Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
4 Сентябрь 2018, 23:09

Гөлнур Ҡолһарина: “Ҡайҙа халҡым - шунда яҙмышым”

Башҡорт ҡатын-ҡыҙы тиһәң, күҙ алдына етди холоҡло, уттай ҡарашлы, кәрәк булһа, ат ҡороҡлар һәм менеп сабыр, бөтә яҡлап өлгөр, уңған, сая ҡыҙ күҙ алдына баҫа...



Башҡорт ҡатын-ҡыҙы тиһәң, күҙ алдына етди холоҡло, уттай ҡарашлы, кәрәк булһа, ат ҡороҡлар һәм менеп сабыр, бөтә яҡлап өлгөр, уңған, сая ҡыҙ күҙ алдына баҫа. Бөгөнгө геройым – “ӨКМК” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, ғалимә Гөлнур Ҡолһарина тотошлайы менән ошо сифаттарға тап килә - һәр эштә етди һәм талапсан, күңелендә халҡына, тыуған иленә, теленә әйтеп бөткөһөҙ һөйөү йөрөтә һәм бар булмышын халҡына хеҙмәт итеүгә бағышлаған; йәнә Гөлнурға ялағайлыҡ хас түгел, таш яуһа ла, әйткән һүҙендә тоғро тора. Яңыраҡ Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте уның етәкселегендә “Бәндәбикә” автоуҙышын ойошторғайны, Гөлнур тап шул Бәндәбикә түгелме ни? (Бәндәбикә IX быуатта хәҙерге Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылында һәм шул тирәләрҙәге ырыу-аралар менән етәкселек иткән. Ырыуын әйҙәп, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап торған үтә лә аҡыллы, үҙ халҡының берҙәмлеген яҡлаусы, яҡлаусыһы ғына түгел, кәңәшсеһе лә булып, «Ерәнсә сәсән» легендаһында исеме бөгөнгө көндәргәсә һаҡланып ҡалған шәхес. Риүәйәт буйынса Бәндәбикә бик зирәк аҡыллы ҡатын булған. Ырыу-ҡәбиләләр араһындағы үҙ-ара низағтарҙы бөтөрөүгә ҙур көс һалған (https://ba.wikipedia.org/wiki/). Бөгөн мин, Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы менән әңгәмәләшеп, уның эшмәкәрлегенең ҡайһы бер яҡтарын барлап үтмәксемен.


Гөлнур Ҡолһарина республиканың ижтимағи тормошо уртаһында ҡайнап йәшәй. Алып барған яуаплы дәүләт һәм сәнәғәт өлкәһендәге эшенә һәр ваҡыт йәмғиәт йөгөн дә өҫтәп тарта. Ниндәй генә эшен алһаң да, барыһы ла яуаплы, ҙур әһәмиәткә эйә: мәктәп йылдарында староста, отряд советы председателе, комсорг вазифаларын башҡара, БДУ-ла ла курс старостаһы, студсовет, профком эшен алып бара. Студент сағында уҡ республиканың йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша башлай. Башҡорт йәштәре иттифағында "Йәштәр көндәре", "Һылыуҡай", "Урал моңо", "Йәшлек шоу" кеүек сараларҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. “Ояһында ни күрә, осҡанында шул була, ти бит ти халыҡ мәҡәле, – ти Гөлнур үҙенең әүҙемлегенең сәбәптәрен алыҫтан эҙләп. – Атайым да, әсәйем дә яуаплы вазифаларҙа эшләнеләр. Мин уларҙың колхоз, йәмәғәт, дәүләт эштәренән буш торған саҡтарын хәтерләмәйем. Бәләкәй саҡтан уҡ эш шулай булырға тейеш тип үҫтем, үҙем дә һәр ваҡыт нимә менәндер мәшғүл инем. Ә тыуған илгә, телгә, халҡыма булған һөйөүҙе миндә өләсәйемдәр менән олатайымдар тәрбиәләне. Халыҡ әкиәттәре, мәҡәлдәре һәм риүәйәттәре менән яҡындан таныш булдым, башҡорт һәм рус классиктарының шиғырҙарын ятҡа һөйләп йөрөй торғайным, уйындарҙы күп белдем. Өйҙә һәр ваҡыт гәзит-журналдар, китаптар күп булды”.

