Изге теләктәр менән генә йәшәгәс, ҡунаҡ бүлмәбеҙ буш тормай. Был юлы “Шоңҡар”ҙың самауыр сәйен тәмләргә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, фән докторы, профессор Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова килде. Уның менән әңгәмәне түкмәй-сәсмәй һеҙгә еткерергә тырыштыҡ.
“Шоңҡар”ҙар: Бала сағығыҙ, моғайын, самауырһыҙ үтмәгәндер. Ошо осор тураһында һөйләгеҙ әле?
Фирҙәүес Хисаметдинова: Ике өләсәйем булды янымда. Олатайҙарымдың береһен бөтөнләй күрмәһәм дә, икенсеһе 94 йәшкә тиклем йәшәне. Шуға күрә, тулы ғаиләлә, бәхетле үҫтем тип һанайым. Беҙҙең ауылдан (Әбйәлил районы Рәхмәт ауылы) һуғышҡа киткән ир-аттарҙың өстән бер өлөшө генә әйләнеп ҡайтҡан, шулар иҫәбендә, бәхетебеҙгә күрә, минең атайым да бар ине. Атайлы булғас, башҡа ғаиләләргә ҡарағанда “самауырлыраҡ” йәшәгәнбеҙҙер, тип уйлайым. Кемдеңдер самауыры булһа ла, янына ҡуйырлыҡ йүнле аҙығы етмәгәндер. Заманы шундай ине бит… Атайымдың торон әҙерләүе, самауырға һалып йомортҡа бешереүебеҙ әле лә күҙ алдымда... Дөйөм алғанда, сәй табыны – һәр ғаиләне үҙ-ара беркетеп торған символ һымаҡ. Сөнки беҙ, балалар, атайым ҡайтмайынса, өләсәйем ултырмайынса, өҫтәл артына йыйылмай инек. Элек тәртип шулай булды. Хәҙер генә ул, йүгерешеп, ҡабаланып, һәр кемебеҙ төрлө ваҡытта, аяҡ өҫтө тигәндәй тамаҡ ялғайбыҙ.
“Шоңҡар”ҙар: Үҙегеҙҙең ғаиләгеҙ самауыр артына йыш йыйыламы?
Фирҙәүес Хисаметдинова: Олоһон күҙ уңында тотҡанда (һеңлемдәр, уларҙың ғаиләләре), ҙур сараларға ғына тулыһынса йыйылабыҙ. Бәләкәй ғаилә – ике улым, ҡатындары, балалары, һәр шәмбе минең йортомда сәй табыны артында осрашабыҙ. Ҡалала йәшәһәк тә, ейәндәрем өләсәләренә күрше ауылда йәшәгән кеүек ял һайын килеп йөрөһөндәр, тинем. Шуның өсөн һәр аҙнаның аҙағында ата-әсәләре уларҙы миңә килтереп ҡалдырып китә. Ҡалған көн атамаларын урыҫса әйтһәләр ҙә, бәләкәс кенә саҡтарынан аҙнаның был көнөн “шәмбе” тип өйрәнделәр. “Шәмбе ҡасан етә?” – тип көтөп йөрөйҙәр.
“Шоңҡар”ҙар: Интернет селтәренән һеҙҙең хаҡта белешмә эҙләгәндә, бер фекерегеҙгә тап булдыҡ: “Ҡатын-ҡыҙ өсөн иң ҙур бәхет – әсәй һәм өләсәй булыу”.
Фирҙәүес Хисаметдинова: Гүзәл зат ниндәй генә уңыштарға өлгәшһә лә, йәки, киреһенсә, ауырлыҡтар осоро килеп тыуһа ла, ҡатын, әсәй, ҡәйнә, өләсәй функцияһын үтәүҙән туҡтамаҫҡа тейеш. Мәскәүгә аспирантураға киткәндә 6 айлыҡ ауырым бар ине. Ҡәйнәм менән инәйем ҡаршылаша, иптәшем риза түгел. Уйланым да, әгәр уҡып сыҡһам, киләсәктә балаларыма еңелерәк буласаҡ, тигән фекергә килдем. Үҙемә шәхси файҙанан тыш, улдарымдың киләсәген ҡайғырттым.
“Шоңҡар”ҙар: Киләһе статус – ҡәйнә, тинегеҙ. Һеҙ ниндәйерәк ҡәйнә икән?
Фирҙәүес Хисаметдинова: Был һорауға килендәрем яуап бирергә тейештер инде (йылмая). Улдарымдың ғаилә тормошона ҡыҫылмаҫҡа тырышам. Килендәрем минең өйөмдә йәшәргә тейеш түгел, тип алдан уҡ әйтеп ҡуйҙым. Ни өсөнмө? Тәбиғәттән бик ҡаты кешемен, ғүмер буйы етәксе булып эшләүем дә холҡомда сағылыш тапмай ҡалмағандыр. Килендәремә эшемдәге лаборанттарға ҡушҡан шикелле бойороп әйтә башлаһам, уларға ла, улдарыма ла оҡшамаҫ ине. Туйҙан һуң береһе иҫке фатирыбыҙға күсте, икенсеһенә, өйләнгәс, шундай уҡ ике бүлмәле “хрущевка” алып бирҙем. Ипотекаһын әле лә түләйбеҙ.
Ейәндәремде тәрбиәләргә ярҙам итеп торам. Нурҙың улы менән йыл һайын шифаханаға йөрөйбөҙ. Күмәкләп Венгрияға барып ҡайттыҡ.
“Шоңҡар”ҙар: Улдарығыҙ ғаиләләрендә башҡортса һөйләшәме?
