды бөткәс, рәссамдар әҙерләй торған берәй ергә барырға тип уйлай инем. Айҙар ағай, Өфөләге техникумдың художество бүлеген япҡандар, тине. Мөхәмәтзәки ағайым Өфөнән махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары хаҡындағы белешмә алып ҡайтҡайны. Унан шуны белдем: мин хыял иткән уҡыу йорттарының иң яҡыны Мәскәү тирәһендә генә икән.
Мин бәләкәстән танкист булырға, йылы яҡта хеҙмәт итергә хыялландым. Бәхеткә күрә, был йәһәттән бер юлы ике хыялым ғәмәлгә ашты. Шул йылдың көҙөндә әрмегә китеп барҙым. Өс йыл таныгымда Ҡара ҡом сүллеген һырланым. Мин шуны аңламайым: хәҙер әрме хеҙмәтенең срогы ҡыҫҡанан да ҡыҫҡа булыуына ҡарамаҫтан, унда барыуҙан күптәрҙең ҡото оса. Беҙҙең өсөн әрме – ир-егеттең мотлаҡ үтә торған һынау мәктәбе ине. Шулай тәрбиәләндек. Ҡыҙҙар ҡарамай атыу, тип шөрләй инек. Теләгән кешегә әрмелә лә белем алыу форсаты сығып тора. Һәр хәлдә, минең өсөн буш ваҡыт булманы. Ял булдымы – китапханаға юл тотам. Ун ай танк командирлығына уҡыным, киске партия мәктәбен, вузға әҙерләү курсын тамамланым. Дивизиябыҙҙың “Танкист”, Төркөстан хәрби округының “Фрунзевец” гәзиттәренә яҙып торҙом. Мин яҙам, Булгаков тигән хеҙмәттәш дуҫым редакторлап бирә ине. Күреп ҡалдылар мине. Замполит әйтә, дауай, Львов хәрби-сәйәси училищеһына журналистика бүлегенә бар, ти. Ә минең кадровый офицер булырға ниәт юҡ. Свердловскиҙағы М. Горький исемендәге университеттың журналистика факультеты менән хатлаша башлаған сағым. Мөхәмәтзәки ағайым: “Унда йөрөмә, үҙебеҙҙең БДУ-ға ҡайт. Теләһәң – уҡытыусы, теләһәң, журналист булырһың”, – тигәс, унда ниндәй бүлектәр барлығын һорашып ректор исеменә хат яҙҙым. Ул тарих-филология деканы урынбаҫары Ғәли Сәйетбатталовҡа яуап яҙырға ҡушҡан. Унан “Беҙҙә тиҙҙән журналистика бүлеге асыласаҡ” тигән хәбәр килеп төштө. Әммә ул әллә утыҙ йыл үткәс кенә булдырылды.
“Шоңҡар”ҙар: Тимәк, ваҡытында әйтелгән һүҙҙең хәл иткес мәғәнәһе бар. Тормошоғоҙҙа артабан да ана шулай үҙ мәлендә бирелгән кәңәштәр булғандыр, моғайын.
Әхмәт Сөләймәнов: Эйе. Икенсе курстан алып проректорыбыҙ Миҙхәт Ғәйнуллин ағай, мине күргән һайын: “Ҡустым, аспирантурала ҡалдырасаҡбыҙ. Әҙерләнә йөрө”, – ти торғайны. Бишенсене бөттөк. Эшкә тәғәйенләү бара. Ректор кабинетынан ҡып-ҡыҙыл булып диплом эшемдең ғилми етәксеһе Марат Минһажетдинов килеп сыҡты ла мине елтерәтеп коридор осона алып китте: “Әхмәт, аспирантураға – бер генә урын. Уныһы ла әҙәбиәт буйынса. Артабан уҡығым килә, тип әйт”, – тине. Комиссия етәксеһе Миҙхәт Фазлый улы: “Әхмәт ҡусты кандидатлыҡ диссертацияһын ауылда ла яҙасаҡ ул!” – тине. Юрағаны – юш килде. Мәғариф министрлығы ҡарамағына ҡалдырғайнылар, мин ауылға ҡайт та кит. Бәхетемә, унда һигеҙ йыллыҡ мәктәп асылды.
Беҙ диплом яҡлағандан һуң, гәзиткә биргән интервьюһында Дәүләт комиссияһы рәйесе Ким Әхмәтйәнов: “Тимерғәле менән Әхмәттең диплом эштәре диссертацияға яҡын”, – тигән ине. Минең диплом эшемдең темаһын әҙәбиәт кафедраһы махсус заказ итеп биргәйне. Хикмәт шунда. “Башҡорт халыҡ ижады” тигән дәреслек яҙыу өсөн, составына Кирәй Мәргән (етәксе), М. Минһажетдинов, С. Галин һәм ике студент: балалар фольклоры буйынса – Биктимер Шәрипов, легендалар буйынса – мин дә ингән авторҙар коллективы төҙөнөләр. Ул саҡта эпосҡа, әкиәткә, көләмәскә ҡарамаған халыҡ сәсмәүерен шартлы рәүештә легенда тип кенә атайҙар ине. Кафедра Сәхипъямал тигән машинистканы ялланы. Туплаған әйберҙәремде ҡосаҡлап, бер аҙнала шул апайға алып барам, икенсе аҙнала алып ҡайтам. Шул тема буйынса мин яҙған диплом эше аҙаҡ Кирәй Мәргән менән Марат Минһажетдиновтарҙың тырышлығы менән башҡорт фольклорынан махсус курс буйынса тәүге ҡулланма рәүешендә китап булып сыҡты.