Хәҙер ҙә Гөлнур ғаилә, тел проблемаларын иң алғы урынға ҡуя.Үҙе әйтеүенсә, был мәсьәләргә етди ҡараш республиканың Хәрби һәм локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларҙыреабилитациялау үҙәгендә эшләгән осоронда тыуа. Бер яҡтан һалдат әсәләре кисергән өнһөҙ аһ-зарҙарҙы үҙенең күңеле аша үткәрһә, икенсенән ил алдындағы бурысын үтәп йөрөгән йәш кенә егеттәребеҙҙең хәлен күреп тетрәнә. Ғәзиз улыңды юғалтыу ҡайғыһын һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Чечня, Таджикстан күек “ҡыҙыу нөктә”ләрҙән тыныс тормошҡа ҡайтҡан типһә тимер өҙөрлөк егеттәребеҙҙең күбеһе үҙ юлын таба алмай юғалып ҡалды, сөнки улар физик яҡтан ғына түгел, күңелдәре менән дә ғәрипләнеп ҡайтҡайны, – тип иҫкә алды Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы ул осор хаҡында. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул осорҙа тән һәм йән яраларынан арына алмай, үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыусылар, психотропик препараттар ҡулланыусылар йышайҙы, ғаиләләр тарҡалды. Ошо ғүмерҙәрен үлем аҫтына ҡуйып ут аҫтына ингән егеттәребеҙгә ярҙам итеү теләге көслө булды һәм,үҙәктең етәксеһе булараҡ, республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларында ете филиал асыуға өлгәштек. Психологтарыбыҙҙы, Санкт-Петербургҡа ебәреп, психолог-реабилитолог һөнәренә уҡыттыҡ, сөнки ул мәлдә республикабыҙҙа кешенең күңелен дауалау менән шөғөлләнгән бер генә реабилитолог та юҡ ине. Яу яланын үтеп ҡайтҡан кеше үҙен яҡшы, тыныс тойһон өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләнек. Кеше ни тиклем көслө күренһә лә, ярҙамға мохтаж икәнен аңланым мин шунда һәм халыҡ тыныслығы, ғаиләләр татыулығы, сабыйҙарҙың бәхетле бала сағы, үҫеп килгән йәш быуындың үҫеше өсөн терәк булырға тырыштым. Башҡортостан республикаһының йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт комитетында, республикабыҙҙың Президент хәкимиәтендә, бөгөнгө көндә сәнәғәт өлкәһендә эшләү тәжрибәмде һәр ваҡыт халҡым мәнфәғәтендә ҡулланып эшләргә тырышам”.

"Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух", “Батырҙар” мәктәбе”, “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе”, "Бәндәбикә автоуҙышы" проекттары – былар барыһы ла Гөлнур Ҡолһаринаның һүҙендә тороуын күрһәтә. Бәндәбикә автоуҙышы Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен райондары аша үтте. Был социаль-хәйриә акцияһының маҡсаты: халыҡҡа психологик, медицина, социаль, юридик ярҙам күрһәтеү. Халыҡ менән осрашыуҙар үткәреү, туранан-тура аралашыу. Янғындан зыян күреүсе ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтеү, граждандарҙы ҡабул итеү. Был проектты Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы республикабыҙҙың башҡа район һәм ҡалаларында артабан да дауам итәсәк.