Фирҙәүес Хисаметдинова: Әлбиттә! Нурҙың ғаиләһендә тел буйынса ҡыйынлыҡ булманы. Киленем Әлиә – яҙыусы Әмир Әминевтың ҡыҙы, башҡортса таҙа аралаша. Икенсе киленемде туған телендә һөйләшергә өйрәтергә тура килде. Башҡорт ҡыҙы булһа ла, ҡалала йәшәгәнгәме, белмәй ине. Улымды саҡырҙым да: “Фирҙәүес бөтә республикаға туған телегеҙҙә аралашығыҙ, тип аҡыл һата, ә үҙенең ейәндәре башҡортса белмәҫме икән?” – тинем. Тимур шул әйткәнемде күңел төбөнә һалып ҡуйған. Бер саҡ ҡунаҡҡа килһәм, өйҙәрендә бөтә ерҙә башҡортса һүҙҙәр яҙып эленгән. Хәҙер киленем иркен һөйләшә, хатта мине төҙәтеп ебәрә. Мин “апельсин” тиһәм, ул “әфлисун” ти, мин “колбаса” тиһәм, ул “тултырма” ти. Ҡыуанып бөтә алмайым, афарин, үҙе лә өйрәнде, улын да өйрәтте. Малайҙары таҙа һөйләшеү буйынса барыбыҙҙы уҙҙырып ебәрә. Бының менән ни әйтергә теләйем: ҡала шарттарында башҡорт телен һаҡлау мөмкин. Ни бары теләк кенә кәрәк.
Бөгөнгө көндә башҡорт рухының, башҡорт теленең яҙмышы ғаиләлә хәл ителә. Беҙгә бер кем дә: “Бына һеҙгә мәктәп, балалар баҡсаһы”, – тип тормаясаҡ. Мәктәптә уҡытылған өс дәрес башҡорт теле нимә генә бирә инде! Ысынында тел ғаиләлә өйрәтелергә тейеш. Мәрйәм Бураҡаева кеүек һәр ата-әсә “Урыҫсағыҙҙы ишектең теге яғында ҡалдырығыҙ”, – тип торһа икән ул… Өйөңдә башҡортса һөйләшһәң, башҡорт рухы үҙенән-үҙе һалына. Ана, республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш райондарында ғаиләлә аралашыу булмағас, уҡыһалар ҙа, телде белмәй, рухһыҙ үҫтеләр.
Малайҙарыма бәләкәй саҡтарынан үҙ милләтенән генә кәләш алырға тейештәр тип һеңдерҙем. Шуға бәйле ҡыҙыҡ хәлде һөйләп үткем килә. Игеҙәктәргә 5-6 йәш самаһы ине. Ҡарламандағы һеңлемә китеп барғанда, сираттағы станцияла бер ғаилә инде. 4-5 йәшлек кескәй ҡыҙҙары ла бар. Улдарым менән бер урыҫ бабайы (үҙе лә олатай кеше, күрәһең, бәләкәй балалар танһыҡ булғандыр) юл буйы һөйләшеп килгәйне. Ҡыҙыҡайҙы күргәс, бабай: “Вот вам и невеста!” – тип йылмайҙы. Малайҙарымдың береһе ҡаш аҫтынан ғына ҡараны ла: “Она нам не невеста!” – тимәһенме? Ҡарт та, мин дә аптырап киттек. “Почему? Она вам не понравилась? Смотрите какая красивая, какой у нее роскошный бант”, – ти бабай. “Она русская!” – тине кемеһелер. Шул саҡ теге ҡыҙыҡай: “Я не русская, я – татарка!” – тип яуап бирҙе! Минең улдарым – башҡорт теле белгесенең балалары, үҙ милләтен белеүҙәре ғәжәп түгел, ә был кешеләр – станцияла йәшәгән ябай ғаилә. Туған телен һанламағандарға ошо ғаиләне үрнәк итеп ҡуям. Бәләкәй саҡтарынан балаларға ҡайһы милләт вәкиле булыуын һеңдереп үҫтерергә кәрәк.
“Шоңҡар”ҙар: Ҡасандыр һеҙ асҡан башҡорт синыфтарының бөтөрөлөүе, һеҙ яҡлап ҡалған башҡорт-төрөк лицейының ябылыуы күңелегеҙгә бик ауырҙыр?
Фирҙәүес Хисаметдинова: Әлбиттә, әлбиттә…
“Шоңҡар”ҙар: Башҡорт телен өйрәнеү буйынса бихисап әсбаптар яҙған кешеһегеҙ. Ошоға бәйле һорау: ниңәлер, ҡырғыҙҙарҙыҡы, татарҙарҙыҡы кеүек беҙҙең башҡорт теленә онлайн өйрәтеүсе сайттар юҡ. Өйрәнергә теләүсе кешеләр етерлек… Институтта был юҫыҡта эштәр алып барыламы?
Фирҙәүес Хисаметдинова: Беҙҙең институтта тап Интернет, компьютер ярҙамында телде өйрәтеү, үҫтереү менән шөғөлләнгән Зиннур Сиражетдинов етәкселегендәге республикалағы берҙән-бер лаборатория эшләй.
Был сайт өсөн барыһы ла әҙер. Ни бары Интернетҡа индерергә генә кәрәк. Милләтте, телде һаҡлау буйынса дәүләт программаһы сиктәрендә 2012-2016 йылдарға иҫәпләнгәйне ул. Сайт эшләй башлаһын өсөн хөкүмәт талап ителә. 2012 йыл үтеп китте. Тимәк, бер йыл юғалды тигән һүҙ, ә аҡса бүленмәгән әле.
“Шоңҡар”ҙар: Яңыраҡ ҡулыма бер профессорҙың интервьюһы килеп эләккәйне. Мәктәптә уҡыған осорҙа иң насар билдәм “-5” булды тигән. Ә һеҙ мәктәп, студент йылдарында алған иң түбән билдәгеҙҙе хәтерләйһегеҙме?
Фирҙәүес Хисаметдинова: Алдай ул ғалим! (Көлөшәбеҙ). Хәтерләйем насар билдәләремде. Минең гел “5”-кә генә уҡырға тигән маҡсатым булманы. Балаларымдан да быны талап итмәнем. Хатта “1”-ле алғанымды ла иҫләйем.
Беренсе синыфтың аҙағында атайым нисек уҡырға өйрәнеүемде тикшереп ҡарарға булды. Бер-бер артлы барлыҡ текстарҙы ла “шытырлатып” уҡыйым. Атайым тәүҙә ҡыуанып иғтибар итмәһә лә, аҙаҡ китапҡа ҡарамауымды күреп ҡалған. Баҡһаң, хәреф танымағанмын, һүрәт буйынса нимә яҙылғанын, хәтер яҡшы булғас, һүҙмә-һүҙ иҫләгәнмен. Атайым хәрефтәрҙе айырым һорай башлағайны – белмәйем бит инде. Шулай, хәтер арҡаһында әлифба осорон бер хәреф тә өйрәнмәйенсә гел “5”-тәр алып үткәргәнмен. Уҡытыусыма был хәлде еткергәс, ул да ныҡлап тотондо. Шунан башланды минең көн дә “1”-ле, “2”-ле алып ҡайтыуҙар (йылмая)…
Педучилищела ла, университетта ла спортсы булдым. Аэроклубҡа йөрөнөм. Ауыл балалары физик яҡтан көслө бит. Саңғыһында ла елдерҙек, йүгерә лә инек. Волейбол уйнарға яраттым. Уҡыу тип кенә баш баҫып ултырманым.
Училищела саҡта уҡ аспирантураға барасағымды белә инем. Ҡыҙҙар менән үҙ-ара серләшкәндә, аспирантура тамамлайым, кейәүгә сығам, бер юлы игеҙ бала табам да, артабан фән менән булышам, тип хыяллана торғайным, шул теләгем Хоҙайҙың “Амин!” тигән сағына тура килгәндер, барыһы ла тап шулай тормошҡа ашты. Яңыраҡ, училищела бергә уҡыған ҡыҙҙар менән осрашҡанда, шул турала иҫләп көлөшөп алғайныҡ.
Маҡсатҡа ынтылыш тигән сифат булған миндә. Училищенан һуң күпмелер ваҡыт мотлаҡ мәктәптә эшләргә кәрәк ине. Уҡыуҙы юғары уҡыу йортонда дауам итергә бер генә кешегә юллама бирелде ул осорҙа. Барыбыҙ ҙа был юллама миңә булыр тип уйлағайныҡ та, уны икенсе ҡыҙға тапшырҙылар. Ә миңә Әбйәлил районының Салауат ауылына уҡытырға барырға йүнәлтмә тотторҙолар. Кәйефем төштө. Әбйәлилдең ул ваҡыттағы РОНО мөдиренә барып хәлемде һөйләнем. “Ағай, бына һеҙгә уҡытырға ебәрҙеләр, ә минең артабан уҡығым килә”, – тинем. Изге күңелле кеше булып сыҡты. “Ярай, – ти, – уҡырға инә алмаһаң, беҙгә килерһең”. БДУ-ға килгәс, ҡағыҙҙарҙы ҡабул итеүсе мәрйә: “Училищенан юлланмағыҙ булмағас, беҙ һеҙҙе уҡырға алмайбыҙ”, – тип кире борҙо. Бесәнде ташлап килгәнмен ҡалаға, кәйеф юҡ. Әбйәлил яғы, ғәҙәттә, Магнитҡа йәки Белоретҡа йөрөй, шунлыҡтан, Өфөнө йүнләп белмәйем дә. БДУ-нан сыҡҡас, урам буйлап төшөп киттем. Нисектер шулай атлап, БДПУ-ға барғанмын да сыҡҡанмын. “Ҡана, бәхетте һынап ҡарайым әле”, – тип инеп киттем. Йәш кенә ҡыҙҙар документ ҡабул итеп ултыра. “Һеҙҙең бер генә әйберегеҙ етмәй – элек уҡыған ерегеҙҙән характеристика”, – тиҙәр. Шуны алып килерһегеҙ тип, ҡалған документтарымды алып ҡалдылар. Юғары уҡыу йортона юлланма алмағас, миндә ҡылыҡһырлама юҡ. Белорет педучилищеһына барҙым барыуын. Әммә ундағы уҡытыусым характеристика бирмәне. Нимә эшләргә икән? Хәҙер Белорет урамында аптыранып тороп ҡалдым. Бында яҡын тирәләге ауылдарҙа йәшәгән һәр башҡорт ғаиләһенең “белеш”тәре бар. Киттем үҙебеҙҙең таныштарҙың береһе булған урыҫ ғаиләһенә. Әлеге ҡатышҡан мәрйә апайға зарымды һөйләгәйнем: “Тапҡанһың ҡайғы”, – ти был. Музыка мәктәбенең директоры булып эшләй ине. Миңә характеристика яҙып, шул уҡыу йортоноң мисәтен һуҡты ла бирҙе. Ҡурҡып ҡына алып килһәм дә, Педагогия институтында уны уҡып та тормайынса алдылар ҙа ҡалдылар. Артабан имтихандарҙы гел “5”-кә тапшырып, ниһайәт, студент булып киттем.
БДПУ-ла уҡығанда башҡорт теле һөйләштәре менән ҡыҙыҡһына башланым. Шулар буйынса мәҡәлә яҙып, тоттом да Мәскәүгә Бөтә Рәсәй конференцияһына заявка ебәрҙем. Күп тә тормаҫтан, саҡырыу килеп төштө. Ул ваҡытта III курста уҡый инем. Проректорға индем, уныһы командировка биреп, дәртләндереп оҙатты. Педогигик вузда уҡығас, конференцияла оҫта сығыш яһайым, оялсан да түгелмен. Докладтарҙы тыңлаған профессорҙар таныш түгел. Урыҫ филологияһында белем алғас, шәреҡселәрҙе ҡайҙан беләһең инде. Унда Н.К. Дмитриев, А.Н. Кононов, Н.А. Баскаков кеүек билдәле ғалимдар йыйылған булған. Таныһам, бәлки, оялыр ҙа инем. Ә былай үҙ-үҙемә шикләнмәйенсә уҡығанмын докладымды.
“Шоңҡар”ҙар: Тәүәккәллек – ярты бәхет.
Фирҙәүес Хисаметдинова: Әҙһәм Рәхимович Тенишев, ошо конференцияның етәксеһе, сығыштан һуң яныма килде лә: “Һеҙ аспирантмы, уҡытыусымы?” – ти. Аптырап та тормай: ”Студент!” – тинем. “Һеҙгә мотлаҡ артабан уҡырға кәрәк”, – тине ул. Шулай итеп, фәндәге тәүге аҙымдарымда билдәле кешеләр дәртләндереп торҙо. Артабан тап Тенишев аспирантурға инергә ярҙам итте. Ул осорҙа аспирантураға барып эләгеү еңелдән түгел ине. Ҡат-ҡат тикшерә торғайнылар. Әҙһәм Рәхимовичты юлымда осраған иң игелекле кеше, тип иҫкә алам.
Ауылдан килгән йәштәрҙе шулай аҙ ғына дәртләндереп, ярҙам итеп торған кешеләр булһа, бирешмәй улар. Сөнки ауыл кешеләрендә сәм, көрәш тойғоһо көслө. Шул уҡ ваҡытта оялыу, тартыныу ҙа бар. Ололарҙы артыҡ ныҡ ололайһың йәшерәк саҡта. Шулай ҙа уныһы ла кәрәк.
Үҙемдең ҡул аҫтында эшләгән йәштәргә мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышам. Әле ауылдан сыҡҡан өс аспирантыбыҙ бар. Шуларҙы ярты ставкаға эшкә алдым. Исмаһам, аҙ ғына аҡсалары булһын тинем. Һәр кем өмөтлө йәштәргә ярҙам ҡулы һуҙһа, сауаплы эш башҡарыр ине. Бынан тыш, үҙебеҙгә алмашҡа кадрҙар әҙерләү хаҡында ла онотмаһаҡ ине.
Шуны ла белеп ҡуйығыҙ: йәш фән белгестәрен торлаҡ менән тәьмин итәләр. Йәштәребеҙ үткер, эшлекле, Аллаға шөкөр. Урта быуын вәкилдәре араһында ҡыйыҡһыҙҙар бар, әммә программа утыҙ йәшкә тиклемгеләр өсөн ҡаралған, шуға ла уларға фатир юллап булмай. Шулай итеп, беҙҙә йәш ғалимдарҙың торлаҡ менән проблемаһы юҡ.
Директорға сослоҡ кәрәк. Һорамаһаң, бер кем дә ҡулыңа килтереп тоттормай. Мин Мәскәүгә йыш йөрөйөм. Аралашам, танышлыҡтар булдырам. Һөҙөмтәһе бар. Бына башҡа институттарға йәштәр өсөн иң күбе өс урын биргәндәр. Ә беҙгә – дүртәүҙе. Йәштәр урыны тигәнем – өс йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡларға әҙерләнгән кешене эшкә алам. Шул ваҡыт маҡсатына өлгәшһә, бөтөнләйгә институтта ҡалдырам.
“Шоңҡар”ҙар: Һеҙҙең ял көндәрегеҙ нисек үтә? Бер ял көнөгөҙҙө һүрәтләп бирә алаһығыҙмы?
Фирҙәүес Хисаметдинова: Бер студентымдың “Башҡорт ҡатынының бер көнө” тип аталған фильмы бар. Әйткәндәй, ул үҙе немец ҡыҙы. Презентацияһы Германияла үтте. Йәй көнө Учалы районында йәшәүсе бер ҡатындың иртәнән алып кискәсә тотош бер көнөн видеоға төшөрөп йөрөгән. Таңғы биштә йоҡонан тора. Көнө буйы аяҡ өҫтө: һыйырын һауа, ваҡ малын, ҡош-ҡортон ҡарай, һөтөн эшкәртә, ашарға бешерә, кер йыуа, икмәк һала, ирен, балаларын ашата һ.б. Мин дүрт йыл килен булып ауылда йәшәнем, шулай ҙа ундай уҡ эшкә күмелмәй торғайным. Йәш саҡта һиҙелмәгәндер ҙә, бәлки. Ауыл ҡатынының тормошо ни тиклем ауыр икәнлеген шул фильмдан һуң ғына ысынлап аңланым, шикелле.
Әлбиттә, минең көндәрем ул ҡатындыҡы кеүек үк тығыҙ түгел. Әммә, һуңғы йылдарҙа, дөрөҫөн әйткәндә, ял юҡ кимәлендә. Йәкшәмбе көн ейәндәрем менән төшкә тиклем парктарҙа йөрөйбөҙ, унан һуң тағы ла фәнни эштәргә сумам. Директорлыҡтан тыш, ғалимә Хисаметдинова бурысы ла атҡарылып барырға тейеш бит. Эш урынында фән менән шөғөлләнеп булмай. Шул уҡ ваҡытта, әгәр фән менән үҙем шөғөлләнмәйем икән, ҡул аҫтымдағыларға ниндәй өлгө булайым? Өйҙә, ял көндәре иҫәбенә эшләргә тура килә. Мөмкинлек сығыу менән – өҫтәл артына. Ижад кешеһе шулай булырға тейеш. Отпускыны ла ҡышҡылыҡҡа ҡалдырам. Йәй ял итеп булмай ул, ә бына ҡыш рәхәтләнеп ял итәм – яҙам. Үткән йылды шулай итеп бер китап сығарҙым. Сөнки отпускыны өсәр ай алам: миңә ике ай ял тейеш, шуға ҡушып, тағы ла йыйылып килгән көндәр бар. Гәзит-журнал уҡығанда ла фән менән шөғөлләнәм: һүҙлек өсөн уңышлы миҫал-һөйләмдәр килеп сыҡһа, шуларҙы автоматик рәүештә һаҡлап барам.
“Шоңҡар”ҙар: Һеҙҙең ырымдар, магия тураһында китаптарығыҙ бар. Ундағы мәғлүмәтте үҙегеҙ йыйҙығыҙмы?
Фирҙәүес Хисаметдинова: Пединститутта ун йыл эшләү дәүерендә студенттар менән экспедицияларға йөрөнөм. Береһен дә ҡалдырманым. Шул осорҙа йыйылған барлыҡ материалдарымды хәҙер эшкәртәм дә, китаптар итеп сығарам. Үткән йыл “Башҡорт мифологияһының аңлатмалы һүҙлеге”н баҫтырҙым.
Учалы районы Миндәк ауылында йәшәгән апайҙан ваҡытында бер нисә тарихты яҙып алғайным. Аҙаҡ ул, ҡыҙыҡһынып китеп, минең өсөн үҙе йыя башлаған. Дауаханала ятҡанында ла, ҡунаҡҡа барғанында ла әбейҙәрҙән кәрәкле мәғлүмәттәрҙе яҙып алып йөрөгән. Хәҙер ул мәрхүмә инде. Яҙмаларын айырым китап итеп баҫтырып сығарырға тигән уйым бар. Венгрияла шундай китаптарҙы күп күрҙем. Мәҫәлән, шул-шул инәйҙең һөйләгәндәре, шул-шул кендек әбейенең хәтирәләре. Ҡыҙыҡ бит? Төрлө инаныуҙар, йолалар, халыҡ хазинаһы беҙҙә лә ошо рәүешле халыҡҡа еткерелһә, насармы ни?
Яҙыусыларҙың ижадында ҡулланылған мифологияны туплап, айырым хеҙмәттәр башҡарам. Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Әмир Әминев әҙер инде. Шундай бер серия сығарырға теләгем бар. Мифологик ҡараш беҙҙең халыҡта бик көслө бит. Ана шуны беҙҙең яҙыусылар тотоп аламы икән?
Әле ун томлыҡ һүҙлек эшләйбеҙ, уға барлыҡ һүҙҙәрҙе лә индерәбеҙ. Ҡайһы берәүҙәр, ҡурай еләге тип яҙғас, әберсәһе нимәгә һуң, тиҙәр. Телебеҙҙең байлығы бит ул. Яҙыусы һайлап алыр. Иҫкергән һүҙҙәргә туҡталғанда ла шулай. Улар шул уҡ Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхретдиновтарҙы уҡығанда, ижадтарын өйрәнгәндә булһа ла кәрәк. Мәскәүҙә был ниәтебеҙҙе хупланылар. “Бөтә булған һүҙҙәрегеҙҙе йыйып сығарығыҙ. Ә киләһе быуындар өйрәнер”, – тинеләр.
“Шоңҡар”ҙар: Һеҙ төрлө ерҙәрҙә эшләп өлгөргән кеше. Пединститутта декан дәрәжәһенә тиклем, мәғариф министрлығында – министр, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында – директор, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошмаһында рәйес, депутат… Ҡайҙа эшләүе ҡыҙығыраҡ булды?
Фирҙәүес Хисаметдинова: Тәбиғәтем менән барлыҡ яңылыҡты, үҙгәрештәрҙе ҡабул итә торған “асыҡ” кешемен. Шуның өсөн ҡайҙа ғына эшкә ебәрһәләр ҙә, ҡыҙығын таба торғайным.
Һәр эштә профессионал булырға кәрәк. Башҡортһоңмо, татарһыңмы, ҡаҙаҡһыңмы – һөнәреңдең оҫтаһы икәнһең, ҡайҙа булһа ла ҡосаҡ йәйеп ҡаршылаясаҡтар... Бына мин профессор, доктор кеше, әгәр ҙә әлеге эш урынымдан ебәрһәләр, икенсе урынға саҡырып аласаҡтар. Бик булмаһа, мәктәпкә уҡытыусы булып бара алам. Мәғариф министрлығына эшкә килгән тәүге доктор инем ваҡытында. Докторлыҡты пединститутта эшләгән осорҙа уҡ яҡлағайным. Шунлыҡтан, минең һүҙгә етди ҡарағандарҙыр, ҡолаҡ һалғандарҙыр, тип иҫәпләйем.
Башҡорт-төрөк лицейын ябыу хаҡында һүҙ сыҡҡас, республика етәкселеге менән осрашып, лицейҙың ҡаҙаныштарын күрһәтә башланым: ҡарағыҙ әле, бына шундай уңыштары бар, шундай тәртипле балалар, олимпиадаларҙа еңгәндәр… Мортаза Ғөбәйҙулла улы ҡарап ултырҙы-ултырҙы ла, “Ярай, һин профессор кеше, үҙең беләһеңдер, эшлә!” – тип ҡуйҙы ахырҙа. Күрәһегеҙме, профессор, доктор булып, тимәк, үҙ эшемде практик яҡтан ғына түгел, ғәмәли яҡтан да тәрән белеүем реформалар эшләргә, уларҙы уңышлы үткәреүҙә абруйым ярҙам иткән.
Министр урынынан “башкиризация” үткәрә, тип алып ташлағас, әсәйемдең (инәй тип әйтәбеҙ) ябай ғына һүҙе ярҙам итте. Ул – ябай ауыл ҡатыны, ни бары 4 класс белеме бар, шуға ҡарамаҫтан, ни тиклем аҡыллы булыуына ғәжәпләнәм. Ауылға ҡайтҡас, уға яңылыҡты еткергәйнем: “Атаң ҡалдырып киткән урын түгел, ана, китаптарың бар, уҡы ла ултыр”, – тине… Шул һүҙҙәрҙән һуң, ысынлап та рәхәт булып ҡалды. Сәй эстек тә, китап уҡырға ултырҙым… Һәр нәмәгә артыҡ ҡайғыра башлаһаң, йөрәк оҙаҡҡа түҙмәйәсәк. Тормошто нисек бар, шулай ҡабул итергә кәрәк.
Шулай итеп, кире институтҡа ҡайтыуыма артыҡ бошонманым. Сөнки мин ғалим, фән өйрәнеү теләге көслөрәк. Әйткәндәй, шул осорҙа министрлыҡта ҡулланыу өсөн аналитик брошюра төҙөгәйнем. Әле булһа уның менән файҙаланалар икән.
Юғары вазифала эшләгән кеше һаҡ булырға тейеш. Сөнки кем менәндер ара боҙаһың икән, һинең ҡул аҫтындағы коллектив бынан зыян күрәсәк. Хисаметдинова тупаҫ та була алыр ине, әммә ул бит ябай Хисаметдинова түгел, күптәрҙең яҙмышы, киләсәге, эш хаҡы өсөн яуаплы директор.
“Шоңҡар”ҙар: “Тормоштағы төп бурысым – ҡатын-ҡыҙ бурысы”, тип әйтеп үттегеҙ. Ил инәһе, ике малай үҫтергән әсә булараҡ, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙарға үҙҙәрендә ниндәй сифаттар тәрбиәләргә кәңәш бирерһегеҙ?
Фирҙәүес Хисаметдинова: Мин, ғәҙәттә, килендәремә кәңәш бирер булһам, ҡәйнә һүҙе итеп түгел, ә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең ағзаһы һүҙҙәре тип ҡабул ҡылығыҙ, тим. Әле лә, рөхсәт итһәгеҙ, ошо сифатымда яуап бирәм.
Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарға тап ҡыҙҙарҙы тәрбиәләү өлкәһендә эшләйһе эштәре күп. Сөнки дөрөҫ тәрбиәләмәйбеҙ. Миҫал өсөн, миңә атайым да, әсәйем дә: “Уҡы, кейәүгә сығып ҡуйма, ҡара уны”, – тип тыҡып торҙо. Уҡыған ереңдә үҙеңә тиң йәш егетте күҙләп йөрө, тимәнеләр. Юлыңда осраған һәр кем менән сыуалыу, тигәнде аңлатмай был, әлбиттә. Әммә тап студент йылдарында үҙеңә иш эҙләп таба белеү зарур.
Шул йәрҙе ҡаратып алыу өсөн ҡыҙҙарға бер нисә сифат кәрәк: һығылмалы холоҡло, яҡты йөҙлө булыу, һөйгәнеңдән аҡыллыраҡ икәнеңде тойһаң да, үҙеңде өҫтөн ҡуймау. Ҡатын-ҡыҙға бер аҙ хәйлә лә ҡамасауламаҫ ине. Әсәйеңдәр һиңә быны бирә алмаған икән, был сифаттарҙы үҙең тәрбиәләргә, үҫтерергә тейешһең. Йәмғиәттең үҙгәреп китерен улар белмәгән бит.
Ошо уңайҙан, лаҡап иҫкә төштө. Бер яҙыусы ағайҙың бер нисә ҡатыны булған. Шунан, ҡайһы райондан ҡатын алайыҡ, тип һорайҙар икән унан. “Баймаҡ ҡатындары ирҙәрен әҙәмгә һанамай, әбйәлилдекеләргә ир бөтөнләй кәрәкмәй, эштән башҡа бер ни күрмәйҙәр, учалыларға уйын-көлкө генә булһын, бөрйәндәр бигерәк хәйләкәр”, – ти икән. Мәҙәге – мәҙәк, әммә уйлап ҡараһаң, дөрөҫлөгө лә бар һымаҡ. Ир-егеттәр биргән ҡылыҡһырламаларҙан сығып, ҡатын-ҡыҙҙы тәрбиәләүҙең боронғо ысулдарын өйрәнеп, ата-әсәләр өсөн ҡулланма эшләргә кәрәктер, тип иҫәпләйем.
Ҡыҙҙарыбыҙ ҡырыҫ беҙҙең. Үҙгәртергә кәрәк шул холоҡто. Шәхси хатам аша белгән тормош һабағы менән бүлешкем килә. Аталары менән аралашып торһалар ҙа, малайҙарымды яңғыҙым тәрбиәләнем тиергә була, ирем менән айырылыштыҡ. Бергә йәшәгән саҡта Ғаязға минең менән ҡыйын булғандыр тип уйлайым. Үҙемдең етәкселегемде ғаилә тормошонда ла күрһәткәнмендер инде. Ул бик яҡшы кеше, атай. Әммә арабыҙҙағы айырманы ауыр ҡабул итте. Ир-егеттәрҙең аңына тыумыштан “ғаилә башлығы, ҡурсалаусыһы булырға тейеш” тигән төшөнсә һалынған. Киреһенсә килеп сыға икән, ҡатын-ҡыҙ быны белдермәҫкә тейеш. Уны ҡыҙ балаға бәләкәй саҡтан уҡ әсәһе үҙ миҫалында күрһәтергә тейеш. Беҙҙә тәрбиә башҡаса ине. Атайым: “Минең ҡыҙҙарым ун егеткә торорлоҡ!” тип ҡупая торғайны. Хатта игеҙ бала тапҡас: “Бына күрәһегеҙме, минең ҡыҙым игеҙ малай тапҡан! Шәп тә инде ҡыҙым!” – тине. Кейәүен хуплап бер һүҙ әйтһәсе! Әйтерһең, уның ҡыҫылышы булмаған.
“Шоңҡар”ҙар: Һеҙгә фиҙаҡәрлеге, холҡо яғынан үрнәк булған ҡатын-ҡыҙ бармы ул?
Фирҙәүес Хисаметдинова: Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына килгәс тә Нәжибә апай Мәҡсүтованы үҙемә өлгө итеп алдым. Ул заманда ҡатын-ҡыҙҙар араһында салбарҙа йөрөүселәр һирәк ине. Нәжибә апай, оло ғына булыуына ҡарамаҫтан, килешле итеп салбар кейеп, эшлекле башҡорт ҡатын-ҡыҙы ҡиәфәтендә йөрөй торғайны. Ауылдағы ғәҙәт буйынса, “Нәжибә апай” тиһәк, “Ниндәй апай булайым? Нәжибә Хәйерзамановна тип өндәшегеҙ! Өйөмә ҡунаҡҡа килһәң, йәки урамда осратһаң, “апай” тип әйтерһең”, – ти торғайны ул. Шул рәүешле беҙҙән элита тәрбиәләргә тырышҡан. Асыҡ һәм тура һүҙле булып иҫемдә ҡалған. Ҡайҙа эшләһәм дә, уның кеүек үҙ эшемдең оҫтаһы булырға тейешмен тип һананым.
Эштә үткер, баш бирмәҫ диктатор булып күренһә лә, өйөндә, ғаиләһе янында бөтөнләй икенсе кешегә әйләнә ине ул. Иренә шундай ихлас мөғәмәлә күрһәткән, балаларына йылмайып ҡына торған ҡатын. “Өйөгөҙҙә хужа булып эшләүегеҙҙе онотоғоҙ” тигән һүҙҙәре иҫемдә уйылып ҡалған.
Малайҙарҙы тәрбиәләүҙә Сәбилә апай Сөләймәнова өлгө булды. Беҙ уның менән мин әле студент ҡына саҡта урамда таныштыҡ. Балаларым тыуғас биргән кәңәштәрен әлегә тиклем файҙаланам. Уның ғаиләлә ҡулланған тактикаһы бик уңышлы тип һанайым. Малайҙары аша ирен, ире аша малайҙарын тәрбиәләгән ул.
“Шоңҡар”ҙар: Шул ваҡытта ике министр һөйләшеп ултырғанын белмәгәнһегеҙҙер инде.
Фирҙәүес Хисаметдинова: Эйе. Ҡайҙан беләһең инде уны?! Әйткәндәй, ул да минең кеүек Белорет педучилищеһын тамамлаған.
“Шоңҡар”ҙар: Тимәк, беҙҙең йәмғиәттә тик ҡатын-ҡыҙ ғына булып йәшәп булмай?
Фирҙәүес Хисаметдинова: Эйе, был мөмкин түгел. Ҡатын-ҡыҙға төрлө ролдәргә инергә кәрәк.
“Шоңҡар”ҙар: Ир министр менән ҡатын-ҡыҙ министр араһында айырма бармы ул?
Фирҙәүес Хисаметдинова: Минеңсә, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт кеүек иң аҡсаһыҙ өлкәләрҙә гүзәл зат министр булырға тейеш. Ни өсөнмө? Сөнки ул 5 мең генә эш хаҡы алһа ла, шуны бүлеп, барыһына еткерергә тырыша. Беҙҙең институтта ла, мәҫәлән, тиненә тиклем һанап, алдан уйлап эшләргә тура килә. Ғинуарҙа грантты еңмәһәк, ошо китабыбыҙ декабрь айында сыҡмаясаҡ... Етәксе ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡул аҫтындағы коллектив – балалары кеүек. Бынан тыш, ҡатын-ҡыҙҙың урлашҡан осрағы һирәк. Әсәй кеше үҙе ашамай, иң тәүҙә балаһына бирә. Премия бүлгән саҡта, эш хаҡым былай ҙа ҙур, ә бына йәштәрҙең йәшәр урындары юҡ, уларға кейенергә лә кәрәк, ти торғайным. Ирҙәр иһә улай уйламай. Ҡатын-ҡыҙҙа яуаплылыҡ көслө. Һәйбәт хужабикәнең министрлыҡта ла эштәре насар булмаясаҡ. Ул белә: был “балаға” күлдәкте әле алһа, киләһе юлы икенсеһен ризалатыу хаҡында уйларға тейеш.
Мин үҙемде бер ваҡытта ла замандан артта ҡалғанмын тип иҫәпләмәйем. Сөнки ҡатын-ҡыҙға тәбиғәт тарафынан һәр нәмәгә тиҙ яраҡлашыу сифаты бирелгән. Дипломатия ла беҙҙә ир-атҡа ҡарағанда күберәк. Шул уҡ ваҡытта, әгәр хужа ҡатын-ҡыҙ икән, урынбаҫарҙары ир-ат булырға тейеш. Гармония өсөн.
Министр вазифаһында эшләгәнемдә тәүге компьютерҙарҙы лицей-гимназияла уҡығандарға тараттыҡ. Ундағы балаларҙың күптәре – ауылдан килгән. Бер класлыҡ компьютерҙар комплекты артып ҡалғас, уларҙы мине депутатлыҡҡа тәҡдим иткән Мәһәҙи ауылына (Бөрйән районы) тапшырырға булдым. Шул “яҡты” фекер башыма килгәндә был мәктәптең директоры министрлыҡта булып сыҡты. Һөйөндөрәм быны, тип яңылығымды әйтһәм, ул миңә: “Фирҙәүес Ғилметдиновна, беҙгә, бәлки, трактор бүләк итерһегеҙ? Ныҡ кәрәк…” – тимәһенме! Шунда ул заманда ауыл мәктәптәренә компьютерҙан бигерәк, техника кәрәклеген аңлап ҡалдым. Уларға шунан һуң еңел автомобиль, автобус, тракторҙар тарата башланым. Республика килемен Мәскәүгә ебәрмәгән саҡта беҙҙең министрлыҡтар ҙа бай ине шул. Бөрйәндәр, һаман да һеҙ биргән тракторҙарҙа йөрөйбөҙ, ти…
“Шоңҡар”ҙар: Саҡырыуыбыҙҙы ҡабул итеп, самауыр сәйен тәмләргә килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы. Һуңғы һорауыбыҙ: йәш ғалимдарға иң мөһим кәңәшегеҙ нисегерәк яңғырар?
Фирҙәүес Хисаметдинова: Мотлаҡ ғаилә ҡорһондар тип әйтер инем. Беҙҙең өлкәлә ғаилә ҡормай, фән менән генә йәшәгән кешеләр бихисап. Фән үҙ эсенә ныҡ тарта. Шуға ла йәш саҡта ғаилә ҡороп, балалар табырға кәрәк. Бының эш өсөн дә файҙаһы бар. Кеше киләсәк тип йәшәй. Балалары булһа, улар өсөн тырыша. Ғүмергә мәғәнә биреүсе, өмөттө һүндермәйсә тотоп тороусы сығанаҡ кәрәк. Балаларына киләсәктә еңел булһын өсөн үҫергә, карьера эшләргә тейеш. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға бөтөнләй яңғыҙ ҡалырға ярамай, тип иҫәпләйем. Яңғыҙлыҡ наҙ өсөн яратылған затҡа кире йоғонто яһай.
Әңгәмәне Миңзәлә АСҠАРОВА ҡағыҙға теркәне.
Архив
…..
“Икенсе киленемде туған телендә һөйләшергә өйрәтергә тура килде. Башҡорт ҡыҙы булһа ла, ҡалала йәшәгәнгәме, белмәй ине. Улымды саҡырҙым да: “Фирҙәүес бөтә республикаға туған телегеҙҙә аралашығыҙ, тип аҡыл һата, ә үҙенең ейәндәре башҡортса белмәҫме икән?” – тинем. Тимур шул әйткәнемде күңел төбөнә һалып ҡуйған. Бер саҡ ҡунаҡҡа килһәм, өйҙәрендә бөтә ерҙә башҡортса һүҙҙәр яҙып эленгән. Хәҙер киленем иркен һөйләшә, хатта мине төҙәтеп ебәрә. Мин “апельсин” тиһәм, ул “әфлисун” ти, мин “колбаса” тиһәм, ул “тултырма”нан һалдыра. Ҡыуанып бөтә алмайым, афарин, үҙе лә өйрәнде, улын да өйрәтте. Малайҙары таҙа һөйләшеү буйынса барыбыҙҙы уҙҙырып ебәрә. Бының менән ни әйтергә теләйем: ҡала шарттарында башҡорт телен һаҡлау мөмкин. Ни бары теләк кенә кәрәк”.
***
“Малайҙарыма бәләкәй саҡтарынан үҙ милләтенән генә кәләш алырға тейеш тип һеңдерҙем. Шуға бәйле ҡыҙыҡ хәлде һөйләп үткем килә. Игеҙәктәргә 5-6 йәш самаһы. Ҡарламандағы һеңлемә барған саҡта, сираттағы станцияла йәш ғаилә инде. 4-5 йәшлек кескәй ҡыҙҙары ла бар. Минең малайҙарым менән бер урыҫ бабайы һөйләшеп ултыра ине. Ҡыҙыҡай ингәйне, бабай: “Вот вам и невеста!” – ти. Малайҙарымдың береһе ҡаш аҫтынан ғына ҡараны ла: “Она нам не невеста!” – тимәһенме! J Ҡарт та, мин дә аптырап киттек. “А почему? Она вам не понравилась? Смотрите какая красивая, какой у нее роскошный бант”, – ти бабай. “Она русская!” – тине кемеһелер.
***
“Юғары вазифала эшләгән кеше һаҡ булырға тейеш. Сөнки кем менәндер ара боҙаһың икән, һинең ҡул аҫтындағы коллектив бынан зыян күрәсәк. Хисаметдинова тупаҫ та була алыр ине, әммә ул бит ябай Хисаметдинова түгел, күптәрҙең яҙмышы, киләсәге, эш хаҡы өсөн яуаплы директор”.