“Шоңҡар”ҙар: Һеҙ фольклор буйынса киткәнһегеҙ. Йәшлек хыялығыҙҙы иһә улығыҙ Йәлил тормошҡа ашырған…
Әхмәт Сөләймәнов: Сәнғәт училищеһына инәм, тип йөрөгәйне. Сәнғәт кешеләрендә тәртип йомшаҡ, тип мин уны педучилищеға алып барҙым. Педучилищены тамамлаусылар өлгөргән гражданин булыуға өлгәшә. Вузда уҡытҡанымда, педучилище бөтөп килгән студенттарым миңә таяныс булды.
Училищеға улым бер үҙе киткәйне, икәү булып ҡайтты. Килен алдыҡ. “Йәлилгә тап Гөлнара кеүек кенә кеше кәрәк”, – ти торғайны Ләйсән апайы. Яңауылдағы ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарым: “Гөлнараға тик Йәлил кеүек егет кәрәк ине”, – тип әйткән булырҙар ине. Боронғо йола дөрөҫ ул. Өйләнешә торған кешеләр алдан бер-береһенең затын белһен, ата-әсәләре менән таныштырһын. Унан тартынырға ярамай. Кемдәр улар? Өйләнешкәс, бәлки, көтөлмәгән икенсе һөҙөмтә килеп сығыр. Эш үткәс, һуң булып ҡуймағайы. Киленем архитекторға уҡып сыҡты. Улым пограничник булып хеҙмәтен атҡарғандан һуң хәҙерге сәнғәт академияһында яңы ғына асылған художество факультетын, унан дуҫы Әмир Мәжитов менән аспирант-ассистент курсын үтте. Ике осраҡта ла СССР-ҙың халыҡ рассәмы, академик Әхмәт Лотфуллин уның педагогы, етәксеһе булды. Лотфуллин ағай аҙаҡ: “Оҫтаханама Йәлил Сөләймәнов хужа булыр”, – тигән үҙенең васыятнәмаһында. Остазының был һүҙҙәрен улым уны орден алғандан да былайыраҡ бүләк тип ҡабул итте. Хәҙер шунда ижад итә.
Милли юмор
“Шоңҡар”ҙар: Һеҙ күп китаптар авторы, билдәле, уңышлы кеше. Ошо кимәлгә күтәрелергә ниндәй сифаттар ярҙам итте?
Әхмәт Сөләймәнов: Ултыра белеү. Бәләкәй саҡта иһә ултырмаҫ элек атлап киткәнмен. Уҡытыусылар: “Әхмәт класта ултыра белмәй”, – тип зарланһа, әсәйем: “Ул бәләкәй сағынан шулай булды. Ултырмаҫ элек атланы ла китте,” – тип яуаплар булған.
Студент ваҡытта яратҡан урыным күптән түгел Әхмәтзәки Вәлиди исемен алған республика китапханаһы ине. Гел уны бикләтеп ҡайта торғайным. Лекциялар бөтөү менән, ҡапҡылай һалам да, барып, урын һәм китапҡа сират алам. Һөнәребеҙ буйынса әллә ни шөғөлләнмәнек, гел уға ҡағылмаған философия, педагогика, КПСС тарихы, фәнни коммунизм, тағы әллә нәмәләрҙе өйрәндек бит беҙ. Ваҡытты шул шөғөл күп алды.
БДУ-ла уҡығанда, тағы бер ғәҙәтем бар ине. Стипендия алыу менән, “Знание” китап магазинына китәм. Уның икенсе ҡатында эстетика, сәнғәт буйынса әҙәбиәт һатыла. Шунан тотош китапхана йыйҙым. Әҙәбиәт дәрестәрендә әҙәбиәтте төшөндөрөп етмәйҙәр һымаҡ тойолдо. Идея, тема тирәһендә әйләнәбеҙ ҙә әйләнәбеҙ. Эстетиканы өйәрәнеп, сәнғәттә художестволы образлылыҡ мәсьәләләренә төшөнөп алырға уйланым. Унан мәғлүмәтле булыу әҙәбиәтте лә, фольклорҙы ла тәрәнерәк аңларға ярҙам итә. Ғәмәли яҡтан, образлы фекерләү өсөн дә кәрәк. Шул китаптарым сәнғәт юлынан киткән улыма, хәҙер художество гимназияһында уҡыған ҡыҙы Кәмиләгә ярап ҡалды.
“Шоңҡар”ҙар: Әкиәт менән көләмәстәргә тотоноп китеүегеҙ нисек килеп сыҡты?
Әхмәт Сөләймәнов: Етмеш бишенсе йыл. Беренсе курста фольклорҙан дәрес биргән Әнүр ағай Вахитов, ғәҙәтенсә:
– Шунан, теге осрашыуҙан һуң нимәләр эшләнең? – тип һораны.
– Ваҡыт етмәй, – мин әйтәм.
– Эшләгән кешегә генә ваҡыт етмәй ул. Эшләмәгән кешенең ваҡыты күп була, – тине.
Уның тәҡдиме менән мине, БДУ доцентын, 18 томлыҡ “Башҡорт халыҡ ижады” (“БХИ”) тупламаһының авторҙар коллективына алдылар. Килеп сығырҙай булһа, тип, миңә тормош-көнкүреш әкиәттәре менән көләмәстәрҙән берәй том төҙөп ҡарарға ҡуштылар. Бөтә фольклор фондтарын тетеп ҡарап сыҡтым. Студенттарымдан ошо тема буйынса курс, диплом, контроль эштәре эшләттем. Һөҙөмтәлә бер китап урынына дүртәүҙе төҙөнөм. Планға һыймай, тип көләмәстәрҙең бер томын ҡарап торманылар. Әгәр мин төҙөгән томдарға драматургтар иғтибар итһә (ә унда шундай шәп сюжеттар!), әллә ниндәй әҫәрҙәр яҙырҙар ине. Илшат ағай Йомағолов быға тиҙ төшөндө. “Әминбәк” әкиәте буйынса пьеса яҙҙы!
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында академик тәртип. “БХИ”-ның һәр томы рецензия үтә, фольклор бүлеге ултырышында, мөхәрририәттә, шунан һуң институтының ғилми советы ултырышында тикшерелә. Көләмәстәр томын тикшереү айырата ҡыҙыу барҙы. Ни өсөн тигәндә, беҙҙә был жанр өлгөләренән әлегәсә бер кем йыйынтыҡ төҙөгәне юҡ ине. Институтта, минең ҡулъяҙмамды ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, уҡығандар. “Уат, быныһы – саф башҡорт юморы”, “быныһы – башҡорт юморы түгел” юҫығында тетеп тикшерҙеләр. Ысынлап та, өйгә ҡайтҡас, ҡараһам, тәнҡитте күтәрә алмағандары “Һәнәк”теке булып сыҡты, журнал тәржемә-анекдоттар баҫыу менән мауыҡҡан имеш. Был тикшереү мине күпкә байытты. Башҡорттоң милли юмор тойғоһо икенсе икәнлегенә төшөндөрҙө. Мәҫәлән, мин һайлаған көләмәстәр араһында шундайҙар ҙа бар ине шул. Берәү түмәргә ултырған да утын яра.
– Нишләп ултырып яраһың? – тип һорайҙар унан.
– Бына, ятып ярып ҡарағайным да, килеп сыҡмай, – ти теге.
Балаларым әйтеүенсә, бындай юмор инглиздарға хас икән. Беҙҙеңсә иһә – ирәгәләшеү, урыҫтарса – острить итеү генә. Беҙҙә милли юмор тәңгәлендә эшләүсе юҡ. Француз шулай көлә, урыҫ былай көлә юҫығында ғына һүҙ алып барыла. Сатира – нимә? Юмор – нимә? Күптәр өсөн айырмаһы юҡ. Мәҡәл менән әйтемде, тапҡыр һүҙҙе – барыһын да синонимдай күргән кеүек быларҙы ла шулай бутайҙар.
Милли юморҙы аңлар өсөн, үҙ халҡыңдың теленең серҙәрен, йолаларын, этнографияһын белеү шарт. Мәҫәлән, бер ҡыҙ һуңлап кейәүгә сыға. Һыуҙан ҡайтып килһә, тупһа төбөндә эте һуҙылып ята. “Һин дә, Сәфәр айы кеүек , һуҙылдың да яттың!!!” – тип, уны тибеп ебәрә. “Бының мәғәнәһенә нисек төшөнәһең? Көләмәслеге нимәлә? Нимәһе көлдөрһөн бының?” – тип әйтеүсе табылыуы мөмкин. Милли йолаларыбыҙ хаҡында хәбәрҙар булмағандар араһынан, әлбиттә. Ә мин әйтәм: “Ошоға ғына таянып, милли юмор хаҡында тотош ғилми хеҙмәт яҙырға була”. Боронғо йола буйынса, кейәү үҙенең ҡалымын түләп бөтмәйенсә, кәләшен оҙатып алып ҡайта алмай. Кейәүләп кенә йөрөй. Мәҫәлән, Хәйбулла егете Мәсетленән кәләш алды ти. Айына бер килеп китә алһа, һәйбәт әле. Боронғо тыйыуҙар ҡаты булған. Сафуан Әлибайҙың ауылына етмәҫ элек сауҡалыҡта күбәләй бер таш бар. Кейәү ташы тип атала ул. Мөхтәр Сәғитовтың да тыуған ауылы Яңы Монасип янында Кейәү уяһы тигән урын бар. Кейәү кеше ҡарттар йоҡоға китеп, әҙәм аяғы һил булғансы, шунда көтөп торорға тейеш булған. Был йоланы боҙоусыны тәнҡитләп таҡмаҡ сығарғандар. Шуларҙың береһе Әхмәтзәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр”енә лә ингән:
Аҡ келәттең келәһен
Элә белмәй эләһең.
Ҡояш батмай, ҡарттар ятмай,
Килә белмәй киләһең.
Шулай итеп, ҡыҙҙың бер хәрәкәте аша кейәүен уның ни тиклем һағынғаны, кейәүләп кенә йөрөүенә ҡәнәғәт булмауы, тиҙерәк оҙатылып, уның менән гел бергә булғыһы көллө ғәләмгә фаш ителә. Йәғни бында, бер яҡтан, комиклыҡ поэтикаһының “үҙе үҙен фашлау” тип аталмалы поэтик алымы ҡулланылған. Икенсе яҡтан, уға тағы бер әтнәкә йәшерелгән. Кейәү, хатта ҡалымын түләп бөтһә лә, Сәфәр айы үтмәйенсә, кәләшен алып ҡайта алмаған. Юғиһә, ҡыҙ ҡайтыусан була, тип белгәндәр борон. Бер ҡатын иренә үсекһә, танаһын етәкләп, ҡайта ла китә, ти. Ата йортонда тора биргәс, танаһын етәкләп, ире янына кире килә икән. Күпмелер ваҡыт үткәс кенә, һәйбәтләп йәшәп алып китәләр. Тик танаһы ғына билдәле бер ваҡытта ҡайта ла килә икән.
Ике ағай ҡырпаҡ ҡар ваҡытында һунарға сыға. Аттарын бер кәбән төбөнә бәйләйҙәр. Ҡар яуа башлай. Эҙҙәре юғала. Шуға күрә былар арғымаҡтарын таба алмай эт була. Шул саҡ береһе, алда шәүлә күреп ҡалып: “Ат! Ат!” – тип яр һала. Тегеһе шул шәүләгә тот та ат. “Ат ана тора!” – тип әйтәм тигән бит ул. Ошоно нисек руссаға тәржемә итмәк кәрәк? Милли юморҙың әтнәкәләре бына шулай, милли йоланан тыш, милли тел үҙенсәлегенә лә бәйләнгән. Был бер генә миҫал. Төпкә китә башлаһаң, әллә ниҙәр табырға мөмкин. Ҡыҙыҡ ул.
Йәмәғәт эшмәкәре
“Шоңҡар”ҙар: Һеҙ йәмәғәт эшәмәкәре лә бит әле. Был эштәргә ни өсөн тотоноп киттегеҙ?
Әхмәт Сөләймәнов: Сараһыҙҙың көнөнән. Мин бармаһам, кем бара тип. Үҙебеҙҙең татарҙарыбыҙҙан, йәһүдтәребеҙҙән күрмәксе, “перестройка” мәлендә берәй милли клуб булдырыу ихтыяжы тыуҙы. Әле уның исеме лә юҡ саҡ. Бер кем бер нәмә белмәй. Инициаторыбыҙ – КПСС-тың Киров районы секретары Рәшиҙә Солтанова саҡыра, саҡыра – килмәй ҙә ҡуялар. Көндәрҙең береһендә Рәшиҙә Солтанова, Сәфәрғәле Йәнтүрин, Розалия Солтангәрәева, мин, тағы бер-ике кеше тоттоҡ та Нефтселәр мәҙәниәт һарайының өсөнсө ҡатындағы майҙансыҡта йыйын йыйҙыҡ. Мәҙәниәт һарайының ул саҡтағы режиссеры мөйөшкә генә декоратив аҡ тирмә ҡороп ҡуйҙы. Шул беҙҙең клубтың исеменә идея бирҙе. Уны “Аҡ тирмә” тип атаныҡ. Бер заман теге майҙансыҡҡа һыймай башланыҡ. Икенсе ҡатҡа төштөк. Шунан бәләкәй залға, артабан ҙур залға күстек. Халыҡ уянды! Татарҙарҙың Йәмәғәт үҙәгенә Ҡаҙандан өс тарихсы килә тигәстәре, беҙ ҙә барҙыҡ. Улар татар теленә – дәүләт теле статусы, милли республикаға – суверенитет, символдар кеүек мәсьәләр күтәрҙеләр. Улар һөйләп бөткәс, залдағы ирекле микрофон янына барып, мин һүҙ һораным. “Ҡаҙан дуҫтарҙың тәҡдимдәре беҙҙең күңелгә лә хуш килә. Беҙгә лә ундай мәсьәләрҙе хәл итергә кәрәк буласаҡ”, – тинем. Бер шовинист ярһып килеп сыҡты ла: “Был бәндә Ҡаҙан татарҙары яҡшы, беҙҙәгеләр хөрт”, – тип әйтә бит”, – тип, минең шул һүҙҙәремә “тәржемә ҡылды”. Бер нуғай егете иһә: “Я завтра двести человек приведу и разгромлю ваш клуб”, – тип янай башланы. “Ә мин өс йөҙ кеше килтерермен, шунан нимә була?”, – тинем. Ҡыҙыу уҙа ине һөйләшеүҙәр.
“Аҡ тирмә” халыҡты ойоштороп, берҙәм һәм дәррәү ҡуҙғалырлыҡ дәрәжәгә еткергәс, унан ижтимағи-мәҙәни милли ойошма “Урал” айырылып сыҡты. Хәҙерге тарихсылар ҙа, ул йәмғиәт һәм клубтың етәкселәре лә, аңғармаҫтанмы, юрыймы, хронологияны боҙоп күрһәтергә тырыша: йәнәһе, тәүҙә – “Урал”, шунан ғына “Аҡ тирмә” ойошторолған. “Былар менән ни булыр икән?” – тип, ҡыуаҡ артында боҫоп ятыусылар ҙа геройға әүрелде лә, беҙ шаһит булған, ҡатнашҡан ваҡиғаларҙы, хәҙер, “факттарҙы баштүбән әйләндереү” методына таянып, эш итә башланы. Ә беҙ шаһит булмағанды нисек аңлатыуҙары шунан уҡ бик яҡшы аңлашыла.
“Шоңҡар”ҙар: Туҡһанынсы йылдар сәйәсәткә, йәмәғәт эшмәкәрлегенә күп йәштәрҙе килтерҙе. Бөгөнгө заманда беҙ ошондай йәштәргә ҡытлыҡ кисермәйбеҙме?
Әхмәт Сөләймәнов: Бик урынлы һорау. Был мәсьәлә бөгөн киҫкен тора. Һуғыш касафаты тыуҙырған сираттағы тағы бер тулҡын быуындар араһында өҙөклөк хасил булыуына килтерҙе. Яңы быуын бөтөнләй бүтән үлсәмдәрҙә фекер йөрөтә. Яманаты сыҡҡан “үҙгәртеп ҡороу”ҙан һуң тыуғандар донъяға яңыса ҡарай. Хәҙерге ысынбарлыҡ борондан килә икән тип белә. Шул да аңлашылмаусылыҡҡа килтерә буғай. Бер егетте ултыртып ҡуйғайнылар бит әле. Шул саҡта йәштәр төрмә алдында пикет яһарға булдылар. Ике көн алдараҡ улар менән әңгәмә үткәргәйнем. Йыйылыштарына ла барҙым. Барҙым да аптырап ҡалдым. Бер мулла егет аят уҡып ебәрҙе. Миңә оҡшаманы. Был йыйын мосолманлығыңды демонстрациялай торған урын түгел ине. Мөһим сәйәси мәсьәләне дини буяуға маныу яҡшылыҡҡа килтермәүе ихтимал.
“Шоңҡар”ҙар: Бөтөнләй ғәмһеҙҙәр ҙә барлыҡҡа килде бит әле. Милләт тә кәрәкмәй, дине лә. Һәр кем үҙенсә. Әллә ундайҙар элек тә булдымы?
Әхмәт Сөләймәнов: Булғандыр. Бөтөнләй ҡатнашмағандар бар ине. Һин янып йөрөйһөң, уларҙа уй ҙа юҡ. Йәштәрҙе дәррәү йәлеп итерлек бер яңы сара кәрәк. ХХ быуатта тороп ҡалған ВЛКСМ, “Аҡ тирмә” кеүек. Дәүләт кимәлендә планлы эш барһа, арыу булыр ине. Юғиһә, милләттәрҙең яҙмышы йәмәғәтселек ҡулында тороп ҡалды. Шуға күрә әле был мәсьәлә асыҡ тора. Төньяҡ-көнбайыш райондарҙа, бигерәк тә Ыҡтың аръяғында.
Ҡайһы бер халыҡтарҙа ырыу төшөнсәһе юҡ. Ундай халыҡ йә американдар һымаҡ йыйылма халыҡ, йә бөгөн йәшәгән урындарына эпик дәүер үткәндән һуң килеп ултырған (мин фольклорса фекерләйем). Эпик дәүер – көнбайыш үлсәме буйынса, урта быуаттар. Башҡорт иһә араһын да (аймағын да, тармытын да), ырыуын да, уның ағас, ҡош, оран, тамға кеүек атрибуттарын да белә. Ҡайһы бер ҡытыршы мәсьәләр хаҡында һүҙ барғанда, был яҡтан мәғлүмәтле булыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
“Шоңҡар”ҙар: Милләт киләсәген нисек күрәһегеҙ?
Әхмәт Сөләймәнов: Бер микробиолог туҡһан бишенсе йылда уҡ: башҡорттоң генофонды афәт алдында тора, үрсем йыйыу кәсебе менән көн иткән тәүтормош кимәлендә генә, тине. Башҡорттарҙы йыш ҡына, “люди голубой крови”, тип ирониялайҙар. Хәйбулла, Учалы, Әбйәлил яҡтарында йәшәүсе башҡорттарҙың ҡаны был һүҙҙәргә башы-тояғы менән тап килә. Уларҙың ҡанын микроскоп аша тикшереп өлгөрмәйһең – ул йәшкелт төҫ ала. Сөнки алтын тапҡан ерҙә баҡыр купоросы эсәр һыу менән буталған да, шул ҡанға күскән, тигәйне.
Яманмы-яҡшымы, колхоз-совхоздар халыҡты ла, ауылды ла тотоп тора ине. Хәҙер халыҡ – тырым-тырағай, ҡайҙа етте, шунда тарала. Шуның өҫтәүенә “оптимизация” килеп сыҡты. Мәғлүмәт саралары быға, ғәҙәттәгесә, тиҙ генә ҡулайлашты ла, үҙендәй күреп, уны “ҡулайлашыу” тип тәржемә итә һалды һәм шулай ҡуллана. Быны: “Үҙәктән иҫкән теләһә ниндәй елгә лә ҡулайлаш!” – тип саҡырыу кеүек аңларға ғына ҡала. Беҙ, улай, ҡулайлаша алмайбыҙ, тип әйтергә кәрәк.
Рәсәй тарихында уникаль күренеш: башҡорттар йөҙөндә тотош бер халыҡ аҫабалыҡ хоҡуғына эйә булған. Шундай халыҡ булараҡ, күскенселәр, (Мең башҡорттары һөйләшенсә әйткәндә, әтәмбайҙар) ағымы, ташҡын даръя һымаҡ Башҡортостанға ағыла башлағас, ер тарға килә, тип, һәр атай, улы ир етер-етмәҫтән, уға кәләш алып бирә һалып, йылға аръяғына булһа ла башҡа сығарған. Шул сәбәптән, “Иҫке”, “Яңы” тигән алҡушымталы ваҡ-ваҡ башҡорт ауылдары хасил булған (Был процесс совет осоронда ла дауам итә. “Комсомол”, “Радио”, “Ҡыҙыл йондоҙ” ише исем йөрөткән кескәнтәй ауылдар барлыҡҡа килә). Ейәнсурала, мәҫәлән, бер түгел, дүрт Муйнаҡ ауылы шулай барлыҡҡа килгән. Ҡуртымға ғына алынған ергә күскенселәр тығылған да тығылған. Шуға ла оптимизация уларға бик үк ҡағылмай. “Перспективаһыҙ ауыл” кампанияһы ваҡытында бер тапҡыр ҡырғынға юлыҡҡан башҡорт ауылдары “оптимизация” еленән тағы миңрәп ҡалыуын дауам итә. Ә был милли телде ҡулланыу сфераһы кәмеүе, милли сәнғәтебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе туҡландырып торған изге шишмәне хәтерләткән башҡорт ауылдарының киләсәктә юҡҡа сығыу ихтималы, милли республикабыҙҙың федерация ойоштороусы субъекттан, ҡәҙимге өлкә статусына әүрелеү менән янай. Бөгөн Татарстандан айырмалы рәүештә, урмандарыбыҙ, ерҙәребеҙ, заводтарыбыҙ Мәскәү һәм башҡа яҡтарҙа йәшәгән олигархтар ҡулына күскән саҡта “оптимизация” сүп өҫтөнә – сүмәлә буласаҡ. Өр яңы миҫал. Теге мәлдә перспективаһыҙ, тип Ҡорғандағы Сафакүл районында башҡорттар йәшәгән 8 ауыл эҙһеҙ юғала. Аҙналы ауылын да шундай перспектива көтә икәнен аңлап, уның халҡы берҙәм рәүештә төрлө органдарға яҙа торғас, башланғыс мәктәпкә әүрелдерелгән һигеҙ йыллыҡтың яңынан ишек асыуына өлгәшкән. Сафакүлдәрҙең был ауылды “Аҙналы республикаһы” тип мәрәкәләүендә хикмәт бар икән шул. Әммә колхоз-совхоздар бөтөүе йәнә бәкәлдәренә һуға аҙнайҙарҙың. Өс йыл элек Аҙналыға барҙыҡ: мәктәптә ни бары ун бала. Күп йорттарҙың тәҙрәләренә арҡыс-торҡос таҡта ҡағылған. Ир-ат халҡы Себерҙә, Силәбелә... Балалар һаны артмай, кәмегәндән кәмей бара икән. Ил буйынса бөтә яҡлап та ныҡ уйланылған, фәнни яҡтан нигеҙләнгән юҡ итеү сәйәсәте бара. Һарыҡ тиреһе ябынған бүрене хәтерләткән “перестройка”, “реформа” һәм “приватизация”(асылда – прихватизация) халыҡты ла, илде лә осона сығарыуы ихтимал.
Элекке йыл “Правда” гәзитендә Американың ауыл хужалығы министры урынбаҫары менән әңгәмә баҫылғайны. “Һеҙ колхоз-совхоз ойоштороп дөрөҫ юлда тора инегеҙ. Тик хужалыҡтарығыҙ ваҡ булды. Фермерлыҡ Америкала ла аҙ продукция бирә”, – тигән теге әфәнде.
Шуны мин йыш ҡабатлайым. 1945 йылда уҡ АҠШ разведкаһы шефы Аллен Даллес доктрина иғлан итә: “Чтобы победить эту непокоримую Россию мы не будем жалеть ни денег, ни золота. Вся литература, радио, театр, кино будет работать на нас. Своих сторонников мы найдем в самой России. Будем держать ориентир на юношество, молодежь. Будем развращать, воспитывать космополитов”. Хәҙер нимә барғанын, уларға илебеҙҙә кемдәр булышлыҡ иткәнен бөтәбеҙ ҙә күреп торабыҙ.
“Шоңҡар”ҙар: Халыҡ ижады хазиналары яйлап бөтөүгә табан бармаймы? Һеҙгә алмашҡа килерлек фольклорсылар бармы?
Әхмәт Сөләймәнов: Хәҙерге фольклорсылар минең тиңдәштәр һәм йәшерәктәр. Йәштәрҙән был арала Гөлнар Юлдыбаева, Айгөл Хәкимова, Фәнирә Ғайсина, уларҙан алдараҡ Ринат Йәғәфәров, Рәшит Аҡкүбәков, Гөлназ Ҡотоева, Нәфисә Сиражетдинова һ.б. кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы. Минең етәкселектә ун бер аспирант уҡыны, шуларҙың береһе хакас ҡыҙы Евгения Торокова, береһе БДУ-ның татар филологияһы кафедраһынан Илдус Фазлетдинов, тағы береһе сыуаш ҡыҙы Нина Кобцева ине. Әлеге көндә минең аспиранттарымдан ун кеше фән кандидаты булды. Шуларҙан Гөлназ Галина, Ирина Әхмәтйәнова сәнғәт фәндәре юлынан китте. Әлеге көндә кафедрабыҙ янындағы магистратураны етәкләйем. Унда дүрт кеше уҡый. Дүртеһе лә Ҡаҙағстанда вуз бөтөргән. Шуларҙың икәүһе Калиниязова Жангөл, Тәңребирҙина Алтынгөл тигән ҡаҙаҡ ҡыҙҙары, йәнә татар ҡыҙы Шәйехова Ләйлә менән Ҡариҙел егете Шәйехов Артур. Улары ирле-ҡатынлы.
Заманында Кирәй Мәргән кабинет фольклорсылары һәм йыйыусы фольклорсылар бар, тип әйткәйне. Хәҙер фольклор йыйыуҙа ҡатнашмаған, кабинетта ла ултырмаған фольклорсылар ҙа бар. Фольклор буйынса махсуслашмаған кешеләр халыҡ ижадына тотондо. Ундайҙар тарихсылар, философтар, этнографтар араһында осрай. Бер яҡтан, был һәйбәт тә, икенсе яғы ла бар. Фольклор йыймаған, фольклор ереккән урындарҙа йәшәп ҡарамаған кешеләр, үҙҙәренең фәне методикаһы менән эш итәләр. Һөҙөмтәлә уларҙың хеҙмәттәрендә фольклор ғилеме менән уртаҡлыҡ самала төҫ ала.
Фольклорсы үҙе фольклорҙың объектына әйләнеп китеүе лә мөмкин һәм субъекты булыуы ла ихтимал. Мәҫәлән, М. Буранғолов үҙе ижадсы, үҙе фольклорсы. Сәсән булғас уның ижадын фольклор тип ҡабул итәбеҙ. Шуға ла мин ауыҙ-тел әҙәбиәте тигәндәрен яһалма фән тип иҫәпләйем. Уның ерлеге һәм таянысы мөсһөҙ. ЮНЕСКО янындағы фольклорҙы һаҡлау буйынса эшләгән хөкүмәт эксперттарының ауыҙ-тел әҙәбиәтен дә фолькор тип таныуҙары ла бушҡа түгелдер.
Ейәндәр БӘХЕТЕ
“Шоңҡар”ҙар: Әхмәт ағай, студент саҡта иртән йүгереүегеҙҙе йыш күрә торғайныҡ, һеҙ әле лә йүгерәһегеҙме?
Әхмәт Сөләймәнов: Йүгермәһәм, ауырыуға һабышам. Табиптарым, был тәңгәлдә бик мауыҡма, йүгереүҙе спорт аҙымдары менән аралаштыр, асфальтта йүгереү ҙә зыян тип бара.
“Шоңҡар”ҙар: Күп кенә билдәле кешеләр эшенә, ижадына ныҡ бирелеп бала тәрбиәләүҙә бик ҡатнашмаған. Шул арҡала телде белмәгән ғалимдарыбыҙ, яҙыусылар күп. Был йәһәттән һеҙҙең иғтибар булдымы икән?
Әхмәт Сөләймәнов: Халыҡта “Тәртип ишек төбөнән башлана” тигән нәсихәти мәҡәл бар. Тәрбиә интерьерҙан башлана, тип әйтер инем. Беҙҙең ишеләрҙең өй интерьерын китаптар биҙәй. Өйҙә ниндәй китапхана һәм унда нимә бар, бала шуларҙы күреп, уҡып үҫә. Минең балаларымдың шөғөлө фольклорға бәйле. Өйҙә тик башҡортса һөйләштек. Ейән-ейәнсәрҙәрем дә туған телдә һөйләшә. Улар башҡорт балалар баҡсаһына йөрөнөләр.
Бер көнө автомашинала баҡсаға китеп барабыҙ. Кесе ейәнем Айҙар курткаһын сисеп яурынына һалды ла, ҡулын ҡаушырып: “Башҡорт егеттәре бына ошолай ғына йөрөргә тейеш”, – тип әйтеп ҡуйҙы. Уға ул саҡта дүрт йәш ине.
Икенсе йылына Шамил ағайы башланғыс кластарҙы бөтөрҙө. Шул уңай менән, автомашинаға тейәлешеп, ул уҡыған 20-се мәктәпкә китеп барабыҙ. Бара биргәс, Айҙарым ни ти?
– Мин хәҙер башҡорт түгел бит инде! – ти.
– Нишләп? Былтыр башҡорт инең дә инде? – тим.
– Ҡайҙа минең атым? Ҡылысым да юҡ минең, – ти был.
Ата-әсә нимә уҡый, нимә эшләй шул ныҡ йоғонто яһай. Флүрә мәрхүмә Шамилды үҙем уҡытырға алам тип йөрөй торғайны. Шиғырҙарҙы кесе йәштән бигерәк тиҙ ятланы. Ул ни өсөндөр Лермонтовтың шиғырҙарын ныҡ яратты. Белореттан килдеме, шунда уҡ: “Олатай, Лермонтов, Лермонтов!” – тип уның китабын таптыра торғайны. Йә булмаһа, сисенеп тә тормаҫтан:
– Олатай, киттек! – ти. Мин:
– Ҡайҙа? – тигән булам. “Бәй, билдәле бит инде былай ҙа!” – тигән кеүек кенә итеп:
– Салауатҡа! – ти. Икәүләп китәбеҙ Салауат һәйкәленә. Телеүҙәккә етеүебеҙгә Салауаттың ҡамсы тотҡан ҡулы күренә. Ейәнем дә ҡулын болғай-болғай:
– Сал-лауат! Күрәңме? Мин килдем! – тип яр һалырға тотона.
Балаларҙың һәр бер ҡыҙығын яҙып барырға кәрәк ул. Бала ҡамасаулай, тигәнгә ышанмайым. Атлай башлағас та Шамилым яурыныма менеп, башым аша килеп өҫтәлгә баҫа. Ә мин яҙышып ултырам. “Докторлыҡ диссертациямды Шамил баһаланы, раҫлауын белдереп мисәт кенә һуҡмаһа инде”, – тип яҙып ҡуйғанмын.
Баҡсала ҡырмыҫҡа иләүе бар. Уны, йәлләп, бөтөрмәгәнмен. Ейәнем ҡырмыҫҡаларҙың, зыҡ ҡубып, йүгерешеүҙәрен, үлгән иптәштәрен ояларына алып киткәндәрен ҡарап ултыра торғас:
– Олатай, нишләп кеше тыуа икән ул? – тип ҡуйҙы. Кесе ауыҙҙан “Урал батыр” ҡобайыры күтәрмәле оло һүҙ ишеткәс, мин баҙап ҡалдым. Ахырҙа:
– Ниңә улай тиһең, улым? – тип һораған булдым. Был ана ни ти?
– Барыбер үлә бит, – ти. Тамаҡҡа төйөр тығылды. Шулай ҙа:
– Ю-уҡ, кеше үлмәй ул. Минең дә әсәйем бар ине. Мин унан тыуғанмын. Һинең өләсәйең менән минән – әсәйең, ә уларҙан һин тыуғанһың. Һин дә бер заман атай, унан олатай булырһың, һинең дә уландарың, ҡыҙҙарың, ейән, ейәнсәрҙәрең булыр… Кеше ғүмере ана шулай быуындан-быуынға күсеп тик бара ул, – тигән булдым. Ерҙә кеше күпме йәшәһә, шунса бихисап быуындар баш ватҡан глобаль мәсьәләне ҡуҙғатҡан ейәнем:
– Ә-ә.., – тип кенә ҡуйҙы.
Ғөмүмән, бала – фантазияның, йәнләндереп, образлы фекерләүҙең кәүҙәләнеше ул. Беҙҙең мәктәп системаһы уның ошо башланғысын артабан үҫтерһен ине лә бит. Юҡ. Өс-дүрт йәштәрҙә үк хәрефтәрҙе танып, уларҙы ҡушып уҡырға өйрәнеп килгән балаларҙың барыһын да бер ҡалыпҡа һуҡҡандай итеп, мәктәп уларҙы урта кимәлгә төшөрә, тимәк, ысын мәғәнәһендәге интеллектуаль үҫешен тотҡарлай.
“Шоңҡар”ҙар: Әхмәт ағай, һорауҙарыбыҙға ихлас итеп яуап биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да һеҙгә уңыштар, һаулыҡ, ныҡлыҡ теләйбеҙ!
Г. Йосопова ҡағыҙға күсерҙе.