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы республикабыҙҙа тәүге тапҡыр 2014 йылда уҙғарылды, – тип телгә алды Гөлнур Ҡолһарина. –Ҡатын-ҡыҙға, тәү сиратта, ергә ерегеп йәшәгән һәм эшләгән гүзәл заттарыбыҙға ихтирам һәм иғтибар күрһәтеү маҡсатынан ойошторолғайны. Проекттың исеме билдәле йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәтенә нигеҙ һалған Рабиға Ҡушаеваның телмәренән алынды. Ул заманында: “Башҡорт ҡатыны– милләт әсәһе. Милләтте тәрбиәләүсе лә, милләттең киләсәген билдәләүсе лә, уның бөгөнгө тормошонда ҙур роль уйнаусы ла ул – ҡатын-ҡыҙ”, – тип әйтеп ҡалдырған. Милләтебеҙҙең терәге булып торған күп зыялыларыбыҙ башҡалала тупланған. Әммә ерҙә эшләүсе гүзәл заттарыбыҙҙы ла оноторға тейеш түгелбеҙ. Ауылда былай ҙа тормош еңел түгел: үҙ хужалығыңды алып барыу, ғаиләңде ҡарау, дәүләт эштәрендә ҡатнашыу... Ҡыҫҡаһы, эш етерлек. Шул уҡ ваҡытта, ошо тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәр менән бер рәттән, йәмәғәт эшен дә алып бара алған, халыҡты туплап, берләштереп, төрлө ярҙам күрһәтеп, янып йәшәгән бөтмөр ҡатындарыбыҙ ҙа күп. Ошондай гүзәл заттарыбыҙҙы күрһәтергә, уларҙан өлгө алырға тейешбеҙ. Конкурстың асылы ана шул теләктән яралды ла инде. Бөгөнгө көндә беҙҙең ойошманың үҙ наградаһы - Рабиға Ҡушаева исемендәге "Милләт әсәһе" миҙалы булдырылды һәм был наградаға йәмғиәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан, өлгөлө балалар тәрбиәләп үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ лайыҡ була”.

Гөлнур Ҡолһарина "Халыҡ контроле" федераль проектының Башҡортостан буйынса етәксеһе булараҡ, республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын тикшереү, мониториг үткәреү менән берлектә, был хәрәкәткә урындағы халыҡты ла йәлеп итеп өлгөрә. Йәмәғәт туҡланыу ойошмалары, аҙыҡ-түлек һатыусы сауҙа селтәрҙәре, туристик зоналар, балаларҙың йәйге лагерҙары һ.б. "халыҡ контроле" аша үтә. Әйтәйек, ойошма ағзалары июль башында Баймаҡ районы сауҙа нөктәләрендә һатылған милли эсемлегебеҙ, республикабыҙ бренды, ҡымыҙҙың сифатын тикшереп, ниндәй санитар нормаларҙа эшкәртелгәнен, һаҡлау ысулдарын баһалап, иң сифатлыһы Темәстәге Рәсүл Арыҫлановтың ҡымыҙы тигән һығымта яһап ҡайтты.

Ошо көндәрҙә Әбйәлил районында уҙған йәштәр байрамында, шәжәрә һәм ырыу байрамдарында, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” сараларында ла Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәтте. Ғөмүмән, Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙары һәр яҡлап та бик әүҙем, йәмәғәт эшендә лә ихлас ҡатнашалар.

Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы йәмғиәт эштәре менән генә сикләнеп ҡалмай: уҡып алған һөнәренә лә тоғро ул. Башҡорт халыҡ ижадының теле һәм стиленә арналған диссертациялар яҡлаған, 110-дан артыҡ ғилми мәҡәләләр яҙған, дүрт монография, дүрт китап авторы ла. “Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын өйрәнеү әйтеп бөткөһөҙ кинәнес, ял бирә, – ти ул. – Эшеңдән арып ҡайтҡанда, өҫтәлеңдә һине яратҡан, күңел тыныслығы биргән ғилми тикшеренеүҙәрең көтөүе үҙе бер бәхет түгелме ни?! Минең өсөн – ул рухи аҙыҡ”. Киләсәктә Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендәге, сит өлкәләрҙәге халыҡ ижадын, фольклорҙы башҡорт теленең диалект һәм һөйләш шарттарында өйрәнеүҙе маҡсат итеп алған. Диалекттарҙа башҡорт теленең байлығы һаҡлана, шуларҙы юғалтмаҫҡа ине, тигән фекерҙә ул. Шуға ла ҡайҙа ғына барһа ла халҡыбыҙ ижады өлгөләре менән ҡыҙыҡһына, уларҙы теркәп бара, йәш быуынды ла ошо эшкә йәлеп итә.

Гөлнур менән һөйләшкән һайын уның күңел байлығы нығыраҡ асыла бара һәм үҙең дә һиҙмәҫтән ошо байлыҡҡа ынтылғаныңды һиҙәһең: тыуған телең, илең менән ғорурлыҡ тойғоһо көсәйә, күп мәсьәләләргә икенсе күҙлектән ҡарай башлайһың. Ошондай илһөйәр ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, ир-егеттәребеҙ күберәк булһын, тигән теләктә ҡалам.



Читайте нас: